Инфоурок Другое Другие методич. материалыЭссе учителя башкирского языка и литературы на тему: "Язык - духовное наследие народа"

Эссе учителя башкирского языка и литературы на тему: "Язык - духовное наследие народа"

Скачать материал

Беҙҙең бүтән барыр еребеҙ юҡ

                                                      Бәпәнә

Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындарҙы

Илде тотҡан телем, һүҙем бар!

 Үҙен башҡортмон тип һанаған һәр милләттәшем  халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың был юлдарын  ғорурлыҡ менән ҡабатлайҙыр. Ғорурланмаҫлыҡ түгел, сөнки үҙебеҙҙе ерҙә раҫлап килгән меңәр йыллыҡ тарихыбыҙ бар. Башҡортто донъя кимәленә күтәргән Салауат, Мостай, Вәлиди, Мортазабыҙ - милләтебеҙҙе халыҡ итеүсе шәхестәребеҙ бар.  40 быуат аша килгән “Урал батыр” теле бар. 

Бала килеш кенә күңелемдә: “Уҡытыусы булам!” тигән уй яралғанда ла, талпыныу менән был хыялыма ашҡынғанда ла, уҡытыусы һөнәренең ҙур яуаплылыҡ, оло сабырлыҡ талап иткәнен аңлап та етмәгән инем. Күҙ алдымда бары һәр көн ашҡынып мәктәпкә барыуым, унда мине бала күҙҙәре ҡаршы алыуы. Парта артында миңә һынап та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та төбәлгән балалар – беҙҙең киләсәк. Ниндәй булыр ул? Ошо сабыйҙар ниндәй шәхес булып үҫер? Уҡытыусы һөнәре иңдәремә ятҡас ҡына, минең яҙмышым  илем, телем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡанын аңланым. Үҙ көнөмә генә түгел, халҡым киләсәгенә лә яуаплы икәнмен.

Ирекһеҙҙән олуғ шәхесебеҙ Зәки Вәлидиҙең эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хаты”ндағы аманаты иҫкә төшә:

“Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә үҫентеһе ҡалһа ла, яңынан терелеп, бөтә баҡсаға таралыр. Иманыбыҙ һәм азатлыҡҡа булған һөйөүебеҙ беҙҙе һәр ваҡыт алға өндәр”.

Ә бөгөнгө көндә аҡтамыр баҡсабыҙҙа үҙенең тамырҙарын йәйә алдымы, терелеп киттеме?  Әллә ҡороп ҡалдымы?

2008 йылда Францияның баш ҡалаһы Парижда урынлашҡан ЮНЕСКОның штаб-квартираһында “Башҡортостан: 450 йыл Рәсәй менән бергә” тигән девиз аҫтында Башҡортостан Республикаһының презентацияһы үтте. Был турала матбуғат, киң мәғлүмәт сараларында бик күп әйтелде. Республикабыҙ делегацияһы составында Парижға барыусы йәш ғалим, БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты Ғәйнислам Ибраһимовтың “Киске Өфө” гәзитенә биргән интервьюһында бер фекере мине айырыуса уйға һалды:

“ЮНЕСКО етәкселеге һәм уның ағзалары беҙҙең республикалағы мәҙәниәт һәм тел плюрализмы күренешенә бер яҡтан һоҡланды ла, икенсе яҡтан аптырап та ҡараны. “Шундай потенциалығыҙ була тороп, ниңә үҙегеҙҙең милләтегеҙҙе үҫтермәйһегеҙ?” тиҙәр улар беҙгә. Улар беҙҙең үҙ-үҙебеҙҙе сикләүгә килтереүсе толерантлыҡ сифатыбыҙҙы аңлай алманы барыбер. Уларҙың фекеренсә, һәр бер милли дәүләт, республика үҙенең төп ресурстарын иң тәүҙә төп милләтенә, мәҙәниәтен, сәнғәтен һәм телен үҫтереү өсөн йүнәлтергә тейеш.

Ысынлап та, республикабыҙҙа йөҙҙән ашыу милләт йәшәй, республика закондары буйынса улар үҙ телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү, һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мөмкинлегенә эйә.  Беҙ башҡа халыҡтарҙың теленә һәм мәҙәниәтенә ихтирам менән ҡарайбыҙ, ә ул халыҡтар ҙа беҙҙе ихтирам итәме икән? Толерантлыҡ сифаты ике ҡырлы булырға тейештер бит?!

Факттарға мөрәжәғәт итәйек. Мәскәүҙә сыҡҡан “Учительская газета” гәзитендә “Языковая повинность”, или Башкирский из-под палки” тигән мәҡәләгә күҙ ташлайыҡ.

Мәҡәләлә Өфө ҡалаһында йәшәүсе, өс бала әсәһе Галина Лучкина башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға үҙ ҡарашын сағылдыра. Мәҫәлән, “Беда моя в том, что мои дети – русские, и живя в городе, который 420 лет назад построили наши предки, мы стали задумыватся о переезде из Башкирии.”

Был юлдарҙан һуң шундай һорауҙар тыуа:

-   Өфөгә кем нигеҙ һалған? (Имән ҡала, Өфө -2)

-   Өфө башҡорттоң ҡалаһымы?

Күренекле шағирә Тамара Ғәниева әйткән бит: “Беҙҙең бүтән мәркәзебеҙ юҡ”. Ә бөгөнгө көндә лә Өфө күп башҡорт өсөн яуланмай ҡала түгелме?

         Киләһе цитата:

“В башкирии 40 процентов русских (в Уфе – более 50%) далее идут по численности татары, а затем башкиры (примеры 1\5) часть населения.

         Тел уҡытыу халыҡтың һанына ҡарап ҡына билдәләнергә тейешме икән?  Башҡорт халҡы республикабыҙға исем биреүсе ерле халыҡ, был беҙҙең тыуған еребеҙ икәнен беҙ, башҡорттар, яҡшы аңлайбыҙ. Академик Рауил Ниғмәтуллин “Беҙ Башҡортостанда башҡорт телен һаҡлай алмаһаҡ, тарих беҙҙе ғәфү итмәҫ”, ти. Әлбиттә, беҙҙең халыҡ та миллиондар менән иҫәпләнер ине, әгәр ҙә ҡан ҡойғос ихтилалдарҙа күпме халыҡ ҡырылмаһа, кантон идаралығы ваҡытында ярым хәрби тормош алып барылып, демографик хәл тотҡарланмаһа. Бындай сәбәптәр бик күп, бөгөнгө сығышымда быларҙың барыһын да атау мөмкин түгел. Шундай фекер тыуа: бәлки, халыҡтың абруйы һан менән түгел, ә сифат менән билдәләнәлер.

         “А может быть они действительно думают, что русские и татарские дети Башкортостана с большой радостью учат язык, который им вряд ли когда –нибудь и где-нибудь пригодится.”

         Был һүҙҙәрҙе күптәрегеҙ ишеткәнегеҙ барҙыр тип уйлайым.

         Интернет селтәрендә лә ошоға оҡшаш һәм унан да тупаҫыраҡ фекерҙәргә тап булырға тура килә. Мәҫәлән,  бер сайтта филология факультетын тамамлаған Екатерина Хабарова тигән ҡатын : “Башҡорт телен өйрәнеү кәрәк. Сөнки һеҙ берәй ваҡыт төпкөл берәй ауылға барып керһәгеҙ, аборигендар менән аңлаша алмаҫһығыҙ”- тип яҙҙы.

Былар барыһы ла беҙҙең информацион пропаганданың етерлек кимәлдә эшләмәүе тураһында һөйләй түгелме?

Республикабыҙҙыың бар мәктәбендә лә  инглиз теле өйрәнелә. Был мәсьәлә береһендә лә ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырмай. Сит илгә ғүмерендә  бер тапҡыр булһа ла барамы, юҡмы бар халыҡ бер һүҙһеҙ быны тейеш тип ҡабул итә.  Республикала дәүләт теле статусына лайыҡ башҡорт теленә юғарыла һүҙ барған ҡараштың сәбәбе уйға һала. Әгәр уйлап ҡараһаҡ, бер илле йыл элек инглиз теленә лә кәрәк түгел тигән ҡараш йәшәмәнеме ни? Бөгөнгө көндә иһә инглиз телендә миллиардтан ашыу кеше һөйләшә икән, был да тел статусын пропаганда һөҙөмтәһендә күтәреү түгелме? Бәлки, башҡорт телен тейешле кимәлдә пропагандалағанда, киләһе быуындың миллиондан ашыуы ошо телдә лә һөйләшер?

“Үҙенең теленә вайымһыҙ кеше – ул ҡырағай кеше. Ул үҙенең асылы менән зарарлы кеше. Сөнки әсә теленә ҡарата уның ғәмһеҙлеге үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙ ҡарауҙан килә,” тип әйткән рус яҙыусыһы Константин Паустовский.

Ҡалала үҫкән башҡортом балаһының аңы уянып етә алмай әле. Ни өсөн? Сөнки был быуынды туған телһеҙ, моңһоҙ тәрбиәләгәндәр! Улар ниндәй ул һәм ҡыҙҙар булып үҫерҙәр ҙә, үҙҙәре ниндәй ата-әсәләр булырҙар? Ниндәй быуын тәрбиәләр? Киләһе быуындар йәшәгән тормошта мин булмамдыр ҙа, әммә минең балаларыма, минең халҡыма, туған телемә киләсәктә, унан киләһе быуындарҙа, быуындарҙың быуынында йәшәргә тура киләсәк. Халҡым рухына, теленә йәшәү кәрәк. Үҫеп килгән быуын ғорур башҡортлоғон таныһын, милли рух, үҙаң төҫһөҙләнмәһен өсөн мин уҡытыусы ла, сәйәсмән дә, сәсән дә, тарихсы ла булыу яҙмышын һайлағанмын. Сабый күңеле, ижади ҡомары, аҡылы, хәтере – һутлы тупраҡ ул. Тик ул тәрән тойғо, көслө аҡыл, ярһыу хис менән һуғарылырға тейеш. Миңә дәрестәремдә көслө рухлы шәхестәр яҙмышы аша төрлө яҡлап халҡым яҙмышын, уның ерҙә үҙ-үҙен яҡлау өсөн көрәшен бала аңына еткереү кәрәк. Бөгөнгөмдө, киләсәгемде үткәнемә, тарихи тамырҙарыма бәйләргә, меңәр йылдар буйы халыҡ күңелендә хазиналар булып йыйылған, алтынға бәрәбәр рухи ҡомартҡыларҙы бала зиһененә еткереү мотлаҡ. Халҡым мираҫын белеп үҫкән бала ғына халҡына битараф булмай ул. Илаһи ярһыу менән дәрестәрем тыуһын, шул ут булып күңелдәрен яҡтыртһын, дәрестәрем сабыйҙарҙы ҡыуандырып ҡына ҡалмаһын, уйландырһын, күңелдәренә йәм генә бирмәһен, ғәм-хәстәр һалһын! Халҡымдың яҡты киләсәгенә өмөтөм, ышанысым бар! Салауаттар, Аҡмуллалар беҙҙең менән быуын-быуынға етәкләшеп барһын, “Уралым!”, “башҡортом!”  тип янған ил улдары үҙ халҡы балаларының күҙенә ғорурлыҡ менән ҡараһын өсөн иртә таңдан ҡара төнгә ҡәҙәр уҡыусыларым менән бергәмен.

Сығышымды башҡорт шағиры Шамил Анаҡтың шундай һүҙҙәре менән тамалағым килә: «Тел – ул иң һуңғы өлкә, уны ла юғалтһаң,  дошманға бирһәң, башҡа сигенер ер ҙә юҡ, сигенеүҙең кәрәге лә юҡ».

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Эссе учителя башкирского языка и литературы на тему: "Язык - духовное наследие народа""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 6 месяцев

Ректор

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 626 106 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 22.04.2017 1766
    • DOCX 43 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Каримова Альфия Рамиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Каримова Альфия Рамиловна
    Каримова Альфия Рамиловна
    • На сайте: 6 лет и 11 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 144192
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой