Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока по башкирскому языку на тему "Антонимы"

Конспект урока по башкирскому языку на тему "Антонимы"

Скачать материал

Тема:  Антонимдар.

Маҡсат: яңы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе үҙләштереү;

               тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе күрә һәм тасуирлай белеү,

               антонимдарҙы ҡабатлау, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу,

               тәбиғәткә һөйөү, ҡоштарға ярҙам  итеү теләге уятыу.

Йыһазландырыу: ҡош һүрәттәре, карточкалар, компьютер, проектор, магнитофон яҙмаһы, дәреслек.

 

Дәрес барышы

 

I.                  Ойоштороу мәле.

-                     Хәйерле иртә! Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

-                     Һаумыһығыҙ!

-                     Ошо йәмле иртәлә, матур донъяға ҡарап, үҙебеҙгә көс, дәрт, илһам алайыҡ. Бер- беребеҙгә уңыштар теләйек. Бөгөн беҙҙә үҙенсәлекле дәрес: беҙгә беренсе тапҡыр ҡунаҡтар килгән, һеҙ ҙә тулҡынланағыҙ, мин дә тулҡынланам. Ләкин, нисек булһа ла беҙҙең алдыбыҙҙа ҙур эш – беҙ дәрестән үҙебеҙгә ниндәйҙер яңы белем алырға, ниндәйҙер асыштар эшләргә тейешбеҙ.

II.               Теманы билдәләү, маҡсаттар ҡуйыу.

-                     Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән бергә бөгөнгө дәрестең темаһын эҙләп табайыҡ. Мин һеҙгә бер-нисәмә һүрәт күрһәтәм, һеҙ уларға ҡарап нимә әйтә алағыҙ?  Һүрәттәрҙе нимә дөйөмләштерә?

-                    

-                 

-                Дөрөҫ, был һүрәттәрҙә ҡапма-ҡаршы мәғәнәле ситуациялар, йәки күренештәр төшөрөлгән. Беҙ ундай ҡапма-ҡаршылыҡты антонимия тип йөрөтәбеҙ.

-                Тимәк, дәресебеҙҙең темаһы нисек яңғыраясаҡ?

-                Антонимдар. (Слайд)

-                Дөрөҫ, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып алығыҙ.

-                Балалар, беҙ дәрескә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?

ü Нимә   ул   антоним   икәнен   аңларға;

ü Антонимдарҙың   ҡайҙа   ҡулланылғанын   тикшерергә;

ü Антонимдарҙы  нисек   табырға;

ü Антонимдарҙы   үҙебеҙгә   ҡулланырға   өйрәнергә.

(Слайд)

-         Ә хәҙер инде, яңынан һүрәттәргә ҡайтып, уларҙы тикшереп алайыҡ. (Слайд)

-         Беренсе һүрәттә ниндәй антонимик парҙар йәшенгән?

-         Икенсе – алтынсы?

-         Дөрөҫ билдәләп сыҡтығыҙ, афариндар!

-         Ә хәҙер инде беҙ был һүрәттәрҙе тикшереп сыҡҡас, нимә ул “антонимдар” тигән һорауға яуап бирә алабыҙ. Тимәк, нимә ул антонимдар?

(Антонимдар  - ҡапма-ҡаршы мәғәнә аңлатҡан  һүҙҙәр).

III.Тема өҫтөндә эшләү. Күнегеүҙәр эшләү.

-                Антонимия – шундай ҡыҙыҡлы күренеш, сөнки, кеше хәтерендә антонимдар тик пар менән һаҡлана. Һынап ҡарайыҡмы, дөрөҫме икән был? Мин һеҙгә һүҙҙәр әйтәм, һеҙ тиҙ генә уларҙың антонимдарын әйтегеҙ.

 


Аҡ  - ҡара

Йыраҡ  - яҡын

Бейек - тәпәш

Ҙур - бәләкәй

Йомшаҡ - ҡаты

Ҡуйы - һирәк

Оҙон - ҡыҫҡа

Оло - йәш

Эре - ваҡ

Көн - төн

Ялҡау - егәрле

Йылы - һыуыҡ


 

-         Афарин, тимәк,  антонимдар хәтерҙә парлап йәшәгән фекер дөрөҫме? Дөрөҫ. Рус телендә шул уҡ күренеш күҙәтелә.

-         Группала эшләү

-         Хәҙер инде һеҙҙең алда ятҡан карточкаларға ҡарайбыҙ, унда һеҙгә мәҡәлдәр бирелгән. Ләкин, мәҡәлдәрҙең ҡайһы бер һүҙҙәре төшөп ҡалған. Һеҙгә, тиҙ генә төркөмдәргә бүленеп, төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе табып яҙырға кәрәк. Мин һеҙгә ниндәй йүнәлештә эҙләргә әйтәм:  һеҙгә антонимдар табырға кәрәк.

 


Аҡ эттең бәләһе ҡара эткә.

 

Алдыңдаң артың яҡшы.

 

Арҡандың оҙоно, һүҙҙең ҡыҫҡаһы

яҡшы.

 

Ас хәлен туҡ белмәй.

 

Бер олоно, бер кесене тыңла.

Иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ.

Иҫкеһеҙ яңы булмаҫ, яманһыҙ яҡшы булмаҫ.

Йомшаҡ йәйеп, ҡатыға ултыра.

Йыл оҙон, ғүмер ҡыҫҡа.


 

-         Беренсе төркөм сығыш яһай, икенсе, өсөнсө.

-         Был күнегеүҙә беҙ халыҡ теленең байлығын, йөкмәткелеген күрәбеҙ, һәм антонимдар бында ҙур роль алып торалар.

Хәҙер инде ял итеп алайыҡ. Мин һеҙгә һүҙҙәр әйтәм, ә һеҙ шуның киреһен эшләйһегеҙ.

Уҡыусылар,

Ултырабыҙ ----баҫабыҙ

Башты уңға борабыҙ – налево

Башты һулға борабыҙ - направо

Бейек -  тәпәш

Тар  - киң

Ҡулдарҙы төшөрҙөк – күтәрҙек

Ҡулдарҙы күтәрҙек - төшөрҙөк

Күҙҙәрҙе асабыҙ  -  йомабыҙ

Тура  торабыҙ  -  бөгөләбеҙ

Баҫабыҙ-ултырабыҙ

Ял иттегеҙме?

Үҙ аллы эш.

Хәҙер инде башҡарасаҡ эш һеҙгә шул: һәр берегеҙҙең алдығыҙҙа карточка ята, уларҙа  бирелгән   һөйләмдәрҙән  антонимдарҙы   табырға   һәм   уларҙың   аҫтарына һыҙып сығырға кәрәк.

Карточкаларҙы   таратыу    һәм  ике-өс   минут   ваҡыт   биреү.

1    Бөтә   нәмә   була   ике   яҡлы:

Ике   яҡлы   ҡапма-ҡаршылыҡ,

Изгелеккә   ҡаршы   -   яуызлыҡ

Яманлыҡҡа   ҡаршы   -   яҡшылыҡ

                                          (В.Әхмәҙиев  “Һүҙ    ҡәҙере”)

 

2. Оло   инәйем   һөйләгән   әкиәттәге   кеүек,   ут   менән   һыу   бергә   ҡушылыр,   бүреләр   менән   һарыҡтар   аралашып,   бер   көтөүҙә   йөрөр,   яуыздар   -   изгегә,   дошмандар   дуҫҡа   әйләнер.

-                                            (Мостай   Кәрим «Оҙон-оҙаҡ  баласаҡ»)

3 Яҡшы   ғәҙәт   әҙәм   итер,   яман   ғәҙәт   -   әрәм   итер.(мәҡәл)

Мең   яҡшылыҡты   бер   яуызлыҡ   ҡаплай.(мәҡәл)

4.Урал   батыр   һыуҙың   бер   тамсыһын   да   йотмай,   бер   алдына,   бер   артына,  бер   уңға,  бер   һулға   ҡарап,   бөтә   тирә-яҡҡа   бөркөп   ебәрә.

                                     (  «Урал  батыр»   әкиәтенән)

-       Тикшерәйек. Беренсе,  - 4 һөйләмдәрҙе тикшерҙек.

-       Был   миҫалдар   бөтәһе   лә   нимә   тураһында   булды?

Яҡшылыҡ, изгелек   тураһында.

Уҡытыусының   һүҙҙәре: Халыҡ   аҡылы  Изгелек   эшлә   лә   һыуға   һал,   халыҡ   белер,   халыҡ   белмәһә   балыҡ   белер ти. Мин   дә   һеҙҙе  үҙегеҙҙең   ҡулығыҙҙан   килгән   изгелек   эшләргә   саҡырам. Яҡшылыҡты   үҙебеҙҙән   башлайыҡ,   кемдәндер   көтөп   ултырмайыҡ.  Ҡоштарға   ем   бирһәң  дә, оло инәйҙәргә  ҡар   көрәһәң   дә,   ауырыу   кешеләрҙең   хәлен  белһәң  дә   изгелек   була. Шул   ваҡытта   бәлки   беҙҙең   тормошобоҙҙоң  ҡара, кире   яҡтары  кәмер   һәм  аҡ,   ыңғай   яҡтар   күбәйер.

IV йомғаҡлау.

Ә   хәҙер  беҙ  бөгөн   дәрестә   нимәләр   тураһында   һөйләшкәнебеҙҙе   йомғаҡлап  ҡуяйыҡ.

1.     Нимә   ул   антоним?  

2.     Антонимдарҙы  беҙ   ҡайҙа   осратабыҙ?

3.     Антонимдарҙы телмәрҙә ни  өсөн ҡулланырға кәрәк?

Баһалау.

Һеҙҙең алдығыҙҙа смайликтар ята, кем теманы аңлаған, һары төҫлөһен күтәрә,

Кемдәр аңлап етмәгән зәнгәр смайликты күтәрә, ә кемдәр бөтөнләй дәрескә юҡҡа килгәнмен тип ултырғандары алһыу смайлик күтәрә. Кто тему понял, поднимает желтый смайлик, у кого остались вопросы т надо поработать – голубой, кто считает, что зря пришел на урок, все равно ничего не понятно – розовый. Рәхмәт.

Өйгә эш:

Антонимдар тураһында кроссворд эшләп килергә.

Баһалар ҡуйыу.

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока по башкирскому языку на тему "Антонимы""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Директор по маркетингу (тур. агенства)

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 926 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.12.2019 2670
    • DOCX 462.5 кбайт
    • 34 скачивания
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Зекирьянова Юлия Айратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Зекирьянова Юлия Айратовна
    Зекирьянова Юлия Айратовна
    • На сайте: 6 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 8
    • Всего просмотров: 64215
    • Всего материалов: 14

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Введение в искусственный интеллект

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 118 человек из 43 регионов
  • Этот курс уже прошли 45 человек

Мини-курс

Состав и анализ финансовой отчетности

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Планирование проектов

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе