Дәрескә
самоанализ
Укытыусы:
З.Х.Гәрәйшанова
15 -се мәктәп.
Башҡорт
теле, 5 класс.
Дәрестең темаһы: Республиканың тыуған көнө.
Дәрестең тибы: Яңа материалды өйрәтеү.
Дәрестең төҙөлөшө:
1.
Психологик инеш. Шәхсән уҡыу эшмәкәрлеге
(уҡыусыларҙа уҡыу теләге булдырыу)
2.
Актуалләштереү. Проблемалы ситуация
тыуҙырып уҡыусыларҙан дәрестең темаһын сығарыу. Бында шулай уҡ танып белеү
уҡыу эшмәкәрлеге (һүрәттәр ярҙамында) формалаштырыла . Шулай уҡ
коммуникатив уҡыу эшмәкәрлеге (уҡытыусының һорауҙарына яуап биреү, үҙҙәренең
уй-фекерҙәрен бер системаға һалып телдән яуап биреү, үҙ фекерен дәлилләү .
3. Уҡыусыларҙа
уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация формалаштырыу
(регулятив
уҡыу эшмәкәрлеге) (яңғыҙлыҡ исемдәренең дөрөҫ яҙылышын иҫкә төшөрөү)
4. Яңы
теманы аңлатыу. Регулятив, коммуникатив, танып –белеү, шәхсән уҡыу эшмәкәрлеге
булдырыу.
Регулятив
( дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр
Танып-белеү
уҡыу эшмәкәрлеге (төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәтте һайлап ала белеү)
Коммуникатив
уҡыу эшмәкәрлеге (үҙҙәренең уй-фекерҙәрен бер системаға һалып телдән яуап биреү,
төркөмдә эшләү, бер-береһе менән проблеманы сисеүҙә бергә эшләйҙәр)
шәхсән
(үҙ милләтенә ҡарата ихтирам тәрбиәләү)
5.
Белемдәрҙе
билдәле бер системаға һалыу, дөйөмләштереү.
Танып-белеү
уҡыу эшмәкәрлеге (төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәтте һайлап ала белеү,
Текстан мәғлүмәтте һайлап ала белеү)
Коммуникатив
уҡыу эшмәкәрлеге ( төркөмдәрҙә эшләү)
6.
Йомғаҡлау.
Шәхсән уҡыу эшмәкәрлеге (Тыуған илеңә, халҡыңа ҡарата
ихтирам тәрбиәләү).
Регулятив уҡыу эшмәкәрлеге (тәҡдим ителгән өлгө менән
эшләгән эшеңде тикшереү, шул эште баһалау) (Карточкалар менән эш)
Дәрестең темаһы программала “Ватаныңды беләһеңме?”
бүлегенә кертелгән. Ватанды өйрәнеүгә 8 сәғәт бирелгән. Шул дәрестәр
системаһында “Республикабыҙҙың
тыуған көнө” темаһы икенсе дәрес итеп өйрәнелә. Дәрестең тибы уның эстәлегенә
тура килә: уҡыусыларҙы
ҡыҙыҡһындырыу,
актулләштереү, яңы теманы өйрәтеү, алынған белемдәрҙе
нығытыу, камиллаштырыу, дәрестең дидактик маҡсатынан
ҡарағанда, бик отошло.
Әлеге дәрестә уҡытыуҙың
яңы педагогик технологияларын ҡулландым.
Дәресте балаларҙың
йәш үҙенсәлектәрен, яңы
дәрестең замансалығын, тормош менән бәйләнешен иҫәпкә
алып төҙөнөм. Белем һәм
тәрбиә биреүгә комплекслы яҡын
килеп, дәресемдә балаларҙың
тәрбиәлелеген күтәреү өҫтөндә
лә эшләргә тырыштым.
Дәресемә
түбәндәге маҡсаттарҙы
ҡуйҙым:
1.
Уҡыусыларға
Республиканың тыуған көнөн, айын, йылын һәм ҡасан
ул суверенлы республика булыуын аңлатыу
2.
Телдән һәм яҙма
күнекмәләр ярҙамында белемдәрҙе
нығытыу, уҡыусыларҙың
телдән һөйләү һәм яҙма
телен, фекерләү һәләттәрен үҫтереү
3.
Уҡыусыларҙа
тәбиғәт һәйкәлдәренә ҡарата
һаҡсыл ҡараш
тәрбиәләү, бер-береңде иғтибар менән тыңлау, ихтирам итеү мөнәсәбәттәрен
тәрбиәләү.
Минең фекеремсә, дәрескә ҡуйылған
барлыҡ маҡсаттарға
ирештем.
Уҡыусыларҙы
дәрестә пассив тыңлаусы итеп кенә түгел, ә танып-белеү процесында актив ҡатнашыусы
итеп күрә белеү, дәрестә минең төп бурысым ине.
Уҡыусыларҙы
дәрескә ҡыҙыҡһындырыу
маҡсаты менән, актуалләштереү
этабында тормош менән бәйләнем.
Яңы тема биреүҙә
проблемалы эҙләнеү методы
элементтарын ҡулландым.
Дәрестә һәр баланың
фекерен һорап бөтөрөү мөмкин түгел, шулай ҙа
һәр бер уҡыусыға үҙенең
1-2 фекерен әйттереү мөһим булды. Был иҫә
уҡыуҙыларҙы
шәхес итеп тоярға мөмкинселек бирә.
Дәрес барышында уҡыусыларҙың
белемдәрен, күнекмәләрен, оҫталыҡтарын
ҡуллана белеү эзлеклелеге
тәҡдим ителде.
Яңы идеялар булған
белемдәргә нигеҙләнеп
бирелде, тормош менән бәйләнеш күҙ
уңында тотолдо.
Уҡыусыларҙың
белемдәрен баһалау объектив булды, сөнки уҡыусылар,
үҙ эштәрен үҙҙәре
тикшермәне, ә иптәштәре тикшерҙе.
Алдан әйтеп ҡуйылған
критерияларға таянып, баһаларҙы
ҡуйҙылар.
Өй эше биреү алдынан әҙерлек
эше алып барылды, уҡыусыларға
был айырыуса оҡшаны тип уйлайым.
Дәрестә был тексты уҡып,
улар таҡтаға яҙылған
һорауҙарға яуап алдылар,
шуның өсөн уларға шул һорауҙарға
таянып ҡына һорауҙарҙы
яҙып киләһе ҡалды.
Дәрестең тәрбиәүи, белем
биреү һәм үҫешле уҡытыу
яғынан әһәмиәте ҙур
булды, тип уйлайым.
Иғтибарығыҙ
өсөн рәхмәт.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.