Инфоурок Родная литература КонспектыӘҙәби уҡыу. Айһылыу Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. 2 класс.

Әҙәби уҡыу. Айһылыу Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. 2 класс.

Скачать материал

Туған тел. 2класс

Тема: Айһылыу Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар .

Маҡсат: 1)баланың уҡыу оҫталығын шымартыу, ҡыҙығып уҡыу теләген уятыу,

әҙәби әҫәр буйынса һөйләшеү ҡороп, уй-фекерҙәрен тартынмайынса

әйтергә күнектереү;

                2) телмәрҙе һәм күҙәреүсәнлекте үҫтереү;

                3)дуҫтарыңа ярҙамсыл, иғтибарлы һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү.

    

1.Психологик инеш.

- Хәйерле көн!

Һаумы, алтын ҡояшым!

Һаумы, зәп-зәңгәр күгем!

Һаумы, минең елкәйем!

Бөтәгеҙҙе сәләмләйем!

       (1-се слайд)

- Кәйефтәрегеҙ нисек?

-Әйҙәгеҙ, дәрестә үҙебеҙгә уңыштар теләп бер-беребеҙгә ҡарап йылмайышайыҡ.

2. Артикуляцион эш.

-   Ә хәҙер дәрес башында телдәребеҙҙе көйләп күнегеүҙәр үткәреп алайыҡ.

1)   Да- да- да- ҡуян саба урманда,

      Ды- ды- ды- иңләп-буйлап урманды,

      Дә- дә- дә- терпе йөрөй үләндә,

      Ды- ды- ды- ҡуян күреп ҡыуанды.

                     (2-се слайд)

-Афарин! Беҙ тел шымартып алдыҡ. Ә кемдәр беҙгә ярҙам итте һуң? (терпе, ҡуян)

- Терпе менән ҡуян тураһында үткән дәрестә ниндәй әкиәт уҡыныҡ әле?

(Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар)       (3-се слайд)

Авторы- Айһылыу Йәғәфәрова

  - Ә һеҙ әкиәттең дауамын белгегеҙ киләме?

* Әкиәттең йөкмәткеһен күҙаллатыу.

- Әкиәт нисек тамамланыр?

3.  Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

 - Тимәк дәрестә беҙ дәрестә нимәләр эшләйәсәкбеҙ? (Әкиәт уҡыясаҡбыҙ, китап менән эшләйәсәкбеҙ,яҙабыҙ, һорауҙарға яуап бирәсәкбеҙ)

1.Һүҙлек эше. (Уҡыр алдынан текст менән эшләгәндә ошо һүҙҙәр осрар. Әйҙәгеҙ, тәүҙә хор менән уҡып сығайыҡ (4-се слайд)

Ысынға алған- ышанған

Минең өсөн үлергә лә ризаһың-  минең өсөн барыһына ла әҙер

Физминутка ( “Терпе сәпәкәй итә”) (5-се слайд)

Афарин, был яңы һүҙҙәр менән дә таныштыҡ, арып киткәнһегеҙҙер,  урындарҙан тороп баҫып  ял итеп алайыҡ   

Терпе сәпәкәй итә , (сәпәкәй итәләр)
Ҡуян иҙәнде тибә, (тыпырлайҙар)
Ә тайыш табан айыу,
Башын гына һелкетә.(башты уңға,һулға һелкеү)

- Ял итеп алдыҡ, ә хәҙер әкиәттең 3-сө өлөшө менән танышып китәйек, иғтибар менән тыңлап ултырайыҡ.

4.Уҡытыусы уҡый. ( 3 -сө бүлек)  18-19- сы бит

-Әкиәт оҡшанымы?

Ҡыҫҡағойороҡ дуҫын тағы ла нисек һынап ҡараған? (Төлкөнән ҡотҡар тигән, һыуға батам тигән)

-Ҡуян ниңә илап ебәргән? (Ташҡ һыҙырып аяғын аурттырған)

5 . Эҙләп уҡыу. (Динамик уҡыу)

-Мин һөйләмдең башын уҡыйым, ә һеҙ табып һөйләмде дауам итегеҙ.

(3 һөйләм)

-Афарин, был эште лә бик етеҙ башҡарҙығыҙ

8.Рефлексия. (5-се слайд)

-Ә хәҙер таҡтаға ҡарағыҙ әле, ошо мәҡәлдәрҙең ҡайһыныһы беҙ уҡыған әкиәткә тура килә?

Дуҫты мең тапҡыр һынамайҙар

Китап –белем шишмәһе.

-Афариндар. Әкиәткә тап килгән мәҡәлдәрҙе таптығыҙ. Арып киткәнһегеҙҙер ял итеп, күҙҙәргә гимнастика эшләп китәйек

Ҡояш уянды иртән,

Ул ҡоштарҙы һананы.

Башта ҡараны өҫкә,

Унан ҡараны аҫҡа.

Уңға, һулга ҡараны.

Һәм күҙҙәрен дә йомдо

9. “Һүҙҙәр тап» уйыны

-Күҙҙәрзе ял иттерҙек, әйтегеҙ але әкиәттә ҡуяндың исеме нисек? (Ҡыҫҡағойроҡ)

-Афарин, дөрөҫ, был һүҙ  таҡтала яҙылған.

Ҡыҫҡағойроҡ һүҙендәге хәрефтәрҙе ҡулланып һүҙҙәр төҙөгөҙ.(Ҡыҫҡа, ҡойроҡ, ҡар, ҡойо, ойоҡ, ҡыҫ, аҡ, ҡор, ойоҡ,ҡырҡ, ҡаҡ, ҡойҡа, ыҫ, аҫ, ҡыҫ, ҡоро, оро)

10.Төркөмдәрҙә эш. 

-Афариндар, ә хәҙер дәресте дауам итәйек. Төркөмдәргә бүленеп эшләп алайыҡ. Һәр төркөм бөгөнгө уҡыған өлөшөнә бәйле, бер- берегеҙгә һорауҙар төҙөгөҙ

1)Ҡыҫҡағойроҡ урманда ни эшләп йөрөгән?

2) Һыуға төшкәс ҡуян нимә тип ҡысҡырған?( Батам, Үләм)

3)Ни өсөн терпе ҡуян менән уйнамаған?( үпкәләгән)

11.  Парлы эш.

-Мин һәр партаға тест һалып сыҡтым. Был эште парың –парталағы күршең менән тиҙ генә яуаптарын билдәләп сығырға һәм ҡулдарҙы өҫкә күтәрергә

11. Тест

1. Әкиәттең авторы кем?

а) М. Кәрим

б) А. Йәғәфәрова

в) З. Биишева

2. Әкиәттең геройҙарын тап.

а) бүре, ҡуян

б) бесәй, терпе

в) ҡуян, терпе

3. Әкиәт нимә тураһында

а) ғаилә

б) дуҫлыҡ

в) мәктәп

4. Терпе ниндәй дуҫ?

а) ышаныслы, тоғро

б) алдаҡсы, ярҙамсыл

в) маҡтансыҡ, ҡыйыу

5. Ҡуян ниндәй дуҫ?

а) тоғро, ҡыйыу

б) шаян, матур

в) ышанысһыҙ

12.Кластерҙар төҙөү.

-Тағы бер уйын уйнап алайыҡ әле

Дуҫтың яҡшы сифаттарын һанап сығайыҡ һәм  итеп теҙәйек:

 

Һаҡлаусы                                 яҡлаусы

тоғро                   Дуҫ             ярҙамсыл

кәңәшсе                                       көслө

Афариндар, дүҫлыҡтың яҡшы сифаттарын белдек. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй.

-Автор был әкиәт менән ни әйтергә теләгән? Дуҫты бер тапҡыр ҙа һынарға ярамай икән)

-Тормошта ла ошо әкиәттәге кеүек кешеләр осрап ҡуя икән. Терпе менән ҡуян булған тағы ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ?

Уҡыусылар, минең һеҙгә шундай теләктәрем бар. Дуҫтарығыҙҙы һәр ваҡыт ихтирам итеп, уға ярҙам итеп, ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ.

13.Рефлексия.

-Дәрестә нимәгә ойрәндек. Нимә белдек?

-Афарин балалар, яҡшы эшләнегеҙ, класта һеҙҙең дә үҙ-ара  дуҫлығығызҙы күрзем эштәр барышында. Артабан да шулай гел бергә, татыу булығыҙ!

14.Баһалау.    “4”  “5”

15.Өйгә эш.

1.Дуҫлыҡ тураһында 3 мәҡәл  яҙып килергә

2.Әкиәттең аҙағын ижад ит.

 

Әкиәт уҡыясаҡбыҙ,    китап менән эшләйәсәкбеҙ,   яҙабыҙ,   һорауҙарға яуап бирәсәкбеҙ)

 

(Терпе дуҫ ҡотҡар, төлкө баҫтыра – тигән,  Ҡыҫҡағойроҡ - Батам, - Үләм – тип ҡысҡырған)

( Ташҡа һыҙырып аяғын ауырттырған аяғын ауырттырған)

 

1)Ҡыҫҡағойроҡ урманда ни эшләп йөрөгән?

 

2) Һыуға төшкәс ҡуян нимә тип ҡысҡырған?( Батам, Үләм)

 

3)Ни өсөн терпе ҡуян менән уйнамаған?( Ул ҡуянға үпкәләгән)

 

1)Ҡыҫҡағойроҡ урманда ни эшләп йөрөгән?  (Урманда бәшмәк йыйып йөрөгән)

 

2) Һыуға төшкәс ҡуян нимә тип ҡысҡырған?(Ҡыҫҡағойроҡ - Батам, - Үләм – тип ҡысҡырған)

 

3)Ни өсөн терпе ҡуян менән уйнамаған?( Ҡуянға үпкәләгән)

 

 

Ҡыҫҡа, ҡойроҡ, ҡар, ҡойо, ойоҡ, ҡыҫ, аҡ, ҡор, ойоҡ,ҡырҡ, ҡаҡ, ҡойҡа, ыҫ, аҫ, ҡыҫ, ҡоро, оро

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

1.Психологик инеш.

 

2. Артикуляцион эш.

* Әкиәттең йөкмәткеһен күҙаллатыу.

- Әкиәт нисек тамамланыр?

3.  Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

 1.Һүҙлек эше. (Уҡыр алдынан текст менән эшләгәндә ошо һүҙҙәр осрар.

Физминутка ( “Тейен сәпәкәй итә”) (5-се слайд)

4.Уҡытыусы уҡый. ( 3 -сө бүлек)  18-19- сы бит

-Әкиәт оҡшанымы?

Ҡыҫҡағойороҡ дуҫын тағы ла нисек һынап ҡараған? (Төлкөнән ҡотҡар тигән, һыуға батам тигән)

-Ҡуян ниңә илап ебәргән? (аяғын аурттырған)

5. Сылбыр уҡыу. ( 3-сө бүлек)

-Хәҙер әкиәтте уҡып алайыҡ. (Наҙгөл, Азамат, Вилдан, Әсмә)

6. Эҙләп уҡыу. (Динамик уҡыу)

-Мин һөйләмдең башын уҡыйым, ә һеҙ табып һөйләмде дауам итегеҙ.

(3 һөйләм)

7.Тәрбиәүи эш

-Балалар, әйтегеҙ әле, бәшмәктең бөтә төрөн дә ашарға яраймы?( Ағыулы  ғәм таныш булмаған бәшмәктәрҙе тейергә ярамай.

-Афарин, был эште лә бик етеҙ башҡарҙығыҙ

8.Рефлексия. (5-се слайд)

-Ә хәҙер таҡтаға ҡарағыҙ әле, ошо мәҡәлдәрҙең ҡайһыныһы беҙ уҡыған әкиәткә тура килә?

9.Төркөмдәрҙә эш. 

ни эшләп йөрөгән?

2) Һыуға төшкәс ҡуян нимә тип ҡысҡырған?( Батам, Үләм)

3)Ни өсөн терпе ҡуян менән уйнамаған?( үпкәләгән)

10.Кластерҙар төҙөү.

-Тағы бер уйын уйнап алайыҡ әле

Дуҫтың яҡшы сифаттарын һанап сығайыҡ һәм сәскә итеп теҙәйек:

Афариндар, дүҫлыҡтың яҡшы сифаттарын белдек. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Уҡыусылар, минең һеҙгә шундай теләктәрем бар. Дуҫтарығыҙҙы һәр ваҡыт ихтирам итеп, уға ярҙам итеп, ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ.

11.Рефлексия.

-Һиңә дәрестә нимә оҡшаны?

13.Баһалау.    “4”  “5”

14.Өйгә эш.

1.Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр.

2.Әкиәттең аҙағын ижад ит.

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Әҙәби уҡыу. Айһылыу Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. 2 класс."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Маркетолог

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 654 995 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 23.01.2021 647
    • DOCX 36 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Загитова Гульназ Сабировна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Загитова Гульназ Сабировна
    Загитова Гульназ Сабировна
    • На сайте: 6 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 12969
    • Всего материалов: 27

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 20 человек из 14 регионов

Курс повышения квалификации

Изучение русской литературы второй половины XIX века (1840-е - 60-е годы) на уроках литературы в свете ФГОС ООО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 357 человек

Курс повышения квалификации

Методические аспекты при изучении русской литературы последней трети XIX века в современной школе

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 374 человека

Курс повышения квалификации

Изучение классической русской литературы в современном контексте на уроках с учетом реализации ФГОС СОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 38 человек из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 225 человек

Мини-курс

Музыка в мире: народные и культурные аспекты

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Тревожные расстройства: диагностика и причины

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 14 человек

Мини-курс

Особенности патриотического воспитания

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 15 регионов
  • Этот курс уже прошли 49 человек