Дата:
Предмет:
әлифба.
Класс:
1.
Дәрес
һаны:
Тема:
[Ф] өнө һәм Ф, ф хәрефе.
Маҡсат:-
парлы һаңғырау тартынҡы[ф] өнө һәм Ф, ф хәрефе менән
таныштырыу;
- дөрөҫ әйтергә,
тамғаларға ,аңлы һәм тасуири укырға ,дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға өйрәтеү,
- йәнлектәргә
ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһаҙландырыу:
магнитлы хәрефтәр, киҫмә хәрефтәр, әлифба,
фил, жираф, фламинго, дельфин һүрәттәре, карточкалар.
Дәрес барышы.
I. Психологик комфорт булдырыу.
-
Хәйерле иртә, балалар!
Кәйефтәрегеҙ
нисек?
-Улайһа, дәресебеҙҙе башлайыҡ. Бөгөн беҙгә
ҡунаҡтар килгән. Ҡунаҡтар алдында үҙебеҙҙе тәртипле тотабыҙ, белемдәребеҙҙе күрһәтәбеҙ.
Килештекме?
Артикуляцион күнегеү: Телдәрҙе
йоҡонан уятып алайыҡ.(Йылан, ат, шар, бал ҡорттары).
Уңыш ситуацияһын ойоштороу. Телдәрҙе
йоҡонан уяттыҡ, инде хәтерҙе нығытып алайыҡ.
-“Берҙәм пар” уйыны:
парҙар шиғыр һөйләй.
- Балалар, бөгөн дәрестә (хыялдарҙа) сәйәхәт
итербеҙ. Ҡайҙа сәйәхәткә барырға мөмкин?
-Паравоз менән юлға сығырбыҙ. Шиғырҙы
иғтибар менән тыңлағыҙ, ниндәй өн күберәк әйтелер икән?
Ҙур паровоз уфылдай Пуф-пуф-пуф!
Оҙон юлға сығам, ти, пуф-пуф-пуф!
-Ниндәй өн күберәк ҡабатланды? Тимәк,
бөгөн дәрестә ниндәй хәреф менән танышырбыҙ? ФЫ –хәрефе, ф-ф-ф -өнө.
Хәрефтәр теҙмәһенән кем тиҙерәк табып
күрһәтер? Ниндәй өн? Тикшереп үтәйек әле.
В өнө менән сағыштырайыҡ әле Тимәк, ф өнө-
парлы.
III. Укыу мәсьәләһен ҡуйыу.
-Түбәндәге эште үтәһәгеҙ, беҙ ҡайҙа
сәйәхәткә барасағыбыҙҙы белерһегеҙ.
|
1
|
4
|
6
|
3
|
|
|
2
|
5
|
|
ө
|
А
|
и
|
а
|
р
|
ы
|
ғ
|
ф
|
к
|
ә
|
-Африка һүҙенең яҙылышына иғтибар
итеү.
-Африка нимә ул? Ҡайҙа ул? Бәлки,
берәйһегеҙ беләлер. Бына Африканың картаһы.
-Африка һүҙендә нисә ижек, ф
хәрефе ҡайһы урында яҙылыр?
- Балалар, беҙгә табан ниндәйҙер йәнлек
килә. Нимә икәнен белер өсөн йомаҡты сисәйек әле.
Ҡолаҡтары ҙур,
күҙҙәре кескәй генә
Уны атар өсөн, өс
кенә хәреф кәрәк.
- Дөрөҫ, балалар, фил. Хор менән был
һүҙҙе әйтәйек әле. Нисә ижек ? Фил һүҙен әйткәндә беренсе ниндәй өн ишетелә?
-Ә һеҙ филде күргәнегеҙ бармы? (Таҡтаға
һүрәт эленә )
- Фил
тураһында нимә беләһегеҙ? -Ул йылы яҡта йәшәй. Ул кешеләрҙең дуҫы, ярҙамсыһы.
Кешеләр уңа ултырып йөрөй, йөк ташыу өсөн файҙалана. Циркта уйнай.
- Фил һеҙгә эш килтергән. Ф хәрефе нимәгә
оҡшаған , тип һорай?
«Фы» хәрәфе баҫып
тора
Таянған ул
бөйөргә
Әйтерһең ҙә
әҙерләнгән
Матур көйгә
бейергә.
-Бирелгән ижектәрҙе сынйыр буйынса ҡысҡырып
уҡып ишеттерәйек әле.
Фа, фо, фу, фы, фә, фи, фө, фү.
Аф, оф, уф, ыф, иф,әф, өф, үф
-Афариндар,
филдең эштәрен үтәнек. Артабан юлыбыҙҙы дауам итәйек.
-Тағы
ла бер йәнлек күренде. Ул йәнлек иң оҙон муйынлы тип һанала. Нимә һуң
ул? Жираф тураһында нимә беләһегеҙ?
-Жираф һүҙен әйтәйек әле.Нисә ижек? Ф
хәрефе был һүҙҙен ҡайһы ерендә?
-Жирафтың да эшен үтәйекме? Һәр берегеҙ
карточкалағы һүҙҙәрҙе уҡырға әҙерләнә.
файҙа
сәфәр
|
фото
фатир
|
Фәниә
Гөлфиә
|
Фәүзиә
Зифа
|
Фәрит
Фәнис
|
Сафа
жираф
|
Фатима
Нәфисә
|
фил
шифа
|
-Ни өсөн ҡайһы бер һүҙҙәр ҙур хәрефтән
яҙылған?
-Жирафтың да эшен үтәнек, һүҙҙәрҙе дөрөҫ
уҡып күрһәттек. Артабан атлайыҡ.
-Африканы диңгеҙҙәр, океандар уратып
алған. Ошо һүрәттә Урта диңгеҙҙә йәшәгән хайуан күрһәтелгән. Нимә ул?
(дельфин). Һүҙҙе хор менән әйтәйек. Нисә ижек? Ф хәрефе ҡайҙа тора?
Дельфин һеҙгә ял итеп алырға (Физминутка)
тәҡдим итә .“Кем иғтибарлыраҡ?” уйыны.
- Мин
һеҙгә һүҙҙәр әйтәм. Әгәр ҙә уларҙа ф өнө ишетелһә, һеҙ
сәпәкәйләйһегеҙ, әгәр ҙә юҡ икән
сүкәйәһегеҙ. Баҫтыҡ (шарф,балыҡ, фара, йылан, фамилия, фуражка, парта, футбол, пенал,
дәфтәр).
-Дельфин
менән хушлаып, Африканың Нил исемле йылғаһы буйына киләйек.
-Балалар,
ҡарағыҙ әле, ниндәй матур ҡош йөрөй. Кем белә, нисек атала был ҡош?
Фламинго. Һүҙҙе ижеккә бүлеү, ф өнөнөң урынын билдәләү.
Фламинго ла эш килтергән. Ул һеҙҙең был
хәрефте матур яҙа беләһегеҙме икән, шуны тикшергеһе килә. Әлифба дәфтәрендә
эш.
-Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, ручканы әҙерләнек.Бармаҡтарҙы
ла матур яҙыуға әҙерләйек. Бармаҡ уйыны.
Нисә элементтан тора? ( Ҙур һәм бәләкәй ф
хәрефтәрен яҙҙырыу).
-
Балалар, ә һеҙ беләһегеҙме , был йәнлектәр
бик әҙ ҡалған. Ни өсөн икән? Шулай булғас, уларҙы һаҡлар кәрәк.
-
Фламингоның да эштәрен үтәнегеҙ.
Афариндар. Сәйәхәтебеҙ шуның менән бөгөнгә тамам. Ҡайтырға сығайыҡ. Паровозға
ултырҙыҡ.
-
Сит ерҙәрҙә ҡыҙыҡ, һәйбәт булһа ла,
үҙебеҙҙең яҡтарҙа тағы ла яҡшыраҡ. Африкалағы крокодилдар, ҙур-ҙур йыландар,
арыҫландар юҡ. Беҙ тыныс Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Беҙҙең республикала иң ҙур
ҡала ниндәй?
-Өфө тураһында мәғлүмәт биреү.
Рефлексив анализ. Дәресте тамамлау.
- Шулай итеп, бөгөн нисек эшләнегеҙ?
- Ниндәй яңылыҡ белдегеҙ?
- Дәрес оҡшанымы ?
ваҡыт
файҙа
Сәфәр
|
Вәсим
фото
фатир
|
Вәсилә
Фәниә
Гөлфиә
|
Вәкил
Фәүзиә
Зифа
|
Ватан
Фәрит
Фәнис
|
ваза
Ферма
жираф
|
виноград
Фатима
Нәфисә
|
Валсыҡ
фил
шифа
|
фә
|
фа
|
фи
|
фо
|
фө
|
фу
|
фү
|
фы
|
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.