Инфоурок Родная литература Научные работы112-cе Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән яугир- ейәнсуралар

112-cе Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән яугир- ейәнсуралар

Скачать материал



 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

112-cе  Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән яугир- ейәнсуралар

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Эште әҙерләне: Ҡадырбаков Даян Марат улы,

Ейәнсура районы Иҫәнғол 2-се һанлы

урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы.

 

Ғилми етәксеһе:

 Ейәнсура районы Иҫәнғол 2-се һанлы

урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы

 Яҡшыбаева Фәрзәнә Кашаф ҡыҙы

 

Йөкмәтке:

1. Инеш өлөш.

Тикшеренеү эшенең маҡсаттары һәм бурыстары.

2. Төп өлөш.

1)112-се Башҡорт атлы дивияһының данлы юлы .

2)112-се Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иткән яугир- ейәнсуралар.

3)Байгилдин Ғимаҙислам Мәһәҙи улы

3. Йомғаҡлау.

4. Һығымта.

5. Ҡулланылған әҙәбиәт.


     Был проект эше Бөйөк Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән,илебеҙгә 78 Советтар Союзы Геройы биргән легендар Башҡорт атлы дивизияһына арнала. 2021 йылда Тыуған илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын билдәләне.Ошо тантана айҡанлы бөтә ил буйынса ҙур-ҙур саралар, парадтар, митингылар, концерттар,"Хәтер" акциялары үтте. Беҙ, мәктәп уҡыусылары, атай- олатайҙар үткән данлы юлды ныҡлап өйрәнергә,тарихыбыҙҙға яҡты йондоҙ булып ингән шәхестәребеҙҙең тормошон,яуҙағы батырлығын өйрәнеп,киләһе быуындарға еткерергә бурыслыбыҙ.

112- се Башҡорт атлы дивизияһы тураһында тағы ла күберәк белгем,  дивизияның ниндәй фронттарҙа һуғышыуын, ниндәй ҡалаларҙы азат итеүен белгем килде.

Был теманың актуаллеге шунда:

Дивизияның Дондан алып Эльбаға тиклемге үткән яу юлында ла, күп яугирҙар тураһында ла документтары ныҡлап өйрәнеүҙе талап иткән урындар бар.

Эшемдең маҡсаты:

112- се Башҡорт атлы дивизияһында һуғышҡан Ейәнсура яугирҙарының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн өйрәнеү , баһалау һәм иҫбатлау.

Эшемдең бурыстары:

112-се Башҡорт атлы дивизияһы тураһында китап, гәзит- журналдар, интернет аша уҡып белеү, материал туплау, системалаштырыу.

Эштең структураһы: Тикшеренеү эше инеш өлөштән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәттән тора.


112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән яугир - ейәнсуралар

112-се Башҡорт атлы дивизияһы 1941 йылдың декабрендә Өфөлә төҙөлә.

Республика хужалыҡтарынан 13,3 мең ат, йүгән, обмундирование, фураж һәм башҡалар дивизияға тапшырыла. Ә дивизияның личный составы Башҡорт АССР-ының ауыл райондарында йәшәүселәр иҫәбенән төҙөлә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыуыраҡ ер үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин ордены менән бүләкләнә.Дивизияның 3860 яугиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 78 кеше – Советтар Союзы Геройы исеменә һәм биш кеше Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була.

 

      Һуғыш сыҡҡан көндән башлап, Ейәнсура районынан бөтәһе 6722 кеше фронтҡа китә. Бынан тыш 1170 кеше хеҙмәт армияһына алына.150- нән күберәк кеше фронтҡа үҙ аты менән китә.Улар башҡорт атлы дивизияһында һуғыша. Улар араһында Муйнаҡтан Зәбихулла Ғәйнизаров,Байдәүләттән Хәйрулла Бикбаев,Элмәленән Ғәләүетдин Юлдыбаев,Үргендән Зианбирҙин Зәйнетдин һ.б. батырҙарса һуғыштылар.

Мин Байгилдин Ғимаҙислам Мәһәҙи улы тураһында һөйләмәксемен.Ул 1901 йылда Әлебай ауылында тыуған. Бронь буйынса ҡалып,һуғышҡа 1942 йылда алына һәм 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. Уның хәтирәләренән өҙөк: «…Сталиндың ҡушыуы буйынса  беҙҙең дивизия дошман тылына тәрән рейдҡа инде.дошман ҡулына эләкмәҫ өсөн бөтә булған документтарыбыҙҙы, наградаларыбыҙҙы  йыйып алдылар. Ҡорал етешмәне. Ике кешегә бер винтовка, 5 патрон бирелде. Немецтар белмәһен өсөн гел төндә хәрәкәт иттек, ә көндөҙ ҡарағайлыҡ араһында йәшенеп торҙоҡ. Күперҙәрҙе шартлаттыҡ,немецтар баҫып алған ауылдарға  төндә һөжүм яһай торғайныҡ. Ләкин, 1943 йылдың 23 февралендә дошман беҙҙе һиҙеп ҡалды һәм ҡамауға алды. Ошо йылдың 1 мартына беҙҙең частар ҡыйралып бөттө. Командирҙар беҙгә ҡамауҙан һәр кем үҙ көсө менән сығырға тырышһын, тип бойороҡ бирҙе. Ләкин һуң ине инде, дошман ҡулсаһынан сығырлыҡ әмәл булманы. Беҙгә ҡаршы улар самолеттарын. Танкыларын, СС частарын ташланы. Патрондары бөткән кавалеристар дошман танкыларына ҡаршы ҡылыстарын болғап барҙылар һәм дошман пуляһынан бер- бер артлы һәләк булдылар. Эргәлә шартлаған снаряд тауышынан мин контузия алғанмын. Иҫемә килгәндә немецтар әсирлегендә икәнлегемде аңланым. Тере ҡалған ҡыҙылармеецтарҙы Польша, Венгрия ерҙәре аша Италиялағы концлагерға бикләнеләр.Ошонда беҙҙе 1945 йылдың майында Америка ғәскәрҙәре азат итте.»

Һуғыштан 1946 йылда ҡайта. 1953 йылға тиклем репрессия елендә була. Сталин вафатынан һуң ғына  аҡлана һәм тыныс тормошта йәшәй башлай. Ғүмеренең 18 йылын комбайнда эшләй. Бер ҡыҙ, өс ул тәрбиәләйҙәр. Улдары Динислам, Рафиҡ һәм Хәсән – бөтәһе лә юғары белемле кешеләр.

Байгилдин Динислам Мораҡ педагогия училищеһын тамамлағас, 1958 йылдың көҙө армияға китә.Унда ул кесе командирҙар әҙерләү курсын үтә.уның хеҙмәте ракета ғәскәрҙәрендә кесе лейтенант званиеһында Украина һәм Белоруссия ерҙәрендә үтә. Ситтән тороп БДПИ-ның география факультетын тамамлай. 40 йылдан ашыу Яңыбай урта мәктәбендә уҡыта. Рафиҡ Ғимаҙилам улы- 1962-1965 йылдарҙа Ырымбурҙың ракета- артеллерия Юғары  хәрби училищеһында хәрби һөнәр үҙләштерә.Уның бөтә хәрби стажы Ленинград хәрби округының диңгеҙ пехотаһы полкында үтә. 1978-1981 йылдарҙа радиотехника ҡоралдары буйынса начальник урынбаҫары. III ранга капитаны. Хәсән Ғимаҙислам улы- Ҡаҙаҡстандың Караганда ҡалаһында йәшәгән, милиция майоры дәрәжәһендә отставкаға сыҡҡан. Ейәндәре лә юғары белемлеләр. Төрлө өлкәлә эшләп йөрөйҙәр.

Ейәне Аҫылбаев Миҙхәт Хаммат улы- журналист, Ейәнсура район тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры. Олатаһы тураһындағы бөтә мәғлүмәттәр менән ул ихлас уртаҡлашты.

 

 



 

Йомғаҡлау.

Мин үҙемдең проект эшендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы, Бөйөк Еңеүгә бик ҙур өлөш индергән олатайҙарыбыҙҙың данлы яу юлдары менән таныштым, уларҙың батырлығына һоҡландым.Тарих китаптарына инмәгән һуғыш йылдарының әсе дөрөҫлөгөн уҡып,тетрәндем. Был тема өҫтөндә тағы ла ентеклерәк эшләү теләге тыуҙы. Артабанғы эшемдә мин батыр яугирҙарыбыҙ ғаиләһе,шәжәрәһе тураһында мәғлүмәттәр йыясаҡмын.112-се Башҡорт атлы дивизияһының музейына барып, үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар эҙләйәсәкмен. Ошо данлы дивизияла һуғышып йөрөгән яҡташтарым тураһында ла мәғлүмәт йыясаҡмын. Ейәнсуранан  был дивизияла нисә кеше булған, нисәһе иҫән - һау ҡайтҡан? Мәскәүҙә, Еңеү парадында, ҡатнашыусылар юҡмы?

Проект эшенә ҡуйылған маҡсаттарыма ирештем,тип уйлайым. Беҙ бер ҡасан да Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған батырҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ, сөнки улар бөгөнгө тыныс, матур тормош өсөн ҡорбан булғандар. Батыр олатайҙарыбыҙ һымаҡ, беҙ ҙә илебеҙҙе яратырға, уның ҡыйыу һаҡсылары булырға тейешбеҙ.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Я.Хамматов."Башҡорттар китте һуғышҡа", Өфө,Башҡортостан китап нәшриәте,1990.

2.Марат Түләбаев.Үҫәргәндәр ере- Ейәнсура. Өфө, 2000 йыл

3.Миҙхәт Аҙылбаев.Табип,эҙәрмән, тарихсы.Иҫәнғол,2012  йыл

4.Интернет ресурстары.





 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "112-cе Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән яугир- ейәнсуралар"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист по учету энергопотребления

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

112-cе Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән яугир- ейәнсуралар

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 656 258 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 15.05.2022 414
    • DOCX 22.8 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Якшибаева Фарзана Кашафовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Якшибаева Фарзана Кашафовна
    Якшибаева Фарзана Кашафовна
    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6554
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Формирование писательского навыка у школьников на уроках литературы в условиях реализации обновленного ФГОС ООО

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 48 человек из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 189 человек

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык и литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель русского языка и литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 1529 человек из 84 регионов
  • Этот курс уже прошли 4 886 человек

Курс повышения квалификации

Изучение современной зарубежной литературы в рамках школьного элективного курса с учётом реализации ФГОС основного и среднего общего образования

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 14 человек

Мини-курс

Психологические концепции и практики

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 23 человека из 16 регионов

Мини-курс

Раннее развитие: комплексный подход к развитию и воспитанию детей от 0 до 7 лет.

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 50 человек из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 21 человек

Мини-курс

Возрастные кризисы

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 29 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 17 человек