Инфоурок Другое Рабочие программыАдаптированная программа по башкирскому языку 8 класс

Адаптированная программа по башкирскому языку 8 класс

Скачать материал

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

 муниципаль автономиялы

 төп  дөйөм белем биреү учреждениеһы

«58-се Лицей»

 

 

 

 

 

2016-2017 уҡыу йылына

“Башҡорт теле” предметынан

мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларға

 адаптивлаштырылған

 эш программаһы

8б класы уҡыусыһы Горбик Владислав өсөн

 

 

 

 

 

 

 

 

                             Төҙөнө:

                                                                               башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                     Исхакова Лилиә Әғләм ҡыҙы

 

 

 

2016 й.

Өфө

АҢЛАТМА ЯҘЫУ.

8 класс өсөн башҡорт теленән адаптив эш программаһы түбәндәге документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө:

·        Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы

·        Рәсәй Федерацияһы мәғариф  һәм Фән  Министрлығының “Белем биреү процесында тәҡдим ителгән федераль дәреслектә исемлеге” 2885-се һанлы приказы 27.12.2011

·        Рәсәй Федерацияһының  «Мәғариф тураһында» Законына- 29 декабрь 2012  № 273-ФЗ һәм “58-се Лицей ” Муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждение урта дөйөм белем биреү мәктәбендә мөмкинлектәре сикләнгән һәм уларға белем биреү шарттары тыуҙырылған

·        Федераль дөйөм белем стандарттары

·         Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығының бойроғо менән раҫланған”региональ базис белем биреү планына;

·        Башҡорт теленән программа.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәптәрҙең I-XI кластары өсөн.Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.БР Мәғариф министрлығы ,2008 “

·        «58-се Лицей» муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең дөйөм белем биреү программаһына;

·        Башҡорт теле.8 класс.Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ,Абдулхаева,.Өфө,Китап,2008.

·        2016/2017 уҡыу йылы өсөн «58-се Лицей»  муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планына ярашлы

 

 

 

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

-       «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-       «Башҡортостан Республикаһы  халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-       Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

-       “Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы.”

 

 

 

 

 

 

 

       Башҡорт теле-башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусылырҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Әммә  мөмкинлектәре сикләнгән балаларға башҡорт теле программаһын тулы килеш үҙләштереүе ауыр. Шуға күрә был балаларға башҡорт теле буйынса белем биреүҙә бөтөнләй икенсе маҡсат һәм бурыстар ҡуйыла.Мәктәптә урта кластарҙа  (5-9) аҡыл  үҫеше йәһәтенән артта ҡалған балалар өсөн башланғыс кластар алдына  ҡуйылған бурыстар тормошҡа ашырыла,тик улар бер аҙ юғарыраҡ кимәлгә ҡуйыла.Тик бында уҡыусыларҙың курс йөкмәткеһен ниндәй кимәлдә үҙләштереүенән сығып,өҫтәлмә бурыстар алырға ла мөмкин.

Уҡыусылар :

-башҡортса текстарҙы етеҙ,аңлы,тасуири уҡыу күнекмәләренә эйә булырға;

-грамоталы яҙыу күнекмәләре алырға;

-.телдән һәм яҙма формаларҙа фекерҙәрен элементар кимәлдә еткерергә;

-үҫеше һәм формалаштырылған әхлаҡи сифаттары менән тормошҡа яраҡлаша белергә тейеш.

Бындай уҡыусыларҙың телмәрҙәрен һәм фекерләү ҡеүәһен коррекциялау уҡыу процесының төп өлөшөн тәшкил итә һәм белем,күнекмәләр биреү,шәхесте тәрбиәләү менән бергә хәл ителә.

Уҡыу.

8 класта уҡыу дәрестә уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын үҫтереү өҫтөндә эш дауам ителә:уҡыған материалдың йөкмәткеһен аңлау менән бергә дөрөҫ,етеҙ,тасуири уҡырға өйрәнеү ҙә ҡарала , текстағы һүҙҙәрҙе,һүҙбәйләнештәрҙе аңламайҙар .

Уҡыусылар ҡуйылған һорауҙарға яуап бирә ,текстан таба белергә тейештәр;төп һәм икенсел  геройҙарын күрһәтә, әҫәр буйынса һығымта яһай белеү күнекмәләренә эйә булырға тейеш.Был уҡытыусынан етди методик әҙерлек талап итә.

Грамматика һәм орфография.

Билдәле бер кимәлдә грамматиканы һәм дөрөҫ яҙылышты өйрәнеү барышында уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре үҫешә,орфографик һәм пунктуацион күнекмәләре үҫешә.Грамматиканың элементар курсы уҡыусыларҙың юғары психик функцияларын коррекциялауға йүнәлтелә.Был иһә аҡыл һәм телмәр үҫешен уңышлыраҡ тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.

Хәрефтәр һәм өндәр.

Өн һәм хәреф айырмаһын ,дөрөҫ һүрәтләнешен,өндәрҙең тартынҡы һәм һуҙынҡыларға бүленешен белергә  тейеш.

Һүҙ.Һүҙ төҙөлөшө,мәғәнәһе,яҙылышы,төркөмдәре уҡыусының һүҙлек байлығын үҫтереүгә йүнәлтелә.

Һүҙҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарағанын айыра белергә,өлгөләргә ҡарап билдәле кимәлдә анализ яһарға өйрәтеү ҡарала.

Һөйләмдәр.Һөйләмдәрҙе өйрәнеүгә етди  иғтибар бирергә кәрәк.Был бөтә курс барышында ла өйрәнелеүсе бүлек.Сөнки көндәлек тормошта был бик мөһим сара.Шуға ябай һөйләмдәрҙең төрлө төрҙәренән алып ҡушма һөйләм төрҙәренә тиклем төҙөргә,ҡулланырға өйрәтергә кәрәк.
Бәйләнешле телмәр.
Бәйләнешле телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар биреү мотлаҡ,сөнки психик яҡтан үҫеше артта ҡалған уҡыусыға үҙенең фекерен яҙма рәүештә еткереү бик ауыр бирелә.Шуға күрә фонематик ишетеү һәләтен,дөрөҫ әйтелеш күнекмәләрен,һүҙлек байлығын үҫтереү,һөйләмдәр төҙөү,уй-фекерҙәрен әйттереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эш алып барырға кәрәк.Текстарҙағы һөйләмдәрҙе  тәртипкә килтереү, корректорлау, һорауҙарға яуап биреү.

Яҙыу. Текстарҙы дөрөҫ күсереп яҙыу,кәрәкле хәрефтәр,тыныш билдәләре,төшөп ҡалған һүҙәрҙе өҫтәп ҡуйыу кеүек эштәр иғтибарҙы ғына үҫтермәй,матур,бөхтә,еренә еткереп эшләүгә ынтылыш ла тәрбиәләй.

    Башҡорт телен өйрәнеү өсөн VIIтөрҙәге махсус (коррекцион) программалар,дәреслектәр  булмау сәбәпле был эш программаһы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан сығарылған “VIIтөрҙәге махсус (коррекцион)дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн программаға “нигеҙләнеп төҙөлдө. Бурыстар һәм талаптар яҡынса рус телдәренә тап килтереп ҡуйылды.Шулай уҡ башҡорт телен өйрәтеү үҙенсәлектәренән сығып эш планлаштырылды.Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү был категория уҡыусылары өсөн  еңелерәк бирелеүен иҫәпкә алып, тематик план һәм уҡыу курсының йөкмәткеһе “Башҡорт теленән программа.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәптәрҙең I-XI кластары өсөн.Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.БР Мәғариф министрлығы ,2008 “нигеҙендә еңелләштереп төҙөлдө.

 

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүҙе баһалау формалары.

Уҡыу һәләтлектәрен баһалау:

40-50  һүҙ         120-150  билдә      50-65 һүҙ-эстән уҡыу.

Яҙма эштәр: бирелгән текстарҙы күсереп яҙыу-40-50 һүҙ.

һүҙлек диктанты:15-20  һүҙ,

 

Күсереп яҙыу бер генә билдә менән баһалана.

«5»-хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1орфографик, 2пунктуацион хата булған эшкә: 1/0,1/2,0/2.

«4»-2 орфографик, 2 пунктуацион , 1орфографик, 3 пунктуацион:  2/2,1/3,2/3

«3»- 4 орфографик, 4пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4,3/5,3/6,

          өс бер типтағы хата ебәрелһә,6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.

«2»- 9 орфографик, 9 пунктуацион:8/10,9/9

«1»- уҡытыусы ҡарамағында.

Телдән яуаптарҙы баһалау:

“5” билдәһе ҡуйыла:

-әгәр материалды  аңлап, тулы яуап ҡайтарһа;

- белемен практик ҡуллана алһа ,аңлата белһә;

 “4” билдәһе ҡуйыла: яуабында 1-2 хата яһап,үҙе төҙәтһә;

“3” билдәһе ҡуйыла: материалды аңлауын күрһәтһә, әммә

-         тулы асып бирә алмаһа, төшөнсәләрҙә хаталар ебәрһә;

-         үҙ фекерен миҫалдар менән нигеҙләй алмаһа;

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                                                         

 

             Кушымта

Күсереп яҙыу өсөн текстар

АҒИҘЕЛ.

Ағиҙел – республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы. Урал тауы итәгенән башланып, ул Башҡортостан аша 1400 километр самаһы ер үтә һәм бик күп ваҡ йылғаларҙың һыуын үҙенә йыя. Ағиҙел буйында Белорет, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө ҡалалары теҙелгән.

Ағиҙелдә иген, ағас, нефть һәм пассажирҙар тейәгән ҙур параходтар, теплоходтар, баржалар, катерҙар йөрөй. Йылғаның аҡ тулҡындарына, бейек ҡаяларына, унда үҫкән ҡалын урмандарына, йәшел туғайҙарына һоҡланмаған кеше юҡ. Бына ниндәй ул йылғалар әсәһе Ағиҙел! (71 һүҙ.) ( Башҡортостан календарынан.)

БАШҠОРТОСТАН – ЙЫРҘАР ИЛЕ.

   Башҡортостан – йырҙар иле. Уға бары шундай ғына исем биррегә мөмкин. Башҡорт ерҙәренең шиғри исемдәре ниндәй генә йырға кермәгән дә, ҡайһы ғына яҡҡа барып етмәгән! Күкһелләнеп ятҡан Урал тауҙары, Ағиҙел, Ашҡаҙар, Дим, Һаҡмар, Танып, Ыҡ йылғалары йөҙҙәрсә башҡорт йырҙарында йырланалар. Хатта ғүмерендә Өфөнө, Ағиҙелде, Димде, Һаҡмарҙы,Уралды күрмәгән татар кешеһе лә шул исемдәр менән йырҙар ижад итә.

   Башҡортостан – ул ысын мәғәнәһендә йырҙар бишеге, көйҙәр ватаны, музыка шишмәһе, шиғыр баҡсаһы!

(Ш.Мөдәррис, Л.Ихсанова.)

 

 

ҠЫШҠЫ СӘСКӘЛӘР.

Беҙ урманға килеп индек. Ҡалай күркәм! Йәйен япраҡтарын леперләткән, ботаҡтарында аҫыл ҡоштар һайратҡан мәғрур имәндәр тынып ҡалғандар. Бөтә ерҙә йондоҙҙай аҡ ҡар бөртөктәре емелдәй.

Аҡ йәймәләй ҙур аҡланға килеп сыҡтыҡ. Бында беҙ мышы эҙҙәрен күрҙек. Оҙаҡламай үҙҙәре лә килеп сыҡтылар. Уларға һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Ҡапыл минең өҫтөмә ынйы туҙанындай ҡар бөртөктәре ҡойола. Ҡояшлы көндә минең кейемем меүләгән йондоҙ булып ялтырай.

(“Башҡортостан”)

 

 

МӘҠӘЛДӘР.

Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй. Аҙ һөйлә, күп эшлә. Ашағанда ҡолағың һелкеһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен. Башланған эшьең бөткәне яҡшы. Бер эшен башлаған, икенсеһен ташлаған – береһен дә ослап сыға алмаған. Биш мәртәбә уйла, бер мәртәбә эшлә. Дандың төбө – хөрмәт, хөрмәт төбө – хеҙмәт. Иренһәң – ауырырһың, тырышһаң – һауығырһың. Иҫәп кәрәк, уй кәрәк, уйлар эшләгән һирәк. Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарға тапмаҫың. Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ – хурлыҡ.

 

ФАЙҘАЛЫ ҮТҺЕН ЯЛЫҢ!

Йәй минең иң яратҡан миҙгелем. Бөтә ер иҫ киткес матурлыҡҡа төрөнә. Урманға барһаң, серле тәбиғәт донъяһы асыла. Унда ниндәй генә сәскәләр, үләндәр үҫмәй, ниндәй генә ҡоштар һайрамай.

Йәй матур, әлбиттә. Ләкин мин матрурлыҡҡа һоҡланып ҡына йөрөмәйем. Каникулымды файҙалы үткәрергә тырышам. Әҙәби китаптар, газета-журналдар уҡыйым.

Йәй көнө мин әсәйемә ярҙам итергә тырышам: өй йыйыштырам, баҡсала емеш-еләккә һыу ҡоям, утайым; ҡоймаҡ ҡоям, торт бешерәм. (65 һүҙ.)

 

 

ЕР ҺАТЫУ.

Бер рус баяры башҡорттарҙан ер һатып алырға килә.

- Күпме аҡса бирәһең? – тип һорай былар баярҙан.

- Йөҙ тәңкә бирәм, - ти баяр. – Күпме ер бирәһегеҙ һуң?

- Бер көн эсендә үҙең күпме ер үтәһең, шунса алырһың. Тик ат менән түгел, йәйәүләп йөрөргә, - тиҙәр башҡорттар. Урамға сығып межа ҡуялар. Баяр йүгерә-йүгерә сығып китә. Әй йүгерә икән был, әй йүгерә икән. Барған һайын ер яҡшы. Ҡыҙыға был, күберәк алып ҡалайым тип тырыша. Көн эҫе, ти. Йүгереп бара ла тирләп-бешеп һыу эсә икән. Шулай йүгерә торғас, хәлдән тайып, ауырып китә лә шул ерҙә үлеп ҡала. (Л.Толстойҙан)

БАТЫРЛЫҠ.

Был ваҡиға 1944 йылдың  8 мартында Борислав һәм Херсон ҡалаларын гитлерсыларҙан азат итеү өсөн барған һуғышта булды. Ул көн гвардия лейтенанты Миңлеғәле Хәбибулла улы Ғөбәйҙуллинға тап егерме өс йәш тулғайны.

Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин ут бөркөп ятҡан дзотты күрҙе. Лейтенант шыушып килгән ерҙән ул ун метр самаһы ғына һулдараҡ ине. Дзоттың амбразураһынан ярһып атҡан пулемет беҙҙең һалдаттар өҫтөнә эҫе ҡурғаш ямғыры яуҙыра, уларға уба түбәһенә менергә мөмкинлек бирмәй.

Атыу менән мауыҡҡан фашистар Миңлеғәлене күрмәне. Лейтенант тағы ла яҡыныраҡ килеп өлгөрҙө. Бик яҡшы тоҫҡап, Миңлеғәле автоматтан амбразураға бер нисә очередь бирҙе.

Ҡаты яраланған Миңлеғәле һикереп торҙо.

Аҡтыҡ көсөн туплап, лейтенант дзотҡа ташланды. Биш аҙым атлағас та, ялҡын һирпеп ятҡан амбразураны кәүҙәһе менән ҡаплап, ергә ауҙы. (З.Рафиҡов)

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

8 класс өсөн адаптив  тематик план

 

Аҙна һаны

Дәрес

 һаны

Тема

 

 

План-н

Үтк-н

Иҫкәртмә

1-се сирек -18 дәрес

Мәктәпкә барабыҙ-7 сәғәт

1

1

Башҡорт алфавиты.Көҙ күренештәре

 

1.09

 

 

2

2

Мәктәптә.Ҡылым

2.09

 

 

2

3

Б.Бикбаев «Туған тел”.Ҡылымдың зат ялғауҙары

8.09

 

 

3

4

Ҡылымдың зат ялғауҙары.Күк есемдәре

9.09

 

 

3

5

Күсереп яҙыу

15.09

 

 

4

6

Хаталар өҫтөндә эш. Р.Ниғмәтуллин “Тырышлыҡ”

16.09

 

 

4

7

Б.Рафиҡов ” Илем,Башҡортостаным”! Ҡылым темаһын йомғаҡлау

 

22.09

 

 

Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт-11 сәғәт

5

8

 Көҙ күренештәре.Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе

23.09

 

 

5

9

Һөйләм төрҙәре.”Көҙ” Ф.Ғөбәйҙуллина.

29.09

 

 

6

10

Баҡсалағы көҙгө эштәр.Хәбәр һөйләм

30.09

 

 

6

11

С.Муллабаев “Көҙгө урман”.Һорау һөйләм

6.10

 

 

7

12

Беҙҙең яҡта көҙ.М.Меос “Шығайҙағы ҡайындар”Үҙ аллы эш

7.10

 

 

7

13

Н.Иҙелбаев “Һөнәрлеләр һөйкөмлө”.Өндәү һөйләм

13.10

 

 

8

14

А.Игебаев “Тәмленең дә тәмлеһе” Логик баҫым

14.10

 

 

8

15

Ә.Әхмәт-Хужа “Ҡояш”.Исемдәрҙең килеш ялғауҙары

20.10

 

 

9

16

1-се сирек өсөн күсереп яҙыу

21.10

 

 

9

17

Хаталар өҫтөндә эш.Б.Рафиҡов “Нисек әйтһен”?Һөйләм төрҙәрен ҡабатлау

27.10

 

 

10

18

Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт

28.10

 

 

2-се сирек-16сәғәт

Өфө меәнә танышыу-8 сәғәт

 

10

19

Өфө-беҙҙең баш ҡалабыҙ.Тәржемә эше

10.11

 

 

11

20

 

Н.Дәүләди “Өфө ни өсөн матур”? Ҡылымдарҙың төҙөөлөшө

11.11

 

 

11

21

Ҡаланың иҫтәлекле урындары.Ҡылымдарҙың төҙөлөшө

17.11

 

 

12

22

Театр донъяһында.Барлыҡ төшөнсәһе

18.11

 

 

12

23

Орджоникидзе районы.Ҡылымдарҙың заман төшөнсәһе

24.11

 

 

13

24

Күсереп яҙыу

25.11

 

 

14

25

“Өфө менән танышыу “ темаһын йомғаҡлау

1.12

 

 

14

26

Кластан тыш уҡыу “Өфө” (белешмә)

2.12

 

 

Хеҙмәт төбө –хөрмәт-8 сәғәт

15

27

Хеҙмәт төбө-хөрмәт.Ябай һөйләм төрҙәре

8.12

 

 

15

28

В.Моратова “Башҡорттар әрме хеҙмәтендә”.Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр

9.12

 

 

16

29

Һөйләмдең баш киҫәктәре. А.Насыров “Көслө сабаҡ”

15.12

 

 

16

30

Эйә менән хәбәр.А.Плешаков “Хайуандар нисек яраҡлашҡан?”

16.12

 

 

17

31

2-се сиреккә күсереп яҙыу

22.12

 

 

17

32

Хаталар өҫтөндә эш.”Геологтар көнө”.Юҡлыҡ төшөнсәһе

23.12

 

 

18

33

“Алданған бүре” әкиәте.Һөйләм төрҙәре

29.12

 

 

18

34

Ә.Атнабаев “Ҡара икмәк”.

30.12

 

 

3-сө сирек-20сәғәт

Ҡыш-5 сәғәт

 

19

35

Башҡоростанда ҡыш.Эйә менә хәбәр араһында һыҙыҡ

19.01

 

 

19

36

С.Әлибай “Ҡышҡы урман” Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ

20.01

 

 

20

37

 “Буран”.Һүҙлек менән эш.

26.01

 

 

21

38

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы.Яңғыҙлыҡ исемдәр.

27.01

 

 

21

39

“Ҡыш” темаһын йомғаҡлау. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

2.02

 

 

 

 

С.Юлаев-халҡыбыҙҙың милли батыры-6 сәғәт

 

 

 

22

40

С.Юлаев-башҡорт халҡының милли батыры.Риүәйәт

3.02

 

 

22

41

Палдискиҙа Салауат Юлаев музейы.Аныҡлаусы

9.02

 

 

23

42

А.Кузнецов “Салауаттан һорау алыу” картинаһы буйынса эш

10.02

 

 

23

43

Салауат һәйкәле.Аныҡлаусы

16.02

 

 

24

44

“Салауат- милли батыр” темаһын йомғаҡлау.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

17.02

 

 

24

45

Кластан тыш уҡыу “Йәшел алтын”

24.02

 

 

 

46

Йәмле йәй, һине һағындыҡ!-9 сәғәт

25

47

Йәмле яҙ килде!Һынамыштар

2.03

 

 

25

48

8 март-Әсәйҙәр байрамы. Аңлатмалы диктант

3.03

 

 

26

49

“Өмөтлө яҙ”. Г.Яҡупова Аныҡлаусы

9.03

 

 

26

50

3-сө сирек өсөн күсереп яҙыу

10.03

 

 

27

51

Хаталар өҫөндә эш.Яҙғы эштәр

16.03

 

 

27

52

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Кластан тыш уҡыу “Минең дуҫым”

17.03

 

 

28

53

Р.Ниғмәти” Ватан”. Тултырыусы

23.04

23.03

 

 

29

54

Тәүге космонват .Һөйләм төрҙәре

24.03

 

 

 

 

4-се сирек-18 сәғәт

 

 

 

 

 

29

55

Тултырыусы К.Кинйәбулатова “Йырлай-илай еңеү яуланыҡ”.

6.04

 

 

 

 

 

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ-4 сәғәт

 

 

 

30

56

Һалдат тора киләсәкте һаҡлап.Хәл

7.04

 

 

30

57

М.Харис “Хат”.Хәл

13.04

 

 

31

58

Үлемһеҙ батырлыҡ .Һөйләмдең баш киҫәктәре.

14.04

 

 

31

59

Яҡташ һалдаттарҙың батырлыҡтары.Хәл темаһын йомғаҡлау

20.04

 

 

 

 

 

 

 

 

Ай,Уралым,Уралым!-11 сәғәт

 

 

 

32

60

Тыуған ерем биҙәктәре.Һөйләм киҫәктәре

21.04

 

 

32

61

Урманды һаҡлайыҡ!Һайланма диктант

27.04

 

 

33

62

В.Исхаков “Талпан” Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре

28.04

 

 

34

63

Р.Ниғмәтуллин “Башҡортостан” Һөйләмә һүҙҙәр тәртибе

4.05

 

 

34

64

З.Биишева “Йәшәү-хеҙмәт” Синтаксис

5.05

 

 

35

65

Р.Бикбаев “Уралыма” Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау

11.05

 

 

35

66

4-се сирек өсөн күсереп яҙыу

12.05

 

 

36

67

Хаталар  өҫтөндә эш.Кластан тыш уҡыу “Башҡорт илкәйенең бер ҡото”

18.05

 

 

36

68

Йәмле йәй етте!Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

19.05

 

 

36

69

Йомғаҡлау дәресе

25.05

 

 

37

70

Резерв дәрес

26.05

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

   Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение

«Лицей № 58»

городского округа город Уфа Республики Башкортостан

 

СОГЛАСОВАНО

Научно-методическим советом МАОУ «Лицей № 58»

городского округа г. Уфа

протокол от «____»_________20___г.

№__________                     

УТВЕРЖДЕНО

приказом МАОУ «Лицей № 58» городского округа г. Уфа от «_____»_______20___г. №________

директор Мустафина С.А.

 

 

 

Адаптированная рабочая программа учебного предмета

«Башкирский язык»

8 класс, основное общее образование

Срок реализации программы: 2016-2017 года

 

 

 

 

Разработана

Исхаковой Лилией Аглямовной

учителем башкирского языка и литературы

первой  квалификационной категории

 

 

 

 

 

Уфа - 2016 г.

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Адаптированная программа по башкирскому языку 8 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инженер по автоматизации производства

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 946 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 19.01.2017 1981
    • DOCX 39.5 кбайт
    • 24 скачивания
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Исхакова Лилия Аглямовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Исхакова Лилия Аглямовна
    Исхакова Лилия Аглямовна
    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 12996
    • Всего материалов: 8

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 130 человек из 45 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Тревожные расстройства: диагностика и причины

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 19 регионов
  • Этот курс уже прошли 15 человек

Мини-курс

Преодоление расстройств: путь к психическому здоровью"

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективная самоорганизация и планирование

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 109 человек из 38 регионов
  • Этот курс уже прошли 45 человек