Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады (9класс)
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Другое

Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады (9класс)

библиотека
материалов

Башҡортостан Республикаһының

Мәғариф министрлығы

Тәтешле районы муниципаль районы

хакимиәтенең мәғариф бүлеге











Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады


(Дәрес конспекты)











Әҙерләне һәм күрһәтте:

Аҡсәйет урта мәктәбенең

I категориялы башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Нурисламова И.Р.






2015йыл .


Дәрестең маҡсаты: 1) М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады менән

таныштырыу;

2) уҡыусыларҙың телмәрен, ижади

һәм логик фекерләүен үҫтереү;

3) уҡыусыларҙа әҙиптең тормошона, ижадына

ҡыҙыҡһыныу һәм рухи-әхлаҡи сифаттар

тәрбиәләү.

Йыһазлау:портреты,интерактив таҡта, кассета, слайдтар, эпиграф.



Дәрес барышы


I. Ойоштороу мәле.

1.Ҡурай моңо аҫтында ҡобайыр һөйләү.

Был донъянан ни ҡалыр?

Кем ҡалыр ҙа ни ҡалыр?

Шағирҙан аҫыл һүҙ ҡалыр.

Йырсынан аҫыл йыр ҡалыр.

Атанан аҫыл ул ҡалыр.

Сәсәндәрҙән тел ҡалыр.

Батырҙарҙан дан ҡалыр.

Халҡым тарихы байҡалыр.

Халҡым теле һаҡланыр

Мираҫыбыҙ барланып

Бары бергә тупланыр.

- Был ҡобайырҙа нимә хаҡында һүҙ бара? (яуаптары)

- Күренекле батырҙар, шағирҙар, сәсәндәрҙән кемдәрҙе беләһегеҙ?

II.1. Уҡытыусының һүҙе.Беҙ бөгөн бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе булған Мифтахетдин Аҡмулла тураһында һөйләшербеҙ (слайд 2).

Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө дата һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.

2.Дәрестең маҡсатын билдәләү.(Уҡыусылар менән бергәләп.)

Башҡортостан ере борон-борондан таланттарға бай булған.1773 -1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында шағир һәм яугир С.Юлаев үҙенең ялҡынлы шиғырҙары менән халҡын азатлыҡ өсөн көрәшергә саҡыра. Ләкин ихтилал вәхшиҙәрсә баҫтырылғандан һуң азатлыҡ идеялары менән һуғарылған башҡорт шиғриәте тынып тора. Һәм 50 йылдан артыҡ ваҡыт үткәндән һуң башҡорт поэзияһында яңы тарихи шарттарҙа реалистик традицияларҙы дауам итеүсе талантлы шағир килә. Уның исеме – Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов.Ә халыҡта уны Аҡмулла тип йөрөтәләр. Ул да үҙ халҡына С.Юлаев кеүек “башҡорттарым” тип өндәшә.

3. Дәрестең эпиграфын һайлау.

Хәҙер иғтибар менән тыңлағыҙ. Аҡмулланың ниндәй шиғыры яңғыраясаҡ? Шиғырҙың ҡайһы юлдарын беҙ дәрескә эпиграф итеп ала алабыҙ? (“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын тыңлау.)

--Кем ул Аҡмулла? Ни өсөн уны Аҡмулла тип атанылар икән?

Был һорауға дәрес ваҡытында яуап табырбыҙ.

4. Тормош юлы менән танышыу.

Әйҙәгеҙ, хәҙер шағирҙың тормош юлы менән яҡындағыраҡ танышыу өсөн төркөмдәрҙә эшләп алайыҡ.Өс төркөмгә бүленәбеҙ. Һәр төркөмгә һорауҙар яҙылған карточкалар бирәм.Төркөмдән бер етәксе һайлап ҡуяһығыҙ,һәр төркөмдән етәксе яуап бирә.Дәреслектән яуаптар табалар (уҡыусыларҙың яуаптары уҡытыусы тарафынан тулыландырыла).

1-се төркөм. М.Аҡмулла ҡайҙа? ҡасан? тыуған. Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн Аҡмулла бер нисә мәҙрәсәлә уҡыған, ул нимә менән ҡәнәғәт булмаған? (уға мәҙрәсәләрҙә булған тәртип, уҡытыу саралары, диндән башҡа фәндең уҡытылмауы, наҙан муллаларҙың уҡытыуы, балаларҙы йәберләүҙәр оҡшамай. Үҙ алдына фарсы, ғәрәп телле классик әҫәрҙәрҙе өйрәнә. Үҙенең белемгә булған ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алмай.)


2-се төркөм. 13 йыл ситтә йөрөп ҡайтҡандан һуң атаһы нисек ҡаршылай? Өйөнән сығып киткәс, Аҡмулла нимә менән шөғөлләнгән? 1867 йылда уның тормошонда ниндәй хәл була? (Аҡмулла юғалып ҡалмай, төшөнкөлөккә бирелмәй, атаһының атына китаптарын тейәп, кәрәк-яғын алып, өйөнән сығып китә, ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта).

Ҡаҙаҡ далаларына сығып китеп уҡытыусылыҡ эше менән шөғөлләнә. Халыҡты уҡырға, ғилемгә өндәп шиғырҙар сығара. Тыуған яҡтарында Аҡмулла сәсән телле шағир булып танылған булһа, ҡаҙаҡтар араһында мәргән аҡын кеше булып дан ала.

Аҡмулланың тура, ғәҙел һүҙенән байҙар ғына ҡурҡыр булған. Ул ҡомһоҙ байҙарҙы, наҙан муллаларҙы күрә алмау ғына түгел, уларҙан рәхимһез көлөп, шиғырҙар сығарған.

Төрмәгә ниндәй хәл арҡаһында эләгеүе тураһында өҙөктө уҡып үтәйек.(Уҡытыусы өҙөктө уҡый. “Ватандаш” журналы.2006 й.,№ 12, 124-се б.).

- Был өҙөктән сығып беҙ уның ниндәй сифаттары тураһында әйтә алабыҙ? (ҡыйыу, тура һүҙле, зирәк, муллаларҙан, наҙанлыҡтан көлә). Аҡмулланы еңерлек һүҙ таба алмай. Ошонан һуң бик ныҡ үсләшеп, Аҡмуллаға төрлө ялған бәләләр тағып, төрмәгә ултырталар.Ул дүрт йыл төрмәлә ултыра. Ғәбиҙулла Йыһангиров тигән кеше ике меңлек залог аҡсаһы түләп, уны төрмәнән ҡотҡара.

3 –сө төркөм. М Аҡмулла ғүмере буйы нимә менән шөғөлләнә? Ни өсөн Аҡмулла тигән исем биргәндәр? ( Шағир ҡалған ғүмерен ил гизеп, наҙан муллаларҙан көлөп, бөтә кәмһетелгәндәрҙе яҡлап, шиғриәте менән дә, уҡытыусылыҡ итеп тә ғилем- мәғрифәт өләшеп, аҡындар менән сәсәнлектә ярышып үткәрә. Ә иң мөһиме ул ғүмере буйы халыҡҡа аң- белем тарата. Белем, мәғрифәт юлы менән яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп булыр тип уйлай. Шул яғы менән ул мәғрифәтсе шағир. Тура һүҙле, уҡымышлылығы, саф йөрәкле, изге күңелле, ғилемлелеге өсөн Аҡмулла тип атайҙар).

5. Ял итеү.

6. “Нәсихәттәр” шиғыры менән танышыу.

Далалар гизеп, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, халыҡ менән аралашып, үҙенең күңелендә тыуған уй-хистәрен шиғыр юлдарына һалған( китаптары менән таныштырып үтеү).

1) Һүҙлек эше. Шиғырҙа һеҙгә таныш булмаған һүҙҙәр осрар, шуларҙы ҡарап үтәйек ( слайд 3).

Уҡыр алдынан һорау ҡуйыла: Шағир уйлауынса аң-белемдән башҡа кешегә тағы ла нимә кәрәк?

2) Уҡытыусының уҡыуы.

3) Һорауға яуап алыу ( иман, күңел, аҡыл, шөкөр, әҙәп, сабыр, ихлас). Бында нисә сифат бирелгән? 7 ниндәй һан ул? (яуаптар).

-Тимәк, шағир кешегә кәрәкле 7 сифатты атап нимә әйтергә теләгән? (кеше бәхетле булыр өсөн аң-белемдән башҡа тағы ошо сифаттарға эйә булырға тейеш ти, шағир).

- Ә һеҙҙең ошо сифаттарҙың ҡайһыһына эйә булғығыҙ килә? Ни өсөн? Хәҙерге заманда ошо сифаттарға эйә булып буламы? (яуаптар).

4) Ижади эш эшләү.

1-се төркөм. Шиғырҙан алынған юлдарҙы һәм мәҡәлдәрҙе сағыштырығыҙ. Улар нимәһе менән оҡшаш? Бындай фразалар күберәк ниндәй әҫәрҙәрҙә осрай? Шағирҙың теле ниндәй?


Сабыр кеше моратын табыр. Сабыр иткән- моратына еткән.

Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр. Аҡылһыҙҙа иман юҡ.

(Уҡыусыларҙың яуабы)

Уҡытыусы. Был һүҙҙәр афоризмдарҙы хәтерләтә. Был сәсәнлек традициялары сағылышы. Сөнки ул һүҙҙең мәғәнәлелеге, ҡыҫҡалығы, затлылығы өсөн сығыш яһай. Уның шиғырҙары көнсығыш әҙәбиәтенән ауыр конструкцияларынан азат. Поэтик юлдары еңел, иркен яңғырай. Ғәрәп, фарсы телдәренән иң кәрәкле һүҙҙәрҙе генә һайлап ала, шуның менән яҙма телмәрҙе байыта.

2-се төркөм. Бөгөнгө көн менән бәйләп хикәйә төҙөргә (5-6 һөйләм).


3-сө төркөм. Шиғырҙағы аталған сифаттарҙы схема формаһында һүрәтләргә.

Тимәк, кешегә бәхетле булыу өсөн аң-белемле, рухи яҡтан әхлаҡлы булыу кәрәк, тип өйрәтә Аҡмулла.

7. Шағирҙың үлеме.

Эйе, шағир ғүмер буйы халыҡты яҡтылыҡҡа, белем алырға саҡыра. Шуға уны бөтә ерҙә ябай халыҡ яратып ҡаршы ала. Ләкин уның дошмандары ла бар һәм шуларҙың береһе уның ғүмерен ҡыя.

Аҡмулла Миәс ҡалаһы мосолмандар зыяратында ерләнә.Уның 175 йыллыҡ юбилейына ҡәберенә мәрмәр таш ҡуйыла ( слайд 4).

8. Шағир – сәсән, мәғрифәтсе.

М.Аҡмулла халыҡ хәтерендә мәңгелеккә ҡалған.Республикабыҙҙа уның исеме нисек мәңгеләштерелгән һуң? (слайд 5-13 )

Тыуған ауылында уға музей асылды. БДПУ-на 2006 йылда уның исеме бирелде. 2007 йылдан башлап президентыбыҙ указы буйынса декабрҙа Аҡмулла көндәре үткәрелә. Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн уның исемендәге премия булдырылды (1989 й.) (слайд 14 ). Районда “Аҡмулла вариҫтары” үтә.

III. Йомғаҡлау.

Бына беҙ дәресебеҙҙең аҙағына ла килеп еттек. Дәрестең эпиграфына әйләнеп ҡайтайыҡ. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тигән һүҙҙәр бөгөн дә актуалме? Ни өсөн? (яуаптар).

Быйылғы йыл ниндәй йыл тип иғлан ителде? Республикабыҙҙың данын, ҡеүәтен үҫтереү өсөн ниндәй кешеләр кәрәк? (яуаптар). Тағы ла балалар, быйыл ниндәй йыл? (Уҡытыусыларҙың дәрәжәһен, уҡыу-уҡытыу сифатын күтәреү өсөн иғлан ителде был йыл.)

- Аҡмулла кем һуң ул? (уҡытыусы)

Яҡтылыҡ, азатлыҡ йырсыһы. Үҙе лә ҡоштар кеүек азат булған. Уның өсөн иң ҙур байлыҡ – белем һәм әхлаҡлылыҡ. Һәм уҡыусыларыны ла шуны васыят иткән. Шуның менән дә ул беҙгә ҡәҙерле һәм беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй.

Балалар, үҙебеҙҙең ҡуйған маҡсаттарға ирештекме? (яуаптар).

Хәҙер ,үҙегеҙ төркөмдә эшләгән иптәштәрегеҙгә баһалар ҡуйып сығығыҙ.

IV. Өйгә эш (слайд 15 )

  1. Аҡмулланың тормошо һәм ижады буйынса тест төҙөргә.

  2. Аҡмулла –беҙҙең күңелдәрҙә” тигән темаға инша яҙырға.

3. Аҡмулланың бер шиғырын ятларға.

Автор
Дата добавления 01.12.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров639
Номер материала ДВ-219092
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх