Инфоурок Другое КонспектыАнализ трагедии М. Карима "В ночь лунного затмения"

Анализ трагедии М. Карима "В ночь лунного затмения"

Скачать материал

        

    

Муниципаль  район  Тәтешле районы муниципаль дөйөм белем биреү  учреждениеһы Шүлгән  урта  дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

Башҡортостан Республикаһының  халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95  йыл тулыуға арналған  республика методик  эшкәртмәләр   конкурсы

 

“Ай тотолған  төндө”  трагедияһын  анализлау

 

Төҙөнө: Башҡорт теле  һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Мөхөтдинова Әлфинә Муллаяр  ҡыҙы

 

 

 

http://st7.imhonet.ru/element/large/7b/8d/7b8d4f0ac53a51b9dbc0d4a9c331ba30.jpg

 

 

Муниципаль  район  Тәтешле районы муниципаль дөйөм белем биреү  учреждениеһы Шүлгән  урта  дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

Башҡортостандың  халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95  йыл тулыуға арналған  республика методик  эшкәртмәләр   конкурсы

 

“Ҡыҙ  урлау ”  комедияһын  анализлау

 

 

 

 

 

http://im2-tub-ru.yandex.net/i?id=266373998-58-72&n=21

 

Төҙөнө: башҡорт  теле  һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Мөхөтдинова Әлфинә Муллаяр  ҡыҙы

 

 

    Тема:  Мостай Кәримдең  «Ай   тотолған    төндө»   трагедияһын    анализлау. 

 

Маҡсат: әҫәргә  тәнҡит күҙлегенән фекер йөрөтөргә, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә, альтернатив фекерҙәргә баһа бирергә, төптән уйлап эш итергә өйрәтеү.

 

Метод:  интерактив уҡытыу, йәғни  үҙ-ара ярҙамлашыу юлы менән үрелеп барған әңгәмә,  уйын рәүешендәге  уҡытыу.

 

Йыһазлау:

1.М.Кәримдең портреты, дәреслек, хрестоматия.

2.Интерактив таҡта.

3.Ҡайсын  Ҡулиев һүҙҙәре яҙылған плакат:  «Мин ҙур шатлыҡ менән һәм бер ниндәй шик булмайынса шуны әйтергә теләйем: совет пьесаларының иң яҡшыларынан береһе башҡорт крәҫтиән улы Мостай Кәрим тарафынан яҙылды».

4.Ағас һүрәте.

5.Г.Имашеваның әлеге әҫәр буйынса эшләгән эскизы.

6.Уҡыусылар  (төркөмдәр)  алдына төҫлө биттәр ҡуйыла.Һәр төркөм үҙе теләгән төҫтө һайлап (фекерләү тибы буйынса) яуап бирә.

 

I. Ойоштороу   моменты.

 

II.Дәрестең  темаһы, маҡсаты менән таныштырыу.

Уҡытыусы һүҙе.

Уҡыусылар!   Беҙ һеҙҙең менән  М. Кәримдең «Ай тотолған төндө» тигән драма әҫәрен өйрәндек.  Бөгөнгө дәрестең маҡсаты -  ошо әҫәргә  һәр яҡлап анализ яһау. Дәресебеҙ йәнле әңгәмәгә ҡоролған уйындар рәүешендә  барасаҡ.

 

III. Әҫәргә   анализ.

1.           Дәрестә  тикшереләсәк һорауҙарҙы иҫкә төшөрөр өсөн бер уйын тәҡдим итәм. Ул «Танып белеүсәнлек ағасы» тип атала. (Таҡтаға ағас һүрәте эленә.) Ошо ағасҡа әҫәргә анализ яһауҙың элементтарын белдереүсе һүҙҙәр беркетелә (һүрәтте ҡарағыҙ):  уҡыусыларҙың  яуаптары  буйынса  ағасҡа  ботаҡ-кәүҫәләр эленә.

- әҫәрҙең  йөкмәткеһе;

-әҫәрҙең  жанры;

-әҫәрҙең тема, проблема, идеяһы;

-әҫәрҙең  образдар  системаһы;

-әҫәрҙең  композицияһы;

-әҫәрҙең яҙыусы ижадында  тотҡан  урыны, әһәмиәте;

-әҫәрҙең  тел-стиль   үҙенсәлеге. 

2.     Тимәк,  эшебеҙҙе  ошо тәртип буйынса алып барасаҡбыҙ, хәҙер  һәр бер элементты асыҡлап үтәбеҙ. Әҫәрҙең  йөкмәткеһен төрлөсә фекер  йөрөтөп асыҡлайбыҙ.  Был эш  «Тәнҡитсел фекер йөрөтөүҙең алты эшләпәһе  (вершина)»  тип  атала.

Уҡыусылар   үҙҙәре   теләгән   төҫтө   һайлап    яуап   бирә.

1) Ҡыҙыл эшләпә  (өйрәнелә торған дәүерҙең иң ныҡ хәтерҙә ҡалған, үҙенсәлекле яҡтарын  асыу ):

Башҡорт халҡының ярым күсмә  көнкүрешле, патриархаль-ырыу ҡалдыҡтары ныҡ һаҡланған замандар.  Ырыу,  ил-йорт менән бейҙәр  хаҡимлыҡ  итә, ырыу йолалары һәм  ҡанундары, иҫке ғөрөф-ғәҙәттәр хөкөм һөрә. Шуны  боҙғандарҙы  ҡанун  хөкөмдәре  көтә.

2) Аҡ  эшләпә(әҫәрҙә булған ваҡиғаларҙы бәйән итеү):

-ырыуҙың тәбиғи тормошо бара;

-яуға киткәндәрҙең еңеү менән ҡайтыуҙарын  көтәләр;

-Аҡйегет Зөбәржәт өсөн ҡалым малын түләп бөтә;

-туйға әҙерләнәләр;

-яуҙан  ҡайтыусылар Юлмырҙаның яуҙа үлеп халыу хәбәрен еткерәләр ;

-ырыу аҡһаҡалдары Шәфәҡте Аҡйегеткә, Зөбәржәтте Ишмырҙаға биреү тураһында ҡарар ҡабул итә;

-Дәрүиш йәйләүгә килә,  ул,  Тәнкәбикәне ҡурҡытып, Шәфәҡте  үҙенеке итергә  теләй;

-Аҡйегет һәм Зөбәржәт йолаларға ҡаршы бара;

-хөкөм сығарыла;

-хөкөм үтәлә.

3)Ҡара эшләпә (ваҡиғаларға, геройҙарға тәнҡит күҙлегенән баһа биреү ):

А)  Иҫке йола (тол ҡалған ҡатын иренең ҡустыһына йәки берәй туғанына кейәүгә сығырға тейеш) һис бер һөйөү,  мөхәббәтте танымай. Йола өсөн  «ҡанун изге, ә һөйөшөү – шайтан  шауҡымы».  Быға буйһоноп йәш  кенә егеттәр,  хатта үҫмерҙәр  үҙҙәренән  күпкә  оло еңгәһенә  өйләнергә  мәжбүр,   мөхәббәтһеҙ ғаилә  ҡорорға  тейеш  булған.

Б) Тәнкәбикәнең,  яуға киткән ирен онотоп, башҡанан бала табыуы иһә элек тә,  хәҙер ҙә   хыянатҡа  тиң.  Ул  бының  өсөн күптән язаһын алған,  ләкин был ғына уны  аҡлай  алмай.

В) Дәрүиш – бер төрлө уйлап, икенсе төрлө һөйләп йәшәүсе ҡурҡыныс, мәкерле кеше.  Уның өсөн бер генә изге төшөнсә лә юҡ.

 

4) Һары  эшләпә (оптимистик  ваҡиғаларҙы  күрһәтеү,  баһа  биреү ):

Йола-ҡанундарҙың иң көслө, ырыу  ҡағиҙәләрен  билдәләгән  бер  осоронда  үҙенең  мөхәббәте  хаҡына Аҡйегет  дау  күтәрә. Ул мөхәббәте, Зөбәржәте өсөн көрәшһә  лә,  асылда  хөрлөктө яҡлап  ҡоллоҡҡа  ҡаршы   яуға  сыға. Аҡйегет азатлыҡ өсөн көрәшеүселәр тоҡомоноң тәүгеһе булып тора. Ул шуның менән үҙенсәлекле, һоҡланғыс образ.

5)  Зәңгәр    эшләпә   (ирекле    төҫтә    фекер     йөрөтөү ):

Әгәр  һеҙ  драматург  булһағыҙ,  әҫәрҙең аҙағын  нисек бөтөрөргә  теләр  инегеҙ?

а) Аҡйегет   менән  Зөбәржәт,  Ялсығол әҙерләп ҡуйған атҡа атланып,  икенсе урынға  ҡаса.  Улар бер нисә  йылдан ҡайталар, ул ваҡытта был     йола    ҡанундары     һаҡланмай     башлаған     була.

б) Аҡйегет менән Зөбәржәттең  ҡулдарын бәйләп ебәрһәләр ҙә, улар иҫән  ҡала,  сөнки  Диуана арттарынан барып, уларҙы  сисә.   Йәйләүҙәгеләр был турала белмәй. Диуана ла  улар менән китә.

6) Йәшел эшләпә (проблемалы  ситуацияны   сисеүгә  ҡоролған  ижади   эшсәнлек ):

Әгәр әҫәр шулай бөтһә, ул трагедия булыр инеме? Әҫәр, Ҡайсын Ҡулиев һүҙҙәре менән әйткәндә, «совет пьесаларының иң яҡшыларынан береһе… »  булып ҡала алыр инеме?

Көтөлгән яуаптар:

Әҫәрҙең  ысынбарлыҡты  сағылдырыуы кәмер ине.  Сөнки  реаль тормош урынына үҙебеҙ күрәһе килгәнде һүрәтләү тормошҡа, дөрөҫлөккә тура килмәй.

Әҫәрҙе беҙ әйткәнсә бөтөрһәк, драматизм юғала. Драматизм булмағас,  әҫәр үҙе  лә  юҡ,  ул   халыҡ  күңеленә  үтеп  инә  алмай.

3.Йөкмәткене төрлө  яҡлап асыҡланыҡ. Анализдың  башҡа элементтарын  асыҡлау өсөн  «Бары  бер  һөйләм»  тип аталған ҡыҫҡа   сығыш – спич    ойошторола.

 

1)                1)Әҫәрҙең жанрын билдәләп, аңлатып үтегеҙ.

 

Әҫәрҙең жанры - трагедия

2)Әҫәрҙә ошо жанрға яуап бирер сифаттарҙы һанағыҙ.

-Батыр шәхес йәмғиәт менән үлемесле конфликтҡа инә;

-уның образы романтик рәүешенә еткерелеп тасуирланған;

- һөйләме һәр ваҡыт тәрән мәғәнәле.

3) Әҫәрҙең  темаһын асыҡлағыҙ.

Бында  башҡорт халҡының боронғо ырыу-ҡабилә осорондағы ғөрөф-ғәҙәттәре,  йолалары    һүрәтләнә  .

4) Әҫәрҙең  проблемаһын нисек аңлайһығыҙ?

Әҫәрҙә рухи  ҡоллоҡ, ҡырағай йолаларҙың кешене бәхетһеҙ итеүе мәсьәләһе ҡуйылған. Автор ошо  һорауҙы күтәрә: был йолалар, әгәр улар кешене бәхетһеҙ итә икән, ниңә мотлаҡ үтәлергә тейеш? Уларҙан   нисек  ҡотолорға  була?

5) Әҫәрҙең идеяһын, йәғни авторҙың әҫәр аша әйтергә теләгән уй-фекерен әйтегеҙ.

Үҙәктә – шәхестең эске, рухи азатлығы идеяһы, ирекһеҙлеккә  ҡаршы  көрәшкә күтәрелгән шәхестең рухи   юғарылығын    күрһәтеү.

6)Нимә ул эске, рухи азатлыҡ, нимә ул ирекһеҙлек?

Шәхес үҙ-үҙе, үҙенең принциптары өсөн көрәшкәндә генә үҙен рухи азат итеп тоя ала. Йәмғиәттәге төрлө тыйыуҙарға, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәштә үҙеңде ихтыярһыҙ һиҙеү, иректе тейешенсә яҡлай алмау – ирекһеҙлек.

 

4.Билдәле  булыуынса,  драмала автор идеяны геройҙарҙың хәрәкәте, һөйләме,  уй-фекерҙәре  арҡыры күрһәтә, үҙе хикәйәләмәй. Алда  әйтелгән идеяны раҫлау өсөн драматург ниндәй образдарға мөрәжәғәт итә? Шуны асыҡлау өсөн «Картинаға йән керет»  уйынын тәҡдим итәм. 

Рәссам  Г. Имашеваның  «Ай  тотолған  төндә» трагедияһына яһалған эскизы күрһәтелә.  Картинала  Аҡйегет  һәм  Зөбәржәттең   аҡһаҡалдар  тарафынан  хөкөм  ителеп  далаға бәйләп  ебәрелеү күренеше  һүрәтләнгәне  бергәләп  асыҡлана.

 

 

Бирем: эскизда һүрәтләнгән геройҙар исеменән хәл-ваҡиғаларға  баһа биреү, фекерҙәрең   менән  уртаҡлашыу( тексты  урыны  менән  уҡырға  мөмкин).

Тәнкәбикә:  Бөгөн  минең  иң  бәхетһеҙ  көнөм. Бөтә  ырыуға башмын,  ләкин мин көсһөҙ.  Йола  ҡанундарына  ҡаршы  торорға,  балаларымды  үлемдән  арсаларға  көсөм  етмәй.  Мин – тәңре  ҡоло, йола  ҡоло.  Минең  иркем юҡ. )ҙгөләнеп,  балаларымды мөхәббәттәренән  ваз  кисергә, яҙмышҡа  буйһонорға  өгөтләп  ҡараным - булманы.

Туҡта, мин бит әсә. Ике  донъяла  улар өсөн  мин  яуаплы.  Сабыйҙарҙы  ҡуйығыҙ, аҡһаҡалдар, мине хөкөм  итегеҙ. «сәлек мәрхәмәтенән  байбисәлек  мәнфәғәтен өҫтөн  ҡуйып,  мин үҙемә  һәм  ғаиләмә,  балаларыма фажиғәне  үҙ  һүҙем һәм  ҡулым  менән  үҙем  эшләнем.  Мине хөкөм  итегеҙ!

Дәрүиш:  Аҡйегеттән  ҡотолоп, тәндәрен ас бүреләрҙән ашатҡас, мин дә үҙ  теләгемә ирешермен, ниһайәт. Шәфәҡ  миңә  ҡаласаҡ.

Әйтһендәр: иблес, иманһыҙ, аҙғын  тиһендәр.  Дин-иман  тип, утыҙ  йыл  буйы гөнаһ эшләмәүем өсөн үкенәм хәҙер.  Бына хәҙер миндә  йоҡлаған иблес  уянды.  Иң  һуңғыһы,  иң  ахырғы емештәрен  булһа  ла өҙөп  аласаҡмын.  Бының  өсөн  әллә  ниндәй  яманлыҡтар ҡылырға  ла  әҙермен.

Аҡйегет, Зөбәржәт:  Пар  күңелдәребеҙҙе  тапап,  йәндәребеҙҙе  талаһағыҙ,  тәндәребеҙҙе  ас  бүреләргә  атһағыҙ  ҙа,  беҙ һеҙҙән   көслөрәк.  беҙҙең  саф  мөхәббәтебеҙ  тере  килеш,  бөтөн  килеш   ҡала.  Беҙ  үлһәк   тә,  мөхәббәт  мәңгелек,  ул  йәшәйәсәк.Ул  йәшәһен өсөн  беҙ  үлемде  һайланыҡ.

Тыуған  яҡ! Һиндә  хөр  йәшәп, сәңгелдәктәгеләй  рәхәт  күрҙек. Хөрлөк  өсөн үкенесһеҙ  әжәлгә  ҡаршы  атлайбыҙ!

 

3.      Әҫәрҙең  композицияһын  тикшерәбеҙ.  Һеҙгә  өйгә эш  итеп был әҫәрҙең  конфликтын, сюжетын, сюжет элементтарын схема рәүешендә  күрһәтергә  ҡушылғайны. Әйҙәгеҙ, эштәрҙе ҡарап  сығабыҙ.( Эштәр тикшерелеп, дөрөҫ  яуаптар күрһәтелә ):

К – конфликт

С – сюжет

Ҡ/к – ҡапма-ҡаршы көстәр

 

К  -  Иҫке    йолаларҙың     мотлаҡ   үтәлергә    тейешлеге

       Аҡйегет, Зөбәржәттең  йола  ҡанундарына  протесы

 

Ҡ/к – Аҡйегет, Зөбәржәт    ырыу-тоҡом, хаким һәм хөкөмдәр урынында  күмәк  образдар.

 

С – ике  ғашиҡтың  йәшәп  килгән  закондарға  ҡаршы барыуы һөҙөмтәһендә һәләкәткә  барыуҙары  ваҡиғаһы.

 

Экспозиция

Төйөнләнеш

Ваҡиғалар

үҫеше

Кульминацион

  нөктә

Сиселеш

 

       к

         к

            к

 

Ырыу тормошо, йәштәрҙең мөхәббәте менән танышыу

Юлмырҙаның яуҙа ятып ҡалыуы хаҡындағы хәбәр

Йәштәргә йола ҡанундарын белдереү, уларҙың протесы

Аҡһаҡалдарҙың хөкөмө – был икәүҙе йәйләүҙән ҡыуырға

Аҡйегет һәм  Зөбәржәтте ҡулдарын бәйләп далаға ебәреү

 

Ошо схемалар нигеҙендә әҫәрҙең  ҡоролошон (композицияһын)  аңлатып һөйләгеҙ. Был  эш  «Алым – төрлө, маҡсат –бер  » тип  атала.

         Һәр  бер  драма  әҫәренең  үҙәгендә  конфликт  тора,  йәғни драма әҫәрҙәре  конфликтҡа  ҡорола. Яҙыусының  төп  идеяһы,  фекере  шунда  асыла.  М.Кәримдең    «Ай  тотолған  төндө»  трагедияһында Аҡйегет, рухи азатлыҡҡа ынтылған ҡыйыу шәхес,  быуындан-быуынға  үтәлеп  килгән  йоланы  үтәүҙән  баш  тарта,  шуның  арҡаһында  ырыу менән  ҡотолғоһоҙ конфликтҡа  инә.

         Трагедияла  конфликт ҡапма-ҡаршы  фекерле, көслө  характерлы геройҙар  араһында  була.  Ләкин  бында  Аҡйегеткә  ҡаршы  торор киҫкен характер, индивидуалләштерелгән  тиҫкәре  образ  юҡ. Быны күмәк  образ – аҡһаҡалдар  -  алмаштыра.  Улар, ябай  халыҡ менән идара итеү өсөн, ырыуҙың  быуындар буйына килгән  йолаларын үтәүҙе  талап  итә,  үтәлмәгән  осраҡта ҡаты язаға  хөкөм  итә.

5. Әҫәрҙең  тел – стиль үҙенсәлектәрен тикшереү буйынса   теоретик һәм   практик   эштәр.

а)Нисек уйлайһығыҙ, трагедия  жанрын  һайлау әҫәрҙең  тел-стиль үҙенсәлегенә  йоғонто яһағанмы?

         Туранан-тура  йоғонто   яһаған.  Белгестәр  фекеренсә,  трагедия  жанрының  иң  характерлы  сифаттары – ундағы  персонаждарҙың тәрән  мәғәнәле, көслө  идеялы  һөйләмдәре.

    б)Аҡйегеттең  һөйләменә  ҡылыҡһырлама  бирегеҙ, тәҡдим  ителгән  өҙөккә  анализ  менән  нығытығыҙ (күмәкләп   эшләү   ойошторола ).

Ил   аталары ! Тәҡдиребеҙ   һеҙҙең  ҡулда (фразеологизм ). Әммә   шуны   күңелегеҙгә   һалып    ҡуйығыҙ  (фразеологизм ).   Ул  далаларҙы     беҙҙең   күҙ    йәштәребеҙ    һарғайтты  (метафора ), ул  япраҡтарҙы  беҙҙең  хәсрәтле   (эпитет ) һулыштарыбыҙ   киптерҙе (метафора ).  Кем   төшөрҙө   беҙҙе   ошо  көнгә  (үҙгәртелеп  ҡулланылған  фразеологизм,   риторик  һорау )? Һеҙ  түгелме  (риторик     һорау )?   Беҙҙе   рәнйеткәнгә   яза     итеп,   ошо     афәттәрҙе  һеҙгә   тәңре   килтерҙе.     Аҡылығыҙға        килегеҙ     (фразеологизм ),   аҡһаҡалдар!

         Аҡйегет – сәсән  телле, тура һүҙле егет. Ул,  Ғ.Хөсәйенов билдәләгәнсә,  яҡшылыҡты  яҡлар,  яманлыҡты  фашлар  һүҙгә  эйә.  Дөрөҫлөктө күҙгә тура ҡарап әйтә, сөнки ҡоллоҡҡа ҡаршы бары һүҙ ярҙамында ғына көрәшә ала.  Автор  уның  һөйләменең  тәьҫирлелеген  арттырыу  өсөн  күп   төрлө  һүрәтләү  саралары, лексик  саралар  ҡуллана. 

в)Әҫәрҙең  телмәр  тибын  билдәләгеҙ.

Әҫәр,  нигеҙҙә,   сәсмә  телмәр – проза  формаһында  яҙылған,  ләкин ул   йыш   ҡына  теҙмә   телмәр – шиғыр  өлөштәре  менән  аралаша.

г)  Әҫәр  йыр,  поэтик һүҙ,  мәҡәл-әйтем,  кинәйәләр,  афоризмдар  менән  һуғарылған.  Әйҙәгеҙ,  шуларҙың   бер  нисәһенә  туҡталайыҡ.  Диуананың   инә  бөркөт   тураһында  һөйләгән  ваҡиғаһын  иҫкә  төшөрөгөҙ.  Уның  геройҙар  менән  ни уртаҡлығы  бар?

Әҫәр  аҙағында  шуны  күрәбеҙ :  инә  бөркөт – Тәнкәбикә  үҙе. Дүрт  балаһы – уның бөтә   ғаиләһе.  Инә  бөркөт – символик  образ.  Ул  ҡош  батшаһы,  көслө,   ғәйрәтле,   ләкин  үҙ  мәнфәғәте  хаҡына  хатта    балаларына  ла ҡанһыҙ   була  ала.

IV. Йомғаҡлау.

Уҡыусылар,   алда  ҡарап үткән  һорауҙар  киләһе  һорау өсөн  әҙерлек эштәре  булды.  Трагедия  жанрында  алдына ҙур  маҡсат  ҡуйған  көслө  рухлы  шәхестәрҙең - Аҡйегет  менән  Зөбәржәттең – үҙ  морадына  ирешеү  өсөн  аңлы  рәүештә  үлемесле  көрәшкә  сығыуын  күрҙек.  Әҫәр был  геройҙарҙың  һәләкәте  менән  тамамлана. Шулай  булмаһа,  тормош  дөрөҫлөгө  юғала, тинегеҙ.     Ә   шулай  ҙа,  егет  менән  ҡыҙҙың  үлемендә   ниндәй  мәғәнә  бар?Трагедия  жанрына    ғына   хас булған был  алымдың   беҙҙең   йәшәүебеҙ   өсөн   ниндәй  әһәмиәте  бар?

Һары  эшләпә.  Донъялағы   иң  бөйөк  хис – мөхәббәт  өсөн  ҡорбан  булғанлыҡтан,  Аҡйегеттең  һәм  Зөбәржәттең  яҙмышы  һоҡланыу  тойғоһо  уята. Улар  үлеп  ҡалһа  ла,  кешелекте  алға, цивилизацияға әйҙәүсе  герой  булараҡ   әҙәбиәткә    инде. 

Уларҙың  үлеме  кешенең   рухын  сыныҡтырыуы   менән  әһәмиәтле. 

Кеше  һәр  ваҡыт  үҙе,  халҡы,  милләте  өсөн  көрәшергә   тейеш.  Шул    ваҡытта    ғына    ул     шәхес     тип     аталырға     хаҡлы.

 

V. Уҡытыусының  йомғаҡлау  һүҙе.

Бөгөнгө  дәресебеҙ  шуны  күрһәтә:  М.Кәрим – күп яҡлы әҙип. Беҙ уны  нескә хисле  шағир,  киң эпик ҡарашлы прозаик булараҡ белһәк, бөгөн әҙиптең  оҫта  ҡәләмле  драматургик мөмкинлектәрен дә  астыҡ. ҡайһы ғына өлкәлә эшләмәһен, ул  - талантлы  әҙип, тормошто һәм әҙәбиәтте  тәрәнтен  белгән  аҡыл эйәһе. Сөнки  М.Кәрим  ижадының  асылын   кешеләргә кешелекле  мөнәсәбәт, һөйөү,  хәстәрле уй-тойғолар  тәшкил   итә. Уларҙың, шул иҫәптән «Ай тотолған төндө»  трагедияһының, әһәмиәте шунда. Әҙип заман  рухын, тормошто  йөрәге аша тойоп,  үткәреп,  уҡыусыһына  еткерә белә. Шунлыҡтан  уның  әҫәрҙәре, күңел күрке булып, башҡорт   халҡының   ғына   түгел,  башҡа халыҡтарҙың    йөрәгендә  лә   йәшәй. (Ҡайсын Ҡулиев һүҙҙәрен уҡыусы  ҡысҡырып уҡый, был һүҙҙәр дәфтәргә яҙыла.)

 

VI. Өйгә  эш.  

 

1.     «Аҡйегет  менән  Зөбәржәт – мөхәббәт  һәм  рух  ирке өсөн    көрәшеүселәр»   темаһына    инша     яҙырға.

2.     Бирелгән     һүрәт  буйынса  «Ай тотолған төндө»  трагедияһында башҡорт халҡының  көнкүреше һәм  йолалары” темаһына  ҡыҫҡа  сығыш  әҙерләргә.

 

 

         http://im2-tub-ru.yandex.net/i?id=149571880-07-72&n=21

 

VII. Билдәләр  ҡуйыу.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Анализ трагедии М. Карима "В ночь лунного затмения""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Страховой брокер

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 379 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 05.01.2016 4925
    • DOCX 333.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Мухетдинова Альфина Муллаяровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 7
    • Всего просмотров: 13585
    • Всего материалов: 8

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Мини-курс

Мастерство PowerPoint: систематизация, интерактивность и эффективность

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 1709 человек из 84 регионов
  • Этот курс уже прошли 150 человек

Мини-курс

Современные тренды в физкультуре и спорте: организация обучения и методика тренировок

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Современные медиа: экономика, системы и технологии

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе