Выдаём удостоверения и дипломы установленного образца

Получите 5% кэшбэк!

Запишитесь на один из 793 курсов и получите 5% кэшбэк стоимости курса на карту

Выбрать курс
Инфоурок Другое СтатьиҠашҡа урта мәктәбенең тарихы

Ҡашҡа урта мәктәбенең тарихы

Скачать материал
библиотека
материалов












Ҡашҡа урта мәктәбе

тарихы

Ҡашҡа ауылы- Асҡын районында иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе. Төй йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауыл иң боронғоларҙан иҫәпләнә. ( уға 1640 йылда нигеҙ һалынған.) 1990 йылда ауыл халҡы уның 350 йыллығын билдәләп үтте. Бына ошо данлы ауылдың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда Ҡашҡа урта мәктәбе мөһим роль уйнай. Үҙенең 8 тиҫтәнән торған бай тарихы менән ауылыбыҙҙың тарихын тағы ла байыта, йөкмәткелерәк итә.

1840 йылда Күрҙем мәҙрәсәһен тамамлаған Солтанша хәҙрәт Ҡашҡаға килә. Ауыл халҡы тырышлығы менән уға өй һалалар, тирә-яҡтан саҡыртып килтерелгән балта оҫталары ярҙамында мәсет һалына. Бында балаларға дини белем бирелә, ислам диненең тәрбиәүи нигеҙҙәре өйрәтелә. Эсеү, урлау, талау, үлтереү кеүек енәйәттәр ауылым кешеләренә ят була. Тәмәке тартыу, көфәр һүҙҙәр һөйләү ҙә дин тарафынан ҡаты тыйыла.

1918 йылда Ҡашҡала Совет мәктәбе асалар. Бер аҙ эшләгәндән һуң, ул ваҡытлыса ябылып торорға мәжбүр була, сөнки үҙененең махсус бинаһы булмай. Бина өсөн Нурғәле Назметдиновтың ҙур ғына өйөн һатып алалар һәм мәктәп яңынан асыла. Был йортта уҡытыусы вазифаһында Упҡанкүл ауылынан килгән Бәҙретдин Гөмәров эшләй башлай.

Беренсе төркөмдә белеме булмаған 30 йәшкә тиклемге ауыл халҡы, ә икенсеһендә әҙ- мәҙ уҡый- яҙа белгәндәр дәрескә йөрөй. Зыя, Камал, Әҡсән Әхмәҙишиндар, Хәҙисә Хәйбуллина, Ғәфифә Ғаттарова, Шакир Сафин, Фатхи Ҡазыханов, Ғаян Хайруллиндар тәүге уҡыусыларҙан иҫәпләнәләр.

1929 йылда башланғыс мәктәп балалары өсөн ике синыфлы йорт һалына. Латин алфавиты нигеҙендә уҡытыу башлана. Бөрө педагогия техникумын тамамлаған мөғаллим Әкбәров уҡытырға килә.

1934 йылда Ҡашҡа мәктәбе тулы булмаған (7 йыллыҡ) мәктәпкә әүерелә. Ауыл халҡы өсөн ул оло ваҡиғаға әүерелә. Мәктәп директоры итеп Щәүкәт Әғләмов һайлана. Беренсе сығарылыш уҡыусылары араһында Әмерйән Файзрахманов, Зайнулла Ғатауллин, Әхмәтзыя Ғәлиәхмәтов, Хәмзә Мөхәмәтйәнов, Райхана Әйүпова, Тәслимә Ғәлимйәновалар була.Мәктәптең беренс директоры Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.

1947 йылдан башлап мәктәп директоры вазифаһын Зыя Әхмәҙишин башҡара. 1954 йылда ауыл халҡы, уҡытыусылар коллективы ярҙамында мәктәптең материаль һәм уҡытыу базаһы нығытыла. Дөйөм тырышлыҡ артабан урта мәктәп асыу мөмкинлектәрен бирә.

1959-1960 уҡыу йылында мәктәп һигеҙ йыллыҡҡа, 1963-1964 йылдарҙа урта мәктәпкә әйләнә.

Бөгөнгө көндә ошо мәктәпте тамамлаусылар һаны барып етте. Мәктәптең материаль базаһын нығытыуҙа актив ҡатнашҡан, 1957-1969 уҡыу йылдарында директор булып эшләгән Әмирйән Фәйзрахман улы Файзрахмановтың фиҙаҡәр хеҙмәтен иҫкә алмай булмай. 6 синыф өсөн бүлмә, спорт залы, уҡытыусылар өсөн ике квартиралы йорт, мастерской, ашхана, интернат, ат һарайы, гараж, склад һәм башҡа ҡоролмалар уның уның етәкселегендә төҙөлә. Мәктәптең аты, машина менән тракторы булдырыла. 1969 йылдан башлап директор Әсәт Зәйнетдин улы Ғәлиәҡбәров эшләй.

1968-1969 уҡыу йылында башланғыс синыфтар 7, 5- 10 синыфтар 14 булып, барлығы 599 уҡыусыны 38 уҡытыусы уҡыта.

1972- 1973 уҡыу йылында уҡыусылар һаны 721-гә етә. Балалар һаны артыу яңы бина талап итә башлай, өҫтәлмә рәүештә капиталь ремонтҡа бүленгән аҡсаға төҙөлөш эштәре башлана.

Сураш мәктәбе яңы йортҡа күскәс уның иҫке бинаһын һүтеп алып, Ҡашҡала өс класс төҙөлә. Унда производство нигеҙҙәрен өйрәтеү буйынса малсылыҡ һәм трактор өйрәтеү кабинеттары йыһазландырыла. Уҡытыусы Нурмиев Ким Абдулла улы кабинет эшен йәнләндереп алып китеүҙә ҙур көс һала.

Совхоз администрацияһы ҙур көс һала .Совхоз мәктәпкә трактор, комбайн һәм төрлө тағылма инвентарь бүлә. Мәктәп тә рәхмәт йөҙөнән софхоздың йөҙәрләгән гектар ерендәге бәрәңгене йыйып бирә.

Үҙ- ара аңлашып, ярҙамлашып йәшәү сәбәпле, ике яҡ та ота. Мәктәп коллективы совхозға эштә ярҙам итһә; совхоз көсө менән 1972- 1974 йылдарҙа мәктәпкә биш квартирала ике йорт төҙөлә. Солтанбәк ауылының иҫке мәктәбен һүтеп алып, Ҡашҡала ситтән килеп уҡыған балалар өсөн интернат һалына, 90 уҡыусыны йылы ҡосағына ала ул йорт.

1976- 1979 йылдарҙа мәктәптең уҡыусылар һаны 900– гә етә. Бары 1985-1986 уҡыу йылын ғына мәктәп коллективы яңы типовой бинала ҡаршылай һәм уҡыу бер сменала бара башлай . Яңы йортта ҡараш яңыра: техник яҡтан йыһазландырылған кабинеттар эшләй башлай, районда тәүгеләрҙән булып компьютерҙар һатып алына; информатика, сит тел өйрәнеү кабинеттары ойошторола. Дәрестән тыш үткәрелгән мәҙәни сараларға, балаларҙың һаулығын нығытыу күнекмәләренә ҙур әһәмиәт бирелә. Спорт ярыштары мәктәптә даими үткәрелә бара, уҡыусылар район ярыштарында призлы урындарҙы яулайҙар. Был уңыштарға физкультура уҡытыусылары Ф.Ғәниевтың, М.Ғ. Сәлимгәрәевтың өлөштәре ифрат ҙур.

Һирәкләп булһа ла мәктәпкә яҙыусылар килеп китә.Әнғәм Атнабаев, Абдулхаҡ Игебаев менән үткәрелгән осрашыу балалар хәтерендә оҙаҡ һаҡлана. Тәғзимә Фәтхинур ҡыҙы Бикбулатова кластан тыш үткәрелгән сараларҙа актив ҡатнашып килде. Һәр эш уҡытыусылар коллективында уртаҡ теләк менән башҡарыла.

Шәмғыя Ибатова етәкселегендә мәктәптең тәжрибә участкаларында эштәр гөрләп торҙо: йыл һайын мул уңыш алынды.

Балалар йылы аш менән тәъмин итеү өсөн төрлө саралар күрелә. Яңы бинаға сыҡҡанға тиклем үк төҙөлөп бөткән ашханала интернатта йәшәүселәргә һәм оҙайтылған көн төркөмдәренә ҡалыусыларға ашау ойошторола. Балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт хеҙмәт иткән, хәҙер инде лайыҡлы ялға киткән Ш.Әйүпова, Г. Минимөхәмәтов, Ғлимьйән Фәйзуллин, Әфҡыя Закирова, Тәслимә Ғәлимйәнова, Тәслимә Ғәрифуллина, Хәниф Шәрипов, Ким Нурмиев, Әсәт Ғәлиәкбәров, Лиза Загитова апайҙар- ағайҙарға мең рәхмәтлебеҙ. Ания Шәмсетдинова, Нәкиә Ибраһимова, Әмирьйән Фәйзрахманов, Бәһиә Батырова, Хисаметдин Ханов, Назим Әғләмов, Мөбәллиғә Мәхейәнова, Фәрит Ғәниев ағаҙар хәҙер инде мәрхүмдәр, ләкин уларҙың исемдәре мәктәп тарихында юйылмаслыҡ эҙ ҡалдырҙы.

Мәктап дирекцияһы һәм уҡытыусылар коллективы кадрҙар мәсьәләһенә лә етди ҡарай. Бер нисә йыл урындағы кадрҙарҙы әҙерләү буйынса ныҡышмалы эшләй. Бында бигерәк тә 20 йылдан ашыу мәктәп директоры булып эшләгән Әсәт Зәйнетдин улы Ғәлиәҡбәровтың хеҙмәтен билдәләп үтеү кәрәк.Уҡытыу- тәрбиә эшендәге уңыштары өсөн уға 1966 йылда “Халыҡ мәғарифы отличнигы”, 1978 йылда Башҡортостан, 1978 йылда Башҡортостан, 1978 йылда Рәсәй мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы исемдәре бирелде. Әле лә ул мәктәп тормошо менән бәйләнешен өҙмәй.

Бынан 10 йыл элек районда беренселәрҙән булып Ҡашҡа урта мәктәбендә башҡорт теле индерелде. Беҙҙең йәштәге быуын үҙенең телен, ғөрөф – ғәҙәтен, шәжәрәһен белеп үҫмәне. Балаларыбыҙ, уларҙың балалары, бындай фәжигегә дусар булмаясағын тойоу эшебеҙҙә таяныс, рухыбыҙға таяныс бирә, ғорурлыҡ уята.Ошо изге эштең башында башҡорт теле уҡытыусылары йөрөй. Хәҙер инде 7 уҡыусыбыҙ районыбыҙҙың башҡорт мәктәптәрендә туған тел һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыталар. Өфө юғары уҡыу йорттарының филология факультетына уҡырға инеүселәр һәм башҡорт теле, әҙәбиәте фәнен өйрәнеүселәр һаны артҡандан- арта. Беҙҙең мәктәптең 10 уҡыусыһы бөгөн ошо профессияны һайланы. Эйе, һуңлап булһа ла балыҡсы ырыуы башҡорттарыңың тоҡомдары үҙ телдәрен, ғөрөф- ғәҙәттәрен кире ҡайтарыуға ышаныслы аҙымдар яһай.

1990 йылдан алып 1999 йылға тиклем мәктәп директоры булып Наил Ғаян улы Хайруллин етәкселек итте. Ошо ауылда тыуып, ошонда белем алған, БДУның география факультетын ситтән тороп тамамлай. Уның етәкселегендә туристар командаһы йыл һайын районда беренсе урындарҙы яулай, республика турслёттарында ла йыл һайын ҙур уңыштарға эйә булып ҡайталар. Ул оҙаҡ йылдар мәктәптең “Йәшлек” бейеү ансамбленең етәксеһе булып та эшләне.

1996-сы, 1997-се йылдарҙың ноябрь айында мәктәптә республика конфкренцияһы һәм семинары булып үтте. Бында күренекле ғалимдар, тел белгестәре, төрлө ҡала һәм район уҡытыусылары ҡатнашты. Беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары асыҡ дәрестәр бирҙеләр.

Ҡашҡа урта мәктәбен тамамлаусыларҙы райондың төрлө төбәктәрендә осратырға була. Төй совхозының барлыҡ етәкселәре- беҙҙең элекке уҡыусыларыбыҙ ине. Татарстандың билдәле шәғиры Ғосман Зәйнетдинов (Ғосман Сәдә) та ошо ауыл кешеһе. 2009 йылдың февраль айында тыуған мәктәбе шағирҙың 50 йәшен киң билдәләп үтте. Байрам кисәһендә уның шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Шулай уҡ кисәлә шағирҙың туғандары ҡатнашты. Шулай уҡ, Өфөлә йәшәүсе Светлана Хәниф ҡыҙы Шәрипова үҙенең ижад емештәре менән ҡыуандыра. Мәктәбебеҙҙең ғорурлығы булып йырсы Марат Тәлғәт улы Шәйбәков танылды.

1999 йылдан алып мәктәп директоры булып Ғәлиәкбәров Ришат Әҙхәт улы һайланды. Ул мәктәптең элекке уҡыусыһы, математика- информатика уҡытыусыһы.

Мәктәп директоры булараҡ ҡысҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен бөтә мәктәп эштәренең ойоштороусыһы итеп танытты Ришат Әҙхәт улы. Ошо ваҡыт эсендә мәктәпкә тышҡы һәм эске капиталь ремонт һәм спортзалға капиталь ремонт, газ менән йылытыуҡа өлгәште.


  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Педагог-библиотекарь
Курс профессиональной переподготовки
Специалист в области охраны труда
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Проверен экспертом
Общая информация
Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Курс профессиональной переподготовки «Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания конституционного права с учетом реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Организация практики студентов в соответствии с требованиями ФГОС педагогических направлений подготовки»
Курс повышения квалификации «История и философия науки в условиях реализации ФГОС ВО»
Курс повышения квалификации «Организация практики студентов в соответствии с требованиями ФГОС технических направлений подготовки»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности по подбору и оценке персонала (рекрутинг)»
Курс повышения квалификации «Применение MS Word, Excel в финансовых расчетах»
Курс повышения квалификации «Организация практики студентов в соответствии с требованиями ФГОС медицинских направлений подготовки»
Курс повышения квалификации «Использование активных методов обучения в ВУЗе в условиях реализации ФГОС»
Курс профессиональной переподготовки «Эксплуатация и обслуживание общего имущества многоквартирного дома»
Курс профессиональной переподготовки «Информационная поддержка бизнес-процессов в организации»
Курс повышения квалификации «Информационная этика и право»
Курс профессиональной переподготовки «Стандартизация и метрология»
Курс профессиональной переподготовки «Стратегическое управление деятельностью по дистанционному информационно-справочному обслуживанию»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.