Инфоурок Другое Другие методич. материалыАсыҡ дәрес өлгөһө: "Хәлдәр. Рәүеш,урын, ваҡыт хәлдәре. Башҡортостан буйлап сәйәхәт." 6-сы класс

Асыҡ дәрес өлгөһө: "Хәлдәр. Рәүеш,урын, ваҡыт хәлдәре. Башҡортостан буйлап сәйәхәт." 6-сы класс

Скачать материал

 

 

 

 

 

 

 

                                              Тема :

Хәлдәр. Рәүеш,урын, ваҡыт хәлдәре. Башҡортостан буйлап сәйәхәт.

 

 

 

 

 

(дәрес –сәйәхәт.)

 

 

 

 

 

 

 

Өфө ҡалаһы Орджоникидзе  районы

116-сы мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы

Хәсәнова Гөлнур Батыргәрәй ҡыҙы

 

 

 

 

 

Өфө - 2013

 

 

 

 

Тема: Хәлдәр. Рәүеш,урын, ваҡыт  хәлдәре. Башҡортостан буйлап сәйәхәт.

 

Маҡсат: 1.Уҡыусыларға хәлдәр рәүеш, урын, ваҡыт хәлдәре менән таныштырыу,    телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтеү;

2. Күҙәтеүсәнлек, иғтибарлылыҡты, коммуникатив  күнекмәлелекте үҫтереү;

 3. Тыуған илгә һөйөү тойғолары, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Күргәҙмә материал: видеопроектор, слайдтар,дәреслек

 

Дәрес барышы.

 

1.Ойоштороу . Һаумыһығыҙ! Һаумы әле!

                             Шундай йылы һүҙ икән .

                             Һәр күңелде йылытырлыҡ,

                            Һәр кемгә лә үҙ икән.

Ултырығыҙ. Минең исемем Гөлнур Батыргәрәй  ҡыҙы. Мин  116-сы мәктәптә   эшләйем.

2.Актуалләштереү:

Бөгөн беҙҙең дәрес ябай түгел. Беҙ бөгөн һеҙҙең менән сәйәхәткә сығабыҙ. - Һеҙ сәйәхәт  итергә яратаһығыҙмы?

-  (Яуап)

 -  Ә сәйәхәтсе ниндәй булырға тейеш?

-  ( көслө, белемле, батыр, ярҙамсыл).

Һеҙҙең сәйәхәткә әҙер булыуығыҙҙы  тест  һорауҙары менән билдәләйек. - - Бөгөн нисәһе? Аҙнаның ниндәй көнө?  Дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ. Тест  яуаптарын  хәреф менән билдәләгеҙ. Һәр һорауға 1 мин ваҡыт бирәм.

1-се слайд:

 Нимә ул тултырыусы?

А) һүҙ төркөмө.

Б) һүҙбәйләнеш.

В) эйәрсән киҫәк.

Г) исем.

     2 –се слайд:

Салауат батыр- беҙҙең милли геройыбыҙ? Ҡалын шрифт  менән  яҙылған һүҙ һөйләмдә  нимә булып килә?

А) тултырыусы

Б) аныҡлаусы

В) эйә

Г) өҫтәлмәлек

 3 – сө слайд:

Аныҡлаусы  ниндәй һорауға яуап бирмәй?

А) ниндәй?

Б) ҡайҙа?

В) кемдең?

Г) нисәнсе?

- Тестарҙы тикшерәйек. Яуаптар:1 - в,2 - г,3 – б. Һеҙ ҙә үҙегеҙең яуаптарығыҙҙы тикшерегеҙ.

3.Яңы тема

- Беҙ сәйәхәткә әҙер. Сәйәхәткә сығыр алдынан беҙ үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирәбеҙ?

-(Ҡайҙа барабыҙ?,  Ҡасан барабыҙ?  Нисек барабыҙ?)  – тип урынын, ваҡытын, рәүешен  билдәләйбеҙ.

-Шулай итеп беҙ ниндәй һүҙҙәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

-(Ҡайҙа, ҡасан, нисек һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр тураһында һөләшәсәкбеҙ).

- Был һүҙҙәр хәлдәр тип атала.  

Һөйләмдә эш хәлдең эшләнеүен, рәүешен, ваҡыттын, урынын, сәбәбен, күләмен, маҡсаттын һәм ниндәй шарттарҙа эшләнеүен белдергән эйәрсән киҫәк хәл тип атала. Хәлдәр рәүештең һорауына яуап бирә.  Һөйләмдә ул нөктә, пунктир менән билдәләнә. Мәҫәлән, Алтын бөртөкләп (нисек?)  йыйыла. Һ.б.

- Беҙ бөгөн сәйәхәт  ваҡытында һеҙҙең менән урын, ваҡыт, рәүеш  хәлдәре тураһында белербеҙ.

- Хәлдәр.Урын, ваҡыт, рәүеш хәлдәре.  Теманы яҙып ҡуйығыҙ.

-  Беҙҙең сәйәхәт  башланды!

1-се туҡталыш – “ Ҡайҙа?” туҡталышы.

5 – се слайд;

Әйҙәгеҙ слайдты ҡарайыҡ. Был  нимә?  (Мәмерйә, йылға һ.б.) .

Беҙ ҡайҙа? килдек. (Беҙ мәмерйәгә килдек. ) ? Беҙ йылға буйына килдек.  

Беҙ ҡайҙа баҫып торабыҙ?  Беҙ тау башында баҫып торабыҙ

-  Бирелгән  һөйләмде   уҡыйыҡ.

Изге ергә мин тағы ла килдем,

Аяҡ баҫтым Иҙел ярына.

 

 -  Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәргә һорау бирәйек.

Килдем ҡайҙа?  ( изге ергә).

Аяҡ баҫтым  ҡайҙа? (иҙел ярына)

- Ҡайҙа?  һорауына  яуап биргән һүҙҙәр нимәне аңлата, тимәк?

- ( урынды аңлата)

- Был һүҙҙәр урын хәле тип атала.

Тимәк, эш – хәлдең урынын белдереп, Ҡайҙа? Ҡайҙан? Ҡайҙан алып? Ҡайҙан саҡлы?  Һорауҙарына яуап була. Улар төбәү, сығанаҡ, урын – ваҡыт килештәге исемдәрҙән һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән,  бәйләүес һәм ярҙамсы исемдәр эйәргән ҡушылмаларҙан килә.

-         Дәреслектәге 118-се күнегеү  асығыҙ, күнегеүҙән ҡалын хәреф менән бирелгән урын хәлдәрен,  ниндәй һорауға яуап биреүен  һәм ниндәй һүҙ төркөмөнән килгәнен әйтеп үтәйек.  

-                     Уралтау башына ( ҡайҙа? ниндәй һүҙ төркөмө?  Исем -нөктәле һыҙыҡ менән һыҙабыҙ.)

Ташында ( ҡайҙа? Исем,)

 Баш осонда ( ҡайҙа? Исем.)

Бында (ҡайҙа? Алмаш.)

Ерҙәрҙә (ҡайҙа? Исем.)

      -    Күсереп яҙығыҙ.

-         Шулай итеп, урын хәлдәре ниндәй һүҙ төркөмдәренән килә?

- (исем, алмаш).

-         Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

-          (Ҡайҙа?  Ҡайҙан?  Ҡайҙа саҡлы? Ҡайҙан алып?).

-         Эш – хәлдең урынын белдереп, төбәү, сығанаҡ, урын – ваҡыт килештәге исемдәрҙән һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән, бәйләүес һәм ярҙамсы исемдәр эйәргән ҡушылмаларҙан килә.

2 – се туҡталыш “ Ҡасан?”  туҡталышы.  7 – се слайд:         

Ҡыш, йәй, төн, иртә һүрәттәре.

- Был һүрәттәргә ҡарағыҙ һәм ҡасан?  һорауына яуап биргән һүҙҙәр уйлағыҙ.  (иртән, кис, көҙ, йәй һ.б)

-Бирелгән һөйләмде   уҡыйыҡ. Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәргә һорау  бирәйек.

 

Иртә таңдан тороп ләззәтләнеп,

Һаҡмарымдың буйын буйланым.

--Буйланым ҡасан? ( иртә таңдан тороп)

 

- Ҡасан?  һорауы на яуап биргән һүҙҙәр нимәне аңлата?

-  ( ваҡытты  аңлата)

- Был һүҙҙәр ваҡыт  хәле тип атала. Эш – хәлдең үтәлеү – үтәлмәү ваҡытын белдереп, ҡасан? Ҡасанға? Ҡасанға тиклем? Ҡасандан бирле? Һорауҙарына яуап була. Ваҡыт рәүештеренән, хәл ҡылымдарҙан, сығанаҡ килештәге исем, алмаш, исемләшкән һүҙҙәрҙән килә. Мәҫәлән,  Кис ҡурҡҡан көндөҙ сыра яндырыр. (Мәҡәл)

- Дәреслектәрегеҙҙең 121- се күнегеүҙән ҡалын хәреф менән бирелгән ваҡыт  хәлдәрен уҡып,  ниндәй һорауға һәм ниндәй һүҙ төркөмөнән килгәнен әйтеп үтегеҙ.

Тартты төн буйы   (ҡасан? Исем)

   Бурай хәҙер (ҡасан? Рәүеш)

Булды  иртәнгә саҡлы (ҡасанға тиклем? Исем)

- Шул һүҙбәйләнештәрҙе дәфтәргә күсереп яҙығыҙ

3-сө туҡталыш:  “Нисек?” туҡталышы. (слайд)

Һүрәттәр:  йәйәү  китеп барыусы, саңғыла

- Һүрәткә ҡарағыҙ. Сәйәхәткә нисек сығырға була?  Слайдҡа ҡарап бындағы кешеләр нисек сәйәхәт  итәләр?

-йәйәү, саңғыла, күмәкләп, йүгереп,  һ.б.  

Эш –хәлдең эшләнеү рәүешен белдереп, нисек? Ҡайһылай? Ни рәүещле? Һорауҙарына яуап бирә. Улар рәүещтәрҙән, урын – ваҡыт, сығанаҡ килештәге исем, сифат, хәл ҡылым, алмаштарҙан килә ала. Мәҫәлән, арзан алып.

4. Нығытыу.4-се туҡталыш ( 8 – се слайд):   Сәйәхәтсе яҙмалары.

Сәйәхәтсе күргәндәрен яҙып бара. Беҙ ҙә сәйәхәтсе булараҡ, яҙмалар эшләп алайыҡ.

5.Парлап эшләү:

Парлап эшләйек. Ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып,  ниндәй пар   күберәк һөйләмдәр  төҙөй?  Һөйләмдәр бәйләнешле булһын.

   кисен                                           йәйәү

Артта                                            иртән                             тиҙ

Уңда                                              иртәгә                          шәп

Һул яҡта                                       бая                               

Алыҫта                                          хәҙер

Баш осонда                                  көн буйы

Аяҡ аҫтында                              

1-2 партаны уҡытыу.

-Шулай итеп, балалар, беҙ бөгөн нимә эшләнек?

(сәйәхәткә барҙыҡ)

-Ниндәй  тема үттек?

( )

- Хәҙер үткән тема буйынса белемебеҙҙе нығытайыҡ. Бирелгән карточкаларҙы кәрәкле урынынға  ҡуяйыҡ.

6.Схема эшләү. (Таҡтала)

Урын хәле                                           Ваҡыт хәле                        Рәүеш хәле

урынын                                                 ваҡытын                      эшләнеү рәүеше  

Ҡайҙа?                                                   Ҡасан?                                     Нисек?

Ҡайҙан?                                                 Ҡасанға тиклем?              Ҡайһылай?

Ҡайҙан алып?                                       Ҡасандан бирле?             Ни рәүешле?

Исем( төбәү, сығанаҡ, ур-ваҡыт)    Ваҡыт рәүеше          исем, сифат, хәл                                                                         

                                                                 Хәл ҡылым                   ҡылым, алмаш

                                           Исем, алмаш  (сығанаҡ к)       ( ур-ваҡ., сыған. к)

- Эш-хәлдең нимәһен белдерә? (урынын…)

- Урын хәле ниндәй һорауға яуап бирә?

- Һөйләмдә нисек билдәләнә?

7.Йомғаҡлау.

-Шулай итеп , беҙ ниндәй тема үттек?

-  Хәл ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

- Һөйләмдә нисек билдәләнә?

 

Яҙыла                             уҡыла

Кисә кис                       кисәгис

Кисә ҡайтҡан               кисәғайтҡан

Асылыкүлдә                  Асылыгүлдә

 

Ноябрь (ҡасанға?) – ………. (ноябргә)

Кросс (төбәү килештә ҡуйырға) – кросҡа

 

8.Баһалау.

9.Өй эше: Ур-ваҡыт, рәуеш хәлдәре һүҙҙәре  менән йәйге сәйәхәт тураһында  бәләкәй  хикәйә яҙығыҙ.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Асыҡ дәрес өлгөһө: "Хәлдәр. Рәүеш,урын, ваҡыт хәлдәре. Башҡортостан буйлап сәйәхәт." 6-сы класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Экономист по планированию

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 655 763 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 21.11.2016 2809
    • DOCX 73 кбайт
    • 27 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хасанова Гульнур Батыргареевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 18691
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 847 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 152 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Аспекты эмоционального благополучия и влияния социальных ролей на психологическое состояние

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Развитие коммуникативных и здоровьесберегающих навыков

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Формирование социальной ответственности и гармоничного развития личности учеников на уроках

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе