Инфоурок Другое Другие методич. материалы«АТАЙ» КОНЦЕПТЫ БАШҠОРТ ҺӘМ РУС ДОНЪЯУИ ТЕЛ КАРТИНАҺЫНДА

«АТАЙ» КОНЦЕПТЫ БАШҠОРТ ҺӘМ РУС ДОНЪЯУИ ТЕЛ КАРТИНАҺЫНДА

Скачать материал

 

 

 

 

 

 

             «АТАЙ» КОНЦЕПТЫ

            БАШҠОРТ ҺӘМ РУС

ДОНЪЯУИ ТЕЛ КАРТИНАҺЫНДА

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Йөкмәткеһе

Инеш................................................................................2

Төп өлөш

Концепт тураһында төшөнсә.................................2-3

Ассоциатив эксперимент. Күҙәтеүҙәр.....................3

Һүҙҙең һүҙлектәрҙә сағылышы...............................3-4

Концепт-һүҙ фольклорҙа.........................................4-5

Концепт-һүҙ әҙәбиәттә............................................5-7

Һүҙ сәнғәттә...............................................................7-8

Йомғаҡлау....................................................................9

Ҡулланылған әҙәбиәт...............................................29

Ҡушымталар..........................................................20-23

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

  “АТАЙ” КОНЦЕПТЫ БАШҠОРТ ҺӘМ РУС ДОНЪЯУИ ТЕЛ КАРТИНАҺЫНДА.

Эҙләнеү эшенең маҡсаты: башҡорт һәм рус донъяуи тел картинаһында “атай” концептының әһәмиәтен, уның мәҙәниәттәге айырым ролен күрһәтеү.

Бурыстары:

Уҡыусылар араһында “атай” һүҙенең ҡулланылышын күҙәтеү;

“Атай” һүҙенең мәғәнәһен асыу;

Был һүҙҙең мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә, әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡулланылыуын күҙәтеү;

Һүҙ менән фразеологизмдар табыу,

Эҙләнеү объекты: “атай” һүҙенең мәғәнәһе, төҙөлөшө, ҡулланылышы

Эҙләнеү субъекты: башҡорт теле һүҙлектәре, әҙәби әҫәрҙәр

Актуаллеге: “атай” һүҙенең башҡорт теле һәм әҙәбиәтендә тотҡан урынын һәм әһәмиәтен асыҡлау, тылсымлы һүҙҙең баһаһын күтәреү.

Яңылыҡ: башҡорт телен лингвокультурологик йүнәлештә өйрәнеү бөгөнгө көн талабы булырға тейеш.

 

   Атай… Был һүҙҙә бик тәрән мәғәнә ята. Ғаилә тотҡаһы, тыуған ерен һаҡлаусы ир-егет. Ниһәйәт-ил ағаһы.

  Борон-борондан илебеҙҙе дошмандарҙан ирҙәр һаҡлаған. Тимәк, атайҙар ғаилә терәге генә түгел, ил терәге лә булып торалар.

Шуға ла “Атай” концепты иң төп һәм иң мөһим концептарҙың береһе.

   Донъяуи тел картинаһының төп төшөнсәләренең береһе булып концепт һанала. Концепт – тел менән мәҙәниәтте бәйләп өйрәнеүсе лингвоменталь берәмек. Концепт аша кешелә туған тел образы барлыҡҡа килә. Лингвокультуралогияның үҙәгендә тел һәм мәҙәниәтте өйрәнеүсе билдәле мәҙәниәттең вәкиле булған кеше тора.

Концепттың йөкмәткеһе өс бүлектә сағылыш таба:

Концептты тасуирлау.

Һүҙ  һүҙлектә.

Һүҙ мәҡәлдәрҙә, текстарҙа.

Концепттарҙы һайлап алыу сығанағы булып фәнни хеҙмәттәр, һүҙлектәр, халыҡ ижады өлгөләре, башҡорт шағирҙары һәм яҙыусыларының әҫәрҙәре торҙо.

Тикшеренеү эшенең башында ассоциатив эксперимент үткәрҙек . Ҡатнашыусылар :  уҡыусылар, уҡытыусылар..

Уларға ошондай һорауҙар бирелде:

Һеҙҙә “атай”һүҙе ниндәй ассоциация тыуҙыра?

Ассоциялар төрлө һүҙ төркөмдәренә ҡарай

Предмет- һүҙҙәр

Хәрәкәт-һүҙҙәр

Билдә- һүҙҙәр

Атай - ярата, көслө, батыр, ҡәҙерле, эшсән, һаҡлаусы.

  Шулай итеп “Атай” концепты “тыуған ил”, “ өй”, “икмәк”, “әсәй”, “ғаилә” концептары менән тығыҙ бәйле

Атай һүҙе буйынса һөҙөмтә:

Орфография һүҙлеге:

атай I (ис.) атайым, атайың, атаһына

Аңлатмалы һүҙлек:

атай  и.

1. Балаһы булған ир кеше (үҙ балаһына ҡарата). Атай йорто.

2. Үҙ атайыңа өндәшеү һүҙе. Атай, миңә ат кәрәк. .. (Әкиәттән.)

Башҡортса-русса һүҙлек:

атай отец, папа|| отцов, отцовский; минең атайым эшсе мой папа рабочий

Орфография һүҙлеге:

ата I (ис.) -ның, -ға; -һы(на)

Аңлатмалы һүҙлек:

ата  и.

1. Балаһы булған ир кеше (үҙ балаһына ҡарата ). Ата йорто. Яҡшы ата балаһы. Бер ата, бер әсә (бер туған ).

2. Ҡайһы бер йән эйәләренең һәм үҫемлектәренең ир енеслеһе. Арыҫландың атаһы. // Ата бесәй. Ата ҡаҙ. Ата сәскә.

   Аталарының малы уртаҡмы әллә һөйл. тынышмай, талашып- тартышып йәшәгән кешеләргә ҡарата әйтелә. Атаң башы! асыуланып әрләгәндә әйтелә. Ата улды, инә ҡыҙҙы белмәй һис тәртип, рәт булмаған хәлгә ҡарата әйтелә. Атаһын танытыу бик ҡаты, эшен килтереп әрләү йәки туҡмау. Буштың атаһы үлгән ниҙелер буш бирергә, буш эшләргә теләмәгәндә әйтелә.

Башҡортса-русса һүҙлек:

ата 1. отец; родитель уст. || отцов, отцовский; прост. отчий, родной; ата йорто родной очаг; отчий дом; ата малы родительское добро, отцовский хлеб; атаһының балаһы ребёнок весь в отца; ата бер, әсе башҡа единокровный; бер ата, бер әсе родные (о детях по отношению друг к другу); әсе бер, ата башҡа единоутробные; ата юлын ҡыуыу следовать заветам отца

2. самец; ата арыҫлан лев; ата бесәй кот; ата бүре волк; ата күркә индюк; ата ҡаҙ гусак; ата өйрәк селезень; ата эт (арлан) кобель;

3. мужская особь (у растений) ата сәскә; мужской цветок

ата ялҡау отъявленный лентяй; ҡырҡ ата балаһы разношёрстная компания; сборище; атаһын танытыу соотв. показать кузькину мать; буштың атаһы үлгән погов. ничего не даётся даром.

    Ни өсөн ирҙәрҙе “ир - ат” тип әйтәләр?

Сөнки “ат” – көслө, сыҙамлы хайуан. Ирҙәр ҙә шундай көслө, сабыр,

ауырлыҡтарға бирешмәй торған кеше.

Ниндәй кешеләр “ир – ат” исемен йөрөтә ала?

Кем тыңлаулы, тәртипле, тырышып уҡый – шулар ил һаҡсыһы һәм атай була ала. Ҡайһы берҙәрегеҙ “кәләш алмайым, атай булмайым мин” тип әйтәһегеҙ. Атай булмайым тигән кеше, нәҫелде ҡоротоусы була. Ә дин буйынса ундай кешеләр – насар кеше була.

Атайҙар беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешеләр. Шәжәрә лә атайҙар яғынан төҙөлә бит. “Атай – алтын ҡаҙыҡ, әсәй алтын алтын ҡанат” тип әйткән боронғолар.

 Атайҙарға иң матур, иң яғымлы һүҙҙәр.

Атайым – ҡәҙерлем,

Атайым – берҙән-берем,

Атайым – таянысым,

Атайым – ҡояшым,

Атайым – яратҡаным,

Атайым – батырым,

Атайым – ышанысым,

Атайым – тормош нурым,

Атайым күңел нурым,

Атайым – терәгем...

 

Концепт һүҙ - фольклорҙа.

Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә.

Башҡорт һәм рус мәҡәл һәм әйтемдәрендә “атай” концептының киң урын алыуын күрәбеҙ.

Мәҡәлдәр:

Атанан күргән уҡ юнған,

әсәнән күргән тун бескән

Ататһы ғәйрәтле булһа,

улы ғибрәтле була.

Ата менән әсә алтын ҡанат.

Ата-әсәһен тыңлаған - әҙәм

булған, тыңламаған - әрәм булған.

Атаһы барҙың бәхете бар.

Әсәй ҡамсыһы - мамыҡтан,

атай һүҙе - тимерҙән.

Атай йөрәге – иң тоғро һәм

һиҙгер йөрәк ул.

Ата – арҡа һөйәге.

Ата һөнәре балаға мираҫ.

Атай оло таяныс.

Ата юлы балаға таҡыр.

Аҡыллы ир - ил ағаһы, аҡылһыҙ ир - ил бәләһе

Аҡыллы ир ҡатынын яманламаҫ

Аҡыллы ир шул булыр: ҡулындағың алдырмаҫ; Кеше һайын туҡталып, юҡ һүҙ тыңлап ҡаңғырмаҫ;Барынан да бере шул: бөгөнгө эшен таңға ҡалдырмаҫ

Аҡыллы ирҙең эсендә эйәрле - йүгәнле ат ятыр

Алтмышҡа еткәс, атайыңдан аҡыл һорама

Ат туйған ерендә, ир тыуған илендә.

Ата балаһы хур булмаҫ.

Ата балаһы хатаһыҙ булмаҫ

Ата балаһы алтмышҡа етмәй, аҡыл тапмаҫ

Ата маҡтағанды алма, ауыл маҡтағанды ҡуйма

Ата-бабам баҡҡан ер - кендек ҡаным аҡҡан ер

Ата - инә ҡәҙерен балалы булғас белерһең, ағай - эне ҡәҙерен ялалы булғас белерһең

Ата-инәңә ни ҡылһаң, алдыңа шул килер

Ата-инәһен һөймәгән ҡыҙ яман, Ҡәрҙәш-ҡәүемен һөймәгән ул яман

Атай булмай тороп атай ҡәҙерен белмәҫһең, Әсәй булмай тороп әсәй ҡәҙерен белмәҫһең

Ата-әсә һүҙе - бала-саға күҙе.

Атайҙың һүҙе- аҡылдың үҙе

Атайһыҙға ҡыҙ бирмә, инәйһеҙҙән ҡыҙ алма

Атайһыҙҙы кейәү итмә, инәйһеҙҙе килен итмә.

Атайым ай күргән, иртәгә байрам икән

Атанан йәш ҡалдым, аҡылдан буш ҡалдым

Атанан күргән уҡ юнған, инәнән күргән тун бескән.

Атаңдан айырылһаң айырыл, илеңдән айырылма

Атаһы айырымды ау ҡушыр,өйөрө айырымды яу ҡушыр

Атаһы торор - улы һөйләр, Әсәһе торор - ҡыҙы һөйләр.

Атаһынан күргән - уҡ юнған, инәһенән күргән - тун бескән.

 

Ир аҡылы — бер алтын, ил аҡылы — мең алтын.

Ир башына килһә килһен, ил башына килмәһен.

Ир-егет — ил көҙгөһө

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр.

Ир-егеттең яҡшыһы ил менән.

Ир ике һөйләһә — үҙенә бөлә, хан ике һөйләһә — иленә бәлә.

Ир илендә ҡәҙерле.

Ир ҡайғыһы илдә.

Ир ҡәҙере ил менән.

Ир терәге — ер.

Ир — тыуған илендә, ат — туйған ерендә.

Ир үлһә лә, йола үлмәҫ.

Ир үлһә, ил көйөнөр, дошман һөйөнөр.

Ир яҡшыһы илгә ярай.

Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән.

Ирҙән ашмаҡ бар, илдән атма к юк.Ирҙән китһәң дә, илдән китмә.

Ирҙәр айырылһа, ил таралыр.

Ир аҡыллы булһа, ҡатын күндәм була.

Ир булған ир егерме биштә баш булыр,

Ир булалмаған ир иллелә лә йәш булыр

 

Ир булған кеше этеп йыҡһын, тартып торғоҙһон.

Ир йәше - ике утыҙ, ҡатын йәше - бер утыҙ

Ир йәше ике илле - береһе шәкәр, береһе бикәр

Ир-аҙамат билгеһе - тышта мырҙа, өйҙә ҡол

Ир ҡанаты ат була.

Ирҙең юлдашы ла ат, моңдашы ла ат.

Иренсәк йорт ил булмаҫ, ил булһа ла, гел булмаҫ.

Иртә сәсһәң — уңырһың, һуңға ҡалһаң — туңырһың.

Ит тапмаған - үпкәгә кинәнгән, ҡыҙ тапмаған - еңгәгә (бисәгә) кинәнгән.

Ир үлһә лә йола үлмәҫ.

Иргә бер ҡат барыу - ғәҙәт, икенсегә - оят.

Ирең булмаҫтайға иренеңде бирмә

Ире өмә әйткән, ҡатыны баланға киткән.

Иреңдән айырылғансы күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл.

Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын.

Ирҙән ҡайтҡан яуҙан ҡаты.

 

Ир аҫылы эштә беленә.

Ир ғәйрәте тауҙы ҡом итә.

Ир ҡоралы - ҡамсылыр, ҡулда барҙа ҡәҙере юҡ.

Ир маҡтаныр, ҡорал эшләр.

Ир һөнәре эш булыр.

Атай йөрәге – иң тоғро һәм

һиҙгер йөрәк ул.

Ата – арҡа һөйәге.

Ата һөнәре балаға мираҫ.

Атай оло таяныс.

Ата юлы балаға таҡыр.

 

 

Фразеологизмдарҙа һәм нығынған һүҙбәйләнештәрҙә.

Ата-әсәһен танытырмын(бик ныҡ орошоу, туҡмау).

Атаһы-инәһе юҡ(һ-ҙенең, эшенең). Рәте –сираты, мәғәнәһеюҡ.

Ата улды, инә ҡыҙҙы белмәй. Дөйөм тәртипһеҙлек тураһында.

Буштың атаһы үлгән. погов. Ничего не даётся даром.

Әкиәттәрҙә.

"Ҡамыр батыр", "Етегән батыр", "Алдар менән шайтан" , " Әминбәк",   " Аҡыллы ҡарт менән иҫәр батша",   " Һаранбай менән Зиннәт ағай",     "Алпамыша батыр" , "Урал батыр".

Уйындарҙа.

Малайҙар (уйыны).

"Көршәк",  "Сәкән",  ''Балдаҡ атыш'' ,  ''Ат сабыш'',   '' Кем алда өлгөрә'',    '' Тау батшаһы''.  

 

 

 

 

Сәнғәттә.

И.Ғаянов " Башҡорттарҙың һуғышҡа китеүе", Р.Нурмөхәмәтов "Нефть ятҡылыҡтары ерендә",Ф.Шәймөхәмәтов "Һунарсы".

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Йырҙарҙа.

Г.Ишҡыуатова ''Атайым'', И.Биков  ''Ҡайҙа һин, атайым'', Ғ.Ғәҙелшин                  ''Атайым ҡәҙерлем'', М.Хәйруллина  ''Хуш атайым'',Г.Юнысова                           '' Атайым яҡлаусы'', Г.Шакирова '' Рәхмәт атайым''.

Билдәле ир - азаматтары.

   Тыуған ил, туған тел, халҡы өсөн баш һалыусы ир-азаматтарыбыҙ аҙмы ни: Батырша, Алдар батыр, Ҡаһым түрә, Парижды урап ҡайтҡан Буранбай ҡурайсы, үҙ теле аша ғилем, мәғрифәт нурын сәскән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла, ялҡынлы шағир Шәйехзада Бабич...

 

Атайҙар тураһында иншалар.

                       Атайым менән ғорурланам.

        Атайымдың исеме – Илшат. Уға 45 йәш. Минең атайым бик уңған, матур һәм тырыш кеше. Һәр башлаған эшен еренә еткереп башҡара.

         Йәмле йәйге көндәрҙә ул беҙҙе сәйәхәткә алып китә. Үткән йәй ғаиләбеҙ менән күркәм Урал тауҙарына барҙыҡ. Шифаһы тирә-яҡҡа таралған Ҡурғаҙаҡ шишмәһендә булдыҡ. Уның һыуының тәмлелеген аңлатып бөтөргөһөҙ!.. Йырҙарҙа йырланаған Йүрүҙән йылғаһында рәхәтләнеп һыу индек. Аҙаҡ атайым менән бергәләп балыҡ тоттоҡ. Мин дә уға оҡшап, был шөғөлдө яратам. Беҙгә тәбиғәтебеҙҙең гүзәллеген асҡан был сәйәхәт бик оҡшаны.

         Саф һауалы ҡышҡы көндәрҙә, атайым менән ярышы-ярыша саңғы шыуырға яратабыҙ. “Хәрәкәттә - бәрәкәт”- ти халыҡ. Дөрөҫ икән: үҙе рәхәт, үҙе күңелле һәм сирләтмәй ҙә.

         Минең атайым  -  аҡыллы кеше. Ул һәр кешегә ярҙам итергә әҙер. Мин атайым менән ғорурланам. Ул беҙҙе гел әҙәплелеккә өндәй, кешелекле булырға өйрәтә.

                                    Хәйбуллин Айнур, 4-се а класс уҡыусыһы.

                                                                    

                                       Минең яратҡан атайым.

            Минең атайым Эдуард -  ҡап-ҡара сәсле, уртаса буйлы, зәңгәр күҙле, матур,таҙа, көслө кеше. Ул дауаханала эшләй. Атайымды эшендә лә бик яраталар. Ул бик уңған һәм тырыш. Мин уны һәр саҡ маҡтап ҡына һөйләйем, сөнки минең атайым - иң һәйбәте, иң яҡшыһы... Беҙҙең ғаиләбеҙҙең ышаныслы таянысы. Ул илебеҙҙе һаҡлауға ла үҙ өлөшөн индергән. Совет армияһы сафтарында автомобилдәр ротаһында хеҙмәт иткән. Иҫән-һау йөрөп ҡайтҡас, олатайымдарға ярҙам итеп йәшәгән.

       Мин атайымды бик яратам. Ул да беҙҙе ярата.  Атайыма оҙон ғүмер, сәләмәтлек, бәхет һәм шатлыҡтар ғына теләйем.

                                     Йомағолова Светлана, 5-се б класс уҡыусыһы.                 

 

ЙОМҒАҠЛАУ.

   Шулай итеп , башҡорт һәм рус теле берәмектәрен өйрәнеп, рус халҡының да, башҡорт халҡының да донъяуи тел картинаһында “атай “ концепты айырым бер урын алып тора тип һығымта яһарға мөмкин. Сөнки атайҙар ҙа әсәйҙәр кеүек борон-борондан ғаиләлә, илдә иң абруйлы кешеләрҙең береһе булған. Был турала бик күп мәҡәл-әйтемдәр һөйләй.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге, II том, Мәскәү, 1993

Башҡортса-русса һүҙлек

Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге, Өфө, 2006

Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, Өфө, 1994

Фразеологический словарь русского языка. Свыше 4000 словарных статей. Под редакцией А.И. Молоткова. Издание второе, стереотипное.Издательство «Советская энциклопедия», Москва,1968 г.

"Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл

("Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек. Өфө"Китап",1996 йыл)

("Аҡбуҙат" журналы № 3,2003 йыл)

"Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл)

Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. М.С. Игебаева. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1980

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡушымта.

Лариса Абдуллина

Бер яҡтылыҡ бөркөлгәндәй төҫлө

Ҡыҙың менән үтһәң урамдан.

Әйтерһең дә, һеҙҙең ара ғына

Ҡояш нуры менән уралған

 

Кескәй генә донъяһында ҡыҙҙың

Иң ҙур кешеһе лә - атаһы!

Тас үҙеңә оҡшаш сабый көткәс,

Өйгә ашҡынып та ҡайтаһың.

 

Бәхет бит ул бер мәл генә түгел,

Ғүмер буйы бәхет ҡойола.

Тыуыр бәхеттәре ҡыҙҙың бөгөн,

Собханалла, алдан тойола!

 

"Атайымдың ос һәнәге" - Ноғман Мусин

Атайым – ҡәҙерлем,

Атайым – берҙән-берем,

Атайым – таянысым,

Атайым – ҡояшым,

Атайым – яратҡаным,

Атайым – батырым,

Атайым – ышанысым,

Атайым – тормош нурым,

Атайым күңел нурым,

Атайым – терәгем.

 

1.Кем hымаҡ тип әйтәйем

  Нимәгә окшатайым?

  Әкиат батыры hымаҡ

  Ҡыйыу минең атайым.

      Иң аҡыллы, иң көслө, иң шәп минең атайым

      Шуға ла ер шарынан ғорурланып атлайым.

2.Көн буйы акса эшләй

  Күстәнәс алып ҡайта

  Әсәйемде туғанымды

  Мине ла ныҡ ярата .

3.Теүәл  генә үтәйбеҙ

   Атайым йомош ҡушhа

  Атайыбыҙ өлкәне ул

  Беҙҙең өйҙә ул хужа.

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "«АТАЙ» КОНЦЕПТЫ БАШҠОРТ ҺӘМ РУС ДОНЪЯУИ ТЕЛ КАРТИНАҺЫНДА"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Менеджер образования

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 097 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 23.01.2017 1612
    • DOCX 1.9 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Зайнуллина Мадина Ахатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Зайнуллина Мадина Ахатовна
    Зайнуллина Мадина Ахатовна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 47659
    • Всего материалов: 39

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Мини-курс

Медиа и коммуникации в современном обществе

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 77 человек из 35 регионов
  • Этот курс уже прошли 16 человек

Мини-курс

История классической музыки от античности до романтизма

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стартап: от идеи к успеху

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 29 человек из 18 регионов