Инфоурок Классному руководителю КонспектыҠазан ҡалаһында Халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән "Милли хәзинә - Национальное достояние" конкурсындағы сығыш

Ҡазан ҡалаһында Халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән "Милли хәзинә - Национальное достояние" конкурсындағы сығыш

Скачать материал

М. АҠМУЛЛА ИС. БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ПЕДАГОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ

БАШҠОРТ ФИЛОЛОГИЯҺЫ ФАКУЛЬТЕТЫ

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

СӘСӘН ҺҮҘЕ БЕР БУЛЫР

(ҠОБАЙЫР)

 

 

 

 

 

 

 

 

Авторы: Һатлыҡова Әлфиә,

V курс студенткаһы

 

 

 

 

 

 

 

Өфө-2010


Сәсән һүҙе бер булыр!

Эй, думбырам, яҡын дуҫым,

Ҡылдарыңда моңдарың!

Эй, думбырам, әйҙә, уйна,

Күңелдәр сыңлап китһен!

Егет-ҡыҙҙар күңеле

Хыялдарға күмелһен!

Сәсән рухы терелһен!

Ай, Уралым, Уралым,

Бөтә донъя урайы,

Халҡымдың ул төйәге,

Үҫә башҡорт ҡурайы…

Телем менән баймын мин,

Илем менән баймын мин;

Тарихым бар, затым бар,

Башҡорт тигән атым бар!!!

Әйт тигәсең, әйтәйем,

Тыңла һүҙем, әйкәйем,

Һүҙем тыңлап яуап бир,

Аҡыллы тос фекер бир!

Башҡортмон тип яр һалыу

Аҡты аҡ ти(е)ү түгел ул,

Бәйгеләрҙә алға сығыу,

Уйын эш тә түгел ул…

Телең майҙай шыма булһын,

Телең балдай татлы булһын,

Йөҙөң һәр  саҡ яҡты булһын,

Әйткән һүҙең хаҡ булһын!

Күңелең зирәк, күҙең үткер,

Ә ҡолағың һаҡ булһын,

Яуабың әҙер булһын!!! Амин!

Йә, йәмәғәт, тел һынап,

Алайыҡ бер аҙ ғына…

Телһеҙ халыҡ кем булыр?

Залдың яуабы: - телен белмәгән – шул булыр.

Моңһоҙ халыҡ кем булыр?

Залдың яуабы: Моңон һөймәгән шул булыр.

Афарин! Ғәмһеҙ халыҡ кем булыр?

Залдың яуабы: Йоҡлап йөрөгән шул булыр!

Заңһыҙ халыҡ кем булыр?

Залдың яуабы: Йолаһын онотҡан шул булыр.

Күңел байлығына сиктәр юҡ,

Телдең байлығына биктәр юҡ!

Һай башҡортом, башҡортом,

Күпте күргән башҡортом…

Батыры бар башҡортом,

Бахыры бар башҡортом…

Аҡһаҡалын ҡорға йыйған,

Ҡоро ла бар башҡортом…

Аҡмуллаһы борон әйткән,

Уҡыу кәрәк, башҡортом!

Сәсән һүҙе, сәсән үҙе,

Халҡын маҡтап йырлаған.

Мәржәниҙәр мәрҫиәһен,

Халҡым уҡыһын,тип сығарған.

Сәсән һүҙле сәсән китап

Ошо ерҙә тәү тыуған.

Мең һигеҙ йөҙ туҡһан икелә

Ҡазанда ул баҫылған.

Рәхмәт һиңә, татар дуҫым,

Ныҡлы итеп ҡыҫыр ҡулым

Мосолмандар көслө булһын,

Дуҫлыҡ менән донъя тулһын!

Борон бабам нәҙер әйткән:

Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы,

Бөгөн – һеҙҙә,

Иртән – беҙҙә,

Ҡәрҙәшлекте арттырырбыҙ,

Иман булһа күң(е)лебеҙҙә!

Был донъяның нуры кемдә?

Был донъяның уты кемдә?

Илем тиеп һулыш алған,

Телем тиеп һулыш алған,

Телен һатҡан моңһоҙға,

Илен һатҡан дуңғыҙға

Ҡаршы торор үҙе булған,

Ҡылыстан үткер һүҙе булған,

Белеме менән тау ярыр,

Ғилеме менән дау баҫыр,

Тура теле ҡабырғанан аҫыр

Ысын мөғәллим булыр, ау,

Ысын мөғәллим булыр!..

Ата-бабам васыятын

Түкмәй-сәсмәй еткерер,

Аҡмуллалар аманатын,

Күңеленән үткәрер,

Сәсән һүҙен тергеҙер,

Сәсән үҙе терелер,

Беҙҙә лә бар шундайҙар,

Бөгөн дә бар ундайҙар!

Эй, йәмәғәт, һүҙем шул,

Теләр инем оҙон һүҙ,

Китапҡа ул яҡшы шул,

Беҙҙең ваҡыт сикле шул,

Бер ҡолаҡҡа төшкән һүҙ,

Атҡан уҡҡа бәрәбәр,

Тимәк барса күңелдә,

Урын алды был хәбәр!

Уйланырға, моңланырға

Мәжбүр итһәм мин әгәр,

Был донъяла моңһоҙ маңҡорт,

Бөткән икән, иллә мәгәр!

Рәхмәт!

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Ҡазан ҡалаһында Халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән "Милли хәзинә - Национальное достояние" конкурсындағы сығыш"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Редактор

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

2010йыл минең хәтеремдә ҙур еңеүем менән иҫтә ҡалды. Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы Ҡазанда Халыҡ-ара кимәлдә педагогия уҡыу йорттары араһында оло ярыш үтте. Мин был конкурста үҙебеҙҙең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының студенты булараҡ ҡатнаштым. Әйтергә кәрәк, төрлө яҡтан йыйылған һәләтле  йәштәр араһында көс һынашыу еңелдән булманы. Тик тыуған уҡыу йортомдоң, яратҡан уҡытыусыларымдың миңә булған ышанысы, һөйөүе әйтеп бөтөргөһөҙ көс-дәрт, ҡеүәт бирҙе; һәм беҙ Өфөгә ҙур еңеү - 1-се урын менән ҡайттыҡ! Был еңеүем, ғөмүмән, күп уңыштарым өсөн мин үҙемдең остаздарыма бурыслымын.  

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 619 материалов в базе

Скачать материал

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 04.12.2014 747
    • DOCX 34.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сатлыкова Альфия Миратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сатлыкова Альфия Миратовна
    Сатлыкова Альфия Миратовна
    • На сайте: 9 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 4
    • Всего просмотров: 59162
    • Всего материалов: 25

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Особенности реализации Федеральной рабочей программы воспитания в школе

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 92 человека из 32 регионов
  • Этот курс уже прошли 250 человек

Курс повышения квалификации

Медиаграмотность как форма работы с современным родителем

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 37 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 126 человек

Курс повышения квалификации

Профилактика компьютерной зависимости и безопасность в сети Интернет среди детей и подростков

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 51 человек из 26 регионов
  • Этот курс уже прошли 144 человека

Мини-курс

Управление стрессом и психологическими состояниями

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 78 человек из 32 регионов
  • Этот курс уже прошли 54 человека

Мини-курс

Создание и продвижение сайтов для достижения максимальных результатов

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 31 человек из 15 регионов

Мини-курс

Развитие предметно-практических действий, игровых навыков и математических представлений у детей раннего возраста

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе