Инфоурок Родной язык Рабочие программыБашҡорт теленән эш программаһы

Башҡорт теленән эш программаһы

Скачать материал

ГБОУ Республиканский центр дистанционного образования детей-инвалидов

 

«Рассмотрено»

Руководитель МК

________________

Протокол № __от

«       »   августа   2020г.

 

«Согласовано»

Зам. директора  по УВР _______Н.В.Цепляева                        

«      » августа   2020г.

 

«Утверждено»

Директор ГБОУ РЦДО

_______/Ф.Ж.Нуриев/

Приказ №        от

«     » августа   2020г.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Рабочая программа

по учебному предмету «Башкирский (государственный) язык

для 5 - 10 классов

учителя  высшей квалификационной категории

Асылгужиной  Д.А.

 на 2020 - 2021 учебный год

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

г. Уфа

2020год


Аңлатма яҙыу

         Башҡорт (дәүләт)  теленән дөйөм белем биреү Эш программаһы Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына һәм Републиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең уҡыу планына ярашлы төҙөлгән һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ тәүге йыл өйрәнеүсе 5-10 синыф уҡыусыларына тәғәйенләнгән. Эш программаһы федераль һәм региональ  документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө.

         Федераль кимәлдәге документтар:

         Федераль Закон №273 – ФЗ “Рәсәйҙең Мәғариф законы” (29.12.2012.).

         РФ Мәғариф һәм фән министрлығының “Дәреслектәрҙең федераль исемлеге тураһында”ғы хаты ( №08 – 548 , 29.04.2014.).

         РФ Мәғариф һәм фән министрлығының “Белем биреү учреждениеларында башланғыс, төп һәм урта белем биреү программалары буйынса эште ойоштороу тураһында”ғы бойороғо (30.08.2013. № 1015).

         “Белем биреү учреждениеларында уҡытыуға һәм уҡытыу шарттарына ҡарата санитар – эпидемиологик талаптар”. РФ Төп хѳкүмәт санитар врачы ҡарары (29.12.2010 № 02-600).

         Региональ кимәлдәге документтар:

         “Башкортостандың Мәғариф законы” ( 29.12.2007 N 515-з, от 28.02.2008 N 540-з).

         Башҡорт теленән программалар. 5-11 кластар өсөн. (Төҙ. Ғәбитова З.М.).- Өфө: Китап, 2017.-72 б.

         «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Белем биреү учреждениеһы кимәлендәге документтар:

Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге дәүләт бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының  Уҡыу программаһы.

    Републиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгендә физик үҫешендә кәмселектәр, таяныу-хәрәкәт итеү аппаратында боҙолоуҙар (НОДА) һәм психик үҫешендә тотҡарлыҡтары булған балалар белем ала. Эш программаһында ошо уҡыусыларҙы уҡытыу-үҫтереү үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған һәм төп маҡсат башҡорт телендә аралашырға өйрәтеү, тел һәм әҙәбиәт буйынса белем биреү, психик процестарҙы коррекциялауға йүнәлтелгән.

    Републиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Уҡыу планы буйынса “Башҡорт (дәүләт) теле ” предметы 2020-2021 уҡыу йылында 5-10  кластарҙа  тәүге тапҡыр өйрәнелә һәм аҙнаһына 0,5 сәғәт (йылына 17 сәғәт) уҡытыла. Уҡыу ҡулланмаһы: “Башҡорт теле. ru: интенсив курс. Башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн уҡыу ҡулланмаһы /Ф.Ғ.Хисаметдинова, Э.Ю.Толомбаева, С.А.Таһирова, һ.б. – Өфө: Китап, 2018.

Башҡорт (дәүләт) телен  уҡытыуҙың маҡсаты:

- Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләшергә һәм аралашырға өйрәтеү.

Дөйөм маҡсаттан түбәндәге бурыстар билдәләнде:

         Телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу булдырыу, теләк уятыу, уны тормошта ҡулланырға өйрәтеү.

         Башҡорт теленең грамматикаһын контекста өйрәнеү, дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү.

         Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

         Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә өйрәтеү.

         Башҡорт  телендәге дәреслек, уҡыу ҡулланмаларын һәм балалар әҙәбиәтендәге текстарҙы дөрөҫ итеп үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү (чтение).

         Аралашыуҙа була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу (элементарное письмо).

         Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, уҡыу, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

         Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу һәм башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

 

“Башҡорт (дәүләт) телен ” уҡыу предметын үҙләштереүгә планлаштырған һөҙөмтәләр

         Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусыларҙәң телде  үҙләштереүҙә шәхсән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1) Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли – мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль – этик сифаттарын үҫтереүҙә  телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү,

2) Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; башҡорт теленә  ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу,

3) Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде асыҡ итеп еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

             Башҡорт (дәүләт) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

      телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

         телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш , текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәлмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

         төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

         төрлө стилдәге, жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

         төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт дискылар, интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

         һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

         стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

         алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив)маҡсатын билдәләү һәләтлеге, хәрәкәттең эҙмә – эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ әйтеү;

         тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, конспект, һөйләү, аннотация) һөйләй алыу;

         төрлө стилдә , жанрҙа, адресланыуға ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

         телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә – эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

         төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү, төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог – һорашыу, диалог – аралашыуға өндәү, диалог – фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;

         ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

         телмәр этикет нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

          телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым – ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

         Уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тотоу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә белеү;

         Үҙ тиңдәштәреңдең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

         Алынған  белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет – ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

         Аралашыу  процесында тирә – яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралшыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли – мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

             Башҡорт (дәүләт) теле программаһын үҙләштереүҙең предмет һөҙөмтәләре:

1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республткаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2) гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның  ролен аңлау:

3) туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм ураҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми – эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; фунцианаль – мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразиологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү:

6) телдең төп берәмектәрен, гамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7) һүҙгә анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙъяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8) тел һүрәтләү саралары һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу;

9) туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

Уҡыу предметы йѳкмәткеһенең ҡиммәти йүнәлештәре

    Башҡорт (дүәләт) телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып 5-10 класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һам үҙләштереү тора. 5-10 кластарҙа  башҡорт теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ:

-Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер- береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлатыу.

-Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

-Матурлыҡ ҡиммәте - башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙләштереү.

-Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халәте булыуын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур.Уҡыу шмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

-Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ теленде , халҡыңды хөрмәт итеү, халыҡтың йолаларын, ғѳрөф- ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

-Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

 

 

“Башҡорт (дәүләт) телен” уҡыу предметының йөкмәткеһе

1-се бүлек. Сәләм! Исемең кем?

Лексик тема: инеш дәрес, танышыу, сәләмләү, үҙең менән таныштырыу, диалог төҙөү, “Сәләм! Мин Тимур!”, “Был кем?”,  “Минең визиткам”, “Минең дуҫтарым” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текст төҙөү, исемдең мәғәнәһен аңлатыу.

Грамматик тема: башҡорт теле тураһында дөйөм белешмә биреү, башҡорт теленең алфавиты менән танышыу, башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәрен дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү.

Практик эш: үҙеңдең визиткаңды эшләү.

2-се бүлек. Һиңә нисә йәш?

Лексик тема: үҙең тураһында текст төҙөү, нисә йәш икәнен әйтергә өйрәнеү, “Миңә  11- 17 йәш”, “Минең ғаиләм”, “Тыуған көн бүләге”, “Ашығыҙ тәмле булһын!”  темаларына һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текст төҙөү, һөйләшеү.

Грамматик тема: һандарҙы өйрәнеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәһен булдырыу.

Практик эш: “Минең ғаиләм” темаһына проект, “Тыуған көн бүләге” темаһына бүләк-ҡотлау эшләү (теләк буйынса).

3-сө бүлек. Һин ҡайҙан?

Лексик тема: “Ул ҡайҙа йәшәй?”,  “Мин Башҡортостандан”, “Башҡортостанда көндәр нисек?”, “Өфөлә сәғәт нисә?” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Грамматик тема: “Исем” һүҙ төркөмө тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү, исемдәрҙең килеш менән үҙгәрешен аңлатыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү. Контроль эш.

Практик эш: “Мин Башҡортостанда йәшәйем”  темаһына ижади эш (презентация, хикәйә, текст төҙөү, һ.б.).

4-се бүлек. Электрон почтаң бармы? Телефоның нисек?

Лексик тема: “Һинең компьютерың”, “Кеҫә телефоны”, “СМС-хәбәр ебәреү”, “Интернетта гиҙеү” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Грамматик тема:  “Ҡылым” һүҙ төркөмө тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү, ҡылымдың барлыҡ-юҡлыҡ формаларын аңлатыу,  телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.

Практик эш: СМС-хәбәр ебәреү өсөн үҙең менән танышыу тексы төҙөү.

5-се бүлек. Музыка яратаһыңмы?

Лексик тема: “Музыка тыңлайһыңмы?”,  “Ниндәй музыка ҡоралын яратаһың?”,  “Театр донъяһын беләһеңме?”, “Ниндәй кино оҡшай?” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Грамматик тема: “Исем” һүҙ төркөмөн ҡабатлау, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр  тураһында белешмә биреү, исемдәрҙең һан менән үҙгәрешен аңлатыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.

Практик эш: “Башҡортостан театрҙары”, “Минең яратҡан актерым”, “Башҡорт музыка ҡоралы” темаларына проект эшләргә (бер тема буйынса презентация, хикәйә, белешмә төҙөргә һ.б.).

6 –сы бүлек. Ниндәй телетапшырыуҙар ҡарайһың?

Лексик тема: “Телевизор ҡарарға яратаһыңмы?”,  “Тапшырыуҙар программаһы”, “Радиотапшырыу”, “Телефильм әҙерләү” “Ижади дәрес. Сәләм-күстәнәс”, “Нәфис әҙәбиәт дәресе. Әҙәбиәт мөйөшө”, “Мәҙәниәт дәресе. Мәҙәни гөлләмә”, “Яңы йыл менән!” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Грамматик тема: исем, ҡылым, һандарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү, ҡотлау тексы яҙырға өйрәнеү. Контроль эш.

Практик эш: “Минең яратҡан тапшырыуым” темаһына текст төҙөргә.

7-се бүлек. Йәйге ял.

Лексик тема: “Каникулда”, “Һиңә ниндәй машина оҡшай?”, “Баллы-тур”, “Ожмах утрауы”-нда” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Грамматик тема: исемдәрҙе килеш менән үҙгәреүе, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

Практик эш: “Ял итеүсе картаһы” төҙөргә.

8-се бүлек. Буш ваҡытыңда нимә эшләйһең?

Лексик тема: “Һәр кемдең  үҙ шөғөлө”, “Хәрәкәттә – бәрәкәт”, “Спорт уйындары”, “Үҫмерҙәр һәм балалар уйындары” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү. Ижади дәрес. Йомғаҡлау.

Грамматик тема: ҡылымдарҙың зат, һан менән үҙгәреүен аңлатыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.

Практик эш: “Минең яратҡан шөғөлөм” темаһына ижади эш.

9-сы бүлек. Ниндәй стилдәге кейемдәр оҡшай?

Лексик тема: “Магазиндарҙа”, “Кейемдәр парады”, “Махсус кейемдәр”, “Башҡорт халыҡ милли кейемдәре”, “Нәфис әҙәбиәт дәресе. Әҙәбиәт мөйөшө”, “Мәҙәниәт дәресе. Мәҙәни гөлләмә” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү. Ижади дәрес. Йомғаҡлау.

Грамматик тема: морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Практик эш: “Халҡымдың милли кейеме” темаһына ижади эш (презентация, һүрәт эшләү, хикәйә төҙөү, һ.б.).

10-сы бүлек. Һин ниндәй кеше.

Лексик тема: “Иң матуры һин!”, “Күңелең матурмы?”, “Холҡоң яҡшы, йөҙөң яҡты, һүҙең татлы”, “Һин бәхетле кешеме?” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Грамматик тема: “Сифат” һүҙ төркөмө тураһында дөйөм төшөнсә биреү, сифаттарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.

Практик эш: “Бәхет – ул ...” темаһына коллаж, “Кем ул матур кеше?” темаһына инша яҙырға, текст төҙөргә (бер тема һайлап алына).

11-се бүлек. Кумирың кем?

Лексик тема: “Яратҡан йырсың”, “Яратҡан яҙыусың”, “Спортсылар”, Бейеүҙәр илендә” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Грамматик тема: морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Практик эш: “Минең кумиым” темаһына ижади эш.

12-се бүлек. Кем булырға теләйһең?

 Лексик тема: “Ниндәй һөнәрҙәр була?”, “Һиңә ниндәй һөнәр оҡшай?”, “Кем булып эшләргә теләр инең?”, “Һөнәре бар мал таба”  темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү. Ижади дәрес. Мәҙәниәт дәресе. Мәҙәни гөлләмә. Йомғаҡлау дәресе.

Грамматик тема: үтелгәнде ҡабатлау, йомғаҡлак. Контроль эш.

Практик эш: “Беҙҙең байрамдар” темаһына ижади эш.


 

Тематик - календарь планлаштырыу.

 

Дәрес темаһы

Дәрес һаны

Төп йөкмәтке

метапредмет

предмет

шәхси

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек төрҙәре

Контроль эш төрҙәре

Үткәреү ваҡыты

план/фактик

Башҡорт теле. Сәләм! Исемең кем? (1 сәғәт)

1

Инеш дәрес. Сәләм! Мин Тимур! Был кем?  Минең визиткам. Минең дуҫтарым.

1

Инеш дәрес, танышыу, сәләмләү, үҙең менән таныштырыу, диалог төҙөү

Теманы текстарға бәйләп өйрәнеү. Башҡорт алфавиты менән таныштырыу.

Ололар һәм үҙ тиҫтерҙәрең менән һаулыҡ һораша, таныша  белеү ҡағиҙәләрен белеү.

Башҡорт теленең алфавиты менән танышыу, башҡорт теленә хас өндәрҙе әйтергә өйрәнеү.

Башҡорт теленә хас хәрефтәрҙе әйтеү һәм яҙыу, яңы һүҙҙәр ҡулланып,  танышыу, үҙең тураһында һөйләй белеү.

Һүҙлек диктанты

 

Һиңә нисә йәш? (1 сәғәт)

2

Миңә  11- 17 йәш. Минең ғаиләм.

1

Үҙең тураһында текст төҙөү, нисә йәш икәнен әйтергә өйрәнеү, яңы һүҙҙәр үҙләштереү, уларҙы телмәрҙә ҡуллана белеү.

Теманы яңы һүҙҙәр үҙләштереү ярҙамында өйрәнеү, һандарҙы өйрәнеү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

Үҙең, ғаиләң тураһында һөйләй белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәһен булдырыу.

Уҡыусыларҙы ғаилә ҡиммәттәре менән таныштырыу, ғаилә ағзаларына ҡарата ихтирам тәрбәиәләү.

Ғаилә ағзаларында бер-береһенә ҡарата ихтирам тәрбиәләү, диалогик телмәрҙе үҫтереү. Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

“Минең ғаиләм” темаһына проект эше

 

Һин ҡайҙан? (1 сәғәт)

3

Ул ҡайҙа йәшәй? Мин Башҡортостандан. Башҡортостанда көндәр нисек? Өфөлә сәғәт нисә?

1

“Ул ҡайҙа йәшәй?”,  “Мин Башҡортостандан”, “Башҡортостанда көндәр нисек?”, “Өфөлә сәғәт нисә?” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Теманы яңы һүҙҙәр өйрәнеү ярҙамында текстарға бәйләп өйрәнеү, Башҡортостан тураһында яңы мәғлүмәт биреү, яңғыҙлыҡ исемдәр менән таныштырыу.

“Исем” һүҙ төркөмө тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү, исемдәрҙең килеш менән үҙгәрешен аңлатыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу, иҫтә ҡалдырыу.

Башҡорт теленә хас хәрефтәрҙе әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү, яңы һүҙҙәр менән танышыу, ҡулланыу, йәшәгән ерең тураһында һөйләргә өйрәнеү.

“Мин Башҡортостанда йәшәйем”  темаһына ижади эш (презентация, хикәйә, текст төҙөү, һ.б.)

 

Электрон почтаң бармы? Телефоның нисек? (1 сәғәт)

4

 “Һинең компьютерың”, “Кеҫә телефоны”, “СМС-хәбәр ебәреү”, “Интернетта гиҙеү”

1

 “Һинең компьютерың”, “Кеҫә телефоны”, “СМС-хәбәр ебәреү”, “Интернетта гиҙеү” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

 “Ҡылым” һүҙ төркөмө тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү, ҡылымдың барлыҡ-юҡлыҡ формаларын аңлатыу,  телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

СМС-хәбәр ебәреү өсөн  танышыу тексы төҙөү.

Тема буйынса яңы һүҙҙәр менән танышыу, уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу, текстар уҡыу.

Һүҙлек диктанты.

 

Музыка яратаһыңы? (1 сәғәт)

5

Рок тыңлайһыңмы? Ниндәй музыка ҡоралын яратаһың? Театр донъяһын беләһеңме?Ниндәй кино яратаһың?

1

“Музыка тыңлайһыңмы?”,  “Ниндәй музыка ҡоралын яратаһың?”,  “Театр донъяһын беләһеңме?”, “Ниндәй кино оҡшай?” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

“Исем” һүҙ төркөмөн ҡабатлау, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр  тураһында белешмә биреү, исемдәрҙең һан менән үҙгәрешен аңлатыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.

 Яңы һүҙҙәр үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Тема буйынса һүҙҙәр уйлап яҙыу, бәләкәй хикәйә төҙөү, дөрөҫ итеп уҡырға һәм яҙырға  өйрәнеү.

Башҡорт теленә хас хәрефтәрҙе әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү, яңы һүҙҙәр менән танышыу, ҡулланыу. Тема буйынса текст уҡыу, һорауҙарға яуап биреү, һөйләү.

Һүҙлек диктанты.

 

Ниндәй телетапшырыуҙар ҡарайһың? (3 сәғәт)

6

Телевизор ҡарарға яратаһыңмы? Тапшырыуҙар программаһы. Телефильм әҙерләү.

3

“Телевизор ҡарарға яратаһыңмы?”,  “Тапшырыуҙар программаһы”, “Радиотапшырыу”, “Телефильм әҙерләү” “Ижади дәрес. Сәләм-күстәнәс”, “Нәфис әҙәбиәт дәресе. Әҙәбиәт мөйөшө”, “Мәҙәниәт дәресе. Мәҙәни гөлләмә”, “Яңы йыл менән!” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

 Исем, ҡылым, һандарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү, ҡотлау тексы яҙырға өйрәнеү.

Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Уҡыусыларҙы тема буйынса һөйләшергә, аралашырға, һөйләмдәр уйларға һәм яҙырға өйрәтеү.

Тема буйынса диалог төҙөү, “Минең яратҡан телетапшырыуым” темаһына хикәйә төҙөү, һүҙлек эше башҡарыу.

“Минең яратҡан тапшырыуым”темаһына текст төҙөү.

 

 Йәйге ял (1 сәғәт)

7

Каникулдар. Һиңә ниндәй. машина оҡшай? Баллы-тур. “ Ожмах утрауында”

1

 “Каникулда”, “Һиңә ниндәй машина оҡшай?”, “Баллы-тур”, “Ожмах утрауы”-нда” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

 Исемдәрҙе килеш менән үҙгәртергә, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Уҡыусыларҙы тема буйынса һөйләшергә, аралашырға, йәйге ял тураһында һөйләшергә  өйрәтеү.

Тема буйынса яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу, һөйләү.

Һайланма диктант.

 

Буш ваҡытыңда нимә эшләйһең? (2 сәғәт)

8

Һәр кемдең  үҙ шөғөлө. Хәрәкәттә бәрәкәт. Спорт уйындары.

Ижади дәрес. Йомғаҡлау.

2

“Һәр кемдең  үҙ шөғөлө”, “Хәрәкәттә – бәрәкәт”, “Спорт уйындары”, “Үҫмерҙәр һәм балалар уйындары” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү. Ижади дәрес. Йомғаҡлау.

Ҡылымдарҙың зат, һан менән үҙгәреүен аңлатыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.

Тема буйынса яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, улар менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү, ижади эш башҡарыу.

Яңы һүҙҙәр ҡулланып, яратҡан спорт төрө тураһында һөйләргә өйрәнеү.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү, уларҙы ҡулланып, һөйләмдәр төҙөү, яратҡан шөғөл тураһында хикәйә яҙыу.

“Минең яратҡан шөғөлөм” темаһына ижади эш.

 

Ниндәй стилдәге кейемдәр оҡшай? (1 сәғәт)

9

Магазиндарҙа. Кейемдәр парады. Махсус кейемдәр. Милли кейемдәр.

1

“Магазиндарҙа”, “Кейемдәр парады”, “Махсус кейемдәр”, “Башҡорт халыҡ милли кейемдәре”, темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү. Ижади дәрес. Йомғаҡлау.

 Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу, йомғаҡлау.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Яңы һүҙҙәрҙе ҡулланып, яратҡан кейемең тураһында һөйләй белеү

 “Магазинда” темаһына диалог төҙөү, һүҙлек эше башҡарыу, яратҡан кейемең тураһында һөйләү.

“Халҡымдың милли кейеме” темаһына ижади эш (презентация, һүрәт эшләү, хикәйә төҙөү, һ.б.).

 

 Һин ниндәй кеше (1 сәғәт)

10

Иң матуры һин! Күңелең матурмы? Һин бәхетле кешеме?

1

“Иң матуры һин!”, “Күңелең матурмы?”, “Холҡоң яҡшы, йөҙөң яҡты, һүҙең татлы”, “Һин бәхетле кешеме?” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

“Сифат” һүҙ төркөмө тураһында дөйөм төшөнсә биреү, сифаттарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.

Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

ема буйынса яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, улар менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү, ижади эш башҡарыу

Яңы һүҙҙәр ҡулланып, текст төҙөү (бер тема һайлап алына), «Нимә ул бәхет?” темаһына диалог төҙөү.

Кем ул матур кеше?” темаһына инша яҙыу

 

Кумирың кем? (1 сәғәт)

11

Яратҡан йырсың. Яратҡан яҙыусың. Спортсылар .Бейеү илендә.

1

“Яратҡан йырсың”, “Яратҡан яҙыусың”, “Спортсылар”, Бейеүҙәр илендә” темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.

Тема буйынса яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү, һөйләү телмәрен үҫтереү.

Ижад кешеләре, билдәле спортсылар тураһында яңы һүҙҙәр ҡулланып, һөйләшергә өйрәнеү.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү, уларҙы ҡулланып, һөйләмдәр төҙөү, яратҡан  кумирың тураһында һөйләү.

“Минең кумирым” темаһына ижади эш башҡарыу.

 

 Кем булырға теләйһең? (2 сәғәт)

12

Кем булып эшләйһең? Мин врач буласаҡмын. Ниндәй һөнәр иң яҡшы? Юҡҡа сыҡмай һөнәрле.

2

“Ниндәй һөнәрҙәр була?”, “Һиңә ниндәй һөнәр оҡшай?”, “Кем булып эшләргә теләр инең?”, “Һөнәре бар мал таба”  темаларына яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу, системалаштырыу.

Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, текстар, диалог төҙөү, һөйләшеү, һорауҙарға яуап биреү.

Тема буйынса диалог төҙөү, кем булырға теләүең тураһында һөйләй белеү, бирелгән мәҡәлдең мәғәнәһен аңлата белеү.

Яңы һүҙҙәр үҙләштерү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу, “Кем булырға теләйһең?”темаһына диалог төҙөү.

“Беҙҙең байрамдар” темаһына ижади эш башҡарыу.

 

13

Контроль эш. Йомғаҡлау дәресе.

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, системалаштырыу.

Дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен нығытыу.

Ғәмәлдә дөрөҫ яҙыу.

Үҙ белемдәрен баһалау.

Контроль эш эшләү (тест, диктант, тәржемә итеү, грамматик эш башҡарыу).

Тест, диктант, тәржемә, грамматик эш

 

 


 

Уҡытыу процесының матди-техник базаһы

 

Төп әҙәбиәт:

 

1.Башҡорт теленән программа  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн). Төҙөүсе авторҙары: Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г. Ижевск: Книгоград, 2008.

2. Башҡорт теле. ru: интенсив курс. Башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн уҡыу ҡулланмаһы /Ф.Ғ.Хисаметдинова, Э.Ю.Толомбаева, С.А.Таһирова, һ.б. Өфө: Китап, 2018.

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

         Аҙнағолов Р.Ғ.  Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Өфө: Китап, 2011.

         Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. Өфө: Информреклама, 2003.

         Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу мтеодикаһы. Өфө: Китап, 2008.

         Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре. Өфө: Китап, 2009.

         Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт теле. Морфология. Өфө: БДУ, 2002.

         Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Өфө: Эшлекле династия, 2008.

         Ишбулатов Н.Х., Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Морфология. Өфө: БДУ, 2002.

         Усманова М.Г., Абдуллина Ф.Ф. Башкирский язык: тесты, правила. Уфа: ИД «Окслер», 2007.

         Әүбәкирова  З.Ф. һ.б.   Мин  башҡортса   уҡыйым. Өфө: Китап, 2007.

 

Һүҙлектәр:

1.Азнагулов Р.Г. Грамматический словарь башкирского языка. М.: Русский язык, 1993

2.Гарипов И.М. Башкирско-русский словарь пословиц и поговорок. Уфа: Китап, 1994.

3.Ураксин З.Г. Башкирско-русский словарь. М.: Дигора, 1996.

4.Ураксин З.Г. Русско-башкирский словарь. Уфа: Китап, 2007.

5.Ураксин З.Г. Русско-башкирский фразеологический словарь. М.: Русский язык, 1989.

6.Ураксин З.Г. Словарь антонимов башкирского языка. Уфа: Китап, 2009.

7.Ураксин З.Г. Словарь синонимов башкирского языка. Уфа: Китап, 2000.

8.Ураксин З.Г. и др. Толковый словарь современного башкирского литературного языка / в 2-х т. Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2004.

 

Интернет-ресурстар:

1. Башҡорт телен өйрәнеү сайты: http://tel.bashqort.com

2. Электрон дәреслек: Башҡорт теле - Хисамитдинова Ф.Ғ.: http://tel.bashqort.com/hisamitdinova

3. Әлифба – башҡорт теленән дәреслек: http://www.bashklip.ru/index/bashkirskiy_yazik/0-17

4. Башҡорт теленең грамматикаһы - Усманова М.Ғ.: http://tel.bashqort.com/usmanova

5. Электрон дәреслек: "Башҡортса өйрәнәйек", Толомбаев Х.А. һ.б.: http://tel.bashqort.com/e-textbook-1-4.

6. Электрон дәреслек (дәүләт теле уҡыған төркөмдәр өсөн) (5-11 кл.): http://tel.bashqort.com/e-textbook-5-11

7. Башҡортса-русса һүҙлек: http://huzlek.bashqort.com/1811/

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Башҡорт теленән эш программаһы"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Маркетолог

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 871 материал в базе

Материал подходит для УМК

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 08.04.2021 1264
    • DOCX 31.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Асылгужина Дамира Авхадеевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Асылгужина Дамира Авхадеевна
    Асылгужина Дамира Авхадеевна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 11564
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Психолого-педагогические аспекты развития мотивации учебной деятельности на уроках по русскому языку у младших школьников в рамках реализации ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 44 человека из 25 регионов
  • Этот курс уже прошли 482 человека

Курс повышения квалификации

Речевое развитие школьников на уроках родного (русского) языка в условиях реализации обновленного ФГОС НОО

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 38 человек из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 215 человек

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы методики преподавания русского языка в условиях реализации ФГОС

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 141 человек из 50 регионов
  • Этот курс уже прошли 478 человек

Мини-курс

Политическое проектирование и международные отношения"

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Проектный анализ: стратегии и инструменты управления успешными проектами

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Налогообложение реализации и доходов физических лиц

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 10 человек