Тема: Һөйләм. Баш
һәм эйәрсән киҫәктәр.
Маҡсат: 1. Һөйләм
киҫәктәре буйынса үтелгәндәрҙе нығытыу, йомғаҡлау;
2. Фекерләү
ҡеүәһен үҫтереү;
3. Ғаилә ҡәҙерен
белергә өйрәтеү.
Йыһазландырыу:
ноутбук, проектор, экран, телефон, көҙгө.
Дәрес барышы:
-
Хәйерле иртә балалар, ҡунаҡтар. Бөгөн
башҡорт теле серҙәре, ҡағиҙәләре менән һеҙҙе мин таныштырып китәсәкмен. Иң
тәүҙә үҙем менән таныштырып китәйем. Мин, Айгөл Ирнаҙар ҡыҙы, ябай итеп Айгөл
апай тип тә өндәшергә мөмкин. Абҙаҡ урта мәктәбендә һеҙҙең кеүек үк кескәй
балаларға башҡорт теленең серҙәрен өйрәтәм.
-
Ә хәҙер дәресте башлар алдынан миңә ошо
ябай гына һорауға яуап биреп китегеҙ әле. Был донъяла һеҙҙең иң яратҡан кешегеҙ
кем?
(балаларҙың
яуаптары ).
-
Әйе, балалар, был донъяла яратмайынса
йәшәп булмай. Яратыу иң изге тойғо.
-
Ә һеҙ мин кемде яратҡанымды белгегеҙ
киләме? (Яуаптар)
-
Сер итеп кенә әйтәм, мин үҙемде яратам.
Әйе, ысын мин үҙ-үҙемде яратам. Теләйһегеҙме? Һеҙҙе лә өйрәтәм. Әйҙәгеҙ әле,
парта өҫтөндә ятҡан көҙгөләрҙе ҡулдарыбыҙға алып, минең арттан ҡабатлайыҡ: Мин
бөгөн шундай матур: ҡаштарым, ҡыйғас, керпектәрем оҙон, ҡуйы, йөҙөм нурлы, ә
йылмайыуым серле һәм йоғошло.
-
Балалар, ә йоғошло тигән һүҙҙе
нисек аңлайһығыҙ?
-
Әйе, йоғошло тигән һүҙ бер-береңә күсә
бара, тарала тигәнде аңлата. Ә бына минең дә, һеҙҙең дә, артта ултырған
апайҙарҙың да йылмайыуҙары йоғошло. Әгәр беҙ кемгәлер йылмайып ҡарайбыҙ икән,
улар беҙгә лә үҙҙәренең матур, серле йылмайыуын бүләк итә.
-
Афарин балалар, бына инде көн һайын иртән
торғас, көҙгө алдына барып, үҙегеҙ менән һоҡланып алырға онотмағыҙ.
-
Ә хәҙер һәр кем иғтибар менән тыңлай ҙа,
уйлап ҡына ошондай һорауға яуап бирергә әҙерләнә.
-
Һеҙҙең өсөн Ер йөҙөндә иң ҡәҙерле кеше кем?
(яуаптар)
-
Әйе, балалар, мин дә һеҙҙең менән килешәм.
Ер йөҙөндә иң ҡәҙерле кешеләр: атай менән әсәй. Әсәй менән атай өйҙә булмаһа:
өй һалҡын, күңелһеҙ, бешереп ашаған ризыҡ тәмһеҙ кеуек. Шуның өсөн бер ҡасан да
ата-әсәйҙәргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ, ҡыйырһытмағыҙ. Ә киреһенсә үҙегеҙҙең
уңыштарығыҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ. Көн һайын ата-әсәйҙәрегеҙҙе ҡосаҡлап:
“Әсәй, Атай мин һине шул хәтлем ныҡ яратам!”,- тип әйтергә онотмағыҙ. Бушҡа
гына: “ Яҡшы һүҙ – йән аҙығы”, тип әйтмәйҙәр бит. Һеҙҙең ошо һүҙҙәрегеҙҙе
ишетеп, улар ҡыуанырҙар, эштән арып ҡайтһалар - арыу-талыуҙарын оноторҙар.
-
Әйҙәгеҙ хәҙер дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө
матур яҙыу минутында ошо иң изге, иң ҡәҙерле һүҙҙәрҙе яҙып китәйек: әсәй атай
ғаилә. (Әсәй, атай орограмма) Дәфтәрҙәргә матур яҙабыҙ, ә матур яҙыр
өсөн дөрөҫ итеп улырабыҙ, дәфтәрҙәрҙе ауыш итеп һалабыҙ.
-
Әй, шәпһегеҙҙә инде. Ә хәҙер уҙегеҙгә
оҡшаған ике хәрефтең аҫтына һыҙып ҡуйығыҙ.
(экранда
ғаилә һүрәте сыға)
-
Балалар, хәҙер экранға ҡарайбыҙ. Унда һеҙ
нимә күрәһегеҙ?
(балаларҙың
яуаптары)
-
Дөрөҫ, ә кем әйтер был һурәттәр нимәһе
менән айырыла.
(Күп
балалы, бер балалы, ике балалы, балаһыҙ йәш ғаилә)
-
Ә һеҙҙең ғаиләлә нисә кеше?
-
Тағы бер һорауға ғына яуап биреп китегеҙ
инде, ә һеҙҙең ғаиләлә кем баш:ата-әсәйме? Әллә балалрмы?
-
Әйе, ниндәй генә ғаиләне алһаҡ та уда ата-әсәй
баш.Баш- ул башлыҡ, алдан барыусы, юл күрһәтеүсе тигәнде аңлата әйе бит.
Ғаиләлә ниндәй генә ҡыйынлыҡтар, һорауҙар килеп сыҡмаһын атай менән әсәй бар
һорауҙарға яуап таба, хәл итә. Ә уларҙың тормош йәме, мәғәнәһе булып, һеҙ –
балалар тораһығыҙ. Һәр ғаилә матур булһын өсөн: һәр кемдең үҙ эштәре, үҙ
бурыстары бар. Әгәр ғаилә татыу, сәләмәт икән был ғаиләлә балаларҙың күңелле
тауыштары яңғырап тора икән, бөтә кеше уларға һоҡланып ҡарай.
-
Бына Һеҙҙең матур ғаиләләребеҙ кеүек,
балалар, беҙҙең телмәребеҙ ҙә матур, дөрөҫ төҙөлгән булырға тейеш. Ә иҫбалар
өсөн, әйҙәгеҙ бер күнегеү эшләп китәйек.
-
Бының өсөн алдығыҙҙа ятҡан телефондарҙы
алып, скан программаһын асабыҙ. Кем әҙер алығыҙҙа ятҡан, хәҙерге заманда бик
билдәле булған куар код яҙылған ҡағыҙҙарҙы алабыҙ һәм сан аша үткәрәбеҙ. Кем
үткәрҙе, нимәгә барып сыҡтығыҙ. (Балаларҙың яуаптары) Ә кем әйтер беҙгә бында
нимәләр эшоәргә ҡушҡандар икән?
-
Дөрөҫ, был эштә беҙгә һөйләмдәрҙе дөрөҫ
итеп үҙгәртеп яҙырға кәрәк икән.
-
Беренсе һөйләмде кем уҡыйым тей, Икенсе?
Өсөнсө?
-
Афарин, балалар, был эштән сығып, ниндәй
һығымта эшләргә була?
-
Эште белдергән һүҙ һөләмдең аҙағында килә.
-
Ә хәҙер әйҙәгеҙ, әсәй тураһындағы бер һөйләмде
дәфтәргә матур итереп яҙып ҡуяйыҡ.
-
(Талғын музыка уйнай)
-
Балалар, ә хәҙер ял итеп алайыҡ, бының
өсөн күҙҙәрҙе йомдоҡ, күҙ алдыбыҙға иң ҡәҙерле кешебеҙҙе килтерҙек. Уларҙы ныҡ
итеп ҡосаҡлап, баштарыбыҙҙы иң баштарына һалабыҙ. Беҙгә шул хәтлем рәхәт. Яйлап
ҡына күҙҙәребеҙҙе астыҡ.
-
Афарин, балалар. Бына инде ял итеп тә
алдыҡ.
-
Ә хәҙер инде эшкә тотонайыҡ. Китаптың
26-сы битен асып, 2 күнегеүҙе табабыҙ. Нимә эшләргә ҡушылған. Балалар уыйҙар,
таҡтаға сығып яҙалар. Эйә менән хәбәрҙе һыҙалар.
Афарин
балалр. Һеҙ миңә бик ныҡ оҡшайһығыҙ. Балалар, бына кисәге дәрескә әҙерләнеп
ултыра торғас, мин ошондай асыш эшләнем. Һөйләмдәр беҙҙең ғаиләләргә оҡшаған
икән. Сөнки һөйләмдәрҙә баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙән тора бит инде. Баш
киҫәктәр – эйә менән хәбәр, улар атай менән әсәй кеүек һөйләмдә башлыҡ ролен
үтәй,ә эйәрсән киҫәктәр, ғаиләләге балалар кеүек һөйләмде тулыландырп,
матурайтып ебәрә. Әгәр схема ярҙамында эшләһәк бына ошолай итеп килеп сыға.
-
Бына дәрес аҙағына ла етте, дәрес һеҙгә
оҡшанымы юҡмы? Дәрестә үҙегеҙгә берәй яңылыҡ белдегеҙме, юҡмы икәнен белер өсөн
әйҙәгеҙ уйын уйнап алайыҡ, бында һөйләмдәр бирелгән. Мин һүҙгә төртөп күрһәтәм,
ә һеҙ әгәр был һүҙ эйә икән ҡул сабаһығыҙ, әгәр хәбәр икән аяҡ менән
тыпырлатаһығыҙ.
-
Ә өйгә эш эшләр өсөн һеҙгә бөгөнгө
дәрестәге кеүек телефон һәм скан программаһы кәрәк буласаҡ. Куар кодты скан аша
үткәргәс, гугл аккаунд аша теркәү эшләп, инеп тест эшләйһегеҙ.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.