Инфоурок / Иностранные языки / Конспекты / Башкирский язык и литература

Башкирский язык и литература

Напоминаем, что в соответствии с профстандартом педагога (утверждён Приказом Минтруда России), если у Вас нет соответствующего преподаваемому предмету образования, то Вам необходимо пройти профессиональную переподготовку по профилю педагогической деятельности. Сделать это Вы можете дистанционно на сайте проекта "Инфоурок" и получить диплом с присвоением квалификации уже через 2 месяца!

Только сейчас действует СКИДКА 50% для всех педагогов на все 111 курсов профессиональной переподготовки! Доступна рассрочка с первым взносом всего 10%, при этом цена курса не увеличивается из-за использования рассрочки!

ВЫБРАТЬ КУРС И ПОДАТЬ ЗАЯВКУ
библиотека
материалов


Һөнәрле кеше- хөрмәтле кеше.

Маҡсат:

  1. Телмәр үҫтереү, башҡортса һөйләшә белеүҙе булдырыу.

  2. Яңы һүҙҙәр өйрәнеү.

  3. Кеше тормошонда һөнәрҙең бик мөһим урын тотоуына ышандырыу.

Йыһазландырыу : кроссворд.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты.

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

  • Һаумыһығыҙ, килгән ҡунаҡтар!

  • Уҡыусылар, мин һеҙҙең менән осрашыуыма бик шатмын. Һеҙгә тик яҡшы теләктәремде генә еткерәһем килә.

Матур үтһен көнөгөҙ!

Тик уң булһын эшегеҙ!

Яман эштән ҡаралмаһын,

Балҡып торһон йөҙөгөҙ!


  • Ә һеҙҙең килгән ҡунаҡтарға, дуҫ- иштәрегеҙгә әйтер ниндәй һүҙҙәрегеҙ бар?

  • Яуап.

  • Барыбыҙҙа иҫән- һау булайыҡ.

  • Бөгөнгө көнөбөҙ матур үтһен.

  • Барыбыҙҙа бөгөн яҡшы билдә алайыҡ.

  1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

  • Ә, хәҙер иғтибар менән таҡтаға ҡарағыҙ. Бында кроссворд бирелгән. Ошо кроссвордты сисһәк, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләйәсәгебеҙҙе белербеҙ.

Иғтибар менән тыңлағыҙ, һәм яуап бирергә әҙерләнегеҙ.

  1. Уҡытыусы уҡый.

  2. Хор менән уҡыу.

  3. Яуап.

1) Үҙем тунайым

Үҙем илайым

Был ниндәй йәшелсә? (һуған).

2) Әҙәпле генә ҡоҙаса

Тауыҡтарҙы ярата. (төлкө)

3) Йәйен һоро, ҡышын аҡ

Уға шулай яҡшыраҡ. (ҡуян).

4) Башы тараҡ

Ҡойроғо ураҡ. (әтәс).

Энәләре менән йөрөй

Үҙе тегә алмай. (терпе).

Һуған

Төлк ө

Ҡуя н

әт әс

терпе

Тимәк, ниндәй һүҙ килеп сыҡты?

Нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Яуап.

Һөнәр.

  1. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

Нимә ул һөнәр?

Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп алабыҙ.

Һөнәр ул- эш, шөғөл, эшләй белгән эш, үҙең яҡшы белгән эш.

Ә бына аңлатмалы һүҙлектә һөнәр тураһында былай тигәндәр.

- Иғтибар менән тыңлағыҙ, һәм нимә ул һөнәр тигән һорауға яуап әҙерләгеҙ.

Беренсенән һөнәр- ҡул көсө менән ниндәй ҙә булһа ла эшләнмәләр яһау, етештереү өсөн махсус күнекмә талап ителә торған эш, кәсеп. Ниндәй ҙә булһа өлкәгә ҡараған белгеслек, профессия, шөғөл.

Икенсенән һөнәр- үҙенә хас алым һәм методтар системаһы булған берәр төрлө практик эшсәнлек өлкәһе.

  • һәүәҫкәрлек, ниндәй ҙә булһа эшкә оҫталыҡ, мауығыулыҡ.

  • Һорау.

Аңлатмалы һүҙлектә ниндәй билдәләмә биргәндәр?

Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп алабыҙ.

  • Ниндәй ҙә булһа ла эшләнмәләр яһау.

  • Махсус күнекмә.

  • Эш.

  • Кәсеп.

  • Һәүәҫкәрлек.

  • Оҫталыҡ.

  • Мауығыулыҡ.

  • Хор менән ҡабатлау.

  • Бер – беренә әйтеү.

  • Эстән әйтеү.

  • Эш.

  • Шөғөл.

  • Эшләй белгән эш.

  • Үҙең яҡшы белгән эш.

  • Үҙ- үҙеңә баһа ҡуйыу.

2- се эш.

Ниндәй һөнәрҙәр тураһында ишетеп, күреп, уҡып беләһегеҙ?

  • Ҡалалағы һөнөрҙәрҙе әйтегеҙ?

  • Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп алабыҙ.

  • Үҙ- үҙеңә баһа ҡуйыу.

3- сө эш.

Үҙегеҙҙең таныштарығыҙ, дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ тураһында ниндәй һөнәр оҫталарын әйтә алаһығыҙ?

Уҡыусылар, мин һеҙгә фотоһүрәттәр алып килергә ҡушҡан инем. Уларҙы ла ҡулланырға мөмкин.

Яуап.

Үҙ- үҙеңә баһа ҡуйыу.

Ә һеҙ бәлки шул эштәрҙең ниндәй көс талап иткәнен аңлап бөтөрмәйһегеҙҙер?. Хәҙер мин һеҙгә тулыраҡ күҙ аллау өсөн видеотаҫма күрһәтеп китәм, ә һеҙ уны ҡарағас һөнәрҙәр тураһында тағы ла күберәк белерһегеҙ.

Күрәһегеҙме уҡыусылар, беҙ күпме һөнәрҙәрҙе үҙләштерә алабыҙ. Улар бик күп төрлө.

4- се эш.

Ниндәй ҙә булһа һөнәргә эйә булыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп алабыҙ.

Яуап.

Тәжрибәле һөнәр оҫталарының эш алымдарын үҙләштерергә кәрәк.

Бик иғтибарлы булырға.

Күп күнекмәләр яһарға.

Ихтыяр көсөнә эйә булырға.

Уҡырға.

  • Хор менән ҡабатларға.

  • Дөрөҫ, уҡыусылар- һөнәрле булыу өсөн бик иғтибарлы, күп уҡырға, күп эштәрҙе белергә, үҙегеҙсә эшләп ҡарарға кәрәк.

  • Үҙ- үҙеңә баһа ҡуйыу

5- се эш.

Халыҡта шундай мәҡәл бар: «Һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ».

Һорау: Ни өсөн халыҡ шулай тип әйткән?

Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп алабыҙ.

  • Һөнәрле кеше һәр ваҡыт йәшәү юлын таба.

  • Һөнәрле кеше үҙ- үҙен тәьмин итә.

  • Һөнәрле кеше үҙ- үҙен ашата ла, кейендерә лә ала.

6- сы эш.

Ә бына һөнәр тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр беләһегеҙме икән?

Һеҙгә ошондай эш тәҡдим итәм. Таҡтала һөнәр тураһында мәҡәлдәр яҙылған, тик улар бер аҙ буталған. Әйҙәгеҙ әле уларҙың икенсе парын табайыҡ.

  1. Егет кешегә етмеш төрлө 5. үҙе ашата.

  2. Оҫта ҡулда 4. үрҙә йөҙөр.

  3. Һөнәр утта янмай, 1. һөнәр ҙә аҙ.

  4. Һөнәрле 2. һөнәр бар.

  5. Һөнәр ашарға һорамай 3. һыуҙа батмай торған хазина.

Хор менән уҡыу.

Уҡыусылар, был мәҡәл нимәне аңлата һуң?

  1. се мәҡәл: әгәр егет яҡшы кеше булырға теләй икән, ул бик күп һөнәр белергә тейеш.

  2. се мәҡәл: оҫта ҡуллы, алтын ҡуллы кеше бар әйберҙәрҙе лә эшләй белә.

  3. сө мәҡәл: һөнәрле булыу- ул байлыҡ. Һин үҙеңә һәм кешеләргә һөнәрең менән ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләй алаһың.

  4. се мәҡәл: һөнәрле булған кеше- тик тормаҫ, алға китер.

  5. се мәҡәл: һөнәрле кеше үҙенең эше менән үҙен ашата ла, йәшәтә лә ала.

Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп алабыҙ.

Үҙ- үҙеңә баһа ҡуйыу.

V.Рефлексия.

- Нимә ул һөнәр һәм беҙ бөгөн ниндәй һөнәрҙәр тураһында һөйләштек?

- Һөнәргә эйә булыу өсөн нимә кәрәк?

- Тәжрибәлеләр, эш оҫталарының эш алымдарын өйрәнергә.

- Кешенең һөнәрен өйрәнергә.

- Күп уҡырға, күп эшләргә кәрәк.

Дәрес өсөн үҙ- үҙеңә баһа биреү.

VI. Өй эшен биреү.

Ниндәй ҙә булһа һөнәр эйәһе булырға теләйһегеҙ, йәки һеҙгә ниндәй һөнәр яҡын, һәм ни өсөн?

Ошоноң тураһында яҙып килегеҙ.

Һеҙҙең ғаиләлә һөнәргә оҫта кеше кем ул? Ошо турала хикәйә төҙөп һөйләргә өйрәнергә.

Шиғыр яҙырға, һүрәт төшөрөргә мөмкин.

4


Общая информация

Номер материала: ДВ-414733

Похожие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Курс «Русский для иностранцев»
Курс профессиональной переподготовки «Французский язык: теория и методика обучения иностранному языку в образовательной организации»
Курс профессиональной переподготовки «Испанский язык: теория и методика обучения иностранному языку в образовательной организации»
Курс профессиональной переподготовки «Немецкий язык: теория и методика обучения в образовательной организации»
Курс «Польский язык»
Курс «Английский язык для начинающих (Beginner)»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания французского языка с учетом требований ФГОС»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания испанского языка с учетом требований ФГОС»
Курс профессиональной переподготовки «Теория и методика преподавания иностранных языков: английский, немецкий, французский»
Курс профессиональной переподготовки «Теория и методика преподавания иностранных языков в профессиональном образовании: английский, немецкий, французский»
Курс профессиональной переподготовки «Теория и методика преподавания иностранных языков в начальной школе»
Курс профессиональной переподготовки «Теория и методика билингвального обучения иноcтранным языкам»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания русского языка как иностранного»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности помощника-референта руководителя со знанием иностранных языков»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности секретаря руководителя со знанием английского языка»