Выдаём удостоверения и дипломы установленного образца

Получите 5% кэшбэк!

Запишитесь на один из 793 курсов и получите 5% кэшбэк стоимости курса на карту

Выбрать курс
Инфоурок Другое Рабочие программыБашкорт теле һәм әҙәбиәте - "Адаптив эш программа"

Башкорт теле һәм әҙәбиәте - "Адаптив эш программа"

Скачать материал
библиотека
материалов

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя

общеобразовательная школа с.Кашкино

муниципального района Аскинский район

Республики Башкортостан











Рассмотрено: Согласовано: Утверждаю

руководитель ШМО зам.директора по УР директор МБОУ СОШ с.Кашкино

протокол №____ __________________ ___________________

от «___»________2018г. /И.М.Талипова/ Р.А.Галиакберов/ ___________________ протокол №___ приказ №___

/Ф.АФазлетдинова / от «___»________2018г от «___»________2018г










Рабочая программа


по родному языку и литературе( башкирскому)
для обучающегося на дому
в 4 классе

Галиаскарова Раиса Раушановича


Срок реализации- 2018-19 учебный год









Дәреслек: Нафиҡова З.Ғ., Мортазина Ф.Ф. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2017.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: Нафиҡова З.Ғ., Мортазина Ф.Ф. Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-4-се класы өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметы буйынса белем биреү өлгө программалар. – Өфө: Китап, 2017/








2018

Аңлатма яҙыу

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт теле – республикаға исем биргән төп халыҡ теле. Ул боронғо, үҙенсәлекле телдәрҙең береһе булып бөтә донъяға танылған. Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле.

Рус телендә белем алған башҡорт милләтенән булған башланғыс класс уҡыусыларын үҙ туған теленә өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарата ыңғай ҡараш, хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләү; уның кешеләр менән аралашыу сараһы, йөшөйештә яңы аң-белем алыу сығанағы; кешелек донъяһында ҡабул ителгән әхлаҡи-әҙәп һәм этик нормаларҙы үҙләштереүгә ярҙам итеүсе ҡиммәтле ҡомартҡы икәнлеген балаларға төшөндөрөү;

  • Аралашыу маҡсатына һәм шарттарына ярашлы телмәр ағышынан башҡорт телендә әйтелгәнде аңлы рәүештә ҡабул итергә, тейешле тел сараларын ҡулланып, яуап ҡайтарырға, фекер йөрөтөргә өйрәтеү;

  • Тәү башлап башҡорт теленең һүҙ байлығы, фонетикаһы, грамматикаһы тураһындағы белемдәрҙе аңлатыу һәм үҙләштертеү;

  • Башҡорт телендә тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу уҡыу эшмәкәрлектәрен практик рәүештә үтәй белеүгә өйрәтеү;

  • Диалогта ҡатнашып, үҙ фекерен әйтергә, ябай ғына монолог ҡороп һөйләргә, кескәй генә күләмле текстарҙы һүрәтләү, хикәйәләү һәм фекерләү формаһында төҙөп яҙырға өйрәтеү;

  • Көндәлек тормошта һәм аң-белем алыу процесында башҡорт телен үҙ-ара аралашыу ҡоралы булараҡ үҙләштереү; яҙма һәм һөйләү телмәре аша аралашыуға әҙер булыу һәләтен формалаштырыу һәм үҫтереү.

Был маҡсаттар башҡорт теленә өйрәтеү барышында уҡыу эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен дә практик яҡтан тормошҡа ашырыуға бәйле булып, иң беренсе сиратта коммуникатив (аралаша белеү), тел нормаларын ябай ғына кимәлдә үҙләштереү (тел нормалары һәм лингвистик белемдәр), тел аша мәҙәниәтле булыу (тарихты, мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, әхлаҡи нормаларҙы, йәшәү үҙенсәлектәрен өйрәнеү) компетенцияларын формалаштырыу тора.

Коммуникатив компетенция булып башланғыс класс уҡыусыларының программа кимәлендә башҡорт телендә һөйләшә, аралаша белеүе, телмәр компетенцияһы – уҡыусының башҡорт теле системаһын ябай ғына кимәлдә практик үҙләштереүе, лингвистик компетенция тел ғилеме тураһындағы фәнни белемгә эйә булыуы, мәҙәни компетенция булып тел аша башҡорт халҡының мәҙәниәтен өйрәнеүе тора.

Рус телендә уҡытыу ойошторолған уҡыу ойошмаларында 1-4.-се класс уҡыусыларын бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә торған уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәре (тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу) аша программа материалдарын үҙләштерергә һәм башҡортса аңлашырға өйрәтеүҙе күҙаллай. Шул уҡ ваҡытта телгә өйрәтеү баланың лингвистик компетенцияға эйә булып, тел сараларын ҡулланыуҙа отҡорлоҡ, зирәклек күрһәтә белеү һәләтен тәрбиәләүҙә лә урын алырға тейеш.

Башҡорт (туған) теленә өйрәтеү принциптары:

  1. башҡорт телен фәнни нигеҙгә таянып өйрәнеү;

  2. башҡорт телен һәм әҙәбиәтен рус теленә таянып, ике телдең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын сағыштырып уҡытыу.

  3. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы баланан туған телендә аралашыу мәҙәниәтенә нигеҙ һалыу сараһы итеп ҡабул иттереү.

  4. Телде аңлы өйрәнеү принцибы – балаларҙың тел берәмектәренең, телмәр күренештәренең айышына төшөнөп, уларҙы аңлы рәүештә ҡабул итеүенә ирешеү.

Башҡорт теленең әҙәби нормаларын үҙләштереүҙе әҙәби уҡыу һәм башҡа предметтарҙың йөкмәткеһе менән тығыҙ бәйләнештә алып барыу.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметының базис уҡыу планында билдәләнгән урыны

Программа федераль дәүләт башланғыс дөйөм белем биреү стандартында раҫланған базис пландарының икенсе төрөнә яраҡлы төҙөлгән. Был базис уҡыу планында “Башҡорт теле һәм әҙәби уҡыу” предметы уҡыу планының мотлаҡ уҡытыла торған (инвариант) өлөшөнә инә һәм уны уҡытыу аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән ҡаралған.

“Башҡорт теле һәм әҙәби уҡыу” предметының материалдары түбәндәге йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала:

  • Лингвистик белем нигеҙҙәре: фонетика һәм орфоэпия, һүҙьяһалыш (морфематика), лексика, грамматика (морфология һәм синтаксис);

  • Графика, орфография һәм пунктуация;

  • Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Дәреслектәрҙә бирелгән лингвистик материалдар уҡыусыларҙа башҡорт теле системаһы тураһындағы тәүге төшөнсәләрҙе формалаштырырға, әҙәби тел нормаларын практик яҡтан үҙләштерергә ярҙам итә. Тел тураһында үҙләштерелгән белем аша уҡыусыларҙа орфографик һәм пунктуацион грамоталылыҡ нигеҙҙәре үҫешә. Балалар тел сараларын аңлы рәүештә ҡулланырға өйрәнәләр. Ошо юҫыҡта уларҙа тел һәм телмәр үҙенсәлектәрен тойомлай, һиҙемләй белеү һәләте үҫешә, тимәк, уҡыусыларҙың телмәр мәҙәниәте һәм дөйөм аң-белем кимәле артабан үҫеш ала. Бындай ҡараш федераль дәүләт башланғыс дөйөм белем биреү стандарты ҡуйған талаптарға тап килеп, башланғыс класс уҡыусыларын төрлө уҡыу эшмәкәрлеген үҙ аллы башҡарырға, белемдәрен практик рәүештә көндәлек йәшәйештә ҡуллана белергә өйрәтә.

Программа түбәндәге документтарға нигеҙләнеп төҙөлгән:

  • Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законына

  1. декабрь, 2012 йыл, № 273- ФЗ);

  • Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” законына (1 июль, 2013 йыл, №696-з);

  • Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” Рәсәй Федерацияһы Законына (25 октябрь 1991 йыл, № 1807-1);

  • Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына (17.03.2003, № 482-з, 28.12.2009, № 192-з.);

  • Төп белем биреү дәүләт стандарттарының федераль компонеты (РФ-ның мәғариф һәм фән министрлығы ,05.03.2004 № 1089 (ред. 23.06.2015);

  • Ҡашҡа ауылының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы урта төп дөйөм белем биреү мәктәбенең дөйөм белем биреү программаһына;

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Ҡашҡа урта дөйөм белем биреү мәктәбенең «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Башҡорт (туған) теле курсының төҙөлөшө

Башланғыс кластарҙа рус теле менән бер рәттән башҡорт теленә өйрәтеү уҡыусыларға лингвистик белем биреүҙең беренсе баҫҡысы булып тора.

Беренсе класс уҡыусыларын грамотаға өйрәтеү осоро тамамланғас, уларҙы башҡорт теленә системалы рәүештә өйрәтеү башлана. Уның йөкмәткеһе башҡорт тел ғилеменең төп бүлектәренә ҡараған төшөнсәләр системаһын һәм телмәр берәмектәрен, уларҙың аңлатҡан мәғәнәләрен һәм үтәгән функцияларын коммуникатив компетенциялар формалаштырыу маҡсатында өйрәтеүҙе үҙ эсенә ала. Орфография һәм пунктуация ҡағиҙәләрен үҙләштереү телдең төп берәмектәре булған һүҙҙе һәм һөйләмде өйрәтеү менән бер рәттән алып барыла. Шул уҡ ваҡытта программала терминдарҙы әйтмәйенсә генә уҡыусыларҙы фонетика һәм морфология бүлектәренең йөкмәткеһе менән таныштырыу ҡарала.

Программала текст өҫтөндәге эшкә айырыуса урын бүленә. Текста һөйләмдәрҙең бер-береһе менән бәйле килеүе, текстың төҙөлөү үҙенсәлектәре, уның төрҙәре тураһындағы төшөнсәләрҙе уҡыусылар аңында формалаштырыу, уға бәйле практик күнекмәләрҙе үтәй белеүҙәренә ирештереү маҡсаты ҡуйыла.

Аралашыу маҡсатына, шарттарына һәм үҙенсәлектәренә ҡарап, тел сараларын ҡуллана белергә өйрәтеү өсөн башкорт теле стилистикаһының төрлөлөгө тураһында мәғлүмәттәр бирелә. Уҡыусыларға һөйләү телмәренә ингән хикәйәләү, әңгәмәләшеү, бәхәсләшеү, һүрәтләү менән таныштырыу ҡарала. Рәсми стилдә белдереү, саҡырыу ҡағыҙы, яҙыу (записка), кеүек төрҙәр һәм яҙыла. Публицистик әҫәрҙәр төрөн үҙләштереүгә сығыш яһау, мәҡәлә яҙыу, интервью биреү, фәнни стиль төрҙәренә – аннотация, баһалама, доклад һ.б. ижад итергә өйрәтеү инә.

Башҡорт телен өйрәнгәндә һүҙлекте үҙләштереү иң мөһим урынды ала. Программала уҡыусылар үҙ-ара иркен аралаша алһын өсөн һәр класс өсөн актив үҙләштерелә торған һүҙҙәр исемлеге бирелә. Башланғыс класс уҡыусыларының башҡорт теленән һүҙ байлығы 3000 тирәһе һүҙҙе тәшкил итә. Шуның эсенән 600 – 1-се класс, 700 – 2-се, 800 – 3-сө, 850 – 4-се класта өйрәнелә. Өҫтәлмә рәүештә һәр класта 50-70 һүҙҙе планлаштырырға мөмкин.

Программала грамматик һәм орфографик материалдар концентризм принцибы буйынса бирелә, йәғни бер үк тема кластан класҡа ҡабатланып, тәрәнәйтеп, киңәйтеп өйрәтелә.

Уҡыусыларҙы һәр бер уҡыу эшмәкәрлеге нигеҙендә башҡорт теленә комплекслы өйрәтеү башҡорт һәм рус яҙыусылары, шағирҙары әҫәрҙәре, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады нигеҙендә ҡорола. Төп маҡсат булып балаларҙа башҡортса үҙ-ара аралаша белеү күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү тора. Шуның өсөн, уҡығанда, яҙғанда, грамматик ҡағиҙәләрҙе өйрәнгәндә, һөйләмдәр бәйләнешле текстар төҙөү буйынса күнегеүҙәр башҡарғанда уҡыусылар һөйләү телмәре аша аралашып эш итергә тейештәр: һорауҙар биреү, яуап ҡайтарыу, үҙе, яҡындары, класташтары, дуҫтары тураһында һөйләү, диалогтар, монологтар ҡороу, текст буйынса төрлө күнегеүҙәр башҡарыу.

Һүҙ, уның мәғәнәһе, әйтелеше, яҙылышы өҫтөндәге эш уҡыусылар менән системалы рәүештә алып барыла. Балаларҙы хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр төҙөргә, бирелгән өлгө буйынса, һуңынан үҙ аллы диалогтар, монологтар ҡорорға, уҡылған әҫәр, ҡаралған видеофильм, күҙәтелгән тәбиғәт күренеше тураһында, йә һүрәт буйынса төркөмдәрҙә йәки үҙ аллы текстар төҙөргә өйрәтеү системалы рәүештә алып барылырға тейеш.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге ысулдарын (күнекмәләрен) башҡарыуҙы формалаштырыу.

Программала башланғыс класс уҡыусыларында уҡыу эшмәкәрлеге барышында универсаль уҡыу эшмәкәрлеге ысулдарын һәм күнекмәләрен үтәй белеү компетенцияларын маҡсатлы рәүештә формалаштырыу һәм үҫтереү ҡарала:

  • Аҡыл, зиһен үҫеше буйынса – башҡортса тыңларға, һөйләргә, уҡырға, яҙырға өйрәнеү, анализлау, дөйөмләштереү, сағыштырыу, классификациялау, һығымталар яһай белеү һ.б.;

  • Аң-белем үҫеше буйынса - уҡып белергә, өйрәнергә ынтылыу теләге, туған телдә белем алыуҙа үҙаллылыҡ күрһәтеү, ижади эш итергә тырышыу, шулай уҡ уҡыу эшмәкәрлегендә маҡсаттарҙы ҡуя, уларҙы эҙмә-эҙлекле башҡара, уның нигеҙендә яңы мәсьәләләр өуйып эшләй белеү һәләтен үҫтереү;

  • Ойоштороу буйынса – коллетки эсендә эште үҙ-ара бүлешеп башҡара белеү, башҡалар фекерен тыңлап, иң уңайлы һәм дөрөҫ ысулды һайлап, үҙ эшен планлаштырып эшләй алыу һыҙаттарын тәрбиәләү.

Программала балаларҙың уҡыу эшмәкәрлегенең төп төрҙәрен үҙҙләштерә белеүенә, шул иҫәптән үҙ эшен тикшерә һәм баһалай алыуына өйрәтеү ҡарала. Был эштең йөкмәткеһе бөгөнгө техник мәғлүмәт сараларын ҡулланыуҙы, китап, белешмә әҙәбиәт, һүҙлектәр менән эшләй белеүҙе талап итә.

Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре

Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы законда һәм башланғыс дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандартында ҡуйылған талаптар буйынса башҡорт телен һәм әҙәбиәтен туған тел булараҡ уҡып, 4-се класты тамамлаған уҡыусылар түбәндәге һөҙөмтәләргә эйә булырға тейештәр:

Шәхси һөҙөмтәләр.

  • Бала үҙен Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең бер вәкиле итеп күҙаллай, уларҙың тарихына, мәҙәниәтенә битараф булмаған шәхес булып үҫергә тырыша;

  • Телде халыҡтарҙың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итә;

  • Башҡорт теленең рус теле менән бер рәттән республиканың дәүләт теле һәм кешеләр менән аралашыу ҡоралы икәнлегенә төшөнә;

  • Туған телдә яҙа һәм һөйләй белеү кешене мәҙәни яҡтан билдәләүсе күрһәткес икәнлеген аңлай;

  • Рус телендә алған белемдәрен башҡорт телен өйрәнгәндә уларҙы сағыштырыу нигеҙендә ҡуллана белә башлай;

  • Программала ҡаралған башҡорт әҙәби телен нормаларын (орфоэпия, лексика, грамматика) һәм үҙ-ара аралашыу этикетын үҙләштереүгә теләге барлыҡҡа килә;

  • Төрлө аралашыу осраҡтарында ололар һәм тиҫтерҙәре менән тейешле этикет ҡағиҙәләрен һаҡлап, ыңғай мөнәсәбәттә эш итә белә башлай;

  • Башҡорт телендә һөйләшеү һәм аралашыу кимәле буйынса үҙ-үҙенә баһа бирергә өйрәнә.

Метапредмет һөҙөмтәләре.

  • Башҡорт телендә яңғыраған телмәрҙе (ололарҙың, тиҫтерҙәренең һөйләүе, балалар өсөн радио һәм телевизион тапшырыуҙар, компьютер саралары аша бирелгән текстарҙы һ.б.) таный, аңлай, тейешенсә ҡабул итә белә;

  • Программа сиктәрендә башҡортса яҙылған һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, өндәрҙе, өндәр теҙмәһен дөрөҫ әйтә, уҡый, улар менән һөйләмдәр төҙөй ала;

  • Бирелгән темаға диалог ҡора ала, һорауҙарға ҡыҫҡа йәки тулыһынса асыҡлап яуап ҡайтара белә. Диалогты башлай йәки дауам итеп алып китә ала;

  • Алдан әҙерләнеп йәки әҙерлекһеҙ тексты етеҙ, аңлы рәүештә һәм тасуири уҡый ала. Текстың йөкмәткеһен ҡыҫҡаса йәки ентекләп, йәиһә һайлап алып һөйләп бирә ала;

  • Үтелгән орфография һәм пунктуация ҡағиҙәләрен һаҡлап, үҙ аллы йәки уҡытыусы ярҙамында өйрәнеү һәм тикшереү характерындағы яҙма эштәрҙе башҡара;

  • Уҡыу мәсьәләләрен сискәндә туған телдә төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табып, тейешенсә ҡуллана белә;

  • Бер нисә предметты йәки күренеште ябай ғына рәүештә сағыштырып, телдән һәм яҙып һүрәтләй ала;

  • Телдән һәм яҙма рәүештә ҡотлау, саҡырыу ҡағыҙы, хат төҙөй белә;

  • Уҡыу эшмәкәрлегенә бәйле ябай ғына һөйләмдәр менән фекерен әйтә һәм үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбатлай ала;

  • Эшен үҙ аллы тикшереп, баһалай белеү һәләтенә эйә була;

  • Әҙәби әҫәр йәки сюжетлы һүрәт буйынса бирелгән темаға үҙенең тормош тәжрибәһенә таянып, кескәй генә текст (инша) яҙа белә;

  • Башҡарған проект эше тураһында телдән отчет бирә, йәки презентация һ.б. буйынса һөйләй ала;

  • Кроссвордтар, ребустар, йомаҡтар сисә белә.


Предмет һөҙөмтәләре

Уҡыусы:

  • башҡорт телендә әйтелгәнде тыңлап аңлай;

  • Башҡорт теленең фонетик системаһының төп берәмектәрен белә: һуҙынҡы өндәрҙе тартынҡы өндәрҙән, өндәрҙе хәрефтәрҙән айыра, һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлә, баҫым ҡуя;

  • Башҡорт теленең өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә, аралашҡанда дөрөҫ әйтә, яҙма телмәрҙә дөрөҫ яҙа белә;

  • Өйрәнелгән кимәлдә өн, хәреф, һүҙ, һүҙ өлөшө, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек тел берәмектәрен таба, сағыштыра, анализлай белә;

  • Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең айырмаларын белә;

  • Телмәр этикетын һаҡлап һаулыҡ һораша, хушлаша, ғәфү үтенә, рәхмәт әйтә, ниндәйҙер үтенес менән мөрәжәғәт итә белә;

  • Тамыр һүҙҙе билдәләй белә. Һүҙ яһаусы һ!м һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар ярҙамында яңы һүҙҙәр төҙөй белә;

  • Һүҙ төркөмдәренә (исем, сифат, алмаш, ҡылым, һан) һорау ҡуя, уларҙың грамматик билдәләре тураһында ябай ғына төшөнсәләргә эйә була;

  • Һүҙ төркөмдәренә грамматик анализ яһай белә;

  • Һөйләмдә эйә менән хәбәрҙе таба белә;

  • Һөйләмдә эйәрсән киҫәктәрҙе таба, уларҙың ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүен асыҡлай, һыҙыҡтар менән билдәләй белә;

  • Тексты төрҙәре буйынса (уҡып-өйрәнеү тексы, фәнни-популяр, әҙәби текстар) айыра белә;

  • Тексты өлөштәргә бүлеү, уларҙы исемләү өҫтөндә үҙ аллы эшләй белә;

  • Тексҡа план төҙөп, план буйынса уның йөкмәткеһен һөйләй белә;

  • Тәржемә итә белә;

  • Төрлө телмәр эшмәкәрлегендә (тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу) үҙ эшен баһалау, кәрәк булһа, хатаһын төҙәтә белеү эштәрен үтәй ала;

  • Изложениеның һәм иншаның ябай ғына төрҙәрен яҙа белә;

  • Аңлатма, орфографик һүҙлектәр ҡуллана белә;

  • Яҙыу барышында хәрефтәрҙең, һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын тикшереп, хатаны төҙәтә белә;

  • Хәрефтәрҙе автоматик рәүештә матур һәм дөрөҫ яҙырға тырыша, үҙенең, иптәшенең яҙма эшен дөрөҫ баһалай белә;

  • Проект эштәрен башҡарғанда мәғлүмәтте үҙгәртә, сағыштыра, һуңында һығымта яһай белә.


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметы буйынса дөйөм башланғыс белем биреүҙең йөкмәткеһе


Программала “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметының йөкмәткеһе уҡыусыларға башланғыс дөйөм белем биреү этаптарына бәйле ҡарала. Уҡыусылар тәү башлап уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәрен үҙләштерәләр:тыңларға, һөйләргә, уҡырға, яҙырға өйрәнәләр. Белем биреү рус телендә ойошторолғанлыҡтан, беренсе класс уҡыусылары башҡорт телен өйрәнеүҙе түбәндәге этаптар аша һәм рус теле менән бер юҫыҡта параллель рәүештә өйрәнәләр.

  1. Грамотаға өйрәтеү.

Башҡорт телен өйрәтеү, рус телендәге кеүек үк түбәндәге этаптарҙы үҙ эсенә ала:

  1. Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү. Телдән әҙерлек осоро.

  2. Әлифба осоро. Грамотаға өйрәтеү, уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү.

  3. Әлифба аҙағы осоро. Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе комплекслы үҫтереү.

Программала грамотаға өйрәтеүҙең телдән әҙерлек осоронда беренсе класс уҡыусыларын түбәндәгеләргә өйрәтеү планлаштырылған:

  • Башҡорт телендә яңғыраған телмәрҙе тыңлап аңлай, мәғәнәһенә төшөнә белеү күнекмәләрен формалаштырыу;

  • Башҡорт телендә әйтелгән телмәр ағышынан һүҙҙе, ижекте, өндө, өндәр ҡушылмаһын, бигерәк тә башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен айыра, таный, әйтә белергә өйрәтеү;

  • Телдән әйтелгән йәки уҡылған текстың аңлатҡан мәғәнәһенә төшөндөрөү.

Программаның беренсе класс өсөн тәғәйенләнгән йөкмәткеһе мәктәпкә килгән балаларҙың телмәр үҫеше кимәленең төрлө булыуын иҫәпкә алып билдәләнә. Шунлыҡтан, грамотаға өйрәтеү этабында алдан үткәрелә торған телдән әҙерлек осоронда, беренсенән, лексик һәм грамматик материалдарҙы күберәк ҡабатлатыу һәм нығытыу планлаштырыла. Икенсе яҡтан, ошо рәүешле балаларҙың белем кимәлен тигеҙләп, уларҙы грамотаға өйрәтеүгә әҙерлек эше алып барыла: һөйләшеү телмәрен үҫтереү; өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен нығытыу; аралашыу өсөн кәрәкле һүҙҙәрҙе өйрәнеп йыш ҡулланыла торған телмәр өлгөләрен, һөйләм ҡалыптарын үҙләштереү; һөйләмдәр төҙөргә, уларҙы кәрәкле интонация менән бирә белергә өйрәтеү.

Һөйләмдәге һүҙҙәр, грамматик конструкциялар һөйләү эшмәкәрлеге аша үҙләштереләләр (күргәҙмә материал буйынса әңгәмә, дәрес ваҡытында йәки дәрестән тыш үткәрелгән телмәр уйындары, кескәй күләмле шиғырҙар ятлап һөйләү, йырлап ишеттереү, һүрәттәр буйынса хикәйә төҙөү, күргән хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшеү, диалог һәм монолог төҙөү һ.б.).

Беренсе класта рус мәктәптәрендә уҡыған уҡыусыларға башҡорт телен өйрәтеү өсөн әлифбаға тиклемге телдән әҙерлек осорона 40 сәғәт, хәреф өйрәнеү осорона 27 сәғәт бүленә. Башҡорт өндәрен һәм хәрефтәрен өйрәнеүгә айырым дәреслек төҙөлмәй. Бөтә материал беренсе класс өсөн “Башҡорт теле” дәреслегендә бирелә. Рус телендә өйрәнелгән хәрефтәр менән сағыштырып өйрәтелә.

Әлифбанан һуңғы осорҙа күбеһенсә телмәр үҫтереү, дөрөҫ уҡырға, яҙырға өйрәнеү күнекмәләренә иҫтибар бирелә. Өндәрҙе, һүҙҙәрҙе, ябай ғына һөйләмдәрҙе өйрәнеү барышында уҡыусылар уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәрен (һөйләү, тыңлау, уҡыу, яҙыу) үҙләштерәләр. Был осор ҙа балаларҙың үҙ-ара аралашыу, аң-бедемгә эйә булыу күнекмәләрен өйрәнеүенә бәйле алып барыла. Һөйләү һәм яҙма телмәр уҡыусыларҙа түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуын тәьмин итә:

  • Башҡорт өндәрен, өндәр ҡушылаһын һәм ижектрҙе ишетеп аңлап, уларҙы дөрөҫ әйтеү;

  • Таныш булған ябай ғына темаларға бйле диалог ҡороу;

  • Аңлау өсөн еңел булған бәләкәй генә тексты дөрөҫ уҡыу;

  • Өйрәнеү һәм тикшереү маҡсатында үткәрелгән яҙма эштәрҙе өйрәнелгән орфограммаларҙы һаҡлап, хәрефтәр яҙылышын дөрөҫ башҡарып яҙыу.

  1. Башҡорт (туған) телен системалы өйрәтеү курсы.

2-4-се кластарҙа башҡорт телен системалы өйрәтеү курсы башлана, башҡорт теле грамматикаһын һәм орфографияһын үҙләштереү өҫтөндә эш алып барыла.

Икенсе класта телмәр үҫтереү эше дауам ителә: бирелгән өлгө буйынса диалогтар ҡороп һөйләшергә, һорауҙар биреп, уларға яуап ҡайтарырға өйрәтеү, уҡыу техникаһы һәм матур яҙыу өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Лексик темалар ҡабатланып, киңәйтеп бирелә. Һүҙ байлығын үҫтереүгә күп көс һалына.

Өсөнсө класта тәүге ике йылда үтелгән материалдар ҡабатланып, тәрәнәйтеп өйрәнелә. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығы әүҙем генә үҫешкәнлектән, лексик темаларҙың йөкмәткеһе аша уҡыусыларға башҡорт теленең лексикаһы, фонетикаһы һәм грамматикаһы тураһында ябай ғына кимәлдә фәнни мәғлүмәттәр бирелә башлай һәм улар ғәмәл күнегеүҙәр аша үҙләштерелә. Был класта уҡыусыларҙа лингвистик, телмәр һәм мәҙәни компетенцияларҙы үҫтереү эше алғы планға сыға. Өйрәнеүсенең инша һәм изложение яҙыуҙы башҡарыу менән бер рәттән, ижади эш төрҙәренә иғтибары арта; парлашып, төркөмдәргә бүленеп эшләү хуп күрелә.

Дүртенсе класта тирә-йүнде башҡорт телендә тәрәнерәк өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларҙың телмәр компетенцияһы үҫешә. Рус һәм башҡорт телдәрендәге тел күренештәрен сағыштырып, анализлап, айырып, дөйөмләштереп, балалар башҡорт теленең нормаларын программаға ярашлы үҙләштерә.

Дүртенсе кластың аҙағына уҡыусыларҙың башҡорт телендә телмәр үҫеше түбәндәгеләргә ирешеүҙе күҙаллай:

  • Тыңлай, һөйләй, уҡый, яҙа белеү күнекмәләренә эйә булыу;

  • Иркен аралаша алыр өсөн тейешле һүҙ байлығы булыу;

  • Аралашыуҙың диалог (бәхәс, әңгәмә) формаларын практик яҡтан үҙләштереү;

  • Көнкүрештә аралашыу, һөйләшеү ҡағиҙәләрен үтәй белеү (һаулыҡ һорашыу, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт әйтә белеү, үтенесте белдереү);

  • Ябай ғына монолог формаларын ҡулланып, һөйләй белеү (эше тураһында отчет төҙөү, бирелгән тема буйынса үҙ фекерен әйтеү; үҙ аллы план йәки һорау буйынса текст яҙыу);

  • Башҡорт телендә аралаша белеү, артабан был телдә уҡыуҙы дауам итерлек булыу;

  • Башҡорт теленең рус теле менән бер рттән белем сығанағы һәм кешеләр менән аралашыу ҡоралы икәнлеген аңлау.

Башҡортса һөйләргә һәм уҡырға өйрәнеү эшмәкәрлеге дөрөҫ һәм матур яҙыу күнекмәләренең дә формалашыуын талап итә:

-башҡорт телендә бирелгән һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм текстарҙы дөрөҫ күсереп яҙыу;

-өйрәнелгән орфограммаларҙы, пунктуация ҡағиҙәләрен ҡулланып, телдән әйтелгән тексты ишетеп, дөрөҫ яҙыу;

-үҙ аллы бәйләнешле яҙма телмәр (һорауҙарға яуаптар, өйрәнеүсе инша йки изложение) төҙөп яҙыу.

Күнегеүҙәр башҡарғанда каллиграфия талаптарын үтәү мөһим: хәрефтәрҙең ауышлығы, һәр береһенең бейеклеге һәм киңлеге буйынса тигеҙ килеүе, юлдан ситкә сыҡмай, тигеҙ итеп, хәрефтең формаһын боҙмай яҙыу.

Беренсе класта һәр уҡыусының, 2-4-се кластарҙа һайланма рәүештә кемгә кәрәк – шуның дәфтәренә хәрефтәрҙе яҙыу, уларҙы бер-береһе менән тоташтырыу өлгөләрен яҙып күрһәтеү бирелә. Матур яҙыуҙың күләме 1-се класта бер юлдан да кәм булмаҫҡа, 2-се лкаста – өс юл, 3-4-се кластарҙа – дүрт юл булыуы талап ителә.

1-4-се кластарҙа башҡорт теленән контроль диктант яҙғанда һүҙҙәр һаны яҡынса түбәндәгесә тәҡдим ителә.

Өйрәнеү һәм контроль яҙма эш төрҙәренә (һорауҙарға яуаптар, изложение, инша, диктант, контроль күсереп яҙыу һ.б) телде өйрәнеүгә бүленгән сәғәттәр һанынан аҙнаһына 1 сәғәт планлаштырыла. Улар бөтәһе лә өйрәнеү яҙма эштәре тип һаналалар. Башланғыс дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт стандарты талаптарына ярашлы, уҡыусыларға башҡорт теле системаһын өйрәтеү һөҙөмтәләре ике төрлө блокта бирелә. Беренсеһе – “Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнәсәк” тип атала һәм унда программаның һәр бер бүлеге буйынса мотлаҡ үҙләштерелергә тейешле булған төп белем күрһәткестәре билдәләнә.

Икенсеһе – “Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнеү мөмкинлеге аласаҡ” тигән исем аҫтында бирелә һәм был блок төп белемде тәрәнәйтеп, киңәйтеп өйрәнеүҙе, йәғни материалды тәрәнерәк итеп өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Был белем күрһәткестәре бөтә уҡыусылар өсөн дә мотлаҡ түгел тип һанала, был өлкәләге тел материалдары менән ҡыҙыҡһынған һәм һәләтле балаларға ғына тәғәйенләнә.

Фонетика һәм орфоэпия.Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе айырыу. Һүҙҙә баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙе таба белеү, рус теле менән сағыштырыу. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Яңғырау һәм һаңғырау, парлы һәм парһыҙ тартынҡыларҙы айыра белеү. Һөйләмдә мәғәнә буйынса (логик яҡтан) баҫым төшкән һүҙҙәрҙе таба белеү. Башҡорт өндәрен, өндәр теҙмәһен әҙәби тел нормаларына ярашлы әйтә белеү.Бирелгән алгоритм буйынса һүҙгә фонетиканализ яһау.

Графика. Өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу. Яҙыуҙа ь, ъ, е, ё, ю, я хәрефтәре булған һүҙҙәрҙә өндәрҙең һәм хәрефтәрҙең һанын сағыштырып билдәләү.

Хәреф булмаған график сараларҙы – һ-ҙҙәр араһындағы буш урын, юлдан юлға күсереү билдәһе, ҡыҙыл юлды (абзац) дөрөҫ ҡулланыу. Башҡорт алфавитындағы хәрефтәрҙең исемен, уларҙың бер-бер артлы килеү тәртибен белеү. Алфавитты һүҙлектәр, белешмә йыйынтыҡтар, каталогтар менән эш иткәндә ҡуллана белеү.

Лексика. (курстың бөтә бүлектәрендә лә өйрәнелә). Һүҙҙең яңғырашы менән мәғәнәһенең бер бөтөн икәнлеген аңлау. Һүҙлектән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен табыу. Текста һүҙҙең мәғәнәһен аңлатыу. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәрҙе айырыу. Һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһен айыра белеү: текста бирелгән өлгөләрҙе ҡулланып аңлатыу. Синоним һәм антонимдарҙы айыра белеү, өйрәнелгән текстарҙа уларҙы таба, аралашҡанда ҡуллана белеү.

Һүҙьяһалыш (морфематика). Тамырҙаш һүҙҙәр тигән төшөнсәнең мәғәнәһен аңлау. Бер тамырҙан яһалған һүҙҙәрҙе һәм синонимдарҙы айыра белеү. Тамырҙаш һүҙҙәрҙең яһаусы ялғауҙар ярҙамында барлыҡҡа килеүе.Һүҙҙе составы буйынса тикшереү.

Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Һүҙ төркөмдәренең үҙ аллы һәм ярҙамсы төркөмдәргә бүленеүе.

Исем тураһында төшөнсә. Мәғәнәһе һәм телмәрҙә ҡулланылышы. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе айыра һәм таный белеү. Исемдәргә кем? Нимә? Һорауҙарын ҡуя белеү. Исемдәрҙең һан һәм килеш менән үҙгәреүе. Килеш атамаларын белеү һәм килеш һорауҙарын белеү. Исемдәрҙең эйәлек заты категорияһы. Исемде морфологик яҡтан тикшереү.

Ҡылым тураһында төшөнсә. Мәғәнәһе һәм телмәрҙә ҡулланылышы. Ҡылымдарҙың һан, заман категорияһы. Хәҙерге заман ҡылымдарының һан, зат, барлыҡүюҡлыҡ формалары. Ҡылымдарға морфологик анализ.

Сифат тураһында төшөнсә. Мәғәнәһе һәм телмәрҙә ҡулланылышы. Сифаттарҙың яһалышы. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре. Сифаттарҙы морфологик яҡтан тикшереү.

Алмаш тураһында төшөнсә. Алмаш төркөмсәләре. Зат алмаштарының берлек-күплек формалары, килеш менән үҙгәреше. Һорау, күрһәтеү алмаштары. Алмаштарға морфологик анализ.

Һан. Ябай һәм ҡушма һандар. Һан төркөмсәләре: төп, рәт. Һанға морфологик анализ. Һандарҙың килештә үҙгәреше.

Синтаксис. Һүҙҙе, һүҙбәйләнеште, һөйләмде айыра белеү. Уларҙың айырмаһын һәм оҡшаш яҡтарын билдәләү. Әйтелеү маҡсаты буынса ябай һөйләм төрҙәре: хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр.

Һөйләмдең баш киҫәктәрен таба белеү. Эйә менән хәбәрҙе айырыу, һөйләмдә уларҙы билдәләү. Һүҙҙәргә мәғәнә буйынса һорауҙар ҡуйып, уларҙың һүҙбәйләнештәрҙә, Һөйләмдәрҙә бер-береһенә ҡарата булған бәйләнешен билдәләү.

Үҙ аллы тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе табып билдәләй йәки үҙ аллы төҙөй белеү. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә һанау интонацияһын ҡулланыу. Ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙе айырыу.

Орфография һәм пунктуация. Орфографик яҡтан һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙа белеүҙе формалаштырыу. Орфограммаларҙың дөрөҫлөгөн тикшереү ысулдарын белеү. Орфографик һүҙлекте ҡулланыу белеү.

Түбәндәге дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен ҡулланыу:

-һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү;

-һөйләм башында һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙә ҙур хәрефтең яҙылыуы;

Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре: нөктә, һорау һәм өндәү билдәләре;

Тиң киҫәктәр араһында өтөр ҡуйыу;

-һүҙ аҙағында һаңғырау ҡ, к, п өндәренә әйләнә: ҡалаҡ – ҡалағы, китап – китабы, көрәк – көрәге;

--мы/-ме, -мо/-мө һорау ялғауҙарының яҙылышы;

(э) өнө башҡорт телендә тик һүҙ башында яҙыла: эш, эт.

-е хәрефе һүҙ башында (йэ) тип ишетелгән урында яҙыла: еп, ете, егет;

-ҡалын а, о, у, ы һуҙынҡыларынан килгән ҡылымдарға –ма юҡлыҡ ялғауы, ә, ө, ү, и, э(е) һуҙынҡыларынан килгән ҡылымдарға –мә юҡлыҡ ялғауы ҡушыла: бар-ма-йым, кил-мә-ем;

-я хәрефе башҡорт телендә һүҙ башында (йа) ишетелгән һүҙҙәрҙә яҙыла: япраҡ, яҡын;

-ҡайҙа? Һорауына яуап биргәндә ҡалын һуҙынҡылы һүҙҙәргә –ла, -да, -та, -ҙа, нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәргә -лә. –дә, -тә, -ҙә ялғауҙары ҡушыла;

-ҡайҙан? Һорауына яуап биреүсе ҡалын һуҙынҡылы һүҙҙәргә –нан, -дан, -тан, -ҙан ялғауҙары, нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә –нән, -ҙән, -дән, -тән ялғауҙары ҡушыла;

-төп башҡорт һүҙҙәрендә ъ һәм ь билдәләре өн белдермәй. Әгәр һүҙҙең беренсе өлөшө ҡалын булһа – ъ билдәһе, нәҙек булһа – ь билдәһе яҙыла: ҡулъяулыҡ, төньяҡ;

Һүҙҙең нигеҙе ҙ хәрефенә бөткән исемдәргә –ҙар, -ҙәр, т хәрефенә бөткән исемдәргә –тар, -тәр ялғауҙары ҡушыла. Һүҙҙә ҡуш тартынҡы барлыҡҡа килә: ҡыҙ ҡыҙҙар, ат – аттар.

-һүҙ –ль, -нь, -брь хәрефтәренә бөтһә, - нәҙек, -рь хәрефенә бөтһә, ҡалын ялғау ҡушыла, нәҙеклек билдәһе төшөп ҡала: июлде, сентябрҙе, лагерға.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Аралашыу осрағының ҡайҙа, кем менән, ниндәй маҡсатта барыуын аңлау. Диалог форма?ында аралашыуҙы практик рәүештә үҙләштереү. Диалог (әңгәмә, бәхәс). Үҙ фекерен әйтә, уны дәлилләй белеү. Һөйләшеүҙе башлай, дауам итә, тамамлай белеү (һаулыҡ һорашыу, һаубуллашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт әйтеү, үтенес, һорау менән мөрәжәғәт итеү, теләктәр әйтеү һ.б.).

Ғәмәли яҡтан телдән һөйләшеүҙең монологик формаһын үҙләштереү (телдән башҡарған эше тураһында отчет төҙөү, ниндәйҙер предметты, күренеште телдән һүрәтләү, хикәйәләү, улар тураһында фекерләү).

Текст. Текстың билдәләре. Текст эсендәге һөйләмдәрҙең бер-береһе менән мәғәнә яғынан бәйле булыуы. Текстың исеме.

Текста төп фекерҙе аңлатҡан һәм уның тамамланыуын билдәләгән һүҙҙәрҙе табып йәки үҙ һүҙҙәре менән әйтә белеү.

Текста һөйләмдәрҙең бер-бер артлы мәғәнәүи яҡтан теҙелеп килеүе.

Текст өлөштәренең (абзац) бер-бер артлы мәғәнәүи яҡтан теҙелеп килеүе.

Текст өҫтөндә комплекслы эш башҡарыу: исемләү, һөйләмдәрҙе, текст өлөштәрен (абзацтарҙы) мәғәнә буйынса дөрөҫләп төҙөү.

Текстың планы. Бирелгән текстың планын төҙөү. Тәҡдим ителгән план буйынса үҙ аллы текст төҙөү.

Текст төрҙәре: һүрәтләү , хикәйәләү, фекерләү һәм уларҙың үҙенсәлектәре.

Хат, саҡырыу ҡағыҙы, яҙыу (записка) һәм ҡотлау открыткаһы яҙыу.

Үҙ аллы текстар төҙөү, бирелгән текстарҙың дөрөҫлөгөн, уларға күп мәғәнәле һүҙҙәрҙе, синонимды, антонимды аңлатҡан һүҙҙәрҙе өҫтәп төҙәтеү.

Инша һәм изложение яҙыуҙың төрҙәре менән таныштырып, уларҙы яҙырға өйрәтеү: а) ентекләп, эҙмә-эҙлекле итеп яҙыу; б) ниндәйҙер осраҡҡа, күренешкә, ваҡиғаға бәйле ҡыҫҡаса, һайлап алынып яҙылған изложениелар; хикәйәләү иншаһы, һүрәтләү иншаһы, фекерләү иншаһы.

Башланғыс класты тамамлағас, программаны үҙләштергән уҡыусылар тейешле лингвистик белемгә һәм телмәр үҫешенә эйә булып, башҡорт телен өйрәнеүҙе артабан өлкән кластарҙа уңышлы дауам итә ала.
























4 класс. Туған (башҡорт) теленән календарь-тематик план

Ҡурай” башҡорт халыҡ әкиәте

Аныҡлаусы .Тултырыусы

1

08.10



7

Контроль күсереү “Ҡайынлы тау”


1

15.10



8

Р.Ғарипов. Туған тел Һүҙбәйләнеш

1

22.10



9

Башҡортостан йылғалары. Бер йәки күп мәғәнәле һүҙҙәр

1

05.11



10

Башҡортостан күлдәре. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр

1

12.11



11

Мостай Кәрим. Дим йылғаһы Һүҙ составы. Тамырҙаш һүҙҙәр

1

19.11



12

Ирәндек” әкиәте Ҡушма һүҙҙәр

1

26.11



13

Шихандар, тауҙар Е, ё, ю, я хәрефтәре

1

03.12



14

Сәсәндәр. “Урал батыр” эпосы Ярҙамсы һүҙҙәр

1

10.12



15

Урал батыр” (фильм ҡарау) Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

1

17.12



16

Контроль күсереү “ Ҡышын”

1

24.12



17

Салауат Юлаев. Тыуған илем Күплек ялғауҙары

1

31.12



18

Башҡортостан рәссамдары Исемдәрҙең эйәлек заты үҙгәреше

1

14.01



19

Шайморатов генерал Исемдәрҙең килештә үҙгәреше

1

21.01



20

Башҡортостан ҡалалары Парлы тартынҡылар

1

28.01



21

Исемең матур, кем ҡушҡан? Исем серҙәре. Туғанлыҡ терминдары

1

04.02



22

Башҡортостан буйлап сәйәхәт Сифат. Сифат дәрәжәләре

1

11.02



23

Шәжәрә Һан. Ябай һәм ҡушма һандар

1

18.02



24

Олатайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе Алмаштар

1

25.02



25

Яратҡан яҙыусым Ҡылымдар

1

04.03



26

Аҡъял батыр” әкиәте Ҡылымдарҙың затта үҙгәреше

1

11.03



27

Контроль күсереү “Ҡариҙел”

1

18.03



27

Башҡорт музыкаһы. З.Исмәғилев Ҡылымдарҙың үткән заманы

1

01.04



29

Театр, кино .Ҡылымдарҙың хәҙерге заманы

1

08.04



30

Музейҙа. Ҡылымдарҙың киләсәк заманы

1

15.04



31

Ҡылымдарҙың заманда үҙгәрешен нығытыу

1

22.04



32

С.Әлибай матур көн.Күнегеүҙәр үтәү


29.04



33

Башҡорт ыласындары.Һүҙ төркөмдәре ҡабатлау

1

06.05



34

Башҡорт халыҡ әкиәте . Күнегеүҙәр үтәү


13.05



35

Контроль күсереү “Йылы төн”


20.05



36

Йомғаҡлау.


27.05







































































































































































































































































































































































Уҡыу- уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

  1. Башҡорт теленең алфавиты. Плакат

  2. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа.– Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө: Эдвис, 2008

Материаль- техник ҡулланмалар

  • Телевизор

  • Видеомагнитофон

  • Проектор

  • Ноутбук

Төп әҙәбиәт исемлеге Дәреслек: Нафиҡова З.Ғ., Мортазина Ф.Ф. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2017.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: Нафиҡова З.Ғ., Мортазина Ф.Ф. Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-4-се класы өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметы буйынса белем биреү өлгө программалар. – Өфө: Китап, 2017/




Өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре.- Өфө: Китап; 2009

  2. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа, ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө: 2006

  3. Журналдар: “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”

  4. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  6. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  7. Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.

  8. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.

  9. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2008.

  10. Н.А. Зайцев ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү // Ш.Ш. Әхмәҙиева. Өфө, Китап, 2001.

  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Педагог-библиотекарь
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Проверен экспертом
Общая информация
Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Курс профессиональной переподготовки «Управление персоналом и оформление трудовых отношений»
Курс повышения квалификации «Экономика предприятия: оценка эффективности деятельности»
Курс повышения квалификации «Введение в сетевые технологии»
Курс повышения квалификации «Организация практики студентов в соответствии с требованиями ФГОС педагогических направлений подготовки»
Курс повышения квалификации «Основы построения коммуникаций в организации»
Курс повышения квалификации «Организация практики студентов в соответствии с требованиями ФГОС технических направлений подготовки»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности по подбору и оценке персонала (рекрутинг)»
Курс повышения квалификации «Финансы предприятия: актуальные аспекты в оценке стоимости бизнеса»
Курс повышения квалификации «Мировая экономика и международные экономические отношения»
Курс профессиональной переподготовки «Деятельность по хранению музейных предметов и музейных коллекций в музеях всех видов»
Курс повышения квалификации «Финансовые инструменты»
Курс профессиональной переподготовки «Эксплуатация и обслуживание общего имущества многоквартирного дома»
Курс профессиональной переподготовки «Организация процесса страхования (перестрахования)»
Курс профессиональной переподготовки «Организация маркетинговой деятельности»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.