Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Башҡорт теле дәресенә технологик карта.

Башҡорт теле дәресенә технологик карта.

В ПОМОЩЬ УЧИТЕЛЮ ОТ ПРОЕКТА "ИНФОУРОК":
СКАЧАТЬ ВСЕ ВИДЕОУРОКИ СО СКИДКОЙ 86%

Видеоуроки от проекта "Инфоурок" за Вас изложат любую тему Вашим ученикам, избавив от необходимости искать оптимальные пути для объяснения новых тем или закрепления пройденных. Видеоуроки озвучены профессиональным мужским голосом. При этом во всех видеоуроках используется принцип "без учителя в кадре", поэтому видеоуроки не будут ассоциироваться у учеников с другим учителем, и благодарить за качественную и понятную подачу нового материала они будут только Вас!

МАТЕМАТИКА — 603 видео
НАЧАЛЬНАЯ ШКОЛА — 577 видео
ОБЖ И КЛ. РУКОВОДСТВО — 172 видео
ИНФОРМАТИКА — 201 видео
РУССКИЙ ЯЗЫК И ЛИТ. — 456 видео
ФИЗИКА — 259 видео
ИСТОРИЯ — 434 видео
ХИМИЯ — 164 видео
БИОЛОГИЯ — 305 видео
ГЕОГРАФИЯ — 242 видео

Десятки тысяч учителей уже успели воспользоваться видеоуроками проекта "Инфоурок". Мы делаем все возможное, чтобы выпускать действительно лучшие видеоуроки по общеобразовательным предметам для учителей. Традиционно наши видеоуроки ценят за качество, уникальность и полезность для учителей.

Сразу все видеоуроки по Вашему предмету - СКАЧАТЬ

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

                                                                      Дәрестең технологик картаһы

Дәрес темаһы

Тыуған көн – матур байрам

Дәрес төрө

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты: тема буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен арттырыу, уҡыусыларҙы тыуған көн байрамына саҡырыу яҙырға өйрәтеү;

Үҫтереүсе: тема буйынса бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү, өйрәнгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу;

Тәрбиәүи: дөрөҫ туҡланыу, табынға меню төҙөй белеү мәҙәниәтен, бер-береһенә ҡарата ихтирамлылыҡ тойғолары тәрбиәләү.

Көтөлгән

һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы  бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү, булған аҙыҡ-түлектән дөрөҫ меню төҙөргә өйрәнеү (төркөмләү, файҙалыһын һайлау);

в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, туғандарына, дуҫтарына, класташтарына иғтибарлы, ихтирамлы булыу, бүләк биреү һәм бүләк алыу этикетын белеү.

Йыһазландырыу

 Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С.. “Башҡорт теле”. 3-сө класс уҡыусылары өсөн дәреслек - Өфө: “Китап”, 2010., мультимедиа проекторы, аудиояҙма (2 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленәнэлектрон дәреслек: тыңлап аңлау өсөн текстар. Блок 1, 7-се күнегеү. Автор-төҙөүсеһе: М.С. Дәүләтшина), маршрут биттәре, А3 форматында 3 өҫтәл һүрәте, төрлө аҙыҡ-түлек һүрәттәре менән 3 конверт.

Предмет-ара бәйләнеш

 Тормош һабаҡтары, биология, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү.


Дәрес этаптары

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I.Ойоштороу моменты.

Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

 I.- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

- Хәйерле көн!

- Хәлдәрегеҙ, кәйефтәрегеҙ нисек?

- Бөгөнгө дәрестә һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Әйҙәгеҙ, дәрестә үҙебеҙгә уңыштар теләп, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайыштыҡ.

- Бөгөн беҙҙең дәрескә бик күп ҡунаҡтар килгән, әйҙәгеҙ уларҙы ла сәләмләйек:

- Тел асҡысы иман биргән

  Һөйөклө туған телем.

  Үҙ телемдә һеҙгә сәләм:

  Әссәләмәғәләйкүм!

II.Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр.

Телебеҙҙе шымартып алайыҡ. Минең арттан ҡабатлағыҙ.

Ә - әсәй, дәрес

Ө - Өфө, бөгөн

Ү – күңелле, күп

Ҡ – ҡунаҡ

Ғ – байрамға

Һ – һый, һыйлай

Ҙ – ҙур, ҙурлай

ң, ҫ – минең, һинең, уның.

Уҡыусыларҙың яуаптары

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Хор менән ҡунаҡтарҙы сәләмләйҙәр.

 

 

 

 Уҡыусылар башҡорт теленең һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрен, һүҙҙәрҙе уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар.


Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар;

Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр.

Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар.

II.Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

-Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға аудиояҙманан текст тыңларға тәҡдим итәм. Иғтибар менән тыңлағыҙ. Унда нимә тураһында һүҙ бара?

- Эйе, дөрөҫ, тыуған көн тураһында.

- Тыуған көн ниндәй байрам ул? Уны үткәреү, байрам итеү ҡасан һәм ҡайҙа башланған икән?

- Быны белер өсөн әйҙәгеҙ маршрут битенән “Ә һеҙ беләһегеҙме?” рубрикаһына мөрәжәғәт итәйек.

- Шулай итеп, тыуған көн байрамын үткәреү бик борондан Европала башланған икән. Туған көн байрамы кешене яуызлыҡтан һаҡлау өсөн һәм йыл был кешегә тик уңыштар ғына алып килһен өсөн туғандары, дуҫтары, яҡындары араһында үткәреү өсөн тәғәйенләнгән булған.

- Уҡыусылар, ә һеҙ тыуған көн байрамын

үткәргәнегеҙ бармы?

- Ә уны үткәреү тәртибен беләһегеҙме?

- Ә саҡырыуҙы башҡортса төҙөй беләһегеҙме?

 Аудиояҙманан текст тыңлайҙар. Нимә тураһында һүҙ барыуын билдәләйҙәр.

 

Уҡыусылар яуап бирә.

 

 

Уҡыусылар “Ә һеҙ беләһегеҙме?” рубрикаһын уҡый.

Бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Уҡыусыларҙың яуап биреүе.

(Ҡунаҡтарҙы саҡырыу, өҫтәл әҙерләйбеҙ, өйҙө йыйыштырабыҙ һ.б.)

 

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.

 

Танып белеү:кәрәкле мәғлүмәтте текстан ишетеп аңлау

 

 

Коммуникатив:тыңлайҙар һәм диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар

 

 

Шәхси: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш,

ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттары формалаша.

III.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

-   Шулай итеп, беҙ бөгөн

дәрестә нимә тураһында

һөйләшәсәкбеҙ?

- Үҙебеҙгә ниндәй маҡсат

ҡуябыҙ?

(Туған көн байрамына саҡырыу яҙырбыҙ, байрам өҫтәленә меню төҙөрбөҙ, бик матур бер шиғыр уҡырбыҙ, туған көнгә бүләк биреү һәм бүләк алыу этикеты тураһында ла һөйләшеп китербеҙ.)

 Тыуған көн тураһында һөйләшәсәктәре тураһында әйтәләр.

Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.

 

Танып белеү: логик фекерләү (сылбырын) алгоритмын төҙөйҙәр.

Регулятив:уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.

IV.Яңы материалды өйрәнеү.

Уҡыу проблемаһын сисеү.

1. - Дәреслектең 75-се битен асайыҡ. Башта өлгөнө уҡыйыҡ, шунан өлгө буйынса үҙебеҙ ҙә саҡырыу яҙырбыҙ.

2.   – Саҡырыу әҙер. Артабан беҙ нимә эшләйбеҙ? Эйе, меню төҙөйбөҙ. Өс төркөмгә бүлешәйек. Байрам өҫтәленә нимәләр ултыртырһығыҙ, әйҙәгеҙ, бирелгән аҙыҡ-түлектәрҙән һайлап алығыҙ һәм өҫтәлгә ултыртығыҙ.

-   Ә ни өсөн был аҙыҡты һайланығыҙ?

(Әңгәмә. Макдональдстан алған гамбургерҙа кеше организымы өсөн зыянлы консерванттар һәм тоҙҙар бик  күп. Кока-кола составында кислота һәм шәкәр инә. Хатта кока-коланың теш эмаленә, бауырға зыянлы икәнлеге күптән инде иҫбатланған. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең нимә ашағаныбыҙға иғтибар итәйек. Организмға тик файҙалы, кәрәкле аҙыҡ ашарға тырышайыҡ.)

 Дәреслектең 75-се битен асалар 2-се күнегеүҙе уҡып, өлгө буйынса саҡырыу яҙалар. 1-2 уҡыусы уҡый.

 

 

 Өс төркөмдә эшләйҙәр. Өҫтәл һүрәтенә аҙыҡ-түлектәрҙе һайлап йәбештерәләр. Артабан был проект эштәрен яҡлайҙар.

 

 

 

 

Уҡыусылар уҡытыусының һорауына яуап бирәләр һәм әңгәмәлә ҡатнаша.

 

Регулятив: өлгө буйынса эшләй белеү, төркөмдә эшләй белеү.

 

Танып белеү:кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, рефлексия үткәрәләр, үҙҙәренең эштәрен яҡлай беләләр, анализ бирәләр

 

Коммуникатив:монологик телмәр төҙөй белеү, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ эштәрен анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша

 

Шәхси: һаулыҡ өсөн файҙалы аҙыҡ-түлекте ашау кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең һаулығы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо арта.

 

V. Ял минуты

 

-     Саҡырыу яҙҙыҡ, өҫтәл

ултырттыҡ. Әйтегеҙ әле,

тыуған көн байрамында

ниндәй уйын уйнау

йолаһы бар?

- Уйын уйнап, ял итеп алайыҡ.

 Бер уҡыусыны уртаға ҡуйып, уҡыусылар “Аҡ ҡалас” уйынын уйнайҙар.

Шәхси: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

VI.Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

1.     - Ә хәҙер дәреслектең

74-се битен асайыҡ, 3-сө

күнегеү. М.С.Дәүләтшинаның

Байрам” шиғырын уҡыу.

Һүҙлек эше:

теләктәр – пожелания

ҡыуаныс – радост

һыйманы – не поместилось

 һыйланы – угостил (а) 

2. Шиғырҙы тасуири уҡыу.

3.Шиғыр буйынса һорауҙарға яуаптар биреү:

а) - Шиғырҙа кемдең тыуған көнө?

б) - Наиләнең тыуған көнөнә нимәләр бүләк иткәндәр?

в) - Наилә ҡунаҡтарын нимә менән һыйлаған?

г) -  Шиғырҙың йөкмәткеһенә ҡайһы һүрәт тап килә? (һүрәттәр слайдта)

4.- 75-се бит 3-сө күнегеү. Һинең тыуған көнөңә көсөк бүләк иттеләр ти. Әйҙәгеҙ, ошо яуаптарҙы ҡулланып, диалог төҙөйөк. Нисә вариантта диалог төҙөргә мөмкин?

(1) Һиңә был бүләк оҡшай.

2) Был бүләк һиңә бөтөнләй оҡшамай.

3) Һин был бүләккә битараф.)

- Ҡайһы диалог һеҙгә оҡшаны? Ни өсөн?

(Әңгәмә. Бүләк биреү һәм бүләк алыу этикеты бар. Бүләк һеҙгә оҡшамай, йә кәрәкмәй икән, быны һис тә күрһәтергә ярамай. Мотлаҡ рәхмәт әйтергә кәрәк.)

 

 

 

 

Һүҙлек эшен башҡаралар.

 

 

 

 

 2-3 уҡыусының шиғырҙы тасуири уҡыуы.

 

Һорауҙарға яуаптар бирәләр.

 

 

 

 

 

Һүрәттәрҙе ҡарап, шиғырҙың йөкмәткеһенә тап килгән һүрәтте һайлайҙар?

 

Парҙар менән эш. Өс вариантта диалогты сәхнәләштереү.


 

 

Әңгәмәлә ҡатнашалар.

 


Шәхси: тасуири уҡыу күнекмәләре формалаша, уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу

 

 

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен  (биремен) аңлау, ҡабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.

 

 

 

 

Коммуникатив:диалог төҙөйҙәр, һорауҙарға яуап бирәләр, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша

 

 

 

 

 

 

Танып белеү:анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштереү

 

VII. Өйгә эш

 

1) 74-се бит 3-сө күнегеү. Шиғырҙы ятларға.

2) 73-сө бит 4-се күнегеү. Байрамға ниндәй бүләк һайлар инең?

3) “Минең тыуған көнөмдә” тигән темаға проект эшенә материалдар әҙерләргә.

Көндәлеккә өй эшен яҙалар.

Танып белеү:кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлай, һайлай белеү.

Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу.

Коммуникатив: шиғыр ятлау

VIII.Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

- Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме? Баһалау битендә үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.

-   Алған белемдәрегеҙ тормошт

кәрәк булырмы?

  Уҡыусыларҙы баһалау.

- Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам. Тәртипле. аҡыллы малайҙар һәм ҡыҙҙар булып Тыуған илебеҙгә файҙалы, кәрәкле шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем. 

Рәхмәт. Дәрес бөттө. Һау булығыҙ.

 Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы иҫкә төшөрөү, баһалау битендә үҙҙәренә баһалар ҡуялар.

 

Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Шәхси: үҙүҫеш, баһала



Самые низкие цены на курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации!

Предлагаем учителям воспользоваться 50% скидкой при обучении по программам профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок".

Начало обучения ближайших групп: 18 января и 25 января. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (20% в начале обучения и 80% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru/kursy


Идёт приём заявок на самые массовые международные олимпиады проекта "Инфоурок"

Для учителей мы подготовили самые привлекательные условия в русскоязычном интернете:

1. Бесплатные наградные документы с указанием данных образовательной Лицензии и Свидeтельства СМИ;
2. Призовой фонд 1.500.000 рублей для самых активных учителей;
3. До 100 рублей за одного ученика остаётся у учителя (при орг.взносе 150 рублей);
4. Бесплатные путёвки в Турцию (на двоих, всё включено) - розыгрыш среди активных учителей;
5. Бесплатная подписка на месяц на видеоуроки от "Инфоурок" - активным учителям;
6. Благодарность учителю будет выслана на адрес руководителя школы.

Подайте заявку на олимпиаду сейчас - https://infourok.ru/konkurs

Автор
Дата добавления 19.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров1214
Номер материала ДВ-172066
Получить свидетельство о публикации

УЖЕ ЧЕРЕЗ 10 МИНУТ ВЫ МОЖЕТЕ ПОЛУЧИТЬ ДИПЛОМ

от проекта "Инфоурок" с указанием данных образовательной лицензии, что важно при прохождении аттестации.

Если Вы учитель или воспитатель, то можете прямо сейчас получить документ, подтверждающий Ваши профессиональные компетенции. Выдаваемые дипломы и сертификаты помогут Вам наполнить собственное портфолио и успешно пройти аттестацию.

Список всех тестов можно посмотреть тут - https://infourok.ru/tests


Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх