Инфоурок Другое Другие методич. материалыБашҡорт теле дәрестәрендә проектлау технологияһын ҡулланыу

Башҡорт теле дәрестәрендә проектлау технологияһын ҡулланыу

Скачать материал





Башҡорт дәүләт теле дәрестәрендә проектлау технорлогияһын ҡулланыу







Өфө


Йөкмәтке



  1. Инеш………………………………………………………………7


  1. Башҡорт дәүләт теле дәрестәрендә проектлау методын ҡулланыу…………………………...............................................12


  1. 5-6-сы кластар өсөн проект темалары……………………….18



  1. Ҡулланылған әҙәбиәт……………………………………………………23


















ИНЕШ

Уҡыу-уҡытыу, үҫеп килгән быуынға кешелек тарихында тупланған белемдәрҙе тапшырыу – мәңгелек, бер ваҡытта ла мөһимлеген юғалтмаған проблема тип әйтһәк тә була. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә ошо мәсьәләнең хәл ителешен йәмғиәттәге әхлаҡ, мәҙәни мөхит, рухи ҡиммәттәрҙең үҫтерелеше тора. Һәр бер тарихи дәүер уҡытыусы алдында яңы талаптар ҡуя. Хәҙерге заман уҡытыусыһы уларға яуап бирергә, йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәргә әҙер булырға тейеш.

Уҡытыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа айырым йүнәлештәрҙең асылын, атап әйткәндә, этномәҙәни һәм интеграциялы уҡытыу төрҙәренең йөкмәткеһен, шулай уҡ баларҙы һәр яҡлап үҫтереү өсөн төрлө инновацион алымдарҙы, технологиялар ҡулланыуҙы, уйлап табыу үҙенсәлектәрен, проект технологияһын, компьютер ҡулланыу, блоклап уҡытыу, үҫтереүсе уҡытыу системаһын, телмәр үҫтереү, әҙәби әҫәргә комплекслы анализ яһау тураһында мәғлүмәттәрҙе яҡшы белергә тейеш.

Мәктәп – тормош көҙгөһө. Заман талаптарына яуап бирерлек сифатлы уҡытыу – мәктәптең иң мөһим бурысы. Белемдең сифаты – дәүләт күләмендә ил үҫешенең бөгөнгө тормош ихтыяждарына тура килеүе ул. Педагогик күҙлектән ҡарағанда, ул белемдәрҙең билдәле бер йыйылмаһын үҙләштереүгә генә түгел, ә бәлки, шәхес үҫешенә йүнәлтеүенә лә ҡайтып ҡала.

Белем биреүҙең сифатын күтәреү барыһынан да элек түбәндәге шарттарҙы үтәү ул:

  1. белем биреү учреждениеларының уҡытыу, матди базаһын яҡшыртыу;

  2. заманса мәғлүмәти технологиялар үҫеше шарттарында белем биреү йөкмәткеһен яңыртыу;

  3. уҡытыу-тәрбиә процесын фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү;

  4. кадрҙарҙың квалификацияларын күтәреү;

  5. белем биреү процесын инновацион технологиялар ҡулланыу һ.б.

Йәмғиәттә белем интеллектуаль байлыҡҡа һәм иҡтисадтың төп ресурсына әүерелә бара. Хәҙер кешеләрҙең белеме, ижади эше, оҫталыҡ дәрәжәһе, киң мәғәнәһендә булдыҡлылығы беренсе урынға сыға. Шуға ла уҡыусыларҙы заманға лайыҡлы булып йәшәргә, белем алырға һәм эшләргә өйрәтеү уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә бәйле икәнлеген аңлау әлеге проблеманы хәл итеү өсөн мәғариф системаһында яңыса фекерләү, яңы техологиялар индереү зарурлығын тыуҙырҙы.

Һуңғы йылдарҙа бик күп яңы педагогик технологиялар тәҡдим ителде. Инновацион технологияларҙы уҡытыу процесында файҙаланыу – белем биреү сифатын күтәреү ҙә бик нәтижәле сара ул. Сөнки улар уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уҡыу материалын тәрәнерәк үҙләштереү теләге булдыра, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү мөмкинлеген бирә.

Заманса уҡытыу технологияларының, техник сараларҙың дидактик потенциалы ҙур булыуы тәбиғәт, математика фәндәрен генә түгел, гуманитар дициплиналарҙы уҡытҡанда ла һөҙөмтәле икәнлеге бәхәсһеҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уларҙы файҙаланыу мәсьәләһе бик актуаль, күп ҡырлы.

Бөгөнгө ауыр һәм ҡатмарлы заманда балаларға төплө белем һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү йәмғиәтселек һәм мәктәп алдында торған иң ҙур бурыстарҙың береһе. Ҡала мәктәптәрендә был бурыс күберәк башҡорт теле уҡытыусылары иңенә төшә. Башҡорт теле уҡытыусылары дәрестә белем биреүсе генә түгел, төрлө әҫәрҙәр өлгөһөндә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүсе лә. Һәр дәрес уҡыусыға тейешле кимәлдә белем һәм тәрбиә бирһен өсөн, дәрестәрҙең йөкмәткеһе һәм үткәрелеү сифаты юғары булырға тейеш. Уҡытыусы үҙе лә камиллыҡҡа ынтылырға, һәр дәресен төрләндереп үткәрергә, дәрестә күберәк уҡыусыларҙың үҙҙәрен эшләтергә тырышырға тейеш. Дәрестә уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороуҙа, уларҙың ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә, һәр баланы үҙ фекерен әйтә һәм яҡлай белергә өйрәтеүҙә проект методын ҡулланыу юғары һөҙөмтәгә килтерә. Дәрестәр төҙөгәндә уның тәрбиәүи яғын күҙ уңынан ысҡындырмау мөһим. Дәрестә лә белем һәм тәрбиә биреү бер бөтөн булып үрелергә тейеш.

Педагогик эшебеҙҙең темаһы хәҙерге замандың актуаль проблемаларының береһе булып тора. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә фекер йөрөтөргә өйрәткәндә, ғәҙәти эш алымдары менән бергә төрлө яңы технология алымдарын файҙаланыу уңышлы һөҙөмтәләр бирә. Тик уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, системалы рәүештә даими ҡулланырға кәрәк. Ошоно иҫәпкә алып, башҡорт дәүләт теле дәрестәрендә проектлау технологияһын ҡулланыу йыш һәм урынлы. Эшебеҙҙең актуаллеге ошонда.

Педагогик эшебеҙҙең төп маҡсаты:проект эше менән уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итеү, уның фекерләү һәләтен үҫтереү, үҙ эшенә баһа бирергә, башҡортса дөрөҫ һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәтеү менән бергә уларҙа әҙәп-әхлаҡ, толерантлыҡ тәрбиәләү.

Тикшеренеү гипотезаһы (көтөлгән һөҙөмтәләр).Әгәр ҙә башҡорт теле дәрестәрендә проектлау технологияһын уңышлы файҙаланһаҡ:

  1. уҡысының үҙ аллы фекерләү һәләте үҫәсәк;

  2. башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙары, ихтирамдары артасаҡ;

  3. башҡорт теле дәрестәре күпкә ҡыҙығыраҡ һәм фәһемлерәк үтәсәк.

Тикшеренеү объекты башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен өйрәтеү процессы.

Тикшеренеү методтары:

  1. теоретик (тема буйынса ғалимдарҙың һәм тәжрибәле уҡытыусылырҙың эштәрен өйрәнеү);

  2. практик-эксперименталь (проектлау технологияһын уҡытыуҙа ҡулланыу).

Тикшеренеү бурыстары:

  1. һәр балала үҙенең теле, традициялар, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре аша башҡорт милләтенә, уның тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тойғоһо тәрбиәләү;

  2. күтәрелгән проблемаларҙың практикала һәм теорияла өйрәнелеү кимәлен тикшереү;

  3. үҫмерҙең үҙ аллы фекерләү һәләтен, аҡыл һәм интеллектуаль үҫешен тәьмин итеү, психологик үҙенсәлектәрен өйрәнеү.

Практик әһәмиәте:

Минең уйымса, проектлау технологияһын ҡулланыу уҡытыусыларҙа һәм методистарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр, артабан яңынан-яңы ғилми хеҙмәттәр менән байытылыр. Беҙҙең эшебеҙҙең һөҙөмтәләре дәрестәрҙе ойошторғанда уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтер, тип ышанам.

Этап

Ваҡыт

Саралар

I этап



Инеш

1

01.09.2012

29.12.2012

- Педагогик тема буйынса проект технологияһын, педагогтарҙың һәм тәжрибәле уҡытыусыларҙың эш тәжрибәләрен өйрәнеү;

- күнегеүҙәр системаһын туплау

2

29.12.2013

30.05.2013

- башҡорт теле дәрестәрендә проект технологияһын актив ҡулланыу;

- һөҙөмтәләрҙе асыҡлау өсөн диагностикалар үткәреү;

- теоретик материалдарҙы туплауҙы дауам итеү

II этап

Практикала ҡулланыу технологияларын

эффектлы асыҡлау

3

01.09.2014

04.10.2014

16.11.2014

29.12.2014


- педагогик тема буйынса мәктәптә асыҡ дәрестәр биреү;

- 6Б класында асыҡ дәрес;

- 7г класында асыҡ дәрес;

- мәктәп методик ултырышында алынған тема буйынса сығыш яһау;

- һөҙөмтәләре асыҡлау өсөн диагностикалар һәм анкета һорауҙарына яуаптар алыу;

4

01.01.2015

30.05.2015

- теоретик һәм практик материалдарҙы бер системаға килтереү;

- күнегеүҙәрҙе камиллаштырыу;

- асыҡ дәрестәр биреү

III этап

Эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу

5

01.09.2015

30.12.2015

- район методик ултырышында сығыш яһау;

- теоретик материалдарҙы туплауҙы дауам итеү


6

01.01.2016

30.05.2016

- педагогик тема буйынса эшләүҙең һөҙөмтәләрен анализлау;

- киләсәк педагогик эшмәкәрлеккә маҡсаттар һәм бурыстар билдәләү.





Башҡорт дәүләт теле дәрестәрендә проектлау технологияһын ҡулланыу


Проектлау методы – педагогик процесты планлаштырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система ул. Проект һүҙе белем биреү процесын алдан күҙаллау тигәнде аңлата. Ысынлап та, дәрестә өйрәнеләһе материалдың йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләп ҡуйыу проектлау методының төп асылын тәшкил итә. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлана барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.

Проектлау технологияһын ҡулланыр алдынан уларҙың төрҙәрен асыҡлайыҡ.

  1. Уйын проекты. Уның нигеҙендә ролләп уйнау ята. Уҡыусылар ниндәй ҙә булһа бер ситуация уйлап сығара (проекттың проблемаһы, маҡсаты билдәләнә), уҡыусы нимә өйрәнергә тейешлеге билдәләнә, төркөмдәрҙә эш ойошторола. Шунан сәхнәләштерелгән уйын буйынса һығымта яһала, дискуссия алып барыла.

  2. Эҙләнеү проекты. Был проект – фәнни-тикшеренеү эшенең бер төрө ул. Һуңғы ваҡытта уҡыусыларҙың фәнни-тикшереү эштәренә иғтибар ныҡ артты.

  3. Ижади проект. Ул презентация, видеофильм, экспедиция, һүрәт, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийы һәм башҡа формаларҙа булырға мөмкин. Был проект та эҙләнеү, ижади эш, һөҙөмтәне яҡлау этаптарынан тора.

  4. Информацион проект. Исеменән күренеүенсә, ул мәғлүмәт менән бәйле: уҡыусылар үҙҙәре мәғлүмәт таба, эштең һөҙөмтәһе гәзит, доклад, презентация рәүешендә бүтәндәргә баҫма формала таратыла йәки Интернет селтәренә тоташтырыла.

  5. Логик-мәғәнәүи модель (ЛММ) – шулай уҡ проект технологияһының бер төрө. Унда информация схема рәүешендә тәҡдим ителә. Уртаға тема яҙыла, тикшереләһе мәсьәләләр координаттарҙа төйөндәр менән билдәләнә. Логик-мәғәнәүи модель – кодлаштырылған конспект ул.

Проект өҫтөндә эште уңышлы үтәү өсөн шарттар:

  1. уҡыусыны эш талаптары менән таныштырып, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, күренештәрҙең төпкөлөнә үтеп инергә өйрәтеү мөһим. Дәрестәрҙе төрлө типта, төрлө алымдар ҡулланып ойошторорға, күберәк актив методтар ҡулланырға (өлөшләтә эҙләнеү, проблемалы эҙләнеү методтары) кәрәк.

Проект өҫтөндә эш этаптары:

  1. Проект темаһын тәҡдим итеү. Мәсьәләне ҡуйыу.

  2. Эштең дөйөм йүнәлешен һайлау. Балаларҙы төркөмдәргә бүлеү. Эш планын төҙөү. Мәғлүмәт йыйыу алымдарын һайлау һәм эҙләнеүҙе башлау. Беренсе һөҙөмтәләрҙе тикшереү.

  3. Проектты презентациялау (тапшырыу) һәм яҡлау.

  4. Йомғаҡлау. Һығымта яһау.

Проектлау технологияһының әһәмиәте:

  1. ул грамматик материалдың бөтә үҙенсәлектәрен бергә йыя, бер урынға туплай;

  2. өйрәнеү ваҡытын экономияларға ярҙам итә; практик эштәргә күберәк ваҡыт ҡала;

  3. тәҡдим ителгән проект уҡыусыға тикшеренеү, үҙ аллы белем алыуҙа таяныс ролен үтәй;

  4. проектты файҙаланып, уҡыусылар дәрестә үҙидаралыҡ алымдарын өйрәнә.

Проектлау методын төрлө маҡсаттарҙа, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин. Әммә был тик ошо метод менән генә уҡытыу тигәнде аңлатмай, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған саҡтарҙа ғына ҡулланырға тейеш. Проект методы уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинселектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусылар фәнни-тикшеренеү эшенә йәлеп ителә.

Проект технологияһы түбәндәге бурыстарҙы үтәй:

  1. Эш барышы уҡыусының кәйефенә тәьҫир итә һәм теманы өйрәнеүгә теләк уята.

  2. Проект эшен ойоштороу барышында уҡыусылар үҙ-ара аралаша, бер-береһенә йоғонто яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен үтәй.

  3. Бөтә уҡыу процессы уҡыусыға йүнәлтелә, уның ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе менән шәхси һәләттәре бергә алына.

  4. Уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә индивидуаль һәм коллектив яуаплылыҡ уята.

  5. Бергәләп эшләү уҡыусыға башлаған эште аҙағына тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә:

  1. проблемалы өлкә эҙләп табыла;

  2. проект темаһы асыҡлана (теманы ни өсөн һайланыҡ, төрлө варианттар араһынан ни өсөн ошо вариант һайланғанын аңлатырға);

  3. эшләнәсәк проекттың формаһы, йөкмәткеһе ниндәй була ала;

  4. был тема буйынса ниндәй мәғлүмәттәр бар (кәрәкле әҙәбиәт уҡыу, күргәҙмә эштәрҙе ҡарау, төрлө сығанаҡтар менән танышыу һ.б.);

  5. эште башҡарыу этаптары асыҡлана.

Практик өлөштә 5-се, 6-сы, 7-се кластарҙа проектлау методын ҡулланып дәрестәр үткәрелде. Тәжрибә өсөн 6-сы кластар һайланды. 6Б класы – эксперименталь, ә ҡалған 6-сы кластарҙы контроль класс итеп алынды. Уларға уҡыу йылы буйына төрлө проекттар тәҡдим ителде.


  1. Башҡортостан ере буйлап.

  2. Беҙ бөтәбеҙ ҙә йәйәүлеләр.

  3. Почта. Телеграф. Телефон.

  4. Дуҫлыҡтың ҡәҙерен бел.

  5. Бына тағы яҙ килде.

Мәҫәлән, уларҙың “Башҡортостан ере буйлап” тигән темаға эшләгән проекттарын тәҡдим итәбеҙ. Был тема үҙ эсенә тағы бер нисә теманы берләштерә.

  1. Башҡортостандың мәмерйәләре.

  2. Башҡортостандың шихандары.

  3. Башҡортостандың шарлауыҡтары.

Башта уҡыусыларҙы проект эшләү ҡағиҙәләре менән таныштырҙыҡ. Унан өс төркөмгә бүлеп, һәр төркөм үҙенә тема һайлап алды һәм шул тема буйынса эшләй башланы. Был проекттар түбәндәгесә бирелде:

«Башҡортостан мәмерйәләре» проекты - стена гәзите.

Эшэтабы:

  1. Башҡортостан мәмерйәләре тураһында мәғлүмәт туплау.

  2. Һүрәттәр килтереп плакатка төшөрөү.

  3. Стена гәзитенәяҙырға текст әҙерләү.

  4. Стена гәзитеэшләү.

Проект менән башҡа төркөмдәр алдында сығыш яһаусыны билдәләү.

«Башҡортостан шихандары» проекты - белешмә.

Эшэтабы:

  1. Шихандартураһындамәғлүмәттуплау.

  2. Һүрәттәркилтереү, плакат эшләү

  3. Белешмәгәяҙырға текст әҙерләү

  4. Белешмәэшләү.

Проект менән башҡа төркөмдәр алдында сығышяһаусыныбилдәләү.

«Башҡортостан шарлауыҡтары» проекты ― кеҫә һүҙлеге

Эшэтабы:

  1. Шарлауыҡтартураһындамәғлүмәттуплау, текст әҙерләү;

  2. Текстан Башкортостан менәнбәйлеһүҙҙәрҙетабыпяҙыу

  3. Һүрәттәркилтереү ;

  4. Кеҫәһүҙлегенэшләү.

Проектменән башҡа төркөмдәр алдында сығышяһаусыныбилдәләү.

Презентацияның схемаһы:

1.Проекттыңисеме.

2. Ҡыҫҡасайөкмәткеһе, нимәтураһындаһүҙ бара?

3. Ни өсөнһеҙпроектығыҙҙыкәрәкле тип һанайһығыҙ?

4. Һеҙҙең проектҡа ҡарата ҡарашығыҙ.

Проектты яҡлау презентация формаһында ойошторолдо. Уҡыусылар бер-береһенә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙеләр, тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Баһалар башта уҡыусының үҙе тарафынан, унан һабаҡташтары, иң аҙаҡ уҡытыусы тарафынан ҡуйыла. Проектты яҡлағандан һуң, үтелгән тема буйынса тикшереү эше һәм анкета үткәрелде.

Проектлау методының эффекты:

  1. телде аңлау, телмәрҙе тыңлау, һүҙлек запасы туплау, диалогик һәм монологик телмәрҙең үҫеше;

  2. уҡыусыларҙың фонетик һәм лексик яҡтан белемдәре камиллаша.

Проект эше уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәтә. Ә баланың үҙ аллы фекрләү һәләтенә, аҡыл үҫешенә ирешеү – һәр уҡытыусының төп маҡсаты.



























5-се кластар өсөн проект планы


Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса проект пландары.

  1. Яҙ. Яҙҙар килә шаулап-гөрләп.

  2. Йәй. Йәйҙең йәмле көндәрендә.

  3. Көҙ. Алтын көҙ килә еремә.

  4. Ҡыш. Бурай-бурай ҡарҙар яуа.


Башҡортостанды беләһеңме?”

темаһы буйынса проект пландары

  1. Балдай татлы һыуҙарым. ( Башҡортостан йылғалары буйынса)

  2. Бейек-бейек тауҙарым. (Башҡортостан тауҙары тураһында)

  3. Баҡортостан күлдәре.

  4. Башҡортостандың ҡалалары.


Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена”

темаһы буйынса проект пландары


  1. Тән өлөштәре.

  2. Эске ағзалар.

  3. Сәләмәтлекте нығытыу.


Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар”

темаһына буйынса проект пландары


  1. Икмәк – бөтәһенә лә баш.

  2. Һөт аҙыҡтары.

  3. Йәшелсә-емеш.



8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө ”

темаһына буйынса проект пландары


  1. Әсәйҙәрҙе ҡотлау проекты.

  2. Уҡытыусыларҙы ҡотлау проекты.

  3. Әхирәттәрҙе ҡотлау проекты.


Яҙ етте” темаһына буйынса проект пландары

  1. Яҙғы эштәр.

  2. Тәбиғәттәге яҙғы үҙгәрештәр.

  3. Яҙғы байрамдар.













6-сы кластар өсөн проект планы

Башҡортостан ере буйлап” темаһына буйынса проект пландары


  1. Башҡортостан мәмерйәләре.

  2. Башҡортостан шихандары.

  3. Башҡортостан шарлауыҡтары.


Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм тамғалары. Беҙ бөтәбеҙ ҙә йәйәүлеләр” темаһына буйынса проект пландары

  1. Йәйәүлеләр.

  2. Велисопедта.

  3. Автомобилдә.


Почта. Телеграф. Телефон.” темаһына буйынса проект пландары

  1. Хат яҙыу ҡағиҙәләре.

  2. Телефон аша һөйләшеү ҡағиҙәләре .

  3. Үҙ-ара һөйләшеү ҡағиҙәләре .


Дуҫлыҡтың ҡәҙерен бел” темаһына буйынса проект пландары

  1. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын.

  2. Дошман көлдөрөп әйтер, дуҫ илатып әйтер.

  3. Дуҫ яуҙа һыналыр.


Бына тағы яҙ килде” темаһына буйынса проект пландары

  1. Яҙғы эштәр.

  2. Тәбиғәттәге яҙғы үҙгәрештәр.

  1. Яҙғы байрамдар.



Анкета


  1. Проект өҫтөндә эшләү оҡшанымы?

А) эйе Б) юҡ

  1. Әгәр ҙә оҡшаһа, ни өсөн оҡшаны?

А) бик ҡыҙыҡлы эш;

Б) төркөм менән эшләү оҡшаны;

В) сөнки ғәҙәти булмаған эш;

3. Был проектты эшләүҙә әүҙем ҡатнаштыңмы?

А) эйе;

Б) ул хәтлем түгел;

В) юҡ;

4. Башҡорт теленән тағы ла берәй темаға проект эшләр инеңме?

А) эйе;

Б) юҡ;

В) әле уйламағанмын.











Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологияларҙы ҡулланыу (методик ҡулланма). – Өфө, НМЦ “Педкнига”, 2008. – 204 бит.

  2. Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се киҫәк. – Өфө:Китап, 2010. – 120 бит.

  3. Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М.Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 2-се киҫәк. – Өфө:Китап, 2011. – 88 бит.

  4. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Китап, 2009. – 128 б.

  5. Интернет селтәре.





Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Башҡорт теле дәрестәрендә проектлау технологияһын ҡулланыу"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Старший рекрутер

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 791 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 25.11.2015 4934
    • DOCX 31.2 кбайт
    • 41 скачивание
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Муратова Раушания Минисламовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 19552
    • Всего материалов: 8

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Управление рисками в бизнесе: анализ, оценка и стратегии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология детства и подросткового возраста

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 106 человек из 49 регионов
  • Этот курс уже прошли 64 человека

Мини-курс

Творчество и технологии в медиакоммуникациях

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе