Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Другие методич. материалы / БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ПСИХИК ЯҠТАН ҮҪЕШТӘ ҠАЛЫШҠАН БАЛАЛАР МЕНӘН ЭШЛӘҮ.

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ПСИХИК ЯҠТАН ҮҪЕШТӘ ҠАЛЫШҠАН БАЛАЛАР МЕНӘН ЭШЛӘҮ.


  • Начальные классы

Поделитесь материалом с коллегами:

З.Р. Мурзакаева (18-се урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы)


БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ПСИХИК ЯҠТАН ҮҪЕШТӘ ҠАЛЫШҠАН БАЛАЛАР МЕНӘН ЭШЛӘҮ.


Күңел сәләмәтлеге һәм хис-тойғо тыныслығы һәр уңышлы эшмәкәрлек өсөн, шул иҫәптән уҡыу өсөн дә, мөһим шарт булыуы һәр кемгә аңлашыла. Ә хис- тойғо проблемалы балалар ни белем һәм күнекмәләр үҙләштерергә, ни яҡшы сифатлы ижад итергә, ни аралашырға һәләтле түгел. Шуға күрә ошондай балалар менән дәрес алып барғанда психологик яҡтан күңел торошон беренсе урынға ҡуйыу мотлаҡ.

Йәмғиәттә ҡарауһыҙ, ололар хәстәрлегенән, иғтибарынан ситтә ҡалған балалар девиант һәм деликвент өлкәгә ҡыҫырыҡлап сығарыла. Шуға ла бөгөн юлдан яҙған йәш балалар иҫәбе артҡандан- арта. Уларҙың аңһыҙлығы арҡаһында күпме ҡанһыҙ, агрессив, законға ҡаршы эштәр эшләнә. Был социаль боҙоҡлоҡтоң нигеҙендә шәхестең төп сығанағы булған (“мин” концепцияһының, үҙ-үҙеңде тойоу, үҙ-үҙеңде контролләүҙең формалашмауы сағылған) хис-тойғоноң үҫешмәүе ята. Был балалар менән эшләү өсөн күп нәмә талап ителә. Баланың йомшаҡ, тәьҫирле күңелен ышандырырға, үҙеңә йәлеп итергә, образдар, хистәр донъяһына алып инергә кәрәк.

Ғәҙәттә, психик яҡтан үҫеше артта ҡалған уҡыусылар айырым класс булып уҡый. Үҙ программаһы булдырыла. Башҡорт теленә ҡалғанда айырым прогграмма юҡ. Уҡытыусылар нормаль кластарға тәғәйенләнгән программаны ябайлаштыра, яраҡлаштыра.

Башҡорт теле- еңел үҙләштерелә торған тел түгел. Шул уҡ ваҡытта тейешле кимәлдә өйрәтелергә ҡаралған. Беҙҙең мәктәптә 7-се төр менән коррекцион кластар бар.

Дәрестең маҡсатына ирешеү өсөн төрлө дидиктик карточкалар,милли һәм өҫтәл уйындары урынлы. Башҡортса сыҡҡан телетапшырыуҙарҙы ҡарау ҡыҙыҡ.


Дәрес ваҡытында төрлө проблемалар тыуа. Уҡытыусы психологҡа әүерелә. Төрлө юлдар менән сығырға тырыша.

  1. Мин”де башҡаларҙы аңларға, аралашыуҙа осраған кәртәләрҙе еңеп сығырға өйрәтә;

  2. Үҙ-үҙен күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙыра, балалар ҡурҡыуын һәм неврозын булдырмау сараһын күрә;

  3. Аралашыу оҫталығын: эшлекле һәм тасуири баһалауҙы булдыра, “бала- оло кеше ”, “бала- йәштәш” аралашыуында эшлекле этикет формаларын үҙләштерә;

  4. Һәр социаль шарт, һәр йәш яғынан бүленгән төркөмдә иң ҡулай аралашыу юлын һайларға өйрәтеү;

  5. Ҡылыҡты тотороҡландырыу алымдарына өйрәтеү.

Әлбиттә, был бурыстарҙың барыһын да бер үк ваҡытта, комплекста хәл итеп булмай. Уҡытыусы проблеманы хәл итеүгә ижади ҡарай.

Башҡорт теле дәрестәрендә ярһыған баланы тынысландырыу маҡсатында 3-10 минутлыҡ яҙма эш бирәм. Бигерәк тә, физкультура дәресенән һуң килһәләр, иғтибарҙарын алыр өсөн дә. Дәрестең темаһына ярашлы рәүештә йөкмәткеһе уҡыусыларға ябайлаштырыла. Төрлө типтағы дәрестәр тыуа.

  1. Башҡорт теле дәресен хеҙмәт менән бәйләү. Аригами, байрамдарға открыткалар, аппликация эштәрен ҡулланып була.

  2. Башҡорт теле- рәсем менән дә отошло. Был, әлбиттә, ҡәләмдәр ярҙамында ғына төшөрөү түгел. Төрлө буяуҙар менән традицион булмаған техник алымдары ҡыҙыҡлы. (сей бәрәңгенән мисәттәр менән, еүеш ҡағыҙҙа кисточка, парафин менән, бармаҡ йә ус ярҙамында һүрәт төшөрөү һ.б.)

  3. Балсыҡ йәки пластилиндар менән әүәләп төрлө хайуандар, фигуралар эшләү.

  4. Дәрестәрҙә музыка ҡулланыу файҙалы. Уҡытыусы әҫәрҙе тыңлауҙан тыш мимика, ым- ишара, йәғни пантомима, ярҙамында хис- тойғоно “күрһәтеүҙе” һорай. Музыканы характеры буйынса теге йә был персонаждарға оҡшатыу. Яңынын- яны йырҙар отоу.

Телмәр этикетын балалар уҡытыусы етәкселегендә үҙләштерәләр. Мәҫәлән, һаубуллашыу: һау бул, хәйерле юл, осрашҡанға тиклем;

рәхмәт белдереү: …өсөн рәхмәт, мин һеҙгә… өсөн рәхмәтлемен…;

ғәфү үтенеү: …өсөн, зинһар, ғәфү итегеҙ, кисерегеҙ, һеҙҙең алда ғәфү үтенерегә тейешмен;

кире ҡағыу: юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшләй алмайым; шатланып, әммә…


Ғәҙәттә, бындай балалар тәнәфес ваҡытында ла, дәрестә лә үҙ алдына эшләй(уйнай).


Автор
Дата добавления 21.10.2015
Раздел Начальные классы
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров199
Номер материала ДВ-085158
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх