Инфоурок Другое СтатьиБашҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереү.

Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереү.

Скачать материал

Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереү.

 

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт милләтле балалар ғына түгел, рус һәм башҡа милләт балалары ла башҡорт телен өйрәнә. Беренсе сиратта синыфтағы балаларҙың ниндәй милләттән, ата-әсәһенең кем булыуын һәм башҡорт телен ниндәй кимәлдә белеүен асыҡламайым. Әгәр ҙә синыфта башҡорт телендә һөйләшә белеүсе балалар булһа, теманы аңлатыуҙа уларға таянып эш итәм. Яңы һүҙҙәрҙе, ябай һорауҙарға яуапты уларҙан әйттерәм. Шуның өсөн телде аңлаған балаларға дәрестә күңелһеҙ булмай. Башҡа балалар араһында уларҙың абруйы үҫә. Унан һуң ғына башҡаларҙан ҡабатлатам. Тәүҙә уҡыусылар менән танышыу дәресе үткәрәм. Дәрес башында уҡ балаларға яңы һүҙҙәр – актив һүҙлек бирәм: исем – имя, минең исемем – мое имя, кем – кто, мин – я, һин – ты. Үҙем менән таныштырам:

-Һин кем? Һинең исемең кем?

-Минең исемем Юля.

Барыһы ла әйтеп сыҡҡас, тағы ла бер төшөнсә менән таныштырам: « Һин кем?. Был һорауҙың ике мәғәнә аңлатыуын да әйтеп китеү кәрәк: « Һинең исемең кем? Как твое имя?  Уҡыусылар хәҙер « Мин Саша» тип кенә түгел, ә « Минең исемем Саша» тип әйтә башлайҙар.

Өсөнсө төшөнсә «эйе», «юҡ» һүҙҙәре.

Мәҫәлән:

-Һин Азатмы?

-Эйе, мин Азат.

-Һин Рөстәмме?

ҡ, мин Рөстәм түгел, ә Азамат.

Һәм ошо рәүештә һәр бер уҡыусынан «эйе», «юҡ», «түгел» төшөнсәләрен ҡабатлатып, һөйләмдәр һәм бәләкәй генә диалогтар төҙөтәм.

Уҡыусылар башҡорт өндәрен ауыр үҙләштергәнлектән, беренсе дәрестәрҙән үк өн артикуляцияһын яҡшы итеп өйрәнеү буйынса күп эшләргә тура килә. Мәҫәлән, «ә» өнөн өйрәнеүҙе уҡыусы ижектәр әйтеүҙән башлай: бә, мә, дә, ҙә, сә, әл, әм, әт, әҙ, бәл, бәл, бәр, бәҫ, сәс һ.б., унан һуң әсәй, Әнисә һүҙҙәрен әйтә. Шул уҡ ваҡытта ҡулдарына көҙгө алып әсәй һәм атай һүҙҙәрен әйтеп ҡарайҙар, уларҙың әйтелешендәге айырмалыҡтарҙы аңлаталар.

Дәрестең мөһим бер өлөшө булып шиғырҙар, ике юллыҡ тиҙәйткестәр тора. Улар хәрефтең, телмәрҙә өндөң дөрөҫ әйтелешен тойорға ярҙам итә.

 

            Әнисә, Әнисә,

                Әйт әле, сәғәт нисә?

                Сәғәт бөгөн туҡтаған,

                Әллә арып, йоҡлаған.

 

                Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,

                Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.

               

                Ел, ерәнем,егетеңде,

                Еткер ел етмәҫ ергә.

 

Таҡтаға яҙылып ҡуйылған беренсе дүрт юллыҡты уҡыусылар дөрөҫ итеп уҡырға өйрәнәләр һәм өйҙә ятлап киләләр.

Дәрестә әүҙемлекте үҫтереү маҡсатында яңы теманы аңлатҡандан һуң уйлап яуап бирер өсөн проблемалы һорауҙар бирелә.

     2 һәм 3 синыфтарҙа «Ваҡыт берәмектәре» («Единицы времени») темаһын үткәндә рус теле, математика дәрестәре менән бәйләп түбәндеге һорауҙар ҡуйыла: Бер йылда нисә көн бар? Йыл эсендә нисә ай? Бер айҙа нисә көн, нисә аҙна бар? Бер аҙнала нисә тәүлек? Бер тәүлектә нисә сәғәт? Бер сәғәттә нисә нисә минут? Һ.б.Был һорауҙарға 2 синыф уҡыусылары ваҡыт берәмектәрен үткәндә, 3 синыф уҡыусылары «Һан» темаһын үткәндә яуап бирәләр.

Уҡыусыларға башҡорт телендә диалог формаһындағы телмәр, уға яуап биреү тәртибе аңлатыла. Мәҫәлән, Ниндәй? Кем? Нимә? Ҡасан? Нисә? Ҡайҙа? һорауҙарына яуап биргән һөйләмдә бирелгән һорау урынына яуап ҡуйылып, ҡалған һөйләм киҫәктәре ҡабатланып килә.

 – Бөгөн ниндәй көн?

-          Бөгөн беренсе март.

-          Аҙнаның ниндәй көнө?

-          Аҙнаның йома көнө.

Уҡыусыларға айырыуса ҡуйылған һорау алмаштарына иғтибар итергә кәрәк.

«Һан» темаһын үткәндә 3 һәм 7 синыфтарҙа этикеткалар менән эш бик ҡыҙыҡлы формала үтә. Бының өсөн бик күп этикеткалар йыйыла, һәм һәр бер бала шуларҙан хаҡтарҙы, размерҙы, эшләү ваҡытын башҡортса уҡый. Хатта башҡортса үҙҙәре лә этикеткалар яҙалар. Шулай уҡ һанлы диктанттар яҙҙырам. Улар һандарҙы бик тиҙ үҙләштерергә ярҙам итә. Мәҫәлән, уҡыусылар 7, 15, 21, 34, 78, 43, 66, 89, 98 һандарын яҙа, һуңынан үҙҙәре уҡып сыға, шул уҡ ваҡытта һандарҙы дөрөҫ әйтеүен өҫтөндә лә эш алып барыла. Ул һандарҙан һуң нәүбәттәге икенсе һанды әйтеп уҡырға ҡушырға мөмкин. Был ваҡытта уҡыусының уйлау һәләте үҫеүе күҙәтелә. «Һан төркөмсәләрен» үткән ваҡытта халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадынан бик күп әйтем, йомаҡтар ҡулланырға була:

        Бер ағайҙың ун ике улы булған:

        Өсәүһе аҡ тун кейгән,

        Өсәүһе ала көпө кейгән,

        Өсәүһе йәшел күлдәк кейгән,

        Өсәүһе һары күлдәк кейгән.

 

«Йыл миҙгелдәре» темаһына уҡыусылар «Был ниндәй ваҡыт?» күнегеүен дә бик яратып башҡаралар. Таҡтаға төркөмләп дүрт бағанаға түбәндәге һуҙбәйләнештәр һәм һәйләмдәр яҙыла: ҡар яуа, көн һыуыҡ, йылғала боҙ, буран ҡотора, һалҡын, әсе ел; ҡояшлы көн, эҫе, йәйғор ҡалҡҡан, йылы ямғыр яуа, күк күкрәй, болотло көндәр, һалҡын ямғыр яуа, япраҡ ҡойола, ҡоштар осоп китә; ҡарҙар ирей, ҡояш йылыта, ҡоштар ҡайта, һыу таша, ләйсән ямғыры яуа.Уларҙың мәғәнәһенән сығып,балалар был ваҡыттың ниндәй миҙгел икәнен әйтәләр, дауам итеп тағы ла бер нисә һөйләм йә һүҙбәйләнештәр төҙөйҙәр. Өлкән синыфтар ижади инша, хикәйә яҙа.

Башҡорт әҙәбиәтенең бөйөк шәхестәре, яҙыусылары, шағирҙары менән таныштырғанда. биографик белешмәне уҡып сығып, тәржемә итәбеҙ, унан һуң уҡыусылар һорауҙарға яуап бирәләр.

8-9 синыфтарҙа күләме буйынса ҙурыраҡ темаларҙы өйрәнгәндә уҡыусылырҙың белемен тикшереүҙе тест һорауҙарына яуап алыу формаһында үткәрәм.

Ошондай уҡ тестарҙы «Баймаҡ- тыуған ҡалам», «Өфө- минең баш ҡалам », «Һауа тормошо» һ.б. темалар буйынса ла төҙөргә була. Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенән сығып, эште бер аҙ ҡатмарландырырға ла мөмкин.

Тематик дәрестәр үткәреү ҙә бик отошло. Йыллыҡ планға төрлө темаларҙы индерәм. Мәҫәлән, «Үҙем тураһында», «Минең ғаиләм», «Ваҡыт берәмектәре». «Йыл миҙгелдәре», “Баҡсала “ , «Минең әсәйем, атайым», «Беҙҙең мәктәп»  , «Минең күршеләрем», «Баймаҡ- тыуған ҡалам»  , «Беҙ Башҡортостанда»  һ.б.

Уҡыусыларҙы йыш ҡына үтелгән темалар буйынса асыҡ һөйләшеүгә саҡырам. Шуларҙың бер нисәһе:

1)Һинең ғаиләңдә нисә кеше бар? Исемдәрен әйт . Улар ҡайҙа эшләй (уҡый)? Һин уларҙы яратаһыңмы?

2)Һинең бесәйең йә этең бармы? Уның ҡушаматы нисек: Этеңә йәки бесәйеңә нисә йәш? Ниндәй төҫтә? Ҡайҙан алдың? Нимәләр ашатаһың?

3)Һеҙҙең өйөгөҙ ҙурмы? Нисә бүлмәле? Һинең йоҡо бүлмәң бармы? Унда нимәләр бар? Бүлмәлә һинең менән тағы берәй кеше йәшәйме? Уның исеме кем? Ул ҡайҙа уҡый?һ.б. Уҡыусылар бындай әңгәмәләрҙе яраталар һәм тиҙерәк һөйләшергә өйрәнәләр.

      Балаларҙы телгә өйрәткәндә уҡытыусыға ярҙам итеүселәр булһа, телде үҙләштереү еңелерәккә тура килә. Тел уҡытыусыһының ярҙамсыһы – уҡыусының башҡорт телендә һөйләшә белеүсе ата-әсәһе, күрше-күләне, туғандары, дуҫтары. Баланың ата-әсәһе әҙ генә булһа ла телде белмәһә, уны башҡортса һөйләшергә өйрәтеүе ауыр. Иң төп фактор булып, әлбиттә, аралашыу тора. Йәйге каникулда олатаһы, өләсәһе янына ҡайтып килгән уҡыусылар туған телдәрендә бик матур итеп телдәрендә һөйләшергә өйрәнеп киләләр.

      Мәктәптә башҡорт теле буйынса олимпиадалар үткәрәбеҙ. Түбәндә 7 синыфтар өсөн эш төрҙәре тәҡдим итәм:

1.Фамилиям:

Исемем:

Уҡытыусым:

Мәктәбем:

2.Һүҙҙәрҙең русса парын тап,биддәлә.

3.Һүҙбәйләнештәрҙең русса парын тап,биддәлә.

4.Һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙө.

5.Һөйләмдәрҙе яҙып бөтөр.

6.Антонимдар тап.

7.Ғаиләң тураһында һөйлә.

 

     Беҙ башҡорт ерендә йәшәйбеҙ һәм аралашыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.Әгәр теләк булһа,башҡорт телен өйрәнергә һәм өйрәтергә мөмкин.Сөнки,тормош тәжрибәһе күрһәткәнсә, беҙгә бөтә яҡлап үҫешкән,белемле шәхестәр, шулай уҡ беренсе сиратта, уйлап табыусы, практик эшмәкәрлеккә маһир, фекерләү мәҙәниәте юғары булған белгестәр кәрәк.

 

 

                                                     Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                     Сәғитова Вәзимә Ҡаһарман ҡыҙы

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереү."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель образовательного подразделения

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт милләтле балалар ғына түгел, рус һәм башҡа милләт балалары ла башҡорт телен өйрәнә. Беренсе сиратта синыфтағы балаларҙың ниндәй милләттән, ата-әсәһенең кем булыуын һәм башҡорт телен ниндәй кимәлдә белеүен асыҡламайым. Әгәр ҙә синыфта башҡорт телендә һөйләшә белеүсе балалар булһа, теманы аңлатыуҙа уларға таянып эш итәм. Яңы һүҙҙәрҙе, ябай һорауҙарға яуапты уларҙан әйттерәм. Шуның өсөн телде аңлаған балаларға дәрестә күңелһеҙ булмай. Башҡа балалар араһында уларҙың абруйы үҫә. Унан һуң ғына башҡаларҙан ҡабатлатам. Тәүҙә уҡыусылар менән танышыу дәресе үткәрәм. Дәрес башында уҡ балаларға яңы һүҙҙәр – актив һүҙлек бирәм: исем – имя, минең исемем – мое имя, кем – кто, мин – я, һин – ты. Үҙем менән таныштырам:

-Һин кем? Һинең исемең кем?

-Минең исемем Юля.

Барыһы ла әйтеп сыҡҡас, тағы ла бер төшөнсә менән таныштырам: « Һин кем?. Был һорауҙың ике мәғәнә аңлатыуын да әйтеп китеү кәрәк: « Һинең исемең кем? Как твое имя? Уҡыусылар хәҙер « Мин Саша» тип кенә түгел, ә « Минең исемем Саша» тип әйтә башлайҙар.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 651 281 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 04.03.2018 826
    • DOCX 46 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сагитова Вазима Кагармановна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сагитова Вазима Кагармановна
    Сагитова Вазима Кагармановна
    • На сайте: 6 лет и 1 месяц
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 31743
    • Всего материалов: 3

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 283 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 846 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 473 человека из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 319 человек

Мини-курс

Социальная и поведенческая психология

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 27 человек из 16 регионов

Мини-курс

Управление коммуникациями в кризисных ситуациях

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы творческой фотографии

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 221 человек из 59 регионов
  • Этот курс уже прошли 29 человек