Инфоурок Другое Рабочие программыБашҡорт теленән эш программаһы 5-9 кл.

Башҡорт теленән эш программаһы 5-9 кл.

Скачать материал

Муниципальное бюджетное образовательное учреждение

«Средняя общеобразовательная школа села Старокубово»

Муниципального района Иглинский район Республики Башкортостан



«Рассмотрено »

на заседании РМО


_________/ Х.Н Сафина./


«____»________2016 г.


«Согласовано»

Заместитель директора

школы по УВР

__________/ Ф.Ф.Гареева./

«____»____________2016 г.

«Утверждаю»

директор школы

Камалетдинов У.Н


Приказ №___

«__» _________ 2016 г.



Рабочая программа учебного курса

«Башкирский язык »

для 5-9 классов.




Составитель: учитель башкирского языка

Абсаликова Гульнара Габдулахатовна.







2016-2017 учебный год




Пояснительная записка

Рабочая программа составлена на основе следующих нормативно-правовых документов:

  1. Конституции РФ;

  2. Конвенции о правах ребенка;

  3. Федерального закона от 29 декабря 2012 г. № 273-ФЗ "Об образовании в Российской Федерации";

  4. Приказа № 1089 от 5 марта 2004 "Об утверждении федерального компонента государственных образовательных стандартов начального общего, основного общего и среднего (полного) общего образования" (в соответствии с изменениями);

  5. Приказа от 9 марта 2004 г. N 1312 Об утверждении федерального базисного учебного плана и примерных учебных планов для образовательных учреждений Российской Федерации, реализующих программы общего образования;

  6. Постановления Главного государственного санитарного врача РФ от 29 декабря 2010 № 189 «Об утверждении СанПиН 2.4.2.2821-10 «Санитарно-эпидемиологические требования к условиям и организации обучения в общеобразовательных учреждениях»;

  7. Закон "О языках народов Российской Федерации" (с изменениями и дополнениями) от 25 октября 1991 г. 1807-I

  8. Закона Республики Башкортостан  «Об образовании в Республике Башкортостан» от 1 июля 2013 г. № 696-з;

  9. Концепции развития национального образования в Республике Башкортостан от 31 декабря 2009 г. № УП-730; Республиканская программа развития образования на 2012-2017 годы от 30.12.2012 года.

  10. Закон «О языках народов Республики Башкортостан»(с изменениями и дополнениями) от 15 февраля 1999 года 216-з

  11. Регионального базисного учебного плана и примерных учебных планов для общеобразовательных учреждений Республики Башкортостан, реализующих программы общего образования (Приказ министерства образования РБ № 905 от 29 апреля 2015 года. );

  12. Башҡорт теленән программа 5-9 класс ( Төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теленән программа). Төҙөүсеһе: З.М.Ғәбитова.-Өфө, Китап, 2012 й.

  13. Учебного плана МБОУ СОШ с. Старокубово Иглинского района

Приказ № 16 от «20» августа 2016 г.

  1. Положения о рабочей программе МБОУ СОШ с.  Старокубово Приказ № 5 от « 29 » мая 2014 г.



Төп дөйөм белем биреү маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа «Башҡорт теле» предметының өлөшө

Башҡорт теле — башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа «Башҡорт теле» предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй.

Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни- тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә

предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора. Туған тел ул баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә- этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе; әхлаҡ нормалар позицияһынан сығып, үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген дә үҫтерә.

Төп мәктәптә башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:

    1. туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү; туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхлаҡ-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау; туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү;

    2. көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телде аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәрен (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән, сығанаҡтарҙан, Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ. б.) үҙләштереү;

    3. тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү; стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын үҙләштереү; актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; алынған белемде, күнекмәне аралашыу процесында, уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән. Был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ, лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Программала материал коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлештә бирелгән. Тәҡдим ителгән материал белем биреүҙе генә иҫәпкә алмай, ә эшмәкәрлек формаһын тормошҡа ашыра.

Беренсе (1 цифры аҫтында) тел һәм телмәр күренеше һәм уларҙың хәрәкәттә булыуын аңлатыусы лингвистик аңлатмаларҙың исемлеге бирелә. Икенсе (2 цифры аҫтында) тейешле аңлатмаларҙы өйрәнеү процесында эшкәртелеүсе төп уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлек төрҙәре һанап кителә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы — предмет-ара статус: коммуникатив универсаль укыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү, ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү, библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау, мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү, уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ. б.); регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ. б. тормошҡа ашырыу). Функциональ грамоталылыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уны ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен

үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

Төп йөкмәткеле йүнәлеш

Программа структураһында башҡорт теле курсының йүнәлеше коммуникатив, тел һәм лингвистик, мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙа сағылыш тапты. Унда күрһәтелгән компетенцияларҙы формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе өс бәйләнешле йүнәлеш билдәләнә:

  • коммуникатив компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке;

  • тел һәм лингвистик компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке;

  • мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке.

Беренсе йөкмәткеле йүнәлеш өлгө программала аралашыу телмәр күнекмәләрен аңлы рәүештә формалаштырыуға йүнәлдерелгән бүлектәр менән бирелә: «Телмәр һәм аралашыу телмәре», «Телмәр эшмәкәрлеге», «Текст», «Телдең функциональ төрлөлөгө».

Икенсе йөкмәткеле йүнәлештең бүлектәре телдең төҙөлөшө һәм тел берәмектәренең үҙенсәлектәрен сағылдыра: «Тел тураһында дөйөм белешмә», «Фонетика һәм орфоэпия», «Графика», «Морфемика һәм һүҙьяһалыш», «Лексикология һәм фразеология», «Морфология», «Синтаксис», «Телмәр мәҙәниәте», «Дөрөҫ яҙыу: орфография һәм пунктуация».

Программала бирелгән «Тел һәм мәҙәниәт» бүлеге телдең халыҡ тарихы һәм мәҙәниәте менән бәйләнештә булыуын асыҡларға ярҙам итә.

Уҡыу процесында күрһәтелгән йөкмәткеле йүнәлештәр бер- береһе менән тығыҙ бәйләнештә һәм интеграцияланған. Һәр бер бүлекте өйрәнеүҙә уҡыусылар тейешле белем һәм күнекмәләр генә үҙләштереп ҡалмай, ә телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен камиллаштыра, төрлө коммуникатив күнекмәләрҙе үҫтерә, шулай уҡ, милли-мәҙәни феномен булараҡ, туған тел тураһында күҙаллауҙарын тәрәнәйтә.

«Башҡорт (туған) теле» предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре

Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  1. башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

  2. башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

  3. аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:

1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

  • төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

  • төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;

  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

  • стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

  • алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

  • тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

  • төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

  • төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;

  • ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

  • телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

  • уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

  • үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

3) аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли- мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

  1. телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

  2. гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

  3. туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

  4. тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле * стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

  5. башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

  6. телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

  7. һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә


синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

  1. тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;

  2. туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

Башҡорт (туған) теленең базислы уҡыу (белем биреү) планында урыны.

Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы башҡорт телен 420 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5-се класс — 105, 6-сы класс — 105, 7-се класс — 70, 8-се класс — 70, 9-сы класс — 70 сәғәт.

Башҡорт теленән төп белем биреүҙә программа инвариант өлөшөн тәшкил итә һәм ул 370 сәғәткә иҫәпләнгән. Программаның вариатив өлөшө 50 сәғәт (аҙналы уҡыу планына ҡаралған дөйөм сәғәттәр һанының 12%) тәшкил итә һәм эш программаһының авторҙары тарафынан формалаштырыла.

Төп йөкмәтке.

Коммуникатив компетенцияны тәьмин итеусе йөкмәтке .

Телмәр һәм аралашыу телмәре

    1. Телмәр һәм аралашыу телмәре. Телмәр ситуацияһы. Һөйләү телмәре, яҙма телмәр. Диалогик һәм монологик телмәр. Монолог, монолог төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү, төрлө төрҙәге монологтың берләшеүе). Диалог, диалог төрҙәре (этикет, диалог- һорашыу, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе).

    2. Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең төп үҙенсәлектәрен аңлау; һөйләү һәм яҙма телмәр өлгөләрен анализлау. Диалогик һәм монологик телмәрҙе айырыу. Монолог телмәрҙе (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү, төрлө төрҙәге монологтың берләшеүе) һәм диалогты (этикет, диалог-һорашыу, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү. Коммуникатив маҡсатты һәм төрлө аралашыу ситуацияларында һөйләүсенең мотивын аңлау. Формаль һәм формаль булмаған шәхес-ара аралашыуҙа телмәр тәртибе нормаларын үҙләштереү.

Телмәр эшмәкәрлеге

      1. Эшмәкәрлек булараҡ телмәр. Телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре: уҡыу, аудирование (тыңлау), һөйләү, яҙыу.

Уҡыу мәҙәниәте, аудирование, һөйләү һәм яҙыу.

      1. Телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрен үҙләштереү.

Текстағы төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү.

Аралашыу ситуацияларына яраҡлы рәүештә тулы һәм ҡыҫҡартып уҡылған йә тыңланған текстың йөкмәткеһен биреү. Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен (эҙләнеү, танышыу, өйрәнеү) дәреслек һәм башҡа мәғлүмәти сығанаҡтар менән эшләү ысулдарын үҙләштереү. Аудированиеның төрлө төрҙәрен (һайлау, танышыу, деталләү) үҙләштереү. Тыңланған йәки уҡылған текстың йөкмәткеһен (ентекләп, ҡыҫҡартып, һайлап) һөйләп биреү.

Телдән һәм яҙма монологик, шулай уҡ маҡсатты, аралашыу ситуацияһын һәм сфераһын иҫәпкә алып, төрлө коммуникатив йүнәлешле телдән диалог төҙөү.

Текст.

        1. Текстың аңлатмаһы, текстың төп билдәләре (өлөштәргә айырылыуы, мәғәнәүи берҙәмлек, бәйләнешлек). Тема, коммуникатив күрһәтмә, текстың төп мәғәнәһе. Текстың микротемаһы.

Текстың өлөштәренең һәм һөйләмдәренең бәйләнеш саралары. Текстың коммуникатив-стилистик сараһы булараҡ абзац.

Текстың функциональ-мәғәнәүи төрө: һүрәтләү, хикәйәләү, фекер йөрөтөү. Текстың структураһы. Текстың планы. Текста теманы үҫтереү ысулдары.

Тексты мәғлүмәти эшкәртеүҙең төп төрҙәре: план, конспект, аннотация.

Темаға, төп мәғәнәгә, телмәрҙең функциональ-мәғәнәүи төрөнә ҡарау күҙлегенән тексты анализлау. Текстың планын төҙөү. Текстың мәғәнәүи бүлектәрен билдәләү, текста һөйләмдәрҙең бәйләнеү ысулдарын һәм сараларын билдәләү. Текста тел үҙенсәлектәрен анализлау. Маҡсат, тема, төп мәғәнә, адресат, ситуация һәм аралашыу шартынан сығып, тел сараларын һайлау. Төрлө типтағы, стилдәге, жанрҙағы текстарҙы төҙөү. Тексты төҙөү нормаһын һаҡлау (логик яҡтан төҙөк, эҙмә-эҙлекле, бәйләнешле, темаға яраҡлы һ. б.). Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе баһалау, мөхәррирләү. Тексты мәғлүмәти эшкәртеү.

Телдең функциональ төрлөлөгө

  1. Телдең функциональ төрлөлөгө: һөйләү теле; функциональ стилдәр: фәнни, публицистик, рәсми, матур әҙәбиәт теле.

Ҡулланыу сфераһы, типик аралашыу ситуациялары, телмәр бурысы, тел саралары. Стилдәр. Уларҙы ҡулланыу үҙенсәлектәре.

Фәнни (баһалама, аннотация, сығыш, доклад, мәҡәлә, рецензия), публицистик (сығыш, мәҡәлә, интервью, очерк), рәсми (расписка, ышаныс ҡағыҙы, ғариза, резюме) стилдәрҙең төп жанрҙары, һөйләү телмәре (хикәйә, әңгәмә, бәхәс).

  1. Һөйләү телмәренең, матур әҙәбиәт теленең һәм функциональ стилдәрҙең үҙенсәлектәрен табыу. Йөкмәтке, стилистик үҙенсәлектәр, тел сараларын ҡулланыу күҙлегенән телмәрҙе ҡаршы ҡуйыу һәм сағыштырыу. Төрлө стилдәге яҙма телмәр, жанр һәм телмәр төрҙәре: тезис, конспект, баһалама, хат, расписка, ышаныс ҡағыҙы, ғариза, резюме; хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү. Уҡыусының үҙ тиңдәштәре алдында ҡыҫҡа ғына доклад, белдереү менән сығыш яһау ы; төрлө аргумент ҡулланып, бәхәстә ҡатнашыуы.

Тел һәм лингвистик (тел) компетенцияһын тәьмин итеусе йөкмәтке

Тел тураһында дөйөм төшөнсә

1. Башҡорт теле — башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле. Лингвистика — тел ғилемен өйрәнеүсе фән. Лингвистиканың төп бүлектәре. Күренекле телселәр.

2. Кеше тормошонда коммуникатив белемдең мөһимлеген һәм йәмғиәт, дәүләт тормошонда башҡорт теленең ролен аңлау.

Башҡорт теленең килеп сығышын белеү, уның башҡа телдәр менән бәйләнештә булыуын күҙаллау. Башҡорт теленең матурлығын, байлығын, тасуирилығын аңлау.

Фонетика һәм орфоэпия

    1. Лингвистика бүлеге булараҡ фонетика.

Телдең берәмеге булараҡ өн. Һуҙынҡы өндәрҙең системаһы. Тартынҡы өндәрҙең системаһы. Телмәр ағымында өндәрҙең үҙгәреше. Фонетик транскрипцияның элементтары. Ижек. Баҫым.

Лингвистика бүлеге булараҡ орфоэпия. Норматив әйтелеш һәм баҫымдың төп ҡағиҙәләре.

    1. Һүҙҙә өн функцияһының мәғәнәүи айырмалығына төшөнөү. Баҫымлы һәм баҫымһыҙ һуҙынҡыларҙы, яңғырау һәм һаңғырау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айырыу. Һүҙҙәрҙең әйтелеш һәм яҙылыш үҙенсәлектәрен транскрипция элементтары ярҙамында аңлатыу. Һүҙҙәргә фонетик анализ яһау.

Әҙәби тел нормаларына яраҡлы һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше. Орфоэпик нормалар күҙлегенән сығып, баланың үҙенең һәм икенсе кешенең телмәрен баһалауы.

Фонетик-орфоэпик белем һәм күнекмәләрҙе уҡыусының үҙ телмәрендә ҡулланыуы.

Графика

      1. Лингвистика бүлеге булараҡ графика. Яҙыуҙың үҫеше тураһында элементар белешмә. Башҡорт алфавитының составы, хәрефтәрҙең исеме. Өн һәм хәрефтәрҙең нисбәте. Яҙыуҙа ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы билдәләү. Баш (ҙур) һәм юл (бәләкәй) хәрефтәре.

      2. Кешелектең үҫеш тарихында яҙыуҙың әһәмиәтен төшөнөү. Һүҙҙең өн һәм хәреф составын сағыштырыу. Һүҙҙә өн һәм хәрефте таныу. Һүҙлек, белешмә, энциклопедия, СМС хәбәрҙәрҙән мәғлүмәт эҙләгәндә алфавитты ҡулланыу.

Морфемика һәм һүҙьяһалыш

  1. Лингвистика бүлеге булараҡ морфемика. Телдең минималь мәғәнәүи берәмеге булараҡ морфема.

Тамыр, суффикстар — морфеманың төрҙәре. Аффикстың төрҙәре: һүҙ яһаусы, форма яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе.

Тамыр. Тамырҙаш һүҙҙәр. Тамырҙа һуҙынҡы һәм тартынҡыларҙың сиратлап килеүе.

Һүҙҙең структураһында тарихи үҙгәрештәрҙең мөмкинлеге. Этимология тураһында аңлатма. Этимологик һүҙлектәр.

Лингвистика бүлеге булараҡ һүҙьяһалыш.

Һүҙҙәрҙең төп яһалыу ысулдары: лексик-семантик, фонетик, морфологик, лексик-морфологик, лексик-синтаксик һүҙьяһалыштар.

  1. Телмәрҙең төрлө өлөшөндә һүҙҙәрҙең һүҙ яһаусы үҙенсәлектәре. Форма һәм һүҙ яһау процесында морфеманың ролен аңлау. Лексик мәғәнәһен һәм яһалышын иҫәпкә алып, һүҙҙе морфемаларға бүлеү һәм анализ яһау.

һүҙьяһалыштың төп ысулдарын билдәләү, һүҙҙең һүҙ яһаусы сылбырын төҙөү, һүҙьяһалыш буйынса анализ яһау.

Һүҙлектәрҙе төрлө уҡыу мәсьәләләрен сисеүҙә ҡулланыу.

Әҙәби телмәрҙә һүҙ яһауҙың тасуири сараларын ҡулланыуҙы күҙәтеү.

Белем һәм күнекмәләрҙе ғәмәлдә ҡулланыу.

Лексикология һәм фразеология

1. Лингвистика бүлеге булараҡ лексикология. Телдең берәмеге булараҡ һүҙ. Фекер, хис, эмоцияны сағылдырыуҙа һәм формалаштырыуҙа һүҙҙең роле. Интеллектуаль һәм телмәр үҫешенең күрһәткесе булараҡ кешенең лексиконы.

Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Бер һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр; тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Троптарҙың нигеҙе булараҡ күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең тематик төркөмө. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлектәре.

Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар. Башҡорт теленең синоним һәм антоним һүҙлектәре.

Килеп сығышы буйынса башҡорт теленең лексикаһы: төп башҡорт һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Актив һәм пассив запас күҙлегенән башҡорт теленең лексикаһы. Архаизмдар (иҫкергән һүҙҙәр), тарихи һүҙҙәр, неологизмдар.

Ҡулланыу сфераһы күҙлегенән башҡорт теле лексикаһы. Киң ҡулланышлы һүҙҙәр. Диалект һүҙҙәр. Терминдар һәм профессионализмдар. Жаргон һүҙҙәр.

Лексиканың стилистик ҡатламы.

Лингвистика бүлеге булараҡ фразеология. Фразеологизмдар, уларҙың билдәһе һәм мәғәнәһе. Мәҡәлдәр, әйтемдәр, афоризмдар, ҡанатлы һүҙҙәр. Фразеологик һүҙлектәр.

Лексик һүҙлектәр һәм туған телдең һүҙ байлығын арттырыуҙа уларҙың роле.

Лексикология һәм фразеологияның төп тасуири саралары.

2. Фекерҙе, хисте, эмоцияны белдереүҙә һүҙҙең мәғәнәһен аңлау; үҙ лексиконыңды киңәйтеү. Актив һәм пассив күҙлектән сығып, лексик мәғәнә тибы буйынса лексиканы дифференциациялау, ҡулланыу сфераһы, экспрессив һүрәтләү һәм стилистик буйһоноу, килеп сығышы.

Лексик сараларҙы мәғәнә, сфера һәм аралашыу ситуацияһына яраҡлы ҡулланыу. Уҡыусыларҙың үҙҙәренең һәм икенсе кешенең телмәрен теүәл, урынлы һәм тасуири һүҙ ҡулланыу күҙлегенән сығып баһалауы.

Һүҙҙәргә лексик анализ яһау.

Төрлө типтағы (аңлатмалы һүҙлек, синоним, антоним, фразеологик һ. б.) лексик һүҙлектәрҙән тейешле мәғлүмәтте алыу һәм уларҙы кәрәкле урында ҡулланыу.

Төрлө стилдәге әҫәрҙәрҙә һәр төрлө функциональ телмәрҙә лексика һәм фразеологияны сағылдырған һүрәтләү сараларын ҡулланыуҙы күҙәтеү.

Морфология

1. Грамматиканың бүлеге булараҡ морфология.

Һүҙҙең лексик-грамматик разряды булараҡ һүҙ төркөмдәре. Һүҙ төркөмдәрен классификациялау принцибы. Башҡорт телендә һүҙ төркөмдәренең системаһы.

Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым, рәүеш һүҙ төркөмдәренең морфологик һәм синтаксик үҙенсәлектәре, дөйөм категориаль мәғәнәһе.

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүестәр, бәйләүестәр, киҫәксәләр.

Модаль һүҙҙәр: оҡшатыу һәм саҡырыу һүҙҙәре.

2. Грамматик мәғәнәһе, морфологик билдәһе һәм синтаксик роленән сығып, һүҙ төркөмдәрен таныу. Төрлө һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәргә морфологик анализ яһау. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле нормаларына яраҡлы төрлө һүҙ төркөмдәренең һүҙҙәр формаһын ҡулланыу.

Морфологик белем һәм күнекмәләрҙе дөрөҫ яҙыу практикаһында ҡулланыу.

Синтаксис

  1. Грамматиканың бүлеге булараҡ синтаксис. Синтаксистың берәмеге булараҡ һүҙбәйләнеш һәм һөйләм.

Синтаксик берәмек булараҡ һүҙбәйләнеш, һүҙбәйләнеш төрҙәре. Һүҙбәйләнештең бәйләнеү төрҙәре.

Әйтелеү маҡсаты яғынан .һөйләм төрҙәре. Һөйләмдең грамматик нигеҙе, баш һәм эйәрсән киҫәктәр, уларҙы сағылдырыу ысулдары. Хәбәр төрҙәре.

Ябай һөйләм төрҙәре: ике составлы, бер составлы, тарҡау һәм йыйнаҡ, тулы һәм кәм һөйләмдәр.

Бер составлы һөйләм төрҙәре.

Һөйләмдең тиң киҫәктәре, һөйләмдең айырымланған киҫәктәре, өндәш, инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр.

Ҡушма һөйләмдәрҙең классификацияһы. Ҡушма һөйләм араларында синтаксик мөнәсәбәтте сағылдырыу саралары. Теркәүесһеҙ, теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр, теҙмә ҡушма һөйләмдәр, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

Икенсе кешенең телмәрен еткереү ысулы.

  1. Һүҙбәйләнеш төрҙәренә һәм һөйләмдәргә синтаксик анализ яһау. Төрлө синтаксик конструкцияға анализ һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Үҙ һәм икенсе кешенең телмәрен дөрөҫ һәм урынлы ҡулланыу. Синтаксик конструкцияларҙың дөрөҫ һәм тасуири ҡулланылыуын баһалау.

Синтаксис буйынса белем һәм күнекмәләрҙе дөрөҫ яҙыу практикаһында ҡулланыу.

Синтаксик конструкцияларҙың төрлө стилдәге текстарҙа һәм төрлө функциональ телмәрҙә дөрөҫ ҡулланылыуын күҙәтеү.


Дөрөҫ яҙыу: орфография һәм пунктуация

    1. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙә системаһы булараҡ орфография. Орфограмма аңлатмаһы.

Морфема составында һуҙынҡы һәм тартынҡыларҙы дөрөҫ яҙыу. ь һәм ъ дөрөҫ яҙылышы.

Бергә, дефис аша һәм айырым яҙыу.

Баш һәм юл хәрефтәрен яҙыу.

Күҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү.

Орфографик һүҙлектәр һәм белешмәләр.

Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙә системаһы булараҡ пунктуация.

Тыныш билдәләре һәм уларҙың функцияһы. Тыныш билдәләренең төрҙәре.

Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.

Ябай һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.

Ҡушма һөйләмдә тыныш билдәләре: теркәүесһеҙ, теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр, теҙмә ҡушма һөйләмдәр, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, төрлө төрҙәге бәйләнешле ҡушма һөйләмдәр.

Тура телмәр һәм цитата, диалогтарҙа тыныш билдәләре.

    1. Орфографик һәм пунктуацион һиҙгерлекте булдырыу. Яҙма телмәрҙә орфографик һәм пунктуацион нормаларҙы күҙәтеү. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыуҙа фонетик, морфема һүҙьяһалышы һәм морфологик анализға нигеҙләнеү. Һөйләмдә тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатҡанда грамматик-интонацион анализға нигеҙләнеү.

Дөрөҫ яҙыу өсөн орфографик һүҙлектәр һәм белешмәләр ҡулланыу.

Мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке

Тел һәм мәҙәниәт

      1. Телдә халыҡ мәҙәниәте һәм тарихының сағылышы. Башҡорт телмәр этикеты.

      2. Башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә, матур әҙәбиәттә һәм тарихи текстарҙа милли-мәҙәни компонент мәғәнәһе менән тел

берәмеген асыу; лингвистик һүҙлектәр (аңлатмалы, этимологик һ. б.), уларҙың мәғәнәһен аңлатыу. Республиканың тарихи һәм мәҙәни традицияларын сағылдырыусы һүҙ һәм аңлатмаларҙың килеп сығышы тураһында белдермә әҙерләү өсөн этимологик һүҙлектәр һәм белешмәләр ҡулланыу. Уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта башҡорт телмәр этикет ҡағиҙәләрен урынлы ҡулланыу.

Интернет- сығанаҡтар.



  1. Сайт, посвященный изучению башкирского языка – http://tel.bashqort.com/home

  2. Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы - http://ostaz.ru/

  3. Башкирский языковой портал - http://bashkort-tele.narod.ru/

  4. Башкирский форум - http://www.bashforum.net/ http://bashkort-tele.livejournal.com/

  5. www.morb.ru Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан

  6. www.edu.ru     Федеральный портал "Российское образование"

  7. www.минобрнауки.рф.минобрнауки.рф Министерство образования и науки РФ

  8. http://www.pravitelstvorb.ru/  Официальный сайт Правительства Республики Башкортостан

  9. www.apkpro.ru  Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования

  10. www.ege.edu.ru официальный информационный портал ЕГЭ.

  11. kpolyakov.narod.ru  Методические материалы и программное обеспечение для школьников и учителей

  12.  window.edu.ru  информационная система "Единое окно доступа к образовательным ресурсам"

  13.  school-collection.edu.ru единая коллекция цифровых образовательных ресурсов

  14.  fcior.edu.ru  федеральный центр информационно-образовательных ресурсов








7 класс. Башҡорт теле аҙнаһына - 2 сәғәт КТП.


Дәрес темалары

Сәғәт

Прогр. буйынса

Фактик

Үтәлеш

Өйгә эш

Иҫкәрмә

1

Туған телем – иркә гөлөм

1

01.09


Тел тураһында шиғыр һайлап ятла.


2

6-cы класта үтелгәнде ҡабатлау

1

02.09


5.6 кл. үтел.ҡабатла.


3

Диагностик диктант.Таштурғай

1

08.09




4

Хаталар өҫтөндә эш. Синтаксистың төп маҡсаты

1

09.09


22,23- сө күн.


5

Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм

1

15.09


Ҡоштар тураһында һөйләргә әҙерлән.


6

Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары

1

16.09


27-се күн.


7

Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары

1

22.09


29-сы күн.


8

Эйәртеүле бәйләнештең төрҙәре

1

23.09


35-се күн.Иншаға әҙерлән. Бәхетле ҡартлыҡ.


9

Т.ү. Инша. Бәхетле ҡартлыҡ

1

30.09




10

Хаталар өҫтөндә эш. Ярашыу

1

03.10


40-сы күн.


11

Башҡарылыу

1

07.10


44-се күн.


12

Йәнәшәлек

1

10.10


50-се күн.


13

Һөйкәлеү

1

14.10


57-се күн.


14

Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ

1

17.10


61-се күн.


15

Нығынған һүҙбәйләнештәр

1

21.10


65,68-се күн.


16

Т.ү. Өйрәнеү изложениеһы. Өс алтын ҡурсаҡ

1

24.10


Контроль һорауҙарға яуап әҙерлән.


17


Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙбәйләнеш буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1


28.10


72-се күн.


18

Ике составлы ябай һөйләмдәр. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

1

07.11


79-сы күн.


19

Аңлатмалы диктант. Балалар шифаханаһы

1

11.11




20

Хаталар өҫтәндә эш. Аңыҡлаусы

1

14.11


86-сы күн. Аныҡлаусыларҙы тап.


21

Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар

1

18.11


90-сы күн.


22

Өҫтәлмәлек

1

21.11


98-се күн.


23

Тултырыусы

1

25.11


102-се күн.


24

Тура һәм ситләтелгән тултырыусы

1

28.11


104,106-сы кү.


25

Т.ү. Контроль изложение. Полк улы

1

02.12




26

Хаталар әҫтөндә эш. Рәүөш хәлдәре

1

05.12


113-сө күн.


27

Күләм-дәрәжә хәлдәре

1

09.12


117-се күн.


28

Урын,ваҡыт хәлдәре

1

12.12


119-сы күн.


29

Шарт,сәбәп хәлдәре

1

16.12


133-сө күн.


30

Маҡсат,кире хәлдәре

1

19.12


138,139


31

Контроль ҡырҡым Ҡышлаусы ҡоштар




1

23.12




32

Хаталар өҫтөндә эш Һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең урынлашыу тәртибе

1

26.12


144-се күн.


33

Ике составлы һөйләмдәр

1

16.01


Үтел.ҡабат.һорауҙар-ға яуап яҙ.


34

Бер составлы һөйләмдәр.Билдәле эйәле һөйләм

1

20.01


150-се күнегеү.


35

Билдәһеҙ эйәле һөйләм

1

23.01


159-сы күн.


36

Эйәһеҙ һөйләм. Атама һөйләмдәр

1

27.01


164-се күн.


37

Т.ү.Өйрәнеү изложениеһы.Вәли һәм Ғәли

1

30.01




38

Хаталар өҫтөндә эш.Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

1

03.02


98-се бит үтел.ҡабатла.167-се күн.


39

Тиң киҫәкле һөйләмдәр

1

06.02


178-се күн.


40

Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре

1

10.02


181-се күн


41

Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр

1

13.02


186-сы күн


42

Ҡабатлау өсөн күнегеүҙәр.

1

17.02


Ҡабатлау өсөн һорауҙарға яуап яҙ.


43

Аңлатмалы диктант.Яҙ көнө

1

20.02





44

Хаталар өҫтөндә эш. Өндәш һүҙҙәр.

1

24.02


192-се күн



45

Өндәш һуҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре.

1

27.02


Контроль иншаға әҙерлән Тәбиғәт-беҙҙең

байлығыбыҙ.


46

Тү Контроль инша. Тәбиғәт-беҙҙең

байлығыбыҙ

1

02.03




47

Инеш һүҙ

1

05.03


198,199-сы күн


48

Инеш һөйләмдәр

1

09.03


Башҡорт әҙәбиәте дәреслегенән 5 һөйләм яҙ.


49

Контроль диктант. Хәйләһеҙ донъя файзалы

1

12.03


Ҡабатлау өсөн һорауҙарға яуап яҙ


50

Хаталар өҫтөндә эш. Айырымланыу тураһында төшөнсә.

1

16.03


208-се күн


51

Өҫтәлмәлектәрҙең айырыуланыуы

1

19.03


211-се күн


52

Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы.

1

23.03


216-сы күн


53

Хәл әйтеме һәм уларҙың үҙенсәлектәре

1

06.04


220-се күн


54

Хәл әйтемдәренең айырымланыуы.

1

09.04


225-се күн


55

Хәл әйтемдәренең айырымланыуы.

1

13.04


230-сы күн


56

Тү Контроль изложение.

Илмырҙа.

1

16.04




57

Хаталар өҫтөндә эш. Тура һәм ситләтелгән телмәр.

1

20.04


241-се күн


58

Тура телмәрле һөйләмдәр.

1

23.04


244-се күн


59

Тура телмәрле һөйләмдәрҙе тыныш билдәләре.

1

27.04


246-сы күн


60

Диалог.

1

30.04


249,251.күн


61

Цитаталар

1

04.05


Контроль иншаға әҙерлән Иң йәмле

ай-май.


62

Контроль инша.Иң йәмле

ай-май

1

07.05




63

7-се синыфта үтелгәнде ҡабатлау.

1

11.05


258-се күн



Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Башҡорт теленән эш программаһы 5-9 кл."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Инженер по обслуживанию многоквартирного дома

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 155 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 26.09.2016 3762
    • DOCX 46.4 кбайт
    • 35 скачиваний
    • Рейтинг: 3 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Абсаликова Гульнара Габдулахатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 8798
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Мини-курс

Развитие мотивации к обучению

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 156 человек из 48 регионов
  • Этот курс уже прошли 159 человек

Мини-курс

Занятия спортом при заболеваниях опорно-двигательного аппарата

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 39 человек из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 48 человек

Мини-курс

Судебные процессы и их особенности

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 37 человек из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 13 человек