Инфоурок Другое Другие методич. материалыБашҡорт теленән шаяндар һәм тапҡырҙар клубы

Башҡорт теленән шаяндар һәм тапҡырҙар клубы

Скачать материал

Кластан тыш сараның темаһы: Башҡортостан – тыуған ерем!

Маҡсат: Башҡортостандың мәҙәниәтен, әҙәбиәтен ҡабатлау, башҡорт халҡының мәҙәниәтенә һәм тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, белемде арттырыу, тыуған ергә һөйөү уятыу.

Йыһазландырыу: компьютер, ҡурай, ҡумыҙ моңдары, карточкалар.

Эпиграф:

Сәләмләйбеҙ һауаны

Именлек булһын өсөн,

Сәләмләйбеҙ Ер – әсәне

Беҙҙе туйҙырған өсөн,

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы

Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

Кластан тыш сара барышы:

l. Инеш өлөш.

Уҡытыусының һүҙе:

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн! Ҡәҙерле балалар, бөгөн мин һеҙҙе шаяндар һәм тапҡырҙар клубына саҡырҙым. Беҙҙең дәрескә ике команда ҡунаҡҡа килгән. Беренсе команда – Урал батыр, икенсеһе – Аҡбуҙат. Ҡаршы алайыҡ! Бөгөн улар көс һынашасаҡтар. Ҡайһы команда көслөрәк икән, ҡайһы команда тыуған ерен яҡшыраҡ белә икән?! Бының өсөн командаларға бер нисә һынау үтәргә буласаҡ. Әйҙәгеҙ, башлайыҡ!

2. Төп өлөш.

Беренсе һынау: командалар үҙҙәре менән таныштырып китәләр.

1-се команда: Командының исеме – Урал батыр. Девиз: кем эшләмәй – шул ашамай.

2-се команда: Командының исеме – Аҡбуҙат. Девиз: тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.

Икенсе һынау: Капитандар ярышы. (Яттан шиғыр һөйләү).

1-се капитан:

Тыуған илем, тыуған ерем,

Минең Башҡортостаным,

Имен булһын, аяҙ булһын

Көндәрем һәм ал таңым.

2-се капитан:

Милләтем – урыҫ,

Ләкин тыуған ерем

Гүзәл Башҡортостан илендә,

Шуға ла мин теләп өйрәнәм

Һөйләшергә башҡорт телендә.

Өсөнсө һынау: «Артыҡ һүҙҙе тап» конкурсы. Һеҙгә карточкалар таратам, шундағы һүҙҙәрҙән артыҡ һүҙҙе ҡәләм менән аҫтына һыҙаһығыҙ.

1) Мостай Кәрим

    Рәми Ғәрипов

    Зәйнәп Биишева

    Әхмәт Лотфуллин

    Мәжит Ғафури

2)   Мәләүез

      Күмертаү

      Ырымбур

      Өфө

      Салауат

Дүртенсе һынау: викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап биреү. Хәҙер таҡтаға капитандар сыға, өҫтәлдә ятҡан һорауҙарҙы алып, үҙенең командаһына уҡыйҙар.

1-се командаға һорауҙар:

Беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ?

Башҡортостанда нисә район бар?

Башҡортостандағы ниндәй ҡала батыр исемен йөрөтә?

Башҡортостандағы иң ҙур йылға?

Башҡортостан флагы ниндәй төҫтә?

Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры кем исемен йөрөтә?

2-се командаға һорауҙар:

Баш ҡалабыҙҙың башҡортса исеме?

Башҡортостанда нисә ҡала бар?

Башҡортостандың милли геройы?

Башҡортостанда иң бейек тау.

Башҡортостан флагында ниндәй сәскә һүрәтләнгән?

Башҡорт дәүләт академия драма тетры кем исемен йөрөтә?

Бишенсе һынау: ребус сисеү. Һеҙгә карточкаларҙа ребус бирелгән, шуны сисеп, һүҙен ҡәләм менән шунда яҙып ҡуяһығыҙҙа һәм жюриға тапшыраһығыҙ.

Алтынсы һынау: «Уйлап тап» конкурсы. Хәҙер командалар әкиәттән өҙөк күрһәтәләр. Командалар бер-береһенең ниндәй әкиәттән өҙөк алынғанын йәғни әкиәттең исемен әйтергә тейештәр.

1-се команданың сығышы:

Һөйләүсе: Борон-борон заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Яҙ етеү менән бабай шалҡан ултыртҡан. Уны яҡшылап ҡараған, көн дә һыу һипкән, ҡыйын утаған. Шалҡан ай үҫәһен көн үҫеп, бик ҙур булып өлгөргән, ти. Бабай сығып тартып ҡарай, көсө етмәй икән.

Бабай: Әбей, сыҡ әле, сыҡ! Шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит! (әбей йүгереп сыға)

Һөйләүсе: Эй тарталар икәүләп, эй тарталар, сығара алмайҙар икән.

Әбей(ҡулын болғап): Ейәнсәрем, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит! (Ейәнсәре йүгереп сыға)

Һөйләүсе: Икәүҙән өсәү яҡшы, тип эй тарталар былар , уңға тарталар, һулға тарталар, юҡ, сыҡмай, ти.

Ейәнсәре: Аҡбай, кил әле ярҙамға! (Эт сыға)

Аҡбай: Уау! Уау!

Һөйләүсе: Дүртәүләп тартып ҡарайҙар, шалҡан урынынан һис ҡуҙғалмай икән.

Аҡбай: Мыяубикә, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит! (Бесәй сыға)

Мыяубикә: Мыяу! Мыяу!

Һөйләүсе: Бишәүләшеп тартып ҡарайҙар, булдыра алмайҙар, ти!

Мыяубикә: Беҙгә ярҙамға сысҡанды саҡырырға кәрәк!

Бөтәһе бергә: Сысҡанды?!

Әбей: Ул нисек кенә беҙгә ярҙам итһен инде!

Ейәнсәр:Ул бит үҙе бигерәк бәләкәй!

Мыяубикә: Сысҡан, кил әле ярҙамға!

Һөйләүсе:Бесәй сысҡанға килеп йәбешеп, күмәкләп бер тартыуҙары була, шалҡан килгән дә сыҡҡан, ти. Бөтәһе лә бигерәк ныҡ ҡыуанғандар! Әбей тәмле генә итеп бутҡа бешереп ҡунаҡ иткән, ә сысҡан табындың иң түрендә ултырған икән!

2-се командының сығышы:

Йомро икмәк:

Мин – йомро икмәк,

Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым.

(Ағас артынан ҡаршыһына Ҡуян килеп сыға)

Ҡуян: Ох, йомро икмәк! Хәҙер мин һине ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Ҡуянҡай! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин йомро икмәк,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Бүре килеп сыға.)

Бүре: Йомро икмәк?!Ҡайҙа юл алдың? Хәҙер ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Бүре! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин йомро икмәк,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Айыу килеп сыға.)

Айыу: Уй, тәмле генә йомро икмәк! Хәҙер ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Айыухан - тайыштабан! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Бүренән дә ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Төлкө килеп сыға.)

Төлкө:Йомро икмәк! Хәҙер мин һине ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Төлкөбикә! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Бүренән дә ҡастым,

Айыуҙан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!
Төлкө: Ах! Ҡалай матур йырлайһың! Тик мин шул тиклем насар ишетәм. Яҡыныраҡ килеп йырла әле!

Һөйләүсе: Йомро икмәк шатланып Төлкөгә яҡын килеп йырлай башлаған икән, Төлкө уны “Ам!” ашаған да ҡуйған! Әәә, юҡ, йомро икмәк барыбер Төлөнән ысҡынып ҡасҡан. Шунан башҡа әбей менән бабайҙан ҡасмаған һәм маҡтанмаған.

Етенсе һынау: «Музыка ҡоралдары»конкурсы. Хәҙер командалар көй тыңлайҙар һәм ниндәй музыка ҡоралы икәнен атарға тейештәр. (ҡурай, ҡумыҙ көйҙәре).

Һигеҙенсе һынау: Мәҡәлдәрҙең яртыһын әйтергә һәм тәржемә итергә.

1-се командаға мәҡәл: Не имей сто рублей, а ... (имей сто друзей).

Сказанное слово - ... (выпущенная стрела). Смелость - половина ... (счастья).

2-се командаға мәҡәл: Меньше говори - ... (больше слушай). Думай дважды, ... (говори раз). Слово - серебро, молчание – ... (золото).

Туғыҙынсы һынау: «Яҡшы әкиәтсе» конкурсы. Һәр бер команданан берешәр кеше саҡырыла. Өҫтәлдә ятҡан карточкаларҙы алып уҡыйҙар һәм ундағы тема буйынса һөйләйҙәр.

Унынсы һынау: «Музыка» конкурсы. Һәр бер команданан бер музыкаль номер.

3. Йомғаҡлау.

Уҡытыусы һүҙе:

  • Афарин, уҡыусылар. Белгән белемдәрегеҙҙе яҡшы күрһәткәнһегеҙҙер тип уйлайым. Хәҙер жюриҙарға һүҙҙе бирәбеҙ. Беҙҙең дуҫлыҡ командаһы еңеүсе булды. Афарин! Хәҙер ҡатнашҡан уҡыусыларға бүләктәр һәм бик актив ҡатнашҡандарына миҙалдар тапшырам. Һәм һәр ваҡытта ла шулай актив ҡатнашыуығыҙҙы теләп ҡалам. Һәм дәресебеҙҙе ниндәй смайлик менән тамамларбыҙ, уҡыусылар? Әлбиттә, йылмайған. Ошоноң менән дәресебеҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт. Һау булығыҙ!

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Башҡорт теленән шаяндар һәм тапҡырҙар клубы"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Кризисный психолог

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 626 860 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 09.03.2016 1688
    • DOCX 23.2 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сатлыкова Гульнара Чингизовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сатлыкова Гульнара Чингизовна
    Сатлыкова Гульнара Чингизовна
    • На сайте: 8 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 10892
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 281 человек из 66 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 457 человек из 66 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Организация образовательного процесса в современном вузе

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стимулирование интереса к обучению у детей дошкольного возраста

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психосемантика и социальная психология

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе