Для всех учителей из 37 347 образовательных учреждений по всей стране

Скидка до 75% на все 778 курсов

Выбрать курс
Получите деньги за публикацию своих
разработок в библиотеке «Инфоурок»
Добавить авторскую разработку
и получить бесплатное свидетельство о размещении материала на сайте infourok.ru
Инфоурок Другое КонспектыБашҡортостан - беҙҙең тыуған еребеҙ. Һан.

Башҡортостан - беҙҙең тыуған еребеҙ. Һан.

библиотека
материалов

Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районының Благовещен районы

Удельно-Дыуанай ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе

























Тема: «Башҡортостан - беҙҙең тыуған еребеҙ. Һан».

Класс 5

hello_html_66c4f4f8.png









Төҙөүсеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Луговая Альфира Амировна







Төҙөлгән йылы: 2019

Тема: Башҡортостан - беҙҙең тыуған еребеҙ. Һан.

Маҡсаттар:

1) Белем биреү: Башҡортостан тураһындағы текстарҙың төп йөкмәткеһен үҙләштереү; үтелгәнде иҫкә төшөрөү, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү. Уҡыусыларҙың һүҙлек, телмәр һәләтен байытыу һәм арттырыу. Һан тураһында төшөнсә биреү, белгәндәрҙе иҫкә төшөрөү.

2) Үҫтереү: уҡыусыларҙың логик фекерләүенә иғтибар итеп, хикәйәләү-тасуирлау мөмкинлектәрен киңәйтеү. Уҡыусыларҙың һүҙлек, телмәр һәләтен байытыу һәм арттырыу, уҡыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен, һүҙлек эше аша башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәләренә иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү.

3) Тәрбиәүи: Башҡортостанға һөйөү тәрбиәләү, матурлығына һоҡланыу, башҡорт теле аша, төп милләт булған, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү, башҡорт халҡының киң күңелле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу.


Йыһызландырыу: Компьютер, медиопроектор, дәреслек, дәрестең

презентацияһы, Башҡортостан картаһы, һүрәттәр, ҡайын япрағы, телефон,

туп, карточкалар, тестар.

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн!

Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙ менән йылмайып, иҫәнләшеп

алайыҡ! (слайд 1)

Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

Башҡорттар элек-электән бер-берһенә ихтирам

йөҙөнән ҡул бирешеп иҫәнләшкәндәр, бының өсөн мин беренсе уҡыусыға ҡулдан-ҡулға сәләм тапшырам,һәм һеҙ сылбыр буйынса ебәрегеҙ, иң һуңғы уҡыусы сәләмде миңә тапшырһын.

Шулай итеп, беҙ беребеҙгә ярҙам итеп, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашып эшләрбеҙ, тип уйлайым.

Парталарҙа үҙбаһа ҡағыҙҙары ята. Дәрес буйына, һәр эштән һуң үҙегеҙгә баһа ҡуя барығыҙ.

II. Артикуляцион күнегеү

Тиҙәйткесте тыңлағыҙ. (Слайд 2)

Хәҙер минең арттан уҡып сығабыҙ.

Алина тағы берҙе дөрөҫ һәм тиҙ уҡып сыға (тағы 2-3 уҡырға теләгән уҡыусыларҙан уҡытырға).

                Биш бесәй.

Мейес башында биш  бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы.

Биш бесәйҙең биш башына

Емерелмәһен мейес башы.

Был тиҙәйткестә  ниндәй һүҙҙәр ҡара хәреф менән яҙылған?

Улар ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

III. Уҡыу-уҡытыу маҡсатын ҡуйыу.

Укыусылар, иғтибар менән мине тыңлағыҙ әле. Мин һеҙҙең һәр берегеҙгә бишкә ҡырҡылған һүрәттәр таратып бирмәксемен, һеҙ тиҙ генә уларҙы тоташтырып сығығыҙ ҙа,артына яҙылған шиғырҙы уҡый һалығыҙ. (япраҡтар таратыла).

  • Ниндәй һүрәт килеп сыҡты?

Был һүрәткә ҡарап һеҙ нимә әйтә алаһығыҙ? (ҡайын япрағы - березовый лист).

Шиғырҙы ике бала ҡысҡырып уҡый.

Ер шарының картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына,

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына,

Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың

Бер япрағы ни бары.

Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй-

Шундай йәшел, юғары.

Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?

Тәржемәһен тыңлап үтегеҙ (Слайд 3):

Взгляни на глобус:

Вот он - шар земной,

На нём Башкирия

С берёзовый листок величиной.

Всего лишь навсего

Не больше

Обыкновенного листка,

Берёза же - великая Россия -

Так зелена, так высока!

IV. Белемдәрҙе актуалләштереү.

Башҡортостандың физик картаһына ҡарағыҙ әле, балалар! Тәбиғәте иҫ киткес бик матур. Унда бейек-бейек тауҙар, зәңгәр һыулы йылғалар, күлдәр, иркен яландар, ҡуйы урмандар бар. Башҡортостан башҡорт балы, тәбиғәте, файҙалы ҡаҙылмалары, күп милләтле татыу халҡы менән дан тота.

Карта нимә һүрәтенә оҡшаған?

Эйе, япраҡ һүрәтенә.

Аңланығыҙмы инде ни өсөн һеҙгә япраҡтар

таратҡанымды? (Картаға ҙур ҡайын япрағын

йәбештереү).

Башҡа шағирҙар ҙа Башҡортостанды үҙҙәренсә күҙ

алдына килтерәләр: Ҡәҙим Аралбай Башҡортостанды «Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле” тип атаһа, Назар Нәжми “эшсән егет” менән сағыштыра, Рауил Бикбаев “Ер йөрәгенә” тиңләй.


Тимәк, бөгөн беҙ нимө тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Төп темабыҙ Башҡортостанға арналһа, грамматик тема буйынса нимә әйтерһегеҙ? (Дәрес башы һандарҙан торған тиҙәйткес менән башланып китте, грамматик тема «Һандар»). Бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ. Тема: Башҡортостан – тыуған ерем. Һан.

Һүҙлек эше.

Таҡтаға ҡарағыҙ. Бөгөнгө яңы һүҙҙәр менән танышып алайыҡ. (Слайд 4)

Уҡытыусының уҡыуы.

Уҡыусыларҙың уҡытыусы артынан башҡортса ғына уҡыуҙары.

Бер уҡыусы уҡып сыға һәм һүҙлек дәфтәрҙәренә күсереп яҙалар.

Тыуған ерем – родная земля

бай ерем – богатая земля

матур илем – красивая страна

ысын күңелдән яратҡан ерем -

йәшәйем – живу

тыуғанмын – родился (-ась)

күп халыҡтар йәшәгән ил – страна, в котором живут разные национальности

борон-борондан - издавна

милләт – национальность

народ - халыҡ

йомарт ил – щедрая страна

Ватан - Отечество

дәүләт – государство

майҙан - площадь

V. Уҡыу-уҡытыу мәсьәләһен сисеү

Ә һеҙ үҙегеҙ Башҡортостан тураһында нимәләр әйтер инегеҙ? Башҡортостан - беҙҙең тыуған илебеҙ, әйҙәгеҙ әле тыуған еребеҙгә маҡтау һүҙҙәре әйтәйек. Башҡортостан тураһында белемдәребеҙҙе байытырбыҙ, һөйләү телмәрен үҫтерербеҙ һәм һүҙлек запасы ла киңәйер.

Мин һеҙгә туп ырғытам, ә һеҙ Башҡортостан тураһында

матур һүҙҙәрҙе әйтегеҙ.(Туп ырғытыш уйыны).

Башланыҡ:

- Тыуған ерем;

- Бай ерем;

- Матур илем;

- Ысын күңелдән яратҡан ерем;

- Күп халыҡтар йәшәгән ил;

- Йомарт ил;

- Ватаным;

- Башҡортостанда йәшәйем

Был һүҙҙәр - ҙур көскә эйә һүҙҙәр. Изге һүҙҙәр, ҡәҙерле һүҙҙәр. Тыуған илен һөйгән, ихтирам иткән, әҙәп белгән һәр кеше был һүҙҙәрҙе белергә тейеш.

Үҙбаһа ҡағыҙҙарын алып, үҙебеҙгә баһа ла ҡуябыҙ.

Уҡыусылар, хәҙер һеҙҙең Башҡортостан тураһында белемегеҙҙе һынап ҡарайым әле. Мин һеҙгә һорауҙар тәҡдим итәм, ә һеҙ дөрөҫ яуабын билдәләгеҙ. (Слайд 5)

Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан?

а) Себер

б) Урал

Башҡортостандың милли уйын ҡоралы?

а) барабан

б) ҡурай

Башҡортостандың баш ҡалаһы?

а) Өфө

б) Стәрлетамаҡ

Башҡортостандың иң оҙон йылғаһы?

а) Һаҡмар

б) Ағиҙел

Башҡортостандың беренсе Президенты кем?

а) Рәхимов

б) Хәмитов

Башҡортостандың милли геройы?

а) Салауат

б) Пугачев

Слайдтан дөрөҫ яуапты тикшереп билдәләгеҙ.

Башҡортостан тураһында белемебеҙҙе тикшерҙек. Үҙегеҙгә баһа ла ҡуйып китегеҙ.

VII. Яңы материалды аңлау кимәлен тикшереү






















IX. Өйрәнелгән материалды нығытыу. Белемдәрҙе дөйөмләштереү һәм системалаштырыу.

Хәҙер,әйҙәгеҙ әле, күҙ алдына килтерәйек, сит илдә

һеҙҙең дуҫығыҙ бар, ти. Дуҫыбыҙҙы Башҡортостанға

ҡунаҡҡа саҡырайыҡ. Ниндәй юлдар менән саҡырып була? (Интернет аша,смс хәбәр, телефон аша).

Ул бында килһен өсөн уны ҡыҙыҡһындырайыҡ.Тыуған илебеҙ тураһында матур итеп һөйләргә кәрәк.

Телефондан ике уҡыусы һөйләшә, диалог төҙөү.


Һеҙҙең белемдәрегеҙгә өҫтәп, мин дә Башҡортостан

тураһында аҙыраҡ һөйләп китәйем: Беҙҙең республикабыҙ башта Башҡорт Автономиялы Совет республикаһы тип аталған, ә 1992 йылдың февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай. Уның майҙаны 143 мең квадрат километр. Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфө, унда 1 миллиондан артыҡ кеше йәшәй. Башҡортостанда 54 район, 21 ҡала, 40 ҡала тибындағы ҡасаба (поселок) бар.


Мин һөйләгәндә һандарҙы ҡулланырға мәжбүр булдым. Башҡорт телендә лә һандар мөһим роль уйнайҙар. Нимә ул һан? (Слайд 6).

Дәфтәрҙәргә яҙып куяйыҡ: Һан - предметтың иҫәбен, уның һаналыу тәртибен белдергән һүҙ. Нисә, күпме һорауҙарына яуап бирә.


Китап буйынса эш.

Дәреслектең 71-се битен асайыҡ. Һандарҙы хәтергә төшөрөп үтәйек.


13-сө күнегеү. Өлгө буйынса дауам итегеҙ.


Дәреслектең 73-сө битен асығыҙ. Унда нимә

күрәһегеҙ?(Флаг, герб). (Слайд 7).

Флаг менән гербты, гимнды икенсе төрлө нисек атайбыҙ? (Символдар).

Символдар ҡайҙан килеп сыҡҡан икән, кем белә?

Эйе, символдарҙың килеп сығышы бик боронға барып

тоташа. Бик борон заманда кешеләр кешеләрҙән дә көслөрәк рухтар бар тип уйлағандар. Уларҙың һүрәттәрен эшләгәндәр һәм табынғандар.

Ә бына беренсе гербтар 11-12-се быуаттарҙа тәреле(крестлы) походтар ваҡытында барлыҡҡа килгән.Һуғышҡан һалдаттар- ңрыцарҙәр өҫтәренә баштан аяҡҡа тиклем ҡаплап торған тимер шлемдар кейгәндәр. Был шлемдарға һәм ҡалҡандарға (щиты) тәре һүрәте төшөрөлгән булған.Һуғыш туҙанындаулар бер-береһен йыраҡтан ошо һүрәткә ҡарап таный алған.

Таҡтаға флаг һәм гербты элеү.

VIII. Ял минуттары

Уҡыусылар, хәҙер һеҙҙең менән Швейцарияға барып

ҡайтабыҙ. Ни өсөн Швейцарияғамы? Сөнки, беҙҙең

Башҡортотсаныбыҙҙы икенсе Швейцария менән

сағыштыралар. Сөнки Швейцарияның тәбиғәте лә

беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте кеүек бик

матур икән.Унда йәшәгән ҡоштар, йәнлектәр булып

уйнап алайыҡ. (Слайд 8). (Музыка аҫтында эшләнелә,

уҡыусылар уҡытыусының хәрәкәттәрен ҡабатлай).

Аҡҡоштарҙый йөҙәйек,

Бөркөт кеүек осайыҡ.

Ҡуян кеүек һикерәйек,

Айыу кеүек атлайыҡ,

Болан кеүек еләйек,

Арыҫландай һуҙылайыҡ

Һәм урынға ултырайыҡ.


Дәреслектең 71-се битен асып 14-се күнегеүҙе табығыҙ. Текстағы һандарҙы дөрөҫ итеп Миша уҡый башлай.


Һорауҙарға яуап бирегеҙ:

  1. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны һәм дәүләт гербы ҡасан ҡабул ителгән?

  2. Гимдың авторы кем?

Текст авторҙары Рәшит Шәкүр, Рауил Бикбаев (башҡортса), Светлана Чураева (урыҫса). (гимнды баҫып тыңлау).

  1. Гербтың авторы кем?

Герб милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк

эсендәге Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора.

Һәйкәлде сығып килгән ҡояш нурҙары балҡыта.

Һәйкәлдең аҫтында — ҡурай сәскәһе, флаг төҫтәренә

буялған таҫма, уның аҡ төҫлөһөнә «Башҡортостан» тип

яҙылған. Һәйкәл яугир егеттең, азатлыҡ һәм ғәҙеллек

өсөн көрәшсенең дөйөмләштерелгән образын

кәүҙәләндерә.

  1. Флаг ҡасан ҡабул ителгән? Ниндәй төҫтәрҙән тора?

  2. Флагтың авторҙары кем?

Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең

сафлығын аңлата. Аҡ төҫ — республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ — азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы.

Текстҡа исем бирәйек.

IX. Контроль һәм үҙконтроль (үҙ аллы эш, йомғаҡлау контроле).

Уҡыусылар, хәҙер әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе тикшереп

ҡарайыҡ әле.(карточкалар таратыла, уҡыусылар

эшләйҙәр). (Слайд 9). Карточка буйынса эш. Текстан һандар булған һөйләмдәрҙе күсереп яҙырға. Приложение №2

X. Рефлекция.

Дәрестең маҡсаты ниндәй ине?

Маҡсатыбыҙға ирештекме?

Нимә белдек?

Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

Кемдәр бик һәйбәт эшләне?

Кемдәр үҙҙәрен маҡтай алалар?

Кем иптәшен маҡтарға теләй? Ни өсөн?

Кем бөгөн аңлаған, яҡшы эшләгән, йәшел түңәрәк күрһәтегеҙ. Кемдәр аңлаған, әммә әҙ эшләгән һәм белемдәрен нығытырға кәрәк һары түңәрәк күрһәтәбеҙ. Кемдәр аңламаған, шуға күрә эшләмәгән, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күрһәтегеҙ. Уҡыусыларҙы баһалау.

XI. Өйгә эш биреү.

Кемдең беренсе төрөндә плюс күберәк 1-се төр өй эшенә яҙығыҙ, кемдең икенсе - 2 төр, өсөнсө – 3.

  1. Башҡортостан тураһында проект эше башлайыҡ. Өйҙә Башҡортостан тураһында бөтә мәғлүмәттәрҙе йыйығыҙ: шиғырҙар, йырҙар, әҫәрҙәр, үҙегеҙҙә һүрәттәр төшөрөгөҙ, шиғыр яҙып ҡарағыҙ. Иң отошлоларын республикабыҙҙың гәзит- журналдарына ебәрерһегеҙ.

  2. 12-се күнегеү, 70-се бит.Диалогты артабан дауам итегеҙ.

  3. Башҡортостан тураһында текст төҙөргә.

XII. Йомғаҡлау.

Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй. Һеҙҙең

тырышлығығыҙ юҡҡа булманы. Дәресебеҙ бик матур

үтте. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Һау булығыҙ!



Приложение №1

9

Курс профессиональной переподготовки
Педагог-библиотекарь
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Специалист в области охраны труда
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Проверен экспертом
Общая информация

Вам будут интересны эти курсы:

Курс повышения квалификации «Правовое обеспечение деятельности коммерческой организации и индивидуальных предпринимателей»
Курс повышения квалификации «Педагогическая риторика в условиях реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Формирование компетенций межкультурной коммуникации в условиях реализации ФГОС»
Курс профессиональной переподготовки «Клиническая психология: теория и методика преподавания в образовательной организации»
Курс повышения квалификации «История и философия науки в условиях реализации ФГОС ВО»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности по подбору и оценке персонала (рекрутинг)»
Курс повышения квалификации «Применение MS Word, Excel в финансовых расчетах»
Курс повышения квалификации «Источники финансов»
Курс профессиональной переподготовки «Корпоративная культура как фактор эффективности современной организации»
Курс повышения квалификации «Актуальные вопросы банковской деятельности»
Курс профессиональной переподготовки «Риск-менеджмент организации: организация эффективной работы системы управления рисками»
Курс профессиональной переподготовки «Политология: взаимодействие с органами государственной власти и управления, негосударственными и международными организациями»
Курс повышения квалификации «Международные валютно-кредитные отношения»
Курс профессиональной переподготовки «Организация маркетинговой деятельности»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.