Инфоурок Другое Рабочие программыБаязит Бикбайҙың "Ер" поэмаһына дәрес планы

Баязит Бикбайҙың "Ер" поэмаһына дәрес планы

Скачать материал

 

 

 

 

 

 

бикбай_ok.jpg

 

 

 

 

 

 

Тема:  Баязит Бикбай. “Ер” поэмаһы.

Маҝсат:

1. Поэманың идея-тематик йөкмәткеһен асыҝлау;

2. Тәбиғәт һәм кеше проблемаһын асыу;

3.Ерҙең  матурлығын күрһәтеү, Тыуған илдең үткәнен белеү, киләсәге тураһында хәстәрлек күреү һәм уны һаҝлау кәрәклеген еткереү;

4.Уҝыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу һәм һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Эпиграф.

                                  “Ер, һыу – бөтә башланғыстың башы бит ул. Уларҙан башҡа кеше

үҙе лә юҡтыр, бәлки”

Б.Бикбай

 Йыһазландырыу: Яҙыусының портреты, плакат, китаптарынан күргәҙмә,  мультимедия проекторы.

Һүҙлек һүҙҙәре:  бығау, аҫыл ғүмер, сыбыҡ, бураҙна, төрән.

                       Дәрес барышы.

1.Психологик инеш.
Һаумыһығыҙ,һаумы әле,
Ниндәй йылы һүҙ икән.
Күңелдәрҙе иретерлек
Һәр  кемгә лә үҙ икән!
Һәр көнөбөҙ ,һәр  дәресебеҙ  бер-беребеҙҙе сәләмләүҙән башланһын, кәйефебеҙ яҡшы,эшебеҙ уңышлы булһын!
2. Уңыш  ситуацияһы тыуҙырыу.

Уҡыусылар иғтибар менән тыңлағыҙ әле.

(Ҡобайыр уҡытыусы уҡыуында).

Ай тыуған ер, тыуған ер
Олатайҙар торған ер
Атам кейәү булған ер
Әсәм килен булған ер
Кендегемде киҫкән ер,
Тәмле һыуын эҫкән ер!
 Һеҙ нимә тыңланығыҙ? (ҡобайырҙан өҙөк) Ул нимә  тураһында? (Яуаптар)
3.Уҡыу  мәсьәләһе ҡуыйу.
Ә хәҙер барыбыҙҙа экранға күҙ  һалайыҡ.
Бергәләп уҡыйыҡ  әле.

“Ер, һыу- бөтә башланғыстың  башы  бит ул.
Уларҙан башка кеше
Үҙе лә  юҡтыр, бәлки”

                               Б. Бикбай
 Беҙ бөгөнгө дәрестә ниндәй темаға   һөйләшербеҙ ? Кем ижады менән танышырбыҙ?

-Бөтә яҙыусылар һәм шағирҙар ҙа үҙ ғүмерҙәрендә бер тапҡыр булһа ла тыуған ил,ер тураһында әҫәр ижад итә. Ә Баязит Бикбай өсөн был тема уның ижадында төп темаларҙың береһе була. Ошо темаға уның “Ер” поэмаһы әле лә бик актуаль.

(Дәфтәрҙәргә числоны, теманы, дәрестең эпиграфын яҙҙырыу.)

-   Ә кем һуң ул Баязит Бикбай?

Уҡыусылар, һеҙҙең ярҙам менән, башҡорт  әҙәбиәтенең күренекле  вәкиле  Б.Бикбайҙың  тормош юлы  һәм  ижадына  күҙәтеү  яһап  үтәйек. Бер нисә уҡыусыға өйҙә әҙерләнергә бирелгән ине.
(Әҙерләнгән уҡыусылар  һөйләй)
Тормош  усағы.
Б.Бикбай  Башҡортостандың  Көйөргәҙе  р-ны  Ҡалта  ауылында  1909   йылдың 19  ғинуарында  тыуған.  Бәләкәй  Баязитҡа  китап  менән  бик  иртә  танышырға  тура  килгән.  Олатаһы  Шәрәфи  урыҫса,  башҡортса  уҡый-  яҙа  белгән.  Әсәһе  Хәбибъямал   да  уҡымышлы  булған,  халыҡ  йырҙарын  ,  әкиәттәрен,  тапҡыр  һүҙҙәрен    күп  белгән.  Буласаҡ  шағир  халыҡ  моңон  һеңдереп  ,  һүҙ  ҡеүәһен  аңлап,  төшөнөп  үҫкән.   Тыуған  ерендәге  Ерек  шишмәһе  Б.Бикбайҙың  иң  яратҡан  урындарының  береһе  булған.  Ул,  ауылынан   ситкә  киткәс  тә,  Ерек  шишмәһен  һағынып  ҡайтҡан.  Тирә-яғын  таҙартмайынса  ,  һалҡын  һыуын   эсеп  кинәнмәйенсә,  күңеле  тынысланмаған.

                                                  Белем  баҫҡыстары.
 Б.Бикбай  тәүге  белемде  Яңы  Мораптал  ауылында  ала.  Ул  Ғабдулла  Туҡайҙың   шиғырҙарын   яттан  һөйләргә  ярата. Артабан  бер  йыл  Ташлы  ауылындағы  техник  мәктәптә  уҡый.  1923-1928  йылдарҙа  ул  Каруанһарайҙа  урынлашҡан  Ырымбур  башҡорт техникумында  белем  ала, 1928-1929  йылдарҙа  Өфө  педагогия техникумында  уҡый.
                                                         Һүнмәҫ  ижады                        

      Б.Бикбайҙың 1928   йылда  Өфөгә  килеүе  уның  әҙәбиәткә  килеү  йылы  була. Ул  һәләтле  шағир,  прозаик  һәм  драматург  булып  таныла. “Үтеп    барған  көндәр”  исемле  шиғырҙар  йыйынтығы  1932 йылда донъя  күрә. Уның   “Ер”  поэмаһын ,   “Салауат”, “Ҡарлуғас”, “Ҡаһым  түрә”  драмаларын, “Тере  шишмәләр”, “Аҡсәскә”  повестарын, “Аҡселән  ташҡанда”  романын  һәм  башҡа  әҫәрҙәрен  китап  уҡыусылар  яратып  ҡабул  итә.  Б.Бикбай  Хеҙмәт  Ҡыҙыл  Байраҡ , “Почет   билдәһе”  ордендары  менән  бүләкләнә, Башҡортостандың  атҡаҙанған  сәнғәт  эшмәкәре  тигән маҡтаулы  исем  бирелә.  1970  йылда  үҙе  үлгәндән  һуң  ,  уның  ижады  Салауат  Юлаев   исемендәге  Республика  премияһы  менән  баһалана.

               Мәңгелек  моң  

     Яҙыусының  исемен  мәңгеләштереү   өсөн  бик  күп  саралар  күрелгән. 1988  йылда  ул  белем  алған  Мораптал  мәктәбенә  Б.Бикбай  исеме  бирелгән,  иҫтәлекле  таҡтаташ  асылған.  Ҡалта  ауылындағы   Ерек  шишмәһе  “Бикбай шишмәһе”  тип  йөрөтөлә. 2009  йылда  яҙыусының  тыуыуына  100  йыл  тулыу  айҡанлы  Көйөргәҙе  районында  Б.Бикбай  исемендәге  әҙәби  премия  булдырыла.  2011  йылда  бюсы  асыла.  Өфөлә   һәм  Ҡалта  ауылында  Бикбай  исемендәге  урам,    ә  Мораптал    ауылында  уға  арналған  музей  бар.

               Экранда яҙыусының портреты сыға.
 Беҙ бер тиклем тормош юлы менән таныштыҡ, ә хәҙер әйҙәгеҙ ҡәләмдәштәренең- замандаштарының уның тураһындағы һүҙҙәрен уҡып  китәйек. 

       Экранда сыға.

1.                      “ Мин ижади ғүмеремдең бала сағын һағынам. Тәүге “әҫәрҙәрем” ятҡан сәңгелдәккә тәү тапҡыр өмөтлө ҡараш ташлаған күҙҙәрҙе, шәфҡәт менән һуҙылған ҡулдарҙы үтә һағынып иҫкә алам. Шулар араһында Б.Бикбай ҡулдары ла бар”. (Мостай Кәрим, Башҡортостан халыҡ шағиры.)

2.                      “Баязит Бикбай иҫ китмәле күп һәм төрлө-төрлө жанрҙарҙа ла берҙәй уңыш менән эшләне, һәр саҡ ижад уты менән янды. Уның ише эшһөйәр, уңған кешене үҙ ғүмерендә күп осратырға тура килмәне миңә. Ә бит ижад өсөн эш һөйөү генә етмәй, һөҙөмтәле эшләү ҙә кәрәк. Был йәһәтттән Баязит Бикбайға тиңләшерлек кеше аҙ булыр беҙҙә.” (Заһир Исмәғилев, композитор, СССР-ҙың халыҡ артисы.)

3.                       “Баязит Бикбай башҡорт поэзияһында, әҙәбиәтебеҙҙә ҙур күренеш. Ул бөтә намыҫлы ғүмере, ихлас күңеле, керһеҙ йөрәге менән әҙәбиәткә йәнен-тәнен биреп хеҙмәт иткән кеше.Тура һүҙлелек, хәҡиҡәт уның өсөн иң ҙур иман да, йәшәү йәме лә булып күтәрелде”. (Назар Нәжми, Башҡортостандың халыҡ шағиры.)

 Уҡытыусы: бына нисек ҙурлайҙар уны.
-Уҡыусылар, һеҙ быға тиклем Баязит Бикбайҙың ниндәй әҫәрҙәре менән танышҡайнығыҙ? (5-се класта өйрәнгән  “Туған тел”, “Рус теле” шиғырын иҫкә төшөрөү. “Туған тел” шиғырын  тасуири уҡытыу )

Ә бына бөгөн беҙ танышасаҡ поэмала  нимә тураһында һүҙ барыр?(Яуаптар)
Бөгөн  нимә эшләрбеҙ,дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуярбыҙ?( Әҫәрҙең йөкмәткеһе менән  танышырбыҙ, үҙ фекерҙәребеҙҙе  аңлайышлы итеп әйтергә өйрәнербеҙ.һ.б.)

4.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү “Ер” поэмаһын өйрәнеү

1) Проблемалы һорау ҡуйыу  Шағирҙы был поэманы ижад итергә нимә этәргән?
 4.1. Һүҙлек эше.  (Был һүҙҙәр экранда )

- Поэма  менән танышҡансы ,унда  осраясаҡ  аңлашылмаған һүҙҙәрҙең  мәғәнәләрен асыҡлайыҡ:

Бығау –  оковы, узы

Аҫыл ғүмер –ҡиммәтле,затлы, драгоценная жизнь

Сыбыҡ –  сым,тимер сыбыҡ,провода

Бураҙна – борозда

Төрән –һабан, плуг

4.2. Әҫәрҙе  тыңлау.  Уҡытыусы уҡыуында

Ә хәҙер  ҡыҫҡаса поэмаға анализ яһап үтәйек.
Әҫәрҙең жанры  ?

Был әҫәр ҡасан яҙылған? 

Поэма нимә тураһында?

Әҫәрҙә ниндәй проблема күтәрелгән?
Идеяһы нимәлә?

Бөгөнгө көндә был проблема актуальме?

4.3. Төркөмдәрҙә эшләү. Бирелгән һорауҙарға тулы яуаптар әҙерләп яҡлау.  Ә хәҙер төркөмдәрҙә эшләп алырбыҙ(экранда)

I төркөмгә эш:- Ни өсөн поэма “Ер” тип атала? Фекерегеҙҙҙе текстан миҫалдар килтереп дәлилләгеҙ.

II төркөмгә эш: - Поэманың төп геройы кем? Геройҙар. Геройҙарға ҡылыҡһырлама бирегеҙ.

III төркөмгә эш: - Әҫәрҙең художество үҙенсәлектәре, теле, стиле

4.4. Төркөмдәрҙең эштәрен тыңлау, анализлау.

1.     Рефлексив  баһалау.  йомғаҡлау.          
Дәрес башындағы проблемалы һорауға ҡайтайыҡ,

Шағирҙы был поэманы ижад итергә нимә этәргән? (Яуаптар)
Ә һеҙгә тыуған еребеҙ, туған халҝыбыҙ ҝәҙерлеме?

Уҝытыусы:

-Әлбиттә, беҙҙең һәр беребеҙгә үҙ ере, үҙ халҝы бик ҝәҙерле.

Ә,бына  еребеҙҙең киләсәге яҡшы булһын өсөн беҙ ни эшләй алабыҙ һуң?
Әйҙәгеҙ, минән башлайыҝ. Мәҫәлән, мин, беҙҙең тыуған еребеҙ матур, һаҡланған  булһын өсөн һеҙгә белем бирә, иғтибарлылыҡ тәрбиәләй   алам.

Ә һеҙ ни эшләй алаһығыҙ? Йәгеҙ  әле шул турала серләшеп алайыҝ.

Еремдең киләсәге  матур булһын өсөн мин :
-Яҡшы уҡып, һөнәр һайлап хеҙмәт итә алам.
 -Ергә иғтибарлы  була  алам.һ.б
Баһалау:

 Бөгөнгө дәрестә ихлас ҡатнашыуығыҙға ҙур рәхмәт. Иң яҡшы,дөрөҫ баһаны киләсәктә тормош һеҙгә үҙе ҡуйыр.

6. Өйгә эш: Тексты шартлы рәүештә мәғәнәүи өлөштәргә бүлегеҙ һәм исемдәр бирегеҙ.

Асҡын районы Ҡашҡа урта төп дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

 

 

 

 

8 класта  Башҡорт әҙәбиәте дәресе

Тема: Баязит Бикбай  “Ер” поэмаһы

 

 

 

                                         Уҡытыусы: Ғәлиева З.Ғ

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                   2017-2018 уҡыу йылы

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Баязит Бикбайҙың "Ер" поэмаһына дәрес планы"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Системный аналитик

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 871 материал в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 14.01.2019 2163
    • DOCX 97.5 кбайт
    • 27 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Галиева Зулфия Гилмулловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Галиева Зулфия Гилмулловна
    Галиева Зулфия Гилмулловна
    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 32612
    • Всего материалов: 16

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Мини-курс

Психология личностного развития: от понимания себя к творчеству

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 63 человека из 28 регионов
  • Этот курс уже прошли 30 человек

Мини-курс

Детско-родительские отношения: эмоциональный аспект

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 32 человека из 20 регионов

Мини-курс

Творческие возможности в мире фотографии и медиа

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 416 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 47 человек