Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Биография и сборник стихов ветерана войны Масалимова Нияза исследовательская работа
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Биография и сборник стихов ветерана войны Масалимова Нияза исследовательская работа

библиотека
материалов


Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү ойошмаһы

Рысай ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе

Башҡортостан Республикаһы Учалы районы МР





Йәшәлгән йылдар

юлынан”

Учалы районының әҙәби картаһы” конкурсына

бағышланған эҙләнеү эше.

Эште үтәне:

Рысай урта мәктәбе

педагог-китапханасы

Әминева А.Р.

hello_html_363d96eb.png

Рысай ауылы


Нияз Мәсәлимов







Йәшәлгән йылдар

юлынан


шиғырҙар йыйылмаһы


















2

Йөкмәткеһе.

Инеш һүҙ

Автобиография

Хәрби хеҙмәт йылдары

Тормош юлы шиғырҙарында

Йомғаҡлау





























3



C:\Users\пользователь\Desktop\масалимов\масалай.jpgМәсәлимов Нияз Әмин улы

( 1919 – 2005)

Кеше

Кешеләргә кәрәк булһын,

Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын.

Эшләгәндә, янып эшләһен дә,

Ял иткәндә, көлһөн,

Йырлаһын!

Һыҡранмаһын тормошонан кеше,

Үҙе биҙәп торһон ул уны.

(Рәми Ғарипов)

4

Донъяла һәр нәмәнең үҙ үлсәме була. Ә кеше ғүмерен ни менән үлсәргә һуң? Йәшәгән йылдары менән генә түгел, әлбиттә. Иң тәүҙә - эшләгән эштәре, ҡалдырған эҙе менән.

Ошо йәһәттән минең геройым ауылыбыҙҙың ихтирамлы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуғыштан һуң колхозды аяҡҡа баҫтырыуҙа күп көс һалған, колхоз , ауыл советы һәм сельпо рәйесе булып оҙаҡ йылдар эшләгән, халыҡ иғтибарына сығармай ғына шиғырҙар ижад итеүсе Мәсәлимов Нияз Әмин улының ғүмер юлы һоҡланғыс. Үткән йылдарының әрәмгә уҙған йәки ғәмһеҙ йәшәгән бер генә ай ҙа, бер генә көн дә юҡтыр. Бала сағы ауыр аслыҡ йылдарына туры килә. Йәйҙәрен ауыл халҡының малын көтөп тамаҡ туйҙырып өҫтөн бөтәйтһә , ҡыштарын уҡырға йөрөгән. Алты синыфты тамамларға насип була. Атаһы ваҡытһыҙ вафат булғас, уҡыуын дауам итә алмай. Ағаһы менән уға әсәһен һәм ике ҡыҙ туғанын ҡарау бурысы төшә. Мәктәптә уҡыған осоронда бер нисә шиғыры “Шахта Байрағы” исемле район гәзитендә баҫылып сыға. Ул шиғырҙары аҫтына Ғ.Т. тип имза ҡуя торған булған, йәнәһе лә – Ғабдулла Туҡай ( һабаҡташтары шиғыр яҙған өсөн уны шулай итеп атап йөрөтөр булған). Йәше тулғас һалдатҡа алына. Хәрби хеҙҙмәткә һәм илебеҙҙе дошмандан һаҡлауға ете йыл ярым ғүмерен бирә. Ауыр яраларын йөкмәп 1946 йылдың аҙағында тыуған ауылына ҡайта.

Мәсәлимов Нияз олатайҙың шиғырҙарында тыуған тәбиғәткә һөйөү, тыуған илде һағыныу һәм дошмандан һаҡлау, һөйөклө ҡатынына бағышланған юлдар бик күп.







5

Автобиография.

«Мин, Мәсәлимов Нияз Әмин улы , 1919 йылдың 27 декаберендә Учалы районының Аҡбулат ауылында, ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуғанмын. Мәғәсүм бабайымдың әбейе Хәтирә һөйләүенсә, ул саҡта тар – мар ителгән Колчак банда ҡалдыҡтары ауылдарҙы баҫып, халыҡты талап йөрөгән. Ундый саҡтарҙа ҡатын – ҡыҙҙар, бала - сағалар өй баҙҙарында йәшенеп ултыра торған булғандар. Беҙҙең өйҙөң баҙы булмағанлыҡтан, инәйем ағайым менән Мәғәсүм бабайымдың баҙында йәшенер булғандар. Шундай бер йәшенеүҙә мин дә баҙҙа донъяға килгәнмен. Милләтебеҙ буйынса әтейем дә, инәйем дә татарҙар (типтәр тип йөрөткәндәр). Мәсәлим ҡарттайым хәлле генә йәшәһә лә уның ере күп булмаған. 1920 йылда ҡарттайым үлгәс, уның ере Мәғәсүм байға ҡалған. Ерһеҙ ҡалған әтейем тирә - яҡта балта оҫтаһы булып кәсеп иткән. Ялланып эшләп бик күптәрҙе өйлө иткән. Эш хаҡын, кем нимә менән түләй алған, шуның менән түләгән. Шишмә ауылында Заһритдин бабайға өй һалып биргән өсөн быҙаулы һыйыр бирә. Был малһыҙ күмәк балалы ғаилә өсөн бик ҙур шатлыҡ була. Һәр бер эшләгән өй өсөн ундай бүләк эләгеп тормай, әлбиттә.

1926 - 1929 йылдарҙа беҙ күсеп барып «Новая группа » тигән ҡасабала торҙоҡ. Әтейем унда 10 – 13 йәштәр тирәһендәге Әсғәт ағайым менән утын киҫә ине. 1930 йылдың башында беҙ Верхнеайск тигән күринселәр ҡасабаһына күсендек. Унда ла беҙ өс йыл йәшәп киттек. Атайым йыйған аҡсаһына ат һатып ала. Ҡыштарын атайым ат менән утын ташыһа, йәйен Әсғәт ағайым менән поселок халҡының малын көтә инек. Ҡыш көндәре посёлокта 1 – 2 класҡа уҡырға йөрөнөм

D:\М.Н.а.jpegНияз Мәсәлимов (уртала) ФЗО- ла уҡып йөрөгәндә төшөлгән.

1933 йылда ғаиләбеҙ менән Илинка алтын прискаһына күсеп килдек. Әтейем шахтала эшләһә, беҙ ағайым менән икәүләп йәйҙәрен халыҡтың малын көттөк. Ә инде ҡыш уҡыуымды дауам иттем. Шулай итеп мин ФЗО мәктәбенең алтынсы класын тамамланым. 1935 йылдың 14 февралендә шахтала булған аварияла баҫылып әтейем үлеп ҡала, беҙҙең ғаиләгә ауылға ҡайтырға тура килә. Ауылға ҡайтҡас та 1935 – 1936 йылдарҙа йәй көндәрен ауыл малын көттөм. 1939 йылдың май айында хәрби хеҙмәткә алындым. Ағайым Әсғәтте 1938 йылда хеҙмәткә алғайнылар. Ғаиләлә инәйем ике ҡыҙ – туғаным, ете йәшлек Миңъямал менән ике йәшлек Фәрхәнә тороп ҡалдылар. Әсғәт ағайым ете йыл хәрби хеҙмәттә булып, икенсе бөтә донъя һуғышы бөтөп барғанда, 1945 йылдың 9 авгусында һәләк була. Иҫтәлек китабында теркәлеүе буйынса Приморский өлкәһенең Ханкай районының Дворянка тигән ауылы янында ерләнгән. Мин дә хәрби хеҙмәттә ете йыл ярым йөрөп, 1946 йылдың аҙағында икенсе группа инвалиды булып ҡайтып төштөм. Мин хеҙмәт иткән осорҙа илебеҙгә бер – нисә тапҡыр һуғыш алып барырға тура килә.

7

1939 йылда Халгин – Голда япондар менән, 1939 – 1940 йылдың башында финдар менән, 1940 йылда Польша һәм Балтик буйы илдәре империалистары, 1941 – 1945 йылдарҙа Гитлер фашизмы менән, 1945 йылдың аҙағында япон милитаристары менән. Миңә икеһендә ҡатнашырға тура килде . Халгин – Голда һәм Төнъяҡ – Көнсығышта Ҡытайҙа 1939 – 1945 йылдарҙа.

Мин һуғыштан ҡайтҡанда ауыл халҡының, шул иҫәптән минең ғаиләмдең дә эштәре бик хөрт ине. Рысай колхозының ул йылдарҙа 150 гектар сәсеүлек ерҙәре бар ине. Ләкин улары ла ташландыҡ хәлендә. Икенсе группа инвалиды булыуыма ҡарамаҫтан, бригадир итеп һайлап ҡуйҙылар. Ул йылдарҙа техниканың һәм сәсеү өсөн орлоҡтоң юҡлығы, йөк ташыу өсөн аттар етешмәүе хужалыҡты алып барыуҙы ныҡ ҡатмарлаштыра торғайны. Колхоз фермаһында 21 баш һыйыр һәм 55 баш һарыҡ малы бар ине. Улары ла бик ябыҡ. Хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу өсөн күпме көс һалырға кәрәк ине. Белгестәр етешмәй, үҙемдең дә белем ана тора. Район етәкселәре кәңәше менән мине 1949 йылда, колхоз етәкселәре әҙерләү буйынса Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға ебәрҙеләр.

1952 йылда техникумда өс йыл уҡып ҡайтҡас, Рысай, Ҡалҡан ауылдарын бер колхоз итеп берләштереп, мине колхоз идараһы председателе итеп һайланылар. Был «Маленков» исемендәге колхоз менән өс йыл ғына етәкселек итергә тура килде. Һуғышта ҡаҡшаған һаулыҡ артабан насарайып, мине аяҡтан йыҡты. 1957 йылдың апрель айында мине, Магнитогорск ҡалаһына госпиталгә ебәрҙеләр. Госпиталдән ошо йылдың октябрендә ҡайттым. Тик мин 1961 йылға тиклем эшкә яраманым. Ошо йылдың яҙында үҙебеҙҙең колхозда агроном булып эшләй башланым.

1962-1970 йылдарҙа ауыл советы председателе, 1971-1975 йылдарҙы Сәфәр сельпоһының председателе булып эшләнем. 1976 йылдан үҙебеҙҙең Рысай

8

бригадаһында агроном булдым. Үҙем 1934 йылдан 1943 йылға тиклем ВЛКСМ ағзаһы,1943 йылдан КПСС ағзаһы.1950 йылда Дәүләтова Шәмсинур менән өйләнештек. Шәмсинур ҙа 1944-1965 йылдарҙа ВЛКСМ ағзаһы, 1966 йылдан КПСС ағзаһы булды.

Беҙҙең ғаиләлә 6 бала үҫтеләр. Тәүгеһе ҡыҙ,ҡалған бишеһе малай. Хәҙер улар ҙа ҙур булып, үҫеп киттеләр. Ҡыҙыбыҙ менән бер улыбыҙ институт бөттөләр. Береһе 2 курста уҡый,береһе институтҡа керергә әҙерләнә, ҡалған икеһе ҡалала эшләп йөрөй. Ғаиләмә арнап яҙған шиғырымдың береһе:

1979 йыл , март.

Алтмыш ҡаяһында.

Бер ҡарлуғас һәм биш бөркөт

Шаулап үҫте беҙҙең ояла.

Алтмыш ҡаяһына менеп еткәс,

Ғорур ҡарап торам донъяға.

Бөркөттәрем үҫеп нығындылар,

Айҡай улар донъя киңлеген.

Рәхәт хәҙер миңә был донъяла,

Сөнки ҡанаттарым күп минең.

Биштән быуып билдәрҙе,

Таяҡ тотоп ҡулдарға,

Егеттәрсә нык баҫып,

Әйҙә, сығайыҡ, юлдарға. 1979.

9

Хәрби хеҙмәт йылдары.

1939 йылдың 4 май көнө, эштән ҡайтыуыма, миңә 5 май көнө хәрби комиссириатҡа иртәнге сәғәт 9-ға килеп етергә тигән повестка бар ине.Туғандарым, инәйемдең илап ултырыуына ғәжәпләнеп тора инеләр (улар бәләкәй бит инде). Ни эшләмәк кәрәк. “Ярар,- мин әйтәм,- бөтә йортта була торған эш, улай иламай тор әле, бәлки мине хәҙер үк алмаҫтар, көҙгө наборға ҡалдырырҙар”,- тип инәйемде алдаштырыға тырыштым.

Икенсе көнөнә иртән тороп, еккән атты күрше Фазуллин Ғайфулла ағайға тапшырҙым да (бригадир Зарипов Вәлиулла ағайҙың ҡушыуы буйынса), Учалыға хәрби комиссариатҡа сығып киттек. Беҙ ауылдан 5 егет инек. Йәйәү барҙыҡ. Көндөҙ сәғәт икелә беҙ комиссариатҡа етеп, командаларға бүленеп, иртәгә оҙатылырға тейеш булдыҡ. Мин эштең былай ҡапыл булыуына бик борсолмаһам да, инәйем менән туғандарыма нисек итеп хәлде белгертеү тураһында уйландым. Иптәштәрем дә ошондай хәлдә ине. Беҙ бишәүбеҙ ҙә бер командала барырға тейеш инек.

Өйгә ҡайтҡас, беҙ бер ҙә һөйләшмәнек, һәр кем үҙенсә уйланыр булды. Һуңынан, инәйемә борсолорлоҡ нәмә юҡ тинем. Тик минең өҫкә кейеп китерлек йүнле әйбер юҡлығын хәтерләп, инәйемә: “Хәҙер көндәр йылынды, эшкә алама куфайка менән ауыр була башланы, өҫтәге күлдәк бөтөнләй иҙелеп бөттө, ҡыш Миәскә иген ташығанда алып ҡайтҡан бер киндер тоҡ бар бит, ошонан миңә күлдәк тегеп бир әле!”-тинем. Әсәйем бөтөнләй үк тынысланып китте. Миңә күлдәк тегергә лә ултырҙы. Мин үҙемсә бик ҡәнәғәт булдым ( Әсғәт ағайым былтыр әрмиәгә барғас та, посылка менән үҙенең ботинкаларын, салбарын, күлдәген һалған ине). Ике күлдәкте инәйем ҡыҙ туғандарыма күлдәк итеп тегеп кейҙергән ине, улар һаманда ошоға ҡыуанып бөтә алмай кейеп йөрөйҙәр әле. Миңә ағайымдың салбары менән ботинкаһы ярап торҙо, һыйға ғына кейә инем. Хәҙер улар миңә кейеп китергә лә шәп булып ҡуйҙы.

10

Мин кис клубтан ҡайтҡанда, туғандар йоҡлайҙар ине. Инәйем миңә киндер күлдәкте тегеп бөтөп, йәшел төҫкә буяп, киптерергә элеп тә ҡуйған (яҙыныу өсөн йәшел төҫ тә, ҡара ла бар ине). Миңә ашарға ултыртты. “Иртә менән кулдәгең кибер, алырһың,” - тигән була. Минең ашап ялсытмағанды, нимәлер уйланып ултырғанымды инәйем күреп: “Әллә улым ауырһынып тораһыңмы, һалманы ҡабып та ҡарамайһың даһа?”-тигәс кенә, мин: “ Юҡ, инәй, бер ерем дә ауыртмай, киреһенсә, мин бик иҫән, тик асыҡҡанмын”, - тигән булып ашаһы килмәһә лә һалманы эсеп (көсләп булһа ла) бөтөрөүгә, ишекте кинәт асып күрше Бибиямал әбей килеп керҙе лә: “Эй, балаҡайым, Нияз улым һин дә китәһеңме инде? Былтыр минең Сәғиҙуллам киткән ине, кисәге хаты килде. Хатты иптәше яҙған,үҙе госпиталдә. Халхин-Голда япондар менән һуғышта яраланған, һау ғына ҡайтарһалар ярар ине,”- тип илап ебәрҙе. Ошо арала хәлде һиҙеп алып, минең инәйем хәлһеҙләнеп китеп һикегә ултырҙы.Мин дә инде күп йәшереп тора алманым. Инәйемдең яурынына ҡулымды һалдым да, Бибиямал әбейгә шаяртып яуап биргәндәй итеп: “Ярай әбей, сират еткәс барабыҙ инде. Беҙ иртәгә иртә менән китәбеҙ, Сәғиҙулла улыңа бөтәгеҙҙән дә сәләм әйтермен ”, - тинем. Инәйҙәр илашҡан тауышҡа туғандар ҙа уянып, тағы күршеләр килеп, төнө буйына йоҡларға тура килмәне.

Ошолай итеп, өҫкә киндер күлдәк кейеп, хәрби хеҙмәткә сығып кителде. Быныһына ла түҙергә булыр ине. Тик нисек итеп, өйҙә бер нәмәһеҙ ҡалған инәйем, туғандарым көн итерҙәр икән? Ете йыл ярым буйына хәрби хеҙмәт, етмәһә, ошо йылдарҙа 5 тапҡыр һуғыш булыуы, ил халҡы менән үтә, хатта яҙып та килештергеһеҙ, ауырлыҡтар кисерҙек . Бөтә, ошо йылдар буйына, мине борсоған хәл ошо ине. Беҙҙең быуын (ололар ҙа, кеселәр ҙә) һис аҡылға һыймаҫлыҡ ҡайғы үткәрҙе.

12 майҙа беҙҙең эшелон Новосибирск ҡалаһында урынлашты. Унда мин, шунда сыҡҡан “Сибиряк” газетаһын күргән инем. Унда Халхин-Голда һуғыш



11

хәрәкәттәренең бик көсөргәнешле булыуы тураһында яҙыла ине. Сөнки, япондар һуғыш операцияларына күптән әҙерләнеп, күп көс туплаған булғандар. Ошо һөҙөмтәлә май, июнь, июль айҙарында, һуғыш ҡырҙарында, өҫтөнлөк менән файҙаландылар. Ҡайһы бер уңыштарға ла өлгәштеләр.” Нияз олатай 1939 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, Монголия ерҙәрендә сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итә.Уға Халхин-Гол һәм Төнъяҡ-Көнсығыш Ҡытайҙа япон милитаристарына ҡаршы аяуһыҙ алышырға тура килә. Был осорҙа Халхин-Голда хәрби хәл бик көсөргәнешле була.

Тик Икенсе бөтә донъя һуғышы йыдарында ғына Рысай ауылынан 213 кеше хәрби хеҙмәткә алына. Ошолар араһынан 139 ир-егет һуғыш ҡырҙарында тыуған илебеҙҙең тыныслығы өсөн илбаҫарҙар менән ҡаһармандарса алыштарҙа һәләк булалар .Тик ҡалған 74 кеше генә ауылға әйләнеп ҡайталар. Уларҙың да күбеһе ярты һаулыҡтарын юғалтҡан булалар. Әгәр ҙә хеҙмәт армияһында ҡатнашыусыларҙы ла һанаһаҡ, юғары килтерелгән һандар икеләтә арта. Бына 35 йыл беҙ һуғыш ауырлыҡтарын күрмәй, тыныс, мул тормошта йәшәйбеҙ. Бының өсөн беҙ тыуған илебеҙҙе күкрәктәр менән ҡаплап һуғышҡан батырҙарға ҙур бурыслыбыҙ. Ошоноң өсөн дә, хәҙерге һәм киләсәктәге йәш быуын: апай-ағайҙар, әсәй-атайҙарҙың, һуғыш һәм намыҫ традицияларын намыҫ менән дауам итергә, илебеҙ, халҡыбыҙ бәхете өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итергә тейешбеҙ.

Һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлектәрен һәр ваҡыт күңел түрендә, йөрәктә йөрөтөргә, иҫән ҡалған ветерандарға ихтирам менән ҡарау, һәр кемдең ҙур бурысы ул.» - тип яҙа Нияз бабай үҙенең көндәлек дәфтәрендә (1979 йыл,5 май.)

Урал! Һин ҡәҙерлеһең минең өсөн,

Һин бит минең тыуған төйәгем.

Иң ҡәҙерһеҙ шартта үҙем үҫтем,

12

Шул шарттарҙа үҫте һөйгәнем.

Тормош беҙҙе иркәләмәне,

Ә шулай ҙа беләм ҡәҙерен.

Ауыр алыштарҙа еңеү өсөн

Аямамын көстө, бәғерем.

1943й.

Көнсығышта болот ҡуйырғында,

Хинган тауҙарына уралып.

Самурайҙар менән алышабыҙ

Тыныслығың өсөн, Уралым.

1944й.

Кисер мине, әсәй, һеҙҙе ҡалдырғанға -

Мин бит бында ҡанлы көрәштә.

Ҡулда – мылтыҡ, билдә үткер – ҡылыс,

Асыу ҡайнай минең йөрәктә.

Яйыҡ буйы иркен. Һыуы һалҡын.

Минең эстә ҡайнай ут – ялҡын.

Алыштарҙа әгәр шәһит булһам,

Онотмағыҙ мине, илем, халҡым.
1945.

13

Тормош юлым шиғырҙарымда.

1945 йылдың еңеү яҙы... Әммә Нияз олатай тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай эле, Алыҫ Көнсығышта һаман да һуғыштың ғәрәсәтле тауыштары тынмай. Совет һалдаты бирешмәй. Үҙенең көсөн аямай, алға бара. Ниһайәт япон самурайҙары еңелә. Әммә ошо ҡаты бәрелештәрҙә Нияз бабай ҡаты яралана, уң ҡулы, һул аяғына мина ярсығы тейә. Уны туңған килеш дауаханаға оҙаталар. “ Иҫемә килгәндә 1945 йылдың 13 декабре икәнлеген белдем. Алты ай дауаланып ятып, 1946 йылда ғына тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтып төштөм. Өйҙәгеләр мине көтмәгәндәр, сөнки 1945 йылдың көҙөндә минең үлем хәбәремде алғандар.”

1950 йылда Рысай ауылы ҡыҙы Шәмсинур инәй менән донъя ҡороп ебәрәләр. Иңгә иң терәп балалар үҫтерәләр. Нияз олатайҙы мәктәптә уҙғарылған кисәләрҙә, осрашыуҙарҙа йыш ҡына күрергә була. Ул ауылыбыҙҙың ихтирамлы кешеһе. Балаларының изгелеген күреп, ҡыуанып йәшәргә ине лә бит... Тик ҡәһәрле яҙмыш олатайҙың 46 йыл бергә йәшәгән ҡәҙерле ҡатынын, мәңгелеккә уның янынан алып китә.

hello_html_6d5cb481.png

14

Ҡара яҙмыш.

Матурлығың, изге күңелең менән

Һин бит мине үҙеңә ҡараттың.

Яҡты йөҙөң, нурлы күҙең өсөн,

Мин үҙеңде ихлас яраттым.

Ҡырҡ алты йыл тиң йәшәнек,

Уртаҡлашып донъя йөктәрен,

Рәхәт булды үткән ғүмеребеҙ

Шатлыҡ, ҡайғыһын да үткәрҙек.

Шау-гөр килеп үҫте алты бала,

Беҙ икебеҙ ҡорған ояла.

Үҫеп еткәс, улар таралды

Ҡанат ҡағып иркен донъяла.

Ҡара яҙмыш беҙҙе айырҙы,

Шәмсинурым, һөйөклөм, хуш инде.

Ғүмеркәйең булды ҡыҫҡағыраҡ –

Мәңгелеккә айырылыу шул инде.

Таң алдынан ҡалҡҡан яҡты йондоҙ,

Көн тыуғанда, яйлап һүнә ул.

Минең йондоҙом да һүнде инде,

Хуш бул, Шәмсинурым, бәхил бул. 1996.

15

Йомғаҡлау.

Яҙмыш кешене төрлө һынауҙар аша атлата шул. Ҡатынын юғалтыу ҡайғылары, йөрәк яралары уңалып өлгөрмәй, оло улын һуңғы юлға оҙата. Әммә олатайыбыҙ һынып төшмәй, үҙендә йәшәүгә көс таба. Уҡып- яҙырға өйрәнгәндән алып, үҙенең яҙмышын, ауыл, колхоз тормошон үҙенең хәтер дәфтәренә теркәй барған. Күп кенә тарихи ваҡиғаларҙы, мәғлүмәттәрҙе Нияз бабайҙың көндәлегенән алырға була. Көндәлектә Мәсәлимовтарҙың ете быуынына тиклем шәжәрә теркәлгән. Киләсәк быуынға был көндәлек – изге аманат, васыят, тарихи китап. Нияз Әмин улының тормошо хәҙерге быуын өсөн үрнәк тә, ғорурланырлыҡ шәхес тә ул.

Нияз Мәсәлимов күптән инде был донъяла юҡ. Ә шулай ҙа, ауылдаштары уны онотмай, хәтер түрендә йәшәтәләр. Уның шиғырҙарын, көндәлегенән өҙөктәрҙе һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

***

Сәхрәләрҙә бер ҡош һайрай,

Ҡанаттарын ҡағып, талпынап.

Әллә был ҡош беләме икән

Йөрәгемдең һүнмәҫ ялҡынын.



Баҡсалағы йәнем – лилиәләр,

Матур итеп сәскә аттылар.

Әйтерһең дә улар һинең яндан

Сәләмеңде алып ҡайттылар.

16

Эй, яҙмышым, бир сабырлыҡ,

Ташлап китте мине йәнгенәм.

Ах, ауыр шул һинән ҡалыуҙары,

Нисек үтәр минең көнгенәм?



Өй алдында беҙҙең баҡсала

Үҫеп ултыра ине аҡ ҡайы

Көтмәгәндә мине ташлап киттең,

Ҡалдырҙың бит, ни хәл итәйем?

2001й.

***

Алтмыш ҡаяһына менеп еткәс,

Ҡарап торам алыҫ-алыҫҡа.

Әле үрҙәр алда байтаҡ икән

Әйҙә, ҡартлас, алға, алышҡа.

1979.

Мин үҙемсә уйлай инем,

Алтмыш йәш, ул, һуңғы нөктә тип,

Бына бөгөн миңә алтмыш биш йәш,

Әле уныһы ла “пустяк” тим.

1984.

17

Һөйөнә-һөйөнә шатлыктарға,

Көйөнә-көйөнә ҡайғыларға,

Абынмайса сүп-сарҙарға,

Табынмайса ваҡлыҡтарға,

Тормош һуҡмағынан тура барам,

Аҙашҡандарға юлдар ярам.

Илем күге тыныс булһын өсөн,

Алыштарҙа алда беҙ барҙыҡ.

Күтәрелгәс янып-бешеп

Ғүмер юлы үрҙәренә,

Ҡарап торам, ҡалған юлдың

Тәрән - тәрән үрҙәренә.

1980.

Һағыныу.

Урал туғайында йәй көндәре

Болондарҙы яңғыҙ гиҙәрмен

Болондарҙы яңғыҙ гиҙгәнемдә

Сәскәләрҙе кемгә өҙәрмен?

Сәскәләрҙе, йәнем, һиңә өҙөп

Йыйып ҡайтып ҡәберең биҙәрмен

Изге ҡәбереңде биҙәү менән

18

Һүрелмәҫме янған йөрәгем?

Иртә менән ҡояш тыуған мәлдә

Тәҙерәнән төшә яҡты нур.

Ҡояш нуры төҫлө яҡты булһын

Ғаиләбеҙ ҙә, һөйөклөм Шамсинур.

Көйәнтәләп таңдан пар силәгең

Һалҡын шишмәләрҙән һыу алдың.

Көтмәгәндә беҙҙе ташлап киттең,

Арабыҙҙан иртә юғалдың.

Тормошома зарланмаһам да мин,

Һинһеҙ, бәғрем, аҙ шул ҡыуаныс.

Изге ҡәбереңә барып ҡайтһам,

Күңелемә була йыуаныс.

Уйға ҡалып янғыҙ ултырғанда

Яндарымда хәҙер һин дә юҡ.

Иртә торһам, кисен ятҡанда ла.

Болондарҙа бесән сапҡанымда

Хәлем йыйҙым ҡыуаҡ төбөндә.

Һинең, йәнем, яҡты иҫтәлегең

Беҙ һаҡлайбыҙ күңел түрендә.

Боролоп аҡҡан Яйыҡ буйҙарында

19

Томан ҡалҡа иртән – кистәрен.

Бергә саҡтар, йәнем, һағындырып

Һыҙланамын тотоп эстәрем.

Күңелемде һәр саҡ йыуандырған

Һин булдың бит, минең бергенәм,

Яҡты иҫтәлегең хөрмәтенә

Изге ҡәбереңә баш эйәм.

Һабан турғайҙары елпенешеп

Һайрашалар яҙғы һабанда.

Вафатыңа дүрт йыл була инде,

Һағынам һине йәнем һаман да.

Һыу буйында осҡан яңғыҙ аҡҡош

Ҡанаттарын ҡаға яй ғына.

Яңғыҙ осҡан аҡҡош минең кеүек

Ҡалған бит ул ауыр ҡайғыға.

Бар ҡайғыһы уның - пары юғалған,

Икенсеһе ҡалған төркөмдән.

Хәҙер уның хәле һәләкәтле,

Китә алмай ошо төпкөлдән.

Алыҫтарҙа күгәреп ай күренгән

Урал тигән һөҙөк тау микән?

20

Яңғыҙлыҡта уҙған ғүмеремдең

Бер көндәре әллә йыл микән?

Яйыҡ һыуы аға ҡибла яҡҡа

Урал тауы буйлап көн битләп.

Һинең яндарыңа барыр инем,

Аяҡтарым талһа, имгәкләп.

Нисәнсе көн һинән ҡалғаныма?

Юғалттым да кеүек һандарын,

Өмөттәрем өҙөп көн уҙһа ла,

Йоҡлай алмай көтәм таңдарҙы.

Нисәнсе көн һине юғалтҡанға?

Юлдарымда һис бер юлдашһыҙ

Көпә көндөҙ аҙашырға була,

Күңелдәрең ҡалһа ҡояшһыҙ.

Күпме ваҡыт һине юҡһынамын

Төпһөҙ күккә ҡарап тилмереп.

Етер микән минең сабырлығым

Шулай үтәр микән минең ғүмерем?







21

Тыныслыҡ тураһында.

Тыныс булһа әгәр планетала,

Әгәр булмаһалар һуғыштар,

Гөрләп торор ине бөтә донъя

Иркен булыр ине һулыштар.

Тик һуңғы һуғышта 50 млн.

Яу яланында ҡалмаҫ ине лә.

Шул уҡ һанда ғәрип булғандары

Донъя ҡуймаҫ ине етмәй иллегә.

Күҙең һалһаң әгәр тарих битенә,

3,5 млрд кеше яуҙа ҡырылған.

Күпме кеше хеҙмәте - ул байлыҡтар

Юҡ ителгән, утта ҡурылған.

Һәр кешенең мөҡәтдәс бурысы

Тыныслыҡ өсөн булһын көрәшкә.

Ҡул ҡаушарып тыныслыҡ яуланмай ул,

Ул яулана ғәҙел көрәштә.

Үткән һуғыш һөҙөмтәһе

Оноттормай үҙе турында.

Беҙ онотһаҡ әгәр һуғыш турында,

Килеп баҫыр һине өйөң түрендә. 1985 й.

22

Яйыҡ буйында тыуҙым, шунда үҫтем,

Туғайыңда гөлгә һоҡланып.

Мәңге күңелемдә ҡалды инде

Һине оноталмаҫ хистәр, һоҡланыу.

Эй был ғүмер! Һәр һулышың

Йырлатыр ҙа тағы илатыр.

Ҡалманы һис мөмкинлек тә

Күңелемде бер аҙ йыуатыр.

1995 й.

Ғүмеремдә гиҙҙем инде сәхрәһен, далаларын.

Рәхмәт инде, Шәмсинурым, ҡалдырҙың балаларым.

Уйға ҡалып ята – ята, ахры һыҙып таң ата,

Кителеп ҡалған күңелемде балаларым йыуата.

Үтә төнөм, үтә көнөм, альбомдарҙы аҡтарам,

Көтәм улар килә тейеп, һис булмаһа хаттарын.

Сылтрап аға йылғалар, тау – таш араларында

Ҡартлығымда бәхетлемен, рәхмәт балаларыма.

Ултырып шиғыр яҙмаҫ инем,

Күңелдәрем булмаһа

Мин бәхетле булмаҫ инем

Килендәрем уңмаһа.

23

Шәмсинурым шалҡан гөлөм, йәйен – ҡышын сәскәлә,

Гөлөң кеүек матур булып керәһең бит төшкәлә.

Күңелемде йыуатыусы, һинән ҡалған гөл генә.

Иртән торһам кисен ятһам, һағынам һине гел генә.

Алты бөркөт үҫеп сыҡты, беҙҙең ҡорған ояла,

Ҡанаттары нығынғаста, таралдылар донъяға.

Тамаҡ кипһә сәй ҡайнатам, һинән ҡалған сәйнүктә

Һинән ҡалып йәшәй бирәм, алма мине ғәйепкә.

Йәй көндәре көндәр буйы ҡайтмайым сәхрәләрҙән

Һинең ғәзиз ҡәбереңде өҙмәйем сәскәләрҙән.

Балаларым араһында һин булдың оло улым,

Яҙмыш һине аяманы, ҡыҫҡа булды тормош юлың.

40 йәш кенә тулды, беҙҙе ташлап киткәндә

Ә мин һаман йәшәй бирәм, 81 – гә етһәмдә.

Әсәйеңде оҙатҡаста,өс йыл йөрөйем ҡаңғырып,

Әсәң янына һиндә киткәс, килде хәсрәт яңырып.

Сәхрәләрҙә гиҙәмен, ағын һыуҙа йөҙәмен.

Балаларыма йыуанып, ҡайғыларға түҙәмен.

Айырылып ҡалған ҡыр үрҙәге, ағым һыуҙарҙа йөҙҙө

Шәмсинурым, Ғаяз улым ташлап киттегеҙ беҙҙе.

Иртән торһам бушамайым, берҙә бөтмәй эштәрем

24

Шәмсинурым ташлап киттең мине

Һинһеҙ хәҙер инде нишләрмен?

Ҡаңғылдашып ҡыр ҡаҙҙары, китә һалҡын көҙ еткәс.

Ҡаҙҙар ҡайта яҙҙар еткәс, һин ҡайтманың бер киткәс.

Алыҫ таңда яҡты йондоҙ, яңынан ҡалҡмаҫһың инде

Һағынһамда Шәмсинурым, яныма ҡайтмаҫһың инде.

Ерән атым, йүгерек атым, аҫыраным уны мәңгегә

Айырылдыҡ инде һеҙҙең менән осрашмаҫҡа мәңге - мәңгегә.

Иртә менән таңдан һыу алырға һеҙ бит юл башланығыҙ,

Әрендереп күңелдәрҙе, нигә беҙҙе ташланығыҙ?

(ҡатыным Шамсинур менән Ғаяз улыма бағышланым)

C:\Users\пользователь\Desktop\масалимов\масалим.jpg

Нияз олатай кесе улы Ильдар, килене Гөлнара һәм ейәндәре менән.

25

Юлға сыҡһам, аптырап туҡтап ҡалам

Юлда айырмалар булғанға.

Бишенсе йыл китте инде

Тормош юлдашым юғалғанға.

Ерән атым югерек атым

Аҫыраным уны мәңгегә,

Айырылдыҡ инде һеҙҙең менән

Осрашмаҫҡа мәңгегә.

Иртә менән таңдан һыу алырға,

Һеҙ бит юл башланығыҙ.

Әрендереп беҙҙең күңелдәрҙе,

Нигә беҙҙе ташланығыҙ?

Йылы яҡҡа осҡан ҡоштар һымаҡ,

Көҙгө көндәр уҙа туҡтауһыҙ.

Һандуғастар киткәс беҙҙең яҡтан

Бушлыҡ ҡала күңел дә аяуһыҙ.

Алсаҡ булсы бошонма һин,

Тип әйтеүҙәре бик еңел.

Нисек алсаҡ була алһын

Кителеп ҡалған буш күңел?

Тәҙрәгә йәмдәр бирә

26

Һинән ҡалған шалҡан гөл.

Бик алыҫта ҡалды инде

Ҡырҡ алты йыллыҡ беҙҙең юл.

Ваҡыт үтә һис туҡтауһыҙ,

Йырағая беҙҙең аралар.

Тән яраһы уңалһа, ваҡыт үткәс,

Уңалмай шул йөрәк яраһы.

Шәмсинурым инде кире ҡайтмаҫ,

Күңел күпме өҙөлөп көтмәһен.

Ғаяз улым, һин дә ҡайтмайһың инде,

Ҡалғандары иртә китмәһен.

Тып - тын ҡарап торам һауаларға,

Ҡаңғылдашып осҡан ҡаҙҙарға.

Беҙҙе ташлап киттегеҙ шул

Беҙ етмәҫлек әллә ҡайҙарға.

Яҙ көндәре ҡош ҡайтҡанын,

Бик һағынып көтәмен.

Әйтерһең дә, ҡоштар менән

Һин дә ҡайтып етәһең.

Уйлап ҡараһаң, һинең бөтә эшең

Булған икән яҡшылыҡ һәм файҙаға.

27

Һинең кеүек изге йәнде

Мин таба алмам бер ҡайҙа ла.

Бала саҡта иламаным мин,

Булмағанға ныҡлы таяныс.

Белә инем миңә килтермәҫен

Күҙ йәштәре һис бер ҡыуаныс.

Күҙ йәштәрен эскә йота инем,

Ниндәй ауыр булған саҡта ла.

Шуға мине ҡара йөрәк тинеләр,

Бирешмәнем мине йылан саҡһа ла.

Ҡартлығымда алты балам булды,

Ышаныслы ныҡлы терәгем.

Тормош юлдашымдың вафатына

Янмаймы һуң минең йөрәгем?

Һыҙламаһын аяҡ - ҡулдарығыҙ,

Тормошоғоҙ барһын гел уңайға.

Тыңлағанда һеҙҙең һүҙегеҙҙе,

Сығам кеүек еләҫ туғайға.

Пар аҡҡоштар береһе һәләк булһа,

Икенсеһе ошо ҡайғынан,

Һауаларҙан ергә ташлана, ти

28

Һуңғы тапҡыр ғорур ҡаңғылдап.

Арабыҙҙан йәнем юғалдың һин,

Йөрәгем тора һаман сыңырап.

Йылдар үткән һайын ҡәҙерле һин,

Йылдар үткән һайын моңлораҡ.

Елдәр иҫә, елдәр иҫә,

Үтеп сәхрә далаһын;

Кемдәр генә рәнйетмәй

Һиндәй былбыл балаһын.

Һандуғастар һайрашалар,

Беҙҙең яҡтарҙа ғына,

Көҙҙәр еткәс, китә улар,

Алыҫ көнъяҡтарына.

Күңелем көтә һаман килер һымаҡ,

Шәмсинурым киткән еренән;

Шул тиклем ныҡлы урын алған

Минең йөрәгемдең түренән.

Һин килмәнең инде минең янға

Тиҙҙән үҙем унда барырмын;

Һинең янға барғас ҡына,

Бөтә ҡайғыларҙан арынырмын.

29

Был ҡайғыларҙан арынғансы,

Бар икән байтаҡ күрәһем.

Әлдә һаман ныҡлы икән,

Күтәрә бөтәһен дә йөрәгем.

Бына инде күп ҡалманы,

Һикһән бер йәште тултырам

Әйтерһең дә аҙ йәшәлгән,

Тағы өмөтләнеп ултырам.



Ҡатын – ҡыҙ наҙы.

Нисә йылдар инде мин һиҙмәнем,

Ҡатын – ҡыҙ наҙын иңемдә,

Ниндәй рәхәт ине ҡулбашыма,

Һинең һалған ҡулың иңемә.

Бик һағынам мин ул наҙҙы,

Һуңғы сиктә, оло көнөмдә.

Улар ҡалған инде бик алыҫта,

Инде ҡабатланмаҫ минең иңемдә.

Иҫкә төшөрәм ул йылдарымды,

Кәбән һалған саҡты болонда,

Һинең серле ҡараш һаман иҫтә,

30

Күптән үткән йәшлек юлында.

Һағынып иҫкә алам шул наҙыңды,

Рәхәт донъя көткән сағымды,

Ул наҙ шулай ҡабатланһа ине,

Минең йәнкәйҙәрем тағын да.

Ҡартлыҡ бер кемгә лә байрам түгел,

Бигерәк минең кеүек әҙәмгә,

Мин уларҙы яҙмай була алмам,

Ирек бирмәй ҡулдағы ҡәләмгә.

Шаулап гөрләп үтте беҙҙең ғүмер,

Күҙек аслығында, һалҡынында

Һаумы алтмыш ете.

Хәҙер кеше алмыш ете йәште,

Ябай хәл тиер уйламайса.

Минең ҡәртнәй 105 йәштә

Донъя ҡуйҙы һис ҡабаланмайса.

Эйе, хәҙер беҙҙең илдә

Мөмкин булды оҙаҡ йәшәргә,

Октябргә тиклем башҡорт халҡы,

Етмәй ине илле йәшкә лә.

31

Үҙем яу ҡырына бигерәк йәш көйө

Саҡырылдым илем һағына.

Һигеҙ йыпға яҡын мин уҙғарҙым

Илем тыныслығы һағында.

Һөйләп торһаң ул мажаралар,

Әкиәт һымаҡ ул йәштәргә.

Ә беҙ унда үлдек, ҡандар ҡойҙоҡ,

Хәҙергеләй ерҙә йәшәргә.

Яу ҡырында хәлһеҙ ятҡан сакта,

Иҫемә төштө тыуған илкәйем,

Өмөт уянды тағы йәшәү өсөн,

Үлге килмәй ни хәл итәйем.

Уҙҙы биш йыл, уны, егермеһе, утыҙы,

Бына быйыл уҙҙы ҡырҡы ла,

Хәҙер рәхәт тормош менән

Хушлашаһы килмәй тағы ла.

Тыныс рәхәт илдә беҙҙең халыҡ

Йөҙ йәшәһә лә донъяны.

Алыштарҙа киткән һаулыҡтарҙы

Кире яулап мөмкин буламы?

Күптәр ҡалды яу ҡырында,

32

Изге һөйәктәре тын булһын.

Изге ерҙең ҡайһы өлөшө лә

Улар өсөн хәләл өй булһын.

Тик белегеҙ йәш быуын шуны,

Тыныс тормош беҙҙән ни һорай.

Ең һыҙғанып дәртле хеҙмәт итең,

Тыныс булһын ерҙә гел шулай.

1986 й.



Йылдар үткәс хәҙер уйланаһың,

Иҫкә алып ошо хәлдәрҙе.

Ниндәй яҡшы дуҫтар һәләк булды,

Юғалтманыҡ унда кемдәрҙе?

Һеҙ йәшәргә хаҡлы инегеҙ,

Яҙмыш өҙҙө һеҙҙең ғүмерҙе.

Көткән әсәләрегеҙ донъя ҡуйҙы,

Балалар ҙа инде төңөлде.

Шулай инде яҙмыш аяуһыҙһың,

Йәнен алаң иртә күптәрҙең,

Тере етем итеп ҡалдыраһың,

Иңрәтеп күпме кемдәрҙе.

33

Ел иҫкән саҡта урмандарҙа

Ағас япраҡтары шаулайҙар.

Ҡош балаһымы әҙәмме ул

Ә, яҙмыштар ана шулайҙар.

Тал япраҡтарын тибрәтәләр

Төн яғының һалҡын елдәре.

Ҡоштар киткән саҡта йылы яҡҡа

Моңландырмай инде кемдәрҙе.

Ҡоштарҙың да бит китке килмәй

Тыуып үҫкән Урал буйынан.

Улар ҙа бит күбеһе ҡайта алмай,

Һағышланып киткән юлынан.

Тыуып үҫкән ғәзиз иле

Һағындырмай кемдәрҙе?

Өйҙәгеләр, байрам итегеҙ

Беҙҙең өсөн тыуған көндәрҙе.

Ил һағында, ут эсендә

Беҙгә байрам эләкмәй.

Еүеш окоп ҡуйынында

Йоҡоһо ла йүнләп эләкмәй.

34

Пар силәктәр сайҡай – сайҡай

Яйыҡ шишмәһенән һыу алдың.

Иртә ташлап китеп йөрәгемә

Һис уңалмаҫ ауыр сир һалдың.

Мөхәббәт шундай изге көс,

Ошо изге көстән ҡабындым.

Ғүмеремә һине яҡын күрҙем,

Күңелеңә һинең табындым.

Был донъяның төрлө сағы була,

Шатлыҡтары һәм ҡайғылары.

Арабыҙҙы боҙорға тырыштылар

Дуҫтарыбыҙҙың ҡайһылары.

Аҡ төндәрҙә аҡ вәғәҙәләр

Бирешкәйнек беҙ икәүләп.

Һүҙебеҙгә тоғро булдыҡ,

Күп йөк өҫтөрәнек икәүләп.

Тик алыҫта ҡалды ул ваҡыттар,

Мин бөгөн дә уны һағынам.

Төштә күреп ошо үткәндәрҙе

Үрһәләнәм, йәнем ҡағынам.

Дүрт йыл тулды һинән ҡалғаныма,

35

Уйланмайса үтмәй бер көн дә.

Эскәйемдең иңрәп яныуҙарын

Һиҙҙермәйем шулай ҙа бер кемгә.

2000 й.

Бына инде дүрт йыл үтте,

Ғүмерем күпме ҡалған тағы ла?

Һағыныуым һине һис кәмемәй,

Көн үткән һайын арта ғына.

Килде моңһоу көҙ көндәре,

Йылы яҡҡа ҡоштар китәләр.

Моңһоу тауыш менән һуңғы тапҡыр

Ҡанат ҡағып сәләм әйтәләр.

2000 й.

Сәхрәләрҙә бер ҡош һайрай,

Ҡанаттарын ҡағып талпынып.

Әллә был ҡош белә микән

Йөрәгәмдең һүнмәҫ ялҡынын?

Баҡсалағы йәнем, лилиәләр,

Матур итеп сәскә аталар

Әйтерһең дә улар һинең яндан

Сәләмеңде алып ҡайталар.

36

Әй, яҙмышым, бир сабырлыҡ,

Ташлап китте минең йәнгенәм.

Ах ауыр шул һинән ҡалыуҙары,

Нисек үтер минең көнгенәм?

Өй алдында беҙҙең баҡсабыҙҙа

Үҫер ине аҡ ҡайынҡайым

Көтмәгәндә мине ташлап киттең,

Ҡалдырҙың бит, ни хәл итәйем?

Яңы ғына алған күлдәгеңде

Кейә алманың бит һуңғы һулышта

Һинең йәнем моңло ҡараштарың

Ҡалдырҙы бит ауыр һағышҡа.

Ситтә йөрөп ҡалған балаларың

Һағыналар инде бары ла.

Сыҙай алмай уфтанам мин,

Йөрәккенәм бигерәк ярһый ҙа.

2001 й.

Һин, ҡәҙерлем, күңелемдең бүҙ турғайы,

Моңло тауышың ишетелмәҫ ҡабат.

Мин һағынам һине ҡабат, ҡабат,

Ҡайырылды минең һис яҙылмаҫ ҡанат.

37

Беҙ күргән ауырлыҡтар, күп ғазаптар,

Юҡ уларға һис бер тиңдәше.

Үткән - күргәндәрҙе иҫкә алһаң,

Ирекһеҙҙән сыға күҙ йәше.

Һыу буйына барам әле

Һөйләргә сергенәмде.

Юғалттым шул мәңгелеккә

Донъяла бергенәмде.

Донъя ҡояшы байығанда

Килде тормош яҙығы.

Иртә торһам, кис ятһам да,

Моңаям мин йәнем яңғыҙым.

Ағым һыуға ҡаршы йөҙөп

Беләктәрем талды инде.

Бергә саҡтар һағындырып,

Һыҙланыуға ҡалды инде.

Ҡараңғы тейеп килмәй ҡалма,

Ай булмаһа йондоҙ бар.

Яҙмыш мине рәнйетә,

Әйтерһең дә урын бар.

Таң елдәре шаулап иҫкән саҡта

38

Ҡайын япраҡтары ҡойола.

Ни яҙайым инде үҙем турала?

Ни яҙһам да, моңһоу тойола.

Ҡара болот ҡаплай күк йөҙҙәрен,

Көслө дауыл күренә йыраҡта.

Моңло ҡараштарың әле һаман

Әрендерә минең йөрәкте.

Матур итеп үргән ҡара сәсең

Таң елдәре иҫеп тараһын.

Уйсан йөҙҙәреңде хәтерләйем,

Әйтерһең дә, янда тораһың.

Тиҙҙән инде йәшел үлән үҫер,

Уны наҙлар алһыу таң атып.

Таң елдәре иҫһә, һине һағынам,

Мин бит һине ихлас яраттым.

Күҙҙәрең дә һинең серле ине,

Нигә серле булды ҡарашың?

Шул ҡарашың менән әсир иттең,

Күҙ алдымда әле тораһың





Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 12.02.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров175
Номер материала ДВ-445979
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх