Инфоурок Другое Конспекты"Һүҙбәйләнеш" темаһына дәрес конспекты

"Һүҙбәйләнеш" темаһына дәрес конспекты

Скачать материал

Тема: Һүҙбәйләнеш.

Маҡсат: башҡорт  теленең синтаксисы буйынса уҡыусыларҙың белемен  тәрәнәйтеү һәм системлаштырыу.

Бурыстар: уҡыусыларҙың һүҙбәйләнеш, уның төрҙәре тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү, нығытыу, системаға һалыу; логик һәм тәнҡитле фекерләү  һәләттәрен үҫтереү; үҙаллылыҡты тәрбиәләү, халыҡ ижады өлгөләре нигеҙендә этник тәрбиә биреү һәм телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазлау: компьютер, медиапроектор, тест һорауҙары менән индивидуаль карточкалар, журналдар, китаптар күргәҙмәһе.

Төрө: ҡатнаш дәрес.

Формаһы: лингвистик журнал.

Предмет- ара бәйләнеш: әҙәбиәт, тарих, музыка, архитектура, һынлы сәнғәт.

Дауамы: 90 минут (2 дәрес).

 

Дәрес барышы:

1.     Ойоштороу мәле  (иҫәнләшеү, дәрескә әҙерлекте тикшереү).

 

2. Дәрестең темаһын асыҡлау:

 

Уҡытыусының инеш һүҙе:

- Бөгөнгө дәрестең формаһы: лингвистик журнал,  йәғни дәрестә лингвистик журнал сығарасаҡбыҙ. Нимә ул лингвистика, журнал? Башта ошо һүҙҙәрҙе асыҡлап үтәйек.

Лингвистика - (тел белеме, тел ғилеме; лат. тел. lingua — тел) — телдәрҙе өйрәнеүсе фән. Журна́л – (фр. Һүҙе, journal – көндәлек, көнлөк яҙма, «jour» тигән француз һүҙенән барлыҡҡа килгән, көн, тәүлек тигәнде аңлата) — көндәлек хәлде теркәп барған ҡалын дәфтәр; ваҡытлы матбуғат баҫмаһы.

 

- Һеҙ ниндәй журналдар уҡыйһығыҙ? (һәр уҡыусы бер журналды күһәтеп, әйтеп  үтә). Башҡортостанда 15-тән ашыу журнал: «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар»,  «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы»,«Тамаша»,  «Һәнәк»—«Вилы», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Педагогический журнал Башкортостана», «Бельские просторы», «Ватандаш», «Рампа», «Сельские узоры», «Панорама Башкортостана», «Тулпар», «Әллүки» һ.б. башҡорт, рус,  татар, инглиз телдәрендә сыға.

 

- Журналды кемдәр сығара? Нимәләр кәрәк була? Әйҙәгеҙ, шуны ёйтеп үтәйек (журналистар, материалдар, редактор, рубрикалар, уҡыусылар, сығарылыш мөхәррире, һүрәттәр). Быларҙың бөтәһе лә беҙҙә бар: журналистар – һеҙ, уҡыусылар; сығарылыш мөхәррире – мин, уҡытыусы; уҡыусылар – беҙҙең ҡунаҡтар; рубрикалар һәм материалды билдәләйһе генә ҡалды. Ә ниндәй грамматик темаға бағышлана икән ул журнал?

Был һорауға ребусты сисеп  яуап бирербеҙ (медиапроекторҙан ҡарап ребусты сисеү, теманы асыҡлау).

 

 

3. Дәрестең темаһын үҙләштереү.

-Дәрестең темаһы: һүҙбәйләнеш (таҡтала «кластер»ҙа күрһәтелә). Бөгөн дәрестә һүҙбәйләнеш тураһында белемдәрҙе иҫкә төшөрөп, нығытып, ҡабатлап, системаға һалып үтергә  һәм ошо белемдәрҙе «кластер»ҙа билдәләргә тейешбеҙ. «Кластер» (ингл. cluster —тәлгәш, йыйылма) -  өйрәнеләсәк теманы, һорауҙы төрлө яҡлап асып биреүсе педагогик метод.

 

-Нимә ул һүҙбәйләнеш? (һүҙбәйләнеш – ул мәғәнәүи һәм грамматик яҡтан үҙ-ара бәйле ике йәки бер нисә һүҙ). Миҫалдар килтерегеҙ. Төрлө-төрлө һүҙҙәр үҙ-ара бәйләнешкә инеп, һүҙбәйләнеште барлыҡҡа килтерәләр.

Белеүебеҙсә, тел ғилемендә төрлө күренештәрҙе билдәле бер системаға һалып өйрәнәләр, һүҙбәйләнештәрҙең дә үҙҙәренә күрә бер классификацияһы бар. Бөгөнгө лингвистик журналдың рубрикалары һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәренә нигеҙләнеп сығасаҡ.

 

Лингвистик журналдың иң беренсе рубрикаһы – Башҡорт халыҡ ижады (ижад (ғәр.) – фән һәм мәҙәниәт байлыҡтарын тыуҙырыу өлкәһендәге эшмәкәрлек).

Башҡорт халыҡ ижады үҙенең жанр төрлөлөгө, йөкмәткеле әҫәрҙәре, ҙур тәрбиәүи әһәмиәте менән иғтибарға лайыҡ. Ниндәй жанрҙарын беләһегеҙ? Ниндәй әҫәрҙәрен уҡығанығыҙ бар?

 

Күнегеү (медиапроекторҙа күрһәтелә): Башҡорт халыҡ ижадының жанрҙары һәм ошо жанрға ҡараған әҫәрҙәр араһында ярашлылыҡ булдырығыҙ:

1. эпос

А. «Айыу менән төлкө», «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән», «Ҡамыр батыр»

2. йыр

Б.«Ете ҡыҙ», «Әсә йөрәге»

3. ҡобайыр

В.«Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Алпамыша менән Барсынһылыу», «Алдар менән Зөһрә»

4. легенда

Г.«Бөҙрә тал», «Ете ырыу», «Сыбаркүл», «Ауыл көйө»

5. риүәйәт

Д.«Бейек тауҙың үлгәне», «Сура батыр», «Мораҙым батыр»

6. әкиәт

Е.«Сыңрау торна», «Алдар батыр»

 

Иғтибар итегеҙ, бында аталып киткән әҫәрҙәрҙең исемдәрен төҙөлөшө буйынса ниндәй төркөмдәргә бүлергә була? (бер һүҙҙән һәм һүҙбәйләнештәрҙән торған исемдәр). «Айыу менән төлкө», «Алпамыша менән Барсынһылыу», «Алдар менән Зөһрә» әҫәрҙәрен нимә берләштерә? (менән бәйләүесе ярҙамында килеүҙәре).

Һүҙбәйләнештәр эсендәге һүҙҙәр бер-береһенә ниндәй мөнәсәбәттә тора?

(тиң, тигеҙ).

Дөрөҫ, был һүҙбәйләнеш төрөн теҙмә бәйләнеш тип атайҙар (таҡтала «кластер» төҙөлә бара). Ниндәй бәйләнеш теҙмә була? Дәреслектән уҡып, аңлатығыҙ ( дәреслектән 196-сы бит). Миҫалдар килтерегеҙ (таҡтала «кластер»ҙа теркәүестәр, теҙеү интонацияһы һүҙҙәре яҙыла).

 

Күнегеү (медиапроекторҙа күрһәтелә):  йомаҡтарҙы уҡығыҙ, яуаптарын әйтегеҙ; теҙмә һүҙбәйләнештәр булған йомаҡтарҙы күсереп алығыҙ.

1.     Ағас башында бер Ҡолой,

Көндөҙ йоҡлай, кис олой (өкө).

2.     Тау менән тау араһында

Минһаж ағай ҡысҡыра (поезд).

3.     Йәй ҙә егет, ҡыш та егет,

Йөрөй йәшел кейем кейеп ( шыршы).

4.     Кейгән кейеменең биҙәге

Бар донъяны биҙәне (йәй).

5.     Һиндә лә бар, миндә лә бар,

Әҙәмдә юҡ, донъяла бар («н» хәрефе).

 

Күнегеү (медиапроекторҙа күрһәтелә):  бирелгән өҙөк ниндәй әҫәрҙән алынған, был әҫәрҙең төп идеяһын билдәләгеҙ? Теҙмә һүҙбәйләнештәрҙе әйтеп сығығыҙ.

         Унда булған, ти, борон,                            Йәнбирҙе үҙе ҡылғанмы,                Йәнбирҙе тигән ҡарт менән                      Бара-тора шул ерҙә

         Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ.                      Йола булып киткәнме,

         Ҡайҙа барһа, уларға                                  Йыртҡыс йәнлек тоттониһә,

         Ул урында юл асыҡ.                                 Йәнлек иркәк булдыниһә,

Был ҡарт менән был ҡарсыҡ                    Ирле-бисәле икәүһе

         Ҡайҙан бында килеүен,                            Башын сәйнәп ашаған,

         Ата-әсә, ер-һыуы                                      Щүлгән менән Уралға,

         Ҡайҙа тороп ҡалыуын                              Эт менән арыҫланға,

         Үҙҙәре лә онотҡан, ти…                           Шоңҡар менән суртанға,

Бүтән һанын ташлаған;

Һығымта: теҙмә һүҙбәйләнештәге һүҙҙәр үҙ-ара  тиң булып килә, бер-береһенә буйһонмайҙар, интонация, төрлө теркәүестәр ярҙамында башҡарыла.

 

Беҙҙең икенсе рубрика: Тарих

(тарих (ғәр.) – кешелек йәмғиәтенең үҫешен, үткән тормоштағы төрлө ижтимағи хәл-ваҡиғаны өйрәнеүсе фән).

 

-Компоненеттары тиң һүҙбәйләнештәр булғас, күрәһең, уларҙың киреһе – тиң булмағандары ла барҙыр телдә. Тиң булмаған, йәғни бер-береһенә буйһонған, һорау ҡуйып булған. Тарихта ла батша һәм крәҫтиәндәр, феодалдар һәм хеҙмәтселәр билдәле. Буйһондороусылар һәм буйһоноусылар, бер төркөмө - баш, икенселәре – баш эйеүселәре була. Тел ғилемендә лә ундайҙар бар, тик уларҙың исеме (нисек?) атала? (эйәртеүсе һәм эйәреүсе). Бындай һүҙбәйләнеш төрө нисек әйтелә? Эйәртеүле бәйләнеш нисек яһала? (таҡтала «кластер»ҙа билдәләнә).  Дәреслектән уҡып аңлатығыҙ ( 196 – сы бит).

 

Күнегеү: тарихи шәхестең тормошо, ижады буйынса эйәртеүле бәйләнешкә миҫалдар килтерегеҙ (медапроекторҙа Ә.Вәлидиҙең портреты күрһәтелә, һүҙбәйләнештәр төҙөү).

 

 

Күнегеү (текст медиапроекторҙа күрһәтелә): Тексты уҡып,  үҙ фекерегеҙҙе әйтегеҙ; эйәртеүле һүҙбәйләнештәргә миҫалдар килтерегеҙ:

 

Темәс — хәҙерге Баймаҡ районы территорияһындағы ауыл, ҡасандыр  икенсе Бөрйән улусының үҙәге булған.

         Темәс йылъяҙмаһының иң сағыу биттәре Рәсәйҙә беренсе автономиялы республика — Башҡорт Совет Республикаһы төҙөлөү менән бәйле. Тап ошонда 1919 йылдың 18 февралендә Әхмәт-Зәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорт ғәскәрҙәре Совет власы яғына күсә. 21 февралдә Темәстә I Бөтә башҡорт хәрби съезы үткәрелә, унда Башҡортостан хөкүмәте вәкәләтен алған Ваҡытлыса революцион комитет (Башревком) һайлана. Уның составына беренсе Башҡортостан хөкүмәтенең бөтә ағзалары тиерлек — Башҡортостан автономияһы моделен яҡлаған Әхмәт-Зәки Вәлидовтың көрәштәштәре инә. Тәүҙә Башревком 15 комиссариаттан тора — эске эштәр, хәрби, мәғариф, юстиция, финанс, аҙыҡ- түлек, һаулыҡ һаҡлау, игенселек, милләттәр, хеҙмәт һәм башҡалар, урындарҙа кантон ревкомдары эшләй.

 

Һығымта: эйәртеүле һүҙбәйләнеш составында эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙәр килә, һорау биреп уларҙың мәғәнәләрен асыҡлап була.

 

Өсөнсө рубрика: Сәйәсәт

(сәйәсәт (ғәр.) – хөкүмәт, партия йәки бер төркөмдөң эске идара һәм халыҡ-ара өлкәһендәге эшмәкәрлеге).

 

ҙаҡламай 4 декабрҙа бөтәбеҙ ҙә Һайлауҙарға барып Дәүләт Думаһына депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Яңыраҡ ҡына 4 ноябрь – Рәсәйҙә ярашыу һәм татыулыҡ көнө билдәләнде.

2011 йыл Республикабыҙҙа «Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы» тип иғлан ителде. Йәмғиәттәге именлекте тағы ла камиллаштырыуға йүнәлтелгән был ҡарар төбәктә йәшәүсе һәр кеше, һәр ғаилә өсөн ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Донъялар имен торһон өсөн ярашып, татуылыҡта  йәшәргә кәрәк.

Ярашыу кешеләр араһында ғына түгел, һүҙҙәр араһында ла була. Был осраҡта улар тулыһанса үҙҙәренең грамматик күрһәткестәре буйынса бер-береһенә оҡшайҙар (таҡтала «кластер»ҙа билдәләү). Дәреслектән ҡағиҙәне уҡып (201-се бит), үҙ һүҙҙәрегеҙ менән аңлатып үтегеҙ, миҫалдар килтерегеҙ (мәҫәлән: мин килдем, беҙ һайлайбыҙ, уны, президентты, һайлау яҡынлаша, һ.б.).

 

Күнегеү (медиапроекторҙа күрһәтелә): бирелгән текстан ярашыу бәйләнешенә миҫалдар яҙығыҙ:

Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылының эмблемаһы раҫланды

Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы – 2011 эмблемаһын әҙерләүгә конкурс барышында комиссия ҡарары менән Нәсих Хәлисовтың эше иң яҡшыһы тип танылды. Ул Йылдың рәсми символикаһы сифатында раҫланды.

Республиканан һәм башҡа төбәктәрҙән конкурсҡа йәмғеһе 60-тан ашыу эш тапшырылды. Эштәр электрон төрҙә, баҫтырылған, ҡулдан төшөрөлгән һүрәт сифатында ҡабул ителде.

Конкурста мәктәп уҡыусыларынан алып пенсионерҙарға тиклем төрлө йәштәрҙәге кешеләр ҡатнашты. Конкурсанттар Йыл эмблемаһы сифатында күрергә теләгән эскиздарына ентекле һүрәтләүҙәрен дә ебәрҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.

Һығымта: ярашыу һүҙбәйләнешендәге һүҙҙәрҙең эйәреүсеһе лә, эйәртеүсеһе лә бер үк грамматик формала була.

Киләһе рубриканы һүрәт-фотолар буйынса  асыҡлағыҙ (медиапроекторҙа күрһәтелә).

Дүртенсе рубрика:Сәнғәт

( сәнғәт (ғәр.) – художестволы ижади эшмәкәрлек).

Ял минуты: егеттәр ҡурайҙа уйнай, көй тыңлау.

 

Сәнғәт оҫталарына халыҡ алдында сығыш яһар өсөн билдәле бер шарттар булдырыла: сәхнә, тамашасылар. Сәхнә әһелдәре, мәҫәлән, йыр-бейеүҙәрҙе нимә эшләтәләр? (йырлай, бейей, башҡара). Кемдәр башҡара? (башҡарыусылар).

Һүҙҙәр араһында ла билдәле бер шартты, грамматик форманы талап итеүселәр бар. Мәҫәлән, ҡурайҙа уйнау, сәхнәгә менеү, сәскәләр менән килеү. Ҡурайҙы уйнау, сәхнәлә менеү, сәскәләрҙе килеү тип әйтеп булмай. Күренеүенсә, бындай төр бәйләнештә йә килеш ялғауы, йә бәйләүестәр талап ителә. Был бәйләнеш төрөн башҡарылыу тип атайҙар (таҡтала «кластер»ҙа билдәләү). Дәреслектән ҡағиҙәне ҡарағыҙ, аңлатығыҙ (198-се бит).

 

Күнегеү(медиапроекторҙа күрһәтелә): бирелгән һүҙҙәр менән башҡарылыу бәйләнешенә һүҙбәйләнештәр төҙөгөҙ:

Йырлау, көлдөрөү, башҡарыу, бейеү, уйнау, ҡарау, барыу, оҡшатыу, тетрәтте, һағыш, бейеүсене, алҡыштарға  (күнегеү эшләгәндә музыка ҡуйыла).

252-се күнегеү (201-се бит): студенттар үҙ аллы эшләй.

 

Һығымта: башҡарылыу һүҙбәйләнешендә синтаксик мөнәсәбәт төшөм, төбәү, сығанаҡ килештәрҙең формалары менән белдерелә, ярҙамсы һүҙ менән дә килергә мөмкин ( урман арһындағы юл, машина менән килде).

 

Бишенсе рубрика: Архитектура

(архитектура (лат.) – йорт, бинаны проектлау, төҙөү һәм биҙәү сәнғәте).

 

-Архитектура менән бәйле һүҙбәйләнештәр әйтегеҙ (киң төҙөлөш, ҙур бина, яҡшы эшләгән, матур йорт, бейек тәҙрә, был бина, билдәле архитектор). Медиапроекторҙан республиканың архитектура ҡомартҡыларын ҡарау, бер студент таҡтала һүҙбәйләнештәрҙе яҙып бара.

 

Төҙөлөштә әҙер кирбестәр ҡулланылған кеүек, йәнәшәлек тип аталған һүҙбәйләнеш төрөндә лә әҙер грамматик формалар ҡулланыла, йәғни һүҙҙәр бер-береһенә ялғауһыҙ ҡушыла һәм  йәнәшәлек бәйләнешен барлыҡҡа килтерә (таҡтала «кластер»ҙа билдәләү).

Ниндәй бәйләнешкә йәнәшәлек тибеҙ?  Эйәреүсе һүҙҙең эйәртеүсе һүҙ менән, бер ниндәй ҙә ялғау ҡабул итмәйенсә, мәғәнә яғынан йәнәшә тороп бәйләнеүе йәнәшәлек тип атала.

Тағы ла өҫтәп нимә әйтә алаһығыҙ? Был бәйләнештә әйәртеүсе һүҙ үҙгәрһә лә, эйәреүсе һүҙ үҙгәрешһеҙ ҡала. Ул һәр ваҡыт эйәртеүсе һүҙҙең алдынан килә.

 

 

Күнегеү. «Башҡорт теле. Күнегеүҙәр йыйынтығы» буйынса 1-се вариант 294- се, 2-се вариант 295-се күнегеүҙе дәфтәргә яҙып эшләй. Телдән 1-2 һөйләм төҙөү.

Һығымта: был төр һүҙбәйләнештә һүҙҙәрҙең бәйләнешен сағылдырыусы махсус күрһәткес юҡ, мәғәнә уларҙың килеү тәртибе менән белдерелә.                           

 

Алтынсы рубриканы һүрәттәр буйынса асыҡлағыҙ (медиапроекторҙа тәбиғәт һүрәттәре күрһәтелә).

Алтынсы рубрика: Тәбиғәт

(тәбиғәт (ғәр.) – кешене уратып алған матди донъя, ер йөҙөндәге бөтә төр нәмә һәм күренеш).

 

 

Күнегеү:  тәбиғәтте һүрәтләгән хикәйә төҙөү (медиапроекторҙа пейзаж күрһәтелә). Ярҙамсы һүҙҙәр: көнө, башы, япраҡтары, һалҡынлығы, йылылылғы, матурлығы, байлығы.

 

Һеҙҙең һөйләмдәрҙән ошондай һүҙбәйләнештәрҙе айырып күрһәтергә була: ҡыш  көнө, ағас башы, ҡояш нуры, һауаның сафлығы, урмандың матурлығы, тәбиғәт байлығы.

Был һүҙбәйләнештәрҙе нимә берләштерә? 1-се һүҙ – эйәлек килештә, 2-се һүҙ – эйәлек затында. Эйәлек килеш һәм эйәлек зат нимә менән айырыла? Аңлатып үтегеҙ, миҫалдар килтерегеҙ. Шул рәүешле улар араһында һөйкәлеү барлыҡҡа килә.

Һөйкәлеү бәйләнешенең эйәреүсе һүҙе үҙгәреш кисерә аламы? Билдәһеҙ эйәлек килештә килергә мөмкин. Ш.и., был бәйләнештең ике төрө бар: билдәле һәм билдәһеҙ (таҡтала «кластер»ҙа билдәләү).

 

Күнегеү (текст медиапроекторҙа күрһәтелә): бирелгән шиғыр юлдарының авторҙарын фотолары буйынса әйтегеҙ һәм уның турала ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп үтегеҙ. Һөйкәлеү бәйләнешенә миҫалдар яҙығыҙ:

Тәбиғәттең  ҡағиҙәһе ябай,

Ҡайһы берҙә уның сере юҡ:

Бөрөң ҡатһа, тамыр ниңә кәрәк?

Тамыр кипһә, ярылыр бөрө юҡ.                Р.Бикбаев

Ямғыр яуып китте матур ғына.

Үлән ҡыяҡлана, шартлай бөрө.

Ерҙең һуты күперелгәс, тимәк,

Тәбиғәттең орлоҡтары тере.           М.Кәрим

Ян, ян, ҡояш –

Яҡты һөйөүем минең!

Яу,яу, ямғыр - 

Янып-көйөүем минең!                     Р.Ғарипов

Сылтыр-сылтыр аға тау шишмәһе,

Мәңгелек йыр уның телендә.

Иле барҙа шишмә йыры тынмаҫ,

Йыр һөйәләр Урал илендә.                       З.Биишева

 

Һығымта: һөйкәлеү һүҙбәйләнешенә эйәреүсе һүҙе эйәлек килештәге исемдән, эйәртеүсе һүҙе һөйкәлеү аффикслы (ялғаулы) исемдәнт торған һүҙбәйләнештәр инә.

 

Етенсе рубрика : Шәхестәр

(шәхес (ғәр.) – йәмғиәттәге айырым бер кеше).

Башҡорт тел ғилемендә һүҙбәйләнеш проблемаһын кемдәр өйрәнгән? (студенттарҙың сығышы, медиапроекторҙа ғалимдарҙың портреты күрһәтелә бара).

 Башҡорт тел ғилемендә һүҙбәйләнеш проблемаһын ярайһы тулы итеп Сәйетбатталов Ғ.Ғ. үҙенең фәнни хеҙмәттәрендә яҡтыртҡан.

 

 

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында эшләүсе филология фәндәре докторы, профессор Тикеев Д.С. был өлкәне ентекле тикшергән.

 

 

Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙҙәрҙе филология фәндәре докторы, профессор Ишбаев К.Ғ. өйрәнгән (ғалимдарҙың фотолары медиапроекторҙа күрһәтелә).

 

4. Дәрестең темаһына һығымта эшләү:

- Таҡталағы «кластер» буйынса «Һүҙбәйләнеш» темаһына һығымта эшләү:

 

 

     Һүҙбәйләнеш

 

 

 

 

 

 

 

 

теҙмә

 

эйәртеүле

 

 

 

 

 

 

 

 

ярашыу

 

башҡарылыу

 

йәнәшәлек

 

һөйкәлеү

 

Башҡорт телендә һүҙбәйләнештәр теҙмә һәм эйәртеүле юл менән яһала, эйәртеүле һүҙбәйләнештәр ярашыу, башҡарылыу, һөйкәлеү, йәнәшәлек кеүек төрҙәргә бүленә.

«Һүҙбәйләнеш» темаһын ни өсөн өйрәнергә кәрәк?

 

5.Белемдәрҙе нығытыу һәм тикшереү.

 

«Һүҙбәйләнеш» темаһы буйынса тест һорауҙарына яуап биреү (индивидуаль карточкалар буйынса).

1-се эш (бер дөрөҫ вариантты күрһәтегеҙ):

Кәмендә ике һүҙҙән тороп, төшөнсәне конкретлаштырып, теүәл итеп сағылдырып килеүсе телмәр берәмеге …… тип атала.

а) һөйләм             б) һөйләм киҫәге           в) һүҙбәйләнеш            г) синтагма

 

2- се эш (бер нисә дөрөҫ вариантты күрһәтегеҙ):

Һүҙбәйләнештәр ошондай юлдар менән яһала: …..

а) теҙмә                б) ҡушма             в) яһалма             г) эйәртеүле

 

3-сө эш (бер нисә дөрөҫ вариантты күрһәтегеҙ):

Теҙмә юл менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙе билдәләгеҙ.

а)  ағайым менән ҡустым       в) ал, ҡыҙыл, һары, күк          д) урманға барам

б) иң өлкән ағайым                г) ер ҡәҙере          е) айыу менән бүре

 

4-се эш (бер дөрөҫ вариантты күрһәтегеҙ):

Шатлыҡлы көн, машина менән ҡайтты, кәкүк тауышы, етеҙ хәрәкәт итә, көслө ихтыяр һүҙбәйләнештәре ниндәй юл менән яһалған?

а) теҙмә                б) эйәртеүле                 в) ҡушма             г) ябай

 

5-се эш (бер дөрөҫ вариантты күрһәтегеҙ):

Ағайымдың хәле ауыр ине. Билдәләнгән һүҙҙәр ниндәй һүҙбәйләнеш төрөнә ҡарай?

а) ярашыу           б) башҡарылыу            в) йәнәшәлек                 г) һөйкәлеү

 

6-сы эш (бер дөрөҫ вариантты күрһәтегеҙ):

Урамда көтмәгәндә Нәфисәне осраттыҡ. Билдәләнгән һүҙҙәр ниндәй һүҙбәйләнеш төрөнә ҡарай?

а) ярашыу           б) башҡарылыу   в) йәнәшәлек                 г) һөйкәлеү

 

7-се эш ( һәр төргә бер дөрөҫ вариантты күрһәтегеҙ):

Һүҙбәйләнештәрҙең бәйләнеш төрҙәренә миҫалдарҙы дөрөҫ билдәләгеҙ:

1. Ярашыу

А. оҙон юлдар, уҡыусы бала, уйнарға сығыу, тырышып эшләү

2. Башҡарылыу

Б. мин уҡыусымын, һеҙ уҡыйһығыҙ, улар килделәр, һин оҫтаһың

3. Йәнәшәлек      

В. әсәйемдең ҡулдары, ҡояш нуры, кеше күңеле, һөйгәнемдең күҙҙәре

4. Һөйкәлеү

Г.колледжға барам, ауылдан килдем, поезд менән ҡайтты, урман араһындағы юл

 

8-се эш (бер дөрөҫ вариантты күрһәтегеҙ):

Өй алдында оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Билдәләнгән һүҙҙәр ниндәй һүҙбәйләнеш төрөнә ҡарай?

а) ярашыу           б) башҡарылыу            в) йәнәшәлек                 г) һөйкәлеү

 

9-сы эш (бер нисә дөрөҫ вариантты күрһәтегеҙ):

Борон-борон заманда Ағиҙел буйында бер бабай менән әбей йәшәгән, ти. Был һөйләмдә ниндәй һүҙбәйләнештәр бар?

а) ярашыу           б) башҡарылыу            в) йәнәшәлек                 г) һөйкәлеү          д) теҙмә

 

10-сы эш ( һәр төргә бер дөрөҫ вариантты күрһәтегеҙ):

Ғалимдар һәм уларҙың эшмәкәрлеге араһында ярашлылыҡ булдырығыҙ:

1.     Ғ.Ғ. Сәйетбатталов

А. Филология фәндәре докторы, профессор; Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙҙәрҙе өйрәнгән.

2.     Д.С.Тикеев

Б. Башҡорт тел ғилемендә һүҙбәйләнеш проблемаһын ярайһы тулы итеп үҙенең фәнни хеҙмәттәрендә яҡтыртҡан ғалим, профессор, оҙаҡ йылдар БДУ-ла эшләй.

3.     К.Ғ.Ишбаев

В. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында эшләүсе филология фәндәре докторы, профессор был өлкәне ентекле тикшергән, бик күп дәреслектәр авторы.

 

Яуаптарҙы тикшереү (дөрөҫ яуаптар медиапроекторҙа күрһәтелә):

1-    В                          6 – Б

2-    А, Г                     7 – 1- Б, 2 – Г, 3 – А, 4 – В

3-    А, В, Е                 8 – В

4-    Б                          9 – В, Г, Д

5-    Г                          10 – 1 – Б, 2 – В, 3 - А

 

 

 

6. Дәресте йомғаҡлау.

 

Шулай итеп, беҙ бөгөн лингвитсик журнал әҙерләнек.

Нисек уйлайһығыҙ, хәбәрселәр, журналистар, баҫырға ҡул ҡуябыҙмы? Корреспонденттарға материалдары өсөн эш хаҡы (баһалар) түләйбеҙ.

Өйгә эш: «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар»,  «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы», «Тамаша» журналдарынан бәйләнеш юлдарына  миҫалдар яҙыу.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.     Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт телен уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2011.

2.     Баһауетдинова М.И. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. – Өфө: Педкнига, 2008.

3.     Псәнчин В.Ш. Әсә теле, 10-11 (дәреслек). – Өфө: Китап, 2009.

4.     Псәнчин В.Ш. Әсә теле. Күнегеүҙәр йыйынтығы. - Өфө: Китап, 2007.

5.     Усманова М.Ғ. Башҡорт теле. Тестар, ҡағиҙәләр. –Өфө: ИД«ОКСЛЕР», 2007.

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал ""Һүҙбәйләнеш" темаһына дәрес конспекты"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Директор по управлению персоналом

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 076 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 02.02.2016 11716
    • DOCX 11.3 мбайт
    • 72 скачивания
    • Рейтинг: 4 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сирбаева Айсылу Раисовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сирбаева Айсылу Раисовна
    Сирбаева Айсылу Раисовна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 25988
    • Всего материалов: 11

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Психология личности

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 23 регионов

Мини-курс

Сенсорные системы и развитие нервной системы

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 82 человека из 37 регионов
  • Этот курс уже прошли 43 человека

Мини-курс

Управление коммуникациями в кризисных ситуациях

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе