Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Статьи / Дидактик уйындар аша телгә һөйөү тәрбиәләү

Дидактик уйындар аша телгә һөйөү тәрбиәләү

Идёт приём заявок на самые массовые международные олимпиады проекта "Инфоурок"

Для учителей мы подготовили самые привлекательные условия в русскоязычном интернете:

1. Бесплатные наградные документы с указанием данных образовательной Лицензии и Свидeтельства СМИ;
2. Призовой фонд 1.500.000 рублей для самых активных учителей;
3. До 100 рублей за одного ученика остаётся у учителя (при орг.взносе 150 рублей);
4. Бесплатные путёвки в Турцию (на двоих, всё включено) - розыгрыш среди активных учителей;
5. Бесплатная подписка на месяц на видеоуроки от "Инфоурок" - активным учителям;
6. Благодарность учителю будет выслана на адрес руководителя школы.

Подайте заявку на олимпиаду сейчас - https://infourok.ru/konkurs

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Башҡортостан мәғариф министрлығы














Дидактик уйындар аша

телгә һөйөү тәрбиәләү
















Өфө – 2012

Йөкмәтке

Инеш

I бүлек. Уйын эшмәкәрлегенең теоретик нигеҙҙәре.

1.1. Уйындың барлыҡҡа килеү теориялары.

1.2. Уйын төрҙәре.

II. Дидактик уйындарҙы уҡыу процессында ҡулланыу һәм уларҙың роле.

2.1. Дидактик уйындың уҡыусы өсөн әһәмиәте.

2.2. Башланғыс класс уҡыусыларының танып белеүгә ҡыҙыҡһыныуын һәм һәләтен үҫтереүҙә хәҙерге дидактик уйындарҙың роле.

2.3. Дидактик уйындар миҫалдары.






















Инеш

Актуаллеге: Башҡорт теле уҡытыусыларының төп маҡсаты булып балаларҙы башҡорт телендә аралашырға, аңлашып-һөйләшергә өйрәтеү тора. Шул уҡ ваҡытта туған тел дәрестәрендә балаларҙы башҡорт телендә фекерләргә, ижади эшләргә лә өйрәтергә кәрәк. Ләкин башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ, күп милләтле республикабыҙҙың бөтә милләт вәкилдәре лә өйрәнә. Күпселек балалар өсөн башҡорт теле сит тел. Билдәле булыуынса, сит телде өйрәнеүе еңелдән түгел. Өйрәнергә теләк булмаған осраҡта бигерәк тә. Шуға күрә лә тәү сиратта телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк.

Нисек рус мәктәптәрендә уҡыған балаларҙа башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға?

Билдәле булыуынса, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төп шөғөлө – уйын. Шунлыҡтан уйын башланғыс класс уҡыусыһының тормошонда мөһим урын алып тороуын оноторға ярамай. Урта һәм юғары класс уҡыусылары араһында ла был ысулды башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу уларҙа был предметҡа тик ҡыҙыҡһыныу һәм телде өйрәнеүгә теләк кенә уята.

Уйын – дөйөм кешелек культураһының уникаль феномены, уның башланғысы һәм түбәһе. Эшмәкәрлегенең бүтән бер төрөндә лә кеше уйындағы кеүек мөккибән китеү, үҙенең интеллектуаль ресурстарын асыуҙы күрһәтмәй. Тап шунлыҡтан ул кешеләрҙе профессиональ әҙерләү системаһында ҡоралға алынған, тап шунлыҡтан уйын кеше тормошоноң әлегәсә билдәле булмаған сфераларына бәреп инеп, үҙенең принциптарын киңәйтә.

Уйынды өйрәнгәндә тикшеүселәр уның байлығы, күренештәренең күп яҡлылығы, уйын сиктәренең билдәләнмәгәнлегенә юлыға.

Мәҙәниәт феномены булараҡ уйын, ял йөкмәткеһенә сикһеҙ сюжеттар һәм кеше тормошо һәм эшмәкәрлеге темалары индереп, шул уҡ ваҡытта үҙ ҡиммәтен юғалтмайынса өйрәтә, тәрбиәләй, үҫтерә, социалләштерә, күңелен аса, ял бирә.

Педагогика фәненең йүнәлеше – уйын педагогикаһы, уйынды мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыуҙың төп ысулы тип һанай, шуға күрә уйын (уйын эшмәкәрлеге, уйын формалары, ысулдары) – балаларҙы уҡыу эшенә йәлеп итеүҙең иң мөһим юлы, тәрбиәүи йоғонтоға эмоциональ яуап һәм йәшәү эшмәкәрлегенең нормаль шарттарын тәьмин итеүҙең иң мөһим юлы. Һуңғы йылдарҙа дидактик уйындың теорияһы һәм практикаһы һорауҙары күп тикшеренеүселәр: А.П.Усова, Е.И.Радина, Ф.Н.Блехер, Б.И.Хачапуридзе, З.М.Богуславская, Е.Ф.Иваницкая, А.И.Сорокина, Е.И.Удальцова, В.Н.Аванесова, А.К.Бондаренко, Л.А.Венгер тарафынан өйрәнелгән һәм өйрәнелә. Бөтә тикшеренеүҙәрҙә лә өйрәтеү һәм уйындың үҙ-ара бәйләнеше нығынған, уйын процесының структураһы, дидактик уйындар менән етәкселек итеүҙең формалары һәм ысулдары билдәләнгән.

Тикшеренеүҙең маҡсаты: Дидактик уйындарҙың уҡытыуҙың эффективлығына тәьҫирен өйрәнеү.

Тикшеренеүҙең объекты: уҡытыу процесында дидактик уйындарҙың роле.

Тикшеренеүҙең предметы: дидактик уйынды мәктәптә ҡулланыу.

Тикшеренеүҙең маҡсаттары:

  1. Бирелгән тема буйынса психологик, педагогик әҙәбиәтте анализларға.

  2. Уҡытыу процессында ҡулланылған дидактик уйындарҙың төрҙәрен билдәләргә.

  3. Мәктәптә уҡытыуҙың беренсе баҫҡыстарында дидактик уйындарҙы ҡулланыуҙың әһәмиәтен билдәләү.

  4. Уҡыу процессында уйындың ролен өйрәнеү.

  5. Дидактик уйындарҙың миҫалдарын килтереү.






I БҮЛЕК. Уйын эшмәкәрлегенең теоретик нигеҙҙәре.


    1. Уйындың барлыҡҡа килеү теориялары.


Ғалимдар уйындың барлыҡҡа килеү серен йөҙәр йыл дауамында сисеп маташҡан.

Уйын мәсьәләһе кешеләрҙең буш ваҡыты һәм ялы мәсьәләләренең ҡушылмаһы йәмғиәттең дини-социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫеше тенденциялары көсөндә барлыҡҡа килгән.

Уйындың дөйөм теорияһын өйрәнеү Шиллер һәм Спенсерҙың хеҙмәттәренән башланған тип һанарға кәрәк. Был теорияның үҫешенә Фрейд, Пиаже, Штерн, Дьюи, Фром һ.б. ҙур өлөш индергән.

Беҙҙең ил психологияһы һәм педагогикаһында уйын теорияһын К.Д.Ушинский, П.П.Блонский, Г.В.Плеханов, С.Л.Рубинштейн, Л.С.Выготский, Н.К.Крупская, А.Н.Леонтьев, Д.Б.Эльконин, А.С.Макаренко һ.б. тикшергән.

А.Н.Леонтьев үҙенең «Мәктәпкә тиклемге уйындың психологик нигеҙҙәре» хеҙмәтендә балаларҙың ролле уйындарының барлыҡҡа килеү процесын түбәндәгесә һүрәтләй: «Баланың эшмәкәрлеге барышында уның бер яҡтан предметтар менән эшмәкәрлеккә инеү ихтыяжының йылдам үҫеше, икенсе яҡтан, был хәрәкәттәрҙе башҡарыусы операцияларҙың (хәрәкәт алымдарының) үҫеше. Бала үҙе автомобиль йөрөтөргә, үҙе кәмәлә ишергә теләй, ләкин был эштәрҙе башҡара алмай… сөнки ул был предметтың реаль предмет шарттарына эйә түгел һәм эйә була алмай... Был ҡапма-ҡаршылыҡ… балала бер төрлө эш тибында ғына хәл ителә ала, йәғни, уйын эшмәкәрлегендә, уйында.

Уйын хәрәкәтендә генә кәрәкле операциялар икенсе операциялар менән, ә уның предмет шарттары икенсе предмет шаттары менән алыштырыла ала, шул уҡ ваҡытта хәрәкәттең үҙенең йөкмәткеһе һаҡланып ҡала.»

Бына уйын барлыҡҡа килеүҙең сәбәптәрен аңлатыуға бер-нисә төп ҡараш:

Нервы көсөнөң артыҡлығы, компенсаторлыҡ теорияһы XIX быуатта, уйын активлыҡты алыштырыусы, компенсирующее күренеш тигән ҡараш өҫтөнлөк иткәндә, барлыҡҡа килгән. Был теорияның нигеҙ һалыусыһы уйынды мөмкинлектәре ғәҙәти эшмәкәрлектә ҡулланылып бөтмәгән үтә активлыҡ һөҙөмтәһе тип һанаусы инглиз философы Спенсер (1820 - 1903). Спенсер буйынса уйын юғары үҫешкән хайуандарға һәм кешегә хас булған энергия артыҡлығынан ҡотолорға мөмкинселек биреүе менән генә әһәмиәтле. Спенсер кешеләрҙең, шул иҫәптән балаларҙың уйындары “тереклек итеү өсөн көрәштә” уңышҡа йүнәлтелгән инстинкттар күренеше, был инстинкттарҙың “идеаль ҡәнәғәтләнеҙе” тыуҙыра һәм ошо ҡәнәғәтләнеүгә ирешеү өсөн башҡарыла, тип иҫәпләй.

Рекапитуляция һәм антиципация теорияһы. Америка психологы, педагог Г.С.Холл (1846 – 1924) балалар уйындарында рекапитуляция (кешелек йәмғиәте үҫеше этаптарын ҡыҫҡаса ҡабатлау) фекерен тәҡдим иткән.

Был теорияны яҡлаусыларҙың фекеренсә, уйын элекке инстинкттарҙы еңергә, мәҙәнирәк булырға ярҙам итә. Был тикшеренеүселәр уйынды һәм уйын атрибутикаһын редукцияланған эшмәкәрлек, йәғни, боронғо ата-бабаларҙың йәшәү рәүешен, культ йолаларын тергеҙеү тип ҡабул итә.

Уйын ваҡытында ял итеү теорияһы. Уйынды шат күңеллелек һәм көстө тотоп тороу сараһы тип Шиллер һәм Спенсер аңлатҡандар. Улар уйында кеше энергенияны сарыф итеп кенә ҡалмай, ә тергеҙә икәнен аңлағандар. Шалер, Валлон, Патрик, Штейнталь кеүек тикшеренеүселәр уйынсы компенсатор түгел, ә баҫалҡы, тимәк, ял, тип иҫәпләгәндәр. Уйын бығаса хәрәкәтһеҙ булған ағзаларҙы хәрәкәткә килтерергә, шул рәүешле йәшәү көсөн ҡайтарып алырға мөмкинселек бирә.

Баланың уйында рухи үҫеше теорияһы. К.Д.Ушинский стихиялы уйын эшмәкәрлеген вәғәзләүгә уйынды дөйөм тәрбиәләү системаһында, баланы уйын аша хеҙмәт эшмәкәрлегенә әҙерләү эшендә ҡулланыу идеяһын ҡаршы ҡуя. Ушинский беренселәрҙән булып уйында бер үк ваҡытта ынтылыш, тойомлау һәм күҙаллау ҡушыла тип раҫлай.

Күп ғалимдар, шул иҫәптән Пиаже, Левин, Выготский, Эльконин, Ушинский, Макаренко, Сухомлинский уйын рух нигеҙендә барлыҡҡа килә һәм баланың рухи үҫеше сығанағы булып тора, тип һанағандар.

Уйын барлыҡҡа килеүҙең бүтән фараздары ла булыуы бәхәсһеҙ. Мәҫәлән, Ж. Шато балаларҙың уйындары уларҙың һәр ваҡыт ололарға оҡшарға тырышыуынан килә, тип иҫәпләй. Үрҙә һанап кителгән күп тикшеренеүселәр йәмғиәт аҡылын уйын сығанағы тип атай.

Уйын теорияһын уның тарихи күренеше аспектында, уның социаль тәбиғәтен асыҡлау, эске структураһы һәм уның индивидтың үҫеше өсөн әһәмиәтен беҙҙең илдә Л.С.Выготский, А.Н.Леонтьев һәм башҡалар тикшергән.

Тикшеренеүселәрҙең бер үк даирәһе төрлө функцияларҙы йәки уға яҡын булған мәҙәниәт күренештәрен ҡарап, уйын феноменының барлыҡҡа килеүенең төрлө сығанаҡтарын һәм сәбәптәрен атайҙар.


    1. Уйын төрҙәре.

Уйын эшмәкәрлеге – кеше активлығының шәхесфизик һәм рухи көсөн күрһәтеүҙән алған ләззәт алыуҙан башҡа бер-ниндәй ҙә маҡсат ҡуймаған махсус өлкәһе.

Тәбиғәт балалар уйындарын тормошҡа төрлө яҡлап әҙерләү өсөн яралтҡан. Шунлыҡтан улар танып белеүҙең, хеҙмәттең, аралашыуҙың, сәнғәт һәм спорттың балалар өсөн генә хас булған формаһы булып сығыш яһайҙар. Уйындарҙың исемдәре лә шунан алынған: танып белеү, интеллектуаль, төҙөү, хеҙмәт-уйын, уйын-аралашыу, музыкаль уйындар, художестволы, драматизациялы, хәрәкәтсән уйындар, спорт уйындары…

Уйындарҙың ике төп тибын бүлеп йөрөтәләр: нығытылған, асыҡ ҡағиҙәле уйындар һәм йәшерен ҡағиҙәле уйындар. Беренсе тип уйындарының миҫалы булып күпселек дидактик, танып белеү уйындары һәм хәрәкәтсән уйындар ҡарай, бында шулай уҡ үҫтереүсән интеллектуаль, музыкаль уйындарҙы, аттракциондарҙы индерәләр.

Икенсе типҡа сюжетлы-ролле уйындарҙы индерәләр. Уларҙа ҡағиҙәләр асыҡ күренә. Улар – ҡулланылған геройҙарҙың үҙен тотоу нормаларында: табип үҙенә градусник ҡуймай, пассажир осоусының кабина ултырып йөрөмәй.

О.С.Газман классификацияһы буйынса уйын типтарына хас булған үҙенсәлектәрҙе дөйөм рәүештә генә ҡарап үтәйек.

1. Хәрәкәтсән уйындар - мәктәпкәсә тиклемге һәм, бигерәк тә, мәктәп йәшендәге балаларҙы физик тәрбиәләүҙең иң мөһим сараһы. Улар уйнаусыларҙан һәр ваҡыт ҡағиҙәләрҙә әйтеп үтелгән шартлы маҡсатҡа ирешеүгә йүнәлтелгән актив хәрәкәт эштәрен талап итә.

Специалистар балдәләүенсә, уҡыусыларҙың хәрәкәтсән уйындарының төп үҙенсәлектәре – уларҙың ярышыусан, ижади, коллектив һыҙаттары. Улар бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торған шарттарҙа команда өсөн эшләй белергә өйрәтә.

Хәрәкәтсән уйындарҙың әхлаҡи тәрбиә биреүгә йоғонтоһо ҙур. Улар дуҫтарса теләтәшлек, ярҙамсыллыҡ, бер-береңдең эше өсөн яуаплылыҡ тойғоһон үҫтерә.

  1. Сюжетлы-ролле уйындар (ҡайһы берҙә уларҙы сюжетлы уйындар тип атайҙар) баланы әхлаҡи тәрбиәләүҙә айырым урын алып торалар. Улар башлыса коллектив характерҙа булалар, сөнки йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙең асылын сағылдыралар. Уларҙы ролле уйындарға, уйын-драматизацияларға, режиссер уйындарына бүләләр. Театрлаштырылған балалар байрамдарының, карнавалдарҙың, төҙөү-конструктор уйындарының һәм хеҙмәт элементтары булған уйындарҙың сюжеты булыуы мөмкин.

Был уйындарҙа тормош йәки художестволы тәьҫораттар нигеҙендә ирекле һәм үҙаллы рәүештә социаль мөнәсәбәттәр һәм материаль объекттар йәки тормошта әлегәсә булмаған фантастик ситуяциялар күрһәтелә.

  1. Компьютер уйындары - хәҙерге көндә барлыҡҡа килгән һәм уҡытыуҙа көндән-көн активыраҡ ҡулланылған тағы ла бер уйын төрө. Был уйындарҙың башҡа төр уйындарҙан өҫтөнлөгө бар: улар мәсьәләләрҙе уйын ярҙамында сисеү ысулын асыҡ күрһәтә, мәҫәлән, персонаждарҙың тормошта иғтибар итеүе ауыр булған берҙәм эш-хәрәкәтен һәм аралашыуын, уларҙың уңыш һәм уңышһыҙлыҡ осраҡтарында эмоциональ реакцияһын үҫештә күрһәтә. Халыҡ әкиәттәре һәм фольклор әҫәрҙәре шундай уйындарҙың миҫалы булып тора ала. Уларҙа балалар тормоштоң күп төрлө шарттарында әхлаҡи тәрбиә тәржибәһе алалар. Бындай уйындар персонаждарҙың төрлө ситуацияларҙағы үҙен тотошон баһалауҙа штамптар һәм стандарттарҙан ҡотолорға ярҙам итә. Балалар коммуникация сараларын, аралашыу ысулдарын һәм эмоциялар кәүҙәләнешен практик рәүештә үҙләштерә.

Балалар өсөн булған бөтә компьютер уйындары ыңғай әхлаҡи йүнәлтелгән булырға тейеш, яңылыҡ элементы булырға тейеш, ләкин һис кенә лә агрессив һәм шәфҡәтһеҙ булмаҫҡа тейеш.

Дидактик, йәғни, өйрәтеүсе уйындарҙа ентекләберәк туҡталып үтәйек.

4. Дидактик уйын – ул һәр бер ҡатнашыусыны һәм, ғөмүмән, команданы төп мәсьәләне сисеү менән берләштерелгән һәм уларҙың тәртибен еңеүгә йүнәлткән коллектив, маҡсатҡа йүнәлтелгән уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге. Дидактик уйын – өйрәнелеүсе системаларҙы, күренештәрҙе, процестарҙы имитацион моделләштереү буйынса актив уҡыу эшмәкәрлеге.

Дидактик уйындар уҡытыуҙың йөкмәткеһенә, балаларҙың танып белеү эшмәкәрлегенә, уйын хәрәкәттәренә һәм ҡағиҙәләренә, балаларҙың ойошҡанлығына һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәренә, уҡытыусының роленә ҡарап бүленәләр. Һанап үтелгән билдәләр бөтә уйындарға ла хас, ләкин берәүҙәрендә бер билдәләр асығыраҡ сығыш яһай, икенселәрендә – бүтәндәре.

Төрлө йыйынтыҡтарҙа 500-ҙән артыҡ уйын күрһәтелгән, ләкин уйын төрҙәре буйынса аныҡ классификация юҡ. Йыш ҡына уйындар уҡытыу һәм тәрбиәләүҙең йөкмәткеһе менән сағыштырып ҡарала.

Был классификацияла уйындарҙың түбәнге типтарын билдәләргә була:

  • Тойғоло тәрбиә биреү буйынса уйындар

  • Һүҙҙәр менән уйындар

  • Тәбиғәт менән таныштырыусы уйындар

  • Математик төшөнсәләрҙе формалаштырыусы уйындар һ.б.

Ҡайһы берҙә уйындар материал менән сағыштырып бирелә:

  • Дидактик уйынсыҡтар менән уйындар

  • Баҫма уйындар

  • Һүҙ менән уйындар

  • Псевдосюжетлы уйындар.

Уйындарҙы былай төркөмләү уларҙың уҡыу-уҡытыуға йүнәлтелгәнлеген, балаларҙың танып белеү эшмәкәрлеген айырып күрһәтә, ләкин дидактик уйындарҙың асылын – балаларҙың уйын эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәрен, уйын мәсьәләләрен, уйын хәрәкәттәрен һәм ҡағиҙәләрен, балалар тормошоноң ойошторолоуын, тәрбиәсенең етәкселеген тулыһынса асмай.

Дидактик уйындарҙың балаларҙың эшмәкәрлек төрө буйынса төркөмләнгән бер-нисә шартлы төрөн айырырға була:

  • Сәйәхәт уйындар

  • Йөкләмә уйындар

  • Фараз уйындар

  • Йомаҡ уйындар

  • Әңгәмә уйындар (диалог уйындар).

Сәйәхәт уйындарҙың әкиәт, уның үҫеше, мөғжизәләр менән оҡшашлығы бар. Сәйәхәт уйын реаль факттар йәки ваҡиғаларҙы сағылдыра, ләкин ғәҙәти әйберҙе – ғәҙәти булмаған аша, ябайҙы – серле аша, ауырҙы – еңеп сыға алырлыҡ аша, кәрәкте ҡыҙыҡ аша асып бирә. Былар бөтәһе лә уйында, уйын хәрәкәттәрендә бара, балаға яҡын булып китә, уны шатландыра. Сәйәхәт уйындың маҡсаты – тәьҫораттарҙы көсәйтеү, танып белеү йөкмәткеһенә аҙ ғына әкиәти серлелек өҫтәү, балаларҙың иғтибарын уларҙың янында ғына булған, ләкин улар иғтибар итмәгән нәмәләргә йүнәлтеү. Сәйәхәт уйындар иғтибарлылыҡты, күҙәтеүсәнлекте, уйын мәсьәләләренең мәғәнәһенә төшөнөүҙе арттыра, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙы һәм уңышҡа өлгәшеүҙе еңеләйтә.

Сәйәхәт уйындар һәр ваҡыт бер аҙ романтикалы. Тап шул ҡыҙыҡһыныу һәм уйын сюжетының үҫешендә актив ҡатнашыуҙы, уйын хәрәкәттәрен байытыуҙы, уйын ҡағиҙәләрен өйрәнергә һәм һөҙөмтә алыуға: мәсьәләне сисеүгә, нимәлер белеүгә, нимәгәлер өйрәнеүгә ынтылыш тыуҙыра.

Педагогтың уйындағы роле ҡатмарлы, белем, балаларҙың һорауҙарына яуап бирергә әҙерлек, улар менән уйнап уҡытыу процесын һиҙҙермәй алып барыуҙы талап итә.

Сәйәхәт уйын – баланың хәрәкәттәре, уйҙары, тойғолары уйыны, уның белемгә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү формаһы.

Уйындың исемендә, уйын мәсьәләһенең формулировкаһында балаларҙы ҡыҙыҡһындырыусы, актив уйын хәрәкәтен тыуҙырыусы “саҡырыусы һүҙҙәр” булырға тейеш. Сәйәхәт уйында танып белеү йөкмәткеһен уйын менән бәйләп асыуҙың күп ысулдары: мәсьәләләрҙең ҡуйылышы, уны сисеү ысулдарын аңлатыу, ҡайһы берҙә сәйәхәттең маршрутын билдәләү, мәсьәләләрҙе өлөшләп сисеү, уның сиселешенән алынған ҡыуаныс, йөкмәткеле ял. Сәйәхәт уйындың составына ҡайһы берҙә йыр, йомаҡтар, бүләктәр һ.б. инә.

Сәйәхәт уйындар хаталы рәүештә экскурсия менән тиңләйҙәр. Уларҙың төп айырмаһы – экскурсияның тура уҡытыу формаһы һәм дәрес төрө булыуында. Йыш ҡына экскурсияның маҡсаты булып тура күҙәтеү талап иткән нәмә менән таныштырыу, алдан таныш материал менән сағыштырыу тора.

Ҡайһы берҙә сәйәхәт уйынды саф һауала йөрөү менән сағыштыралар. Ләкин саф һауала йөрөү йышыраҡ һауыҡтырыу маҡсаттарына эйә. Танып белеү йөкмәткеһе саф һауала йөрөүҙә лә булыуы мөмкин, ләкин ул төп түгел, ә юлдаш ҡына булып тора.

Йөкләмә уйындар сәйәхәт уйындар кеүек үк структур элементтарға эйә, ләкин йөкмәткеһе буйынса улар ябайыраҡ һәм дауамлылығы буйынса ҡыҫҡараҡ. Уларҙың нигеҙендә предметтар, уйынсаҡтар менән эше, телдән йөкләмәләр ята. Уларҙа уйын мәсьәләләре һәм уйын хәрәкәттәре нимәлер эшләргә тәҡдим итеүгә нигеҙләнгән: “Буратиноға тыныш билдәләрен ҡуйырға ярҙам ит”, “Белмәҫйәндең өйгә эшен тикшер”.

Фараз уйындар “Нимә булыр ине…?” йәки “Мин нимә эшләр инем…?”, “Кем булырға теләр инем һәм ни өсөн?”, “Кем менән дуҫ булыр инең?” һ.б. Ҡайһы берҙә бындай уйындың башы булып һүрәт тороуы мөмкин.

Уйындың дидактик йөкмәткеһе балалар алдында мәсьәлә ҡуйылыуында һәм шарттар менән ҡуйылған йәки шарттар менән булдырылған маҡсатҡа ярашлы фаразланған ғәмәл талап итә.

Балалар констатациялаусы йәки дөйөм иҫбат итеүсе фараздар әйтәләр. Был уйында белемде шарттарға яраҡлаштыра, сәбәп бәйләнештәрен таба белеүҙе талап итә. Уларҙа ярышыу элементы бар: “Кем зирәгерәк?”

Йомаҡ уйындар. Йомаҡтарҙың барлыҡҡа килеүе бик борон булған. Йомаҡтарҙы халыҡ үҙе тыуҙырған, улар йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә, байрамдарға индерелгән. улар белемде, зирәклекте тикшереү өсөн ҡулланылған. Йомаҡтарҙың асыҡ педагогик йүнәлеше һәм аҡыллы күңел асыуҙың популярлығы шунда тора.

Хәҙерге көндә йомаҡтар, уларҙы ҡойоу һәм сисеү өйрәтеүсе уйындың бер төрө итеп ҡарала.

Йомаҡтың төп билдәһе булып, сиселергә тейеш булған хикмәтле тасуирлама тора. Был тасуирлама ҡыҫҡа һәм йыш ҡына һорау формаһында була йәки һорау менән тамамлана. Йомаҡтарҙың төп үҙенсәлеге булып логик мәсьәлә тора. Логик мәсьәләләрҙе төҙөү ысулдары төрлө, ләкин улар бөтәһе лә баланың аҡыл эшен активлаштыра. Балаларға йомаҡ уйындар оҡшай. Сағыштырыу, хәтергә төшөрөү, уйлау, төшөнөү ихтыяжы аҡыл хеҙмәте ҡыуанысын килтерә. Йомаҡтар сисеү анализлау, дөйөмләштереү һәләтен үҫтерә, фекер йөрөтөргә, һығымталар, йомғаҡтар яһарға өйрәтә.

Әңгәмә уйындар (диалогтар). Әңгәмә уйындар нигеҙендә педагогтың балалар менән, балаларҙың педагог менән һәм балаларҙың бер-береһе менән аралашыуы ята. Был аралашыуға үҙенә генә хас характерлы уйын аша уҡытыу һәм балаларҙың уйын эшмәкәрлеге хас. Әңгәмә уйында тәрбиәсе әңгәмәне йыш ҡына үҙ исеменән түгел, ә балаларға яҡын булған персонаж исеменән алып бара һәм шуның менән уйын аша аралашыуҙы ғына һаҡлап ҡалмай, ә уны күңеллерәк итә, уйынды ҡабатларға теләк уята. Ләкин әңгәмә уйында тура уҡытыуҙың алымдарын көсәйтеү ҡурҡынысы бар.

Уйындың тәрбиәүи-өйрәтеүсе әһәмиәте сюжеттың йөкмәткеһендә – уйындың темаһында, уйында сағылдырылған өйрәнеү объектының теге йәки был аспекттарына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа. Уйындың танып белеү йөкмәткеһе күренеп ятмай: уны табырға, сығарырға – асыш яһарға һәм һөҙөмтәлә нимәлер белергә кәрәк.

Әңгәмә уйындың ҡиммәте эмоциональ-фекерләү процесстарын: балаларҙың һүҙенең, эшенең, фекерләүенең һәм күҙаллауының берлеген активлаштырыуға талап ҡуйыуында тора. Әңгәмә уйын уҡытыусыны тыңлай һәм уның һорауҙарын, балаларҙың һорауҙарын һәм яуаптарын ишетә, иғтибарҙы һөйләшеүҙең йөкмәткеһенә йүнәлтә белергә, әйтелгәнгә өҫтәмәләр индерергә, фекерҙе әйтергә өйрәтә. Былар бөтәһе лә уйын тарафынан ҡуйылған мәсьәләнең сисешен актив эҙләүҙе ҡылыҡһырлай. Әңгәмәлә ҡатнаша белеү ҙур әһәмиәткә эйә, ул – тәрбиә кимәлен ҡылыҡһырлай.

Әңгәмә уйындың төп сараһы булып һүҙ, телмәр образы, нимәлер тураһындағы инеш һүҙ тора. Уйындың һөҙөмтәһе – балалар алған кинәнес.

Әлбиттә, уйын методикаларының бөтә спектры һанап үтелгән уйын типтары менән сикләнмәй. Ләкин практикала күрһәтелгән уйындар йә үҙаллы, йә бүтән уйындар менән: хәрәкәтсән, сюжетлы-ролле уйындар менән берлектә йышыраҡ ҡулланыла.

Дидактик уйын – ҡатмарлы күренеш, ләкин унда уйындың структураһы, йәғни уйынды бер үк ваҡытта уҡытыу формаһы һәм уйын эшмәкәрлеге итеп ҡылыҡһырлаусы төп элементтар асыла. Уйындың төп элементтарының береһе – уҡытыусының һәм тәрбиәүи тәьҫирҙең маҡсаты менән билдәләнеүсе дидактик мәсьәлә. Танып белеү йөкмәткеһе мәктәп программаһынан алына.

Дидактик мәсьәлә йәки бер-нисә мәсьәлә булыуы уйындың өйрәтеүсе тәбиғәтен, өйрәтеүсе йөкмәткенең балаларҙың танып белеү эшмәкәрлеге процесстарына йүнәлтелгәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Дидактик мәсьәлә тәрбиәсе тарафынан билдәләнә һәм уның өйрәтеүсе эшмәкәрлеген сағылдыра.

Уйындың структур элементы булып уйын эшмәкәрлеге барышында балалар тарафынан тормошҡа ашырылыусы уйын мәсьәләһе тора. Ике мәсьәлә – дидактик һәм уйын мәсьәләһе – өйрәтеүҙең һәм уйындың үҙ-ара бәйләнешен сағылдыра. Дәрестәрҙә дидактик мәсьәләнең тура ҡуйылышынан айырмалы рәүештә дидактик уйында ул уйын мәсьәләһе аша тормошҡа ашырыла, уйын хәрәкәттәрен билдәләй, баланың үҙенең маҡсаты булып китә, уны сисергә теләк һәм ихтыяж тыуҙыра, уйын эшмәкәрлеген активлаштыра.

Дидактик уйындың составында булған элементтарының береһе булып уйын ҡағиҙәләре тора. Уларҙың йөкмәткеһе һәм йүнәлеше бала шәхесен һәм балалар коллективын формалаштырыуҙың дөйөм маҡсаттары, уларҙың үҫеше һәм байыҡтырылыуында уйын маҡсаттары һәм уйын эшмәкәрлеге менән бәйле. Ҡағиҙәләрҙе ҡулланып педагог уйын менән, танып белеү процесстары менән, балаларҙың үҙен тотошо менән етәкселек итә.

Уйындың ҡағиҙәләре өйрәтеүсе, ойоштороусы, формалаштырыусы характер йөрөтә, һәм йыш ҡына улар үҙ-ара төрлөсә берләшәләр. Өйрәтеүсе ҡағиҙәләр балалар алдында нимәне һәм нисек эшләүҙе асырға ярҙам итә, улар уйын эшмәкәрлеге менән сағыштырыла, уларҙың эш ысулын аса. Ҡағиҙәләр балаларҙың танып белеү эшмәкәрлеген ойоштора: нимәлер ҡарарға, уйларға, сағыштырырға, уйын тарафынан ҡуйылған мәсьәләне сисеү юлын табырға.

Ойоштороусы ҡағиҙәләр уйын хәрәкәттәренең эҙмә-эҙлеген, тәртибен һәм балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен билдәләй. Уйында уйын мөнәсәбәттәре һәм балалар араһындағы реаль мөнәсәбәттәр формалаша. Уйындағы мөнәсәбәттәр ролле мөнәсәбәттәр менән билдәләнә.

Уйын ҡағиҙәләре ыңғай уйын һәм реаль мөнәсәбәттәр тәрбиәләүгә йүнәлтелгән булырға тейеш.

Уйын барышында ҡағиҙәләрҙе үтәү көс һалыуҙы, уйында һәм уйындан тыш аралашыу сараларын үҙләштереү, белем генә түгел, ә төрлө тойғолар формалаштырыу, ыңғай эмоциялар йыйыу һәм йолаларҙы үҙләштереү ихтыяжын тыуҙыра.

Шулай итеп, уйындарҙың төрлө классификациялары бар, улар бүлеү нигеҙе буйынса айырылалар.

Был бүлектә бирелгән тема буйынса әҙәбиәт анализланды. Был уйын барлыҡҡа килеүҙең төрлө теориялары барлығы тураһында һөйләй. Беҙҙең ил психологияһы һәм педагогикаһында уйын теорияһын К.Д.Ушинский, П.П.Блонский, Г.В.Плеханов, С.Л.Рубинштейн, Л.С.Выготский, Н.К.Крупская, А.Н.Леонтьев, Д.Б.Эльконин, В.С.Мухина, А.С.Макаренко һ.б. өйрәнгән.

Ҡаралған икенсе һорау уйын төрҙәренә арналған. Уйындарҙың ике төп тибы бар: фиксацияланған, асыҡ ҡағиҙәле һәм йәшерен ҡағиҙәле уйындар.

Дидактик уйындарҙың да төрлө төрҙәре бар. Улар уҡытыу һәм тәрбиәләү йөкмәткеһенең нисбәте (сенсор тәрбиә буйынса уйындар, һүҙҙәр менән уйындар, тәбиғәт менән таныштырыусы уйындар), эшләнеүсе хәрәкәттәр буйынса бүленәләр.

Шулай итеп, беренсе бүлектә бирелгән тема буйынса психологик-педагогик әҙәбиәт анализланды, балаларҙы уҡытҡанда ҡулланылған дидактик уйындарҙың төрҙәре билдәләнде.






II БҮЛЕК. Дидактик уйындарҙы уҡыу процессында ҡулланыу һәм уларҙың роле.


2.1. Дидактик уйындың уҡыусы өсөн роле.


Дидактик уйындың асылы балаларҙың ҡыҙыҡлы уйын формаһында тәҡдим ителгән аҡыл мәсьәләләрен билдәле ауырлыҡтарҙы еңеп үҙҙәре сисеүҙә тора. Бала аҡыл мәсьәләһен практик, уйын мәсьәләһе итеп ҡабул итә, был уның аҡыл активлығын көсәйтә.

Балала дидактик уйында сенсор үҫеш унда логик фекерләүҙең һәм үҙенең уйҙарын һүҙ менән белдереүҙең үҫеше менән айырылғыһыҙ берлектә бара. Уйын мәсьәләһен сисеү өсөн предметтарҙың билдәһен сағыштырырға, уларҙың оҡшашлыҡтарын һәм айырмаларын билдәләргә, дөйөмләштерергә, һығымталар яһарға кәрәк. Шул рәүешле фекер йөрөтөү, һығымта яһау, алынған белемдәрҙе төрлө ситуацияларҙа ҡуллана белеү һәләте үҫтерелә. Был балаларҙа уйындың йөкмәткеһен тәшкил иткән предметтар һәм күренештәр тураһындағы конкрет белемдәр булған осраҡта ғына мөмкин.

Уйын балаларҙың һүрәтләнгән күренешкә ҡарашын асыҡлай һәм шул уҡ ваҡытта шул ҡараштың нығыныуына һәм үҫешенә булышлыҡ итә. Балаларға күренеш, объект, ваҡиға менән танышҡанда тойған һоҡланыу, ҡыуаныс, ғәжәпләнеү тойғоһон ҡабат-ҡабат кисереү оҡшай. Уларҙың уйынға булған тотороҡло ҡыҙыҡһыныуы шуның менән аңлатыла.

Иң мөһиме булып уйындың баланың мотивацион-ихтыяж өлкәһен үҫтереү өсөн әһәмиәте тора. Л.С.Выготский беренсе планға уйындың үҙенең барлыҡҡа килеүен аңлау өсөн үҙәк проблема булараҡ сәбәп һәм ихтыяждар проблемаһын сығарған.

Уйындың әһәмиәте балала үҙенең йөкмәткеһе буйынса яңы булған эшмәкәрлек сәбәптәре һәм улар менән бәйле маҡсаттар барлыҡҡа килеүе менән генә сикләнмәй. Уйында сәбәптәрҙең яңы психологик формаһы барлыҡҡа килеүе лә әһәмиәтле.

Аҡыл эшмәкәлеге һәм төшөнсәләренең формалашыуының түбәндәге этаптары айырыла:

  • Эшмәкәрлектең материаль предметтарҙа йәки уларҙың материаль алыштырыусы моделдәрҙә формалашыуы этабы;

  • Шул уҡ эшмәкәрлектең ҡысҡырып һөйләшеү планындағы формалашыуы этабы;

  • Аҡыл эшмәкәрлегенең формалашыу этабы.

Был этаптарҙы аҡыл эшмәкәрлегенең функциональ үҫеше этаптары тип атарға була. Дж. Брунер уйындың интеллектуаль үҫеш өсөн әһәмиәтен юғары баһалай, сөнки уйын барышында киләсәктә мәсьәләләр сискәндә ҡулланыу өсөн орудие булараҡ ҡулланылыуына килтереүе мөмкин булған материалдың шундай комбинациялары һәм уның үҙенсәлектәренә шундай ориентациялар барлыҡҡа килеүе мөмкин. Бында ирекле, билдәле бер мәсьәләне сисеү менән бәйле булмаған материал менән тәжрибә үткәреү, үҙенә күрә ирекле конструктив эшмәкәрлек тураһында һүҙ бара. Ә уйында интеллектуль эшмәкәрлектең дөйөмөрәк механизмдары үҫешә.

Уйын татыу коллектив формалаштырыу өсөн дә, үҙ аллылыҡты, хеҙмәткә ыңғай ҡарашты формалаштырыу өсөн дә, ҡайһы бер балаларҙың үҙ-үҙен тотошондағы бер ни тиклем тайпылыуҙы төҙәтеү һ.б. күп нәмә өсөн ҡулланыла.

Уйын тәрбиә сараһы булараҡ ҡаралды. Бала шәхесе үҫешенең төп аспекттары тип түбәндәгеләрҙе атарға була:

  • Уйында мотивация-ихтыяж өлкә үҫешә: бала өсөн шәхси сәбәптәргә ҡарағанда социаль сәбәптәр мөһимерәк булған сәбәптәр иерархияһы барлыҡҡа килә.

  • Танып белеү һәм эмоциональ эгоцентризм еңелә: бала ниндәйҙер бер персонаждың, геройҙың ролен алғанда уның үҙ-үҙен тотошоноң үҙенсәлектәрен, уның позицияһын иҫәпкә ала. Был кешеләр араһында үҙ-ара мөнәсәбәттә ориентирлашыуға, үҙаң һәм үҙбаһа үҫешенә тәьҫир итә.

  • Аҡыл эшмәкәрлеге үҫешә: төшөнсәләр планы формалаша, баланың һәләттәре һәм ижади мөмкинлектәре үҫешә.

Уйын беҙҙе ял итеү ысулы түгел, үҙ-үеңде тотоу принцибы булараҡ ҡыҙыҡһындыра. Уйын – ул ирекле булырға, ысынбарлыҡ өҫтөнән хакимлыҡ итергә, үҙ-үҙең менән идара итергә мөмкинлек, эшләй алмаҫтай эште лә эшләп ҡуйырға ынтылыш биргән мәҙәниәт нормаһы.


2.2 Башланғыс класс уҡыусыларының танып белеүгә ҡыҙыҡһыныуын һәм һәләтен үҫтереүҙә хәҙерге дидактик уйындарҙың роле.


Хәҙерге шарттар уҡыу-уҡытыу процесын ғоманлаштырыу, бала шәхесенә өндәшеү, уның иң яҡшы сифаттарын үҫтереүгә һәм төрлө яҡлы һәм тулы ҡиммәтле шәхес формалаштырыуға йүнәлтелгәнлеге менән ҡылыҡһырлана.

Был мәсьәләне тормошҡа ашырыу балаларҙы уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә яңы ҡараш талап итә. Уҡытыу үҫтереүсе, уҡыусыларҙың танып белеүгә ҡыҙыҡһыныуын һәм һәләттәрен формалаштырыуға йүнәлтелгән булырға тейеш.

Дидактик уйындар уҡыусыларҙа иғтибар һәм хәтер кеүек процесстарҙың иреклелеге мөмкинлеген бирә. Уйын мәсьәләләре осҡорлоҡ, отҡорлоҡ, зирәклекте үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһай. Күп уйындар аҡыл ғына түгел, шулай уҡ ихтыяр көсөн: ойошҡанлыҡты, сыҙамлыҡты, уйын ҡағиҙәләренә буйһона белеүҙе талап итә.

Иң мөһиме, уйындың етди, көсөргәнешле хеҙмәт менән тәбиғи рәүештә берләшеүе, уның уҡыуҙан ситкә тартмаҫҡа, ә, киреһенсә, аҡыл эшмәкәрлеген әүҙемләштереүгә булышлыҡ итеүе.

Дидактик уйындарҙы төҙөгәндә уҡыусыларҙың танып белеү активлығын һәм ҡыҙыҡһыныуын арттырыу зарурлығы менән генә түгел, коллективта адекват мөнәсәбәттәр формалаштырыу, уҡыусыларға социаль ролдәрҙе үҙләштерергә ярҙам итеү теләгенә таянып эш итергә кәрәк.


2.3 Дидактик уйындар миҫалдары.




Йомғаҡлау

Уйын аралашырға ярҙам итә, ул тупланған тәжрибәне тапшырырға, яңы белемдәр алырға, ҡылыҡтарға дөрөҫ баһа бирергә, кешенең оҫталығын, уның аңлауын, хәтерен, фекерләү һәләтен, күҙаллау һәләтен, хис-тойғоларын; коллективизм, активлығы, тәртибе, күҙәтеүсәнлеге, иғтибарлылығы кеүек һыҙаттарын үҫтереүгә булышлыҡ итә ала.

Уйын баланың психикаһы үҫешендә бик ҙур әһәмиәткә эйә. Уйындар аңлау һәләте, иғтибарлылығы, хәтере, фекерләү һәләте, ижәди һәләттәре үҫешенә булышлыҡ итә, улар уҡыусының аҡыл үҫешенә йүнәлтелгән.

Френк (1982), балалар өсөн уйын – бер кем дә өйрәтә алмаған нәмәгә өйрәнеү ысулы. Ул реаль тормошта, арауыҡта, ваҡытта, әйберҙәрҙә, кешеләрҙә тикшеренеү һәм ориентирлашыу ысулы. Уйын процесында ҡатнашып балалар беҙҙең символик донъяла – мәғәнәләр һәм ҡиммәттәр донъяһында йәшәргә өйрәнәләр.

Уҡытыусының маҡсаты баланың актив танып белеү эшмәкәрлегенә ынтылышын тормошҡа ашырырлыҡ педагогик ситуацияларҙы тыуҙырыуҙа тора. Уҡытыусы балаларға программа материалын эфектив һәм сифатлы итеп үҙләштерергә мөмкинлек биргән уҡыу-уҡытыу процесын туҡтауһыҙ камиллаштырырға тейеш. Шунлыҡтан дәрестәрҙә дидактик уйындарҙың уйын элементтарын дәрестәрҙә ҡулланыу бик мөһим.

Тикшеренеүҙең төп маҡсатына ирештек. Маҡсаттарға өлгәштек. Ошо нигеҙҙә түбәндәге һығымтаны яһарға мөмкин:

  • Дидактик уйындар уҡыу-уҡытыу процесында мөһим роль уйнай. Башҡорт телен дәүләт телен булараҡ өйрәнгәндә дәрестәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн бигерәк тә мөһим.






Ҡулланылған әҙәбиәт


1. Лендрет Г.Л. «Игровая терапия: искусство отношений.» -М.,1994.

2. Леонтьев А.Н. «Психологические основы дошкольной игры». - М., 1980.

3. Выготский Л. С. «Игра и ее роль в психическом развитии ребенка». Вопросы психологии,1966.—№6. с.46.

4.. Газман О.С., Харитонова Н.Е. «В школу - с игрой». - М.,1991.

5. Жуковская Р.И. «Игра и её педагогическое значение» - М., 1975.

6. Сухомлинский В.А. «О воспитании». - М., 1985.

7. Дидактическая игра "Кто сегодня впереди?"/ Е.К. Васин// Школа и производство 2004 №4 с. 64-66.

8. Н.Ю. Губанова//Начальная школа плюс до и после 2006 № 1 с 12-14.

9. О.А. Козлова//Начальная школа 2004 № 11 с. 49-52.




Самые низкие цены на курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации!

Предлагаем учителям воспользоваться 50% скидкой при обучении по программам профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок".

Начало обучения ближайших групп: 18 января и 25 января. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (20% в начале обучения и 80% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru/kursy

Автор
Дата добавления 03.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Статьи
Просмотров52
Номер материала ДБ-316728
Получить свидетельство о публикации

УЖЕ ЧЕРЕЗ 10 МИНУТ ВЫ МОЖЕТЕ ПОЛУЧИТЬ ДИПЛОМ

от проекта "Инфоурок" с указанием данных образовательной лицензии, что важно при прохождении аттестации.

Если Вы учитель или воспитатель, то можете прямо сейчас получить документ, подтверждающий Ваши профессиональные компетенции. Выдаваемые дипломы и сертификаты помогут Вам наполнить собственное портфолио и успешно пройти аттестацию.

Список всех тестов можно посмотреть тут - https://infourok.ru/tests


Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх