Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Доклад "ДӘРЕСТӘРҘӘ ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИЯ ПРИНЦИПТАРЫН ҠУЛЛАНЫУ"

Доклад "ДӘРЕСТӘРҘӘ ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИЯ ПРИНЦИПТАРЫН ҠУЛЛАНЫУ"



Осталось всего 4 дня приёма заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:


hello_html_m62a8dc51.gifhello_html_m218e9fcb.gifhello_html_m4b2dd728.gifhello_html_mf4fb56e.gifhello_html_5410d00e.gifhello_html_m1e58be6e.gifБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН БҮЗДӘК РАЙОНЫ

МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ МУНИЦИПАЛЬ ҠАҘНА УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

ИҪКЕ БОҒАҘЫ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ











ДОКЛАД ТЕМАҺЫ:

ДӘРЕСТӘРҘӘ ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИЯ ПРИНЦИПТАРЫН ҠУЛЛАНЫУ
































Лингвокультурология тураһында төшөнсә


Һәр яңы дәүер кешелектең тормош-көнкүрешенә, эшенә үҙенең яңы бурыстарын йөкмәтә, яңылыҡтарын индерә. Үҙ дәүеренә ҡарап, кеше уҡымышлы, көслө рухлы, мәҙәниәтле булырға тейеш. Бөгөнгө көндә күптәр бер нисә телдә иркен һөйләшә ала. Быға иң асыҡ миҫал итеп Рәсәй халҡын алырға була. Рәсәйҙә милли телдәрдәүләт яғынан яҡлау тапҡан. Был үҙ нәтижәһендә ошо телдәрҙең Ер йөҙөнән юғалмауына бер аҙым. Рәсәй тигән ҙур территориялы илдә башҡорт ерҙәре халыҡ-ара дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ өлгөһө булып тора. Суверенитет хаҡында Декларация ҡабул итеү Башҡортостандың политик һәм экономик яҡтан алға китеүенә, милли мәҙәниәттең һәм телдәрҙең үҫеүенә ҙур этәргес булды. Был йәһәттән мәғариф системаһы ныҡ ҙур роль уйнай. Телдәрҙе яҡлау, һаҡлап ҡалыу маҡсатынан ҡабул ителгән төрлө закондар, программалар илдә туған телдә дәреслектәр, китаптар баҫтырыу, фольклорҙы тергеҙеүгә, мәктәптәрҙең уҡыу-уҡытыу, материал-техник базаларын үҫтереүгә ҙур этәргес булды.

Хәҙерге заман мәктәптәренә ҡуйылған талап буйынса, уҡыусы һәр тарафта киң ҡарашлы, уҡымышлы булырға тейеш. Ә уҡыусыны уҡымышлы итеүҙең берҙән- бер ҡоралы ул – тел.Тел – кешенең аралашыу ҡоралы. Уның ярҙамында үҙенең уй-фекерен белдерә, быуаттар буйына йыйылып килгән милли мәҙәниәтен, тарихын донъя кимәленәсә күтәрә. Ләкин һәр милләттең мәҙәниәтен тулы кимәлдә өйрәнеү мөмкин түгел, сөнки донъя халыҡтарының мәҙәни байлығы шул тиклем күп һәм төрлө. Ә шулай ҙа үҙен белемле һанаған кеше һәр милләттең мәҙәниәтен өлөшләтә белергә тейеш.

Тел һәм мәҙәниәт бер-береһе менән тығыҙ бәйләнешле дөйөм тарихи-ижтимағи күренеш. Мәҙәниәт – быуындан-быуынға тапшырыла килеүсе, телдә,коллектив һәм индивидуаль аңда һаҡланыусы ҡиммәттәр системаһы ул. Ғалимдар раҫлауынса, тел – этник һәм мәҙәни аңдың ойоштороусыһы, уның семиотик системаһы. Шулай булғас,тел һәм мәҙәниәттең үҙ-ара бәйләнешен, конкрет телдең мәҙәни ҡиммәттәрен тулы кимәлдә сағылдыра алырҙай фән өлкәһен лингвокультурология тип атау мотлаҡтыр. Лингвокультурология – лингвистиканың һуңғы осорҙа барлыҡҡа килгән тармағы, асылда ул милли тел менән этник мәҙәниәтте бер бөтөн күренеш итеп өйрәнеүсе өлкә. Шуныһы мөһим: лингвокультурология йәнле коммуникатив процесты, тел һәм мәҙәниәтте уларҙың синхронияһында өйрәнә. Тимәк, лингвокультурологияның методологияһы, беренсе сиратта, түбәндәгеләр менән билдәләнә:

1)мәҙәниәт – тел кеүек үк, кешенең объектив донъяны ҡабул итеү ысулы;

2)тел һәм этник мәҙәниәт – бер-береһенән айырылғыһыҙ күренеш;

3)телдең лексик байлығы – теге йәки был халыҡтың мәҙәниәтен саҡылдырыусы уникаль күренеш.

Шуныһы мөһим: лингвокультурология Рәсәй мәғариф системаһында барған үҙгәрештәр, лингводидактиканың заманса алымдарға, концепцияларға нигеҙләнгән дәүерендә айырыуса актуаль. Әйтәйек,башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль стандарттарында: “Туған телдәрҙе өйрәнеү уҡыусыларҙың тел компетентлығын, коммуникатив, диалогик, монологик телмәр һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Туған телдә уҡыу барышында уларҙың телмәре,мәҙәнилеге,туған тел менән ҡыҙыҡһыныуы, традицияларға һаҡсыл ҡарашы формалаша”, тиелгән.


Дәрестәрҙә лингвокультурология принциптарын ҡулланыу

Уҙған быуаттың күренекле телсеһе Фердинанд де Соссюр лингвистиканың мөһим мәсьәләләренең береһе – уның тәбиғәтен һәм сиктәрен аныҡ билдәләү тигән. Тел ғилемендә оҙаҡ йылдар йәшәп килгән “соссюриан” йүнәлеше шарртлы рәүештә тел сиктәрен “тел телдең үҙе өсөн” рамкаларына индерә,йәғни тел фәҡәт лингвистиканың тикшеренең объектына әүерелә. Ә Е.С.Кубрякова раҫлауынса, хәҙерге лингвистика ҡәтғи рамкалар сиктәренән сыҡты, уның төп алымы тел һәм кеше, шәхес менән характерлана.Донъя һәм илебеҙ лингвистикаһында һуңғы осорҙа барлыҡҡа килгән фәнни мәктәптәр, уларҙың төрлө тикшеренеүҙәре, асылда, үрҙә әйтелгән күренештәргә бәйле. Төркиәттә ғилми йүнәлештәрҙең яңы йүнәлеш сиктәрендә үҙгәрә барыуы күҙгә ташлана. Академик М.В.Зәйнуллин, профессор Л.М. Зәйнуллина үҙ эштәрендә лингвокультурологияның теоретик һәм методологик нигеҙҙәрен бик ваҡытлы һәм уңышлы яҡтыртты.

Алда әйтелгәнсә, лингвокультурология статусына, предметына һәм методтарына ҡарата ҡабул ителгән уртаҡ фекерҙәр,билдәләмәләр юҡ. Лингвокультурология – мәҙәниәт һәм филология сиктәрендәге фәнни дисциплина. Уның тикшереү объекты булып һөйләү процесында мәҙәниәт һәм телдең бер-береһе менән айырылғыһыҙ бәйләнеше һәм тәьҫир итешеүе һанала. Ошо бер нисә фундаменталь фән – лингвистика һәм культурология, этнография һәм психолингвистика сиктәрендә урынлаша. Ғалимдар, лингвокультурологияның төп өйрәнеү берәмектәре – фольклорҙа, һөйләштә ҡулланылған һүҙҙәр, фразеологизмдар, мәҡәлдәр,әйтемдәр, ә методтарына һүрәтләү һәм классификациялар, тексҡа лингвокультурологик анализ,тип билдәләй.

Бөгөнгө көндә милли мәсьәләләр бик актуаль булғанда, туған телдәрҙең сағыу биҙәктәрен бала күңеленә түкмәй-сәсмәй еткереү өсөн ниндәйҙер бер дөрөҫ юлды һайлау мотлаҡ. Ошонан сығып туған телдәр уҡытыусылары үҙҙәренә маҡсат һәм бурыстар ҡуя. Өҫтә әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, дәрестәрҙә түбәндәге маҡсаттарға ирешергә була: башҡорт теле дәрестәрендә, башҡорт теле менән бер рәттән, башҡа телдәргә ихтирам тәрбиәләү; Тыуған илгә, ергә һөйөү тәрбиәләү.

Ә был маҡсаттарға төрлө юлдар менән ирешергә мөмкин: ниндәйҙер грамматик материалдар өйрәнгәндә, дидактик материалдарҙа Тыуған ил, ер, тел тураһында мәғлүмәттәр, шулай уҡ тыуған ауыл, ауылдан сыҡҡан күренекле кешеләр тураһында мәғлүмәттәр ҡулланыу, Башҡортостандың күп милләтле республика булараҡ туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләрен аңлатыу, төрлө милләттәрҙең үҙ-ара ныҡлы дуҫлығының мәҙәни һәм телмәр бәйләнешен аңлатыу.

Ниндәй генә халыҡтың телен өйрәнһәк тә, беҙ уны шул халыҡтың мәҙәниәте аша тулыраҡ аңлайбыҙ. Шуның өсөн телде мәҙәниәтһеҙ өйрәнеү мөмкин түгел. Мәҙәниәт менән телдең үҙ-ара бәйләнешен, бер-береһенә йоғонтоһон өйрәнеү – лингвокультурологияның төп принцибы. Әлбиттә, башҡорт телен өйрәнеү ошо принципҡа таянып эшләнә. Ләкин башҡорт телендә лингвокультурология яңы ғына нығынып килеүсе фән өлкәһе. Б телен өйрәнеү (дәүләт теле булараҡ та) был тармаҡты үҫтерер тигән өмөт бар, сөнки туған телде өйрәнеү – донъяны танып белеү, халыҡтың быуаттар буйына йыйылып килгән ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә, уларҙы быуындан быуынға тапшырыу, һаҡлауға берҙән-бер асҡыс булып тора.

Әлбиттә, башҡорт теле дәрестәрендә лингвокультурология принциптарын тулыһынса ҡулланыу бик ауыр, мөмкин дә түгел. Ә шулай ҙа бер нисә миҫал килтереп китергә мөмкин. Мәҫәлән, “Исем” темаһын үткәндә, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәргә аңлатма бирелә. Дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн балалрҙан үҙ исемдәренең аңлатмаларын һорарға мөмкин. Ә ҙә белмәһәләр, Т.Кусимованың “Башҡорт исемдәре” китабын ярҙамға алырға була. Өй эшенә ғаилә ағзаларының исемдәренә аңлатма яҙып килергә бирергә мөмкин. Ә инде уртаҡлыҡ исемдәргә миҫалдар ҡарағанд, ырымларҙан алынған һүҙҙәргә аңлатма бирергә мөмкин. Бының өсөн уҡыусылар алдан өйҙә ырымдар яҙып алып килә. Мәҫәлән, төнгә ҡарай һыйыр ағын биргәндә, өҫтөнә ҡором һалып бирергә кәрәк. Был ырымда һыйыр ағы тигән һүҙбәйләнешкә аңлатма бирелә. Бындай эштәрҙе, әлбиттә, мәҡәлдәрҙә лә ҡулланып була.Шулай уҡ “Башҡорт аштары” тигән теманы үткәндәһәр ашамлыҡҡа аңлатма бирелә. Миҫалға һалма һәм туҡмасты алырға мөмкин. Нимә менән айырыла һуң улар, нисек эшләнә,әлеге көндә ҡулланабыҙбы – бына ошоларҙың барыһын да асыҡлайбыҙ. Бында инде Р.Дәүләтбаеваның “Лингвокультурология һүҙлеге” ярҙамға килә.

Алда әйтеп үтелгәнсә лингвокультурологияның методик алымының бер төрө булып лингвокультурологик анализ тора. Был анализды әҫәрҙәр уҡығанда ла ҡулланып була. Миҫалға М.Аҡмулла ижадындағы архаизмдарға, Р.Бикбаевтың “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһында инверсия күренешенә аңлатма биреп китергә мөмкин.

Төрлө милли байрамдар ойоштороу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. ”Ҡышҡы һәм йәйге Нардуған”,”Ҡарға бутҡаһы”, “Ҡар һыуына барыу” кеүегерәк байрамдарҙы үткәрер алдынан был хаҡта мәғлүмәт туплана: төрлө китаптар аша, оло быуын вәкилдәре менән аралашып, килеп сығыу тарихын белешеү. Был эш эшләнгәс, яуаплы класс менән сценарий төҙөлә, ролдәр бүленә. Кисәләр ҡыҙыҡлы үтһен өсөн ата-әсәләрҙе лә саҡырырға мөмкин.

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың лингвокультурологик компетентлыҡтарын формалаштырыу юлдары


Һуңғы йылдарҙа тел дәрестәрендә тел шәхесе тәрбиәләү мөһимлеге, уҡыусыларҙа айырым төр компетентлыҡтар формалаштырыу юлдары тураһында дөйөм тел методикаһы фәнендә байтаҡ хеҙмәттәр донъя күрҙе.

Системалы рәүештә тел шәхесе тәрбиәләү дүрт төрлө (коммуникатив,лингвистик,тел, лингвокультурологик) компетентлыҡ формалаштырыу аша заман тел дәрестәрендә уңышлы тормошҡа ашырылыу юлдарының теоретик нигеҙҙәре яңы быуат дәреслектәре аша бара. Башҡорт телен уҡытыу методикаһында уҡыусыларҙың лингвокультурологик компетентлыҡтарын формалаштырыу мәсьәләһен проофессор Д. С.Тикеев, М.И.Баһаутдинова хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан.

Телебеҙҙә халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тарихы, йолалары һәм менталитеты сағылыш тапҡан. Лингвокультологик йүнәлештәге уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда йолаларҙа, көндәлек тормошта, мәҙәниәттә, әҙәбиәттә сағылыш тапҡан туған телдең милли үҙенсәлеген иҫәпкә алырға кәрәк. Туған телде өйрәнеп, уҡыусылар уның лексик һәм грамматик байлығын, образлылығын, тасуирлығын, матурлығын үҙләштерә.

Башҡорт телен уҡытыуҙың лингвокультурологик аспекты эсенә милли-мәҙәни аспекттағы лексика, телмәр этикеты, фольклор өлгөләре, тел берәмектәре, донъя тел картинаһы алынырға тейеш.

Лингвокультурологияның үҙәгендә тел һәм мәҙәниәтте өйрәнеүсе, үҙенең фонлы белеме, әҙәп-әхлаҡ нормалары менән билдәле мәҙәниәттең вәкиле булған кеше тора.

Тел шәхесе моделен Ю.Н.Караулов түбәндәге өс кимәлгә бүлеп билдәләй: вербаль-семантик, ошо телде йөрөтөүсе,аралашыусы шәхес тәрбиәләү; когнитив, уның берәмектәре иһәтөркөмсәләр,концептар һәм ошо телдә аралашыусы кеше аңында сағыштырмаса формалашҡан, үҫеш ҡанундарын сағылдырған “донъя картинаһы” формалаштырыу; прагматик кимәл маҡсат,мотив, ҡыҙыҡһыныуҙарҙы үҙ эсенә ала һәм телмәр эшмәкәрлеге баһаһынан донъя кимәленә сыға ла һәр һүҙҙә халыҡтың күп яҡлы бай тормошоноң быуаттар буйы тупланған донъяуи ҡиммәттәрҙең бер сағылышы итеп күрһәтеү мөмкинлегенә эйә була. Тимәк әсә теле дәрестәрендә юғары кимәлдәге тел шәхесе тәрбиәләүҙә башҡа төр компетентлыҡтар менән бер рәттән лингвокультурологик компетентлыҡ формалаштырыу оло әһәмиәткә эйә. Лингвокультурологик компетентлыҡ телде һәм культураны бергә өйрәтеү, телде культураның бер хазинаһы итеп ҡарауҙы, уны грамматик итеп кенә түгел, ә халыҡтың рухи байлығы, һүҙ һәм тексты культура берәмектәре итеп өйрәтеүҙе, телде культура менән берлектә үҫеш динамикаһында күрһәтеүҙе, телмәр культураһы нескәлектәрен төшөндөрөүҙе лә үҙ эсенә ала. Телдең барлыҡ бүлектәрен өйрәткәндә лә был йүнәлештә төрлө яҡлап эш алып барырға мөмкин. Лексик берәмектәрҙе өйрәткәндә һүҙҙе төшөнсә концепт булараҡ тикшереү, төрлө һүҙлектәрҙән мәғәнәләрен асыҡлау, лексик күҙлектән анализлау, эквивалентһыҙ лексиканы байҡау һ.б.; һүҙ төркөмдәрен өйрәнгәндә иһә теге йәки был һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙең мәғәнәһен аңлау, төплө тикшереү аша телде тойоу, һиҙемләү тойғоларын үҫтереү, стилистикала, мәҫәлән, телмәр культураһын күтәреү өҫтөндә эшләү һәм башҡа мөмкинлектәрҙе айырып күрһәтергә мөмкин. Синтаксис бүлеге уҡыусыларҙың телмәр ҡеүәләрен, гоамоталылыҡ һәләттәрен үҫтереүҙә лә ҙур әһәмиәткә эйә. 6-сы класс “Башҡорт теле” дәрестәрендә (дәреслек авторҙары Вилданов Х.Ә , Хажин В.И) уҡыусыларҙың лингвокультурологик компетентлығын формалаштырыу буйынса эштәрҙе түбәндәгесә ойошторорға мөмкин.

  1. Башҡортостан, уның ҡалалары, райондары, тарихи урындары тураһында, тарихи шәхестәре(С. Юлаев, З.Вәлиди ), рәссамдары, яҙыусылары, композиторҙары хаҡындағы текстар өҫтөндә эш. Текст менән эшләгәндә айырым концепттар менән эшләү мөмкинлеге уҡыусыларҙы һүҙлектәр, башҡа сығанаҡтар менән эшләргә өйрәтә. Тыуған ер, һыу,яҡшы-яман һәм башҡа күп төрлө һүҙҙәрҙе биш төрлө күҙлектән сығып билдәләргә мөмкинлектәр бар:

  • Минең был һүҙ менән бәйле уйҙарым

  • Иптәштәремдең уйҙарын белеү һәм сағыштырыу

  • Һүҙҙең портреты(һүҙлектәрҙә бирелеше)

  • Халыҡ аҡылында был һүҙҙең урыны

  • Һүҙҙең текстағы сағылышы

Бындай эш төрҙәре уҡыусыларға айырым һүҙҙең күп яҡлы икәнлеген, уның мәғәнә нескәлектәрен, тел байлығын үҫтереү, халыҡ аңында, культураһында был һүҙҙең урынын асыҡлау кеүек бурыстарҙы ыңғай хәл итергә булышлыҡ итәсәк.

  1. Дәреслектә бирелгән батырҙар хаҡында текстар менән бер рәттән рәссамдар төшөргөн картиналар буйынса эштәр ойоштороу.

Мәҫәлән, В.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы буйынса эште түбәндәгесә ойошторорға мөмкин:

  • С.Юлаев хаҡында презентация ҡарап үтеү

  • Дәүерҙәге халыҡтың йәшәйеше хаҡында әңгәмә

  • Башҡорт батырҙары хаҡында һөйләшеү

  • Рәссамдың ҡыҫҡаса биографияһы менән танышыу

  • А.Биҡсуриндың “Салауат” тип исемләнгән ҡурай моңо аҫтында картина менән танышыу. , нимәләр һүрәтләнеүен,жанрын,ниндәй төҫтәр өҫтөнлөк итеүен, кешеләрҙең йөҙ-сырайҙарының һүрәтләнешен, ниндәй кешеләр төшөрөлөүен, ниндәй мәҡәл-әйтем ҡулланырға булыуын асыҡлау

  • Картина буйынса бергәләп план төҙөү һәм инша яҙырға әҙерләнеү.

  1. Тарихи факттар сағылыш тапҡан фразеологизмдар менән эшләү. Был осраҡта тик башҡорт теленә генә хас фразеологизмдарҙы табыу, мәғәнәләрен асыҡлау, рус теле менән лексик составы өлөшләтә тура килгән фразеологизмдар менән эшләүҙе ойошторорға мөмкин. Шулай уҡ күп мәғәнәле фразеологизмдарҙы асыҡлау ҙа уҡыусыларҙа телмәр байлығын арттырыуҙа, уларҙа һүҙҙең ҡәҙерен белергә, һаҡларға, бәҫен асыҡларға булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, аҡты ҡаранан айырыу – беренсенән, аҙмы-күпме грамоталы булыу, икенсенән, тормош күреү, кешеләрҙе айыра белеү; баш ҡалҡытыу – 1) ауырыу, сирҙән һауығыу, 2) яуға сығыу

  2. Уҡыусылар төҙөгән һөйләмдәр, текстар, диалогтар өҫтөндә эш. Ү төҙөгән текстарында аң кимәлдәре, донъяны танып белеү һәләттәре, ҡыҙыҡһыныуҙары, борсолоуҙары сағыла. 6-сы класс уҡыусылары грамматика менән танышыу барышында төрлө темаларға диалогтар төҙөйҙәр, культураның бай хазинаһы булған тел сараларының мөмкинлектәрен, мәғәнәләрен асыҡлайҙар.

Уҡ грамматикаға өйрәтеүҙә мәҡәл, әйтем, йомаҡтарҙың, айырым авторҙарҙың ижад өлгөләре уҡыусыларҙың лигвокультурологик компетентлыҡтарын үҫтереүҙә уңышлы ҡулланырға була.

Башҡорт теле төрки телдәргә ҡарай. Үҙенең тамырҙары менән боронғо төрки яҙма ҡомартҡыоары теленә барып тоташа. Төрки телдә һөйләшеүсе халыҡтарҙың 6-сы быуатта уҡ әле әҙәби яҙма теле була. Мәҫәлән, Орхон- Йәнәсәй ҡомартҡыларын ғына алайыҡ. Уртаҡ әҙәби яҙма телдәре – уйғыр, ислам динен ҡабул иткәс, ғәрәп графикаһына нигеҙләнгән яҙма тел. Былар бөтәһе лә һүҙҙәрҙең гоамматик төҙөлөшөндә лә, һүҙлек составында ла, тарихи яҡтан да уртаҡ сифаттары булыуҙы һөйләй. Лексика бүлеген үткәндә уҡыусыларға фарсы, ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе айырып күрһәткәндә, ҡыҙыҡһынып тыңлай. Был иһә башҡорт теле дәрестәрен ҡыҙыҡлы итеп ойошторорға ярҙам итһә, икенсе яҡтан балала теге йәки был төшөнсәнең килеп сығыуын өйрәнеүгә , эҙләнеү эшенә теләк уята. Һөҙөмтәлә ҡәрҙәш телдәрҙең һыҙаттары аша башҡа төрки халыҡтарҙың мәҙәниәте, тарихы, әҙәбиәте менән танышыу һәм логик фекерләү эше уҡыусыға һиҙҙермәй генә ойошторола, башҡорт теленең бәҫе арта. Тел күренештәрен, лексикаһын, эске закондарын, әҙәбиәт дәрестәрен башҡа телдәр менән сағыштырып, йә йәнәш ҡуйып уртаҡ, айырмалы яҡтарын табып өйрәтеү бала зиһенен, фекерләү һәләтен, өйрәнеү теләген көсәйтә. Һүҙҙең телмәрҙәге ҡулланышын өйрәнгәндә, уның тулы семантик структураһын асыҡлау өсөн, теге йәки был халыҡтың мәҙәниәтен генә түгел, ә йәшәйешен, уның тормош-көнкүрешенең тарихи яҡтан үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Миҫалға, Ғ.Хөсәйеновтың “Алдар батыр ҡиссаһы”н өйрәнгәндә, уҡыусыны шул осорға төшөрөп, хис-тойғолар уятып, әҫәрҙең йөкмәткеһен, авторҙың ни әйтергә теләгәнен аңлатырға мөмкин.

Лингвокультурологик компетентлыҡты үҫтереүгә тағы бер нисә миҫал ҡарап үтергә була. 9-сы класта (дәреслек авторҙары Д.С.Тикеев, Ф.Ә.Хөснөтдинова) М.Аҡмулла ижады бирелгән. М.Аҡмулла ижадында архаизмдар бирелеше бик күп осрай. Архаизмдар тип хәҙерге башҡорт телендә иҫкергән, ҡулланылмай йәки стилистик маҡсаттарҙа ғына ҡулланыла торған һүҙҙәргә әйтәләр. Архаизмдар атаған күренештәр,билдәләр,эш-хәрәкәттәр юғалмаған, бары тик уларҙың иҫке атамалары ғына ҡулланылмай. Ниндәйҙер бер тарихы осорҙо күҙ алдына баҫтырыуҙа шул осорҙа ҡулланылған архаизмдарҙың әһәмиәте ҙур. М.Аҡмулланың әҫәрҙәрендә ғәрәп, фарсы, төрөк, ҡаҙаҡ телдәренән ингән һүҙҙәр йыш осрай. Мәҫәлән, “Нәсихәттәр” шиғырында ҡираәт,вөжүб башҡа шиғырҙарынан да күп кенә миҫалдар килтерергә була. Был һүҙҙәрҙең күбеһе дини лексикаға ҡарай, шулай уҡ тормош-көнкүреш, ғәскәр, холоҡ-фиғелгә бәйләнешле һүҙҙәр ҙә осратырға мөмкин. Был архаизмдар шағирға әҫәрҙәрен бай йөкмәткеле итеү өсөн кәрәклеген асыҡлвныҡ. Әлбиттә,архаизмдар стилистик маҡсатта әҙәби телдә ҡулланылып, әҫәр телен уҡыуҙы сағыштырмаса ауырлаштырһалар ҙа, осор ысынбарлығын һүрәтләүҙә, персонаждар диалогын характерлауҙа ҙур роль уйнайҙар. Дәрестә лингвокультурологик анализ менән бер рәттән уҡыусыларға ошоларҙы аңлатыу мотлаҡ.

8-се класта Р.Камалдың “Таня-Таңһылыу” тигән сентементаль романынан өҙөктәр менән танышабыҙ. Романды уҡып сыҡҡас, хаттар стиленә туҡталып китергә мөмкин. “Хаттар стиле, белеүебеҙсә, боронғо замандарҙан уҡ кешеләрҙең аралашыу юлы булып торған. Уның традицион нығынған формаһы бар: үҙенсәлекле башы, уртаһы һәм тамамланышы була. Хат төрөнә ҡарап, һәр бүлектең үҙенсәлеге бар. Хаттарҙы рәсми һәм шәхси хаттарға бүлергә мөмкин. Рәсми хаттар төрлө учреждениеларға,ойошма исеменә яҙыла. Ә шәхси хаттар - кешеләрҙең бер-береһенә яҙған хаттары. Һәр төр хаттарҙың яҙылыу нормалары бар. Шәхси хаттарҙы бер нисә төргә бүлеп ҡарарға мөмкин.

Шәхси хаттар



Күренекле шәхестәр тормош-көнкүреш рәхмәт

араһындағы хаттар хаттары туғанлыҡ дуҫлыҡ мөхәббәт хаттары

хаттары хаттары хаттары



Хат яҙыу – һуңғы арала онотолоп барған күренеш. Ә шулай ҙа классик хат өлгөһөн беҙ смс-хәбәрҙә күрәбеҙ.” Бына ошондайыраҡ мәғлүмәт биреп китеү, өйҙә хат яҙып килергә ҡушыу дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыр ине.Мәғрифәтсе- шағир М.Аҡмулла әйтеүенсә:

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк,

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк!”

Уҡытыусылар йәш быуынды халҡыбыҙҙың рухи мираҫына ылыҡтырыу, рухи, мәҙәни ҡиммәттәребеҙгә һаҡсыл һәм аңлы ҡараш, Тыуған илгә һөйөү, халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатына ирешергә тейеш. Ә дәрестәрҙә лингвокультурология принциптарын ҡулланыу – ошо маҡсаттарға ирешеүгә тағы бер юл.

Тел, психологтар билдәләүенсә, ер йөҙөндә йәшәүсе һәр кеше өсөн төп аралашыу сараһы. Тел айырым шәхестең генә түгел, тотош милләттең йөҙөн билдәләй.

Тел һәм мәҙәниәтте бер бөтөн итеп өйрәнеү – белемле, тәрбиәле кешене үҫтереү ул. Мәҙәниәт бит кейенеү менән бер рәттән аралашыуҙы ла үҙ эсенә ала. Шулай булғас, телмәрҙең һәр формаһы “телмәр мәҙәниәте” тигән төшөнсәгә тап килергә тейеш. Теленә, телмәр мәҙәниәтенә ҡарап, кешенең дөйөм мәҙәниәтлелеге тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин. Һәйбәт телмәр ике төп талапҡа яуап бирә – дөрөҫлөк һәм тасуирлыҡ. Америка ғаиләләрендә шундай ҡыҙыҡлы, әммә фәһемле бер хәл күҙәтелә: бала насар, тупаҫ һүҙҙәр отоп инеп, мәғәнәһен ата-әсәһенән һораһа, тегеләр, әлбиттә, аңлатма бирәләр, ләкин һуңынан балаға ауҙын һабын менән йыуырға ҡушалар. Был яза биреү түгел, гигиена ҡағиҙәләрен үтәү генә, сөнки тупаҫ, насар һүҙҙәр аңды, күңелде, ҡолаҡты һәм улар әйткән ауыҙҙы бысрата...

Беҙҙең балалрҙың телмәре лә, ана шундай аңды томалар, телмәребеҙҙе тупаҫландырыр һүҙҙәрҙән арынып, халҡыбыҙҙың милли һыҙатын сағылдырыр мәҡәл-әйтемдәргә, тапҡыр һүҙҙәргә, фразеологизмдарға бай булһын. Ә уға нигеҙ ғаиләлә һалына, сөнки борон-борондан әсә һөтө, әсә наҙы, әсә хәстәрлеге менән туған тел саралары ярҙамында бала күңеленә тормош һабаҡтары бирелеп килгән. Кешене әҙәп, әхлаҡ камиллығына, йәшәү үрнәктәренә туған телмәр өйрәтә. Уның шулай икәнен халыҡ педагогикаһы, халыҡ аңы элек-электән белгән.

Тел мәҙәниәттең барлыҡҡа килеү ҡоралы,үҫеүе һәм һаҡланыуы, уның төҙөлөшө лә булып тора. Ә мәҙәниәт – халҡыбыҙҙың үҙ-үҙен генетик яҡтан һаҡлай торған ҡалҡан. Шуға күрә лә белем биреүҙең, туған телдәрҙе уҡытыуҙың бөгөнгө шарттарында лингвокультурологик аспект – заман талабы ул. Ул, беренсенән, яңы ғилми парагдигма – фәндә “кеше факторы” менән билдәләнһә, икенсенән,милли-региональ компонентты һаҡлау, үҫтереү,камиллаштырыу шартында, үҙ телен, халҡының бай этник традицияларын яҡшы үҙләштергән, уны һаҡлаған шәхес үҫтереү менән тығыҙ бәйләнгән. Тормошобоҙҙа күҙгә күренеп тел мәҙәниәте аҡһаған, глобалләшәшеү арҡаһында туған телдәрҙә сит-ят рухлы һүҙҙәрҙең бермә-бер артҡан осоронда лингвокультурология баһалап бөткөһөҙ роль уйнай.













Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт телен уҡытыу методикаһы. - Өфө, 2011

  2. Дәүләтбаева Р. Лингвокультурология һүҙлеге. -Өфө,2007

  3. Зайнуллин М.В., Зайнуллина Л.М. Общие проблемы лингвокультурологии. - Уфа:РИЦ БашГУ,2008

  4. Зинченко В.Г., Зусман В.Г. Словарь по межкультурной коммуникации. - Москва: Флинта: Наука, 2010

  5. Интернет-ресурсы

  6. Караулов Ю.Н. Русский язык и языковая личность. - Москва,2006

  7. Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теле.- Өфө,1966

  8. Кошарная С.А. Миф и язык: опыт лингвокультурологической реконструкции русской мифологической картины мира. - Белгород,2002

  9. Кусимова Т.Х. Башкирские имена. - Уфа,2005

  10. Лихачев Д.С. Культура как целостная динамическая система. - Вестник РАН,1994,№ 8

  11. Санъяров Ф.Б. Башҡорт телен лингвокультурологик аспектта уҡытыу. -Башҡортостан уҡытыусыһы,2013 №2

  12. Саяхова Л.Х. Концепция лингвокультурологического образования по русскому языку и учебники нового поколения. - Уфа, 2006

  13. Сәйетбатталов Ғ.Ғ.Башҡорт теле,6-сы том. Стилистика. - Өфө:Китап2010

  14. Сәмситова Л.Х. Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары. -Өфө,2010

  15. Тикеев Д.С., Хөснөтдинова Ф.Ә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. 8,9-сы класс өсөн дәреслек. - Өфө:Китап 2007

  16. Ураҡсин З.Ғ. Башҡортса-русса фразеологик һүҙлек. - Өфө,1973

  17. Усманова М.Г. Башҡортса-русса синонимдар һүҙлеге. - Өфө:Китап 2010

  18. Хажин В.И. Беҙҙе яҡлар, һаҡлар ул. - Киске Өфө. 201№6

  19. Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. - Өфө,2000









Ҡушымта

H:\DCIM\101D3100\DSC_0414.JPG



H:\DCIM\101D3100\DSC_0418.JPG





H:\DCIM\101D3100\DSC_0420.JPG

H:\DCIM\101D3100\DSC_0423.JPG

H:\DCIM\101D3100\DSC_0425.JPG

H:\DCIM\101D3100\DSC_0424.JPG

H:\DCIM\101D3100\DSC_0426.JPG



57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 14.10.2015
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров444
Номер материала ДВ-061296
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх