Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Другие методич. материалы / Доклад на родительском собрании на тему:"Взаимодействие школы и родителей"

Доклад на родительском собрании на тему:"Взаимодействие школы и родителей"


До 7 декабря продлён приём заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)

  • Начальные классы

Поделитесь материалом с коллегами:

Тәрбиәлә халыҡ педагогикаһы алымдары

(Ата-әсәләр йыйылышына доклад)


«Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ тигән әйтем бар халыҡта. Йәш ғаиләнең йортон нурға күмеп, сабый донъяға килә. Баланы табыу һөнәр түгел, бағыу һөнәр икәнен оноторға ярамай. Шуға бәйле бер хикәйәт тә бар. Атаһы балаһманға дуҫ булма, улым. Ул һине тик боҙоҡлоҡҡа өйрәтер. Мине хәсрәткә һалырһың»,-ти. Улы: «Юҡ, мин һине һис борсолдормам. Иптәштәремдең яман икәнлеген беләм, әммә улар минең арҡамда төҙәлерҙәр», - тип яуап биргән. Атаһы: «Уйың хаҡмы икән, әйҙә, тикшереп ҡарайыҡ», - тигән һәм кәрзиндәге бешкән, һутлы алмалар эргәһенә Бер серек алма һалған. Бер аҙнанан һуң кәрзиндәге алманың яртыһы серегәнен күргәндәр. Шул саҡ атаһы улына: күрҙеңме, улым? Алама холоҡло кешеләргә эйәрһәң, һин дә ошолай боҙолорһоң», - тигән.

Йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләү өсөн ата-бабаларыбыҙҙың алтын аҡылына, тормош тәжрибәһенә таянып эш итергә кәрәк беҙгә. Күренекле педагог А.С. Макаренко бик күп тикшеренеүҙәр емеше булған «Книга для родителей» китабында былай тип яҙа: «Ғаиләлә һәйбәт балалар тәрбиәләп үҫтерергә теләйһегеҙ икән, ғаиләгеҙ мотлаҡ бәхетле булһын. Үҙегеҙҙең бөтә һәләтегеҙҙе егегеҙ, дуҙтарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы ярҙамға саҡырығыҙ, өҙгөләнегеҙ,янығыҙ, тик, нисек кенә булдһа ла, бәхетле булығыҙ. Ябай, кешесә бәхетле булыу ғына ғаиләлә Баланы бәхетле итә. Тик бәхетле булыу тойғоһо ғына дөрөҫ тәрбиәгә киң юл аса».

Ата-әсәнең бала алдында үтә яуаплы, мотлаҡ үтәлергә тейешле өс төп бурысы бар. Беренсеһе – сабыйға матур, мәғәнәле исем ҡушыу; икенсеһе – баланың кем менән дуҫ булыуына диҡҡәт итеү һәм өсөнсөһө - лайыҡлы ғүмер юлдашы һайлауҙа ярҙам итеү.

Тәрбиәлә эре-ваҡ мәсьәләләр булмай. «Бала уңһа ғына – бала, уңмаһа - бәлә». Балаһын киләсәктә ысын шәхес итеп күрергә теләгән һәр ата-әсә, һис шикһеҙ, түбәндәгеләргә иғтибар итергә тейеш.

1. Бала көнөнөң теүәл режимы - тәрбиә өсөн бик мөһим шарт. Теүәл ваҡытҡа күнегеү - үҙеңә ҡарата теүәл талапсанлыҡ ғәҙәте ул.

2. Гигиена талаптарын үтәргә өйрәтегеҙ, кесе йәштән сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләгеҙ. Ғаилә менән көн дә иртән күнегеүҙәр яһау, тәбиғәттә ял итеүҙе яҡшы традицияға әйләндерегеҙ.

3. Бала тыуғанда ярҙамға мохтаж булып тыуа. Әммә улар иркә, үҙҙәрен генә яратыусы булып тыумайҙар. Уларҙы был хәлгә ата-әсәнең артыҡ яратыуы, наҙы төшөрә. Сабыйҙы артыҡ иркәләтеүҙең дә, кәрәгенән тыш ҡаты ҡуллылыҡ күрһәтеүҙең дә урынһыҙ икәнлеген яҡшы аңлаған ата-бабаларыбыҙ. «Балаңды боҙғоң килһә, маҡта», «Иркә ҡайҙа - иҫәр шунда», «Күп әрләмә - әрһеҙ итерһең, бикләмә - уғры итерһең», «Ҡыҙҙар – ҡыл өҫтөндә, ҡылдан төшкәс – тел өҫтөндә», «Улға – утыҙ ерҙән, ҡыҙға ҡырҡ ерҙән тыйыу» кеүек һүҙҙәргә тәрән мәғәнә һалынған.

4. Бала менән дөрөҫ мөғәмәлә итеү, аралышыуҙа интонация һайлай белеү – ҙур һөнәр. Асыу, ҡысҡырыу, ярһыу, артығынан тыш инәлеүҙең ыңғай һөҙөмтәләргә килтермәүен һәр ғаилә ағзаһының аңлауы мөһим. Һүҙ – бысаҡтан үткер, бала күңелен һүҙ менән яраламағыҙ, уны кәмһетмәгеҙ, киреһенсә, һәр осраҡта үҙ-үҙендә ышаныс тәрбиәләү мөмкинселектәрен эҙләгеҙ.

5. Эш һөйөүсәнлек - шәхестең иң мөһим әхлаҡ сифаттарының береһе. Был сифаттан мәхрүм кеше – рухи яҡтан ғәрип. Хеҙмәткә мөхәббәт бары тик хеҙмәттә генә барлыҡҡа килә. Шуға ла балағыҙҙың көсөнән килгән һәм һәр көн башҡара торған почта индереү, сүп түгеү, иҙән һепереү, һауыт-һаба йыуыу, ҡар көрәү кеүек эштәре булһын. Эш үтәлешен, һөҙөмтәләрен мотлаҡ тикшерегеҙ һәм хуплауҙан ҡурҡмағыҙ.

6. «Кешене белгең килһә, ҡылығына ҡара, баланы белгең килһә, уйынына ҡара» тиҙәр. Бала уйнаған саҡта үҙен нисек тотһа, үҫеп еткәс, эштә лә үҙен ул күп яҡтан шулай тотасаҡ. Шуға ла киләсәк эшмәкәрлектең тәрбиәләнеүе, барыһынан да элек, уйын ваҡытында бара. Уйын ул - ниндәй ҙә булһа тормош рәүешенә өйрәнеү, шул тормошҡа инеү сараһы булып тора. Тәрбиәлә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә теләйһегеҙ икән, балағыҙҙы уйындар аша файҙалы эштәргә, хеҙмәткә йәлеп итегеҙ.

7. Уҡыу кеүек ауыр бер эш башҡарыусы балаға ярҙам иткәндә уның иреген сикләмәгеҙ, киреһенсә, үҙ-үҙен иркен тоторға булышлыҡ итегеҙ, тыймағыҙ, киреһенсә, хуплағыҙ, үҙегеҙ теләгәнсә бөкмәгеҙ, ә турайып баҫып үҙ юлын табырға ярҙам итегеҙ. Уҡыуҙы ыҙаға әйләндермәгеҙ.

8. Пунктуаль булығыҙ, балағыҙҙы ла шуға өйрәтегеҙ: мәктәпкә һуңламаһын, унан ваҡытында ҡайтһын.

9. Ғәйбәт һүҙ һөйләү – гонаһ. Нахаҡ һүҙ, яла яғыу ҙа кешене ауыр хәлгә ҡалдыра. Бала алдында бер кемде лә яманламағыҙ, унда шул кешегә ҡарата насар ҡараш барлыҡҡа килеүе ихтимал.

10. Туғандар һәм яҡындарҙың бер-береһенә ҡарата яҡшы мөнәсәбәте - күркәм холоҡ, әхлаҡ күрһәткесе. «Ете быуынын белмәгән – етем», «Туғаныңдан биҙмә - тамырың ҡорор», «Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ», «Туғанын хурлаған – дошман ҡулына төшкән» тип, ҡанбабалар был вазифаларға бик яуаплы ҡарарға өйрәткән. Бала нәҫел-нәсәбен белеп, уларҙан татыу йәшәргә өйрәнһен. Дуҫтар, туғандар араһында үпкәләшеүҙәр, шелтәләшеүҙәр булмай тормай, тик төймәләйҙе дөйәләй итеп бер-береңдең йөҙөн йыртышыу, әрепләшеү - тәрбиәле, мәҙәниәтле кеше эше түгел.

11.Киң күңеллелек, кеше тураһында ҡайғыртыусанлыҡ, башҡаларға шатлыҡ килтерергә тырышыу, асыҡ йөҙлөлөк, йомартлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ, әҙәплелек кеүек ыңғай сифаттарға эйә булыусылар – иң бәхетле кешеләрҙер ул.

12. Үҙ ғәйебеңде күрә белеү сифаты һирәк кешегә бирелә, әгәр бирелә икән – был ҙур бәхет, сөнки беленгән ауырыуҙы дауалап була.

13. «Сабырлыҡ – һары алтын», «Бер әсеһен күрмәйсә, бер сөсөһн күрмәҫһең» һымаҡ мәҡәлдәр сабырлыҡ кеүек кеүек күркәм сифат тәрбиәләү мөимлегенә ишара яһай.

14. Нәфсене тыйып, булғанына шөкөр итә белегеҙ, балағыҙҙы ла шуға өйрәтегеҙ.

15. Ата-әсә, ғөмүмән, кеше ҡарғышы, ҡәһәр төшөү төшөнсәләре тәрбиә сараһы булараҡ борондан ҡулланылған. Ҡарғыш алған кешегә бәхет йылмаймай, сәләмәтлеге юғала, уны һәр ҡайҙа уңышһыҙлыҡ һағалай, тип ышанғандар ата-бабаларыбыҙ.

«Бала баҡмаҡ - йән сыҡмаҡ». Иҫ киткес ауыр һәм яуаплы ла, татлы ла хеҙмәт ул - йәш быуынға тәрбиә биреү.

(«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, №4, 2008 й)




























Ата - әсәләр йыйылышы

Мәктәптә һәм ғаиләлә сәләмәт йәшәү рәүешен

тормошҡа ашырыу”



Сығышымды ошондай һүҙҙәр менән башлағым килә “Әгәр бер йыл алдан уйлайһың икән - орлоҡ сәс, 10 йыл алдан уйлаһаң - ағас ултырт, әгәр бер быуат алдан уйлаһаң - кеше тәрбиәлә”. Кеше - табиғәт бүләге. Табиғәттән, тормоштан йәм табып йәшәү өсөн иң беренсе сәләмәтлек кәрәк. Был урында бөйөк педагог Ж.Ж.Руссоның һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп үткем килә: “Баланы аҡыллы һәм фекер йөрөтә белә торған кеше итергә теләһәгеҙ, иң элек уның сәләмәтлеге һәм таҙалығы тураһында ҡайғыртығыҙ: ул бер ҡайсан да тик тормаһын, ниҙер эшләһен, ҡыҫҡаһы, һәр ваҡыт хәрәкәттә булһын”.

Сәләмәтлек әйтергә бик ябай ғына төшөнсә. Ә тормош өсөн иң аҫыл ҡиммәттәрҙең береһе. Ул һәр кемгә һауа, һыу, яҡтылыҡ кеүек кәрәк.

Халыҡ «Һаулығың—байлығың» тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Һау-сәләмәт кешенең генә тормошто бѳтә матурлығында, йәшәүҙе бар гүзәллегендә күреүе бәхәсһеҙ. Сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы булып, спорт менән шѳғѳлләнгәндә, шулай уҡ дѳрѳҫ туҡланғанда һаулығыңа зарланырға урын ҡалмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшәйешебеҙгә күпләп яңы һәм ҡатмарлы технологиялар килеп ингән, тирә-яҡта глобалләштереү, автоматлаштырыу барған, магазин-баҙарҙар химикаттар менән тулған заманда халыҡ дѳрѳҫ туҡланамы, йәштәр спорт менән шѳғѳлләнәме? Сәләмәт тәндә—сәләмәт рух, тигән аҡылды ҡабул итәме?

Тәрбиә эшенең төп бурысы, асылда, бала шәхесенең барлыҡ эске тәбиғи көстәрен хәрәкәткә килтереүҙән, уны рухи һәм физик яҡтан әҙерләп, яңы йәмғиәт шарттарында интеллектуаль-әхлаҡи шәхес булараҡ эш итә алыусы ирекле бер зат итеп тәрбиәләүҙән ғибәрәт.

Тәрбиә процесы - баланың тулыһынса шәхес булараҡ формалашыуы ул. Ошо тулы бер процеста төп һәм әһәмиәтле урынды- бала сәләмәтлеге биләй. Ләкин баланың сәләмәтлеге тураһында һөйләшәбеҙ икән - түбәндәге факттарға туҡталмайса ҡала алмайбыҙ.

Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, hуңғы осорҙа халыҡтың сәләмәтлеге hиҙелерлек ҡаҡшаған. Республикала медицина тикшереүҙәре күрһәткәнсә, бөгөн уҡыусыларҙың 10-20 % - ы ғына тулыһынса һау сәләмәт. 6 – 7 йәшлек балаларҙың 30 – 35 проценты хроник сирле. Мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙар ҙа йыш сирләй. Ундайҙарҙың 60-70 проценты йылына ғына дүрт тапҡыр ҡаты ауырый. 14 – 17 йәшлек ҡыҙҙарҙың hәр унынсыhында дисгармоник үҫеш күҙәтелә. Айырыуса киң таралған ауырыуҙарҙың береһе - күҙҙәрҙең насар күреүе. Һулыш органдары, нервы системаһы, ашҡаҙан системаһы, һөйәк, мускул, ҡан тамырҙары ауырыуҙары йыш күҙәтелә.

Уҡыусыларҙа булған ауырыуҙарҙың сәбәптәренә күҙ һалайык.

1.Күп уҡыусылар аҙ хәрәкәтләнә, спорт менән шөғөлләнмәй тиерлек. Мәктәптә парта артында ултырған бала өйөнә ҡайтҡас та телевизор һәм компьютер ҡаршында ултыра.

2. Ҡайһы берәүҙәрҙең өйөндә тынысланып ял итергә мөмкинлеге, әйтәйек, айырым бүлмәһе йәиһә уңайлы психологик шарттар юҡ.

3. Малайҙар, хатта ҡыҙҙар ҙа мәктәптә уҡығанда уҡ тәмәке тарта башлай. Республика күләмендә тәмәке тартыусы уҡыусылар һаны - 50% -ты тәшкил итә.

4. Спиртлы эсемлектәр ҡулланыу һуңғы ун йылда-ике тапҡыр, ә наркотиктар ҡулланыусылар һаны биш тапҡыр артҡан. Токсикомания күренеше лә артҡандан-арта бара.

Һүҙ ҙә юҡ, hауаның бысраҡлығы, сифатhыҙ hыу, төрлө стрестар ҙаhаулыҡҡа насар йоғонто яhай. Өҫтәүенә, яҡшы шарттарҙа, йылыла ғына йәшәп, йәйәү йөрөргә бөтөнләй оноттоҡ. Ә ялды ятҡан килеш телевизор ҡарау тип аңлайбыҙ. Ысынында иhә, әҙ хәрәкәтләнгән кеше тиҙ арый, хәлhеҙләнә, йоҡомhорай, йыш ҡына башы ауырта, йөрәк эшмәкәрлеге боҙола, тыны ҡыҫыла, быуындары hыҙлай.

Алда әйтеп үтелгән барлыҡ күңелһеҙ факттар балалар араһында күҙәтелә. Ә беҙ, хөрмәтле ата-әсәләр, мәктәп менән берлектә был факттарҙы һис шикһеҙ киҫәтергә тейешбеҙ.

Бала - бауыр емеше.Ул ата-әсә өсөн ҡәҙерле һәм ғәзиз. Ата-әсә уның өсөн утҡа ла, һыуға ла керергә әҙер. Балалары өсөн үҙҙәренә бала ваҡытта булмаған мөмкинлекләрҙе тыуҙыра. Күп ваҡытта кәрәгенән артып та китә. Туҡланыуҙарына килһәк, иртә менән бутҡа ашатаһы урынға конфет бирә, йәшелсә, емеш-еләк урынына - чипсылар, кириешкалар ашата. Ялдары саф һауала түгел, компьютер, телевизор артында уҙа. Балаларҙы хеҙмәткә өйрәтәһе урында, бар эшкә дә әсәйҙәр өлгөрә. Бына шулай итеп баланың дөрөҫ туҡланыу рационын боҙабыҙ, иң актив ваҡыттарында хәрәкәттәрен сикләйбеҙ, сәләмәтлектәренә зыян килтерәбеҙ.

“ Сәләмәтлек- берҙән- бер ҡиммәтле аҫыл таш; уның өсөн ваҡытты ла, көстө лә, хеҙмәтте лә ҡыҙғанмаҫҡа кәрәк”. Йыш хәрәкәтләнеү hаулыҡ өсөн бик мөhим. Физзарядка яhаған кешенең йөрәге ныҡ була, ҡан әйләнеше көйләнә. Ҡанда холестерин кәмей, быуындар нығына, тын алыу яҡшыра. Билдәле булыуынса, спортсмендар ете литр hауа hулай, ә әҙ хәрәкәтләнгән кеше ни бары – өс-биш. Ә инде физик эш эшләгән йәки спорт менән шөғөлләнгән кешенең етеҙ, hәр саҡ кәйефе шәп булыуы, башы шәп эшләүеhәр кемгә лә мәғлүм. Заман медицинаhы сирҙе дауалауға йәнең теләгән дарыуҙы тәҡдим итhә лә, hәр саҡ хәрәкәттең иң ҙур дауа икәнен иҫкәртә. Сөнки физик күнегеү ул hау-сәләмәт кеше өсөн тренер ғына түгел, ә табип та.

Уҡыу баланан, уның организмынан ҙур көс, энергия талап итә. Шуға күрә баланың сәләмәтлеген һаҡлау - иң төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Дәрестәрҙә балаларҙың дөрөҫ ултырыуҙарына иғтибар бирәбеҙ, ял моменттарын даими файҙаланабыҙ.Уҡыусыларыбыҙ музыкаль биҙәлешле ял минуттарын айырыуса яраталар.(Был урында физмин күрһәтәм, күҙҙәр һәм дөйөм хәрәкәт өсөн).

Бала күп ваҡытын мәктәптә уҙғара. Шуға күрә мәктәптең уңайлылыҡ дәрәжәһе балаларҙың анатомик, физиологик үҙенсәлектәренә тура килгәндә генә йәш быуын сәләмәт һәм камил үҫә ала. Был яҡтан мәктәптең йылылығы, яҡтылығы СанПИН талаптарына һәм нормаларына тура килә.

Дөйөм итеп алғанда, беҙ һәр яҡлап “Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, сәләмәтлекте һаҡлау еңелерәк” булыуын уҡыусыларыбыҙ аңына һеңдерергә тырышабыҙ.

Сәләмәт тәндә генә сәләмәт аҡыл була алыуын һәр беребеҙ белә. Ләкин сәләмәт тән һәм сәләмәт аҡыл кешегә үҙенән-үҙе генә бирелмәй.

Сәләмәтлекте, тышҡы һәм эске матурлыҡты яулап алырға һәм уның өсөн көрәшергә кәрәк.Сәләмәт тормош рәүеше компоненттарын теүәл белеү һәм үтәү балаларға ла, үҙегеҙгә лә ярҙам итер:

  • көндәлек режим;

  • даими физик күнегеүҙәр;

  • сынығыу;

  • дөрөҫ туҡланыу;

  • ғаиләлә уңай, дуҫтарса мөнәсәбәттәр – ышаныс, бер-береңде аңлау.

Донъяны – матурлыҡ ҡотҡарыр, тигән һүҙ бар. Мин был аҡыллы фекерҙе дауам итеп, матурлыҡ ул- сәләмәт балалар тип өҫтәр инем.Сөнки балалар беҙҙең киләсәгебеҙ, матурлыҡ тыуҙырыусыларыбыҙ.

Бер генә тапкыр йәшәйбеҙ...

Эйе, тормоштоң башҡа варианты булмаҫ. Шуға күрә лә тормошта үҙеңде, элекке быуындарҙың рухи тәжрибәһендә башланып, киләсәк быуындарҙа дауам итәсәк сәләмәт шәхес итеп тоймайса йәшәү енәйәт булыр ине.

Һәм беҙ, ололар, үҫеп килеүсе йәш буындың һәр бер көнө рухланып торһон өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Ә рухи көс- сәләмәт кешелә генә була ала. Сәләмәт кеше- хөрмәтле, ҡәҙерле, ҡиммәтле. Был иң ҙур бәхет, һәм был донъяла һәр кемдең бәхетле йәшәргә хаҡы бар.





 

 

 















57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 25.11.2015
Раздел Начальные классы
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров110
Номер материала ДВ-187348
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх