Инфоурок Всеобщая история СтатьиДоклад на тему " Баймаҡ районында археологик объекттар

Доклад на тему " Баймаҡ районында археологик объекттар

Скачать материал

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Баймаҡ районында археологик һәм этнографик объекттар:

  уларҙың метапредмет эшмәкәрлеген

үҫтереүҙәге роле.

 

 

 

Мортазина Нурия Ғәммән ҡыҙы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

1.     Баймаҡ районы археологик ҡомартҡыларына дөйөм байҡау.

   

 Башҡортостаныбыҙ, айырыуса Баймаҡ районы археологик ҡомартҡыларға һәм  тәбиғәт  һәйкәлдәренә бик бай төбәк. Ошо ҡомартҡыларҙы өйрәнеү маҡсатында  районыбыҙҙа күп төрлө тикшеренеүҙәр үтә.  

Экспедиция эшенә Башҡортостандың билдәле археологтары һәм этнографтары йәлеп ителә: В.А.Иванов, B.C.Горбунов,   Р.Б.Исмәгилев, Р.М.Йосопов, А.В.Псәнчин, Ю.Х.Юлдашбаев,   P.M.Акбулатов, Н.С.Савельев,   В.Г.Котов, Ф.М.Таһиров, И.М.Минеева, С.А.Йәминева, И.В.Денисов  һ.б.

Һөҙөмтәләр шаҡ ҡатырғыс була: тикшеренеү эштәре барған ике йыл эсендә Баймаҡ районында 249 археологик һәйкәл  өйрәнелә, шуларҙың  178–е тәүгә. Асыҡланыуынса, был ҡомартҡылар райондың төрлө урындарында асыла. Улар иҫәбенә:

- 1-се, 2-се  Абҙаҡ, 1-4–се Байыш, Басай, 1-се,4-се Бикеш, Билал, 2-се Таулыҡай, 2-се Иҫәнбәт, 1-се, 3-сө Кәрешкә,  2,5,7,8,10-сы Күсей, Ҡуянтау,1-се, 2-се Моҡас,  Муллаҡай,1-се, 2-се Ниғәмәт, Темәс, 1-се Йылайыр, Янғаҙы ҡурғандары;

- “Бикеш-4 ”, Бикеш ҡурған-ҡәберлектәре;

- Таулыҡай ҡаласығы. 

- Төркмәндә янында ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр.

  Исемлектән күренеүенсә ҡомартҡыларҙың күбеһен ҡурғандар тәшкил итә. Был территориялар, хужалыҡ эштәрен башҡарыу йәһәтенән уңайлы булыу сәбәпле эшкәртеүгә дусар ителгән, шунлыҡтан архелогик тикшеренеү эштәре лә ауырлаша. 

     Байыш микрорайоны  Баймаҡ районында археологик ҡомартҡыларға иң байы тип һанала. Тап ошо территория 2002 йылда асылған  “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей-заповеднигына башланғыс булып тора ла инде.    Микрорайон  Урал аръяғы “Йәшмә һыҙаты”нда ята. Ғалимдар тарафынан заповедник территорияһында боронғо ҡоралдар эшләү оҫтаханалары  ла булыуы асыҡланды. Шундай оҫтаханалар иҫәбенә Ҡыҙылъяр ҡомартҡыһы инә.  

 Типологик йәһәттән Баймаҡ районындағы археологик ҡомартҡыларҙы түбәндәгесә төркөмләргә була:

- ер ҡурғандар һәм ҡәберлектәр;

- таш ҡурғандар һәм ҡәберлектәр;

- һынташтар;

- ҡәбер таштары;

- бронза осоро ҡаласыҡтары;

- “мыйыҡлы” ҡургандар;

- түңәрәк таш һәм ер  уратмалар (йәйләү урындары);

- әүлиә ҡәберҙәре;

- ҡәлғә-ҡаласыҡтар;

- XVIII-XX быуаттарҙағы ҡаласыҡтар, ҡәберлектәр.  

   Хронолик  йәһәттән үрҙә һаналған ҡомартҡылар палеолит ( боронғо таш быуат), мезолит ( урта таш быуат), неолит ( яңы таш быуат), энеолит (баҡыр таш быуат) һәм  тимер быуат  осорҙарына  тап килә.

    

2.      Археологик һәм этнографик обьекттарҙың уҡыу процесында роле.

  Археологик һәм этнографик объекттарҙың уҡыу процесында роле ниндәй һуң?

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы булараҡ, был  мәғлүмәттәр йыш ҡына минең дәрестәремдә метапредмет бәйләнеште булдырыуҙа ҙур урын алып тора. Айырыуса яңы белем биреү стандарттары шарттарында региональ компонентҡа айырым дәрестәр булмаған саҡта, ерле материалды файҙаланыу  бик уңышлы.

   Тарих, география, экология, башҡорт теле дәрестәренән был материалдар   айырылғыһыҙ.  Шул уҡ Ҡыҙылъяр оҫтаханаһы ата-бабаларыбыҙҙың ташҡоралдар яһауын күрһәтһә, Байыш-8 ҡурған-ҡәберлегендә табылған  баҡыр ҡойолмаһы, һөйәктән эшләнгән сулпылар ошо осор тарихы һәм мәҙәниәте тураһында тулы мәғлүмәт бирә. Ҡәберлектәрҙе өйрәнеү теге йәки был осорҙа ата-бабаларыбыҙҙың ниндәй дин тотоуын да күрһәтә.   

   Шулай уҡ, ҡәберлектәрҙән табылған ебәк туҡымалар, тәңкәләр ата-бабаларыбыҙҙың Урта Азия илдәре менән үҙ ара сауҙа бәйләнешендә тороуын һөйләй.  

    Ер һәм таш ҡәберлектәр был территорияла йәшәгән халыҡтың ниндәй  ҡатлам вәкиле  булыуын күрһәтеүсе төп сығанаҡ булып тора.           

   Байыш X микрорайонында  бик һирәк осрай торған мыйыҡлы ҡурғандар ҙа бар.  Уларҙың барлыҡҡа килеүен Урта Азия халҡының миграцияһы  менән бәйләйҙәр һәм  тикшереү, өйрәнеү өсөн яңы материал барлыҡҡа килеүен билдәләйҙәр. Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә был мыйыҡлы ҡурғандар төркиләшеү менән дә бәйле һәм был  тирәлә  ислам диненең таралыуы тураһында әйтә. Тимәк тарих дәрестәрендә, әҙәбиәт, ОДНК, ОРКС дәрестәрендә ислам дине тураһында һөйләгәндә ерле материалға таянып уҡыусыларға нәҡ ошо археологик ҡомартҡыларҙың фотоларын  күрһәтеп китеү кәрәктер.     

“Ирәндек музей-заповеднигы”, әйтеп китеүемсә, “Йәшмә һыҙатында“ ята.  Был  инде географтар өсөн бик бай мәғлүмәт сығанағы булып тора. Айырыуса Ҡыңғырташтың зөбәржәт таштары ҡыҙыҡтыра халыҡты. Йәшмәнең ниндәй генә төҫө, төрө юҡ бында!

Башҡорт теле дәрестәрендә инде, айырыуса  9 класта башҡорт теленең тарихын, ҡәрҙәш телдәрҙе өйрәнгәндә археологтар А.Х.Пшеничнюк, Р.Б.Исмәғилева, В.Н.Васильеваларҙың этногенез буйынса иҫбатлауҙарын һөйләп китеү уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.   

Бөгөнгө  ғалимдар иҫбатлауынса, нәҡ Баймаҡ районында йәшәүсе төп ырыу вәкилдәре - бөрйәндәр – иран телле халыҡ. Тарихсыбыҙ Салауат Хәмиҙуллин  “Киске Өфө” газетаһына биргән интервьюһында: “Бөрйәндәр...көньәҡ Уралда иран телле булып формалаша. Был уларҙың матди ҡомартҡыларында сағылыш таба. Бөрйәндәрҙең боронғо ата-бабалары   скиф-сарматтар”, - тип яҙҙы. Иран телле халыҡтарҙан мадьяр, сыуаш, венгр, фин-уғыр теленән ингән аффикстар  топоним, ойконимдарҙа  һаҡлана: Йомаш, Ямаш, Маҡаш, Монаш , Урғаҙа, Һаҡмар (саҡ+ар- венгр - поток). Шулай уҡ бөгөн телдә ҡулланылған күп һүҙҙәр ҙә 2500 йыл элек боронғо сыуаш, болғар, хазар теле менән оҡшаш: ҡыҙ-ҡырҡын - ҡыр-сыуаш телендә  һер – ҡыҙ.  Һәм шуны ла әйтеп китеү кәрәктер,  Бөрйән ырыуы вәкилдәрен генетик йәһәттән тикшереү ҙә археологтар фекере менән тап килә.

    Шулай, үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, башҡорт теле дәрестәрендә лә археология фәненән алған мәғлүмәттәрҙе ҡулланып була икән!  

3.     Археолого -этнографик объекттар.

Этнографик обьекттар – ата-бабаларыбыҙ йәшәгән торлаҡтар - боронғо ҡомартҡыларҙы өйрәнеүҙә ҙур урын алып тора.

 Шулар араһында Һынташ-арҡайым төрөнә ҡараған Улаҡ I ҡаласығын асыу  тарихсылар, археологтар өсөн ҙур табыш булып тора. Кешеләр йәшәгән йорттарҙың  түңәрәк буйлап урынлашыуы, ерҙең яртылаш өңөп эшләнеүе, тыш яҡтан тәрән вал һәм урҙар    уратыуы  менән ул Силәбе өлкәһендәге Арҡайым ҡаласығына  оҡшаш.         Тик Улаҡтың   һаҡланыу кимәле һәм мәҙәни ҡатламы байыраҡ, тип иҫәпләй археологтар.

   2015 йылдың йәйендә Улаҡ I торлағында Ильшат Бәхшиев етәкселегендә археологик экспедиция булды. Мәктәп уҡыусылары улар менән осрашты.   Осрашыу һөҙөмтәһе итеп уҡыусылар башҡорт теле дәрестәрендә иншалар яҙҙылар ), Башҡортостан  тарихында  кескәй проект эше башҡарҙылар, бер уҡыусы ғилми эш башланы.

 Шулай итеп, археология менән этнографияны бергә өйрәнеү Башҡортостаныбыҙҙың тарих фәнендә яңы йүнәлеште -этноархеологияны – булдырасаҡ.

                   4. Традицион этнография.

    Ерле халыҡтың этногенетик хәтере беҙҙең көндәргә бик күп тарихи материалдар: шәжәрәләр, риүәйәттәр, йырҙар, топоним һәм гидронимдар һаҡлап ҡалған.  Баймаҡ районындағы күп кенә архитектура ҡомартҡылары башҡорт халҡының традицион төҙөлөш алымдарын, материалын  һаҡлай: таш кәртә - ҡуралар, ситән ураталар, төҙөлөш ағасы булараҡ ҡарағас, имән ҡулланыу.

   Беҙҙе ҡыҙыҡһындырған археологик объекттар араһында һуңғы быуаттарҙа барлыҡҡа килгән  тарихи урындар ҙа бар. Улар исемлегендә граждандар һуғышы, аслыҡ осоро ҡәберлектәре, алтын табыу  приискылары. Нисек кенә булмаһын улар ҙа беҙҙең тарихыбыҙ, һәм йылдар үтеү менән был обьекттар ҙа, әгәр ваҡытында өйрәнелмәһә,  күп серҙәрен үҙҙәрендә мәңгелеккә йомасаҡ.

                                5.Йомғаҡлау

   Үрҙә һаналғандарҙың барыһы ла: археология, этноархеология һәм традицион этнография ла  уҡыу-уҡытыу процессында алыштырғыһыҙ ерле региональ компонентты булдырыусы материал булып тора.

 Баймаҡ районының 400-ҙән  ашыу археологик обьекттар урынлашҡан территорияһының музей-заповедник зонаһына инеүе айырыуса әһәмиәтле.  

       Сығышымда тамамлап, шуны әйткем килә:  Баймаҡ районы археологик обьекттарға ла, тәбиғәт ҡомартҡыларына ла бик бай. Тыуған яҡтың тәбиғәтен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү менән бергә уҡыусылар, халҡым уның киләсәген ҡайғыртып, маҡсатлы эштәр ҙә алып барһын ине. Былар иҫәбенә туристик база, этномәҙәни үҙәк булдырыу йәки  асыҡ һауалағы музейҙы индерергә була. Уҡыусылар алдында ошоға йүнәлтелгән проекттар, ғилми-тикшеренеү эштәре алып барыу, экскурсиялар ойоштороу мөһим.  Тик шул саҡта ғына бай мәғлүмәт биргән археологик һәм этнографик ҡомартҡылар уҡыусыларҙың рухи мәҙәниәтен үҫтереүҙә алыштырғыһыҙ булыр ине.  

 

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

 

1.     Бахшиев И.И, Бахшиев Р.И. История археологического изучения поселенческих памятников эпохи бронзы Башкирского Зауралья  .– Уфа: ИЭИ УНЦ РАН, 2009.

2.     Древнее наследие Ирендыка.- Уфа.2002г.

3.     Историко-археологический и ландшафтный музей-заповедник Ирендык. 

4.     Энциклопедия Баймакского района.

5.     Яминов А.Ф., Салевьев Н.С. Разведочные работы вБаишеском микрорайоне.  Омск-Уфа, 1997

6.     Яминов А.Ф. Минеева И.Н., Яминова С.А. Ирендык сквозь тысячелетия. -Уфа-2005

 

 

Электрон ресурстар:

1.Памятники истории и культуры (объекты культурного наследия) народов Российской Федерацииold.kulturnoe-nasledie.ru

2. Единый государственный реестр объектов культурного наследияmkrf.ru

3. Объекты туристской индустрии - Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостанbaimak.ru

4. Баймакские курганы открывают свои тайны // ПОЛИТИКА | новости башинформ.рфwww.bashinform.ru

5. С.А. Яминова Историко-культурное наследие Баймакского района и возможности его использования для развития туризма в республике Башкортостан. journal.bsau.ru

6. Культурное наследие России/Башкортостан/Баймакский район (раздел) — Путеводитель Викигид Wikivoyageru.wikivoyage.org

 

 

 

 

 

 

 

 

                                   Краткое содержание выступления.

Изучение археологических памятников является одной из основных функций государства. Перед исследователями была поставлена сложная, но очень интересная задача – найти территорию с набором памятников, позволяющую организовать и провести научно-исследовательские работы по созданию здесь археологического музея-заповедника. 

К работе в экспедициях на территории Баймакского района были привлечены многие археологи и этнографы Башкортостана: В.А.Иванов, B.C.Горбунов, Г.Т.Обыденнова, Р.Б.Исмагилов, Р.М.Юсупов, А.В.Псянчин и др.

 Одной из множества загадок Башкортостана является Баишевский археологический микрорайон (Баймакский район). На территории всего в 295 кв.  было выявлено более 400 памятников археологии, представленных различными археологическими культурами и эпохами. В 2002 году здесь создан Историко-археологический и ландшафтный музей-заповедник «Ирендык».

«Поселение Улак-1, выявленное в ходе археологических работ еще в 1996 году, по своим планировочным особенностям аналогично памятникам синташтинско-аркаимского круга на территории Челябинской и Оренбургской областей – круговая планировка, наличие выраженного внешнего вала и радиальное расположение жилищ. Таким образом, поселение Улак-1 – первый памятник подобного рода в Башкирском Зауралье анологичный Аркаиму но намного  древнее и богаче. В основном в Баймакском районе найлены курганы и курганные могильники, одно наскальное изображение в Туркменевом и древнее поселение в Тавлыкаевом.

Изучение археологических обьектов лает возможность изучить быт, социальное положение, демографию, хозяйство наших предков. Исследование   инфраструктуры древних поселений дает возможность судить об архитектуре того времени.

   Изучение топонимики района дает основание согласиться с Салаватом Хамидуллиным, утверждавшим, что башкиры имеют иранские корни. По мнению ученых  в древности язык нашего народа полностью с совпадал с чувашским, имеются аффиксы встречающиеся на мадьярском, венгерском языках.

Материалы исследований используются на уроках истории, географии, башкирского языка и литературы, истории и культуры Башкортостана, ОДНК и ОРКСЭ.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Доклад на тему " Баймаҡ районында археологик объекттар"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Руководитель образовательной организации

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 656 218 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 02.04.2017 827
    • DOCX 35.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Муртазина Нурия Гаммановна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Муртазина Нурия Гаммановна
    Муртазина Нурия Гаммановна
    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 12089
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
аудиоформат

Курс повышения квалификации

Специфика преподавания курса «Россия в мире» на основе синтеза историко-культурного и социально-экономического знания

72/108/144 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 21 человек из 15 регионов
  • Этот курс уже прошли 85 человек

Курс повышения квалификации

Достижение эффективности в преподавании истории на основе осуществления положений историко-культурного стандарта

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 44 человека из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 638 человек

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к проведению ВПР в рамках мониторинга качества образования обучающихся по учебному предмету "История" в условиях реализации ФГОС СОО

72/108 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 19 регионов
  • Этот курс уже прошли 170 человек

Мини-курс

Цифровая трансформация в бизнесе: аспекты управления и развития

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Особенности патриотического воспитания

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 15 регионов
  • Этот курс уже прошли 49 человек

Мини-курс

Практические навыки трекинга и менторства

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе