Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Доклад на тему: "Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу"

Доклад на тему: "Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу"


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу


Бала донъяға килгәс тә беренсе һүҙҙәрҙе әсә телендә ишетә. Ошо лексик байлыҡты күңеленә һәм аңына һеңдереп, телмәрендә нығытып, мәктәпкә килә. Туған тел дәрестәрендә әҙәби телдәге һүҙҙәрҙе ишетә һәм уҡый башлай. Ул беренсе тапҡыр диалект һәм әҙәби тел айырмалыҡтары менән осраша.Был айырмалыҡтар тел һәм әҙәбиәт уҡытыуҙа байтаҡ ҡына ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Талап ителгәнсә, уҡыусы әҙәби телдә дөрөҫ һөйләргә өйрәнергә тейеш. Бала теле асылғандан алып ғаилә ағзалары, күрше тирәһендәге балалар менән аралашып үҫә. Бынан уның һөйләү теле нисек ҡалыплашҡанын аңлауы ҡыйын түгел. Әйтергә кәрәк, уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрендәге күпселек орфоэпик һәм орфографик хаталар ерле һөйләштең көслө йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Уҡытыусы балаларҙың ерле һөйләшен төплө өйрәнгән һәм белгән саҡта ғына, баларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрендәге һөйләш хаталарын күрһәтеп, уларҙы әҙәби телдә һөйләргә өйрәтергә мөмкин.

Башҡорт телен уҡытыу методикаһы китабвнда диалект шарттарында әҙәби телдең лексик, фонетик, морфологик нормаларына өйрәтеү алымдары ентекле бирелгән. Һәр уҡыу йылында уҡыусы ҡатмарлы ҡағиҙәләр өйрәнә һәм ҡуллана башлай. Юғары класс уҡыусылары ижади һәм яҙма эштәрен әҙәби тел нормаларына ярашлы яҙырға тейеш.(Аҙнағолов, 1996).

Ерле һөйләш шарттарында әҙәби телгә өйрәтеү – башҡорт теле методикаһының иң мөһим мәсьәләләренең береһе. Диалект шарттарында әҙәби тел нормаларына өйрәтеү алымдары:

  • орфографияға өйрәтеү алымы(ирекле, ижади,күреү, һүҙлек, аңлатмалы, һайланма диктанттар);

  • орфографик күнегеүҙәр, тексты күсереп яҙыу;

  • аңлатыу алымы(әҙәби телмәр менән диалект араһындағы айырманы аңлатыу);

  • текст өҫтөндә эш( диалект һәм әҙәби һүҙҙәр ингән текстар уҡыу, ниндәй классификацияға инеүен билдәләү);

  • карточкалар ҡулланыу, унда бер үк һүҙҙе диалект һәм әҙәби телдә ҡулланыу;

  • әҙәби әҫәргә, унда ҡулланылған ерле һөйләш һүҙҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында автор ҡулланған һөйләмдәрҙәге диалект һүҙҙәрҙең синонимдарын табыу;



Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, эшемдә үҙем йәшәгән Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл – Уңғар ауылының ерле һөйләшенә, уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби теленә өйрәтеүҙә көньяҡ диалектының урта һөйләшен ҡулланыу үҙенсәлектәренә туҡталмаҡсымын.Эшемдең маҡсаты:

1.Ауылыбыҙға хас диалект үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү һәм уларҙы әҙәби тел менән сағыштырыу;

2.Башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу өҫтөндә эшләүҙе дауам итеү;

3.Ерле һөйләште һаҡлап ҡалыу һәм киләһе быуынға тапшырыу өҫтөндә эшләү.

Ерле һөйләштең үҙенсәлектәрен өйрәнеү маҡсатында айырыуса оло йәштәгеләр, дуҫтар, туған-тыумасалар менән аралашҡанда күҙәтеү эштәре алып барылды. Күренекле тел белгестәренең хеҙмәттәрен өйрәнелде. Көньяҡ диалекты иң ҙур диалекттарҙың береһе һанала. Ул көнсығыш диалектынан өс тапҡырға ҙур. Көньяҡ диалектына Эйек-Һаҡмар һөйләше, бөрйән, Дим һөйләше һәм урта һөйләш(Ҡырмыҫҡалы, Белорет, Ишембай, Ғафури, Нуриман райондарына ҡараған табын, ҡатай, юрматы, тәлтем ырыуы башҡорттары ) инә.

Көньяҡ диалектың төп билдәләренән күплек ялғауҙары ике төрлө — -лар/ -ләр, атлар –аттар, илдәр – илләр, ә сонор өндәргә бөткән һүҙҙәрҙән һуң -нар/-нәр формаһында килә: урмандар - урманнар, көндәр- көннәр),

исем, сифат, ҡылым яһаусы ялғауҙарҙың шул уҡ тәртиптә -лыҡ/-лек, -ныҡ/-нек: иркенлек- иркеннек), -лы/-ле, -ны/-не (болондо- болонно, йүгәнде-йүгәнне), ҡылым яһаусы ялғауҙарҙың -ла/ -лә, -на/ -нә (аңла- аңна, тыңла-тыңна, йүнлә-йүннә һ. б.) формаһында ҡулланыла. Көньяҡ диалекты үҙенең өндәре, грамматик үҙенсәлектәре, һүҙлек составы яғынан хәҙерге башҡорт әҙәби теленә бик яҡын тора.

Урта һөйләштең төп үҙенсәлеге, йәғни лт, мт, нт, ңт һәм нк, нҡ, ңҡ, ңк, мк, мҡ диссимилятив өн ҡушылмалары ҡулланыла: әҙәби телдәге урманда- урманта,

Урамда- урамта, көндөҙ- көнтөҙ, алдым -алтым, һалдым-һалтым һ. б. Урта һөйләш эсендәге һөйләшсәләр: Инйәр һөйләшсәһе, Еҙем һөйләшсәһе, Ҡырмыҫҡалы һөйләшсәһе. Был һөйләшсәләрҙең лексикаһында диалекталь синонимдар күп. Шулай уҡ урмансылыҡ, малсылыҡ, һунарсылыҡ, ҡортсолоҡ һөнәрҙәренә ҡараған һүҙҙәрҙең, урман, тау, үҙәндәрҙең рельефына ҡараған халыҡ географик терминдары үҫешкән.

Уҡыусыларҙың башҡорт әҙәби теленә өйрәтеүҙә һөйләү һәм яҙыу телмәрендә диалект хаталар йыш осрай. Улар фонетик, морфологик һәм лексик хаталар. Әгәр ҙә ентекле эш алып барылмаһа,уҡыусының телмәрендә орфоэпик һәм шул нигеҙҙә орфографик хаталар ҙа барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, фонетик хаталарҙан: 1.Ижектәр йәки тартынҡылар уртаһына артыҡ һуҙынҡы өн-хәреф өҫтәү ғәҙәткә әйләнгән осорай(осрай), йоморан(йомран), һ.б. 2. Әҙәби телдәге а өн-хәрефе урынына ы һуҙынҡыһы яҙыу һәм әйтеү ҙә ғәҙәти һанала: шундый(шундай), ундый(ундай);

3. Тағы ла түбәндәгехаталар осрай: аңа(уға), алар(улар);

4.Ҡайһы бер һүҙҙәрҙә л өн-хәрефен төшөрөп ҡалдырыу күренештәре лә киң таралған: китер(килтер), буған(булған), киһә(килһә), буһа(булһа).

Морфологик хаталар сағыштырмаса аҙ осрай.

1.Ҡайһы бер ярҙамсы ҡылымдарҙан алда килеүсе алып ҡылымының –ып ялғауын ҡыҫҡартып әйтеү һәм яҙыу күренештәре лә осрай:

Апҡайтты (алып ҡайтты); Апарыу(алып барыу); Апсыға( алып сыға)

Әпкитте(алып китте) ; Әпкилергә(алып килергә); Әпмен(алып мен); Әптөш(алып төш; Әпир(алып бир).

2.Төбәү килештә килеүсе берлектәге зат һәм күрһәтеү алмаштарына әҙәби телдәге –ға, -ңә ялғауҙары урынына –на, -ңәргә күрһәткестәрен ҡушып әйтеү һәм яҙыу осраҡтары бар: -аңа-уңа(уға); Мыңа(быға); Миңәргә(миңә).

Лексик хаталар.

Һөйләү телмәрендә лексик хаталар һиҙелерлек ҙур урын алһалар ҙа, яҙыу телмәрендә улар бер ни тиклем сикләнгән.Сәбәбе:күнегеүҙәрҙе күсереп яҙғанда, диктанттар, изложениелар яҙғанда ундай хаталарға юл ҡуйылмай. Ә инде иншалар яҙғанда ундай хаталар күҙәтелә. Мәҫәлән: селәү(селәүсен), әннә(әсәй), әттә(атай), нәнәй(өләсәй), ҡартатай(олатай), бәрәңке(картуф), шәшке(сынаяҡ), аҙбар(һарай).Даими рәүештә алып барылған эштәр нигеҙендә уҡыусы балалар телдең орфоэпик нормаларына өйрәнәләр, һөйләү телмәрендәге хаталарҙы табып, уларҙы бергәләп төҙәтәләр.Тел дәрестәрендә өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше, дөрөҫ артикуляцияһы өҫтөндә эшләү, әҙәби тел менән һөйләштәрҙәге өндәрҙе сағыштырып ҡарау ҙа яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Һөйләгәнде магнитофон таҫмаһына яҙыу, уны дикторҙың, уҡытыусының телмәре менән сағыштырыу ҙа эште төрләндерә.

Башҡорт әҙәби теленә өйрәтеүҙә диалект хаталарҙы иҫкәртеү өсөн түбәндәге эштәрҙе башҡарабыҙ: 1.Даими иҫкәртә барабыҙ; 2. Өн-хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтелеш һәм яҙылыш менән сағыштырып ҡарайбыҙ; 3.Һүҙҙәрҙе хор менән әйтәбеҙ; 4. Һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөйбөҙ; 5.Һүҙҙәргә ялғау өҫтәйбеҙ йә алып ташлайбыҙ; 6.Текстарҙы ятлайбыҙ һәм һөйләйбеҙ; 7. Иҫкәртмәле һәм контроль эштәр үткәрәбеҙ; 8.Ижади, ишетмә, күрмә диктанттар яҙабыҙ; 9. Һәр дәрестә һүҙлек эштәре алып барабыҙ; 10. Тасуири уҡыу һәм һөйләү өҫтөндә эшләйбеҙ; 11.Бер-беребеҙҙең телмәрен күҙәтеп, мөмкин булған хаталарҙы төҙәтеү кеүек эштәрҙе ойошторабыҙ.

VI һәм IX кластарҙа әсә теле дәресендә “ Диалект һүҙҙәре”, “Башҡорт теленең диалекттары” тигән теманы үткәндән һуң, уҡыусылар ауылдағы ерле һөйләштә ҡулланылған һүҙҙәрҙе йыйып, доклад әҙерләй. Әҙәби тел менән сағыштырып, 8 тема буйынса таблица төҙөй:

I.Ҡош, йәнлек, бөжәк атамалары

Үрҙәк - Өйрәк Сепей,сепеш - Себеш

Ҡантала – Ҡандала Маллар – Малдар Атлар - Аттар

Һыйырлар – Һыйырҙар Ҡаҙлар - Ҡаҙҙар Баҡа - Тәлмәрйен Еңкәсәй, күсмәкүс- Ҡамҡа(Божья коровка)

II.Йәшелсә, емеш-еләк, үҫемлек

Бәрәңке - Картуф

Әлморон - Гөлйемеш

Һарымҫаҡ - Һарымһаҡ

Сөгөндөр - Сөгөлдөр

Тегәнәк - Дегәнәк

Шимешке - Көнбағыш

III. Аҙыҡ-түлек

Уғыҙ - Ыуыҙ

Әпәй - Икмәк

Күкәй – Йомортҡа

IV.Туғанлыҡ терминдары

Әннә,инәй - Әсәй

Әттә, әтәй - Атай

Апа – Апай

Абый, абзый - Ағай

Еңкә - Еңгә

Нәнәй - Өләсәй

Ҡартатай - Олатай

Инәс, атас - ата-әсәйгә оҡшашлыҡты күрһәтә

Ҡыҙлар - Ҡыҙҙар

Малайлар - Малайҙар

V.Һауыт-һаба

Ҡашыҡ - Ҡалаҡ

Ҡумҡан –Ҡомған

Шәшке – Сынаяҡ

Балҡалаҡ - Сәй ҡалағы

Таба ҡытҡысы –Табағас

Тәрликә -Тәрилкә

Барник - Сәй бешереү һауыты

VI. Хәрәкәт һүҙҙәр

Апҡайтты - алып ҡайтты

Апарыу - алып барыу

Апсыға - алып сыға

Әпкитте - алып китте

Әпкилергә - алып килергә

Әпмен - алып мен

Әптөш - алып төш

Әпир - алып бир

Уяңҡы килә - Уяңғы килә

Алты – Алды

Килте - Килде

Һүнте – Һүнде

Буған – Булған

Кигән - Килгән

Ҡаған – Ҡалған

Һаған – Һалған

Тыңна - Тыңла

VII. Предмет, тәбиғәт күренештәре, тән өлөшө, билдә атамалары

Пыяла - Быяла

Дүмәр - Түмәр

Ҡойо - Ҡоҙоҡ

Албар - Аҙбар

Ямҡыр - Ямғыр

Ҡапсыҡ - Тоҡ

Урманныҡ - Урманлыҡ

Башатай - Йөн ойоҡ, ойоҡбаш

Һәҙәп - Төймә

Миллек - Миндек

Күлмәк - Күлдәк

Дән - Тән

Дулҡын - Тулҡын

Батҡыс - Баҫҡыс

Ҡытҡыс - Ҡыҫҡыс

Урамҡа, урамтың - Урамға, урамдың

Иртәңке - Иртәнге

Боронҡо - Боронғо

Һуңҡы - Һуңғы

Ыңҡырсаҡ - Ыңғырсаҡ

Сәңкелдәк - Сәңгелдәк

Дүмәр - Түмәр

Пальта,пәлтә - Пальто

Матса - Өрлөк

Утырғыс – Ултырғыс

Әрҙәнә - Туралған утын

Урам - Ихата

Юнышҡы - Юнысҡы(тап-топ)

Матай – Мотоцикл

Аяҡ арбаһы - Велосипед

Сәсүргес - Таҫма

Фәрҙә - Пәрҙә(тәҙрә ҡорғаны)

Таҫтымал - Таҫтамал

Мунсаҡ - Муйынсаҡ

Келәшә - Ҡыпһыуыр(плоскогубцы)

Ефәк - Ебәк

Лавка - Магазин

Шүкеш - Сүкеш

Калуш - Галош

VIII. Алмаш

Анта, унта,андый - Унда, ундай

Мынта, мындый - Бында

Һин тә, мин тә - Һин дә, мин дә

Шундый - Шундай

Диалекттарҙы һәм һөйләштәрҙе ентекле өйрәнеүҙең, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уларҙың әҙәби тел менән уртаҡ һәм айырмалы яҡтарын асыҡлауҙың иһә уҡыусыларҙың туған телгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, уның эске төҙөлөшөн тәрәнерәк белеү, телмәр культураһын үҫтереү йәһәтенән роле айырыуса ҙур. Диалекттар һәм уларға ҡараған һәйләштәр әҙәби телгә әленән-әле һут биреп, уны тулыландырып тороусы тамырҙары улар. Әҙәби тел дөйөм халыҡ һөйләү телендә киң таралған һәм, һөйләштәрҙә булып та, әҙәби телгә әлегә ҡәҙәр алынмаған үҙенсәлекле һүҙҙәр иҫәбенә байый барырға тейеш.

Ерле һөйләштәргә хас булған бөтә диалект күренештәрен бер юлы ғына йыйып бөтөрөү мөмкин түгел, сөнки халыҡ теле ифрат бай, уны өйрәнгән һайын яңынан-яңы һүҙҙәр, һ. б. үҙенсәлектәр табыла тора. Шуға ла берләштерелгән һүҙлек башҡорт һөйләштәренең тел байлығын сағыштырмаса тулы кәүҙәләндергән сығанаҡ булып һанала.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ерле һөйләште һаҡлап ҡалырға һәм киләһе быуынға тапшырырға, дәрестәрҙә уны әҙәби тел менән сағыштырып үтергә бурыслы.



Автор
Дата добавления 30.08.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров178
Номер материала ДБ-170940
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх