Инфоурок Другое Другие методич. материалыДоклад. Роль отца в воспитании детей

Доклад. Роль отца в воспитании детей

Скачать материал

Бала тәрбиәләүҙә атайҙың роле

Доклад

 Шәхескә нигеҙ ғаиләлә һалына. Әммә ғаилә тәрбиәһе ябай ғына эш түгел.  Бала тыуыуының беренсе көндәрендә атайҙың роле уның бергә булыуына, ҡатнаш­лығына   һәм   ярҙамына   ғына   ҡайтып ҡалырға мөмкин. Әммә был — бәхетле ғаилә тормошо һәм бала шәхесенең аяҡҡа баҫыуы өсөн хәл иткес нигеҙ шарт. Бала, атаһының эшенә бәйле өйҙә була алыуына йәки оҙайлы командировкаларҙа йөрөүенә ҡарамаҫтан, уның  ярҙамын, теләктәшлеген тоя.  Һәм әгәр инде әсә балаға  атаһы  хаҡында  йыш  һөйләп торһа, был яҡынлыҡ тойғоһо тағы ла көсәйә.

   Шатлыҡлы шарттарҙа бөтә ғаилә өҫтәл артына йыйылғанда ниндәй күңел­ле: атай менән әсәй бер-береһенә көн ваҡиғалары тураһында һөйләй, алда торған эштәр ҡарала. Бындай аралашыу баланы шатландыра. Әгәр инде әсәй ке­ше аш өҫтәленә һәр ваҡыт һуңлап ки­леүсе, ғаилә тормошо менән бик үк ҡыҙыҡһынмаусы ирен һытылған сырай менән көтөп ултырһа, балаға бик тә күңелһеҙ.

  Уҡырға инеү менән элек атаһы ту­раһында күберәк әсәһе һөйләүе аша бел­гән бала уны шәхси, үҙе аса, белә баш­лай, атаһы уны элек таныш булмаған күп нәмәләр менән таныштыра, яңылыҡтар тураһында һөйләй. Хәҙер инде бала  өсөн, айырыуса үҫмергә, әсәйҙең атай ту­раһында әйткәне хәл иткес фекер түгел, ә атайҙың әсәй тураһында фекере мөһим.

   Йыш ҡына йәшәүҙәренең тәүге алты-һигеҙ йылында ир менән ҡатын араһын­дағы мөнәсәбәттәр көндәлек ғәҙәти тор­мошҡа әйләнә, һәм хатта ыҙғыштар ҙа уларҙы оялтмай. Йәнәһе, ундай хәлдәр дуҫ ғаиләләрҙә лә булғылай. Әммә бын­дай нейтраль, вайымһыҙ атмосферала балалар ата-әсәһен элек берләштергән шатлыҡлы тойғоно кисермәй.

  Мәктәп йәшендәге балалар торған һа­йын үҙаллыраҡ була баралар һәм, ихти­мал, үҙ идеалын уҡытыусыла йәки иптә­шендә күрергә теләйҙәр, һәм артабан ғаилә тормошо улар өсөн  элекке кеүек ҙур әһәмиәт тотмай.   Әгәр балалар атай­ҙарының әсә хәстәрлектәре менән торған һайын күберәк ҡыҙыҡһыныуҙарын күрһә­ләр, был ғаилә мөхитенә ыңғай йоғонто яһап ҡына ҡалмай, ә баланың үҫеше өсөн социаль яҡтан бик мөһим.

  Ә инде  атай кеше  әсәй  эшләгәндең барыһына ла шулай булырға тейеш, тип ҡараһа, уға рәхмәт тойғоһо белдермәһә, балалар ғаиләлә ситләшеү атмосфераһы тойоп ҡына ҡалмаҫ, иң элек уларҙа әсәләренең кире образы кәүҙәләнер: ул бер ниндәй роль уйнамаған, көндәлек эштәргә сумған, фәҡәт башҡарыусы ғына булып күренер.

   Әсә үҙ ваҡытында туҡланыу, йоҡлау, көн режимы, өй эштәрен башҡарыу ту­раһында хәстәрлек күрә, балаларҙы теге йәки был эшкә ҡуша, әйләнгән һайын нимәнелер тыйырға мәжбүр була. Уның был хәстәрлектәренә лә күнегәләр, уны тәбиғи һанайҙар. Әгәр атайҙары берәй инициатива күрһәтһә, ғаилә тормошо яңы импульс алыр, ул әсәйҙәренең хәстәрлеген нисек юғары баһалауын күрһәтә алыр ине.  Мәҫәлән, ул: "Балалар, аҙнаға бер тапҡыр барыбыҙ бергә йорт эштәре башҡарайыҡ, әсәйегеҙ үҙе өсөн  нимәлер эшләй алһын", — ти. Йәки бала­лар атайҙарының йыш ҡына әсәләренә ярҙам итеүен, өй эштәрен башҡарыуын күрәләр.

       Нәҡ атай кеше, үҙенең профессияһы менән үҫмергә тирә-яҡ донъя менән бәй­ләнеште кәүҙәләндереп, торған һайын үҙәк фигураға әйләнә. Уның һүҙҙәре тосораҡ, һәм уның әсәй кешегә мөнәсәбәте балаларҙың бөтә ғүмеренә иҫендә ҡала.

    Ата-әсәнең үҙ-ара мөнәсәбәте үҫмер­ҙең артабанғы социаль тәртибе әсән, уның киләсәктә йәшәү рәүеше әсән хәл иткес әһәмиәт тота. Нәҡ ошо йәшендә, балалар үҙенең ҡайһы енескә ҡарауын аңлағанда, ата-әсәнең улар өсөн ниндәй өлгө булыуы айырыуса мөһим.

     Әгәр атай кеше үҙенең эшенә бәйле йыш ҡына өйҙә була алмаһа, әсә уға ба­лаларҙы тәрбиәләүҙә ярҙам итергә тейеш. Ул атайҙарының оҙаҡ ситтә булыуына зарланмай, ә уның, һирәк булһа ла, балалары менән бергә булыуына, берлектә эш башҡарыуына шатлығын, рәхмәтен бел-дерә, ә инде был ҙур әһәмиәт тота, сөнки рәхмәт тойғоһондай ғаилә мөхитенә ыңғай йоғонто яһаған башҡа бер генә тойғо ла юҡтыр. Һәм әгәр әсә бының өсөн сәбәптәрҙе йышыраҡ тапһа, ул ба­лаларға йәшәүе еңел, күңелле булған шарттар тыуҙырыр.

        Балалар ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәт­тәрҙең дөйөм көйөн һиҙгер ҡабул итә. Даими рәүештә бер-береһенә яҡшылыҡ теләү атмосфераһында йәшәү уның нор­маль үҫеүе әсән ыңғай шарт булып тора. Ә ғаиләләге конфликттар бала психи­каһына кире йоғонто яһай, етди ауы­рыуҙарға алып килергә мөмкин. Хатта бәләкәй балалар ҙа ата-әсәнең үҙ-ара насар мөнәсәбәте сәбәпле килеп тыуған эмоциональ дискомфортты тоя. Шуға күрә бала ата-әсәһен ыҙғышҡан хәлдә күрергә тейеш түгел. Ниндәйҙер сәбәп менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан икән, ара боҙолоуҙы оҙаҡҡа һуҙырға яра­май, сөнки был хәлде балалар .бик ауыр кисерә. Әгәр ғауға ҡупҡан икән, уға һис тә баланы ылыҡтырырға, унан шаһит та, судья ла яһарға ярамай. Ҡыҙған килеш балала бер-берең тураһында насар фе­кер тыуҙырырға тырышмағыҙ, ваҡытында туҡтала, үҙегеҙҙе ҡулға ала белегеҙ. Һеҙ, асыуығыҙ баҫылып, татыулашҡас та, ба­ланың уны оҙаҡ ауыр кисерәсәген онот­мағыҙ.

      Әгәр балалар  ата-әсәһенең бер-береһенә булған  тупаҫ мөнәсәбәтте  күрһәләр, улар уҫаллыҡ һәм ҡатылыҡ дәрестәре ала­лар. Был сифаттың тәьҫире уларҙың туған­дары, уҡытыусылар, дуҫтары менән мөнә­сәбәттәрендә күренәсәк. "Ҡағиҙә булараҡ, бындай ата-әсәләр мәктәп менән бәйләнеш   тот­май.   Был позицияның зыяны асыҡ    күренеп  тора.

      Беҙҙә шулай уҡ тәрбиә мәсьәләһенә ҡу­шылмай  торған аталар ҙа ос­рай. Уларҙың балаларын тәрбиәләү менән шөғөлләнеү өсөн ваҡыты юҡ, ә бына  дуҫы менән «иҫтәлек­ле» ваҡиғаны билдәләү өсөн ваҡыт табыла. Улар үҙҙәренең эшлекһеҙлеген аҡлау өсөн әллә ниндәй теория уйлап сығаралар, бала тәрбиәләү, йәнәһе, әсәнең хәстәрлеге булып тора, тиҙәр. Әгәр ғаиләлә ғәҙәттән тыш бе­рәй ваҡиға булһа, ир ҡатынын ғәйепләйәсәк, ҡыҙҙың йәки улдың насар юлға баҫыуында уның ғына ғәйебен   күрәсәк.

    Бер нимәгә лә ҡыҫылмауҙың бер ниндәй ҙә зарары юҡмы һуң? Ундай ғаиләлә бала­лар үҙҙәрен артыҡ кеше күреп үҫәләр. Улар­ҙың йөрәгендә атаһына ҡарата үпкәһе һәм асыуы арта бара. Киләсәктә ата балаларынан иғтибар һәм ярҙам    көтә алмай.

"Ҡайһы бер аталар балаларын тәрбиәләүҙә ҡатнашырға тейешлеген аңлаһалар ҙа, быны ваҡыты менән уларҙың көндәлектәрен тик­шереүгә генә ҡайтарып ҡалдыралар, бала­ларының насар тәртибе өсөн ныҡ ҡына әр­ләп алалар. Ата-әсәләр йыйылышында тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша, ирҙәр бармаҡ менән    һанарлыҡ ҡына.

Буш ваҡытты кем менән үткәреү, кем ме­нән фекер уртаҡлашыу, уҡыуҙа кемдең ярҙам итеүе тураһындағы һорауҙарға уҡыу­сыларҙың күбеһе был эштә аталарҙың бик аҙ ҡатнашыуы тураһында яуап бирәләр.

     Ләкин бөтә балалар ҙа аталарының яҡшы булыуын теләй. Ғаиләгә һәм башҡа кеше­ләргә яҡшылыҡ күрһәтеү, балаларҙы тәр­биәләүҙә әсәгә ярҙам итеү, улар менән ихлас фекер уртаҡлашыу уҡыусылар күрергә те­ләгән яҡшы атаның сифаттары булып тора. Яҡшы ата ни тиклем үҙ эше менән мауыҡ­ҡан булһа ла, балаларының һорауҙарына яуап бирергә ваҡыт таба, уларҙың теләк­тәрен үтәргә тырыша, бер үк ваҡытта фай­ҙалы кәңәштәр бирә, талапсанлыҡ күрһәтә белә.

    Тимәк, ғаиләлә атаның иң аҡыллы пози­цияһы — хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ, иғтибарлы­лыҡ, балаларҙың эштәре менән ысын кү­ңелдән ҡыҙыҡһыныу позицийһы. Әгәр атаның үҙ балалары менән тәүҙән үк дуҫтарса мө­нәсәбәттәре барлыҡҡа килһә, бала уның тормошонда бөтәһенең дә атаһы өсөн ҡы­ҙыҡлы булыуын белһә, аталар һәм балалар проблемаһы тыумай.

  Ғаиләлә  түбәндәге  шарттарҙы   үтәү  балалар тәрбиәләүгә уңышлы йоғонто яһай:

а) ата-әсәләрҙең йәмғиәт һәм дәүләт алдын­да бала тәрбиәләү әсән яуаплылығын тәрән аңлауы;

б) ғаиләлә хеҙмәт һәм үҙ-ара ярҙам;

в)   балалар  тормошоноң  көндәлек  режимы;

г)  ғаиләлә  өлкәңдәрҙең ыңғай тәьҫире, үҙ-ара ихтирам итеү;

ғ) балаларҙы һөйөү һәм аҡыллы талапсанлыҡ күрһәтеү, дәртлән­дереү һәм яза биреү формаларын, тәрбиә эшенең башҡа методтарын һәм ысулдарын файҙаланыу;

е) балаларҙың ялын ойошто­роуҙа өлкәндәрҙең ҡатнашыуы;

ж) бала уҡыған класс коллективы, уҡытыусылар ме­нән бәйләнеш тотоу һәм хеҙмәттәшлек;

з) ата-әсәләрҙең аң-белем даирәһен, педа­гогик белемен киңәйтергә тырышыуы.

    Һәр кемде кеше итеп тәрбиәләү — ғаиләнең, мәктәптең, йәмәғәтселектең мөһим бурысы. Балалар, йәштәр — беҙ­ҙең киләсәгебеҙ, ә киләсәкһеҙ йәмғиәт бөтөүгә дусар була. Шуға күрә бөтә хәстәрлектәребеҙ, уй-фекерҙәребеҙ йәш быуынды тәрбиәләүгә, уға әхлаҡ тәрбиә­һе биреүгә йүнәлтелергә тейеш.

 

 

 

 

 

Бала тәрбиәләүҙә 
 атайҙың роле

Ата әсәләр йыйылышында һөйләнелгән

Доклад

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Доклад. Роль отца в воспитании детей"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель клубного филиала

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 655 172 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.02.2016 838
    • DOCX 65.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хатмуллина Зимфира Альбертовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 9 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6713
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой