Инфоурок Другое Другие методич. материалыДоклад. УУД (на башкирском языке)

Доклад. УУД (на башкирском языке)

Скачать материал

Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандартының өҫтөнлөклө йүнә­леше булып шәхесте бөтә яҡлап үҫте­реү тора. Уҡыу процесы, яңы белем, күнекмәләр уҡыусыларҙың үҙ аллы үҙләштереүенә йүнәлдерелә, ә уҡы­тыусы белем алырға өйрәнеүҙе (умение учиться) формалаштырырға бурыслы. Федераль дәүләт белем биреүҙең яны стандарттары нигеҙенә системалы-эш-мәкәрлекле йүнәлеш һалынған. Ул, иң беренсе сиратта, универсаль уҡыу эш­мәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу аша тормошҡа ашырыла.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең төрҙәрен билдәләүҙә уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлеген иҫәпкә алыу, уҡыу процесын ойоштороу өсөн шарттар булдырыу, башҡарған функциялары, структураһы һәм формаһы төп крите­рийҙар булып   тора. Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге шәхес булараҡ формала­шыуҙы тәьмин итеусе, танып белеү, регулятив, коммуникатив төрҙәргә бүленә.

1. Уҡыусыларҙың шәхес булып формалашыуын тәьмин итеүсе эшмәкәрлек. Был блокта төп өс шәхси эшмәкәрлек төрҙәре һыҙыҡ өҫтөнә алына: үҙбилдә­ләнеш (уҡыусының шәхси, профес­сиональ, тормошта үҙ урынын билдәләүе); уҡыусының белем алыуҙың мәғәнәүи асылын төшөнөүе (миңә быны ни өсөн белергә кәрәк?), әҙәп-әхлаҡ нормаларын белеүе.

2. Регулятив (көйләүсе) универсаль уҡыу эшмәкәрлеге - уҡыусының үҙенең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштороуҙы тәь­мин итеүсе хәрәкәттәр (маҡсат ҡуйыу, планлаштырыу, контролләү һәм баһа­лау).

3. Коммуникатив — аралашҡанда башҡаларҙы тыңлай белеү, фекерҙә­ренә ҡолаҡ, һалыу, проблеманы күмәк­ләп тикшереүҙә ҡатнашыу, килеп тыуған конфликтты хәл итеү юлдарын табыу эшмәкәрлеге ул. Шулай уҡ бында уҡытыусы һәм иптәштәре менән хеҙмәттәшлек итеү, конфликт­ты сисеүҙә альтернатив ысулдарҙы табыу һәм баһалау, фекереңде аңла­йышлы итеп әйтеү, туған телдең грам­матик һәм синтаксик нормаларына ярашлы диалогик һәм монологик тел­мәр формаларын яҡшы үҙләштереү. Һөйләшеп уртаҡ тел таба белеү ҙә инә.

4.Танып белеү эшмәкәрлеге — ул дөйөм уҡыу эшмәкәрлеге, логик һәм тамға-символлар менән эш итеү. Дөйөм укыу эшмәкәрлегенә кәрәкле мәғлүмәт эҙләүҙә компьютер сараларын ҡулла­ныу, моделләштереү. телдән һәм яҙма формала телмәр ҡороу, төрлө жанрҙағы текстарҙан мәғлүмәтте табыу, иң әһә миәтлеһен айырып алыу, текстын йөк­мәткеһен тулы, ҡыҫҡаса һайлап һөйләү, текстын характеристикаларына ярашлы төрлө жанрҙа текстар төҙөү инә.

 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте  дәрестәрендә уни­версаль уҡыу эшмәкәрлеген форма­лаштырыу юлдарын нисек табырға? Бынын өсөн Федераль дәүләт белем биреүҙең яны стандартының норматив документтарын, методик принципта­рын һом заманса дәрестең структу­раһынан тыш, яңы белем биреү һөҙөмтәләренә өлгәшеү өсөн ниндәй технологияларҙың  һөҙөмтәле булыуын белергә кәрәк.   Белем биреү техноло­гияларын һайлау уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәренән, мөмкинлектәре­нән, уҡытыусының әҙер булыуынан тора. Һис шикһеҙ, продуктив, ижади, тикшереү, проектлы, мәълумәти технологияларға өҫтөнлөк бирергә кәрәк, башҡаларын ҡулланыу мөмкинлеген дә инҡар итергә ярамай.

Уҡытыу процесында адаптив сис­тема   (АСО-Адаптивная система обучения (Яраҡлашыу тәртибендә уҡытыу))  алымдарын  ҡулланыу уҡыусыларҙың УУЭ формалаштырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте  дәрестәрендә Адаптив система  алымын ҡулланыу миҫалында  уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген ҡарап китәйек.

АСО моделе

Укытыусы барлыҡ уҡыусыларҙы ла уҡыта!

Ике параллель уҡыу процесы

 

Укытыусы индиви­дуаль эшләй

Укыусылар үҙ аллы эшләй

 

А.С. Границкая билдәләүенсә, дә­рес моделе ике өлөштән тора. Беренсе өлөш — барыһын да бергә уҡытыу, икенсе олөш - ике параллель уҡыу процесы: уҡыусыларҙың үҙ аллы эше, уҡытыусының уҡыусы менән индиви­дуаль эше. АСО алымдарын ҡулланып, укытыусы дәрес ваҡытынын 60 - 80%-ын индивидуаль эшкә бүлә ала.

АСО шарттарында үҙ аллы эш өҫтөнлөктө ала. Дәрестә уҡыусылар төрлө темпта эшләй, уларҙын белем, фекерләү кимәле төрлө була һәм шуға ярашлы уларға ярҙам да үҙгәрә. Күп кимәлле эш төрө уҡыусыларҙың танып белеү УУЭ формалаштырырға  ярҙам итә.

1-се кимәл (уровень)танып белеү эшмәкәр­леге — төшөнсәне таныу, уны сағыш­тырыу һәм оҡшашлыҡты билдәләү (З балл):

2-се кимәл — үтелгән материалды иҫкә төшөрөү (4 балл):

3-сө кимәл — уҡыу материалын аңлау, уны яңынан эшкәртеү, тасуир­лау һәм анализлау (5-6 балл);

4-се кимәл — эшмәкәрлекте аныҡ билдәләнгән ҡағиҙә ярҙамыңда тор­мошҡа ашырыу, белемде яңы уҡыу мәсьәләһен сисеү өсөн дөйөмләште-релгән алгоритм нигеҙендә һәм таныш ситуацияла ҡулланыу (7-8 балл);

5-се кимәл — белемде (күнекмә­ләрҙе) яңы мәсьәләләр сисеү өсөн таныш булмаған ситуацияла һәм ижа­ди ҡулланыу (элек үҙләштерелгән бе­лемде проблеманы   хәл итеү өсөн яңы ситуацияла үҙ аллы ҡулланыу; пробле­маны күрә белеү һәм уны хәл итеү ысулдарын билдәләү) (9 - 10 балл).

Эш төрҙәрен башҡарыу өсөн бөтәһенә лә бер төрлө ваҡыт бүленә, һәр уҡыусы беренсе кимәлдән башлап ар­табанғы кимәлгә үҙ тиҙлеге менән кү­тәрелә. Күп кимәлле эш төрөн өйгә эш итеп биреү ынғай һөҙөмтәгә килтерә. Адаптациялы эщ төрөнөң өҫтөнлөгө бер кимәлдән икенсеһенә үҙ аллы кү­сеүсе бөтә уҡыусыларҙың  да эш менән мәшғүл булыуында. Был осраҡта һәр уҡыусыға юғарыраҡ баһа алыу мөм­кинлеге асыла. Эш төрө уҡытыусы сиг­налынан һун башлана, тәғәйенләнгән ваҡыттан һуң баһалана. Уҡыусылар­ҙың үҙенең һәм иптәштәренең эшен баһалау, төҙәтеү регулятив УУЭ форма­лаштырыу өсөн әһәмиәтле. Был этапта билдәләнгән критерий буйынса бер-береһенен эшен тикшерергә тәҡдим ителә. Укыусылар иптәштәренең эше­нә ҡарата үтә талапсан булмаҫҡа; бел­мәгән осраҡта, ярҙам итергә; туҡталып ҡалһа, әйтеп ебәрергә тейеш.

Үҙ аллы эш төрө менән бер туҡтау­һыҙ идара итеү һәм һөҙөмтәне конт­ролдә тотоу өсөн уҡытыусы тикшереүе  генә етмәй, уҡыусыларҙың да ярҙамы кәрәк  була. Ундай контроль төрҙәре; К - уҡытыусы тикшереүе; ҮТ - үҙ эшеңде тикшереү; БТ — бер-береңдең эшен тикшереү; ЭҮТ — эске үҙ эшеңде тикшереү (уҡыусыла уҡыу эшмәкәрле­генең дөрөҫлөгө формалашҡан ос­раҡта тышҡы контроль кәрәкмәй).

Укыусыларҙың  һәр эш төрөн  баш­ҡарғандан һун йомғаҡлауы, матери­алды схемаға һалырға өйрәнеүе  аша уларҙың аҡыл эшмәкәрлеге әүҙемләштерелә, тимәк танып белеү УУЭ форма­лаштырыу тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, уҡытыусы яңы матери­алды аңлатҡанда уҡыусыларға терәк конспект йә схема төҙөүҙе тәҡдим итә. Уҡыусыға әҙер материал бирелмәй, ул уны үҙе эшләп таба. Бындай эш төрөн башҡарыу түбәндәге этаптарҙан тора;

1) дөйөм схема уҡыусылар менән берлектә башҡарыла;

2) уҡытыусы аңлатыуҙы туҡтата,  укыусыларға схеманы үҙ алды эшләп  бөтөрөргә тәҡдим итә;

3)  уҡыусыларҙан схема үҙ аллы эшләтелә.

Дәрестә уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә өйрәтеү һәм коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеген форма­лаштырыу ысулы булып парҙар менән эшләү һанала. Был эш барышында һәр ваҡыт кластағы уҡыусыларҙың яртыһы Һөйләй, яртыһы тынлай (тикшерә), ә һуңынан киреһенсә эшләнә.

АСО менән эшләү барышында пар­ҙарҙың өс төрө бирелә.

Статистик парҙар ( уҡыусылар бер төрлө эш башҡарғанда)

 

Динамик парҙар

1 -се такт     2-се такт     3-сө такт

                                      О-О           

Вариацион парҙар

1-се такт     2-се такт     3-сө такт

 

 

Статистик парҙар дәрестә укыусы­ларҙың бер-береһе менән даими аралашыуын тәьмин итә. Уҡыусылар аралашырға өйрәнә, бер-береһенен фекерен тынлай, уның менән килешеү-килешмәүен белдерә, был осраҡта һәр укыусының телмәре үҫешә һәм фекерләү ҡеүәһе арта.

Динамик парҙарҙа (дүрт уҡыусының эшмәкәрлеге) һәр уҡыусы үҙ һорауын, яуабын аңлатыу барышында ос тапҡыр партнерын алыштыра.

Вариацион парҙарҙа (дүрт уҡыусы) төрлө материалдар эшкәртелә. Яуап биреүсе ҡатнашлығында өс уҡыусы бер кешенең эшен тикшерә, баһалай. Был пар төрөнөң нигеҙе булып мох­таж уҡыусыға ярҙам  итеү тора. Уҡыусыларҙың эште башҡарып сығыу өҫтөндә бергә эшләүе һөҙөмтәһендә улар араһында ынғай мөнәсәбәттәр нығына.

Шулай уҡ был системала уҡытыусы-уҡыусы араһында барған индиви­дуаль эш төрҙәре лә ҡулланыла, коммуникатив УУЭ тормошҡа ашы­рыла. Баланың шәхси үҙенсәлектәрен яҡшы белеү эш төрҙәрен маҡсатҡа ярашлыраҡ, һөҙөмтәлерәк үткәрергә, методик алымдарҙы дөрөҫ һайларға ярҙам итә.

Һәр баланың тәбиғи үҙенсәлектә­ренә ярашлы карточкалар, тестар, тел­дән, яҙма күнегеү кеүек эш төрҙәре әҙерләнә. Уҡыусының теманы нисек үҙләштереүен, унын аң даирәһенең үҫешен тикшереүҙә, эске кисерештә­рен һынауҙа, белемен тәрәнәйтеүҙә индивидуаль эш төрҙәренең әһәмиәте бик ҙур.

Индивидуаль эш предметты насар үҙләштергәндәр менән эшләүгә генә ҡайтып ҡалмай. Ул түбәндәгесә ойош­торола:

1)уҡыусының таҡталағы эше (башҡа уҡыусылар үҙ аллы эшләй);

2)уҡытыусы өҫтәле артында эш (укытыусы менән уҡыусы ярты та­уышта ғына әңгәмәләшә);

3)уҡыусы өҫтәле артында эш (уҡы­тыусы уҡыусы янына ултыра);

4)эшләп ултырған парҙар янында уҡытыусының тәғәйенләнгән укыусы-нын эшен күҙәтеүе (уны өйрәтеү, төҙә­теү, шелтә һүҙҙәрен әйтеү тыйыла).

Яңы уҡытыу технологияһына ярашлы уҡыусының шәхес булып формалашыуын тәьмин итеүсе  эшмәкәрлек - уҡыусының уҡыу мате­риалын аңлап үҙләштереү маҡсатында үҙ аллы эҙмә-эҙлекле башҡарған эш системаһы ул.

Беренсенән. Класта тейешле комфорт шарттар тыуҙырғандан һуң, уҡыусыларҙа тирә-яҡты танып белергә теләк уятыу. Үтеләсәк материалды өйрәтеү, уның эҙмә-эҙлелегенә төшөнөү, йәмғиәттәге ролен аңлау һәм баһалау өсөн тейешле мотив тыуҙырыу. Ҡыҫҡаса әйткәндә, «Мин ни өсөн был әҫәрҙе уҡыйым? », *Уның төп мәғәнәһенә төшөнөү миңә ни өсөн кәрәк? », «Миңә уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк?» һорауҙарына яуап бирергә бу­рыслы.

Икенсенән. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйғандан һуң уҡыу мәсьәләһен хәл итеү   балалар та­рафынан атҡарыла. Уҡытыу системаһының төп принциптарының береһе-балаға фекерләү, ижад итеү, аралашыу өсөн шарттар тыуҙырыу, әүҙем эшләүгә юл асыу. Уҡытыусы был эште ойоштороусы булып тора.

Мәҫәлән, балалар төркөмдәргә берләшеп йәки парлашып эшкә тотона. Дәрестә эште парлашып йәки төркөмдәрҙә эшләү уҡыусының уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, һөҙөмтәлерәк итә. Бындай эш проце­сында баҙнатһыҙыраҡ, шымыраҡ балалар ҙа үҙенән-үҙе эшкә ылыға. Баҙнатлы, әүҙем балалар етәкселек, лидерлыҡ сифаттарын үҫтерә. Күмәкләп кәңәшләшкәндә төрлө тәҡдимдәр индерелә. Был тәҡдимдәр төрлө яҡлап тикшерелә. Уны инҡар итеүселәр был ысулдың мәсьәләне хәл итеү өсөн бармағанын дәлилләй, башҡа төрлө тәҡдимдәр керетә.

Был уҡыу мәсьәләһен сисеү процесы уҡыусылар ҡорған бәләкәй генә кәңәшмәне хәтерләтә. Кәңәшмә барышында балалар тел өлкәһендәге күҙәтеүҙәренә, тәжрибәләренә таянып, уҡыу мәсьәләһен сисеүгә йүнә­леш ала. Уҡытыусы оҫта дирижер кеүек был процесс менән етәкселек итә һәм, һөҙөмтәлә, уҡыусы дәрестә ҡуйылған теоретик төшөнсәне асыҡлауға, яҡтыртыуға ирешә. Был кәңәшмәнең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ  ҙур. Сөнки ошо процесс барышында бала үҙ ҡарашын яҡларға баҙнат итә, уҡытыусының хуплауы, ҡеүәтле ярҙамында үҙ фекерен өлөшләтә йәки тулыһынса әйтеү мөмкинлегенә ирешә. Башҡалар ни әйтер? Бүтәндәрҙең фекере нисегерәк?  Мин әйткән менән уртаҡлыҡ бармы? Балала ҡыҙыҡһыныу тыуа.

Фекер алышыуҙы «ауырыраҡ», «уртаса” уҡыусыларҙан башлау отошло. Уларҙың яуаптарын ҡырҡа инҡар итеү дөрөҫ булмаҫ. «Һин шулай уйлайһың, әйҙә башҡаларҙың да фекерен тыңлайыҡ әле» Һ. б. Әгәр уҡыу мәсьәләһен сисеүҙе интеллектуаль яҡтан көслө балаларҙан башлаһаҡ, уҡыу мәсьәләһе тәүҙә һораған «көслө» уҡыусы тарафынан шунда уҡ хәл ителәсәк, ә уҡыу материалын үҙләштереү темпы яйыраҡ балалар мәсьәләнең сиселеш логикаһын төшөнмәй ҡаласаҡ.

Һәм һуңғыһы. Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандартына ярашлы дәрестең мөһим этаптарының береһе - рефлексив анализ яһау. Рефлексив анализ - ул дәрестә эшләнелгән эштәрҙе барлау, уҡыу мәсьәләһен хәл итеүгә ярҙам итеүсе логик операциялар теҙмәһен иҫкә төшөрөү, эште контролләү һәм баһалау. Дәрестең тәүге өлөшөндә нимә эшләнем? Шунан? Тағы? Дәрес аҙағында нимә менән шөғөлләндем? Нимәләргә өлгәштем? Ннмәләрҙе эшләп өлгөрмәнем? Шулай итеп, бала үҙенең эшмәкәрлеген анализлай. Рефлексив анализ процесында үҙенән-үҙе һорауҙар тыуа: «Был эштәр һөҙөмтәһендә мин нимәгә өйрәндем? Ниндәй яңылыҡ астым? Был алған белем йәки һәнәр ҡасан, ҡайҙа кәрәгер?”  Шулай итеп, һығымта, йомғаҡлау яһала.

 

Шулай итеп, адаптив система ҡул­ланып дәрес үткәреүҙең төп үҙенсәлек­тәре;

1. Дәрес барышында һәр уҡыусы­ның әүҙем фекерләү эшмәкәрлеген формалаштырыу (уҡыусы өй эшен  тикшереүгә ҡатнаша, яңы материал аңлатҡанды тыңлай, материалды нығытыуҙа эшләй, уҙ аллы эш баш­ҡара);

2.Уҡыусының үҙенең һәм башҡа­ларҙың эшмәкәрлегенә ҡарата эмо­циональ ҡатнашлығын тәьмин итеү.

3.Уҡыусыларҙың дәрестә танып белеү эшмәкәрлегенә мотивация тыу­ҙырыу.

4.Дәрес эшмәкәрлеге процесында рефлексия, уҙбаһалауҙы тәьмин итеү (дәрестең һәр этабында уҡыусы үҙ эш­мәкәрлегенең һөҙөмтәһен үҙе күҙәтә, баһалай, рефлексия индереү менән үҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенә яуаплылыҡ арта, насар билдә алдында ҡурҡып ҡалыу юҡҡа сыға).

5.Дәрестә үҙ аллы йә ижади эш төрөп булдырыу (дәрестә үҙ эшен һәм бер-береһенец эшен тикшереү кеүек эш төрөн башҡарыу).

6.Дәрестең маҡсатына өлгәшеү.

         Йыйып әйткәндә, адаптип система ҡулланып уҡытыу уҡытыусының үҙ мөмкинлектәренә ышаныс уята, уҡыу-уҡытыу, тәрбиә биреү процесында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн шарттар тыуҙыра. Ә иң мөһиме, был дәрестәр демократик һәм гуманистик принципҡа таяна, сөнки уҡыусыларҙы үҫещ кимәленә бүлмәйенсә (яҡшы-насар өлгәшкән уҡыусылар иҫәбенә индермәйенсә) артабан үҫергә, камиллашырга ярҙам итә.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Доклад. УУД (на башкирском языке)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Музыковед

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 866 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.02.2016 2751
    • DOCX 65.1 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хатмуллина Зимфира Альбертовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 9 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6724
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Мини-курс

Продвижение: от бесплатной рекламы до постоянных клиентов

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 48 человек из 25 регионов
  • Этот курс уже прошли 17 человек

Мини-курс

Физическая культура и спорт: методика, педагогика, психология

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 13 человек

Мини-курс

Театральная педагогика: творческое развитие и воспитание

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 23 человека