Инфоурок Другое КонспектыДәрес конспекты Йыһат Солтанов «Ҡурай моңо» 4-се класс

Дәрес конспекты Йыһат Солтанов «Ҡурай моңо» 4-се класс

Скачать материал

Тема:        Й.Солтанов «Ҡурай моңо»  4-се класс

 

Маҡсат:     Уҡыусыларҙа милли музыка ҡоралы- ҡурайға ҡыҙыҡһыныу  тыуҙырыу, моңға һөйөү  тәрбиәләү; Ишмулла Дилмөхәмәтов менән таныштырыу; яңы һүҙҙәр белеү, телмәр, йүгерек уҡыу өҫтөндә эшләү.

Йыһазландырыу: видеояҙма, һүрәттәр, яҙылған таблицалар, Ә.Дилмөхәмәтованың китабы «Ишмулла Дилмөхәмәтов».

Барышы:

I.  Ойоштороу

-Дөрөҫ итеп ултырабыҙ,

Дәрес башлана хәҙер

Уҡытыусыны тыңларға

Уҡыусы һәр саҡ әҙер.

II.  Ҡабатлау

Уҙған дәрестә бирелгән өй эшен тикшереү.

III.  Төп өлөш

1.  (Ҡурай моңо ағыла , девиз уҡыла)

_Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы, өҙҙөрт ,ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын.(Ш.Бабич)

-Уҡыусылар, бөгөнгө дәресебеҙ нимә тураһында буласаҡ? (ҡурай).

2.   Легенда һөйләү( яуыз хан, сәс алыусы егет тураһында)

-Егет тере ҡала,төрлө үләндәр, тамырҙар  менән туҡлана, ҡорт тишкән үлән һабағынан көй сығарырға өйрәнеп китә. Тора- бара ауылдаштары , ата-әсәһе менән осраша.

3.Ҡурай менән таныштырыу

-Шунан алып был үҫемлекте ҡурай тип йөрөтә башлайҙар.  Уның буйы 120-170 см. Ҡурай Урал тауында үҫә. Тәбиғәт ярлылана барғанлыҡтан , башка үҫемлектәр кеүек үк, ҡурай ҙа хәҙер аҙ үҫә. 4 йылға бер генә уңа. Ул шулай уҡ Алтай, Саян тауҙарында һәм Якутияла үҫһә лә, музыкаль инструмент булараҡ тик башҡорттарҙа ғына таралған. Ҡурайҙы көҙ көнө япраҡтары ҡойолғас  ҡына ҡырҡып алып , ышыҡ урында киптерәләр.

Һабағын ҡулдар менән сиратлап тотоп 8-10 ус киңлеген ҡалдыралар ҙа киҫеп алалар. Тишектәрҙе, улар 5, аҫтан башлап уялар1-сеһе -4 бармак араһында, киләһе 3 тишек – 2 бармаҡ араһында , һуңғыһы, 5-сеһе-ҡурайҙың артҡы яғында ,4-се тишектән 3 бармаҡ араһында киҫелә.

Тәбиғәттә үҫкән ҡурай моңо йәнгә яҡыныраҡ . Сыҙамлы һәм матур булһын өсөн боронголар ҡурайға йылан тиреһе, һис юғында һарыҡ эсәгесе кейҙергәндәр. Үлән ҡурай сыҙамһыҙ: тиҙ ярыла, һына. 70-се йылдар уртаһында Өфө рәссәме Вәкил Шөгәепов ағастан ҡурай яһай башлай.Ҡайын ,саған ерек шпондары ҡулланыла. (Шпон-йәбештерелмәй эшләнгән бер ҡатлы фанер. Ул йылытыла һәм бөкләнә)

-Бөгөн башҡорт ҡурайы милләттең символына әйләнде. Уның һүрәтен һеҙ ҡайҙа йыш курәһегез? (БР символикаһында)

-Ә сәскәләре ни өсөн ете? (ете ырыу, ете көн, йәйғор төҫтәре ете, етеһен уҡытыу, ете быуынды белергә, ете мөгжизә һ.б.)

- Тимәк, беҙҙең башҡорт халҡы өсөн ете һаны изге һан булып тора.

4.Ҡурайға һәйкәл.

Баймак районы Төрөкмән ауылы эргәһендә ,  Туғажман тауында,биология уҡытыусыһы Миҙхәт  Байрамғолов  ҡурайға  һәйкәл  ҡуйыуҙы  ойоштора.Уның таждары етәү түгел ,

ә 29.  Баймаҡ районы ҡурайсыларын сағылдыра ул.

5. Фонетик күнегеүҙәр (ҡ өнө буйынса)

6. Дәреслек менән эш.

Й.Солтанов «Ҡурай моңо»

(Й.Солтанов тураһында һөйләнә, һүрәте күрһәтелә).

7. Ишмулла Дилмөхәмәтов тураһында

( Укытыусы һөйләй).

8. Текст менән эш

-һүҙлек эше

-сылбыр менән уҡытыу

-һорауҙарға яуап биреү

9. И.Дилмөхәмәтов тураһында видеояҙма ҡарау.

10.Ҡурай музыка уйын ҡоралы ғына түгел икән…(укыусылар сығышы)

-Ҡурайсылар,ғалимдар, тарихсылар иҫәпләүенсә ,күп быуаттар элек ҡурай эш кораллы  ла булған.

1.Ҡырағай бал ҡорттары ҡыуыш ағасҡа оялай.Кеше ҡыу ҡурайҙы кейәгә тығып , балы бармы –юҡмы икәнлеген белә ала. Кәрәҙгә батҡан ҡурайға бал тула, һәм кире алғанда балы ҡуша сыға.

2.Кипкән ҡурай үләнен алып, эсенә кипкән сөрөк тултырып, йыуан башынан сөрөккә ут ҡапҡансы туҙ яндырып тораһың да йыуан яғы менән өҫкә ҡаратып солоҡ эсенә һөйәп ҡуйһаң , ярты сәғәт уйламай ҙа төтәй. Уңайлы , яңғыҙ кешегә төтәткесте алып , ҡуйып торғансы ваҡыт үтә.

3.Ағасын йығып, кемдер балын алып киткән, ә көндәр һыуыта,көҙ, бал корттары астан үлеүе мөмкин. Бал ҡорттары ағас эсенән буйлап юғары киткән, улар ағастың ҡайһы өлөшөндә икәнен билдәләгәндә, ҡурайҙы ағас тишегенә ҡуйып, тыңлап табалар. Бал корттарын алып ҡайтып, һәләк булыуҙан ҡотҡарып ҡалалар.

4.Көҙгө аяҙ көндәрҙә бур ҡорт- ҡунаҡтар менән һаҡсы ҡорттар араһында ысын һуғыш башлана. Бына шул саҡта ҡурайға он һалып, умартасы умартаның кейәһенә ҡуя. Бур ҡорттар килеп , бал урлап, онға мансылып, үҙенең умартаһына ҡайта, һәм эҙе ҡала. Умартасы һауытҡа әҙерәк бензин һалып , умарталыҡ эргәһенә ултыра. Бур ҡорт был еҫкә башҡаса килмәй.

11. Башҡортостандағы башҡа ҡурайсылар менән таныштырыу.

Видеояҙма карау.( Азат Айытҡолов,  Юлай Ғәйнетдинов, Роберт Юлдашев һ.б.)

IV.   Йомғаҡлау.

-Был дәрестә нимәләр белдегеҙ? Кемдәр менән таныштығыҙ?

-Ҡурай –хистәр ташҡыны , моңдар даръяһы, көйҙәр шөһрәте.

Ш.Бабичтың «Ҡурайға» шиғыры уҡыла.

Өй эше: Дарыу үләне буларак ҡурай(материалдар)

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Дәрес конспекты Йыһат Солтанов «Ҡурай моңо» 4-се класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Старший рекрутер

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 660 047 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 21.08.2015 1858
    • DOCX 17.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Лотфуллина Ризида Фаил ҡыҙы. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Лотфуллина Ризида Фаил ҡыҙы
    Лотфуллина Ризида Фаил ҡыҙы
    • На сайте: 8 лет и 8 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 33879
    • Всего материалов: 16

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Идеи эпохи Просвещения: педагогическое значение для современности

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

История России: ключевые события и реформы

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 135 человек из 45 регионов
  • Этот курс уже прошли 79 человек

Мини-курс

Основы налогообложения и формирования налогооблагаемых показателей

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе