Инфоурок Другое КонспектыДәрес прес-конференция Тема_ Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм ижады (VII синыф) - литература, уроки

Дәрес прес-конференция Тема_ Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм ижады (VII синыф) - литература, уроки

Скачать материал

Аңлатмалы яҙыу.

Башҡортостан Республикаһы президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде.


1. Эш программаһы түбәндәге норматив – хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:


  1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министырлығының № 1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғәриф һәм Фән министырлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

  2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

  3. Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696 - 3.

  4. Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 йыл №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән).

  5. Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 йыл №216 – 3.

  6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП – 730.

  7. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм Фән министырлығының 29.04.2015 йылдың №905 бойороғо менән раҫланған 2015-2016 уҡыу йылына базис план.

  8. Аҡкүҙ төп белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм бюджет белем биреү учреждениеһының 31.08.2015 йылдың №74 приказы.


Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министырлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планына ярашлы, башҡорт телен өйрәнеү түбәндәге программаға нигеҙләнеп алып барыла:

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа.(Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – IX кластары өсөн). БР Мәғариф министырлығы. Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов А.Х. Дәүләтшина М.С. Өфө “Китап” нәшриәте, 2005.


Был программа нигеҙендә уҡытыу 5-9 кластарҙа алып барыла.

6 – класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаһына 2 сәғәт).


Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:


башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;


башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;


бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.


Программаның маҡсаттары һәм бурыстары.


Башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла.Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция). Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә.Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт прцесында практик файҙаланырға өйрәтеү. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.текстағы яңыһүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитафон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

5-6 сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;

Ишеткәнде , күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү;

Ҡысҡырып шыма һәм тасуири уҡыу;

Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;

Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү;

Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү, 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү;

Мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.


Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:

Башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

Тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

Дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

Һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

Тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү;

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләне. Ағымдағы контрольэштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәрен ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:


Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Күсереп яҙыу – 1

Һорауҙарға яуап - 1

Диктант – 5

Изложение – 1

Инша – 2

Яҙма эш төрҙәре (изложение, инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:


Карточкалар менән эш;

Тест;

Һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

Текста, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе;

Терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү;

Һүҙлек диктанты;

Һөйләмдәр төҙөү;

Һүҙлек менән эш;

Синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғайләм)



Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары.

Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

1) Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

2) Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;

3) Яуаптың телмәр төҙөлөшө,әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәкдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш. Әгәр уҡыусы:

1) тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

2) үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

3) материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә,ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә,ләкин

1) материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

2) әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

3) яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәһә, билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһын аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана

II. Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш

тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла.

Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

III. Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау.

Изложение 70-80

Иншалар 75-85

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

1) теманы аса белеүе,тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

2) яҙғанда, грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла, изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла. Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.

1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса)

Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе1 генә хата) булһа,«5» билдәһе ҡуйыла.

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа.

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

1. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә,темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа).

2. Йөкмәтке, нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә, әммә эштә бик аҙ булһа ла,фактик хаталар осраһа.

3. Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа.

4. Яҙма эш,нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа.

5. Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа.

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары.

Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа,йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән,һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,«4» билдәһе ҡуйыла,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән,йөкмәткеләге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә,эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик , 4 пунктуацион хата, йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһы булһа,шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,«3» билдәһе ҡуйыла

1. Яҙма эш темаға тура килмәһә.

2. Фактик хаталар күп булһа.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа орфографик хаталары 7-нән, пунктуацион хаталары 7-нән, грамматик хаталары 7-нән артһа,«2» билдәһе ҡуйыла.


Әҙәбиәт буйынса.

Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар, Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә,тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә

һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә, йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә баһалар ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.

Уҡыу тиҙлеген тикшереү.

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып,уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.


Баһалар «5» «4» «3» «2»

I 30 25 15 15-тән кәмерәк

II 55 45 30 30-ҙан кәмерәк

III 65 55 40 40-тан кәмерәк

IV 80 75 55 55-тән кәмерәк

V 100 90 80 80-дән кәмерәк

VI 110 100 90 90-дан кәмерәк

VII 120 110 100 100-ҙән кәмерәк

VIII 130 120 110 110-дан кәмерәк

IX 140 130 120 120-нән кәмерәк


Уҡыу предметының төп йөкмәткеһе.


Йырым минең – Башҡортостан.

З.Биишева”Башҡортостан”. Р.Ғарипов “Дан һиңә, Дан Башҡортостан!”. С.Яруллин “Башҡорт аты”. Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Башҡорт әҙәби теле. Уның нормалары тураһында төшөнсә биреү.


Уҙған ғүмер – ҡалған хәтер.

Ҡолой кантон”( Башҡорт халыҡ йыры). Ғ Хөсәйенов “Рудасы Исмәғил Тасим улы” (повестан өҙөк). Һүҙ төркөмдәре тураһында төшөнсә. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре.


Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап.

Ғ.Хөсәйенов”Алдар батыр ҡиссаһы”. Степан Злобин “Салауат Юлаев”. Һүрәтләү сралары. Исемдәрҙең һан,эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгәрешенең үҙенсәлектәрен, ялғауҙарының фонетик варианттарының ҡулланышын практик күҙәтеү күнегеүҙәре. Бәйет тураһында төшөнсә.


Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын.

Башҡортостан йылғалары тураһында белешмә. Башҡорт халыҡ йыры “Йәмле Ағиҙел буйҙары”. Тамыр, яһалма, ҡушма сифаттар.


Тау башында балҡый бер ҡала.

Р.Янбулатов”Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”(йыр). А.Камалов”Боронғо башҡорт ҡалалары”.Минең тыуған ҡалам.


Башҡорт йолалары.

А.Ҡобағошов”Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?” Т.Ҡарамышева” Кәкүк сәйе”. Башҡорт йолалары тураһында белешмә. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр.


Башҡорт аштары.

Ҡ.Даян “Башҡорт ҡымыҙы”. М.Өмөтбаев”Башҡорт ҡорото”. Н.Сафин “Бишбармаҡ”. Башҡорт халҡының милли аштары тураһында белешмә. Сифаттарҙың үҙгәреше. Башҡорт һәм рус телендәге оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы билдәләү. Сифат темаһын ҡабатлау.


Әсәм теле – сәсән теле.

Башҡорт теле (белешмә) . З.Биишева “Башҡорт теле”. Башҡорт халыҡ әкиәте “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы”.Ә.Вахитов “Һүҙ хаҡында баллада”. Алмаш. Төп үҙенсәлектәре. Рус телендәге алмаштар сағыштырыу, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Килтерелгән текстарҙан алмаштарҙы табыу.


Башҡорттар китте һуғышҡа.

Ҡ.Даян “Шайморатов генирал” (йыр). Ә.Бикчәнтәев “Бөркөт һауала үлә”. Алмаштарҙың башҡорт телендә мәғәнә үҙенсәлектәре, төркөмсәләре, телмәрҙә ҡулланыу.


Тылсымлы әкиәттәр.

Башҡорт халыҡ әкиәттәре (белешмә). “Аҡъял батыр” . “Алдар менән шайтан”. Тормош- көнкүреш әкиәттәре. “Ҡурай”. “Ҡурай моңо”. Йомаҡтар. Алмаш төркөмсәләрен ҡабатлау. Һандар. Ябай һәм ҡушма һандар. Һандарҙың телмәрҙә ҡулланылышы.


Боронғо әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ.

Ҡол Ғәли “Йософ ҡиссаһы”. “Ҡармасан менән Сәрмәсән”. С.Юлаев. М.Аҡмулла Нәсихәттәр. Сәсәндәр ижады.


Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылары.

М.Ғафури, Р.Ниғмәти, М.Кәрим, С.Ҡудаш, Р.Ғарипов, Н.Нәжми, Р.Бикбаев, Ә.Атнабаев, М.Кәримов, Т.Йосопов, А.Филиппов, А.Игебаев, Ҡ.Аралбай, З.Биишева, Ә.Хәкимов, Н.Мусин, Н.Асанбаев, Ғ.Хөсәйенов, С.Паварисов. Һандарҙың төркөмсәләре.


Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ.

Ҡ.Аралбай “Дуҫлыҡ һәйкәле”. М.Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме”. З.Биишева “Дуҫ булайыҡ”.



Календарь – тематик план.


Дәрес темаһы.

Дәрес һаны.

Үткәреү ваҡыты.

Фактик үтәлеш.

Иҫкәрмә.

1.

З.Биишева “Башҡортостан”.

1

04.09



2.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

1

05.09



3.

Ғ.Хөсәйенов”Рудасы Исмәғил Тасим улы”.

1

11.09



4.

М.Ғафури “Беҙҙең нәмәләрҙе һатҡанда”.

1

12.09



5.

Исем.

1

18.09



6.

Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап.

1

19.09



7-8.

М.Иҙелбаев “Хушлашыу”.

2

25.09

26.09



9.

С.Злобин “Салауат Юлаев”.

1

2.10



10.

Ғ.Ибраһимов “Кинйә”.

1

3.10



11.

Исемдәрҙең грамматик категориялары.

1

9.10



12.

Я.Хамматов “Төньяҡ Амурҙары”.

1

10.10



13.

Башҡорт халыҡ йырҙары.

1

16.10



14.

Ҡаһым түрә” риүәйәте.

1

17.10



15.

Иседәрҙең күплек категорияһы.

1

23.10



16.

Контроль диктант

1

24.10



17.

Исемдәрҙең яһалыу юлдары.

1

30.10



18.

Башҡорт халҡына көйлө хитап.

1

6.11



19-20.

Р.Солтангәрәев “Осто бөркөт”.

2

7.11

13.11



21.

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

14.11



22.

Изложение

1

20.11



23.

Р.Бикбаев “Уралыма”.

1

21.11



24-26.

Я.Хамматов “Ғәйзулла”.

3

27.11,28.11,

4.12



27.

Исемдәрҙең хәбәрлек категорияһы.

1

5.12



28.

Башҡортостан йылғалары.

1

11.12



29.

Ағиҙел менән Яйыҡ.

1

12.12



30.

Сифат.

1

18.12



31.

Диктант.

1

19.12



32.

33.

Ә. Вахитов”Ир ҡанаты”.

2

25.12,

26.12



34.

Сифаттарҙың дәрәжәһе.

1

15.01



35.

Өфө тураһында.

1

16.01



36.

Башҡорт йолалары.

1

22.01



37.

С.Агиш “Ҡунаҡ һәм намыҫ”.

1

23.01



38.

Сифаттарҙың яһалышы.

1

29.01



39.

Инша “Ҡышҡы көн”.

1

30.01



40.

Милли аштар.

1

5.02



41.

В.Власов”Башҡорт балы”.

1

6.02



42.

Башҡорт теле.

1

12.02



43.

Яҡшы һүҙ – йән аҙығы.

1

13.02



44.

Ә.Вахитов “Һүҙ хаҡында баллада”.

1

19.02



45.

Ғ. Хөсәйенов “Әсәм теле – сәсән теле”.

1

20.02



46.

Диктант.

1

26.02



47.

Күнегеүҙәр.

1

27.02



48.

Я.Хамматов “Башҡорттар китте һуғышҡа”.

1

4.03



49.

Ж.Кейекбаев” Зөбәй Үтәғолов”.

1

5.03



50.

Ә.Бикчәнтәев !Бөркөт һауала үлә”.

1

11.03



51.

Р.Насиров “Ил балаһы Шәкирйән”.

1

12.03



52.

Сифаттарҙың үҙгәреше.

1

18.03



53.

54.

Телмәр үҫтереү. Изложение.

2

19.03

8.04



55.

56.

Урал батыр” әкиәте.

2

9.04

15.04



57.

Алдар менән шайтан”.

1

16.04



58.

Ҡурай моңо”.

1

22.04



59.

Көләмәстәр.

1

23.04



60.

Алмаштар.

1

29.04



61.

Ҡол Ғәли “Йософ ҡиссаһы”.

1

30.04



62.

С.Юлаев “Бүгәсәүгә ҡушылып”.

1

6.05



63.

Ҡарабай менән Сарыбай”.

1

7.05



64.

М.Аҡмулла “Нәсихәттәр”.

1

13.05



65.

Сәсәндәр ижады.

1

14.05



66.

Диктант.

1

20.05



67.

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары.

1

21.05



68.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары.

1

27.05



69.

70.

Йомғаҡлау дәресе.


1

28.05





Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу – уҡытыу методик ҡулланмалар.

Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәпҙең I-XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск:”Книгоград”, 2008.

Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Өфө:Китап,2009.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-8 –се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2006.

Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт итеп өйрәнеүселәр өсөн. Ғәбитова З.М.

Өфө: Китап, 2009.

Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. Усманова М.Г.

Аслаев Т.Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар. Өфө Китап, 1996.

Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видео әсбәптар. Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министырлығы. 2005.

Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : “Эдвис” уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. Өфө, 2004.

Русса- башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г.Саяхова К.Г. Өфө 1997.

Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М.. Х. Өфө, Китап, 2006.

Башҡорт теленең фразиологик һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. Өфө, Китап, 2006.

Электрон дәреслек. Башҡорт әҙәбиәте. 5-9 класс Өфө: Мәғариф министырлығы, 2003.

Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. Өфө: Педкнига, 2008.

Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларһа һәм ҡағиҙәләрҙә. Әбүбәкирова З.Ф. Өфө, 2006.


Материаль -техник ҡулланмалар.

Телевизор;

Компьютер;

Принтер;

DVD – проигрыватель;

Аудио – видиомагнитафон;


Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.

Башҡорт теле:

Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 сы синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ.б. Өфө: Китап, 2008.

Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Өфө: Китап, 2009.

Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө: Китап, 1994.

Әбүбәкирова З.Ф., Дилмөхәммәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым. Өфө: Китап, 2007.

Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә. Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. Өфө: Эшлекле династия, 2008.

Балалар уйын фольклоры. Сөләймәнов А.М. Өфө, Китап, 2007.

Балалар өсөн йөҙ йыр. Юнысова Г.А. Өфө, Китап, 2003.



Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Дәрес прес-конференция Тема_ Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм ижады (VII синыф) - литература, уроки"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Логист

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 776 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.02.2016 792
    • DOCX 180.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ахметзянова Изалия Ханафиевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ахметзянова Изалия Ханафиевна
    Ахметзянова Изалия Ханафиевна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5686
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Продуктовый успех: стратегии и инструменты для создания, улучшения и продвижения продуктов на рынке

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы русского языка: морфология, синтаксис, лексика

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 12 регионов
  • Этот курс уже прошли 14 человек

Мини-курс

Стрессоустойчивость и успех в учебе: практические методики и стратегии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 50 человек из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 17 человек