Дәрес: башҡорт теле (дәүләт теле)
Класс: VII
Дәреслек: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт
теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класс уҡыусылары өсөн
дәреслек. Өфө, 2007.
Программа : Усманова М.Г., Толомбаев Х.А. һ.б
Башҡорт телнән программалар. Өфө, 2003.
Дәрестең темаһы :
Мостай Кәрим «Башҡортостан». Исем.
Дәрестең маҡсаты:
1) Мостай Кәримдең
ижадын өйрәнеүҙе дауам итеү. «Башҡортостан» әҫәрен өйрәнеү.
2) Исем
һүҙ төркөмөн ҡабатлап китеү. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙе айыра белергә өйрәтеү.
3) Һөйләү телмәрен үҫтереү.
Һүҙлек байлығын арттырыу.
4) Тыуған
ергә ҡарата ғорурлыҡ һәм һөйөү тәрбиәләү.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1) Ғәбитова
З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең
7-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө, 2007. 34-се бит.
2) Мостай
Кәрим Шиғырҙар йыйынтығы («Ҡайын япрағы тураһында» ) . Өфө.
3) //
Аманат , №10,2010 йыл
Йыһазландырыу:
1) Ребус
«Башҡортостан»
2) Плакаттар
«Исем», һүҙлек эше.
3) Таратма
материал. Өй эше. «Минең тыуған ерем».
4) Слайдтар
- Артикуляцион күнегеү.
- Мостай Кәримдең портреты,
уның тураһында белешмә.
- Ямантау,Асылыкүл, Ағиҙел
5) Башҡортостандың картаһы.
6) Аудио яҙма «Был минең тыyған
ерем»
7) Ноутбук, проектор, экран
Дәрес барышы.
I.
Ойоштороу
мәле.
Уҡытыусы:
- Һаумыһығыҙ!
Хәйерле көн, уҡыусылар!
-
Бөгөн кем дежур? Кем класта юҡ?
-
Бөгөн ниндәй көн? Көн ҡояшлымы, ҡояшһыҙмы?
- көн
ямғырлымы, ямғырһыҙмы?
- көн
йылымы, һыуыҡмы?
II. Төп өлөш.
1).
Артикуляцион күнегеү.Слайдта бирелә
Ер
шарының картаһына,
Ҡараһаң яҡшы ғына
–
Башҡортостан шул карта ла,
Бер япраҡ саҡлы ғына.
М.Кәрим.
- Хор менән уҡыу.
- Уҡыусылар хата ебәргән һүҙҙәрҙе ҡабаттан уҡып
китеү.
- Бер нисә уҡыусынан уҡытып китеү.
2) Мостай Кәрим тураһында үтелгәндәрҙе
ҡабатлау.
- Ошо юлдарҙың авторы Мостай Кәрим. Беҙ һеҙҙең
менән М.Кәрим тураһында һөйләшеп киткәйнек. Әйҙҙәгеҙ иҫкә төшөрәйек.
- Кем ул Мостай Кәрим?
- Мостай Кәримдең тыуған көнө ҡасан?
- Мостай Кәрим ниндәй районда тыуған?
- Мостай Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ.
Уҡыусыларҙың яуаптарына һуң, яуаптар менән слад
бирелә.
Слайд та бирелгән яуаптарҙы хор менән ҡабатлап
китеү.
3. Яңы
теманы өйрәүеүгә әҙерлек.
Таҡтала ребус бирелә. (Баш+ҡорто+с+н)
- Ошо ребусты сисһәгеҙ, бөгөн үтеләсәк теманы
беләсәкбеҙ. Йәгеҙ,кем тиҙерәк!
4. Яңы теманы өйрәнеү.
- Ребусты сисеп теманы белдек. Бөгөн беҙ
М.Кәримдең «Башҡортостан» әҫәрен өйрәнәсәкбеҙ. Грамматик тема: Исем һүҙ
төркөмө.
5.
Исем һүҙ төркөмөн ҡабатлау. Исемдең һорауҙары. Яңғыҙлыҡ
һәм уртаҡлыҡ исемдәр.Миҫалдар килтереү.
(Таҡтала плакаттар ҡуйылып барыла)
Исем
Кем? Нимә?
Яңғыҙлыҡ
Уртаҡлыҡ
Өфө, Ағиҙел
ҡала,йылға
6. Яңы теманы түбән кластарҙа алынған белемдәр
менән бәйләү.
- Өй эшен тикшереү. Уҡыусылар өйҙә
Башҡортостандың тауҙары, күлдәре, йығалары тураһында мәғлүмәттәр әҙерләп килә.
- Уҡыусылар сығыш яһай. Сығыштарға алдан
слайдтар әҙерләнә. (Ямантау, Асылыкүл, Ағиҙел)
- Афарин, уҡыусылар! Башҡортостан республикабыҙ
тауҙарға, йылғаларға, күлдәргә бик бай.Әйҙәгеҙ, хәҙер Мостай Кәрим үҙенең
әҫәрендә тыуған илебеҙ- Башҡортостан тураһында нимә ти икән…
7. М.Кәримдең «Башҡортостан» әҫәре менән
танышыу.
Уҡытыусы уҡый.
8. Һүҙлек эше.
Донъяла – в мире
Дала – степь
Дан тота- славится
Мәшһүр- знаменит
Етеҙ- ловкий
Иге-сиге
булмаған - бескрайний
-Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышына иғтибар биреп
китеү.
- Хор менән уҡыу.
- Теләк буйынса уҡытыу.
9. Ял минуты.
- Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ. Ике командаға бүленә
класс. Таҡтала ике бағана бирелгән: яңғыҙлыҡ исемдәр һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
Ҡайһы команда бағананы тиҙерәк тултырыр.
«Был минең тыуған ерем» йыры ҡуйыла.
- Һүҙҙәрҙе тикшерелеп, еңеүсе команда
билдәләнеп китә.
10. Текст өҫтөндә эш.
1) Абзацтарға бүлеп уҡыу.
2) Тәржемә эше. Уҡытыусы абзацтарға бүлеп
текстың тәржемәһен уҡый. Уҡыусылар ниндәй абзац уҡылғанын билдәләп бара.
11. Текст буйынса һорауҙар биреү.
1) Башҡортостан нимәләре менән дан тота?
2) Башҡортостандың иң оҙон йылғалары нисек
атала?
3) Башҡортостанда ниндәй хазиналар бар?
III. Йомғаҡ яһау.
- Шулай итеп, беҙ бөгөн һеҙҙең менән Мостай
Кәримдең «Башҡортостан» әҫәре менән танышып үттек. Тыуған еребеҙ тураһында ҙур
мәғлүмәт алдыҡ.
- Текст һеҙгә оҡшанымы?
IV. Өй эше.
- Беҙ бөгөн
дәрестә Башҡортостан тураһында бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ. Һеҙ таратылып
бирелгән карточкаларҙы ҡулланып, «Башҡортостан» тураһында һөйләргә әҙерләнеп
килергә тейешһегеҙ.
Карточка.
Өй эше.
Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйып яҙ. Тексты һөйләргә
әҙерлән.
Башҡортостан.
Мин _______ тыуғам. Уның тәбиғәте иҫ киткес
матур. Башҡортстан үҙенең _______, _______, ________, ________ менән дан тота.
Башҡортостандың иң оҙон йылғаһы -
_______. Башҡортостанда иң бейек тау - _______ . ________ - республикалағы иң
тәрән күл.
Мин тыуған еремде яратам!
- Һау булығыҙ!
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.