Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Эҙләнеү эше " Мостафа ауылының топонимикаһы"

Эҙләнеү эше " Мостафа ауылының топонимикаһы"

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Баҡалы мәғариф бүлеге











Мостафа ауылының топонимикаһы











Башҡарҙы : Насиров Илдар

VII класс уҡыусыһы


Етәксеһе : Э. Р. Насирова









Мостафа урта дөйөм белем биреү мәктәбе


2012 йыл



План




  1. Инеш ---------------------------------------- 3

  2. Маҡсат һәм бурыстар --------------- 4

  3. Комонимдар ---------------------------- 5

  4. Гидронимдар --------------------------- 7

  5. Микротопонимика -------------------- 8

  6. Оронимика ----------------------------- 10

  7. Һығымта --------------------------------- 11

  8. Ҡулланылған әҙәбиәт --------------- 12

  9. Ҡушымта --------------------------------13




























Тыуған өйөн белмәгән,

Тыуған ауылын белерме ?

Тыуған ауылын белмәгән ,

Тыуған илен белерме ?

Халыҡ мәҡәле



Инеш

Һуңғы йылдарҙа башҡорт ономастикаһы (онома грек телендә — «исем», ономастика — «яңғыҙлыҡ исемдәрҙе өйрәнеүсе фән») дөйөм терки ономасиологияһының айырым бер бүлеге буларак ҙур күтә-релеш кисерҙе: бигерәк тә быны ҙур әһәмиәтле һәм фән буларак үҙенсәлекле тармағы һаналған топонимикаға (топос грекса — «урын», топонимика — «ер-һыу атамалары тураһындағы фән») ҡарата әйтергә була. Ғилми әҙәбиәттә айырым бер региондың топонимияһына арналған тикшеренеүҙәр бәрлыҡка килде, Башкортостан, Ырымбур һәм ғөмүмән Көньяҡ Урал ер-һыу атамаларына бағышланған мәҡәләләр, махсус хеҙмәттәр баҫылып сыҡты. Шулар рәтенә билдәле ғалимдар Т. Г. Баишев, Ж. Ғ. Кейекбаев, А. А. Камалов, М. Ғ. Усма-нова, Р. 3. Шәкүров, Ф. Ғ. Хисаметдинова, С. М. Стрелыников кеүек белгестәрҙөң хеҙмәттәрен индерергә мөмкин.

Билдәле булыуынса, топонимика фәненең түбәндәге бүлектәренә ҡараған лексик берәмектәре бар:

1. Ойконимдар үҙҙәрө ике төргә бүленә:

а) астионимдар — ҡала һәм ҡала тибындағы ҡасаба исемдәре: Лондон, Мәскәү, Өфө, Ташкент;

б) комонимдар — ауыл, утар һәм башҡа кеше йәшәгән урын атамалары: Йәрәбәкүл, Имәнйорт, Бесәнсе, Аллабирҙе, Ҡотлоюл.

2. Гидронимдар — диңгеҙ, йылға, һыу, күл, шишмә, шарлауыҡ һәм башҡа гидро-график объекттарҙың атамалары. Мәҫәлән: Каспий — диңгеҙ, Волга, Дим — йылғалар, Байҡал — күл, Бәхет — шишмә.

3. Оронимдар — тау, уба, ҡалҡыулык (киң планда — рельеф) атамалары: Алтай, Урал, Мөхәббәт — тауҙар, Харуба — уба, Йәштәр ере — ҡалҡыулыҡ.

4. Дромонимдар — юл, шул иҫәптән һыу өҫтө, һыу аҫты, ер еҫтө, ер аҫты (тоннель), һауа һәм башҡа төрлө йәйәү йәки транспорт ярҙамында йөрөү өсөн ҡулайлаштырылған юлдар атамалары: Өфө — Ташкент тимер юлы, Силәбе — Мәскәү автомобиль трассаһы, Кейәү һуҡмағы, Көтөүсө юлы.

5. Микротопонимдар (микро грекса — «бәләкәй») — ҙур булмаған географик объект йә сағыштырмаса аҙ кешеләр даирәһенә (мәҫәлән, бер ауыл йәки бер нисә ҡасаба халҡына) билдәле булған атамалар. Микротопонимдарға көтөүлек, сәсеүлек, һыулау, төбәк, соҡор-саҡыр, шишмә, ҡойо һәм башка микрообъекттарҙың исемдәре инә.
















Маҡсат :


1. Мостафа ауылы биләмәһендәге топонимдар менән танышырға;


Бурыстар :


1. Ауыл топонимикаһы менән , ауыл тарихы менән башҡорт халҡының үткәненең бәйләнешен күрһәтергә ;


2. Ауылдың топонимикаһында Һеңрән – Айыу ырыуы башҡорттарының, төрлө заман ваҡиғаларының эҙҙәрен өйрәнергә;
















Комонимдар


Минең тыуған ауылым – Баҡалы районының Мостафа ауылы.

Үҙ ауылымдың топонимикаһын барлау һәм тикшереү миҫалында асыҡлап, эҙлекле системаһын бәйәнләйем.

Күп кенә ауылдарға һәм улар тирәһендәге ҡыр – баҫыу, йылға – инеш , күл – соҡор , тау , урман , юл – һуҡмаҡ һ.б. ерле физик – географик объекттарға әүәл замандарҙа уҡ исем бирелгән. Ауыл исемдәре ,барлыҡ төр ерле географик атамалар кеүек , халыҡ һәм тел тарихы , география , тәбиғәт һәм башҡа фәндәр өсөн ғаят мөһим фәнни мәғлүмәттәр хәбәр итәләр.

Баҡалы районы Мостафа ауылының ҡыҙыҡлы һәм иғтибарға лайыҡлы тарихтары бар. Уларҙың күбеһе бынан 1000 йылдан ашыу элек булған осорҙарға барып тоташа .

Көньяҡ Уралдан Сөн менән Ағиҙел йылғаһы ҡушылған ергә килеп урынлаша һәм Ыҡ йылғаһына тиклем һуҙыла. Был ырыу Ҡорос, Ҡорсай, Әзмей, Шарашлы ауылдарына нигеҙ һалыусы булып тора. Мостафа ауылына ла нигеҙ һалыусы ошо ырыу була. Ҡулланылған сығанаҡтар буйынса был ырыу ниндәйҙер һуғыштанмы ҡасып ,аҙ ғына ҡалып , ҡабат нәҫел үрсетеүгә ныҡлы иғтибар бүлгән. Был ырыу кешеләре урман ҡырҡма­ған, йылғала балыҡ тотмаған, ҡош - ҡорт ауламаған. Тәбиғәтте ҡоротоу­ға йүнәлтелгән кәсепте харам күргән, һуҫыл үләнгә бай туғайҙарҙа өйөр - өйөр йылҡы , һыйыр, һарыҡ малдары йөрөгән. Хуш еҫле болондар­ҙа бал ҡорттары геүләгән. Көтөүселәр, умартасылар бер юлы хә­бәр йөрөтөүсе ролен үтәгән. Йылдар үтеү менән халыҡ үрсегән. Нәҫел үрсетеүгә ырыу ҙур иғтибар биргән. Мәҫәлән, бер атаның биш улы булһын ,ти. Уларҙың һәр ҡайһы өсәр ҡатынға өйләнгән һәм берен­се, икенсе ҡатындарын балалары менән башҡа сығарған. Малды бүле­шеп алыр булғандар. Яңы ниғеҙ ҡорғандар. Ырыу шулай үрсегән һәм Ыҡ йылғаһына таба күсә барған. Шулай был ырыу беҙҙең ауылдың Иҫке ауыл соҡоро (был ауылдың үҙ исеме булған, ләкин ваҡыт үтеү ме­нән онотолған) тип аталған төбәгенә килеп урынлаша һәм ерҙәрҙе үҙләштерә .



Мостафа ауылы


Казан ханлығы емерелгәс, беҙҙең яҡтарға өс татар ғаиләһе күсенеп килгән ,тиҙәр . Ырыу башлығы уларға ауылдың көньяғы­нан ер бирә, һуңғараҡ, ырыу башлығы ауылдың төньяҡ өлөшөнә күсенә һәм , әллә ерҙең уңдырышлығына һылтанып, татарҙарҙы түбән осҡа күсерәләр. Ырыуҙың башҡа кешеләре лә тура юғары ос яғына күсенеп килә. Шулай ауылда ике ос барлыҡҡа килә : : Башҡорт осо һәм Казан татарҙары осо. Ауылдың исеме Мостафа булып ҡала. Ауылдың атамаһы тураһында ике төрлө фараз йәшәй :

1.Күсеп килгән кешеләрҙең башлығы Мостафа атлы булған. Улар түбән осҡа күсһәләр ҙә ауылдың исеме булып , ошо исем ҡалған , тиҙәр

2. Ислам динен тотоусы ерле халыҡ Мөхәммәт Рәсүллуллаһ бәйғәмбәребеҙҙең атаһының исемен мәңгеләштереү маҡсатынан ошо исемде биргән , тиҙәр

Тәүҙә ул ике ауыл булып йәшәй. : Мостафа 1, Мостафа 2. Ауыл халҡы бер береһе менән бик аралашып бармай. Һуңғараҡ Мостафа халҡы бергәләп йәшәй башлай, әлбәттә . Кәләш әйттереп, килен төшөрөшөп йәшәй ауыл халҡы. Мостафа ауыл халҡы тураһында әлеге көндә лә әйтелгән әйтемдәр йәшәп килә: "Мостафа ҡунағы" (3 -4 көн ҡунаҡ итеү )" Алапайы- ҡөҙрәтле, балаҡайы- ҡеүәтле" (көрәшселәр күп) Унан башҡа һәр остоң үҙ зыяраты бар. Халыҡ бөгөнгө көндә ныҡ аралашҡан. Шуға өлкән кешеләр фани донъяға күсер алдынан, үҙҙә­рен ҡайһы зыяратҡа ҡуйырға кәрәклеген алдан уҡ әйтеп ҡуялар.

Ҡыҙыл шишмә ” колхозы


Был беҙҙең колхозыбыҙҙың исеме . Әлбәттә , ул инде хәҙер тарих

Мостафа ауылында колхоз 1930 йылда ойошторола һәм уға “ Ҡыҙыл шишмә ” тип исем биргәндәр. Ни өсөн был исемгә туҡталғандар?

Олатайҙарыбыҙ һөйләүенә ҡарағанда Мостафа халҡы әүәл - әүәлдән бәхет тураһында һәм туҡ тормош тураһында хыялланған. Ошо хыял уларҙы төрлө урындарға күсенеп йәшәргә мәжбүр иткән. Һуңғы тапҡыр күсенеүҙәре туҡ ғүмер итеүгә мөмкинлек биреүсе шишмә буйына килтергән. Бәхет тураһында быуындан –быуынға килгән хыялдары иҫтәлегенә Мостафа халҡы төҙөлгән колхозға “ Ҡыҙыл шишмә ” тип исем бирә. Улар был исемде дөрөҫ һайлағандар. Сөнки “ Ҡыҙыл шишмә ” колхозы үҙе йәшәгән дәүерҙә Баҡалы районында эштә генә түгел , бөтә төр ярыштарҙа ла ( үҙешсән сәнғәттә, спортта ) алдынғылыҡты бирмәй. Быныһы инде бөтөнләй икенсе тарих












Гидронимдар


Саҡат йылғаһы


Ауылыбыҙҙың уртаһынан , уны икегә бүлеп , Сөн йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы Саҡат йылғаһы аға. Исеме Саҡат ауылынан алынғандыр ,күрәһең. Ул Саҡат башы шишмәһенән ағып сыға., төньяҡҡа бормалана – бормалана аға. Уның иң ҙур ҡушылдығы Ҡоморғо йылғаһы. Бөгөн уны Мостафа йылғаһы тип йөрөтәләр.


Ҡоморғо йылғаһы.


Ауылды икегә бүлеп ( юғары осҡа , түбән осҡа ) Ҡоморғо йылғаһы аға. Ул Ҡоморғо шишмәһенән башлана. Исеме “ ҡом ырғый ” һүҙенән яһалған. Ысынлап та , ул шишмә һыу менән бергә ҡом да ырғыта.

Был йылғала быуа төҙөлгән. Уны халыҡ Иҫке быуа тип атай. Хәҙер инде ул йылдан йыл кибеп , кесерәйеп ҡалды.

Бөгөнгө көндә был Ҡоморғо шишмәһенең һыуы бөтә ауылды туйындыра.

























Микротопонимика


Айыу баҫыуы


Мирзаит ауылы янында урынлашҡан. Ул баҫыуҙы

ошондағы халыҡ Татарстан яғына күсенә башлағас ҡалдырып киткән тиҙәр. Сәбәбе : 1) Яҙ көнө Ыҡ йылғаһы ныҡ ташыу арҡаһында сәсеү һуңға ҡалған .Ер ҡалҡыу урында булғас иртә өлгөргән, тиҙәр

2) Бында ҡалған халыҡ уларҙы был яҡҡа сығармаҫ өсөн тауҙан улар өҫтөнә таш тәғәрткән, тигән фараздар йәшәй.


Ҡырғыҙ - бүләк ере


Был ауылға ингәндә уң яҡтағы ҡалҡыу урын – баҫыу. Бөгөнгө көндә ул Зиәш ауылы биләмәһенә ҡарай.Өлкәндәр һөйләүе буйынса бында ҡырғыҙҙар дөйәләргә тейәнеп килеп бер аҙ йәшәгәндәр. Шул баҫыуҙы ауыл байҙарынан ҡуртымға алғандар. Ләкин улар нисек тиҙ килһәләр , шулай уҡ тиҙ генә йыйынып киткәндәр. Был атама һирәк ҡулланыла, оло кешеләр генә белә булһа кәрәк. Уны ауылда Зиәш һырты тип атайҙар.


Һеңрән соҡоро


Ауылдың иң тәрән соҡорҙарының береһе. Ул Мирзаит ауылына бара торған юл өҫтөндә ята.Уның бәләкәй инеше лә бар. Яҙ көнө ташып, ул көтөүлекте ҡып – ҡыҙыл балсыҡҡа күмә. Үҙе оло йылға кеүек ғәйәт шаулап аға. Йәй көнө был соҡор ҡып – ҡыҙыл еләккә күмелә. Ауыл халҡы рәхәтләнеп йыйып ҡыуана. Был соҡор яғынан иҫкән елдәр ҙә уҫал. Бөтә нәмәне өшөтә. Яҙ көнө ерҙе тиҙ елләтә. Шуға баҡсалары шул тарафта ятҡан ауыл халҡы картуфты ла , мал сөгөлдөрөн дә иртә ултырта. Түбән ос халҡы “ Ел Һеңрән яғынан иҫә - һыуыта , “- ти йыш ҡына.


Набик баҫыуы


Элек беҙҙең ауыл Бәләбәй волосына ҡараған. Бер заман Бәләбәйҙән урыҫтар килеп ярайһы ғына ерҙе ауыл халҡынан ҡуртымға алғандар . Килешеүҙе 100 йылға төҙөгәндәр. Йөҙ йыл үткәс , ауылдан вәкилдәр һайлап, ерҙе кире ҡайтарыу өсөн Бәләбәйғә китәләр. Барһалар , тегеләр килешеүҙе күрһәтәләр һәм унда “ на вечное пользование ”тип яҙылғанын әйтәләр. “ На век ” тип аңлаталар. Вәкилдәр ауылға ҡайтҡас , ҡул һелтәп :” Унда на бик, тип яҙылған. Ер беҙҙеке түгел икән ,“- тип әйтәләр. Ауыл халҡы бөгөн дә ул баҫыуҙы Набик баҫыуы тип атай.



Алтын күпер.


Алтынбикә тигән бай ҡатын (ырыу башлығы булыуы ла мөмкин ) соҡор аша йөрөр өсөн һуҡмаҡ һалдырған. Замана барған һайын бикә һүҙе төшөп ҡала , Алтын һүҙе күпер һүҙенә ҡушылып йәшәй. Был һуҡмаҡ урынында хәҙер заманса күпер һалынған.

Был соҡор ауылға ингәндә уң яҡта ҡала. Элек ул мул һыулы булған. Әйтәләр “ һыуы күкрәккә етә ине ” тип. Хәҙер уның һыуы юҡ. Бындағы шишмәләр ҡороп бөткән. Сөнки : 1) һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ быға булышлыҡ итһә,

2) Алтын күпер башында түбән остоң сүплеге урынлашҡан.


Мүҡ һаҙлығы


Был һаҙлыҡ ауыл осонда урынлашҡан. Элек унан өй һипләргә ауыл халҡы мүк алған. Шунан ошо ярлыҡ йәбешеп ҡалған. Ауылдың аҡһаҡалы Әнүәр бабай уның ләме тураһында ” Красноусол шифаханаһы ләменә торорлоҡ “ тип әйтә торғайны.


Кирзавод яланы


Был ерҙең исеме кирбес заводынан ҡалған. Мостафа ауылында кирбес заводы 1969 йылдың 31 июлендә үҙенең беренсе кирбесен һуға. Эш ике сменала ойошторола . Тәүлегенә 10- 11 мең дана кирбес һуғыла был заводта. Кирбесте көндәр һалҡынайтҡансы һуғалар ҙа , унан ҡыш буйы уны сыныҡтыралар. Яҡты хыялдар менән төҙөлгән был завод хәҙер инде нигеҙенә тиклем юҡ , ә ул торған урын Кирзавод исеме менән һаман дә йәшәй. Бөгөн ул урында Фәһим ағай Хужиндың

бесәнлеге.


Шишмәләр

- Үҙәк шишмә

Ауылдың нәҡ уртаһында урынлашҡан. Ҡоморғо йылғаһына ҡоя


- Хужин шишмәһе

Ҡоморғо йылғаһының һул ҡушылдығы. Был шишмә ҡороған шишмәләр һанын тулыландыра.


- Гаврил (Гәнкә) шишмәһе

Саҡат йылғаһының һул яғында урынлашҡан.

Шишмә минутына 110 литр һыу бирә. Температураһы +7 градус


- Ғәлим шишмәһе


- Шәрәфи шишмәһе.

Был шишмәгә Шәрәфетдин тигән кеше баҫма һалған Исеме шунан ҡалған.


- Ҡаршы ҡайынлыҡ шишмәһе

Был шишмә хәҙер Иҫке быуа аҫтында ҡалған.
































Ороним


Ғәлиә тауы


Был тауҙа Ғәлиә исемле ҡыҙ үҙенең иптәш ҡыҙҙары менән һәр ваҡыт шунда уйнаған, тиҙәр. Киске уйындар ҙа ошо тауҙа уҙған.

Был атама бөгөн шулай уҡ бик ҡулланылмай. Уны пожар тауы тиҙәр Сөнки унда пожар часте урынлашҡан.





































Һығымта


Ысынлап та, ер-һыу атамалары Тыуған илгә, ергә һәм үҙ телеңә һөйөү тәрбиәләй, тел ғилеменә ҡыҙыкһыныу уята, беҙҙең тәбиғәткә ыңғай ҡарашыбыҙҙы үҫтерә, телмәр мәҙәниәтен тулыландыра. Бигерәк тә башҡорт мөхитендә тыуып - үҫмәгән, башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен белеп бөтмәгәндәр өсөн топонимдар үҙенсәлекле һәм файҙалы материал булып тора.

Эҙләнеү эше башҡарғанда төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрғә тап булдым. Был Һеңрән – Айыу ырыуына ҡағыла. Алда әйткәнемсә, ырыу Ыҡ йылғаһы аша сығып, Татарстан яҡтарына ла күсенә. Татарстандың Ютаҙы районында Айыу ауылы бар икән. Аҙнаҡай районында Сәпәй тигән ауыл бар. Шул ауылдың элекке исеме лә Айыу булған. Ләкин сәпәйҙәр уны Һеңрән –Айыу ырыуы менән бәйләмәйҙәр. Улар был ерҙә айыу күп булған тип фаразлайҙар. Ә бит тирә - яҡта урман юҡ, ҡола ялан. Уйланыр , өйрәнер урындар ифрат күп әле.

Дөйөм алғанда , миңә был эште башҡарыуы ҡыҙыҡлы ла , файҙалы ла булды. Үҙ бабаларым , тыуған ерем тарихын әҙ генә булһа ла белдем.

Тамырҙарым башҡорт халҡының тарихы менән ауаҙҙаш булыуына инандым. Үҙ ауылымдың топонимикаһы килер быуындарға васыят итмәле ғорурлыҡ тыуҙырҙы миндә.
























Ҡулланылған әҙәбиәт


  1. К. Аҙнаев “ Юғалған яҙмаларҙың сере ”

Башҡортостан “ газетаһы 22, 23 октябрь 1991 йыл


2. “ Ҡыҙыл таң “ “ Үҙебеҙҙең кирбес менән ”

12 гинуар , 1974 йыл


3. “ Ҡыҙыл таң “ “ Ауылдың яҡты уйҙары ”

1 ноябрь 1969 йыл


4. “ Коммунизм байрағы “ “ Быны совет власте бирҙе ”

4 декабрь 1972 йыл

5. Мостафа шишмәләре китабы

Төҙөүсе Х. Мөхәмәҙиева , 2008 йыл






































Ҡушымта

14


Автор
Дата добавления 15.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров293
Номер материала ДВ-159178
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх