Тема: Еркәйемдең ап-аҡ ҡыштары. Ике һәм бер составлы һөйләмдәр. ( 7 класс) (Компьютер технологияһын ҡулланыу).
Маҡсат:
1.ике, бер составлы һөйләмдәр буйынса
алған белемде тикшереү, баһалау;
2.уҡыусыларҙың күркәм фекер йөрөтөү,
үҙ аллы эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү;
3.
балалар матбуғатына ҡыҙыҡһыныуҙы уятыу.
Йыһазландырыу: компьютер, 7-8
синыф өсөн электрон дәреслек, "Аманат" журналдары, карточкалар,
презентация-слайдтар.
Дәрес
барышы.
I. Ойоштороу мәле.
-
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар.
Дәресте, бер-беребеҙгә ҡарап, йылмайып башлайыҡ. Йылмайыу ул күңелде күтәрә.
II. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Өйгә эште тикшерәйек. 166-сы бит,
"Бер составлы һөйләм"дәр темаһына тест.
III. Дәрескә
маҡсат ҡуйыу.
-
Бөгөн беҙ алған белемдәребеҙҙе нығытырбыҙ, баһаларбыҙ. Үҙ аллы эштәр ярҙамында бер - беребеҙҙе тикшерербеҙ.
IV. Төп өлөш.
1. Компьютер менән эш: тест
ярҙамында теоретик белемдең
үҙләштерелеүен тикшереү.
VII-VIII
кластар өсөн электрон дәреслектәге тест.
а) Уҡыусыларҙың
үҙ аллы электрон
дәреслектәге тест
һорауҙарына яуап биреүе;
б) бер-береһен
тикшерәләр, баһалау;
в) һығымта
яһау.
2) Эҙләнеү эше.
-
Уҡыусылар, ике һәм бер составлы һөйләмдәргә миҫалдар табайыҡ.
Хәҙер
үҙегеҙ "Аманат" журналынан тәүҙә ике, һуңынан 1 составлы һөйләмдәргә миҫал яҙып алығыҙ.
А)
уҡыусылар үҙ аллы эшләйҙәр;
Б)
парлашып эштәрен тикшерәләр;
В)ниндәй
хаталар ебәрелгән? (аңлатмалар бирәләр).
"Аманат"
журналындағы мәҡәләләр хаҡында нимә әйтер инегеҙ? Һеҙ уҡыған мәҡәләләрҙә
нимәләр яҡтыртылған?
3) Дәреслек менән эш.
Ижади эш.
- Уҡыусылар, хәҙер һеҙ үҙегеҙҙе мөхәррир
роленә ҡуйып ҡарағыҙ. Төркөм менән бергә эш башҡарырһығыҙ.
167-се күнегеүҙә ниндәй
етешһеҙлектәр бар? *
Төҙәтеп бер-берегеҙгә уҡып күрһәтегеҙ.
А) уҡыусылар үҙ аллы эшләй;
Б) төҙәтеп уҡып күрһәтәләр.
В) Ҡайһы төркөмдөң эше яҡшыраҡ булды?
Бер составлы һөйләмдәр ниңә кәрәк?
Г)
Әңгәмә.
-Был өҙөктә нимә хаҡында һүҙ бара?
-
Режим һаҡлауҙың файҙаһы ниндәй?
4) Карточкалар менән индивидуаль эш.
Синтаксис анализ эшләү. 1-се эш.
Урал
һырттарында ғына айырым ҡар утрауҙары ала-ҡола булып күренә.
2-се
эш. Урамдағы ҡарҙарҙы һепереп кәртә эсенә тултырҙы.
3-сө эш. Февралдең беренсе шәп
бурандары.
4-се эш. Уның таҡыр юлдан айырылғыһы
килмәй.
5-се эш. Көрттө яра-яра ауылға табан
атланым.
5) Текст
төҙөү өҫтөндә эш.
Ҡыш
тураһында текст төҙөтөү. Слайдтар менән эш.
(Мультимедиа проекторы аша ҡышҡы
күренештәр яҡтыртыла).
Ҡышҡы көн...
V. Йомғаҡлау.
Уҡыусылар, дәрестә нимәләр белдегеҙ? Бер
һәм ике составлы һөйләмдәрҙе белеү ниңә кәрәк? Дәрестән ниндәй фәһем алдығыҙ?
VI. Өйгә эш.
Мәктәптә
үткән берәй сара тураһында мәҡәлә яҙығыҙ.
VII. Баһалау.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.