Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Эссе "Бурыслымын туған халҡыма…"

Эссе "Бурыслымын туған халҡыма…"

Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 22 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>

библиотека
материалов

Бурыслымын туған халҡыма…

( Педагогик эссе)

Мин – уҡытыусы. Уҡытыусы – белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе. Ғилем – күңел күҙен асыр, наҙанлыҡ ҡараңғылығын таратыр, донъя көтөү юлдарын өйрәтер оло көс, аҡыл ул. Мин көн һайын үткән һуҡмаҡ – мәктәп менән ғаилә араһын бәйләп торған изге юл. Ошо юлда дөрөҫ аҙымды күрһәтеүсе лә беҙ – уҡытыусылар.

Борон замандарҙан уҡ аҡыл эйәләренең уй – зиһенен донъяның ете сере биләгән. Кешелек ул серҙәрҙе төшөнөргә, аңларға тырышҡан, һәр ҡайһыһын сисер өсөн, мотлаҡ алтынсыһын белеү кәрәк булған.

Бына шул алтынсы сер – ул тел. Минең өҫтәлемдә ошо алтынсы сер – туған телебеҙҙең мөғжизәле көсө хаҡында дәреслектәр һәм ошо сергә эйә булыусы уҡыусыларымдың ижад емештәре ята.

Йылдар үтеп күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә инанам. Мине ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға ниндәй көс этәрҙе һуң?

Даръялай киң бала күңеленең нескәлектәрен аңламай тороп, ниндәй ҙер тәрбиә йәки белем биреү – башыңды ташҡа бәреү менән бер. Ул бер ниндәй һөҙөмтә бирмәйәсәк. Баланы ысын күңелдән яратҡан кеше генә уның менән тығыҙ бәйләнеш булдыра ала. Кескәйҙәргә булған һөйөү һәм тәүге уҡытыусымдың йөрәгем түрендә ҡалдырған итәғәтле, кешелекле мөнәсәбәте ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға этәргес көс булды. Ә әсә теле мә һөйөү уятҡан, күңелемә иман нурын һалған һәм унда изге фәрештә булып урын алған кешем – һөйөклө өләсәйем Мәүлиҙә Рөстәм ҡыҙы.

Бына беҙ етәкләшеп Ләпәк тауҙары буйлап китеп барабыҙ, өләсәйем тәбиғәткә арнап моңло йыр һуҙа, аҙаҡтан риүәйәт – легендаларын һөй ләй.

Изгелектең һәр ваҡыт яуызлыҡты еңеүе менән генә ҡайылған әкиәттәр һандығы - өләсәйемдең иң ҙур байлығы. Беҙ, өс туған, халҡыбыҙҙың ынйы өлгөләрен өләсәй һөйләүендә тыңлай – тыңлай тормош тигән оло юлға баҫтыҡ.

Күгәреп ятҡан Уралымдай йомарт башҡорт теленең нәфислеген тәү тапҡыр өләсәйемдән тойһам, уның тәрәнлеген, бөйөклөгөн аңларға өйрәтеүсе изге күңелле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ғүмерем буйы рәхмәтлемен.Уҡытыусыларымдың Тыуған ил, ғәзиз ер, әсә теле, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, тарихи үткәндәребеҙ тураһында һабаҡтары изгелек, йылылыҡ нурҙары булып күңелдәргә һеңде. Изгелекле, йор һүҙле уҡытыусыларым тормошта үҙ урынымды табырға ярҙам итте. Уҡытыусы тап шундай өлгөлө шәхес булырға тейеш. Уҡыусы уҡытыусы ның ҡылығына ла, һөйләшеүенә лә, кейеменә лә ҡарап өлгө ала. Оло йөрәкле уҡытыусының уңыш сере – балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулауында.

Хеҙмәт юлымды башлағас, шуны төшөндөм: әсә теле уҡытыусыһының бурысы - тыуған ергә, халыҡҡа, телгә һөйөү тәрбиәләүҙән башҡа, милләт яҙмышы өсөн көрәшселәр ҙә үҫтереү. Тимәк, ул, тәү сиратта, тәрбиәсе, сәйәсмән! Һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү – минең педагогик хеҙмәтем дең бурыстары. Киң хеҙмәттәшлеккә өлгәшеү өсөн уҡытыусы үҙе ниндәй ҙер кимәлдә артист, эҙләнеүсе, киң эрудициялы психолог булырға тейеш. Әммә билдәле педагог Л.В. Занков: “Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш”, - ти. Белемгә, яңылыҡҡа ынтылыш булғанда ғына бала күңелендә осҡон ҡабына. Уҡытыусы тарафынан дөрөҫ ойошторолған дәрес – ошо осҡондо тоҡандырыусы ут сатҡыһы. Тап шул сатҡыларҙың һүлпән тоҡаныуы арҡаһында күп дәрестәр сифатһыҙ һәм һөҙөмтәһеҙ үтә.

Белем биреүҙә төп күрһәткес – һөҙөмтәлелек.Уҡыусыларҙың белем кимәле, юғары уҡыу йорттарына инеү, олимпиада һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулау – ижади хеҙмәттең төп һөҙөмтә һе. Уҡыусыларым ихлас күңелдән проектлау, эҙләнеү эше менән шөғөл ләнә икән, тимәк, бала күңелендә “осҡон” тоҡандырғанмын. Уҡытыусы оҫталығы – үҙ һөнәрен үҫтереү өҫтөндә өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙә, ҡыҙыу усаҡ йылыһын һаҡлап, башҡаларҙы ҡабыҙыуҙа.

Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү, уларҙы һаҡлау, лайыҡлы йәшәтеү – уҡытыусыға аманаттай тапшырылған изге бурыс, шуға хыянат итмәйек.Зиһенебеҙҙә булған белемде, күңелебеҙҙәге тәүфиҡ һәм иманды килер быуындарға тейешенсә өйрәтәйек. Уҡытыусы өҫтәлендә ятҡан ябай ғына китаптарҙың ҙур байлыҡ, бөтмәҫ- төкәнмәҫ сер асыусы хазина булыуын кескәй генә бала күңеленә еткерәйек. Шул сағында Салауаттай ир- батырҙарыбыҙ рухы һүрелмәҫ, Рәми Ғарипов яҡлаған дөрөҫлөк, Бабич һәм Зәки Вәлиди көрәшкән иректең кешелек донъяһы өсөн мөһимлеген һәр кем аңлар.

Игенсе иген сәсә. Көҙөн мул уңыш йыйып, илебеҙ бураларын байлыҡ менән тултыра. Уҡытыусы ла игенсе кеүек. Ул бала күңеленә белем орлоҡтарын сәсә. Шул шытымдар үҫеп, илебеҙ ҡеүәтен арттырырҙай шәхестәр булып өлгөрәләр икән, был – ябай уҡытыусының хеҙмәт емеше.


Йәш ғаиләнең йортон нурға күмеп, ниһайәт, донъяға сабый килә. Уны дүрт күҙ менән көтөп алалар, сөнки

Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ.

Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.

Бала - ата-инәгә алтын бағана.

Ҡанун дәрәжәһенә күтәрелгән был әйтемдәр йәштәрҙе нәҫел арттырыуға көйләй, ҡулға бала алыуҙы изге бер маҡсатҡа әүерелдерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда ла һуңғы йылдарҙа тыуымдан үлем артып китте. Тормош ауырлығына зарланып, балаһыҙ йәшәгән ғаиләләр күбәйгәндән-күбәйә. Динебеҙ иһә ниндәй ауыр замандарҙа ла баланы күпһенеүҙе, уны тәрбиәләү мәшәҡәттәренән ҡурҡыуҙы ғәйепләй. Сөнки Аллаһы тәғәләнең ярҙам биреүе мәшәҡәттәрҙең күплеге-әҙлеге нисбәтендә була, тип әйтелгән изге китабыбыҙ Ҡөръән Кәримдә.

Донъяуи ҡыйынлыҡтарға һылтанып, сабый һөйөү бәхетенән үҙеңде мәхрүм итеү, үҙ-үҙеңде үлтереү ғәмәле өмөтһөҙлөк һүҙе аҫтына йыйылып бөтә. Ә белеүебеҙсә - Өмөтһөҙ - шайтан.

Бәғзе берәүҙәр үтә бай, етеш йәшәгән ғаиләләр менән үҙ көнкүрешен сағыштырып, бала һөйөү бәхетенән үҙ теләге менән баш тарта икән, ғәҙәттә, байлыҡҡа ла ирешә алмау өҫтөнә ҡарт көнөндә яңғыҙлыҡҡа дусар була.

Бала үҙ өлөшө менән тыуа; Йән биргәнгә йүн бирә - милләтебеҙ ошондай инаныс менән йәшәгәнгә күрә анауындай ҡырғындар, аслыҡтар заманында ла затын ҡоротмаған. Әлбиттә, әсәгә йыш ҡына ризығын үҙ ауыҙынан өҙөп, сабыйҙарын туйындырырға тура килгән: Балалы ҡаҙға ем теймәҫ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында астан үлмәһендәр өсөн биш йәшкә тиклемге өс балаһын бер юлы имеҙгән ҡарт әсәләрҙе лә күрергә тура килде миңә. Туя ашай алмауҙан үҙҙәре иҫтәрен юйып йығыла торған булғандар.

Ауыҙ-тел ижадын иғтибар менән өйрәнһәк, башҡортта бала иҫәбе дүртенсеһенән генә башланғанын күрербеҙ - Өс баланы - икегә, ике баланы - бергә, бер баланы юҡҡа һана.

Тәрбиәле ғаиләләрҙә ғоманлы ҡатын ҡурсыулы: Сәскәле гөл ҡәҙерле була - ауыр күтәрттермәйҙәр, насар һүҙҙәрҙән, йәмһеҙ күренештәрҙән һаҡлайҙар, мөмкинсә көҫәгән ризығын ашаталар - шул рәүешле зәғиф йәки тынысһыҙ бала тыуыуын иҫкәртергә тырышалар. Хатта урамда китеп барғанында ҡайҙандыр тәмле еҫ һиҙеп, шул ризыҡты тәмләгеһе килһә лә юллап барып, һорап ашауҙан тартынмаҫҡа ҡушылған. Ауырлы саҡта бик көҫәгәнеңде ашамаһаң, балаға зәрәхәт була (йәғни берәй ағзаһына зыян була), тиерҙәр ине беҙҙең яҡта ололар. Әйткәндәй, бала имеҙгән ҡатынға ла шундай уҡ рөхсәт бирелә - теләгәнен һорап ашамаһа, мастит булыуы (түш шешеү) ихтимал тип һанала. Шулай ҙа башҡа табындан ризыҡ һорап ашау бәпес өсөн мөһимерәктер, сөнки ҡатындың организмында ниндәйҙер кәрәкле матдәнең, мәҫәлән, кальцийҙың етешмәүе лә мөмкин - Сәләмәт булғың килһә, төрлөһөнән әҙләп ҡап.

Хәҙер медицина аппаратураһы ярҙамында баланың енесен алдан үҡ билдәләй алалар, ә бындай мөмкинлек булмаған осорҙа төрлө әйтем-һынамыштарға таянып юрауҙар киң таралған. Йөҙ пигментацияһы, кәүҙәнең ҡайһы бер үҙенсәлектәре, ниндәй ризыҡҡа тартылыуы, хатта ниндәй аяҡтан йышыраҡ атлай башлауына ҡарап һынсыл әбейҙәр ир баламы, ҡыҙ баламы бүләк ителерен арыу уҡ дөрөҫ әйтеп тә биргән.

Яҡты донъяға кем ҡабул итеүе, бал-май менән кем ауыҙландырыуы сабыйҙың яҙмышына йоғонто яһай, кеше кендек инәһенә оҡшай тигән инаныу һаман да әле йәшәп килә.

Ҡыҙ биреүсе йәки килен алыусы ҡәйнәләр төрлө баҫҡыста тора тип һаналған кеүек үк, ҡыҙ тапҡан һәм ул тапҡан әсәләр ҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берҙәй үк ҡәҙергә эйә булмағанлығы түбәндәге мәҡәлдәрҙән күренә: Ҡыҙ тапһаң - ҡыҫылып ят, ул тапһаң - иркенләп ят. Бының сәбәбе икенсе мәҡәлдән асыҡлана: Ир бала - ата-инәгә таяу, ҡыҙ бала - өйгә яҡҡан буяу.

Ҡыҙ бала етлегеп өлгөрөр-өлгөрмәҫтән сит ғаиләгә киткән дә ата-инәгә унан әллә ни ярҙам эләкмәгән шул. Етмәһә, ҙур бирнә әҙерләргә кәрәк булған. Ул ғына ла түгел, Ҡыҙ ҡунаҡҡа ҡайтһа, сыуал артындағы һепертке ҡалтырап торор, йәнәһе, үҙен кейәү йортона алып китерҙәр тип ҡурҡа имеш, ти. Ете ул өйләндергән - бай булған, ете ҡыҙ биргән бөлгән тиеүҙәре лә юҡҡа түгелдер.

Башҡортта малай табыу оло мәртәбә һаналғанлыҡтан, ошоға бәйле ҡыҙыҡ ырым-хөрәфәттәр мәғлүм - йәнәһе, яҡынлыҡ мәлендә буласаҡ атайҙың башына бүрек кейелгән булырға йә мендәр аҫтында берәй тимер ҡорал ятырға тейеш һ.б.

Ғаиләнең балаһыҙ ҡалыуын да, фәҡәт ҡыҙ бала ғына тыуыуын да башлыса ҡатындан ғына күреүҙәре әйтемдәрҙән асыҡ күренә: Ҡыҫыр ҡатындан ҡытҡылдаған тауыҡ артыҡ.

Уңған ҡатын ул табыр.

Көслө зат булһын да, ғәйепте үҙ өҫтөнә алһын, ти: Арба ватылһа - ат, быҙау үлһә ҡатын ғәйепле.

Әммә халыҡ миһырбанлы ла. Балалы өй - баҙар, балаһыҙ өй - тулы зар (икенсе варианты: Балалы өй - баҙар, балаһыҙ өй - маҙар. Маҙар - зыярат) икәнен аңлап, оло бәхеттән мәхрүм ғаиләләрҙе, Балаһыҙ бер илай, балалы мең илай тип йыуаталар, нәҫелде дауам итер улан таба алмаған ҡатынын ғазаплаусы ирҙең, Сүлмәккә ни һалһаң, сүмескә шул сығыр тип телен дә ҡыҫҡарталар. Һуңғы әйтем бәләкәстәргә тәрбиә биреүгә лә ҡағылышлы.

Ҡыҙлы йорт - наҙлы (нурлы) йорт.

Ҡыҙлы өйҙә ҡәҙер бар - ҡыҙ баланы, әсәне яҡлау, атай кешенең күңелен йомшартыу ниәтендә сығарылған әйтемдәр былар. Малайҙар ғаиләгә байлыҡ, ҡеүәт килтерә икән, Ҡыҙлы өйгә ҡырҡ өйҙән рәхмәт яуыр, сөнки улар күп тыуған йылы илдә һуғыш булмай тигән инаныу бар.

Етеш, бәлә-ҡазаһыҙ йәшәгән йылдары инде баланың енесенә әллә ни иғтибар ҙа итмәгәндәр: Ҡыҙ тыуһа - ҡыуаныс, ул тыуһа - һөйөнөс. Бала - бәғер ите икән, улы ла, ҡыҙы ла ата-әсәһенә аяулы, сөнки Ҡоштоң ҡошо бала өсөн ҡапҡанға эләгә











III. Тәрбиә башы – ғаилә.

Баланы табыу һөнәр түгел, бағыу һөнәр икәнен оноторға ярамай, ҡарттар әйтмешләй, Бала - уңһа ғына бала, уңмаһа - бәлә.

Орлоғона күрә емеше, йәки Өйрәк бәпкәһе тауыҡ аҫтында сыҡһа ла һыуға тартыр тиһәләр ҙә, ҡанбабалар тәрбиәнең дә ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген тиҫтәләрсә әйтем-мәҡәлдәр менән раҫлаған -Атты ауыҙлыҡ өйрәтә.

Бер аҡыл эйәһенән, баламдың йәше тулды, уны нисек тәрбиәләргә кәңәш бирһәгеҙ икән, тип һорағас, ул уйлап та тормай:

-Һин инде теүәл бер йыл да туғыҙ айға һуңлағанһың, - тип яуаплаған, тиҙәр.

Йөклө ҡатынды нисек ҡурсалауҙарынан уҡ был хаҡта халҡыбыҙҙың яҡшы белгәнен күрәбеҙ. Имсәк бала ғына сағында кешегә ғүмерлек ҡылыҡ-ғәҙәт һалына икәнлеген хәҙер медицина тикшеренеүҙәре лә раҫлай, мәҡәлдәр иһә:

Инә һөтө менән ингән - ҡәбергә еткәнсе.

Ана һөтө менән инмәгән тана һөтө менән инмәҫ.

Баланы бишектә өйрәт тип, теге аҡһаҡал әйткән һүҙҙәрҙе дөрөҫләп ҡуя.

Ғаилә ныҡлығы, тулы ғаилә - сабыйҙың бәхет нигеҙе, Ата-инәнең үлгәне - баланың хурлыҡ күргәне. Атаның да, әсәнең дә үҙ урыны, үҙ бурысы:

Аталы бала - арҡалы, инәле бала - иркәле.

Ата ғәйрәтле булһа, бала ғибрәтле була .

Мәҡәлдәр атай кешенең көс-ғәйрәт биреүсе, тоҡомоноң ошо сифаттарға эйә булыуы өсөн яуаплы икәнен күрһәтә: Атаң барҙа ил таныр тигәне лә әйтелгәнгә ҡеүәт; әсә - күңел, нескә хистәр сығанағы, балаһын йән йылыһына сорнаусы. Атайҙар талапсаныраҡ, ҡорораҡ, бик ирек биреп бармай, әсәйҙәр аяусан, йәлләүсән: Атай - кешән менән тышау, инәй - йөрәк менән үҙәк.

Баланың енесенә ҡарап, тәрбиә лә төрлөсә бирелергә тейеш: Атаһыҙ ул аҫрама, инәһеҙ ҡыҙ аҫрама.

Атаһы һуҡҡан ул уңыр, инәһе һуҡҡан ул уңмаҫ.

Шул уҡ ваҡытта әсәгә был йәһәттән ҙурыраҡ талап ҡуйыла: Атаһыҙ бала етем түгел, әсәһеҙ бала етем.

Атаһыҙ етем - туйҙа етем, әсәһеҙ бала - көн дә етем.

Атай - еҙнә, инәй - ҡаҙна.

Тимәк, әсә тәрбиәһе күргән бала ҡурсыулыраҡ, ҡыр тибелмәй: Имгән быҙау - имгәкһеҙ. Был әйтем тура мәғәнәһендә лә ҡулланыла ала - әсә һөтө менән туҡланған баланың сир-сорға бирешеп бармауы фән нигеҙендә лә иҫбатланған.

Ирҙәрҙең йыш ҡына яуҙа йөрөүе, күпләп һәләк булыуы һөҙөмтәһендә ғаиләлә әсә роле ифрат юғары, уға иҫ киткес ҙур талаптар ҡуйыла:

Инә ҡорт ғәйрәтле булһа умарта ҡеүәтле була.

Инәһеҙ ҡорт бал йыймаҫ, бал йыйһа ла мул йыймаҫ.

Һуңғы йылдарҙа фәнни тикшеренеүҙәр үткәргән психологтар ғаиләлә бала, ниндәй енестән булмаһын, йышыраҡ әсәһенең психологияһын мираҫ итеп алыуын иҫбатлаған. Беҙҙең халыҡ быны ҡәҙимдән белгән: Ҡорт инәһе ҡайҙа ҡунһа, балаһы шунда һарыр.

Ата-әсә балаһына белем биреү генә түгел, ә уның сифатлы белем-тәрбиә алыуына өлгәшергә тейеш. Уҡып мулла булмаҫһың, суҡып ҡарға булмаҫһың мәҡәлен йыш ҡына дөрөҫ аңламайҙар, йәнәһе, ҡара халыҡ мәғрифәт-мәҙәниәткә бик ылығып бармаған, тигән хата фекер йәшәй. Ихтимал, кемдер балаһын ҙур урындарға ебәреп уҡытыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан үҙ-үҙен йыуатыр өсөн, йә үҙ ялҡаулығын, һәләтһеҙлеген аҡлар өсөн дә ошолай яуаплағандыр. Әммә мәҡәлдең икенсе өлөшө күп кенә тәбиғәттән бирелмеш үҙенсәлектәр, һәләттәр уҡыу менән генә табылмай тигәнгә ишара бирә. Әйтәйек, моңло тауышлы, бейергә генә яралтылған ҡош һөйәкле балаға махсус белем һәләтен баҙыҡлатырға мөмкинлек бирһә, ҡарғаны консерватория бөтөртөп йырсы итеп булмай.

Ир менән ҡатын араһында яманлашыу-маҡташыуға мөнәсәбәтле әйтемдәрҙе уҡып, халыҡта әлеге ғәмәлдәрҙең өнәлмәүен аңлағайныҡ инде. Был талаптар бала тәрбиәһенә лә ҡағылышлы - сабыйҙы иркәләтеү ҙә, артыҡ ҡаты ҡуллылыҡ күрһәтеү ҙә шулай уҡ урынлы һаналмай:

Балаңды боҙғоң килһә, маҡта.

Баланы иркәләтеү типкеләүҙән яманыраҡ.

Иркә ҡайҙа - иҫәр шунда.

Күп киҫәтмә (туҡмама) - киҫекһеҙ итерһең.

Күп әрләмә - әрһеҙ итерһең, бикләмә - уғры итерһең.

Халыҡ педагогикаһы, ғөмүмән, баланың алдынан алып тороуҙы дөрөҫ һанамай, ә инде коллектив тәрбиә биреү - милләтебеҙҙең күркәм сифаты: Улға - утыҙ ерҙән, ҡыҙға - ҡырҡ ерҙән тыйыу тигән мәҡәл йәмғиәттәге оло быуын кешеләренән береһенең дә был изге эштән ситтә торорға тейеш түгеллеген күрһәтә, сөнки Күршеңдең тәүфиҡһыҙ балаһы һинең тәүфиҡлы балаңды боҙор. Ҡырҡ ерҙән тыйыу алыу ҡыҙҙарҙың күберәк иғтибар үҙәгендә булырға тейешлеген аңғарта: Ҡыҙҙар ҡыл өҫтөндә, ҡылдан төшкәс, тел өҫтөндә , йәғни, исеме сығып ҡына бара.

Булыр бала - биләүҙән тигән ҡарттар.


Баланың уйыны ла - һынсылар өсөн аҙыҡ. Ҡасандыр бер әкиәт ишеткәйнем - имеш, берәүгә тәкәббер байҙарҙың сығышын билдәләргә ҡушҡандар ҙа, теге әҙәм бай балаларының ни рәүешле уйнағанын күҙәтә башлаған имеш, ти. Күрә, берәү - иләк , берәү - даға, берәү энә менән уйнай. Ҡунаҡҡа килгән дүртенсе ят малай быларға әллә ни ҡатышмай, китап уҡый, ваҡыты-ваҡыты менән шөғөлөнән айырылып иптәштәренең эшенә баһа бирә, кәңәштәрен әйтә, шунан уларҙы ғәскәр итеп уйнай. «Икмәксе, тимерсе, тегенсе ояһынан сыҡҡанһығыҙ,»- тип фаш итә аҡһөйәк тип аталырға маташҡан байҙарҙы һынсы. Шунан дүртенсе малай алдына килеп баш эйә: «Атайығыҙ - батша хәҙрәттәренә ябай һынсы сәләмен еткерегеҙ!».

Хәүеф-хәтәрҙән һаҡлап ҡунаҡ малайҙың кем икәнен йәшереп тотҡан байҙар тегенең зирәклегенә таң ҡала, сығыштарын дөрөҫләргә мәжбүр була.

Кешене белгең килһә, ҡылығына ҡара, баланы белгең килһә, уйынына ҡара тигән мәҡәлдә киҫәтеү ҙә ята - хатта уйындар ҙа тормошҡа әҙерләргә, һөнәр өйрәтергә, күркәм сифаттар тәрбиәләргә тейеш һәм улар буйынса баланың ниндәй шөғөл һайларға мөмкинлеген дә самаларға була икән.

Баланы юғары әхлаҡлы итеп тәрбиәләү өсөн ата-әсә иң тәүҙә үҙе ошо сифаттарға эйә булырға тейеш:

Ояһында ни, осҡанында шул.

Сусҡаның балаһы, атаһынан күреп, мырҡылдарға өйрәнә. Атаны күреп ул үҫер, инәне күреп ҡыҙ үҫер.

Әйтем һәм мәҡәлдәребеҙ тулыһынса әхлаҡ сифаттарын тәрбиәләүгә ҡоролған тиерлек, улар буйынса милли әхлаҡ кодексы яҙырға ла мөмкин булыр ине: Аҡылың булһа - аҡылға эйәр, аҡылың булмаһа - мәҡәлгә эйәр. Халыҡ педагогикаһы саф милли ғәҙәттәр менән бер рәттән дингә лә таянған.


Бала тәрбиәһендә ата-әсә күберәк нимәгә иғтибар итергә тейеш һуң?

Беренсенән, баланың үҙенә ҡарата вазифаларын; икенсенән, ғаиләгә ҡарата вазифаларын; өсөнсөнән, ил һәм милләт алдындағы вазифаларын; дүртенсенән, кешелеккә булған вазифаларын төшөндөрөү зарур тип һанай милли әхлағыбыҙ.

Кешенең үҙенә ҡарата бурыстарына тәнен һәр төрлө ауырыуҙарҙан һәм зарарлы нәмәләрҙән һаҡлау менән бер рәттән рух сәләмәтлеген хәстәр ләү, насар һәм бысраҡ уйҙарға юл ҡуймау ҙа инә. Сыныҡтырыу, тән гигиенаһына, заман шауҡымы алып килгән сир-сорҙан һаҡланырға өйрәткәндә мәҡәлдәребеҙ беренсе ярҙамсы була ала. Һаулыҡ - иң ҙур байлыҡ - был мәҡәлде белмәгән кеше юҡтыр. Ауырыуҙан һаҡланыу сараларын ололарыбыҙ дөрөҫ әйтеп биргән:

1. Дөрөҫ туҡланыу:

Ауырыу - йә астан, йә аштан.

Ит ашаһаң - дарыу, күп ашаһаң - ағыу.

Аш - ашау менән түгел, аш булып һеңеү менән.

Башҡорттар мосолман булараҡ, хәрәм һаналған ризыҡтан, иҫерткес эсемлектәрҙен тыйылыу менән бер рәттән милли аш-һыуҙа өҫтәмә тыйыуҙар ҙа индергән, мәҫәлән, йөрәктең ҡапҡасын, туң майҙың биҙен алып ташларға ҡушылған: Биҙ ашаһаң, биҙ сығыр.

Баланы үҙ йәшенә ярашлы туйындырыу ҙа мөһим. Әсә һөтө - хәләл һөт - уның бала холҡона, яҙмышына йоғонто яһай тип һаналыуы «Ирәндек» әкиәтендә сағылыш тапҡан. Хәтерләүебеҙсә, мөгөҙлө хан әсә һөтө ҡушып бешерелгән күмәс ашағанын белгәс, имсәктәш туғанына әүерелгән егетте үлтермәҫкә мәжбүр була. Балаға сит ҡатын һөтөн имеҙеүҙән башҡорттар мөмкин тиклем тыйылғандар, йәки һыналған, зат-зәүрәтен белгән ҡатынды һөт инәһе иткәндәр. Нарасыйҙың сәләмәтлеге, хатта яҙмышы өсөн кире йоғонто булыу ихтималлығынан тыш имсәктәшлек мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килеүе хәлде ҡатмарлаштырған, әкиәттән күреүебеҙсә, ниндәйҙер хоҡуҡи мәсьәләләр ҙә килеп тыуған.

Хәҙерге заман медицинаһы ла, ниһайәт, баланы донъяға килеү менән әсәһе янына һалып, тик уның һөтө менән генә туҡландырыуҙың мөһим икәнлеген таный башланы. Үҙ әсәһе һөтөн имгән бала диатез (әҫпе) менән әҙерәк яфалана, ауырыуҙарға бирешеп бармай, тынысыраҡ була икәнлеге иҫбатланған. Балалар йорттарында донъяға килгән сабыйҙар тиҫтәләрсә йылдар имсәктәшлек мөнәсәбәтенә ингәнлеге, сит бала имеҙгән йә һөтө һауып эсерелгән (был күренеш тә медицина учреждениеларында киң таралған) әсәнең һөт әсәһенә әүерелеүе һаман да әле иғтибарға алынмай. Олоғайған ҡатындарҙың йәштәргә кейәүгә сығыу күренеше барлығын иҫәпкә алһаң, был һис кенә лә борсомаҫлыҡ күренеш түгел. Бәлки һөт әсәһенә өйләнер кеше... Йәштәрҙең дә имсәктәш булып сығыуы бар.

Туҡландырыуға бәйле тағы бер әйтем: Теше сыҡҡан балаға сәйнәп ашатҡан - аш түгел.

Самалап ашау - етешһеҙ тормоштан ғына түгел, милләтебеҙҙә ул күркәм холоҡтарҙан, тәрбиәлелек билдәһе, сәләмәтлек нигеҙе лә: Аҫыл ҡоштоң билгеһе - алдына килмәй аш еймәҫ.

Ҡыҙҙар - ҡыйғыр (ҡыл) тамаҡ.

Аш-һыу тән һәм йән сәләмәтлегенә бик ҙур йоғонто яһаусы фактор булыуын иҫтә тотоп, шуға ҡағылышлы әйтем һәм мәҡәлдәрҙе күберәк килтерәм:

Һөттә - һаулыҡ, майҙа - бәрәкәт, иттә - ҡеүәт.

Һөт тотҡан ҡаймаҡ ялар.

Һигеҙ ҡапма, һимеҙ ҡап.

Ябыҡ ит үҙеңде ашай.

Һурпа эскәндең ҡарыны йыуан, ит ашағандың балтыры йыуан.

Туйыр алдынан туя бел, ҡашығыңды ҡуя бел.

Сәйһеҙ тороп була, икмәкһеҙ тороп булмай.

Боронғоларыбыҙ ҡеүәт арттырыу, кәүҙә төҙөлөшөн көйләү серҙәрен белеүҙән тыш, кәрәкле матдәләр балансын булдырыу яйын да ҡайғыртҡандар: Ете зыярат аша килгән күстәнәс ашаған - йөҙгә тиклем йәшәгән. Ҡунаҡҡа барғанда хәленсә күстәнәс һалып алыу ғәҙәте шулай нығынғандыр ҙа. Йәнгә лә, тәнгә лә им ул - күстәнәс, ниңә тиһәң, ғалимдар тарафынан Башҡортостандың күп кенә төбәктәрендә төрлө химик элементтарға ҡытлыҡ булыуы асыҡланған. Икенсе яҡтың һыуында әҙерләнгән ризыҡта химик элементтар составы ла икенсерәк бит... Һөйөнөп, һөйһөнөп ашаған тәғәм - шулай уҡ йәнгә, тәнгә им.

2. Температура режимын күҙәтеү:

Аяғыңды - йылыла, башыңды һыуыҡта тот.

Електә йылы булһын.

3. Көн режимын билдәле бер тәртиптә үтәү: Бер төрлө торһаң, йөҙ йыл торорһоң.

4. Ауырыуҙы алдан алыу, иҫкәртеү, таҙалыҡ һаҡлау - гигиена: Ауырыуға себен эйәләшер, һаҡланмаһаң, илгә өләшер;

5. Физик эш, күнекмәләр: Хәрәкәттә - бәрәкәт.

6.Сир үҙен һиҙҙереү менән ваҡытында дауалана башлау: Ауырыуын йәшергән үлер.

Оҙаҡҡа киткән ауырыу йәнеңде алыр.

Сәләмәт тәндә - таҙа аҡыл .

Аҡыл таҙа булғанда тән дә таҙа, сөнки үҙен дөрөҫ тотҡан кеше теләһә ниндәй сир-сор йоҡтороп бармай.

Рух сәләмәтлеге тураһында һүҙ йөрөткәндә, Ике көнөн бер тигеҙ үткәреүсе үҙенә зарар яһайҙыр тигән әйтем иғтибарға лайыҡ. Кеше һәр көн рухын камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә, ғилем алырға, башҡаларҙың тәжрибәһен өйрәнергә тейеш - үҙе лә үҫә, абруй яулай, иленә, милләтенә, ғаиләһенә файҙалы кеше булып та етлегә.

Ғаиләгә ҡарата бурыстарға ата-әсәнең балаларына ҡарата, балаларының ата-әсәһенә ҡарата, туғандарҙың һәм яҡындарҙың бер-береһенә ҡарата вазифалары инә. Халҡыбыҙҙа Ата - улды, инә - ҡыҙҙы белмәү; Кесене кеселәмәү, олоно ололамау ахырызаман күренеше тип ҡабул ителгән, әхлаҡ ҡағиҙәләренә талап көслө булған.

Ата-әсәнең бала алдындағы бурыстарын динебеҙ һәм милли ҡанундарыбыҙ ҙа аныҡ билдәләй.

1. Балаға матур, мәғәнәле исем ҡушыуҙан башлап - Исеменә күрә - есеме, уны өйләнеү йәшенә еткәнсе ҡарау - мөҡәддәс бурыс: Алма ла ваҡыты еткәс кенә өҙөлөп төшә.

2. Хәләл ризыҡ, йәғни дин ҡушҡанса туҡландырыу: Хәләл ейгән холоҡло булыр. Был хаҡта сәләмәтлеккә бәйле үрҙә әйтеп кителгәйне инде. Әммә халҡыбыҙҙа дөрөҫ туҡланыу ул - тәрбиәлелек билдәһе лә.

Мәҡәлдән күренеүенсә, ризыҡ холоҡҡа ла йоғонто яһай тип инанылған. Замана медицинаһы хатта мөхәббәт хисен дә ҡандағы химик реакция менән бәйләп, яңы ғына асыш яһаған мәлдә, башҡорттар быны борондан белгәнлеге иҫ киткес. Тыйылған, йәғни, хәрәм ризыҡ менән туҡланыу, хәмер эсеү ҡан эшмәкәрлеген боҙоп, холоҡҡа, йәғни, мейе эшмәкәрлегенә лә йоғонто яһай, тимәк.

Хәләл - эшләп тапҡан тигән мәғәнәне лә бирә, енәйәти юл менән табылғаны үҙе үк кешенең ниндәй икәнен күрһәтеп тора.

3. Ислам талаптарына ярашлы сөннәткә ултыртыу; йәше еткәс, мәктәпкә биреү:

Белемле ҡыҙ - бирнәле ҡыҙ.

Беләкле - берҙе йығыр, белемле - меңде йығыр.

4. Балаларының енесенә ҡарап айырма яһамау - был хаҡтағы мәҡәлдәрҙе үрҙә килтергәйнек инде:

Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта.

Үҙ балаң үҙеңә ҡәҙерле.

5. Балаһының кем менән дуҫ булыуына диҡҡәт итеү, сөнки Яман дуҫ юлдан яҙҙырыр.

6. Лайыҡлы ғүмер юлдашы табышырға ярҙам итеү, өйләндереү: Асҡыс йоҙағы менән, борсаҡ ҡуҙағы менән.

Беҙҙең заманда ата-әсә инде олоғайып бөткән балаларын да аҫырауын дауам иткеләй, әммә борон ата-әсәнең мотлаҡ үтәлер бурысы башлы-күҙле итеү менән менән тамамланған, һәр береһе үҙ көнөн үҙе күрергә тейеш булған. Улай ғына ла түгел, йәш быуындың ата-әсәһе алдындағы бурысы артҡан ғына. Был күберәк ир балаларға ҡағылған, әлбиттә.

Балаларҙың ата-әсәһенә мөнәсәбәтен аныҡлаған мәҡәлдәрҙән: Орошҡаҡ булһа - улың яу, ҡарышҡаҡ булһа - ҡыҙың яу. Ата-әсәһе саҡырыу менән йүгереп килеү, уларҙың йомоштарын еренә еткереп үтәү, йомшаҡ, татлы тел менән яуап биреү - башҡорт балаһына хас сифаттар.


Махсус рөхсәт алмай тороп, өлкәндәр хәбәренә балаларҙың ҡушылып китеүе ғәйепләнә, бының эҙемтәһе ифрат ҡаты: Атаһы тороп улы һөйләгәндән биҙ, инәһе тороп ҡыҙы һөйләгәндән биҙ. Хәҙерге заманда йыш осрай торған был күренеш беҙ үҫкәндә лә әле атай-әсәйҙәрҙе оятҡа ҡалдырыр ғәмәл һанала ине. Тишеккә - тығын, йыртыҡҡа - ямау булып, һүҙгә генә түгел, кәрәкмәгән эшкә ҡыҫылып йөрөү ғаиләнән ситтә лә маҡтауға лайыҡ тип танылмай.

Рөхсәтһеҙ өйҙән сығып китмәү, берәй нәмә эшләгәндә мотлаҡ ата-әсәнән кәңәш һорау, уларға белдереү, мохтаж хәлдәге ата-әсәгә ҡул ярҙамы ла, матди ярҙам да күрһәтеп тороу - балаларҙың изге бурысы:

Аҡыллы ул - алтын ҡул.

Ата һүҙен тотмаған, әсә һүҙе йоҡмаған - яуға сабыр ир булмаҫ.

Алтмышҡа еткән атаңды ҡол итмә - үҙең ҡол булырһың.

Туғандар һәм яҡындарҙың бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәте- шулай уҡ күркәм холоҡ, әхлаҡ күрһәткесе. Бала нәҫел-нәсәбен белеп, улар менән менән татыу йәшәргә өйрәнергә тейеш:

Ете быуынын белмәгән - етем.

Туғандарҙың татыулығы бар байлыҡтан артыҡ.

Туғаныңдан биҙмә - нәҫелең ҡорор.

Ят - ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке - ташламаҫ.

Туғанын хурлаған - дошман ҡулына төшкән тип, ҡанбабалар был вазифабыҙға ла бик яуаплы ҡарарға өйрәткән. Туғандар - ата-әсәбеҙҙән ҡала иң яҡын кешеләребеҙ, уларҙы беҙ үҙебеҙҙе яратҡан кеүек яратырға тейешбеҙ. Ата-әсәнең вафатынан һуң иң оло ул - атай, иң оло ҡыҙ - әсәй урынында ҡала.

Брат браттың донъя көткәненә не рад тигән әйтем - хәҙерге динһеҙ заман емешелер, быға һүҙҙәрҙең туған телебеҙҙән булмауы ла ҡеүәт. Һәйбәт тәрбиә алған кеше Туғандарың - ҡулың менән аяғың, дуҫтарың - таяныр таяғың икәнен онотмай.

Олоно - оло, кесене кесе итә белеү башҡорт балаһына орсоҡтайҙан, туғанлыҡты аңлатҡан һүҙҙәрҙе өйрәнеүҙән үк һеңдерелә: атай-әсәй, ағай-апай, эне-һеңле, еҙнә-еңгә, инәй-бабай, олатай-өләсәй, ҡоҙа-ҡоҙағый тигәнендә бала һәр кеме менән үҙен нисек тотоуҙы, улар алдында ни бурысы, ни хаҡы барын билдәләй, «субординация» тойғоһо шул ябай ғәмәлдән баш ала. Атайыңдан оло кеше менән уйнап һөйләшмә.

Бай туғандар мохтаждарына ярҙам итеп торорға тейеш, дин буйынса ҡаралған зәҡәт-саҙаҡаһын да уларға биреү сауаплыраҡ һанала. Туған туғандың маллыһын ярата тиеү буштан түгел.

Зат-зәүрәттәге үпкәләш-рәнйеште онота белеү хәйерле:

Асыу - ағыу, йотһаң - дарыу.

Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар тигән мәҡәл дә берҙәм булырға өйрәтә.

Асыу - алдан, аҡыл арттан йөрөр.

Асыулы күҙҙә аҡыл юҡ - тимәк, был хисте тыя белеү аҡыл биҙмәне лә була ала икән. Динебеҙҙә лә өс көндән артыҡ һөйләшмәйсә тороу дөрөҫ һаналмай.

Атай-әсәйҙән ҡалғас, балалары уларҙан ҡалған мөлкәтте тигеҙлек, ризалыҡ менән бүлешерҙәр, туған хаҡын мал хаҡына алмашмаҫтар. Баш ҡәрҙәш булһа ла мал ҡәрҙәш түгел тигәндәй, бүлешкәндән талаш-болаш, буталыш сыҡмаһын өсөн мөлкәтте айырым тотоу хәйерле.

Ҡыҙға мираҫ бирнә менән бирелер булған һәм әсәһе мөлкәте уға күскән. Ә инде ир балалар араһында мөлкәт бүлешкәндә фәндә майорат һәм минорат тип аталған йолалар ҡулланылған. Майорат күренеше - боронғораҡ, башҡорттар ярым күсмә тормош алып барған осорға хас. Был осраҡта өлкән ул мөлкәт вариҫы булып ҡалыу өҫтөнә, ғаилә башлығы булыу хоҡуғын алған һәм хатта атаһының йәмәғәт вазифаһы ла уға күскән.

Ултыраҡ тормошҡа күсеү балаларҙың бүленеп сығыуына килтергәнлектән, мираҫ бүлешеү тәртибе үҙгәрә:

Төп өй - төпсөктөкө.

Ағайым өйө - аҡ йәйләү, энем өйө - өң төбө тигән әйтемдәр юридик көскә эйә һәм башҡорттарҙың минорат йолаһына өҫтөнлөк бирә башлауын күрһәтә. Кинйә ул төп йортта вариҫ булып ҡала, әммә атаһының йәмәғәт вазифаһы уға күсмәй. Кесе улды бәләкәйенән йорт башы булырға ла, ата-инәһен үҙ тәрбиәһенә алыу бурысына ла әҙерләйҙәр, уның үҙенә лә, төп йортта килен булыр ҡыҙға ла талаптар икенсерәк - ҡартайған көндә кемдең тауыш-ғауғалы йортта артыҡ тамаҡ сифатында көн иткеһе килһен. Әммә әҙер донъяның йыш ҡына ҡәҙере юҡ:

Атай малы - мал түгел, инәйҙеке - йәл түгел.

Атай байлығы ергә һеңер.

Атай-әсәйҙе ҡәҙерләү - мосолмандарҙың мөҡәддәс бурысы. Башҡортта бигерәк тә атайҙы ҡәҙерләү - инҡар иткеһеҙ ҡанун.

Яҡшы бала яман атаһының башын түргә һалыр,

Яман бала яҡшы атаһының башын тупһаға һалыр.

Күренеүенсә, бала ата-әсәһенә хөкөмдар түгел, уларҙы нисек бар, шулай яратырға, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тейешле. Әммә шуны иҫтә тотайыҡ - был мәҡәл башҡорттар эскелек, динһеҙлек сирҙәренә бирелмәгән, бөгөнгөләй әхлаҡһыҙлыҡтарҙы күҙ алдына ла килтермәгән заманда ижад ителгән, һәм ололарҙың кәмселек-хаталары, ысынлап та, ғәфү ителерлек булған.

Ата-әсәһе эскелеккә бирелгән ғаиләләрҙә бала - бәхетһеҙ. Ул йыш ҡына дөрөҫ тәрбиә, тейешенсә белем алыуҙан мәхрүм, тиңдәштәре араһында ла кәмһетелә, ҡыйыш юлға баҫа. Араҡы менән күҙе томаланған ғаиләләрҙә ауыр енәйәттәргә, үлтерештәргә барып етәләр.


Эскесе - өй эсендәге дошман ти халыҡ. Фекерҙе дауам итеп, тағы бер мәҡәл килтерәйек - Өй эсендә бер дошманың булыуҙан тышта мең дошманың булыу артыҡ.

Балаһы эскелеккә, наркоманияға бирелгән ғаиләләр ҙә аҙ түгел, милләт бәхетһеҙлегенә ҡаршы. Боронғо әҙәп-әхлаҡ тамырҙарыбыҙҙан өҙөлөү касафаты был.

Илебеҙ алдында бурыстарға килгәндә - мал бурысы ла, йән бурысы ла бар. Ҡаҙна малы - ил малы тип мал бурысын һалым рәүешле, йәмәғәт файҙаһына түләүһеҙ башҡарған эштәребеҙ (төрлө өмәләр, хәйриә саралары һ.б.) менән индерһәк, йән бурысы - ғәскәр хеҙмәте. Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр. Әсә булыуыбыҙ ҙа - милләткә йәнләтә түләр бурысыбыҙ ул - Инәһе көслөнөң иләүе көслө.

Ил хөкөмһөҙ булмаҫ - кеше ғаиләнең эске ҡағиҙәләренә генә түгел, дөйөм йәмәғәт, дәүләт ҡанундарына ла бәләкәйенән буйһоноп, ихтирам менән тәрбиәләнгәндә мәмләкәттә тыныслыҡ, ғәҙеллек хөкөм һөрә:

Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул.

Ил намыҫы ир муйынында - шундай күркәм һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған ата-бабаларыбыҙ.

Башҡа халыҡтар араһында әҙселектә булған милләттәрҙең тағы бер мөҡәддәс бурысы - телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу. Уларҙы юғалтыу милләтте, илде юғалтыуға бәрәбәр:

Теле юҡтың - иле юҡ.

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.

Туған телем - үҙ телем, ҡайҙа барһам - үҙ көнөм.

Ваҡ халыҡбыҙ тип меҫкенләнгәндәргә тәбиғәттең үҙенән үрнәк бирелгән:

Ҡырмыҫҡа ла ҙур түгел, күмәкләшеп тау өйә.

Туҙандан да тау тыуа.

Һәр беребеҙ милләт хаҡына хәлебеҙҙән килгән тиклем өлөш индерһә, Күмәк ағас дауылдан ҡурҡмаҫ тигәндәй, юғалмабыҙ.

Кешелек алдындағы бурыстарыбыҙҙы, һәммә диндәр өйрәтеүенсә бөтә кешелек - бер ата, бер инә балалары тигән иҫбатлауҙан сығып билдәләргә була :

Һәр сәскәнең үҙ еҫе, һәр халыҡтың үҙ төҫө.

Халыҡтар дуҫлығы - күңел хушлығы мәҡәлдәренән үк ҡанбабаларыбыҙҙың төрлө милләттәргә дуҫтанә мөнәсәбәттә булыуы, ихтирам менән ҡарауы күренеп тора. Тән төҫө ниндәй булмаһын, ниндәй дин, инаныс менән ниндәй илдә йәшәмәһен - һәр әҙәмгә йәне ғәзиз. Кеше үлтереү, ҡол итеп тотоу, хаҡһыҙға рәнйетеү, яла яғыу, ғәйбәт һөйләү, һүҙ йөрөтөү, мыҫҡыл итеү, хәләл малына ҡул һуҙыу кеүек хәлдәр халҡыбыҙ асылына хас түгел. Был гонаһлы ғәмәлдәрҙән алыҫ тороу - беҙҙең кешелек алдындағы вазифабыҙ.

Балаһын аҫыл шәхес итеп тәрбиәләргә теләгән ата-әсә һис шикһеҙ уның ҡылығына ла, нисек һөйләшеүенә лә, нисек кейенеүенә лә, кем менән аралашыуына ла, рух һәм тән сәләмәтлегенә лә диҡҡәт бирә.

1. Әҙәми затты ҡылыҡһырлағанда Кешене белгең килһә, бер һүҙенә ҡара, бер эшенә ҡара тиеүҙәрен иҫтә тотоу мөһим. Шуға ла ҡул хеҙмәтенә өйрәтеү менән бер рәттән аҡыл хеҙмәтенә өйрәтеү зарур, ә

Аҡылдың үлсәүе - һүҙҙә.

Иҫәр үҙе һөйләр, үҙе көлөр - кешегә ҡалдырмаҫ.

Матди байлыҡтан күңел, аҡыл байлығына өҫтөнлөк бирелә: Малһыҙлыҡ ярлылыҡ түгел, аҡылһыҙлыҡ - ярлылыҡ.

Аҡыллылыҡ - тәбиғәттән бирелмеш аңлай-фекерләй белеү ҡеүәһе генә түгел, белемлелек һәм тәрбиәлелек тә ул.

Әхлаҡһыҙ ҡылыҡтар - аҡылһыҙлыҡ, буш башлыҡ билдәһе икәнлеген дәлилләгән мәҡәл - Буш тоҡ тура ултырмаҫ.

Иләктә һыу тормаҫ, тинтәктә һүҙ тормаҫ.

Алты аҙым атлағансы алтмыш тапҡыр артыңа ҡара.

Иң насар ғәҙәт - күп һөйләү, сөнки

Күп һөйләгән күп яңылышыр.

Аҡыллы ҡош ҡанатын һаҡлай, аҡыллы кеше һүҙен һаҡлай.

Фекереңде төйөрөм генә тел менән аныҡ итеп аңлата белеү юғары баһалана:

Аҙ һүҙ менән күпте әйт.

Аҙ һүҙҙән мәғәнә сығыр, күп һүҙҙән бәлә сығыр.

Аҙамат ирҙең билдәһе - аҙ һөйләр ҙә күп тыңлар, арғымаҡ атт ың билдәһе - аҙ уртлар ҙа күп юшар.

Уйламай һөйләгән - ауырымай үлгән.

Ни уйлаһаң шуны һөйләү, буш һүҙ сурытыу, маҡтансыҡлыҡ, әсе теллелек тә - баш эшләмәгәндән икән:

Тиленең уйында ни, телендә шул.

Иҫәр этен маҡтар, өйөнә ҡайтһа бисәһен маҡтар.

Уҫаҡ утындың көлө әсе, тинтәктең теле әсе.

Һантый һыйпағанды белмәҫ.

Аҡыллылыҡ - тәбиғәттән бирелмеш, әммә уны мәҙәниәт-мәғрифәт юлында камиллаштырыу, тәрбиә-белем биреү фарыз:

Аҡыллы тигәнең маҡтана башлаһа, тинтәк тип иҫәплә.

Алтын дәүләт түгел, ғилем дәүләт.

Бай булмаһаң бай булма, ғилем-һөнәргә һай булма.

Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ.

Битеңде биҙәмә, аҡылыңды биҙә.

Ғилем - аҡылдың яртыһы.

Донъя - йоҙаҡ, асҡысы - белем.

Тән зиннәте - кейем, аҡыл зиннәте - ғилем.

Яманлыҡтың төбө - наҙанлыҡ.

Тормош шарттары үҙгәреү, радио-телевидение балаларыбыҙға донъяға килеү менән йоғонто яһай башлай. Хәҙерге балалар ете класс бөтөп тыуған тигән булырҙар ине беҙ бала саҡта.

Беҙ элек тыуған, хәҙергеләр белеп тыуған тибеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телевидение көнө-төнө әхлаҡһыҙ фильмдар әйләндереп торған заманда сабыйҙарыбыҙ бишектән үк ят тел мөхитенә генә түгел, башҡорт булмышынан, рухынан алыҫ торған, сит илдәрҙә түләүле махсус каналдарҙан ғына ҡарарға мөмкин булған бысраҡлыҡҡа инеп сума. Йыр-моңдары ла - мейене сереткес. Түбәндә һөйләнеләсәк анекдот юҡтан сыҡмаған ул:

- Балаларың мәктәпкә барыр йәшкә етте, ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре хаҡында һөйләшкәнең бармы?

- Һөйләшә-әм. Ҡыҙыҡ бит, һөйләшкән һайын бер яңы ысул беләһең...

Радио-телевидение тик зарарҙан ғына тора, тип әйтмәйем, әлбиттә. Махсус тапшырыуҙарҙы аҙнаһына минутлап-сәғәтләп кенә тыңлатыу, ҡаратыу аң үҫеше өсөн кәрәк тә.

2. Тәрбиәгә ҡағылышлы һөйләшеүҙе кешенең тышҡы күренешенә: һын-һыпатына, кейеменә бәйле дауам итәйек:

Таныған ерҙә буйға хөрмәт, танымаған ерҙә тунға хөрмәт.

Кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылына ҡарап оҙаталар.

Итеге тайыш булһа ла йөрәге тайыш булмаһын мәҡәлдәрендә кейем байлығына ҡарағанда аҡыл-күңел байлығына өҫтөнлөк бирелеүе сағыла.

Шулай ҙа кейем кеше тураһында күпте һөйләй: матди тәъмин ителешен, кейем һайлай белеүен - зауығын, бөхтәлек-әрпешлеген, ҡайһы саҡта милләтен, һөнәрен, хатта кәйефен бер ҡараш ташлауҙан тиерлек әйтеп була. Ағас күрке - япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк тигән әйтемдән халҡыбыҙҙың кейенә белеүгә ҙур әһәмиәт биргәнен күрәбеҙ. Бөхтә, килешле кейенеү - кешенең үҙенә лә, кешегә лә ихтирамлы мөнәсәбәте һынланышы: Йыйнаҡ бул, йыйнаҡлы булһаң, тыйнаҡлы булырһың. Сәсе-башы туҙыҡ, ялбыр-йолбор ҡиәфәтле әҙәм үҙ-үҙен кәмһетә, ерәнеү тойғоһо, аҡыл камиллығына шик уята йә булмаһа: «Был мине кешегә лә һанламайҙыр, мәсхәрә итергә маташалыр, ихтирам итһә, бындай ҡиәфәттә күренергә тартыныр ине», - тигән фекер тыуа.

Цитата

Милли эстетика ниндәй сифаттарҙы матурлыҡ категорияһына индергәненә үрҙә миҫалдар килтерелгәйне инде. Һәр заманда һылыулыҡ стандарттары үҙгәреп торһа ла, зифа буй-һын, сәләмәт тән «моданан» сыҡмаған:

Һауаны йондоҙ, ирҙе һаҡал, ҡатын-ҡыҙҙы сәс матурлай.

Күрклегә күмер ҡабы ла килешә.

Матур кешегә бар нәмә лә килешә.

Сусҡаны алтын менән дағалаһаң да ат булмаҫ

тигән әйтемдәр тәбиғи матурлыҡ күҙалланышына тағы бер миҫал. Сәс магик көскә лә эйә тип һаналғанлыҡтан, уны ҡырҡтырыуҙан бик һаҡланғандар, ниндәйҙер ҡаты ауырыу ғына (мәҫәлән, беттән йоға торған тиф) ҡағиҙәне боҙоуға сәбәп була алған. Ҡатын-ҡыҙҙың сәсте даими ҡыҫҡа йөрөтөүе - совет заманы шауҡымы.

Ҡиәфәт, кейенеүгә бәйле тағы бер нисә мәҡәл -

Бүрекһеҙ баш - күркһеҙ баш.

Килбәт - кейемдә.

Ҡамсат бүрек - түр күрке, түңәрәк һаҡал - ир күрке.

Ҡырма бүрек - баш күрке, көмөш йөҙөк - ҡул күрке.

Әйткәндәй, мосолман ирҙәренә көмөш йөҙөк йөрөтөргә ҡушыла.

Уйламай-нитмәй генә кейем алмаған боронғолар, күп нәмәләрҙе иҫтә тотҡандар:

* йыл миҙгеленә ярашлылыҡ -

Йәйен - аҡтан, ҡышын ҡаранан кейен.

Йәй елбәгәй йөрөргә елән яҡшы.

Туғыҙ йөйө булһа ла тун яҡшы.

* төҫө, тәғәйенләнеше -

Аҡ кейем кер тотмай.

Ҡара кейем ҡасырмаҫ, аҡ кейем батырмаҫ.

Яҡшы кейем - туй күрке.

* хаҡы -

Кейемде кешеһенә ҡарап тегәләр.

Ярлының аҡсаһын арзан кейем бөтөрөр.

* кейеүсеһе ни заттан -

Ҡыҙҙың күҙе ҡыҙылда.

* төрлө осраҡта кейергә мөмкин булыуы, оҙағыраҡ кейергә мөмкинлек -

Киң кейем туҙмаҫ (туҙа бара үҙгәртеп тегеп була, кәүҙәң ҡалынайып китһә лә ярай).

Ямауы табылмаҫ кейемде кеймә.

Итегем ҡулалдыға, ситегем - һыйға.

Кейемде алыу менән түгел, уны һаҡлап кейеү, ҡәҙерен белеү - маҡтаулы:

Ат аяған ат менер, тун аяған тун кейер.

Кейемде кейеү менән түгел, һалыу менән.

Туҙған булһа ла йыуған булһын.

Иҫке яңыны һаҡлар.

Ямаһаң яңы була.

Итеген кеше алдында ғына кейеп, башҡа ерҙә яланаяҡ йөрөүселәр ысындан да булған улар, йәштәр анекдот тип уйламаһын. Әйткәндәй, уҙған быуат урталарында шығырҙап торған итектәр модала булған. Затлы итек кейгәнде белдергеһе килгәндәр ҡолаҡтарын наҙлап торған әлеге тауыш сыҡһын өсөн олтораҡ аҫтына туҙҙыр-ниҙер һалып, ҡыр ғәләмәт килә.

Әммә кейемде һаҡлайым тип һалып ҡуйыу ҙа килешмәй: Ятҡан кейем үҙ алдына туҙыр.

Кемдер яңы кейем менән күренһә, яҡшы теләктәр әйтеү йолаһы киң таралған:

Йылы тәнеңдә туҙһын.

Күлдәгең көйрәк булһын (йәғни, туҙғансы кейергә яҙһын), ғүмерең оҙаҡ булһын.

Кейемең ҡотло булһын.

Ғәҙәттә, ҡото һиңә лә йоҡһон тип яуап бирәләр. Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарға иһә Күлдәгең ситән башына, үҙең кейәү ҡашына; Кейәү ҡулы тейһен! тип теләйҙәр.

3. Шәхесте шәхес иткән - уның ҡылған ғәмәлдәре. Сәскәләй кейенеп, аҡыллы һүҙ һөйләү генә етмәй, һөнәр эйәһе булыу, уңғанлыҡ - кешене биҙәп торған, милләткә, илгә, кешелеккә хеҙмәт иткән сифаттар ул - Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.

Ғаиләне, илде наҙанлыҡҡа, мохтажлыҡҡа тартып торған, көс-ҡеүәтһеҙ иткән иң насар ғәҙәт - ялҡаулыҡ:

Йоҡлаған - ҡалыр, уяу - донъяны алыр.

Йоҡоһо оҙондоң бәхете ҡыҫҡа.

Тырыш тәкә һуйғанда байғош йүкә һуйған.

Уңған ҡулда - бәрәкәт.

Хеҙмәте ҡаты - емеше татлы.

Һигеҙ көн ғүмергә туғыҙ көн тырышлыҡ кәрәк.

Һөнәр эйәһе бай булмаһа ла мохтажлы булмай.

Эшкә өйрәтеү төшөнсәһе үҙ эсенә баланың кемдер ҡушыуҙы көтөп тормай үҙе белеп эшләүен дә, бөгөнгөнө иртәгәгә ҡалдырмауҙы ла ала.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа вәғәҙә биреп тә ваҡытында үтәмәү, ваҡытында килмәү киң таралған. Хатта ҡунаҡҡа ла бер-ике сәғәткә һуңлап йөрөү ғәҙәте йәштәребеҙҙе туғарылдыра, ваҡытты исраф итеүгә күнектерә. Ауыл ерҙәрендә киноларҙы, төрлө ижади кисәләрҙе иғлан ителгәндән байтаҡҡа һуңға башлайҙар, мал тәрбиәләп бөтөүгә яраҡлаштыралар. Иң сәйере, шул эштәр тамамланылыуҙы күҙҙә тотоп сәғәте билдәләнһә лә, халыҡ барыбер тәғәйенләнелгәненән күпкә һуңлап йыйыла. Бындай яҡынсалыҡ ваҡыт - алтын тип йәшәгән европа кешеһендә эшкә һәләтлелегебеҙгә ышанмаусанлыҡ уята, хеҙмәттәшлек итеүгә ынтылыш тыуҙырмай.

Аҡыллы ир шул булыр:

Ҡулындағын алдырмаҫ,

Кеше һайын туҡталып,

Юҡ һүҙ тыңлап ҡаңғырмаҫ,

Барынан да бере шул:

Бөгөнгө эште таңға ҡалдырмаҫ.

Башланған эште ахырына еткереп ҡуйыу, ныҡышмаллылыҡ - күркәм ғәҙәт, ниәтләнгәнде үҙ ваҡытынан кисектереп эшләү йә башлап та аҙаҡҡа ҡалдырыу бик күп изге башланғыстарҙы ла юҡҡа сығарыуы мәғлүм:

Бер көн артта ҡалһаң, биш көн артынан йүгерерһең.

Бер эшен башлаған, икенсеһен ташлаған - береһен дә ослап сыға алмаған.

Иртәгә ҡалған эшең - һынып төшкән тешең.

Күпме бейек булһа ла, сигенмәһәң - тауға менерһең,

Күпме ауыр булһа ла, сигенмәһәң - эште еңерһең.

Эш эшләнгәс - ирмәк, бөтмәй ҡалһа - имгәк.

Кешелек туплаған аҡыл, ҡаҙаныштарҙан сығып, ҙур маҡсаттар ҡуйып хеҙмәт итеүҙе лә алға һөрһәк ине. Бәндә аҡылы бит ҙур тиҙлек менән хәрәкәт итерлек транспорт, ер шарының төрлө төбәктәре менән кисектермәй аралашырлыҡ элемтә саралары, Йыһанға осор машиналар уйлап тапҡан:

Башлы кеше ташты аш итер.

Ғәйрәт иткән тау ярыр.

Ғилем эҫтәү ҙә - ҙур ныҡышмалылыҡ, уңғанлыҡ талап иткән ауыр хеҙмәт ул. Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.


Донъя халҡы таң ҡалырлыҡ хеҙмәттәр ҙа күрһәтергә яҙһын - беҙ кемдән кәм. Иң мөһиме, беҙҙән булмай ул тигән ышанысһыҙлыҡты күңелдән йолҡоп ташларға кәрәк - Ижтиһад иткән моратына еткән. Шашка буйынса донъя чемпионы исемен яулаған Тамара Танһыҡҡужина ише йәштәребеҙ ошоға бик матур дәлил.

4. Енси тәрбиәгә айырым иғтибар, илтифат бирелмәһә лә, баланың енесенә ҡарап, ололарҙың мөнәсәбәте айырыла. Был хаҡта башта уҡ, өйләндереүгә бәйле, яҙып киткәйнем инде.

Ир баланы бәләкәйенән үк «бабаға» биреп, сөннәтләндерәләр, ә ҡыҙ баланың сөннәте - бише тулғас ҡолағын тишеү. Хатта мохтажлыҡта йәшәүсе ғаиләлә лә баланы енесенә ярашлы кейендерергә тырышалар. Малайҙарҙың сәсе ҡырылһа, ҡыҙҙарҙыҡы бөтөнләй ҡырҡылмай, толомға эләгер-эләкмәҫтән үрелә башлай.

Үгеҙ мөгөҙлө һыйырҙың һөтө булмаҫ, һыйыр мөгөҙлө үгеҙҙең көсө булмаҫ - балала үҙ енесенә хас булмаған үҙенсәлектәр көсәйеп китмәүен шул ябай ғына кеүек күренгән ысулдар менән иҫкәрткәндәр.

Фольклорҙа ла ҡыҙ һәм ир балаға айырым тәғәйенләнешле өлгөләрҙе күп күрәбеҙ, хатта бишек йырҙары айырыла.

Аш бүлеүҙең дә ибе бар:

Ҡыҙҙарға - ҡанат, малайҙарға - аяҡ,

Хужаға - баш, ҡатынға - түш,

Ҡунаҡҡа - ҡойроҡ майы.

Динебеҙ, милли йолаларыбыҙ ир-атҡа алтын биҙәүестәрҙе, саф ебәктән тегелгән күлдәк кейеүҙе, биҙәнеүҙе тыйһа, ҡатын-ҡыҙҙың биҙәүестәр ҡулланыуы ана шул ҡолаҡ тиштергән ваҡыттан уҡ башлана инде. Иннек, еҫле май, хушбуй, һөрмә - шәреҡ ҡатындары борондан ҡулланған әйберҙәр - Һөрмә тартҡан - һөйкөмлө. Тик уларҙы самалап һөртөнөү яҡшы - Буянған ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур.

Ҡиммәтле таштарҙан, алтын-көмөштән һәлмәкләнгән һаҡал- ҡашмау, елән-камзул ҡыҙҙарҙы сәбәләнмәй генә, талғын атлап йөрөүгә күнектергән, ҡулдарындағы йөҙөк-балдаҡ, беләҙектәр нәфис хәрәкәттәр яһарға мәжбүр иткән - Көмөш йөҙөк - ҡул күрке. Ҡул - шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙы һынатыр ағза.

Бер ҡатын килен күҙләй икән борон. Ҡойо янында һыу алып торған ике сибәр ҡыҙ янына килгән дә:

- Улым бик ҡаты ауырып китте. Табип килгәйне, берәй һылыуҙың тырнаҡ аҫтында ҡалған ҡамырҙы иҙеп эсерергә ҡушты, - ти икән.

- Иртән генә бешеренгәйнем, йыуылып бөткән шул,- тип үкенес белдергән береһе.

Икенсеһе һөйөнөп китеп:

- Бына, өсөнсө көн күмәс бешергәйнем, ҡалған даһа, - тип тырнаҡ аҫтынан ҡайырып бысраҡ ҡамыр киҫәге сығарып бирҙе, ти.

Ҡатын, тиҙләтеп, тәүге ҡыҙҙы килен итеп алып та ҡайтҡан.

Тырнаҡ үҫтергән ҡатындан йыраҡ ҡас тип тә әйткән боронғолар.

Көслө затҡа ихтирам бишегенән башланғанлығын Ир бала тапһаң - ирәйеп ят мәҡәленән күрәбеҙ. Сепрәк-сапраҡҡа ҡытлыҡ булғанда ла малайҙарҙың, ғөмүмән, ирҙәрҙең күлдәк-ыштанын ҡул сепрәгенә, йыуғысҡа файҙаланыуҙы тыйыу - уларҙың ҡотон һаҡлау ысулы. Ир абруйы ана шул ваҡ ҡына кеүек күренгән нәмәләрҙән туплана.

Еткән ҡыҙҙарға һәм егеттәргә ниндәй талаптар ҡуйылыуын алдағы бүлектәрҙә күргәйнек инде.

5. Аҡыл, ҡул хеҙмәтенән тыш хис-тойғо, рух хеҙмәте лә ҙур әһәмиәткә эйә.

*Бала ҡаты күңелле итеп тәрбиәләнһә, ата-әсәгә ҡартайған көнөндә игелек күрһәтеүе икеле. Үҙе лә рәхимһеҙлегенә мәрхәмәт көтә алмаҫ: Мөгөҙөн һындырғанды болан онотмаҫ, атаһын үлтергәнде уғлан онотмаҫ.

Йомшаҡ күңеллелек - халҡыбыҙҙың күркәм сифаттарының береһе, Үҙеңә ҡаты бул, кешеләргә йомшаҡ бул тип өгөтләй мәҡәл. Мәрхәмәт ҡылмаған мәрхәмәт күрмәҫ.

Кешегә шәфҡәт ит, уҙаманға хөрмәт ит.

Шулай ҙа артыҡ йомшаҡ булыу ҙа килешмәй: Йомшаҡ ағасты ҡорт баҫыр, йомшаҡ кешене һүҙ баҫыр - кеше үҙ-үҙен яҡлай белергә лә тейеш.

Халҡыбыҙ һәр нәмәлә урталыҡты һайлай, быны беҙ артабан да йыш осратырбыҙ: Яҡшы аттың йөрөшө тигеҙ, яҡшы кешенең холҡо тигеҙ. Әле генә телдәрлекте яманлаған мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрһәк, шымыҡайлыҡ, «йыуашлыҡ» - аҫтыртынлыҡ, эскерлелек сағылышы булыуы ла ихтимал икән:

Шым аҡҡан һыуҙан, өрмәй торған эттән һағай.

Шаян кеше - яҡшы кеше, йыуаш кеше - шаҡшы кеше.

Бал-май менән ауыҙландырып сабый ҡабул итеү, шул уҡ йола менән килен төшөрөү - халҡыбыҙҙа йомшаҡ теллелек, итәғәтлелек хуплағанылғанын күрһәтә. Ауыҙы йомшаҡ ҡолон биш бейәне имер- был мәҡәлдә ошондай сифатҡа эйә кешенең үҙенә файҙа алыуы сағылһа, һүҙҙең им генә түгел, ҡот осҡос ҡорал булыу ихтималлығын да онотмайыҡ:

Донъяны һүҙ биҙәр.

Йылы һүҙ йән иретер.

Бер йәҙрә берҙе үлтерер, бер һүҙ меңде үлтерер.

Кеше һүҙе кеше үлтерә.

Борос әсе, әсе телле унан да әсе.

Һөйләй белеү тәртибенә тәүфиҡһыҙ һүҙҙәрҙән ҡасып, әгәр ниндәйҙер фәхеш күренеш хаҡында һөйләргә тура килһә, әҙәпле генә итеп кинәйә, ситләтеп әйтеү юлын таба белеү ҙә инә. Китапта тәүфиҡһыҙ итеп яҙылған хәлдә лә быны телең менән ҡабатламау хәйерле:

Ямандың ауыҙынан сыҡҡанды эт ашамаҫ.

Аҡылдың ҡәҙере - әҙәп менән, байлыҡтың ҡәҙере - йомартлыҡ менән.

Ҡайҙа ҡутыр булһа, ҡара себен шунда ҡуна.

* Ғәйепле генә түгел, гонаһлы ғәмәлдәрҙән һаналған ғәйбәткә ҡарашты белдергән әйтем-мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрәйек:

Ғәйеп иткән - ғәйеп ишеткән.

Ғәйбәт сәйнәгәнсе сүбәк сәйнә.

Ғәйбәт күмер кеүек - көйҙөрмәһә лә буяй.

Ағас башын ел борор, әҙәм башын һүҙ борор.

Кешене артында һөйләмә, алдында һөйлә.

Ғәйбәт һөйләү һәм тыңлау исламда ҡәтғи киҫәтелә, мәҡәлебеҙ ҙә Ишеткән бер һүҙҙе һөйләмә тип өйрәтә лә ғәйбәт һөйләүсенән алыҫыраҡ торорға кәңәш итә, сөнки Кеше берҙе биш итә, йә булмаһа, Кеше ғәйебен һиңә һөйләгән һинекен дә һөйләр.

Нимә һуң ул ғәйбәт? Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән бер саҡ иптәштәре ошо хаҡта аңлатыуын һорағас, ул:

- Дин ҡәрҙәшебеҙҙең һушына ла килмәгән һүҙҙәрҙе уның артында һөйләү ул, - тигән.

-Әгәр яманлауыбыҙ дөрөҫ булһа, һөйләргә яраймы?

-Әгәр һөйләгәнең дөрөҫ булһа - ғәйбәт һөйләгән булырһың, дөрөҫ булмаһа - яла яҡҡан булырһың.

Мөхәммәт Рәсүлуллаһ ғәйбәт һөйләүсене лә яратмаған, тыңларға ла рөхсәт итмәгән, уларҙың гонаһтары уртаҡ, тип әйтә торған булған. Башҡаларҙың ғәйептәрен тикшергәнсе, һәр кем үҙенең етешһеҙлектәрен бөтөрһөн, яҡшы кеше рәтенә инергә тырышһын - был олуғ пәйғәмбәребеҙҙең васыяты.

Ғәйбәт ул - тел яраһы, яла яғыу ҙа кешене бик ауыр хәлдәргә ҡалдыра. Шуның өсөн дә халыҡ Туғыҙ уйла, бер һөйлә тигән. Яла яғылған кешенең исеме бысраныу, дәрәжәһе төшөү менән генә түгел - Яла теле йыландан яман - был һүҙҙәрҙе таратыусы ла зыян күрә:

Телсән теленән таба.

Ямандың үҙ бәләһе үҙенә етер тип юҡҡа әйтмәгәндәр, уның ара боҙоусы, уҫал ниәтле тигән даны кешеләрҙе ситләштерә.

Ямандың яла яҡмай көнө юҡ.

Яманға йоғонма, йоғонһаң, йығылма - яла яғыусыға үҙ яманаты рәхәт йәшәргә бирмәй.

Шул уҡ ваҡытта Кеше үҙ серен үҙе һаҡларға тейешле. Үҙең йәшереп тота алмаған хәбәрҙе икенселәр таратып ебәрә икән, үҙең генә ғәйепле.

* Халҡыбыҙҙа тура һүҙлелек һәйбәт холоҡ билдәһе:

Туралыҡ -йөҙ аҡлығы.

Туралыҡтың төбө - аҫыл таш - мәгәр был күберәк алдашмауға ҡағыла, уйлағаныңды кешенең күҙен тишә сәпәп йөрөү бер кемгә лә файҙа түгел. Беренсенән, бәлки Туҙандайҙы тубалдай итәһеңдер, йә хата уйлап, һүҙең нахаҡ булып сығыуы бар, тимәк, теге кешегә зыян килтерәһең; икенсенән, үҙең дә язаһын аласаҡһың: Телең оҙон булһа, ҡулыңды ҡыҫҡартырҙар.

Шуға ла ололар:

Телеңде теш артында тот, ҡолағыңды киҫмәһен.

Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр тип, бында ла сама белергә ҡушҡан.

Тура әйткән хатта туғанына ла ярамаған!

Теле ямандың көнө яман.

Кеше алдында кеше өгөтләгәнсе, битен дегетлә.

Алдауға ҡараш бер төрлө генә түгел. Һуғыш сығарыр дөрөҫтән тыныслыҡ һаҡлар ялған яҡшы - быныһы ғәфү ителер осраҡ икән. Ғаиләлә низағ туҡталһын, дуҫтар ярашһын, ауырыу кешелә йәшәүгә өмөт уянһын, һуғышта дошман алданһын өсөн ялған рөхсәт ителгән. Изге маҡсатта хәйлә ҡорғанда алдамай ҙа булмайҙыр. Әммә бүтән осраҡтарҙа алдаҡсы үҙенә лә абруй өҫтәмәй, кешене лә ауыр хәлгә ҡуя:

Алданым тип маҡтанма, үҙеңде лә алдарҙар.

Бер алдар - гел алдар.

Ялғанлаған ямандың үҙ башына теле яу.

Ялған яндырыр, яманатҡа ҡалдырыр.

Ялғансы менән хәйләкәрҙең дуҫы ла, иптәше лә, яҡыны ла булмай ғәҙәттә. Тура барһаң - уңырһың, кәкре барһаң - туңырһың.

Әлбиттә, Тура бармаҡҡа май эләкмәй тип, файҙа эҙләү ниәтендә йомшаҡ теллеләнеп юхаланыу, ялағайланыу күренеше лә бар, әммә, тураһын әйтергә кәрәк, башҡорт фиғеленә бик хас түгел был сифаттар һәм шулай уҡ маҡталмай:

Тәмле тел - ағыу, әсе тел - дарыу.

Теленең өҫтө - һөт, аҫты - ҡорт.

* Асыҡ йөҙлөлөк - бәндәнең үҙен дә бәхетле иткән матур сифат. Бер аҡыл эйәһе әйтмешләй: Әҙәмдәрҙе малығыҙ менән риза ҡылып бөтөрә алмаҫһығыҙ, әммә асыҡ йөҙөгөҙ үә гүзәл холҡоғоҙ уларҙы риза ҡыла алыр.

Яҡты йөҙ менән тороусыларҙы хатта электән асыу тотоп йөрөүселәр ҙә ғәфү итеп ҡуя, ауыр һүҙ әйтергә тартына.

Ажғырған айғырҙың өйөрөн күр.

Сырайы юҡтың ырайы юҡ.

Күңелең аҡ - йөҙөң шат.

Күҙе һүнгәндең өмөтө һүнгән.

Кешенең күрке йөҙ булыр, йөҙҙөң күрке күҙ булыр.

Аҡайған күҙҙә аҡыл аҙ.

Мәҡәлдәрҙән күренеүенсә, һөмһөрө ҡойолоп йөрөгән кешенең күңелендә ниндәйҙер хилафлыҡ бар, хатта зат-зәүрәтенә ҡарата шик уятырлыҡ етешһеҙлек булыуы мөмкин тип һанала.

* Ни тиклем бай, көслө-ҡеүәтле булмаһын, бер кем дә бер үҙе генә йәшәй алмай, ул да башҡаларҙың ярҙамына мохтаж:

Әҙәмдең көнө - әҙәмдән.

Яңғыҙ ағасты ел йығыр.

Ярҙамсыллыҡ, йомартлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ - халҡыбыҙ тураһында башҡа милләт яҙыусылары иң йыш телгә алған сифаттар. Бер урыҫ яҙыусыһы башҡорт ауылында ҡалас тотторолған сабыйҙың күстәнәсте нисек бөтәһенә лә бүлеп биргәнен күреп, хайран ҡалып яҙа. Һынар өсөн башҡаһына биреп ҡарай, ул да шулай итә! Аш табылыу - бер бәхет, ашарға иш табылыу - бер бәхет - ерһеҙ ҡалыу сәбәпле малынан яҙып, үҙе лә йыш ҡына аслы-туҡлы йәшәгән башҡорт әйткән быны!

Әлбиттә, үҙе осто осҡа саҡ ялғап торған кеше табын тултырып һый ҡуя алмай, тәрбиәле ҡунаҡ Күңел алмаҡ - бер ҡапмаҡ икәнен аңлап, ҡалағын бик уйнатмаҫ.

Үҙеңдән астың табағын ялама.

Ә хужаның был осраҡта Һыйларға һыйы булмаһа ла һыйпарға теле булһын.

Берҙе бүлеп бир, яртыны ярып бир.

Бөгөнгәсә халҡыбыҙҙа баланың һаранлығын-йомартлығын тикшереү, тәрбиәләү алымы йәшәп килде: тәмләп кенә берәй нәмә ашаған сағында ололар, миңә лә тәмләт әле, тип һорайҙар. Сабый бүлешһә, юрый ғына тешләгән булып ҡыланып, йомартлығын маҡтай-маҡтай кире ҡайтаралар, һаранланһа, яҡшы атаның, яҡшы әсәнең балаһы, ҡайҙан килгән был ҡарун тип оялтып ҡуялар ине. Шулай ҙа бөтөнләй башҡа сифаттарҙы, тин һанай белеүҙе талап иткән хәҙерге иҡтисади мөнәсәбәттәр халҡыбыҙға хас булмаған яман ҡылыҡтарға ғәҙәтләндерә, хатта һаҡсыллыҡ кеүек матур сифат та ғәрип төҫкә инә: урлашыу, саҡ ҡына ҡыл ҡыбырлатҡан өсөн дә «ярты» менән хаҡ һорау - йән әсендергес күренешкә әүерелде.

Йомартлыҡты, ҡунаҡсыллыҡты урынлы-урынһыҙға аяҡтан йығылғансы эсереү менән дә бутай башланылар. Табыны һығылып торолоҡ итеп ризыҡ әҙерләп тә өҫтәл аҫтына түңкәрелерлек итеп иҫертмәнеме, һыйламаны, тип ғәйепләү - киң таралған насар күренеш. Өҫтәлендә ҡабыҡлы бәрәңге менән икмәктән башҡа нәмә булмаһа ла араҡыла йөҙҙөртһә, хужалар - шәп, хужалар - йомарт.

Йомартлыҡ матди сағылыштан тыш, күңел, рухиәт өлкәһенә лә ҡарай. Йылы ҡарашын, йылы һүҙен дә йәлләргә тейеш түгел кеше, хатта сәләм биреү ҙә - хәйер, бүләк. Шул рәүешле бәндә үҙ мөхитендә яҡшы кәйеф тыуҙыра, шик-шөбһәгә юл ҡуймай. Ә яҡшы кәйеф - яҡшы ғәмәлдәр сығанағы.

Ә бына һаранлыҡ, йомартлыҡтың киреһе булараҡ, тәнҡиткә дусар:

Күңеле тарҙың ҡаҙаны тар.

Яман яҡынын һыйламаҫ.

Ҡарун кеүек мал йыйғансы, яҡшы исемең ҡалһын.

Әммә Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы тип хөрмәткә хөрмәт күрһәтергә ҡушыла, әрһеҙләнеп биләмселәп йөрөргә яратыусыға ла мәҡәл әҙер: Һөмһөҙ һаҡлағаныңды ҡуймаҫ, ҡарға ҡаҡлағаныңды ҡуймаҫ.

* Йомартлыҡ менән бәрәшәнлекте, йәғни, артыҡ исраф итеүҙе бутарға ярамай. Бала күҙе төшкән бер нәмәне алдырып, аҙаҡ кеймәһә, көҫәгән бер ризыҡты алдырып, ашамай әрәм-шәрәм иттерһә, ата-әсәһенең мал-мөлкәтен исрафлай. Ваҡытты бушҡа исраф итеү ҙә бар. Сәләмәтлекте һаҡламау ҙа тәбиғәт биргән ниғмәтте исраф итеү:

Бар сағында малдың ҡәҙерен бел.

Бәрәшән ҡулда бәрәкәт юҡ.

Бәрәшән тотоноп бәрәкәтте ҡасырма.

Донъя ҡораманан йыйыла.

Күп йыйнап зая иткәнсе аҙ йыйнап мая ҡуй.

Яҡшы кеше ярҙамсыл булыр ти мәҡәл. Ярҙамсыллыҡ төшөнсәһенә матди ярҙам да, мәғәнәүи ярҙам да инә. Кемдер мал, аҡса, ҡул хеҙмәте менән мохтажлыҡтан сығырға булышһа, кемдер ҡайғылыны тынысландырыр, хата эшләгәнде төҙәтер, белемһеҙгә белем бирер - тел ярҙамы күрһәтер:

Сәсәндең теле уртаҡ, егәрленең ҡулы уртаҡ.

Яҡшы һөйләгәндә кәңәш сығыр, яман һөйләгәндә игәш сығыр. Яҡшы күҙенә салынһаң, «ҡашыма кил» тип саҡырыр, яман күҙенә салынһаң, «башына бир» тип баҡырыр.

Ярҙам күрһәтеү, изгелек эшләү - серле ҡалыуы менән ҡиммәт. Халыҡ үҙе күрә, үҙе баһаһын бирә. Изгелек ит тә һыуға һал - халыҡ белер, халыҡ белмәһә балыҡ белер. «Һыуға һал» - тимәк, онот! Маҡтаныр өсөн эшләнгән ярҙамдың бер фәтеүәһе лә юҡ, ә бына, булыша күрмәһен, тип ҡурҡа башлауҙары ихтимал... Динебеҙ күҙлегенән дә талап шундай уҡ - яҡшылыҡ эшләһәк тә, яманлыҡ ҡылһаҡ та Аллаһы Тәғәләгә мәғлүмдер.

* Әҙәплелек, оялсанлыҡ ҡаныбыҙҙа икәнлеге бейеүҙәребеҙҙән үк күренеп тора. Тәүфиҡҡа бәхет эйәрә тип өйрәтер ине беҙҙе өләсәйҙәр. Әҙәпле кеше үҙен түбәнәйтер ғәмәлдәрҙән һаҡлана, һәр аҙымын үлсәй, аңғармаҫ-һиҙмәҫтән, тәрбиә етмәгәнлектән хата ҡылһа - Ата балаһы хатаһыҙ булмаҫ - аңлағас, выжданы ғазаплай.

Ояты юҡ ул яман, ғәҙәте юҡ ҡыҙ яман.

Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң - әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң - әрәм булырһың.

Әҙәп барҙа оят бар.

Әҙәпһеҙҙән әҙәп өйрән.

* Баланы дуҫлаша, иптәш, серҙәш һайлай белергә өйрәтеү ҙә ҡатмарлы бурыс. Донъя күрмәгән сабый түгел, тормош тәжрибәһе туплаған, Һырт йөнө һырылған кешенең дә дуҫ тигәне дошман булып сығыуы мөмкин. Тәрбиәле ғаиләлә үҫкән бала менән яҡынлашһа, яңылышыу хәүефе кәмерәк:

Кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың.

Дуҫың аҡыллы булһын.

Наҙан менән дуҫ булма.

Үҙең һынамаған менән дуҫ булма.

Дуҫың үҙеңдән яҡшы булһын.

Намыҫлы булһаң, намыҫһыҙ менән буталма.

Ғәмәлдә, кеше холҡо, инаныстары, рухы йәһәтенән яҡын кешеләр менән генә дуҫлаша ала, шуға ла үрҙә килтерелгән бер мәҡәлде тағы иҫкә төшөрөп алайыҡ - Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билдәле.

Яҡшылап һынамай тороп кемделер дуҫ тип һанап булмай, иң яҡшыһы, мөмкин ҡәҙәр дуҫ та, дошман да булмай ғүмер һөрөү. Ашҡа-сәйгә саҡырышып, хәбәрләшеп-һөйләшеп тороу ғына дуҫлыҡты аңлатмай әле. Бала ата-әсәһенең яҡын дуҫтарын хөрмәт итергә, ҡәҙер күрһәтергә өйрәтелергә тейеш. Ата-әсәһе баҡыйлыҡҡа уҙғандан һуң да шул хөрмәт, мөнәсәбәт дауам ителеүе яҡшы. Әммә, халыҡ йыры «Абдрахман»да йырланылғанса, Атам дуҫы тиеп, ай, ышанма, атаң дуҫы етер башыңа тигәнде лә ҡолағына төшөрөп ҡуйыу зыян итмәҫ.

Дуҫтар араһында үпкәләшеүҙәр, шелтәләшеүҙәр булмай тормай, тик Төймәләйҙе дөйәләй итеп бер-береһенең йөҙөн йыртышып, серҙәрен асып бөтөү - тәрбиәле, мәҙәниәтле кеше эше түгел. Дуҫының ғәйебен асҡан - дуҫ түгел, дошман. Дошман ғына ла түгел, хыянатсы.

Кемдеңдер зат-зәүрәте менән элек-электән һыйышмай йәшәгән осраҡта, ҡаршы яҡҡа кәрәкмәгәнсә дошманлыҡ тыуҙырыуҙан һаҡланып, был хаҡта ла баланы ипле генә итеп иҫкәртеп ҡуйыу хәйерле. Уйламаған ваҡытта, уйламаған ерҙә хаслыҡ ҡылып ҡуйыуҙары бар ҙаһа...

* Уңыштарҙан башы әйләнеп, шатлыҡтан шашып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн күреүсе, кешене кәмләүсе тәкәббер исеме ала. Кемдер байлығы, дәрәжәһе, нәҫеле, белеме менән маҡтана, маҡтанырҙай рәте булмағанда кешене нимәлер өсөн булһа ла түбәнһетеп, мыҫҡыллап та тәкәбберлек күрһәтеү бар. Кеше кешенән кәм түгел, бәхет кенәһе тиң түгел тип бындай ғәмәлдән тыйған ололарыбыҙ: Мыҫҡылдың төбө мөшкөл.

Көлкө көлә етер, артыңдан килә етер.

Тәкәбберҙән тәңре биҙгән.

Үҙен-үҙе белмәгән - танауын күккә сөйгән.

Туҡ башаҡ башын түбән эйер, буш башаҡ башын күккә сөйөр.

Тәкәббер тимәһендәр тип һәр нәмәгә риза булыу ҙа дөрөҫ түгел. Кеше ихласлыҡтың да, дәрәжә һаҡлауҙың да самаһын белергә тейеш. Үҙ ҡәҙерен белгән кешене ҡәҙер итер.

Маҡтансыҡлыҡ та тәкәбберлек, тәрбиәһеҙлек менән бер самала йөрөй:

Маҡтансыҡтың арты асыҡ.

Маҡтансыҡтың мороно күктә булһа ла, аяғы - ерҙә.

Тиле үҙен маҡтар.

Тинтәк тегелмәгән итеген маҡтар.

Үҙеңде урынһыҙға маҡтатырға юл ҡуйыу динебеҙ тарафынан тыйылып, ошондай хәҙис бар: «...мәҙех (маҡтау) ҡылыусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ.»

Мәҡәл иһә былай ти:

Маҡтаһа - яҡшылығың теймәгән кеше маҡтаһын,

Яманлаһа - зыяның теймәгән кеше яманлаһын.

Аҡыл эйәләребеҙ йәштәрҙе, балаларҙы маҡтарға кәңәш итә, был уларҙы яҡшы эштәргә дәртләндерә, үҙ-үҙҙәренә ышаныс уята. Әммә кемделер артыҡ ныҡ маҡтап, уға ҡарата дошманлыҡ, көнсөллөк уятыуҙан һаҡланыу зарур. Йәш кеше үҙе лә мин-минләнеп китеүҙән тыйылырға тейеш.

* Халҡыбыҙҙа кеше һүҙенән ҡурҡыу - тәрбиә сараһы ла. Яманлыҡ, хөсөтлөк менән һүҙ таратыусылар, выжданһыҙ ғәйбәтселәр күҙҙә тотолмай был осраҡта, ә йәмәғәттең абруйлы, өлгөлө кешеләре, аҡһаҡалдар фекере яҙа баҫыуҙан, насар ҡылыҡтар артыуҙан һаҡлап торған. Шуның өсөн дә, изге күңелле кемдер яҡшы ниәттән хатаңды күрһәтә икән, шатланырға, рәхмәт әйтергә кәрәк - Инсафлының теле саф. Аҡыллы бәндә яман уйлыларҙың ғәйбәтенә илтифат итмәҫ, әммә дөрөҫ һүҙгә ҡолаҡ һалыр, үпкә тотмаҫ:

Тилегә тиле тиһәң тегәнәк буйы һикерә.

Бүре бәйләүгә күнмәҫ, дуңғыҙ әйҙәүгә күнмәҫ.

Бер-береңде кәмселек-хурлыҡтан ҡурсалау йәмғиәттә саф рухты һаҡлай, милләттең ҡаҡшауын иҫкәртә.

Әммә һис ғәйепһеҙҙән дә, кем күрә алмай, кем көнсөлөктән, кем алйотлоҡтан, кем кешегә эйәреп, һыйҙырмай башлауҙары ла мөмкин. Шундай саҡта үҙ дәрәжәңде яҡлай белеү фарыз:

Баҫалҡыны баҫмалатҡан күп булыр.

Баҫымсаҡҡа баҡа айғыр.

Шундай осраҡтар өсөн һәйбәт кәңәш:

Баҫымсаҡ булһаң, баҫырҙар,

Уҫал булһаң, аҫырҙар,

Урта булһаң, ил ағаһы яһарҙар.

* Һеркәһе һыу күтәрмәү, ерек тәртәлек, йәғни, үсексәнлек башҡортта бала саҡтан уҡ төҙәтелергә тейешле сифат булғанлығы фольклорыбыҙҙа бик күп үсекләмештәр булыуы менән дәлилләнә. Үсексәнлек - сабырһыҙлыҡ, түҙемһеҙлек, тигеҙ холоҡло булмау күрһәткесе лә ул. Үсексән кеше үҙ кәйефен дә, кешенекен дә урынһыҙға боҙа, хатта үс ҡыуа башлауы ла мөмкин. Үҙенә оҡшамаған һүҙҙе уйынға бороп ҡына ла юҡҡа сығарырҙай урында оло ғауға сығарыусылар ҙа - үсексәндәр

Ерек тәртә тиҙ һына.

Кейәүең үсексән булһа, тешең һыҙлағандан яман булыр.

Асыуын алға ҡуйған - аҡылын артҡа ҡуйған.

Көслө ҡурҡыныс түгел, үсле ҡурҡыныс.

Үпкә - дошман, аҡыл - дуҫ.

Үпкәләгәндең үпкәһен күрмә.

* Ғорурлыҡ менән тәкәбберлекте бутаусылар бар, әммә уларҙың бер уртаҡлығы ла юҡ. Намыҫ-абруй, яҡшы исем һаҡлау, оятсылыҡ килтерерҙәй, кешелек дәрәжәһен төшөрөрҙәй хәлдәрҙән ҡурсаланыу - бына шул ул ғорурлыҡ. Кешегә ғорурлығы, ниндәйҙер файҙа эҙләп, йә нәфсеһенә баш булмағанлыҡтан әҙәпһеҙ ҡылыҡтар эшләргә, урлашырға, закон боҙорға, ғөмүмән, «намыҫ», «иман» төшөнсәһенә ингән бер генә талапты ла боҙорға юл ҡуймай.

Абруй - ирҙең ҡеүәте.

Абынмаҫ ерҙә абынма, абруйың төшөр.

Атты ҡамыты йүгертә, ирҙе намыҫы йүгертә.

Үҙ ҡәҙерен белгән - солтан, белмәгән - олтан.

Үлемдән оят көслө.

Ялған ғорурлыҡ та була. Хаҡлымы-хаҡһыҙмы, бәхәскә инеп, һүҙен аҫҡа ҡалдырмаҫҡа тырышыу, үҙ һүҙлелек - ошоноң бер сағылышы:

Үҙем ишәк була тороп атты еткерә буламмы!

Тилегә түрә юҡ.

Үҙ һүҙле - үгеҙ күҙле тигән ҡылыҡһырлау ундай кешегә ҡараштың һәйбәт булмауын күрһәтә. Ғәҙәттә кире бөткән кешеләр әллә ни ҙур дәрәжәгә ирешә алмай, шуға ла,

Үгеҙгә үҫкән мөгөҙ ишәккә сыҡһа, йыҡмаған затты ҡалдырмаҫ ине.

Һөҙгәк һыйырҙы Хоҙай туҡал итер тигән мәҡәлдәрҙә был насар ғәҙәттең эҙемтәләре лә төҫмөрләнә.

Башҡортта ғорурлыҡ төшөнсәһе беҙҙең заманға хас алыпһатарлыҡ, эшләп тапмаған нәмә менән сауҙа итеүҙе үҙ эсенә һыйҙыра алмай, хәрәм мал табыу менән бер ҡатарға ҡуя. Тап ошо ҡанға һеңгән инаныс беҙҙе яңы иҡтисади шарттарҙа бик ауыр хәлгә ҡуйҙы.

* Сабыр төбө - һары алтын мәҡәлен белмәгән кеше юҡтыр. Саҡ ҡына ауырлыҡ күреүгә лә сыҙамаусыларҙан, Себен теймәҫтән «сер» итер, туҡмаҡ теймәҫтән «туп» итер, йәғни, серелдәп, «туп» итеп һикереп төшөп яр һала, зарлана башлар, тип көлгәндәр. Күреүебеҙсә, һис тә һоҡланырлыҡ ғәҙәт түгел икән. Аҡсаңды юғалт, өмөтөңдө юғалтма тип өгөтләй мәҡәл һәм, Өмөтһөҙ - шайтан тип өҫтәй.

Донъяның рәхәтенән михнәте күп, бәхет-шатлыҡҡа ла, ҡайғы-хәсрәткә лә түҙә белеү, сабырлыҡ талап ителә. Был донъяның рәхәте сабый саҡта тиелһә лә, тормош кешене кесе йәштән төрлөсә һынай, ул - бөткөһөҙ имтихан:

Бер әсеһен күрмәйсә бер сөсөһөн күрмәҫһең.

Рәхәт төбө - көйөнөс, михнәт төбө - һөйөнөс.

Дуҫтың дуҫлығы шундай саҡта асыла ла инде:

Кешенең кешелеген ҡыйынлыҡ килгәндә белерһең.

Кешегә асҡан ҡайғы - ярты ҡайғы.

Шатлыҡҡа ла сабыр итә белеү зарур:

Ҡайғы-шатлыҡ бер туған.

Аяҙ көндөң йәшененән ҡурҡ.

Шатлыҡ эсендә ҡайғы бар, ҡайғы эсендә шатлыҡ бар. Шатлыҡ күрһәң - шашма, ҡаза күрһәң, аҙашма.

Кешене нәфсе, көнсөллөк юлдан яҙҙырыр ғәмәлдәргә этәреүе ихтимал, шундай саҡтарҙа ла сабыр итә белеү хәйерле:

Кеше бәхете кешегә булмай.

Күпте теләгән - берҙән ҡоро ҡалған.

Теләк ҡоторта, оят тыя.

Төлкө тотам тип ҡуяндан ҡоро ҡалма.

Асыуланышҡанда ла сабырлыҡ күрһәтеп, ғәфү итмәҫлек һүҙҙәр әйтеүҙән тыйылырға кәрәк: Ҡалған хәтерҙең ҡары китһә лә боҙо китмәй.


Ғәрәсәттәрҙән, һуғыштарҙан зыян күргәндә, оло ҡайғылар килгәндә түҙә белеүе менән дә күркәм беҙҙең халҡыбыҙ. Һуғышҡа киткән хәләл ефетен, улын, яҡындарын күҙ йәш күрһәтмәй оҙатыу, мәйет өҫтөндә тауыш сығарып иламау әлеге көндә лә онотолмаған йола, сабырлығыбыҙ күрһәткесе.

Ҡаза килгәндә Хәйерле ҡаза булһын, аяғы таҙа булһын тип теләү йолаһы бар. Йыуатыусы әйтем һәм мәҡәлдәр ҙә етерлек:

Кеше гүренә кеше инә алмай.

Башҡа килер ҡаза малға килер, ти.

Үлгән һыйыр һөтлө булыр.

Юғалған ҡуйҙың ҡойроғо ҙур булыр тип ҡазаны кәмерәк күрһәтергә тырышып, күңел асырлыҡ һүҙ әйтә белеү ҙә - мәртәбә.

Ҡайғы-хәсрәткә, күңелһеҙлектәргә сабыр итмәү дин тарафынан да ғәйепләнә, Аллаһы Тәғәлә биргән ҡазаға риза булмаһаң, ҙурырағын бирер, тип хатта бәхетһеҙлек-уңышһыҙлыҡты ла шөкөрана ҡылып ҡабул итергә ҡушыла. Ябай тел менән әйткәндә, Мыйыҡҡа үпкәләп йөрөгәндә һаҡал сыҡты ише инде. Ә сабырлыҡ күрһәтеүҙең сауабы ҙур.

Ауыҙың тулы ҡан булһа ла кеше алдында төкөрмә.

Эсәгең өҙөлһә эсеңдән ялға - түҙемлелеккә генә түгел, ғорур булырға өндәгән мәҡәлдәр ҙә былар.

Һалҡын ҡанлылыҡ күрһәтеп, ваҡ-төйәк етешһеҙлектәргә илтифат итмәй, ҙур эштәрҙә сәбәләнмәй, үҙ-үҙен тота белеүселәр - аҡыл камиллығына эйә ихтирамлы заттар. Ниндәй шарттарҙа ла өмөттө өҙмәй ижтиһад итеү, ә инде һөҙөмтәһен Алла ҡулына тапшырып, хисте тыйып тота белеү юғары баһалана халҡыбыҙҙа. Донъяла бит һәр бер эш уңға китеп тормай, һәр әҙәм үҙе теләгәнсә генә йәшәй алмай.

* Нәфсене тыйыу, булғанына ризалыҡ, шөкөр итә белеү юғары баһалана халҡыбыҙҙа. Әлбиттә, был Иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан тип йәшәүҙе аңлатмай, ә ҡулынан килгәнен эшләп, яҡшы йәшәргә ижтиһад иткән, хәләл мал тапҡан кешенең тормошона ҡәнәғәт була белеүе күҙҙә тотола. Ундай шәхес ниғмәте артҡан һайын ҡәнәғәт була, мохтаждарға ярҙам итә, тәкәбберләнмәй:

Барҙың ҡәҙере юҡта беленер тип, булғандың ҡәҙерен белеү фарыз.

Алдыңдағын эҙлә, ҡулыңдағын юғалтма.

Аҙҙың ҡәҙерен белмәгән күптең ҡәҙерен белмәҫ.

Ҡәҙерен белмәгән байлыҡтан ҡәҙерен белгән ярлылыҡ яҡшы.

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың матди хәле ифрат ныҡ үҙгәрҙе: берәүҙәр йышыраҡ хәрәм мал йыйып, артыҡ ныҡ байыны, икенселәр бөлгөнлөккә төштө. Милләт тарихында ундай хәлдәр элек тә булып торған, шуға бәйле мәҡәлдәр ҙә байтаҡ:

Бала өйҙә нимә юҡ, шуны һорай.

Бар - барынса, юҡ - хәленсә.

Барға һөйөнмә, юҡҡа көйөнмә тип әйтеп ҡалдырған боронғолар, ә улар ярлылыҡты күп күргән инде.

Бер йәй - тартай, бер йәй бүҙәнә һимерер тип, бар сағында туйып һикермәҫкә, юҡ сағында өмөтһөҙлөккә бирелмәҫкә, ә тырышлыҡ күрһәтергә өндәгәндәр. Танауым йәмһеҙ тип ҡырҡып ташлап булмай, тауым текә тип аҡтарып ташлап булмай.

«Юҡ, юҡ» тип зарланырға яратыусылар ниндәйҙер ҡаза күргәс, йә ғәриплеккә дусар булғас ҡына шуғаса ниндәй ниғмәт эсендә йәшәп тә ҡәҙерен белмәгәнлеген аңлай - Күрер күҙҙең ҡиммәте һуҡыр янында билгеле булыр.

Күпкә өмөт итеп, әҙҙән ҡоро ҡалыусылар «баҙар иҡтисады» тигән осорҙа хаттин ашты. «Пирамида»ларға ышанып, бар байлығын «ҡыуыҡ банкыларға» һалып исраф итеүселәр, бизнес башлар өсөн фатирҙар һатып фәҡирлеккә төшөүселәр халыҡтың алтын аҡылын иҫәпкә алмау арҡаһында бәләгә юлыҡтылар. Ислам динендә аҡсаны процентҡа биреү, уны арттырып алыу гонаһ һаналған кеүек, милли инаныстарыбыҙ ҙа Һауалағы торнаға ышанып ҡулдағы сәпсекте ысҡындырмауҙы хуп күрә.

Кешенән күреп һикергән - йығылып башы тишелгән.

Ҡомһоҙлоҡ - көнһөҙлөк.

Аҡыл эҙләгән - аҡыл табыр, мал эҙләгән - мал табыр,

Нәфсеһенә эйәргән - малынан да, аҡылынан да яҙыр.

Сей тирене иләһәң - олтан булыр,

Үҙ нәфсеһен тыйған кеше солтан булыр.

Нәфсенең атын һимертмә, менгәндә үҙеңде йығыр.

Нәфсеңде ҡыуа бирһәң - нәфсең туймаҫ булыр,

Нәфсеңде тыя бирһәң - нәфсең йыуаш булыр.

* Нәфсе, шөкөр итә белмәү генә түгел, сиктән ашҡан фәҡирлек тә күрәләтә гонаһ эшләргә, кеше хаҡына инергә мәжбүр итеүе бар:

Урлап алғансы һорап ал, ти мәҡәл.

Уғры байымаҫ, күңеле тынмаҫ.

Бур булдың - хур булдың.

Бурлыҡ ир балала сыбыртҡынан, ҡыҙ балала энәнән башлана. Һорарға мәжбүр булған осраҡта баланы хәленән килгәнсә эшләтеп өлөшләтә булһа ла хаҡын ҡайтарырға өйрәтеү мәғҡул, сөнки хәрәмгә хиресләнеп китеүе ихтимал:

Теләнергә һалынған оялмаҫ.

Бай булһаң балпан (олпатлы) бул, ярлы булһаң ҡалтаң (теремек, өлгөр) бул.

Фәҡирлек ғәйеп түгел, ялҡаулыҡ ғәйеп.

Ислам дине маңлай тире ағыҙып, йә ҡул көсө менән тәғәм, мал табырға ҡуша, кешеләрҙән һораныуға ризаһыҙ ҡарай. Әҙәм балаһы өсөн үҙенең ун бармағынан яҡын дуҫ юҡ. Үҙ тырышлығы менән мал тапҡан кешенең күңеле күтәрелә, холҡо яҡшылана, донъя көтөргә дәрте арта, ғәйрәте үҫә. Ә кешенән өмөт итеүсе көндән-көн меҫкенләнә, түбән төшә, ҡәҙере китә:

Бил бөкмәйенсә белен бешмәй.

Йоҡлағанға йоҡмаған.

Ҡурай тартһаң - көй була, бүрәнә тартһаң - өй була.

Сәйнәп ҡаптырғанды көтмә.

Тик торған отторған, тик тормаған - туҡ торған.

Эшле эш өҫтөндә, әрәмтамаҡ - кеше өҫтөндә.

Эшләмәгән кешенән күкәй һалған тауыҡ артыҡ.

Эшһеҙ кеше - көсһөҙ кеше.

Ялҡау аҡрын барһа ла, ярлылыҡтың артынан тиҙ барып етер.

Ярлылыҡҡа дарыу юҡ, ялҡаулыҡ менән ҡушылһа.

Мохтажлыҡ, ярлылыҡ милләтте көсһөҙләндерә, башҡа көслө милләттәрҙән иҙелеүгә килтерә. Хаҡ мосолман хәләл көсө менән мал табырға, донъяһын етешле итергә ынтылырға тейеш, көс-ғәйрәтен, аҡылын һалып, маңлай тире түгеп мал тапҡас та, уны хәйерле эштәргә файҙаланыу ҙа зарури.

* Башҡорт халҡы, мосолман булараҡ, хәйер-саҙаҡа таратып, мохтаж-фәҡирҙәргә, ғәрип-ғөрәбәгә ярҙам итеп йәшәгән:

Алған ҡулдан биргән ҡул өҫтөн.

Алыуҙан биреү яҡшы.

Бар булһаң, биргәнеңде әйтмә, ир булһаң, еңелгәнеңде әйтмә.

Бер бирмәһәң, мең биргәнең юғалыр.

Биргән менән мал бөтмәй.

Һорау - бер яман, бирмәү - ике яман.

Кәсеп итер мөмкинлеге булмағандарға, йә ниндәйҙер ҡаза-ғәрәсәт арҡаһында фәҡирлеккә төшөүселәргә мал менән ярҙам итеү мәғҡул һаналған. Булған мөлкәтен исраф итеү, ялҡаулыҡ арҡаһында хәйерселеккә ҡалғандарҙы иһә өгөт-нәсихәт, кәңәш биреп, тейешенсә донъя көтөргә өйрәтеү тейешле булған.

* Кемдең дә булһа байлығынан, уның уңыштарынан көнләшеп, яманлыҡ ҡылыу ҙа бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Кешелек тарихында тәүге ҡан ҡойош та көнсөллөк арҡаһында булғанын риүәйәттәр, дини китаптар ҙа тасуирлай. Ҡустыһы Һәбилде ата-әсәһе нығыраҡ ярата тип уйлап һуйған Хаин исеме донъя тарихында тороп ҡалған. Шундай ҡурҡыныс сифат ул көнсөллөк.

Бер кемгә лә ят түгелдер был хис, әммә уны тыйып тота белергә, башҡаға зыян итеүҙән һаҡланырға өйрәтеү кәрәк. Тауға ҡарап тау булып булмай тигәнде лә иҫтә тотоу зыян итмәҫ. Көнсөл үҙ-үҙен ауырыуға әйләндерә, тормоштоң матурлығы күҙенә лә күренмәй башлай. Көнсө көнө - көйөнөс. Уға башҡаларҙың уңышы бик еңел бирелә, байлығы анһат арта кеүек күренә:

Күрше тауығы ҡаҙ кеүек, ҡатыны ҡыҙ кеүек.

Кешегә кешенең малы, үҙенең аҡылы күп күренер.

Берәүҙең быҙауы үлһен тиһәң, үҙеңдең үгеҙең үлер.

Көнсөл кеше көн күрмәҫ тигән мәҡәлдәр быуаттар һынауы үтеп барлыҡҡа килгән улар.

Ғәҙел була белеү - кешене абруйлы итер сифат:

Ғәҙеллек кешене матурлай.

Ғәҙелһеҙлек алға сыҡҡанда дөрөҫлөк артҡа сигенә.

Кемдер ғәйепһеҙҙән кешене рәнйеткән икән, язаһы ҡаты - Күҙ йәше ебәрмәй.

* Аманатҡа хыянат ҡылма - нимәне аңлата һуң был мәҡәл? Йышыраҡ нимәнелер - берәй әйберҙеме, һүҙҙеме - кемгәлер тапшырыуҙы һорағанда үтенестең мотлаҡ үтәлергә тейешлеген күҙҙә тоталар. Башҡа мәғәнәләре лә бар икән «аманат» һүҙенең - мәҫәлән, Мосолманға - Ҡөръән аманат.

Тәбиғәт, уның һәммә байлыҡтары беҙ ҡурсыһын, яҡлаһын, дөрөҫ файҙаланһын өсөн аманат итеп бирелгән.

Тәнебеҙ һәм йәнебеҙ ҙә - тәбиғәт биргән аманат, уны һаҡлау, сәләмәт тотоу аманаты тапшырылған беҙгә. Тимәк, үҙ йәнен үҙе алыусы ла аманатҡа хыянат ҡыла.

Вазифа, хеҙмәт бурысы - илебеҙ, йәмәғәт тарафынан бирелгән аманат, уларҙы үтәүгә тейешенсә тырышлыҡ һалырға тейешбеҙ, тимәк.

Ҡулыбыҙға ышанып тапшырылған дәүләт мөлкәте, милләт мөлкәте, шәхси милек - шулай уҡ аманат .

Бөйөктәребеҙ яҙмышынан бер риүәйәт килтереү урынлы булыр.

Хәҙрәте Ғүмәр бер төндө милләт эштәрен башҡарғанда дуҫы килеп ингән. Сәләмләшкәндән һуң хәҙрәт өҫтәл тартмаһынан бер шәм сығарып тоҡандырған да янып торғанын һүндергән. Дуҫы аптырап уның был ҡылығына аңлатма һорағас, былай тип яуаплаған:

-Һин килгәндә мин милләт эштәрен эшләй инем, хәҙер һинең менән һөйләшә башланым. Шуға тартманан алып үҙ шәмемде тоҡандырҙым, һинең менән һөйләшкәндә милләттең шәмен яндырырға хаҡым юҡ.

Ғаилә, бала ла беҙгә аманат итеп бирелә. Уларҙы һаҡлау, лайыҡлы йәшәтеү - аманат кеүек бурыс.

Кемдер һөйләгән сер ҙә - аманат. Һөйләүсе сер икәнен әйтмәһә лә, бер һиңә генә ышанып һөйләүен беләһең икән - ул һүҙ ҙә аманат.

Аманатҡа хыянат ҡылыусыны боронғолар «хаин», йәғни, «хыянатсы» тип атаған.

* Аманатҡа тоғролоҡ шулай уҡ вәғәҙәлә тора белеүгә яҡын. Ант, вәғәҙә биреү - уйын эш түгел. Антың башыңа етер, тип һис тә юҡтан ғына әйтелмәгән. Вәғәҙәне үтәмәү - ҙур ғәйеп, Антын боҙған - иманын боҙған, тип дин көслө ваҡытта әйтелгәнлектән, Аллаһы тәғәлә ҡанундарын боҙоу булараҡ баһаланыуы аңлашыла.

Антты бирә лә бел, үтәй ҙә бел.

Һүҙҙә тороу - ҙурлыҡ, һүҙҙә тормау - хурлыҡ.

Бер һүҙле булыу, әлбиттә, кешенең көслө рухлы, ҡатынҡы, аҡыл менән эш итә белеүенән дә килә. Был йәһәттән бигерәк тә ир затына талаптар көслө:

Ир кеше бер әйтер, бер әйтһә лә өҙә әйтер.

Ирҙең ике һөйләгәне - үлгәне.

Ир кешенең бер һүҙе - ҡатын кешенең йөҙ һүҙе.

Вәғәҙәһен тотмаҫ кешенең йәмғиәттә лә, ғаилә лә абруйы юҡ. Ҡатындарҙы ла, әйткәндәй, был сифат биҙәмәй:Ҡатын булһаң да ҡарарлы бул.

Үҙ фекере булмаған, былағай әҙәм көнөнә ҡырҡ рәүешкә инә:

Уң да юҡ, һул да юҡ, үҙе тотҡан юл да юҡ.

Мулла янында - мулла, юрға янында - юрға.

Барабан ҡаҡһалар, барабан артынан, ҡумыҙ тартһалар ҡумыҙ артынан эйәрергә әҙер генә тора. Яуаплы мәлдәрҙә ошондай «әпкәләй»ҙәргә таяныу файҙаһыҙ ғына түгел, ҙур зыян килтергән осраҡтар халҡыбыҙ тарихында ла аҙ булмаған. Бындай әҙәм үҙе лә мантымай:

Ҡаҙға эйәрәм тип, ҡарғаның бото һынған.

Ҡарға һайыҫҡанса йөрөйөм тип үҙ йөрөүен онотҡан, имеш.

* Үҙ ғәйебеңде күрә белеү сифаты һирәк кешегә бирелә, мәгәр бирелә икән - был ҙур бәхет, сөнки күренгән ауырыуҙы дауалап була. Ғәҙәттә, башҡаларҙың ғәйебен генә күреүсәнбеҙ, ә үҙебеҙгә - миһырбанлыбыҙ, аҡланырға сәбәбен дә табабыҙ.

Гонаһ ҡылһаң, тәүбә итә бел.

Ғәйебен йәшергән уңмаҫ.

Дөйә үҙ бөкөрөһөн күрмәҫ.

Кеше ғәйебен күрһәң, үҙеңдекен уйла.

Кеше күҙендәге сүпте күргәнсе, үҙ күҙеңдәге сүпте алып ҡуй.

Табан аҫтындағын күрмә, танау аҫтындағын күр.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кем дә хата-яңылышлыҡ ҡылмай тормош юлын үтә алмай:

Ата балаһында хата була.

Абынмаҫ аяҡ булмаҫ, ярылмаҫ таяҡ булмаҫ.

Аҙашмам тигән егетте ҡара томан аҙаштырған.

Бигерәк тә күренекле кешеләрҙең, яҡшы ғаиләләрҙең ваҡ ҡына кәмселектәрен дә ҙур итеп күреп барыусандар:

Бейек тауҙың томаны ла бейек.

Кәзә мең баҡырһа ла ишетелмәҫ, һарыҡ бер баҡырһа ла ишетелер.

Һарыҡтың йығылғаны ла күренмәй, дөйәнең һөрлөккәне лә күренә.

Етмәһә, Аҡҡа ҡара тамһа, бөтмәй. Шуға ла Алды-артыңды йыйып йөрө тиҙәр.

Иң мөһиме, кеше хаталарынан һабаҡ алырға, уларҙы башҡаса ҡабатламаҫҡа тырышырға тейеш:

Бер абынған соҡорға ике абынмайҙар.

Асҡан - япһын, йыртҡан - ямаһын.

Гонаһ ҡылһаң, тәүбә итә бел.

Башҡаларҙың яҙыҡ эше лә - фәһем:

Ғибрәт алмаған үҙе ғибрәткә ҡалыр.

Алйот - үҙ хатаһынан, аҡыллы - кеше хатаһынан өйрәнә тиҙәр. Өйрәнерлек булғас, алйот та түгелдер, бәндәлек кәмселеге, хаталар әҙәм артыҡ тәкәбберләнеп китмәһен өсөн дә биреләлер ул - Ат һөрөнмәй ер танымаҫ, ир һөрөнмәй ил танымаҫ.


Берәүҙәр хата яһауын күрмәү генә түгел, белгәс тә шул уҡ ҡылыҡтарын ташламай, үкенмәй ҙә йәшәүен дауам итһә, бәғзеләр иһә артыҡ ғәрселлек, оялсанлыҡтан яфалана, үҙен ҡылғанынан артыҡ хөкөм итә, тик артҡа ҡарап, үкенестәр менән генә көн итә башлай һәм... һөҙөмтәлә яңы хаталар яһай, хатта күңел хасталығы ла башланыуы ихтимал. Был ғәмәлдәр һис дөрөҫ түгел. Хатанан фәһем алырға ла кәрәк, әммә бәндәлек менән эшләнгән кәмселек-яҙыҡты ҡабатламаҫ өсөн иҫке йөктө күңелдән ваҡытында алып ташлау ҙа хәйерле:

Булған эшкә үкенмә, аҡылыңа зыян килер.

Башың киҫелгәс, сәсең өсөн ҡайғырма.

Үлгән төлкөнө ике ҡат тунамайҙар.

Үткән эшкә үкенмә: ғүмерең заяға үтер.

Уҙған болотто тотоп булмай.

Юлдан сығыу ғәйеп түгел, юлға кермәү - ғәйеп.

Беҙҙең йәмғиәт - сирле йәмғиәт, шуға юлдан яҙыусылар, гонаһ ҡылыусылар ҙа аҙ түгел. Бер заман улар ҙа аҡылына килер, ҡылғандары өсөн выждан ғазабына күмелерҙәр. Бөгөн үк ҡылғандарының ауыр йөгөнән һығылыусылар барҙыр. Үкенестәрҙән күңел хасталығына бирелеп китмәҫ өсөн, яҙыҡтарҙы төҙәтеү өсөн дини ҡанундарҙы ла иҫкә төшөрөү зыян итмәҫ тип уйлайым.

Диндар кешеләр ҙә яңылыша, улар иһә Аллаһы тәғәләнән гонаһтарына ярлыҡау һорай һәм ярлыҡаныр шарттарҙы ла белә:

1. Тәүбә. Тәүбә ҡылырға хаҡы булмаған әҙәм балаһы юҡ. Шарттары булған тәүбә менән юғалмай торған гонаһ юҡ. Тәүбә итеүсенең гонаһтары бөтөү генә түгел, бәлки сауап итеп яҙылыуы ла мөмкин.

2. Аллаһы тәғәләнән гонаһтарҙы ярлыҡауҙы һорау һәм доға ҡылыу.

3. Изге ғәмәл ҡылыу. Гонаһ ҡылыуҙан туҡтап, изге ғәмәлдәр ҡылыусыларҙың оло гонаһтары ла ғәфү ителеүе мөмкин.

4. Мосолмандар хаҡына доға ҡылыу һәм мосолмандар тарафынан яҡшы доға алыу.

5. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тере сағындағы доғаға юлығыу һәм ҡиәмәт көнөндә уның шәфҡәте менән ғәфү ителеү.

6. Хәйер-саҙаҡалар сауаптары.

7. Донъяуи бәләләр, ҡайғы күреү үкенестәре менән таҙаланыу.

8. Ҡәбер ғазаптары менән таҙаланыу.

* Милли һәм дини тәрбиә ысулдарынан ситләшеү, йәғни ҡанбабаларыбыҙҙың рухи аманатына хыянат язаһыҙ ҡалмай - арабыҙға заман сирҙәре килеп инде. Эскелек, нархушлыҡ-әфиүнселек, бәйелһеҙлек, уйнаш, отош уйындары, үлтереш бигерәк тә сит ил фильмдары аша пропагандалана, ә сафлыҡта тәрбиәләнгән халҡыбыҙ, боронғо рухи тотҡаны юғалтҡанлыҡтан, насар тәъҫиргә тиҙ бирешеп бара - Аҡҡа ҡара тиҙ йоға. Матур тормош шулай булалыр тип, сит-ят йоғонтоға бирелеү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр эҙемтәләрен күрһәтә лә башланы.

Ә бит халҡыбыҙ, элек-электән төрлө ҡәүемдәр, төрлө мәҙәниәт, дин солғанышында йәшәһә лә, яҡшыны ямандан айыра белгән, боҙоҡ әхлаҡҡа иммунитеты көслө булған:

Тәмәкесенең эсе лә яна, кеҫәһе лә яна.

Йүткерһең килһә, тәмәке тарт.

Бәхетһеҙлек - эсеүҙән, эс-бауырың шешеүҙән.

Иҫерек менән тиле бер.

Иҫерек аҡсаһын эсмәй, аҡсаһын эсә.

Иҫерек малынан яҙыр, бара-бара аңынан яҙыр.

Шешә төбө шеш булыр.

Эскесе рәхәт табам тип, михнәт табыр.

Эскән кешенең теле аҡса янсығынан да тиҙ сиселә.

Эт менән эт дуҫ, эскесе менән эскесе дуҫ.

Беҙҙең иһә инанысыбыҙ ҙа, йолабыҙ ҙа иҫерткес эсемлектәрҙе хәрәм тип белә.


Хатта ҡымыҙ эсеүҙә лә сама белеү фарыз:

Ҡымыҙ ҡылыҡ арттырыр, юҡ малыңды (ҡаҙыңды) таптырыр, йә булмаһа, ҡуйың муйынын саптырыр.

Сир-сор килтереү, мал зая ителеү менән генә бөтмәй икән: Эсеү аҡса таптыра, ғәзиз башты олаҡтыра, йәғни, иҫерек килеш уғрылыҡ ҡылыныла йә иһә башҡа төрлө енәйәт эшләнелә, ә бының аҙағы, билдәле, хәйерле тамамланмай. Ата-баба наркотиктар тураһында бөтөнләй ишетмәгән дә әле ул саҡта...

Динебеҙ теле менән әйткәндә - Шайтан үҙе инә алмаған ергә башта иҫерткес ебәрер, артынан үҙе инер.

* Еңел юл менән аҡса табыу маҡсатынан уйналған отошло уйындар ҙа, фәжиғә килтереү ихтималлығынан сығып, ҡаты тыйыуға дусар ителгән. Бындай ысул менән табылған мал динебеҙҙә хәрәм мал һанала. Отолғандар үҙҙәренә лә, яҡындарына ла бәхетһеҙлек килтерә, ауыр хәлдә ҡалдыра: Алты тин файҙа итәм тип алтмыш тин зыян килтергән.

Отҡан кешегә лә халыҡ насар ҡарай:

Кеше малы менән маллы булмаҫһың, кеше бәхете менән бәхетле булмаҫһың.

Аҡсаға һат, аҡсаға һатылма.

Алтын күҙҙе тондора.

Хәйерһеҙ файҙанан хәйерле зыян артыҡ.

Ямандан яҡшы тыуһа - тиңе табылмаҫ, яҡшынан яман тыуһа - име табылмаҫ тигән шикелле, тәрбиәгә бирелмәҫ, киҫекһеҙ бала ла була. Бүре бәйләүгә күнмәҫ, дуңғыҙ өндәүгә күнмәҫ тип оялтырға, уйландырырға тырышҡандар ундайҙарҙы.

* Ата-инә ҡарғышы, кеше ҡарғышы, ҡәһәр төшөү төшөнсәләре лә тәрбиә сараһы булараҡ ҡулланылған. Ҡарғыш алған кешегә бәхет йылмаймай, һәр ҡайҙа уңышһыҙлыҡ һағалай, сәләмәтлек ҡаҡшауы ла ихтимал, ә иң ҡурҡынысы - ахирәттә тамуҡ уты көтә тип һаналғанлыҡтан, бынан бик әҙҙәр ҡурҡмағандыр. Ҡарғыш алғансы алғыш ал тип, шуға ла боронғоларыбыҙ рәхмәткә ирешергә тырышҡан.

Иң ауыры - атай ҡарғышы тип һаналған:

Атай ҡарғышын күк күтәрмәҫ, әсә һағышын ер күтәрмәҫ.

Әсә ҡарғышы төшөр ине, күкрәк һөтө ебәрмәй.

Фольклорҙа әсәй ҡарғышына бәйле миҫалдар аҙ түгел. Мәңге бер-береһе менән осраша алмай интеккән Саҡ менән Суҡ тураһында белмәгән башҡорт юҡтыр. Легенда ике яҡлы тәрбиә бирә: балаларға - тыңлаусан булырға, ә ололарға ҡарғыш һүҙҙәренән тыйылырға кәрәклеге күрһәтелә. Мәҡәл дә шуны уҡ раҫлай:

Күп ҡарғанма, ҡарғышың үҙ башыңа төшөр.

Ҡәһәрле һүҙ - хәтәрле һүҙ.

Беҙ үҫкәндә лә ололар әрләүгә күсеп китһәләр, ҡарғау һүҙҙәрен киреһе менән әйтеүҙәре иҫкә төшә: затың ҡоромағыр, суҡынмағыр, ауыҙыңа май тулғыр... Суҡыныу, затың ҡороу, тимәк, иң ҡурҡыныс ҡарғыш төшөү менән бәрәбәр. Хәҙер беҙҙә үҙҙәре теләп суҡыналар.

* Рәнйеш, күҙ йәше төшөү - күптәрҙе яманлыҡ ҡылыуҙан тыйып торған төшөнсәләр. «Кәкүк» тигән әкиәттә, мәҫәлән, тора алмай ауырып ятҡан әсәнең, һыуһауына түҙмәй, ҡошҡа әүерелеп осоп сығып китеүе һүрәтләне. Бер тамсы ғына булһа ла һыу бирегеҙ, тип ялбарыуын ишетергә лә теләмәгән балалары, һыу күтәреп, артынан илай-илай йүгереп ҡарайҙар, әммә рәнйегән әсәләре кире әйләнеп ҡайтмай...

* Үлтереш - иң ауыр гонаһ һаналып, ифрат та һирәк осраған. Енәйәтсе нисектер быны йомоп ҡала алған сүрәттә лә Кеше ҡаны ебәрмәй тип инанған ата-бабаларыбыҙ. Был инаныс әле лә һаҡлана, тик халҡыбыҙ өсөн бик ҡиммәткә төшкән арзанлы көнбайыш фильмдарының йоғонтоһо һөҙөмтәһендә кеше затын себендәй ҙә күрмәгән вәхшәтле заманалар килде. Беҙ балаларса бер ҡатлылыҡ менән, улар һүрәтләгән күренештәрҙе ысындай күреп, үҙебеҙҙә лә шуны уҡ ҡабатлайбыҙ. Ә бит, АҠШ-та, мәҫәлән, ул фильмдарҙы бөтөнләй ҡарамайҙар, үҙ граждандарының психикаһын һаҡлайҙар, золомдан яҡлайҙар. Уларҙа ғаилә - иң юғары ҡиммәт. Ҡатынына хыянат иткән ил президентын ана нисек тәнҡитләнеләр, әҙәм көлкөһөнә ҡалдырҙылар.

Беҙгә лә ата-бабаларҙан ҡалған рух ныҡлығына эйә булыу зарур. Шунһыҙ милләт ер йөҙөнән юғалыуы ихтимал.

* * *
















IV. Йомғаҡлау.

Шулай итеп, бала баҡмаҡ - йән сыҡмаҡ тиҙәр. Иҫ киткес ауыр бурыс, ауыр хеҙмәт ул - йәш быуынға тәрбиә биреү. Тай ат булғансы эйәһе эт була.

Быуаттар буйына һынау үтеп, халыҡ аңында һаҡланып ҡалған рухи ҡиммәттәр туранан-тура ҡулланыла алмаһа ла, аҡыллыға - ишара, сетерекле осраҡтарҙа һәйбәт кәңәшсе булыр, хаталарҙы иҫкәртер көскә эйә.

Байтаҡ һәйбәт йолаларыбыҙ онотолған, йә иһә улар артыҡ ҡәтғи, үтәй алмаҫлыҡ ауыр кеүек күренә. Ә тормошҡа еңел-елпе ҡараш бер ваҡытта ла хәйерлегә булмай. Бәлки шуғалыр ҙа күп кенә ғаиләләр , ҡоштар яҙ ҡорған оя көҙ етеү менән бушаған кеүек, тиҙ тарҡала хәҙер.

Оло һүҙен тыңламаған, оролған да бәрелгән тигән ҡанбабалар.

Алйот тыңлар ҙа онотор, аҡыллы тыңлар ҙа ишетер. Йәне-йөрәге менән. Берәү бар - һүҙҙе күңеленә йыя, берәү бар - һүҙҙе ҡарынына йыя.

Хикмәтле һүҙҙе күңеленә йыя белгәндәр әйткәндер ошо һүҙҙе:


Үҙ телем - үҙ ҡылысым,

Атайҙан ҡалған ҡоросом,

Илдә-көндә тынысым.







I. Инеш

Һәр тармаҡтың уңышы эшен мөкиббән китеп яратҡан, үҙ һөнәренең үҙенсәлектәрен бар нескәлегендә аңлаған һәм тәжрибәһендә урынлы ҡуллана белгән кешеләргә бәйле. Тәрбиә эшен махсус белемле, тырыш лыҡ һәм эшһөйәрлекте үҙ иткән, балаларҙы яратҡан уҡытыусы, тәрбиәсе ләр юғары кимәлгә күтәрә.

Тәрбиә, минеңсә, тәүтормоштан бирелгән инстинкт, әммә һуңғы быуатта унан алыҫлаша барабыҙ. Ҡайһы берәүҙәр өсөн ул бөтөнләй кәрәк тә түгел кеүек – был күренеш хатта ауыл ерендә лә ҙур проблемаға әйләнде. Ҡасан ғына әле тәүфиҡлы, итәғәтле кешеләргә бай ауылыбыҙҙа тәрбиәһеҙлек бөтөнләй ят күренеш ине. Бер-береһенә, тирә-яҡ мөхиткә ҡарата ихтирамлы булған өсөн, ауылда тыуып-үҫкәндәрҙе тәбиғәт бала һына тиңләнек. Һиҙгер күңелле, итәғәтле, һаҡсыл, ярҙамсыл, үҙ-үҙенә ышанған, эшһөйөүсән балалар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана торғай ныҡ. Хәҙерге көндә ғәмһеҙлек, битарафлыҡ һаҙына батып барған ҡаты бәғерле, үсле, тәкәббер, кешегә түгел, хатта үҙенә ышанмаусылар күбәй ҙе. Ә бит кеше үҙ-үҙен тойоу, баһалау һәләтен юғалта икән, ул тәбиғәттең бер өлөшө, күҙәнәге булыуҙан да туҡтай һәм уға юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай.

Бәғерһеҙлектән тәбиғәт һыҡрана, ҡанһырай, әҙәм йөрәген хаслыҡ, яуызлыҡ солғап ала. Ошо хәлдә бала күңелен нисек таҙа килеш һаҡлап алып ҡалырға? (Был һорау күп тәрбиәселәргә тынғы бирмәйҙер). Ул бит беҙ йәшәгән донъяны ҡотайтып, тормошобоҙҙо һилләп, сафландырып, бөгөнгө менән киләсәкте ҡауыштырып торған бәхет күпере. Бала үҫтереү ҙең нисек ауыр ҙа, рәхәт тә икәнен һәр ата-әсә, һәр тәрбиәсе үҙенсә тоя. Аҡ ҡағыҙ бите төҫлө саф күңелле баланы был тормошта үҙен яҡларлыҡ итеп тәрбиәләү өсөн иҫ киткес тырышлыҡ, хеҙмәт талап ителә.

II. Әҙәмде әҙәм иткән - әҙәп.

Тәрбиә эшенең төп бурысы – баланың һәләтен һәм теләген дөрөҫ төҫмөрләп, баһалап, тейешле ғәҙел талаптар аша ижади фекерләүгә өйрәтеү, төплө белем биреү, күңеленә изгелек орлоғо һалыу, уның шәхесен ихтирам итеү.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй тигән әйтемде һәр кем белә. Күп сифат тар балаға ата-әсәнән ҡан менән бирелһә, күңеленең, йәненең ниндәй булыуы төрлө яҡтан өлгө күрһәтеүсе тәрбиәсенән тора. Бындай уҡытыу сы, ата-бабалар аманатын тотоп, улар васыятына тоғро булып, был хәтирә ләрҙе тере шишмә һыуы кеүек ҡәҙерләп, бала күңеленә һирпеп, ошо изге ҡомартҡыларға хөрмәт уятыусы оло йөрәкле шәхес булырға тейеш.

Бала үҙенең күңелендә изге уй-хыялдар, яҡшы теләктәр, башҡортлоҡ рухы йөрөтә икән, бик һәйбәт, ошо тойғоларҙы матур хисле, дәлилле һүҙҙәр менән әйтә белә, ҡылған ҡылыҡтары, эше аша иҫбатлай икән – икеләтә ҡыуаныслы. Һәр баланың үҙ холҡо, булмышы, белем эстәү һәләте була. Уларҙы дөрөҫ асыҡлап, үҫмер булмышын камиллаштырыу ҙа тәрбиәсе иңенә төшкән өлөш. Уның бәләкәй генә уңышын да ҙур күреп, дөрөҫ баһалай белеү баланың күңелен күтәреп, үҫтереп ебәрә. Яңылыш ҡына хәтер ҡалырлыҡ ауыр һүҙ ысҡындырһаҡ, унан ғәфү үтенергә, яҡшылығына рәхмәт әйтергә, һүҙ бирәһең икән – мотлаҡ үтәргә, ышанмаҫтай урында ла уға ышаныс белдерергә, башҡалар алдында йөҙөн йыртмаҫҡа һәм башҡа бихисап этика ҡиммәттәрен һиҙҙермәй генә баланың күңел һандығына һала барырға тейешбеҙ.


Алдыңа ҡуйған тәрбиәүи маҡсаттарыңа ирешеү юлдарын табыу, таҙа күңелле балалар араһында эшләү, эшеңде яратып, ихлас башҡарыу – уҡыусыға ғына түгелтәрбиәсе өсөн дә еңеллек, үҙе бер дауа: арыған-талғаныңды ла һиҙмәйһең, ятаҡ тупһаһын атлап үтеү менән бар мәшәҡәттәр онотола, мөғжизәле, ижади донъя ҡосағына сумаһың. Тәрбиәсе өсөн балалар хөрмәтенән дә олораҡ баһа юҡ. Балаларҙы тәүфиҡлы, бәхетле итеү аша үҙенә лә бәхет таба ул.

Бала күңеле һиҙгер була, уны алдауы бик ҡыйын: кем ихлас күңелдән, кем исем өсөн генә уның янында икәнен тиҙ шәйләй. Ике йөҙлөләнеп, сөсөләнеү менән ихлас хөрмәт итеп, әсәләрсә мөнәсәбәттә булыуҙы шунда уҡ аңлап, һиҙеп ала ул.


«Заман башҡа, заң башҡа», тигән әйтем бар халыҡта. Заман менән бергә тәрбиә эше йүнәлештәре лә үҙгәреш кисерә. Был өлкәләге проблемалар ҙы һәр дәүер яңырта тора, әммә кешелеклелек тәрбиәләү, миһырбан лылыҡҡа өйрәтеү, белемгә, тәрбиәлелеккә ынтылыу, мәңгелек ҡиммәттәр булараҡ, үҙгәрешһеҙ ҡала. Баҙар мөнәсәбәттәренә һылтанып күп етәксе ләрҙең ябай тормош ҡанундарынан ситләшеүе эсте бошора. Заман талап тарына саманан тыш яраҡлашыу, матди байлыҡ өсөн енәйәт ҡылыу кеүек йәмһеҙ күренештәрҙең мәғариф өлкәһен дә урап үтмәүе аяныслы.


Сабыйҙар, үҫмерҙәр тормошто бер ҡасан да еңел генә ҡабул итә алмай. Ололар тиҙ күнегә, түҙә, әммә бала күңеле һәр күҙәнәге менән ҡарыша, ҡаршылаша, тоғро юлдан китергә көсө етмәһә, тайғаҡ һуҡмаҡҡа төшә. Ошо мәлдә һиҙгер күңелле тәрбиәсе булһа икән дә бит янында…


Үкенескә ҡаршы, тәрбиәсе исемен күтәреп йөрөгән белемле тәрбиәһеҙҙәр ҙә юҡ түгел. Тәрбиәле кеше бер ҡасан да наҙан ҡалмаҫ, ә белемлеләр араһында холоҡһоҙҙар ҙа осрай. Тимәк, уҡытыу-тәрбиә эшенә тотонор алдынан үҙеңдең тәрбиәле булыуың зарур.


Кешегә иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң ғәзизе – һине тыуҙырған әсә, иң татлыһы – тәү эскән һыу, иң йылыһы – тыуған йорт, иң йәмлеһе – тыуған тәбиғәт, иң яҡыны – туған тел икәнен бала күңеленә һала белеү – тәрбиә нигеҙе. Тәрбиә эшендә ҡалыпҡа һалынған алымдар юҡ, сөнки бала – үҙе бер донъя, сиселмәгән йомаҡ, һүтелмәгән серле йомғаҡ, асыл маған асыш – һәр береһе шәхси мөнәсәбәткә мохтаж. Был донъяла алаһы ла, ҡолаһы ла бар, тигәндәй, балаларҙың да төрлө холоҡлолары осрай, әммә яманы, яҡшыһы ғына юҡ. Ҡайһы юлдан ебәреү – тәрбиәсе, ата-әсә ҡулында.


Тәрбиә эшендә иң ҙур табыш – яҡшылыҡ, сабырлыҡ аша баланы үҙ көсөнә, һәләтенә ышандыра, сәмләндерә алыу, ике арала матур мөнәсә бәттәрҙән торған йәйғор-күпер һала белеү, бала күңелен асыу, телен сисеү. Уйлағанын, белгәнен тормошҡа ашырырға өйрәтергә кәрәк.

Ғаилә – баланың рухи бишеге. Тап унда кеше тәүге тәрбиәне ала һәм киләсәген әүәләй башлай. Ғаиләлә нигеҙ һалынған ошо изге эште өҙөп ҡуймаҫ өсөн ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға тырышабыҙ.

Балаға нимәлер өйрәтеү өсөн тәүҙә уның үҙе тураһында белергә кәрәк. Мин, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың кәңәшен тотоп, һәр бала менән йондоҙнамә буйынса исемлек төҙөйөм. Ҡайһы йондоҙлоҡ аҫтында тыуыусылар күберәк, кемдәр әҙерәк икәнен билдәләйбеҙ. Йондоҙлоҡтар буйынса ҡылыҡһырлама бирелгән мәғлүмәттәрҙе табыу ҡыйын түгел. Тәрбиәсе уларға үҙенең күҙәтеүҙәрен дә ҡушһа, тулы тойомлау барлыҡҡа килә. Шәхси рәүештә һәр балаға бер-береһен күҙәтеү, өйрәнеү эшен дә йөкмәтеү мөмкин, юҡҡамы ни халыҡ: «Башҡаларҙы күҙәт, үҙең де төҙәт,» – тимәгән. Тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам: эшеңдә ҙур оҫталыҡ, таһыл талап иткән балалар Маймыл, Ҡомаҡ йылында тыуған. Йылҡы, Ҡуян йылында тыуғандар – иң әүҙем, эшлекле, кешелекле. Улар өсөн яҙылған эш планы ҡайһы саҡта Маймылдар, Ҡомаҡтар өсөн бөтөнләй яраҡһыҙ була.


Бала үҫкән һайын үҙгәрә. Организмдағы был үҙгәрештәр уҡытыусы өсөн таныш булһа ла, балаға аңлашылып бөтмәй. Ҡаты ҡуллы тәрбиәсе бала ла ике йөҙлөлөктөң башланыуына нигеҙ һалғанын үҙе лә һиҙмәй ҡала. Тәрбиәсеһе менән ара боҙоуҙан ҡурҡҡан, телләшеүҙән файҙа булмая сағын аңлаған үҫмер алдыңда бер, артыңда икенсене һөйләй башлай. Шулай бала төрлө холоҡлоға әйләнә. Шуға күрә артыҡ тыйыуҙар булырға тейеш түгел. Һәр нәмәлә сама белеү зарур: уйнай ҙа, шаяра ла, ваҡытын да туҡтай ҙа белергә кәрәк. Психологияла был күренеш “бер процестан икенсеһенә күсә белеү” тип атала.


«Донъя тулы фәрештә, һәр береһе бер эштә» принцибы ла тәрбиә эшендә үҙен аҡлап бөтмәй. Аралаша, ярҙамлаша белергә, берҙәм, дуҫ булырға өйрәтеү ҙә мөһим. Шулай уҡ оҙайлы поход, экскурсия, ҙур тәрбиәүи саралар ваҡытында төрлө педагогик ситуациялар аша класты туплау, сәмләндереп ебәреү отошло. Тик гел генә беренселеккә ынтылыу үҙмаҡсат булырға тейеш түгел — мин-минлектең, эрелектең инеш башы ул.


Халыҡ педагогикаһына таянып оҙайлы эшләүем шуға инандырған: эске бер теләк, күңелдәге ынтылыш менән тәрбиәгә тотонған тәрбиәсе уңышҡа өлгәшмәй ҡалмай. Тик бер төрлөлөктән, яһалмалыҡтан, ялғандан ғына һаҡлана белеү зарур: тырышлығыңды, ихласлығыңды башҡалар күрмәһә лә, балаларың күрәсәк. Ә был иң мөһиме!


Маҡтауҙар ҙур итә алмаҫ,

Хеҙмәтең ҙур булмаһа.

Хурлауҙар хур итә алмаҫ,

Халҡың һөйөп ҙурлаһа.


Ниндәй хаҡ һүҙҙәр! Тәрбиә эшенә ҡағылған алтынға бәрәбәр һүҙҙәрҙе һанап бөткөһөҙ:


Яҡшылыҡ менән яманлыҡтың араһы бер ҡарыш;


Үҙ хатаңды, ғәйебеңде балаң үҫкәс белерһең;


Баҫалҡылыҡ юҡ ерҙә һанға һуҡмау күп;


Сабый күңеле – быяла, һаҡһыҙ ҡағылма – ыуала;


Милләт күрке – әҙәп;


Байлыҡ менән торолмай, холоҡ менән торола;


Аҡсаң булһа ла, выжданыңды юғалтма;


Кеше булыу ҡыйын түгел, кешелекле булыу ҡыйын;


Мал менән бай булма, күңелең менән бай бул;


Яҡшылыҡ итһәң, үҙеңә ҡайтыр;


Яҡшылыҡ эшләргә ҡулыңдан килмәһә, уҫаллыҡ ҡылма – был да яҡшылыҡ;


  • Яҡшылыҡты онотма, яманлыҡты иҫеңдә тотма.


















Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 22 ноября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru


Общая информация

Номер материала: ДВ-200755
Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 22 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Похожие материалы

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>