Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Эссе по башкирскому языку на тему "Минең педагогик фәлсәфәм".
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Эссе по башкирскому языку на тему "Минең педагогик фәлсәфәм".

библиотека
материалов

Ҡулымда сәскәләр гөлләмәһе, өҫтөмдә аҡ алъяпҡыс, арҡамда портфель… Шат, көләс йөҙлө балалар мәктәпкә ағыла… Бөгөн 1 сентябрь! Белем көнө! Мин ғүмеремдә беренсе тапҡыр белем һуҡмағы буйлап атлайым… Мәктәп алдында беҙҙе ҡулына ҙур алтын асҡыс тотҡан мөләйем йөҙлө бер апай ҡаршылай. Әллә алтын асҡыстан, әллә мөләйем йөҙлө апайҙан яҡтылыҡ нуры һибелә. «Бына ошо алтын асҡыс менән белем ишеген асабыҙ»,- ти ул йылмайып. Яҡтылыҡ нуры тағы ла нығыраҡ һибелгәндәй була уҡытыусы апайҙан… Бар ҡурҡыуҙарым, шик-шөбһәләрем юҡҡа сыға… Уянып китәм…

    …Оҙаҡ ҡына уйланып ятам… Беренсе уҡытыусым Әлфиә Хәмиҙулла ҡыҙын иҫкә төшөрәм. Яҡтылыҡ нурын таратыусы апай башҡорт теленең бөйөклөгө тураһында күп һөйләне беҙгә. «Ошо апай кеүек күпте белергә ине», тигән фекер бәләкәйҙән мине ҡалдырманы. Бәлки шул сәбәптәндер ҙә мин бәләкәйҙән  уҡытыусы һөнәренә вайымһыҙ түгел инем.

  Телемә, илемә, халҡыма булған һөйөүем мине Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына алып килде лә инде. Һайлаған һөнәремә ғүмерлеккә тоғро ҡалырға әҙер булып, уҡыу йылдарында тейәгән белемемде, аҙ-маҙ тәжрибәмде йөкмәп, юлға сыҡтым. Ниҙәр көтә мине киләсәктә?..

    Бына, ниһайәт, тәүге дәресем! Тулҡынланыуҙарымдың, ҡаушауымдың, шул уҡ ваҡытта ғорурлығымдың сиге юҡ! Мин — уҡытыусы! Күпме күҙҙәр, өмөт һәм ышаныс тулы ҡараштар һиңә төбәлгән! Улар өлкән дуҫына ышаныс менән баға. Өмөттәрен аҡлай алырмынмы? Юлымды дөрөҫ һайланыммы? Нимәгә өйрәтермен балаларҙы? Минең ҡулымда нескә бала күңелдәре. Ҡурҡыныс та, яуаплы ла: берәй уйламай әйтелгән һүҙ, яйһыҙ хәрәкәт — һәләкәткә алып киләсәк. Улар миңә ышанмаясаҡ… Шуға ла минең хаталанырға хаҡым юҡ!

    Мин — башҡорт теле уҡытыусыһы. Ҡатмарлы һәм яуаплы һөнәр. Балаларға телебеҙҙең матурлығын, нескәлеген, байлығын еткереү бурысы тора минең алдымда. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек рус һәм башҡа халыҡ вәкилдәре башҡорт телен өйрәнергә теләмәйҙәр. Был тел улар өсөн сит. Ә инде күпселек башҡорт, татар балаларының үҙ телен белмәүҙәре, хатта унан ситләшеүҙәре — ҡот осҡос хәл!..

    Ҡулыма уҡыусым яҙған иншаны алам: «…Мәктәпкә ашығам. Юлымда әле бер әхирәтем, әле икенсеһе осрай. Барыһы ла мине: «Привет!»- тип сәләмләй. «Как дела!»- тип хәл һораша. Ә улар бит башҡорт! Урыҫса һөйләшеү уларҙың «туған» теленә әйләнгән, үҙ телдәрен сит телгә алыштырып юғалтыуҙарын һиҙмәйҙәр ҙә. Быны ишетеү ҙә, күреү ҙә, әлбиттә, минең өсөн ауыр. Беҙ үҙебеҙ үҙебеҙҙең туған телебеҙҙең һүҙлеген байытыу урынына, киреһенсә, бөтөнләй юҡ итергә тырышабыҙ. Көндән-көн әйткән фекерҙәребеҙҙең яртыһын башҡортса белмәй рус һүҙҙәре менән алыштырып әйтәбеҙ. Кемдер быға бик етди ҡарай, кемгәлер бөтөнләй кәрәкмәй үҙ теле, ә кемгәлер, ябай итеп әйткәндә, дуҫтары алдында үҙенең «бөйөклөгөн» күрһәтеп маташа. Был, минеңсә, дөрөҫ түгел. Һин башҡорт кешеһе икән – үҙ телеңдә һөйләшергә тейешһең…» Дөрөҫ, һәр кеше үҙенең әсә телен һаҡларға, ҡәҙерләргә тейеш. «Телде һаҡлау – илде һаҡлау, илде яҡлау, тел ҡәҙере – ил ҡәҙере »,- тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит.

   К.Паустовский яҙыуынса «Үҙенең теленә вайымһыҙ кеше – ул ҡырағай кеше. Ул үҙенең асылы менән зарарлы кеше. Сөнки әсә теленә ҡарата уның ғәмһеҙлеге үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙ ҡарауҙан килә.» Үҙ телен кәмһетеп ҡараусылар – улар бөтә яҡтан да кәм күңелле кешеләр.

   Бөгөнгө башҡорт теле уҡытыусыһының төп бурысы үҙ телен кәмһетеп ҡараусы, ғәмһеҙ, ҡырағай кешеләр булдырмауҙа. Беҙ уҡыусыларҙы башҡорт теленең бөйөклөгө, халҡыбыҙҙың бай ижады менән таныштырып ҡына ҡалмай, уларҙа рух, милли ғорурлыҡ, туғанлыҡ тойғоларын тәрбиәләргә тейешлебеҙ. Халҡым, телем тип инанған шәхестәр үҫтерергә кәрәк беҙгә!

    Хәҙер башҡорт теле башҡа телдәр менән тиң милли тел булып йөрөй. Теле булғас, тимәк, иле лә бар. Илһеҙ, телһеҙ милләт – киләсәкһеҙ милләт. Шуға күрә, үҙ телебеҙҙе беләйек, өйрәнәйек, хөрмәт итәйек !

   …Һыҙылып таң атып килә… Шундай илаһилыҡ, сихрилыҡ. Таң нурҙары аҡрынлап бөтә тирә-яҡҡа тарала. Төн ҡараңғыһында булған яландар, тауҙар, өйҙәр ҡояш яҡтыһына, нурҙарына төрөнә. Яландағы төрлө-төрлө сәскәләр ҡояш нурына үрелеп тағы ла сафлыраҡ, йәмлерәк булып китәләр. Бар кешелеккә яҡтылыҡ, илаһилыҡ, йылылыҡ нурҙарын тарата ҡояшҡай…

    … Уйҙар йомғағы тағы ла мине бала сағыма алып ҡайта… Нур өләшеүсе, яҡтылыҡ нурын таратыусы тәүге уҡытыусым күҙ алдыма баҫа. Ул, гүйә күктәге балҡыу йондоҙ, йомарт ҡояш апай. Үҙенең йылы, яҡты нурҙарын беҙгә, уҡыусыларына, өләшә… Белем, ғилем, тәрбиә, тәжрибә нурҙары улар.

    Мин — уҡытыусы. Тимәк, мин — күктәге йомарт ҡояш, мәңге балҡыр йондоҙ. Ошо белем, тәрбиә нурында ҡойоноусы төрлө-төрлө сәскәләр — балаларым. Матур сәскәләр тағы ла нығыраҡ балҡыһын,  йәмләнһен өсөн йомарт ҡояш апай үҙенең йылыһын, яҡты нурҙарын йәлләмәйенсә өләшергә тейеш. Ышанам, белем, тәрбиә, тәжрибә нурҙарым минең сәскәләремде сафландырыр, ғәм һәм өмөт бирер, ышанысҡа әйҙәр! 

 




Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 27.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров72
Номер материала ДБ-395493
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх