Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Эссе "Твой светлый облик вечно в памяти"
Обращаем Ваше внимание, что в соответствии с Федеральным законом N 273-ФЗ «Об образовании в Российской Федерации» в организациях, осуществляющих образовательную деятельность, организовывается обучение и воспитание обучающихся с ОВЗ как совместно с другими обучающимися, так и в отдельных классах или группах.

Педагогическая деятельность в соответствии с новым ФГОС требует от учителя наличия системы специальных знаний в области анатомии, физиологии, специальной психологии, дефектологии и социальной работы.

Только сейчас Вы можете пройти дистанционное обучение прямо на сайте "Инфоурок" со скидкой 40% по курсу повышения квалификации "Организация работы с обучающимися с ограниченными возможностями здоровья (ОВЗ) в соответствии с ФГОС" (72 часа). По окончании курса Вы получите печатное удостоверение о повышении квалификации установленного образца (доставка удостоверения бесплатна).

Автор курса: Логинова Наталья Геннадьевна, кандидат педагогических наук, учитель высшей категории. Начало обучения новой группы: 27 сентября.

Подать заявку на этот курс    Смотреть список всех 224 курсов со скидкой 40%

Эссе "Твой светлый облик вечно в памяти"

библиотека
материалов


БР муниципаль районының Учалы районы

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Иманғол ауылының Советтар Союзы Геройы

Жәүҙәт Ғөмөрҙаҡ улы Сөнәғәтуллин

исемендәге урта белем биреү мәктәбе







Яҡты һыны мәңге хәтерҙә ”















(минева Г5лнара М9хм7т 3ы2ыны4 эшэ




Тыуған яғым тәбиғәтенең бөйөклөгөнә һәм илаһилығына таң ҡалам мин. Ерҙең өҫтөн дә, аҫтын да мәнгелек сер донъяһы итеп яратҡан Аллаһы тәгәлә. Уралыбыҙ, Башҡортостаныбыҙ күпме сер һаҡлай үҙендә. Күңелемә яҡты хис – тойғолар уятып, моңдар бөркөп тора был ерҙәр.

Бейек - бейек, түбәһе күккә тейгән ғорур тауҙар, зифа ҡайындар, ҡышҡы һалҡындарҙы аяғүрә баҫып ҡаршылаған мәңге йәшел ҡарағай - шыршылар, шифалы көскә эйә шишмәләр, ҡуйында урынлашҡан, һандуғасы моңона сумған Ҡобағош ауылы.

Мин күккә бағып, уйға сумам. Яҡты йондоҙ... Ул аяҙ күкте биҙәп яна. Бөтә тәбиғәт, кешеләр уның менән һоҡлана. Ә был йондоҙҙоң ғүмеркәйе күпме? Ҡыҫҡамы ул? Әллә сикһеҙме? Мин күктә балҡып янған, һуңынан эҙ ҡалдырып һүнгән йондоҙҙарҙы күргәнем бар. Ҡайһы бер кешеләр ҙә шул яҡты йондоҙға оҡшап, бик яҡты балҡыйҙар ҙа, кинәт һүнеп, мәңгелеккә китәләр. Тик уларҙан да яҡты эҙ ҡала.

Бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе – башҡорт әҙәбиәте белгесе, фольклорсы, филология фәндәре кандидаты Марат Хәләф улы Минһажетдинов ҡаңҡылдашып ҡыр ҡаҙҙары оя ҡорған, тәбиғәт муйыл сәскәһенә төрөнгән мәлдә, 1934 йылдың наҙлы майында донъяға һөрән һалған.

Зат – зәүере атай яғынан да, әсәй яғынан да абруйлы, зиһенле, ғорур һәм ишле булған. Халыҡта ундайҙарҙы ҡалын нәҫелле тиҙәр һәм йәмғиәт өсөн әһәмиәтле, мөһим мәлдәрҙә, һынаулы замандарҙа улар артынан эйәрәләр, уларға өмөт бағлайҙар.

Әсәһе Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы заманына күрә уҡымышлы, ифрат аҡыллы, көслө рухлы башҡорт ҡатыны. Ысын әсәлек тойғоһона эйә, үҙ ғаиләһе өсөн дә, халҡыбыҙ өсөн дә өлгө, булған. Шундай әсәй генә халҡыбыҙҙың – ҡотон, телен һаҡларлыҡ, киләсәген ҡулына алырлыҡ, рухлы, белемле, эшлекле улдар, инсафлы, күркәм холоҡло ҡыҙҙар үҫтерә алалыр.

Атаһы Хәләф Минһажетдин улы – халҡына аң – белем таратыуҙы үҙенең ғүмерлек һөнәре, яҙмышы итеп һайлаған мәғрифәтсе булмышлы кеше.

Баһаларын белгән, үҙ - аллы, егәрле, үҙҙәрен тыуған ерҙә хужа итеп тойған ғорур һәм яуаплы кешеләр. Нәҫелдән ошондай һәләттәргә эйә булған бала бына шундай ғаиләлә шәхес булып формалаша. Әсәй һүҙенә, атай васыятына тоғро Марат тырышып, күңел биреп уҡый. Мәктәп, педучилище йылдары оло торналарҙың балаларына юл күрһәтеү өсөн, үҙҙәренең ҡауырһындарын сәсеп ҡалдырған, ә улар йондоҙҙарға әйләнеп, юлды яҡтыртҡан Ҡош юлына әйләнгән.

Ошо юл торҡолдашып торналар йылы яҡҡа киткән бер мәлдә, 1954 йылдың алтын көҙөндә, Марат Минһажетдиновты Башҡорт дәүләт институтына алып килә.

Илһамланып аса ул институт ишеген. Ҡош юлында ҡаурый – ҡауырһындарын йондоҙ итеп балҡытҡан остаздары эҙенән оса. Егет студент йылдарында уҡ фәнни эш менән бирелеп шөғөлләнә һәм үҙенең аналитик фекер ҡеүәһен иҫбатлай. Бишенсе курста уҡып йөрөгәндә үк аспирантураға инә. Буласаҡ уҡытыусыларҙы уҡыта алыуына ышанып, университетта эшкә ҡалдыралар. Эйе, уҡытыусылар уҡытыусыһы булыу – икеләтә бурыс. Студеттар күңелендә фәнеңә, туған телгә, балаларға һөйөү тәрбиәләй алһаң, улар ошо эште мәктәптәрҙә дауам итәсәк. Шәхесте тик шәхес кенә тәрбиәләй ала.

Әҙәбиәт уҡытыусыһы үҙенең кешелек сифаттары менән башҡаларҙан бер ни тиклем юғарыраҡ торорға бурыслы, сөнки ул – быуындар бәйләнешен өҙмәй һаҡлаусы, туған телде ҡурсалаусы, милләттең йөҙө. Ул шәхестең күңелен тәрбиәләй, рухын үҫтерә, матурлыҡҡа табынырға өйрәтә.

Һәҙиә Дәүләтшинаның тормошон һәм ижадын өйрәнеүе лә – уның ғәҙеллеккә үтә ныҡ һиҙгер булыуын, системаның ҡыҫымына эске протесын белдерә. Шуға күрә ғәҙеллек даулаған ғалимға аяҡ салыусылар күбәйә, баҫым йылдан – йыл арта.

Фольклористика буйынса эшләйһе лә эшләйһе бар икәнен күреп, эшкә сума. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен системаға һала.

Уйҙарымда мин уны халҡымдың үлемһеҙ легендаһындағы торнаға оҡшатам. Ул бит беҙҙе халҡыбыҙ күгендәге балҡып яныусы йондоҙҙар итеп күрергә теләгән. Уның халҡыбыҙ, милләтебеҙ, тарихи үткәндәребеҙ тураһындағы һабаҡтары изгелек, йылылыҡ булып күңелдәргә һеңде. Йөрәгем, күңелем менән ышанам: беҙ, бала торналар, ул биргән яҡтылыҡҡа ынтылырбыҙ, тормошта аҙашмаҫҡа тырышырбыҙ.

Ә күктә яҡты йондоҙҙар балҡый...

Алға барам һин башлаған юлдан:

Ҡулда теҙген, маяк – йондоҙҙар.

Маяғымды болот ҡаплағанда,

Уҡытыусым, минең алдымда

Һис кенә лә аҙаштырмаҫ йондоҙ –

Көслө рухлы яҡты һының бар!

( Р. Иҫәнғолова)










Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 27 сентября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Общая информация

Номер материала: ДБ-013153

Похожие материалы



2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации. Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии.

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

Конкурс "Законы экологии"