Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Иностранные языки / Другие методич. материалы / Эссе " Все начинается в любви"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Иностранные языки

Эссе " Все начинается в любви"

библиотека
материалов

Минең педагогик фәлсәфәм


Донъяла социологтар иҫәпләп сығарған ике меңдән артыҡ белгеслек араһында бөтәһенә әсә булырҙай бер һөнәр бар: ул уҡытыусы хеҙмәте. Кеше бит ғүмер буйы бер туҡтауһыҙ уҡый. Уҡытыусы хеҙмәтенә мөхәббәтем мәктәптә уҡый башлағас килде. Мәктәптән ҡайтыу менән мөғәллимә булып уйнауымды әле булһа онотҡаным юҡ. Беренсе класта уҡығанда уҡ, әле мәктәпкә йөрөмәгән, ике ҡустымды, һеңлемде өҫтәл артына ултыртып ҡуйып уҡыта торғайным. . Хәҙер инде үҙем мәктәптә егерме дүрт йыл балаларға белем бирәм. Был осор эсендә төрлөһөн күрергә тура килде: шатлығы ла, борсолоуҙар ҙа, күҙ йәштәре лә, уңыштар ҙа булды. Минеңсә, былар барыһы ла: тәжрибә туплау, сынығыу мәктәбе. Ҙур тормош юлына илтеүсе, тәүге белем баҫҡыстарына баҫтырыусы, серҙәренә мәңге төшөнөп бөтә алмаҫлыҡ матур ҙа, ауыр ҙа донъяны танытыусы бөйөк зат бит ул уҡытыусы! Эйе, донъяла бөтә нимә лә Мөхәббәттән башлана. Беренсе аҙымдар ҙа, донъяға беренсе аңлы ҡараш – бөтәһе лә һөйөү һәм һөйөлөү хисенә бәйле. Мөхәббәт булғанда ғына ауырлыҡтар еңел үтелә, ниндәй генә эшкә тотонһаң да булдыраһың, һөҙөмтәле лә була. Минең дә бар ул мөхәббәтем . Тормошта йыш ҡына ул шулай була бит. Мөхәббәт килә лә күңел төпкөлөнә йәшенә. Үҙенең сәғәтен көтөп ята.

Башҡорт теле минең йөрәгемә I класта уҡығанда “Аманат”

(“ Пионер ”) журналы булып инде лә ғүмерлеккә ҡалды. Мин үҙем татар телендә белем алдым. Тәүге тапҡыр журналдан Ҙ, ҫ хәрефтәрен күреп нисек уҡырға белмәй ултырғаным әлегеләй күҙ алдымда. Шул ваҡыттарҙа, өйҙә үҙем генә ҡалғанда, башҡортса һүҙҙәр әйткеләй инем. Әгәр шунда берәйһе: “ Һин башҡорт теле уҡытыусыһы буласаҡһың ! ”- тиһә, һис кенә лә ышанмаҫ инем. Әле шуны уйлайым да үҙемә ошондай һығымта яһайым : З. Биишеваның “ Емеш ”е булып йәшүҫмер, йәшлек йылдарым үтте, тормош йомғағын һүткәндә Н. Мусиндың Зильда-Заһиҙаһы кеүек башҡорт телен туған телем итеп ҡабул иттем һәм уға тоғролоғомдо мәңге һаҡлармын тип ышанам.

2003 йылдың июнь айы. Мин Салауат Әхмәҙиә улы Галиндың кабинетына инәм һәм “ Һаумысыз! ”- тип һаулыҡ һорайым. Ул ваҡыттағы утлы ҡарашты әле лә онотмайым. Эй ҡурҡҡайным шул саҡта! Ә тәүге зачетымды тапшырғас, Салауат ағай бөтә курс алдында “ Шәп һөйләшә бит башҡортса, эйе бит! Бынамын тигән башҡорт теле уҡытыусыһы сығасаҡ һинән, Насирова ”- тигәс ысынлап һөйөнгәйнем. Был һүҙҙәр минең иңдәремә ҡанат ҡуйҙы, икһеҙ – сикһеҙ тәрән диңгеҙҙе йөҙөп сығарҙай көс – ҡеүәт бирҙе. Һис икеләнмәйенсә башҡорт теле һәм әҙәбиәте даръяһына инеп киттем. Ошо ваҡытта минең яҙмышым – илем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡанына инандым. Тимәк, мин үҙ көнөм өсөн генә түгел, ә халҡым киләсәгенә лә яуаплы икәнмен.

Иң беренсе дәресем II класта булды. Улар 8 бала I класта татар телен туған телебеҙ тип өйрәнгәндәр. Иң тәүге ҡуйған ҙур маҡсатым : татар телен туған теле тип уйлаған башҡорт балаһын үҙ туған башҡорт телендә һөйләшергә , аралашырға, тағы ла ауырырағы уны туған теле тип танырға һәм һөйөргә өйрәтеү. Балала ( бер рәттән уның ата- әсәһендә лә ) башҡорт рухын булдырыу. Үҙ күңелемдә булған шул рух орлоғон түкмәй – сәсмәй кескәйҙәр күңеленә сәсеү. Ең һыҙғанып эшкә керештем.

Минең дәрестәремдән балаларымдың күҙҙәре осҡондай янып сығалар. Үҙ тыуған ереңдең тарихи ҡиммәттәрен, бөйөк, батыр шәхестәрен, тәбиғи байлыҡтарын башҡорт телендә өйрәнеү балаға иҫ киткес яҡын, ғәзиз .

Теле бөткәндең бит көнө бөтә ,

Иле бөтә көнө бөткәндең ”,- ти халыҡ шағиры Р. Бикбаев .

Ә кескенә бала быны бары үҙ эшенең һөҙөмтәһен күрһә генә аңлай ала, тип уйлайым мин. Шуға дәрестәремдә “ Йәншишмә ” гәзите,

Аҡбуҙат” журналы һәр ваҡыт көтөлгән ҡунаҡ булдылар. Уларҙы беҙ күмәкләп уҡып ҡына ҡалманыҡ, ә уҡыусыларымдың ижади хеҙмәттәренең дә баҫылып сығыуын күрҙек. Был минең дә, уҡыусыларымдың да тәүге ҡәҙерле емеше булды.

«Таланты не падают с неба, а открываются нами, учителями, если мы мудро подходим к человеческой душе со своим педагогическим мастерством, как скульптор подходит с резцом к глыбе мрамора: без ума, творчества  художника,  она просто мертвая глыба» - тигән бит В.А. Сухомлинский ҙа.

Шунан ике айға бер тапҡыр мәктәп күләмендә “ Тирмәкәй ”гәзите сығара башланыҡ. Бала тойҙо, күрҙе туған тел тәмен. Ә инде Илһөйәр Зиннәтуллинаның ( III класта уҡый ине ) дүрт юллыҡ шиғыры “ Мәктәп календары - 2006” ла баҫылып сыҡҡас, шиғыр яҙыусылар тағы ла күбәйҙе. Башҡорт телендә сыҡҡан “ Баҡалы районы уҡыусыларының ижады ” китапсығында үҙҙәренең шиғырҙарын күреп, шул китапты ҡулдарына тотоп, тағы ла оло ҡыуаныс кисерҙеләр балалар. Улар менән бергә мин дә. Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан үткәрелгән “ Башҡортостан ынйылары ”, “Һаумы, һаумы, Әкиәт! ” конкурстарында ҡатнашыу, район кимәлендә еңеп, зона бәйгеләрендә II- III урындар яулау, мәктәп уҡыусылары, ата- әсәләр, ауылдаштар алдында башҡорт теленең мәртәбәһен күтәрҙе, балаларҙа туған башҡорт теленә һөйөү килтерҙе. Мәктәптә, ауылда үткән Шәжәрә байрамында һәр бала үҙенең тамыры менән башҡорт бабаларына барып тоташыуын күреүе лә туған телгә хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләй бит. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусылар ҙа телгә тартылдылар, уны үҙҙәренең тыуған ер теле итеп ҡабул иттеләр.

Алдыма ҡуйған тәүге маҡсатыма үҙемдең педагогик коллективым менән шулай өлгәштем.

Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү - минең педагогик хеҙмәтемдең мөһим бурыстары. Киң хеҙмәттәшлеккә өлгәшеү өсөн уҡытыусы үҙе ниндәйҙер кимәлдә артист та, эҙләнеүсе лә, психолог та булырға тейеш.  

"Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш”,- тигән билдәле педагог Л.В.Занков. Белемгә, яңылыҡҡа ынтылыш булғанда ғына бала күңелендә ышаныс ҡабына. Уҡытыусы тарафынан дөрөҫ ойошторолған дәрес - ошо ышанысты тоҡандырыусы ут сатҡыһы.

Белем биреүҙә төп күрһәткес-һөҙөмтәлелек. Уҡыусыларҙың белем кимәле, юғары уҡыу йорттарына инеү, олимпиадала һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулау-ижади хеҙмәттең төп һөҙөмтәһе. Уҡыусыларым ихлас күңелдән эҙләнеү эше менән шөғөлләнә икән, тимәк, бала күңелендә "осҡон” тоҡандырғанмын.Уҡытыусы оҫталығы - үҙ һөнәрен үҫтереү өҫтөндә өҙлөкһөҙ эҙләнеүендә, башҡаларҙы ҡабыҙыуҙа. Шул ваҡытта ғына беҙҙең йөрәгебеҙҙә тыныслыҡ та, ышаныу ҙа, мөхәбәт тә урын алыр.    Педагогик эшемдә уҡыусыларға кәңәшсе, балаларға яҡын кеше була белеү, уларҙы тәрбиәләгәндә ҡәтғи талаптан сығып эш итеү түгел, ә бала шәхесенә шәфҡәтле мөнәсәбәттә булыу, уҡыуҙа уңыштарға ирешеүен, үҫеш йүнәлешен билдәләү һәм тормошта үҙ юлын табыуҙа уға педагогик ярҙам күрһәтеү төп вазифам.    

Яратып, дәртләнеп уҙғарам мин дәрестәремде. Сөнки миндә шишмә урғый. Бығаса ул төңөлөп ятҡан минең күңелемдә. Сығыр ваҡытын көтөп ятҡан. Ул шишмә - БАШҠОРТ ТЕЛЕ. Һәр бала унан услап – услап “ һыу ” эсә, йомшаҡ теле уларҙы иркәләй. Мәңге һайыҡмаҫ минең күңел шишмәм!

Педагогик фәлсәфәмде уҡыусымдың, “ Йәншишмә ” гәзитендә баҫылып сыҡҡан, шиғыры менән тамамлайым:

РӘХМӘТ ҺИҢӘ !
Шатланышып уҡыйбыҙ беҙ
яратҡан башҡорт телен.
уҡырга кәрәк шул беҙгә
алайыҡ яҡшы белем.
"Биш"леләр ҙә янып тора,
Көндәлек битен биҙәп.
Сөнки мәктәпкә киләбеҙ
көн дә иртән бик теләп.
Эльмира апай ҡаршылай
йылмайып ҡына гелән.
Әйтерһең беҙҙе сихырлай
серле һүҙҙәре менән.
Рәхмәт Һиңә, уҡытыусым,
күп нәмәгә өйрәттең.
Туған телдең, тыуған ерзең
матурлығын күрһәттең.
Илүзә Әхмәтғәлиева 2006 йыл




Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 15.11.2015
Раздел Иностранные языки
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров141
Номер материала ДВ-159072
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх