Инфоурок / Классному руководителю / Другие методич. материалы / Өфө менән танышыу темаһын ҡабатлау
Обращаем Ваше внимание: Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии (2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации).

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

Конкурс "Законы экологии"

Өфө менән танышыу темаһын ҡабатлау

библиотека
материалов

Оҫталыҡ дәресе

Тема: Өфө менән танышыу темаһын ҡабатлау.

Маҡсат: Өфөнөң үткәне, бөгөнгөһө тураһында белемдәрҙе барлау, туплау; күҙәтеүсәнлек, иғтибарлыҡ, һүҙ байлығын үҫтереү; ҡалабыҙға, уның иҫтәлекле урындарына ҡыҙыҡһыныу, хөрмөт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: слайдтар, кирбестәр.



Сараның барышы:

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы.

Мин бөгөнгө оҫталыҡ дәресемде ошо темаға бағышлайым һәм тема ошолай яңғырай: “Өфө менән танышыу” темаһын йомғаҡлау. Дәресебеҙҙең девизы:

Ошо девизға ярашлы төҙөүселәр ролендә төҙөүселәр компанияһына бүленеп эшләйәсәкбеҙ. 1- се төҙөүсе компания, 2- се төҙөүсе компания...Әмин үҙем архитектор ролендә. Мин һеҙҙең төҙөүселәр кеүек эшсән, етеҙ, хеҙмәт һөйөүсән, башлы булыуығыҙға ышанам. Ҡыҫҡаһы, эшкә тотондоҡ. Тарихҡа, үткән заманға әйләнеп ҡайтабыҙ, нигеҙҙәрҙе һала башланыҡ.

1-се эш. Һорауҙарға яуап биреү.

  1. Өфө ҡалаһына нисәнсе йыл нигеҙ һалына, ул нимә булараҡ төҙөлә?

  2. Элек Өфө ҡалаһын нисек атағандар?

  3. Өфө ҡалаһы ниндәй йылға буйында урынлашҡан?



Йомғаҡ яһау.



2- се эш.

Өфөнө төҙөүҙө дауам итәбеҙ, ҡала тураһындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе тәржемә итәйек.

  1. Первый трамвай в Уфе был пущен в 1937г. Первый трамвайный путь был длиною около 9 км.

  2. Первый троллейбус в Уфе появился в 1962г. Маршрут был один – от Монумента Дружбы до сельхозинститута.

  3. В 1586 г. Уфа получила статус города и стала административным центром Башкирии.



Йомғаҡ яһау. Өфөнө төҙөү уңышлы ғына бара, былай булғас, ҙур биналар, матур йорттар ҡалҡып сығасаҡ.

3- сө эш.

Ижади һәләттәрегеҙҙе тикшереп ҡарағым килә. Мин шиғырҙың 2 юлын әйтәм, ә һеҙ дауам итеп бөтөрөп ҡуяһығыҙ. Кемдеке ҡыҙығыраҡ булыр икән?







4- се эш.

Бирелгән ҡылымдарға исемдәрҙе тап килтереп яҙ, ҡылымдарҙың төҙөлөшө буйынса төрөн билдәлә: ябай, ҡушма.

  1. Барып күрергә – тарихи урындарҙы, йәшәй – үҙәк урамда, яҙып алғанмын – адресты, йөрөргә – транспортта.

  2. Һатып алырға – бүләк, төҙөргә – йорттар, үтә – күперҙән, барып өлгөрмәнем – китапханаға

  3. Барырға – күргәҙмәгә, йөрөй – транспортта, ял итә- паркта, ҡалҡып сыҡты- бейек йорттар.



5-се эш.

Бирелгән картина һәм терәк һүҙҙәр буйынса ҡыҫҡа ғына хикәйә яҙ.

  1. Сәнғәт” темаһы. (М.Ғафури театры, музей, мәҙәни уасҡ)

  2. Спорт ” темаһы. (Өфө- Арена, Спорт һарайыю көрәш)

  3. Мәғариф” темаһы. (БДУ, уҡыу йорттары, китапхана)



6- сы эш.

Ребус сисәбеҙ.





7- се эш.

Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ - ...

Башланған эш- ...

... ... етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

... ... ҡар яуа.

Тырышҡан- ташҡа ... ...





8-се эш.

Бергәләп төҙөйбөҙ. Был һорау бөтә төҙөүселәргә лә. Әҙәби викторина.

  1. Башҡортостандың беренсе президенты кем?

  2. Башҡорттарҙың милли геройы?

  3. Уға ҡайҙа һәйкәл ҡуйылған?

  4. Авторы кем?

  5. Өфө ҡалаһының мэре?

  6. Өфө ҡалаһында нисә район?

  7. 2015 йылдың июль айында Өфөлә ниндәй ваҡиға көтөлә?

  8. Быйыл илебеҙҙә ниндәй йыл?

  9. Өфө гербында ниндәй хайуан һүрәте төшөрөлгән?

  10. Башҡорт шағир- яҙыусыларының исемдәрен йөрөткән урамдарҙы атағыҙ.





Йомғаҡлау. Балдарҙы иҫәпләү.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.


Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 18 октября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Краткое описание документа:

8- се класс уҡыусылары өсөн "Өфө менән танышыу" темаһын тамамлағандан һуң йомғаҡлау дәресе.

Дәрестең маҡсаты:

Өфөнөң үткәне, бөгөнгөһө тураһында белемдәрҙе барлау, туплау; күҙәтеүсәнлек, иғтибарлыҡ, һүҙ байлығын үҫтереү; ҡалабыҙға, уның иҫтәлекле урындарына ҡыҙыҡһыныу, хөрмөт тәрбиәләү.

 

Дәрестә төркөмдәр менән эшләйбеҙ, төҙөүселәр ролендә төҙөүселәр компанияһына бүленеп эшләйәсәкбеҙ. 1- се төҙөүсе компания, 2- се төҙөүсе компания...Ә уҡытыусы архитектор ролендә. Эшкә тотоноп,тарихҡа, үткән заманға әйләнеп ҡайтабыҙ, нигеҙҙәрҙе һала башланыҡ, һәр эш төрө һайын йомғаҡ яһалып, ҡаланы төҙөйбөҙ.Шулай итеп, дәрес аҙағына ҡаланы төҙөп бөтәбеҙ.


 

Общая информация

Номер материала: 377211

Похожие материалы