Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Формирование универсальных учебных действий на уроках башкирского языка.

Формирование универсальных учебных действий на уроках башкирского языка.

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:



Башҡорт теле предметы буйынса белем биреү, һөйләү һәм яҙма телмәр формалаштырыу, уҡыусыны кеше­лек сифаттарына эйә булған эшмәкәр шәхес итеп тәрбиәләү, универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү - программаның төп йүнәлештәре булып тора.

II быуын федераль дәүләт дөйөм белем биреү стандартының төп положениеларының береһе – универсаль

уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу. Был термин уҡый белеүҙе, йәғни баланың яңы социаль тәжрибәне аңлы һәм

актив рәүештә үҙләштереүе һөҙөмтәһендә үҙүҫешкә һәм үҙкамиллашыуға һәләтлеген аңлата.

Мәктәп шарттарында универсаль уҡыу эшмәкәрлеге – ул уҡыу-уҡытыу процесында уҡыусыларҙа белем алыуға

ыңғай мотивация булдырыу аша яңы белем, күнекмә һәм компетенция ларҙы үҙ аллы уңышлы үҙләштереү,

йәғни уҡый белеү мөмкинлеген биреүсе дөйөмләштерелгән эшмәкәрлек.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү концепцияһының теоретик-методологик нигеҙҙәре булып түбәндәгеләр тора:

илебеҙҙең киң билдәле психологтары Л.С. Выготский, А.Н. Леонтьев, П.Я. Гальперин, Д.Б. Эльконин һәм

башҡалар тарафынан эшкәртелгән белемде үҙләштереүҙең төп психологик шарттарын һәм механизмын билдәләүсе, донъяның бөтөн картинаһын формалаштырыуҙың һәм уҡыусының уҡыу эшмәкәрлегенең дөйөм структураһын асып биреүсе мәҙәни-тарихи

системалы-эшмәкәрлекле ҡараш; – психологик йәштең структураһы һәм динамикаһы тураһындағы (Л.С. Выготский) һәм баланың психик үҫешен осорҙарға бүлеп, шәхес үҫешенең, танып белеүҙең йәшкә бәйле психологик үҙенсәлектәрен билдәләүсе тәғлимәт (Д.Б. Эльконин).

Дөйөм белем биреү маҡсаттарына яуап биргән универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәре дүрт блокка бүленә: 1) шәхси; 2) регулятив; 3) танып белеү; 4) коммуникатив.

  1. Шәхси эшмәкәрлек уҡыусының мәғәнәүи-ҡиммәтле йүнәлеш алыуын (мораль нормаларҙы белеү, үҙ ҡылыҡтарыңдың дөйөм ҡабул ителгән этик принциптар менән тап килеү-килмәүен билдәләй алыу, ҡылыҡтың әхлаҡи аспектын айырыу) һәм социаль ролдәрҙә, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә дөрөҫ ориентирлашыуын тәьмин итә.

  2. Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;

- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү;

- толерантлыҡ;

- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.


Регулятив (көйләүсе)универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә уҡыу процесын ойоштороу өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыусы эшмәкәрлек төрҙәре ҡарай:

маҡсат ҡуйыу (элек өйрәнелгән һәм таныш булғанды таныш булмаған менән

тап килтереп, сағыштырып, уҡыу мәсьәләһен билдәләй белеү);

планлаштырыу (төп һөҙөмтәне күҙҙә тотоп, аралаш маҡсаттарҙың эҙмә-эҙлелеген асыҡлау; план төҙөү һәм эш төрҙәренең тәртибен билдәләү);

прогноз яһау (һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау);

контролләү (эшмәкәрлек ысулы-ның һәм уның һөҙөмтәһенең билдәләнгән эталонға тап килеү-килмәүен асыҡлау);

төҙәтмәләр индереү (эталондан тайпылыштар булған осраҡта, планға һәм эшмәкәрлек ысулына өҫтәмәләр һәм

төҙәтмәләр индереү);

баһалау (таныш булғанды әлегәсә таныш булмағандан айыра белеү; үҙләш-терелгәндең сифатын һәм кимәлен билдәләй алыу);

үҙ-үҙеңде көйләү (ихтыяр көсөңдө туплап, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу).

3. Танып белеү блогына дөйөм уҡыу (өйрәнеү, белем алыу) эшмәкәрлеге, логик эшмәкәрлек, шулай уҡ проблеманы ҡуйыу һәм хәл итеү инә. Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү;

- төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

-мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

-һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

-анализлай һәм синтезлай белеү;

-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

-фекерләй белеү;

4. Коммуникатив эшмәкәрлек социаль компетентлыҡты, аралашыусы һәм хеҙмәттәш партнерҙарыңдың позицияһын

иҫәпкә ала, башҡа кешеләрҙе тыңлай һәм диалогка инә белеүҙе; проблемаларҙы коллектив менән хәл итеүҙә ҡатнашыуҙы, йәштәштәрең менән интеграциялашыуҙы, тиҫтерҙәрең һәм өлкәндәр менән продуктив хеҙмәттәшлек ойоштора белеүҙе тәьмин итә. Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- һөйләү һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

-телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу;

- телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

-үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

-дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;

-һорауҙар бирә белеү.

Шулай итеп, универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең төп компоненттары булған шәхси, регулятив һәм танып белеү эшмәкәрлеге үҫә, коммуникатив компетенция формалаша һәм уҡыусыла белем алыуға ыңғай мотивация уяна.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең ҡарап үтелгән төрҙәре айырым-айырым түгел, ә уҡыу программаһындағы һәр дисциплинаны үҙләштереү барышында комплекслы, системалы үҫтерелергә тейеш.

Яңы шарттарҙа уҡыған бала теге йә был фән буйынса ниндәйҙер мәғлүмәт алып, өлгө буйынса күнегеүҙәр башҡарыу ғына түгел, ә үҙ аллы ниндәйҙер яңы ысулдар уйлап табып, бер предметтан алған белемен икенсеһендә ҡулланыуҙа зирәклек күрһәтергә тейеш. Шуға ла дәрестәрҙә үҙ-ара кәңәшләшеп, парлашып төркөмдәрҙә эшләү, төрлө фекер тыңлап дөйөм һығымталар яһау кеүек эш төрҙәре тәҡдим ителә. Аң-белемгә өйрәтеүҙә педагогтарҙан яңы (инновацион) эш алымдарына, үҫтереүсе уҡытыу технологияларына, алдынғы эш тәжрибәһенә таянып, күсәгилешлек принцибын һаҡлап эш итеү талап ителә.

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙа туған телебеҙҙе өйрәнеүгә ыңғай мотивация тыуҙырыу, ата-бабаларыбыҙҙың изге мираҫын үҙләштереүгә тотороҡло ихтыяж формалаштырыу өсөн универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҫтерергә, үҙ аллы белем алыуға ынтылыш һәм теләк уятырға кәрәк. Сөнки милли телдәрҙе өйрәнеү ата-әсәләр һәм уҡыусылар ҡарамағына һәм теләгенә ҡалдырылған ҡатмарлы шарттарҙа тик уҡыу-уҡытыу сифатын юғары кимәлгә еткереү аша ғына телебеҙҙең, тимәк,

халҡыбыҙҙың да, киләсәген ыңғай хәл итергә мөмкин.



Рус мәктәптәренең 9 класында З.Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” әҫәренән өҙөгө менән танышҡанда уҡыусыларҙың ошолай универсаль уҡыу күнекмәләре формалаша:


  1. Дуҫһыҙ кеше – утһыҙ кеше,

Дуҫһыҙ йәшәмәй кеше.

Ҡоштоң көсө - ҡанатында,

Дуҫлыҡта кеше көслө.

Хор менән уҡыу, тәржемә итеү, "һеҙҙең өсөн нимә ул дуҫлыҡ?” һорауына әңгәмә.

  1. З.Биишеваның биографияһына ҡыҫҡаса туҡталып китеү.

  2. З. Биишеваның "Дуҫ булайыҡ" әҫәренең йөкмәткеһен ҡыҫҡаса русса һөйләргә.

  3. Һүҙлек менән эш.

-  З. Биишеваның "Дуҫ булайыҡ” әҫәрендә ике дуҫ хаҡында һүҙ бара. Исемдәре – Ҡыҙрас һәм Юлдаш.

-  Уларҙың исемдәре нимә аңлатҡанын әйҙәгеҙ "Башҡорт исемдәре” китабынан табайыҡ.

- Автор уларға нисек характеристика бирә? Әҫәрҙән өҙөктө уҡыу. Тәржемә итеү.

5. Өҙөктө уҡытыусы тасуири уҡый.

Үҙ аллы уҡыу, уҡыусының өлгөлө уҡыу.

Тәржемә итеү.

Һорауҙарға яуап биреү.

Йөкмәткеһен һөйләү.

  1. Ошо ситуацияһына һәр уҡыусы үҙенең фекерен телдән әйтә;

  2. Өй эше.” Минең дуҫым” тигән темаһына бәйләнешле текст төҙөү.








Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 03.10.2015
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров650
Номер материала ДВ-028751
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх