Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
1 слайд
Һатлыҡова Әлфиә Мират ҡыҙы
Өфө ҡалаһы Киров районы 9-сы урта мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы
2 слайд
Оҫталыҡ дәресе
Башҡорт теле дәрестәрендә
халыҡ ижады өлгөләрен
ҡулланыу
3 слайд
күк күкрәй – грохочет гром
күк елән – синий елян
күк үлән – зеленая трава
күк тирәк – черный тополь
күк ат – белая лошадь
күк йүтәл – коклюш
күк күгәрсен – сизый голубь
күк әрем – горькая полынь
күк бүре – серый волк
күк Урал – седой Урал
4 слайд
Күк һүҙенең ҡулланылышы
5 слайд
Орнамент – латын теленән «биҙәк» тигәнде аңлата
Нимә ул орнамент?
6 слайд
Һауыт-һабаларҙа башҡорт орнаменттары
7 слайд
Шәлдәрҙә башҡорт милли орнаменттары
8 слайд
Йорт-ҡураны нисек биҙәгәндәр?
9 слайд
Кейемдәрҙә башҡорт халҡының милли биҙәктәре
10 слайд
11 слайд
Балаҫтарҙа башҡорт биҙәктәре
12 слайд
Башҡорт милли орнаменттарының билдәләре:
Ҡусҡар – мөгөҙ – малсылыҡ, йәшеллек, йәш ҡуртым, үрсем, муллыҡ, байманлыҡ билдәһе
Йөрәк – ҡунаҡсыллыҡ
Ҡояш – йәшәү, йылылыҡ, туғанлыҡ билдәһе
Ромб – ер эшкәртеү, ырҙын байманлығы билдәһе
Үҫемлектәр, тереклек, тәбиғәт донъяһы
Юрматы ырыуы тамғаһы
13 слайд
Орнаменттарҙа төҫтәр сағылышы:
Ҡара төҫ – тупраҡ, уңдырышлы ер, муллыҡ-байманлыҡ.
Йәшел төҫ – йәшеллек, тәбиғәт, үрсем, мәңгелек, йәшәү.
Ҡыҙыл төҫ – ут төҫө, туғанлыҡ, ҡан-ҡәрҙәшлек, яҡынлыҡ билдәһе.
Һары төҫ – алтын төҫө, аҡыл, олпатлыҡ билдәһе; муллыҡ.
Күк төҫ – тыныслыҡ, байманлыҡ, киңлек.
Аҡ төҫ – сафлыҡ, паклык, таҙалыҡ билдәһе.
14 слайд
15 слайд
16 слайд
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
Дәрес тураһында бихисап мәҡәләләр, китаптар яҙылған. Белем биреүҙең йөкмәткеһе һәм маҡсаттары үҙгәрә, уҡытыуҙың яңы саралары тәҡдим ителә, әленән-әле реформалар тыуып тора, ләкин дәрес белем биреүҙең төп формаһы булып ҡала килә.
Күпме генә яңылыҡтар индерелһә лә, уҡытыусы менән уҡыусы дәрестең төп геройҙары булыуҙан туҡтамай. Уҡытыусының уҡыусыны шәхес итеп ҡабул итеүе, уның кисерештәренә, эске донъяһына иғтибарлы булыуы мөһим. Ә шәхесте үҫтереүҙең төп факторы – эшмәкәрлек. Эшмәкәрлек – баланың уйыны, уҡыуы, һөйләүе, фекерләүе ул. Шуға күрә, һәр уҡытыусы дәрескә план төҙөгәндә түбәндәге һорауҙарҙы күҙ уңында тотоп, уға ижади ҡараш аша килергә тейеш:
Ни өсөн? (һәр эштең маҡсаты билдәләнә);
Нисек? (уның тормошҡа ашырыу юлдары билдәләнә);
Нимәгә өлгәшергә тейеш? (һәр эштән ниндәй һөҙөмтә көтөлә).
Бөгөнгө көн мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙә башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен ҡулланыу дәресте бар яҡлап байыта, уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ихтирам, һөйөү тәрбиәләй. Фольклор үҙе үк тормош мәктәбе, башҡорт халҡының тере тарихы, милли паспорты. Телде өйрәнгәндә уны ҡоро күнегеүҙәр менән генә өйрәтеү артыҡ ҙур һөҙөмтәләр бирмәй. Милли традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йола поэзияһын, сәсәнлек мәктәбен, халыҡ медицинаһы, мәҙәниәте, халыҡтың кәсептәре кеүек темаларҙы грамматик темаға үреп алып барыу – һәр дәрестә ҡуйылған маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә.
6 661 479 материалов в базе
Настоящий материал опубликован пользователем Сатлыкова Альфия Миратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт
Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
Удалить материалВаша скидка на курсы
40%Курс профессиональной переподготовки
500/1000 ч.
Курс повышения квалификации
36 ч. — 144 ч.
Курс повышения квалификации
36 ч. — 180 ч.
Курс повышения квалификации
72 ч. — 180 ч.
Мини-курс
10 ч.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.