Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Хат яҙыу, ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше. Дәрес эшкәртмәһе

Хат яҙыу, ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше. Дәрес эшкәртмәһе


До 7 декабря продлён приём заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫНЫҢ

12-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ



МУНИЦИПАЛЬНОЕ

ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ

УЧРЕЖДЕНИЕ

СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ

ШКОЛА №12 ГОРОДСКОГО ОКРУГА

ГОРОД НЕФТЕКАМСК

РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН







Улыбающееся лицо 2

Хат яҙыу. Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше. Хәҙерге заман.

(дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡыған уҡыусылар өсөн дәрес эшкәртмәһе)



Улыбающееся лицо 1

Написание письма. Изъявительное наклонение глагола. Настоящее время. (разработка урока для учащихся изучающих государственный башкирский язык)





Төҙөүсе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әхмәтшина Әлфирә Рәхимйән ҡыҙы.


Составитель: учитель башкирского языка и литературы Ахметшина Альфира Рахимьяновна,

Контактный телефон: 89872409519

e-mai: alfura69@mail.ru














2014 йыл(год).

Маҡсат:

Йыһазланыш:



Дәрес барышы

  1. Уҡыусыларҙың әҙерлеген тикшереү.

Маҡсат:уҡыусыларҙың иғтибарын уҡытыу-тәрбиә эшенә йүнәлтеү

Танышыу,уҡыу кәрәк-яраҡтарын барлау, дежур уҡыусынан килмәгән уҡыусыларҙы әйттереү


  1. Терәк белемдәрҙе актуалләштереү

Маҡсат:уҡыусыларҙы яңы тема үҙләштереүгә әҙерләү, предмет-ара бәйләнеш булдырып булған белемдәрҙе яңыртыу.

Уҡыу мәсъәләһе: проблемалы ситуация тыуҙырыу, уҡыусыларҙың иғтибарын эшкә йүнәлтеү, эмоциональ торош тыуҙырыу.

Уҡытыусы: (өҫтәлдәге өсмөйөш хатты алып)

-Был кемдең хаты?

Экранға ҡарап

- Бөгөнгө дәрестең темаһын яҙҙырайым тиһәм дата һәм тема һүрәттәргә әйләнгән. Был нимә булыр? 1-се слайд.

Таҡтаға ҡарап.

-Был күгәрсен ситлектә нимә эшләй?

Уҡыусыларҙың яуаптары. Ребустарҙы сисеп дата, теманы таҡтаға яҙыу, грамматик теманы билдереү, маҡсат, мәсъәләләр билдәләү.



hello_html_2f857108.png

hello_html_267a0170.png

Яңы тема үҙләштереү. Маҡсат: хат яҙыуҙың эволюцияһын өйрәнеү, уҡыусыларҙың предмет-ара белемдәренә таянып әңгәмәләшә белеү һәләтен үҫтереү, монологик телмәрҙең үҫешенә булышлыҡ итеү, тарих менән ҡыҙыҡһынырға теләк тәрбиләү

Уҡытыусы: 2-се слайд. Хатты нимәгә яҙалар? Яуаптар. Һеҙ хат яҙаһығыҙмы? Ниндәй телдә яҙаһығыҙ? Һорау-яуап.

3-сө слайд. Кешеләр беренсе хатты ҡасан яҙҙы икән? Яуаптар тыңлау.


hello_html_m10b6cc27.pnghello_html_m78856014.png


4-се слайд.

Хат яҙыу эволюцияһы баҫҡысы буйынса уҡытыусы биргән һоруҙарҙы тәржемә итеү, яуап биреү.

-Беренсе хатты нимә тип атағандар?..

hello_html_m298b9a33.png


5-се, 6-сы слайдтар.1.Нимә ул пиктограмма? Индивидуаль өй эштәрен тикшереү: «Шүлгәнташ пиктограммалар» «Бөгөнгө тормошта пиктограмма», уҡыусылар сығышы.

Шул арала ике уҡыусы хатты һүрәт менән алмаштыра.

1)Бөгөн сәғәт етелә катокка коньки шыуырға барайыҡ.

2)Яуап хаты. Мин һине мәктәп янында көтәм

Эштәрҙе таҡтаға элеп тикшереү.

hello_html_m27444443.pnghello_html_m6a8fc876.png


7-се слайд.2.Төйөнле хат. Уҡыусы сығышы.

hello_html_m69668079.png


Карточкалар менән эш. Һүҙлектәр ярҙамында 8-12-се слайд текстарын тәржемә итеү, экранға сығарып тикшереү

hello_html_2688a509.pnghello_html_m35c99e02.pnghello_html_24903abd.pnghello_html_45e8394f.png


Уҡытыусы: 13-сө слайд буйынса руник яҙмалар тураһында һөйләй. Алфавит, уның килеп сығыуы, иң борнғо алфавит тураһында «Обо всем на свете» китабы белешмә бирә. Дәрес башындағы ҡомартҡы хат ғәрәп телендә яҙылғаны күрһәтелә. Хәҙерге башҡорт алфавиты тураһында һорауҙарға яуап алына.

hello_html_14a6f37a.png


Уҡытыусы: Һеҙ беләһегеҙме,Колумбтың диңгеҙ буйлап бутылкаға һалып ебәргән хаты 363 йылдан табыла.Беҙҙең хаттар шундай тиҙлек менән йөрөһә нимә булыр ине? Хаттарҙы хәҙер нисек ебәрәләр? Уҡыусыларҙан электрон почта, ябай почта тураһында белгәндәрен һөйләтеү. Уҡыусының конверт тураһындағы сығышы.

hello_html_m44e142dc.png

Йомғаҡлау. Маҡсат: дәрестең этабына уҡыусыларҙың үҙҙәренән һығымта эшләтеү. Актив һәм пассив уҡыусыларҙы билдәләтеү, дәрестең барышында активлыҡты күтәреүгә булышлыҡ итеү

Уҡытыусы 14, 15-се слайдтар, 159-сы күнегеү буйынса почта йөрөтөү тарихы, хәҙергеһе тураһында белемдәрҙе дөйөмләштереү. Бөтә Донъя хат аҙналығы тураһында белешмә биреү.

hello_html_5a551556.pnghello_html_69a8db83.png

3.Физкульт минут

каҡсат: күҙ мускулдарына, умыртҡа һөйәгенә ял ойоштороу

Уҡытыусы: экранға ҡарап күп эшләнек, шуға күҙҙәргә ял бирергә кәрәк. Тороп баҫып ХАТ һүҙен башта күҙҙәр менән генә, аҙаҡ баш менән тураға һәм кирегә яҙырға, өҙмә-өҙлөкһөҙ ҡулдар, кәүҙә менән иң ҙур конверт эшләргә.


4.Яңы тема үҙләштереү

Маҡсат: хат яҙыу тәртибен өйрәнеү

Уҡытыусы: һеҙгә 12-се мәктәптән хат ебәрҙе, иғтибар менән тыңлағыҙ, аңларға тырышығыҙ 16-сы слайд.

hello_html_303a1c40.png

Динамик парҙарҙа эш.

Хаттың күсермәһе һәр уҡыусы алдында. Тәржемә өсөн һүҙлектәр ҡулланыла. 1,2,3 уҡыусы тыңланыла


5.Китап менән эш.

Маҡсат: дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу, тексты тәржемәләү өсөн электрон дәреслектәге һәм ябай һүҙлектәр менән эшләү.

Уҡытыусы: 169-сы күнегеүҙе уҡыйбыҙ, тәржемә итәбеҙ.

Хәбәрҙәрҙе табабыҙ. хәҙерге заман формаһы ялғауҙарын билдәләйбеҙ. Текст яҙылып бөтмәгән. Нимәләр өҫтәп яҙыр инегеҙ?

Ярҙамға 171-се күнегеү бар.

1-се пар1-4, 2-се пар 5—8 тәржемә итә, 4 уҡыусы ноутбук артында эшләй.


Таҡтала эш.

Уҡытыусы башланғыс формала ҡылымдарҙы билдәләп таҡтаға бағаналап яҙып ҡуйған.

Уҡы-рға

Һуңла-рға

Өйрән-ергә

Ярҙам ит-ергә

Ҡара-рға

Уйна-рға

Уҡытыусы ҡылымдарҙың тамырын билдәләй, уларҙың үткән дәрестә ҡаралған бойроҡ һөйкәлеше ҡылымдары менән тап килеүен асҡлай.

Таблицала килтерелгән мисалдарға таянып теманы аңлата. Бер һүҙҙе зат һәм һандарҙа үҙгәртәләр. Таҡталағы терәк карточкаларҙы сынйыр буйынса сығып дөрөҫләп урынлаштыралар. 1-2 мисалды телдән үҙгәртәләр.



Хат яҙыу өҫтөндә эш.

Уҡытыусы.

Хат яҙыуҙың тәртибе буламы? Был тәртипте төҙөйөк.Бер нисә уҡыусы хатты телдән төҙөп әйтә.

Үҙ аллы эш-хат яҙыу.

Эштәрҙе йыйып алыу.

hello_html_4ba4fa59.png

Йомғаҡлау. Өй эше биреү

1.Яңы йылға ҡотлау хаты яҙырға. 2.Электрон почтаны кем беренсе ҡулланған?

3.Марка. Филотелистар тураһында мәғлүмәт алып килергә.


Рефлексия. Баһалау

Маҡсат. Дәресте үҙләштереүҙе тикшереү. Үҙбаһаңды билдәләү

Сынйыр буйынса уҡыусылар таҡталағы күгәрсендең ситлеген һүтәләр. «Сыбыҡтың» артына яҙылған һорауҙы кемгәлер бирәләр.

Уҡытыусы. Әгәр был дәрескә кире ҡайтырға теләһәгеҙ таҡталағы күк йә аҡ күгәрсенде алырһығыҙ. Яуап биреүсе кем менәндер диалог төҙөй.


Ҡушымта.

Знать

Читать

Научиться

Помогать

Играть

Плавать

Смотреть


Бел -ергә

Уҡы -рға

Өйрән -ергә

Ярҙам ит-ергә

Ҡара -рға

Уйна -рға

Йөҙ -өргә




57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 03.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров298
Номер материала ДВ-119419
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх