Инфоурок Другое Другие методич. материалыХәҙерге башҡорт теле һәм стилистик үҙенсәлектәре .(Современный башкирский язык и стилистические особенности).

Хәҙерге башҡорт теле һәм стилистик үҙенсәлектәре .(Современный башкирский язык и стилистические особенности).

Скачать материал

Тема:Хәҙерге башҡорт теле һәм стилистик үҙенсәлектәре .(Современный башкирский язык и стилистические особенности).

 

           Уҡыусыларҙың телмәренә хәҙерге осорҙа юғары талаптар ҡуйыла. Ул орфоэпик, грамматик, орфографик, пунктуацион яҡтан дөрөҫ тә, стилистик яҡтан һәйбәт тә, урынлы ла булырға тейеш. Шуның өсөн  дә мәктәптә телде төрлө яҡтан:

1)уның төҙөлөшө /фонетика, лексика, грамматика /.

2)телдең ижтимағи эшмәкәрлектә ҡулланышы өйрәнелә /телмәр культураһы һәм стилистика /.

     Телдең төҙөлөшөн өйрәнеү методикаһы буйынса билдәле күләмдә тәжрибә тупланһа ла,телмәр культураһы менән стилистиканы өйрәнеү тураһында бындай фекерҙе әйтеп булмай. Сәбәбен телмәр культураһы менән стилистиканың мәктәп программаһына индерелеүенән һәм был мәсьәләләрҙең тейешенсә тикшерелмәүенән  эҙләргә кәрәк.

 

 

Стилистика өйрәнеүҙең маҡсаты һәм бурыстары.

 

          Стилистика, дөйөм алғанда, үҙенән киңерәк төшөнсәгә эйә булған телмәр культураһы составына ҡарала,уның мөһим бер өлөшөн тәшкил итә.Шуға күрә лә программала стилистика менән телмәр культураһының бергә, тығыҙ бәйләнештә бирелеүе лингвистик яҡтан да, методик яҡтан да үҙен аҡлай.

           Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүҙә стилистика-телмәр стилдәре һәм уларҙа тел сараларын ҡулланыу законлылыҡтары тураһындағы фән төп урынды ала һәм телмәр үҫтереүҙең фәнни нигеҙен тәшкил итә.Уҡыусыларҙы ул дөрөҫ телмәр оҫталығына өйрәтә.Ә телмәр оҫталығы/икенсе төрлө әйткәндә телмәр культураһы/аралышыуҙың төрлө сфераһында телде, тел сараларын дөрөҫ һәм урынлы ҡулланыу тигән һүҙ ул.”Милли телдең стилистикаһы,-тип яҙҙы В.В. Виноградов, -телдең бөтә өлкәләрен(ярустарын)-өндәр системаһын,һүҙлек составын, фразеологияһын, грамматикаһын үҙ эсенә ала.Әммә уларҙы телмәрҙең төрлө функциональ төрҙәренә бәйләнешле рәүештә, теге йәки был фекерҙе синоним төрлөлөк менән биреү мөмкинлегенән, тел сараларының нескә мәғәнә һәм хис-тойғо биҙәктәрен телмәрҙә төрлөсә файҙаланыу күҙлегенән сығып тикшерә? Тимәк, туған тел тураһындағы фәндең төрлө бүлектәрен(фонетика,лексика, фразеология, грамматика)өйрәнгәндә, тел сараларының функциональ стилдәрҙә ҡулланылыу законлылыҡтарын тикшереү стилистиканың төп маҡсатын һәм бурыстарын билдәләй.

          Ләкин шуны ла иҫтән сығарырға ярамай:стилистикаға 5- 7 синыфтарҙа маҡсус ваҡыт бирелмәй;стилистиканы фәҡәт лексик- грмматик материал менән паралель өйрәнеү күҙҙә тотола.Стилистик эш тағы уҡыуҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү дәрестәрендә лә ойошторола.Тел дәрестәрендә программа материалын өйрәнеүгә бәйләп,практик алымдар файҙаланыла.Практик алымдарға,иң элек,стилистик йүнәлештәге күнегеүҙәр инә.Стилистик күнегеүҙәрҙең асылы шунан тора:

-улар балаларға билдәле функциональ стилдәр тураһында белеем бирә,тел сараларын көндәлек аралашыуҙа дөрөҫ һәм урынлы ҡулланырға өйрәтә.

-төрлө стилдә һөйләмдәр һәм текстар төҙөргә,уларҙы стилистик яҡтан камиллаштырырға өйрәтә.

           Стилистик маҡсат менән ижади диктант үткәрелә.Уҡытыусы класҡа,диктант яҙыласағы тураһында әйтеп, теге йәки был лексик – грамматик берәмектәрҙе өҫтәү йәки алмаштырыу кәрәклеген белдерә. Унан һуң, уҡыусылар өҫтәргә тейеш булған берәмектәрҙе әйтмәйенсә генә текст уҡыла. Тәүге мәлдәрҙә кәрәкле һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр таҡтаға яҙыла йәки телдән әйтелә. Артабан уҡытыусы тексты әйтеп яҙҙыра өҫтәргә йәки алмаштырырға кәрәк булған урындарҙа ҙур ғына пауза яһай.Был ваҡыт эсендә уҡыусылар ҡушылған эште башҡаралар. Тексты яҙып бөткәс, Бер нисә уҡыусы үҙенең яҙғанын уҡый, үҙе өҫтәгән һүҙҙәрҙе курһәтә. Стилистик берәмектәрҙе изложение яҙғанда ла файҙаланырға булла. Изложенияларға әҙерлек осоронда түбәндәге типтағы күнегеүҙәрҙе үткәреү тәҡдим ителә:

          Өҙөктөң стилистик биҙәге үҙгәрерлек итеп яҙырға. Ниндәй һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе стилистик алымдарҙы ҡулландығыҙ?

           Тау башында ҡарағайҙар үҫеп ултыра. Уларҙы беҙҙең ағайҙарыбыҙ һәм апайҙарыбыҙ ултыртҡан. Мин уларҙың, аттарға атланып, ил һаҡларға яуға киткәндәрен хәтерләйем.Уларҙың күбеһен ҡабат күрмәнем.

          Текстың йөкмәткеһе менән таныштырып, уҡытыусы уның битараф унда яҙылыуын, ниндәй юлдар менән тойғолоҡто көсәйтергә мөмкин булыуын аңлата, көнкүреш миҫалдар килтерә. Стилистик күнекмәләрҙе ҡалынлаштырыу һәм үҫтереү өсөн эпизодик күнегеүҙәр генә етмәй, стилистика менән системалы шөғөлләнергә, лексик – грамматик материалдың стилистик үҙенсәлектәрен һәр ваҡыт асыҡлай барырға кәрәк. Ә инша, изложение яҙғанда, уҡыусылар үҙҙәренән нимә талап ителеүен – йөкмәткене теләһә нисек түгел, ә конкрет стилдә биреү кәрәклеген асыҡ күҙ алдына килтерегә тейештәр. Шул саҡта ғына иншаны йөкмәткеһе тәрән, мәғәнәле, тел саралары төрлө - төрлө һәм бай булла.

         Тексты стилистик яҡтан төҙәтеү, камллаштырыу өсөн, ғәҙәттә, деформацияланған һөйләмдәр, текстар алына. Деформация текстың йөкмәткеһенә лә, стиленә лә, тел сараларының ҡулланышына ла ҡағыла.

          Уҡыусылар һөйләмдәрҙе абзацтарҙы тәртипкә һалып, хаталарҙы төҙәтеп яҙалар, тәүге вариант менән сағыштыралар, тейешле һығымта яһайҙар.

          Тексты камиллаштырыу, редакторлау алымдарына өйрәтеү йөкмәткеһе яғынан дөрөҫ, ләкин тел сараларын ҡулланыу буйынса махсус ярлыландырылған текст өҫтөндә лә үткәрелә.Был осраҡта уҡытыусы билдәле бепр тексты ябайлаштыра,уның сюжет һыҙығын ғына ҡалдыра.Уҡыусылар шул тексты тейешле лексик – грамматик саралар менән байышалар,тулыландыралар.Аҙаҡ,уҡыусылар үҙ яҙмаларын тикшергәндән һуң,яҙыусының әҫәренән өҙөк килтерә. Һүҙ оҫтаһы тарафынан яҙылған художестволы әҫәрҙең теле уҡыусылар өсөн эталон була, һәм балалар телде оҫта файҙаланыу өлгөһөн күрәләр, тел менән уйлап,һаҡ эш итергә кәрәклеген төшөнәләр.

           Шулай итеп, стилистиканы өйрәнеү уҡыусыларҙы стилистик белемдәр менән ҡоралландыра, һәйбәт телмәр төҙөү күнекмәләре бирә, телдең байлығын күрергә, уны дөрөҫ һәм эффектлы файҙаланырға өйрәтә.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Хәҙерге башҡорт теле һәм стилистик үҙенсәлектәре .(Современный башкирский язык и стилистические особенности)."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Тьютор

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 964 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 30.11.2015 2670
    • DOCX 39 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сулейманова Эльза Гафуровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сулейманова Эльза Гафуровна
    Сулейманова Эльза Гафуровна
    • На сайте: 8 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 16303
    • Всего материалов: 20

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Налог на прибыль и учет доходов/расходов

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психоаналитический подход: изучение определенных аспектов психологии личности

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Физическая культура и спорт: методика, педагогика, психология

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 13 человек