Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Дошкольное образование / Конспекты / Ҡыҙҙар ниндәй булырға тейеш?

Ҡыҙҙар ниндәй булырға тейеш?

Международный конкурс по математике «Поверь в себя»

для учеников 1-11 классов и дошкольников с ЛЮБЫМ уровнем знаний

Задания конкурса по математике «Поверь в себя» разработаны таким образом, чтобы каждый ученик вне зависимости от уровня подготовки смог проявить себя.

К ОПЛАТЕ ЗА ОДНОГО УЧЕНИКА: ВСЕГО 28 РУБ.

Конкурс проходит полностью дистанционно. Это значит, что ребенок сам решает задания, сидя за своим домашним компьютером (по желанию учителя дети могут решать задания и организованно в компьютерном классе).

Подробнее о конкурсе - https://urokimatematiki.ru/


Идёт приём заявок на самые массовые международные олимпиады проекта "Инфоурок"

Для учителей мы подготовили самые привлекательные условия в русскоязычном интернете:

1. Бесплатные наградные документы с указанием данных образовательной Лицензии и Свидeтельства СМИ;
2. Призовой фонд 1.500.000 рублей для самых активных учителей;
3. До 100 рублей за одного ученика остаётся у учителя (при орг.взносе 150 рублей);
4. Бесплатные путёвки в Турцию (на двоих, всё включено) - розыгрыш среди активных учителей;
5. Бесплатная подписка на месяц на видеоуроки от "Инфоурок" - активным учителям;
6. Благодарность учителю будет выслана на адрес руководителя школы.

Подайте заявку на олимпиаду сейчас - https://infourok.ru/konkurs

  • Дошкольное образование

Поделитесь материалом с коллегами:

Тема: Ҡыҙҙар ниндәй булырға тейеш?

Маҡсат:

Ҡыҙҙарҙың әхлаҡ сифаттарын һәм тышҡы ҡиәфәте ниндәй булырға тейешлекте төшөндөрөү,

балаларҙың фантазияһын үҫте-реү,

уларҙы тормошҡа әҙерләү,

әсәйҙәргә һөйөү тәрбиәләү.


Йыһазландырыу : Ҡыҙҙарҙың фотоларынан эшләнгән стенд , яҙылған лозунгылар,ҙур ҡурсаҡ,сәңгелдәк .

1.Ойоштороу моменты .

2.Инеш һүҙ

Борон баланы сәңгелдәктән тәрбиәләй башлағандар.Уға ҡыйыу,дөрөҫ-

лөктө яратыусы батырҙар, уңған ҡыҙҙар тураһында әкиәттәр һөйләгән-

дәр,сәңгелдәк йырҙарын көйләгәндәр.Әйҙәгеҙ,бишекте тирбәтеп, сәңгелдәк йырҙарын йырлайыҡ,сабыйҙы йоҡлатайыҡ.Сабый йоҡлағансы уға исем уйлайыҡ.Кем иң матур исем әйтер?

/ Балалар төрлө исемдәр әйтә/

Борон балаға исемде ата-әсәһенең исеменә оҡшатып,тәбиғәт күренештәренә,тормоштағы хәл-ваҡиғаларға бәйләп,үҫемлек,сәскә атамаларынан сығып,хеҙмәт,эш,һөнәр төрөнә ҡарап ҡушыр булғандар.

Һуңғы йылдарҙа беҙҙең халыҡта ниндәйҙер аңлашылмаған исемдәр осрай башланы.Исемде ата-әсә балаһына бер генә тапҡыр ҡуша.Ул бәхет,шатлыҡ килтерерлек булырға тейеш.

2.-Беҙ хәҙер ошо сабыйға исем ҡушырға бурыслыбыҙ.Кем тип ҡушайыҡ?/Гөлиә/

Гөлиә- гөлгә эйә тигәнде белдерә

Исем ҡысҡыртыу йолаһын беләһегеҙме? Кемдәр күргәне бар?

/ Ҡунаҡҡа ауылдың оло инәйе саҡырылған.Ул баланы яҫтыҡҡа һала,доға уҡый.Ике ҡолағына ла “Һинең исемең Гөлиә булыр”-,

тип өндәшә.Аҙаҡ хәйер тарата тәрбиәсе./

1-се Бала.Сәңгелдәктә ҡыҙ бала ятһа,ҡауырһын ҡуйғандар.Бының

ҙур мәғәнәһе бар: ҡыҙ баланың һылыу булыуын һәм ваҡыты еткәс,үҙ

ояһын табып,ҡанатланып осоп китеүен теләгәндәр.

3. Ә хәҙер төркөмдәге ҡыҙ исемдәренең мәғәнәләрен әйтәйек әле.

-

-

-

-Балалар,һеҙҙең исемдәрегеҙ бик яғымлы яңғырашлы.Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарының исемдәренән гүзәллек,баҫалҡылыҡ,яғымлылыҡ

Бөркөлөп тора.

-Һеҙгә шундай исемдәрҙе кем биргән?

-Әсәй,атай,өләсәй,олатай.

-Эйе,һеҙгә исемдәрҙе иң яҡын кешеләрегеҙ биргән.Улар һеҙҙең исемегеҙгә ниндәйҙер мәғәнә һалып,бәхетле булыуығыҙҙы теләгәндәр.

4.”Беҙҙең ҡыҙҙар” стенгазетаһынан яҙылған шиғырҙарҙы уҡыу.

-Ҡыҙҙар,мин һеҙгә арнап газета сығарҙым.Тәүҙә газетаның исеменә

Иғтибар итегеҙ.Ни өсөн ҡыҙҙар һүҙе төрлө хәреф менән яҙылған?

-Сөнки һәр ҡыҙҙың үҙенә хас холҡо,ҡиәфәте,ҡылығы бар,һәр береһе һәр төрлө.

Зәңгәр төҫ тыныслыҡҡа,дуҫлыҡҡа саҡырыусы төҫ.

-Мин шиғырҙар уҡыйым,кем тураһында икәнен әйтегеҙ.

/Төркөмдәге ҡыҙҙар тураһында шиғырҙар уҡыу/

5.-Бына Ләйсән көндән-көн үҫә килә.Ата-әсәһенән күреп төрлө эш-

тәргә өйрәнә.Бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәнмәгән бала әрәмтамаҡ,ел-

ғыуар булып үҫеүе ихтимал.Башҡорт халыҡ әкиәттәрен алып ҡарайыҡ.

Халыҡ әкиәттәге кешеләрҙе егәрле,аҡыллы эшһөйәр,бәхетле итеп тасуирлай.Мәҡәлдәрҙә лә шулай.Ҡыҫҡа ғына һөйләмгә киң мәғәнә

һалынған.Мин һеҙгә хәҙер хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр әйтәм,ә һеҙ дауам итегеҙ.

-Һөнәрленең …/ҡулы алтын/

-Ҡулың оҫта булһын…/һүҙең ҡыҫҡа булһын/

-Ҡулы белгән…/бал ашар/

-Сәмле эш …/йәмле эш/

-Белгән белгәнен эшләр…/белмәгән беләген тешләр/

-Эшһеҙ кеше …/көсһөҙ кеше/

-Буй эшләмәй …/ҡул эшләй/

-Эше барҙың …/ашы бар/

6. Уйындар.

-Ә хәҙер балаға уйындар уйнап күрһәтәйек.

-Боронғо башҡорт уйындарын беләһегеҙме? Һанап күрһәтегеҙ.

-Борон ата-бабалар был уйындарҙы ваҡыт үтһен өсөн генә уйлап сығармаған.Уйындар баланы сослоҡҡа,етеҙлеккә,зирәклеккә өй-

Рәтер булған.

-Ҡыҙҙар-йондоҙҙар,әйҙәгеҙ”Ҡап-та ҡоп” уйынын уйнап алайыҡ.

Беҙ,беҙ,беҙ инек

Беҙ ун ике ҡыҙ инек,

Баҙға төштөк май ашаныҡ

Аҡ келәттә бал ашаныҡ.

Бер таҡтаға теҙелдек,

Таң атҡансы юҡ булдыҡ

Әпсен,төпсөн,ҡап та ҡоп!

Ҡоп” һүҙе әйтелгәс тә бөтә балалар ауыҙҙарын йомоп шым ҡала һәм бер-береһен көлдөрә.

-Балалар,ҡарағыҙ әле,кемдең аҡ теше күренә икән? Уға наказ.Йырлаһын.Бер Бала йырлай.


7.-Кеше менән һөйләшеү,үҙ-үҙеңде тота белеү ҙә бәләкәйҙән тәрбиәләнә.Һуңғы осорҙа бик тупаҫ һөйләшеүсе балалар ҙа,йәштәр ҙә,

хатта ололар ҙа күбәйеп китте.”Яғымлы һүҙ йән аҙығы” тигәнде лә ишеткәнегеҙ барҙыр.Башҡорт халҡында ифрат матур,яғымлы һүҙҙәр ҙә бар бит.Хәҙер ошо таблицалағы һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ та,иҫтә ҡалдырайыҡ,

телмәрҙә ҡулланайыҡ.

Рәхмәт.Ҙур рәхмәт.Оло рәхмәттәр яуһын.Рәхим ит.Урының түрҙә булһын.Аяҡ-ҡулың һыҙлауһыҙ булһын.Ата-әсәйеңдең ҡәҙерен бел.

Бар булығыҙ-бай булығыҙ.”


-Балалар,бала теле асылғанда иң тәүҙә ниндәй һүҙҙәр әйтә?

-Әсәй,мәмәй,әпәкәй.

-Эйе,әсәй.Сөнки донъяға барыбыҙҙы ла әсәй тыуҙырған.Беҙ һәр ваҡыт әсәгә бурыслыбыҙ .Уны ҙурлап,данлап шиғырҙар яҙылған.Ҡыҙҙар,һеҙ / буласаҡ әсәләр.

Балалар .”Әсәй!”-тип телем асылған,

Әсәй!-тип юлға сығылған.

Әсәй”-тип бәхет табылған,

Әсәй”-тип урап ҡайтылған.

Әсәй”-тип төндә уянам,

Әсәй!”-тип өндә ҡыуанам.

Әсәй!”-тип йөрәк һыҙлаһа,


5-се Бала: Тимәк,ҡыҙҙар сәскәләр кеүек саф та,матур ҙа булырға тейеш.


6-сы Бала:Эйе.Кешеләр гөлдәргә таң ҡалып баҡҡан кеүек,беҙгә лә һоҡланып бағырға тейештәр.


7-се Бала: Шуға күрә матур булыу,бөхтә кейенеү,таҙалыҡты яратыу,һәр саҡ гүзәл булып ҡалыу-беҙҙең асылыбыҙ.


Тәрбиәсе:Яман һүҙҙәрҙән телде һаҡлау,халыҡ йолаларын,ғөрөф-ғәҙәттәрен күңелгә һеңдереп йәшәү,сәсән телле булыу-изге бурыс.


-Әйҙәгеҙ,Балалар,бөгөнгө кисәне “Шаула,бала саҡ” йыры менән

Тамамлап ҡуяйыҡ.

Самые низкие цены на курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации!

Предлагаем учителям воспользоваться 50% скидкой при обучении по программам профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок".

Начало обучения ближайших групп: 18 января и 25 января. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (20% в начале обучения и 80% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru/kursy



Автор
Дата добавления 06.11.2016
Раздел Дошкольное образование
Подраздел Конспекты
Просмотров31
Номер материала ДБ-325087
Получить свидетельство о публикации

УЖЕ ЧЕРЕЗ 10 МИНУТ ВЫ МОЖЕТЕ ПОЛУЧИТЬ ДИПЛОМ

от проекта "Инфоурок" с указанием данных образовательной лицензии, что важно при прохождении аттестации.

Если Вы учитель или воспитатель, то можете прямо сейчас получить документ, подтверждающий Ваши профессиональные компетенции. Выдаваемые дипломы и сертификаты помогут Вам наполнить собственное портфолио и успешно пройти аттестацию.

Список всех тестов можно посмотреть тут - https://infourok.ru/tests

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх