Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Һынамыштар. Әҙәби уҡыу. Тормош һабаҡтары.

Һынамыштар. Әҙәби уҡыу. Тормош һабаҡтары.


До 7 декабря продлён приём заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

ҠЫШ



Бесәй моронон ҡаплап ятһа, һыуыҡҡа.

Ҡышҡы урман ныҡ шаулаһа, йылы көндәр килеүен көт.

Эт ҡарҙа аунаһа, буран сығыр.

Ҡарға ҡарҡылдаһа, ҡар яуа.

Ҡояш ҡолаҡланһа(эргәһендә дүңгәләк булһа), көн һалҡыная.

Ике ҡатлы тәҙрәләр парланһа, һалҡын булыр.

Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.

Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.

Ат ҡуршылдаһа – буранға.

Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, көн һыуыта.

Ат ҡарға ятһа, йылыға тарта.

Кәзә ҡолағын шапылдатһа, буранға.

Эт моронон ҡуйынына тығып ятһа, ҡар яуа.

Ҡыш ҡар күп һәм ҡалын булһа, йәй иген уңыр.

Ҡыш томан булһа, йәй йүкәнең балы күп булыр.

Тау баштарында ҡар күп булһа, еләк уңыр.

Ҡыш көнө боҙ өҫтөнә һыу сыҡһа, ашлыҡ күп булыр.

Беренсе февраль төнөндә йондоҙҙар күренһә – яҙ һуңға ҡалып килер.

Икенсе февралдә көн йылы булһа – яҙ иртә килер һәм йылы булыр.

Икеһендә иртә менән ҡар яуһа – ашлыҡтың иртә сәскәне уңыр, кис менән ҡар яуһа – һуң сәмкәне уңыр.

Ун бишенсе февралдә көн йылы булһа – яҙ һәйбәт килер.

Февралдә һыуыҡ; “Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә көнөм генә ҡыҫҡа», - тип әйтер, имеш.

Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа.

Төтөн тура сыҡһа – һыуыҡҡа.

Ҡаз суҡышын шыҡылдатһа – һыуыҡҡа.

Йондоҙҙар йыш күренһә, аяҙ булыр.

Беренсе ғинуар көн йылы булһа, арыш уңыр.

Ай ҡараңғы булһа, һауа еүеш булыр,әгәр асыҡ булып торһа, көн ҡоро килер.

Әгәр ҡар ваҡ ҡына бөртөк менән һирәк кенә төшкөләһә, бик оҙаҡ һыуыҡ булыр.

Күктәге йондоҙҙар асыҡ күренһә – көн яҡшырыр, тоноҡ күренһәҡар яуыр.

Ҡояш тирәһендә нурҙар юғары сағылһа – буран булыр, түбән сағылһа – һалҡын бюулыр.

Ҡыш көнө бәҫ күп булһа – ағас емештәре уңыр, бал күп булыр.

Ҡыш ҡар күп яуһа – йәй ямғырлы килер.



Яҙ

Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр.

Май ямғырҙар күп булһа, арыш уңыр.

Май айында урмандарҙа зәңгәр сәскә күп булһа,ашлыҡты ҡырау һуҡмаҫ, ҡарабойҙай уңыр.

Һыу ташыуы ҡеүәтле булһа, ашлыҡ уңыр.

Беренсе күк күкрәһә көндәр йылыныуға килтерер.

Беренсе мартта көн елле булһа, йәй ҙә елле булыр. Әгәр көн ҡояшлы, елһеҙ икән, яҙ һәм йәй яҡшы булыр, иген уңыр.

Марттың 1-ндә аяҙ булһа, яҙ буйы аяҙ була.

Әгәр беренсе мартта йылы булып, тамсылар тамып торһа, ҡар тиҙ ирер, йәй ҙә яҡшы килер.

Беренсе мартҡа тиклем ҡара ҡарға күренһә, ҡар тиҙ китер.

Март башында турғай эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы килер.

Егерме бишенсе мартта ямғыр яуһа, арыш уңыр.

Мартта ҡар яуһа, баҡса емештәре уңыр.

Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр.

Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер.

Апрельдың алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа ашлыҡ уңыр.

Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килер.

Ҡара ҡарға килгәс, бер айҙан ҡар китер.

Ҡара ҡарға ояға ултырһа, өс аҙнанан сәсеүгә сығырға кәрәк.

Әгәр аҡҡош яҙ көнө иртә күренһә, һалҡын булыр.

Тауыҡтар яҙ көнө әтәс кеүек ҡысҡырһа, йыл ауыр булыр.

Ҡайын япрағы иң остан куберәк асылһа, ашлыҡты иртә сәсергә, уртанан куберәк асылһа, һуңыраҡ сәсергә кәрәк.

Яҙ көнө алабуға балығы куберәк тотолһа, бойҙай, арыш, арпа уңыр.











ЙӘЙ

Июлдең өсөндә төшкөлөктән ел иҫһәһабан ашлығы уңа.

Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.

Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.

Ҡурай еләге менән ҡайын еләге күп булһа, киләһе йылда арыш уңыр.

Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.

Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете аҙнаға һуҙылыр.

Күктәге йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр.

Ямғыр яуырға булһа, томан күтәрелер.

Йәйғорҙоң ике яҡ башы ла һыуға төшһә – ямғыр яуыр, тауҙа булһа – аяҙ булыр.

Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһа, ҡеүәтле ел булыр.

Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.

Иртән үлән ҡоро булһа – төнөн ямғыр яуыр.

Үрмәксе ау үрергә тотонһа ү көндәр аяҙға булыр.

Июль айында яңы ай салҡан тыуһа, был йыл болотло булыр, ямғыр мул булыр, һәр кемгә рәхәтлек килер.

Июль – йәйҙең иң кәттә айы, тән үә йөрәк майы.

Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.

Йәй елле килһә, тары уңыр, томанлы булһа, һоло уңыр.

Эре ямғыр тиҙ туҡтай.

Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.

Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы була.

Июль айында ай тотолһа, был йылда балыҡ үә һәр төрлө ҡоштар аҙлыр, әммә ашлыҡ щәп уңыр. Көн эҫе торор.

Көнсығыштан ел сыҡһа – ямғырға.

Ҡарлуғас түбән осһа – ямғыр булыр, бейектә осһа – аяҙытыр.

Бесәй тырнашһа, ел сығыр.

Көн матур, һауа торошо яҡшы булыралдынан һарыҡтар һикерешеп сабыр.

Эт ҡомда аунаһа, көндәр яуынға тартыр.

Өйлә мәлендә әтәс ҡысҡырһа, һауа торошо алмашыныр.

Бал ҡорттары умартанан бик иртә осоп сыҡһа, көн аяҙ булыр.

Иртән бал ҡорттары умартанан сыҡмайынса шаулашһа, төш ваҡытында ямғыр ҡойор.

Итртән йәки көндөҙ бал ҡорттары ҙур төркөм булып умартаға ашығып ҡайтһа һәм унан бөтөнләй тиерлек осоп сыҡмаһа, тиҙҙән ел күтәрелеп, ямғыр ҡойор.

Йәшен йәшнәп болот килгәндә бал ҡорттары умартаға инеп йәшеренмәһә, ямғыр булмай, ул ситләтеп үтә.

Кисен бал ҡорттары осоуҙан иртә туҡтаһа, алдағы көндәрҙә яҡшы һауа торошо һаҡланыр.

Тиреҫ ҡуңыҙҙары көн аяҙ булғанда ғына оса. Ямғырлы, елле, һалҡын көндө көтөгөҙ.

Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит- ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр.

Сиңерткәләр кис ныҡ сырылдаһа, һауа яҡшырыр.

Бал ҡорттары умарталыҡ тирәләй сәбәләнеп осһа, ямғыр көтөгөҙ.

Балыҡтар ямғыр алдынан уйнаусан.

Һауала нәжәғәй уйнаһа, иген уңыр.

Ҡояш ҡыҙарып байыһа, елләп ямғыр яуыр.

Болондағы кипкән бесән дымланһа, ямғыр булыр.

Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.













КӨҘ

Беренсе октябрҙә ел көн буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер. Әммә ел көньяҡтан булһа, ҡыш йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр. Әгәр был көндө ел көнбайыштан булһа, киләһе йыл ашлыҡ уртаса булыр.

Беренсе октябргә тиклем ҡырау төшһә, көҙ оҙон булыр

Көҙөн ҡоштар түбән осһа – ҡыш һалҡын, бейек осһа, йылы килер.

Ҡыр ҡаҙҙары йылы яҡҡа киткәндә түбән осһа, тиҙҙән ҡар яуыр.

Көҙ көнө ҡуяндар бер эҙҙән йөрөһә, ҡышын ҡар күп булыр.

Егерме өсөнсө октябрҙә ураҡ ай остары менән төньяҡҡа ҡараһа – ҡыш тиҙ килер, ҡар ҡоро ергә ятыр, көньяҡҡа ҡараһа – ҡыш ҡабаланмаҫ, көндәр йонсоу, бысраҡ булыр. Дүртенсе ноябргә тиклем ҡар күренмәҫ.

Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.

Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш оҙаҡ һәм һыуыҡ булыр.

Беренсе ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән бик уңыр.

Туғыҙынсы ноябрҙә бәҫ ҡунһа, алдағы кәндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы торор.

Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр.

Ҡаҙҙар, өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһалар, көн йылынасаҡ һәм буран булыуы ихтимал.

Ҡырмыҫҡалар бейек иләү яһаһа – һалҡын ҡышҡа.

Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр.

Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ булыр, төндә яуһа йылы килер.

Әгәр беренсе ҡар ваҡ бөртөклө яуһа, яҙын ҡар тиҙ иремәҫ, йәй яғырлы булыр, ашлыҡ-бесән яҡшы уңыр.

Сентябрҙә күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ һәм йылы булыр.

Сентябрҙә ҡар күренһә, көҙ оҙаҡ һәм йоносоу килер.

Боҙ ҡытырша булып туңһа, иген уңыр.

Беренсе октябрҙә ел көньяҡтан булһа, ҡыш йылы булыр һәм киләһе йылға ашлыҡ уңыр.

Беренсе октябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көндән һуң ҡар ятыр.

Ҡоштар китеүе һуңлаһа, йылы көҙ, цомшаҡ ҡыш көтөлә.

Көҙөн япраҡтар ҡойолоу тиҙ үтә икән, ҡыш ҡаты була.

Миләш, имән сәтләүеге уңһа,ҡыш һалҡын килә.

Бал ҡорттары кейәне асыҡ ҡалдырһа, ҡыш йылы була.

Турғай түбәндән осһа, көҙ ҡыҫҡа булыр. Беренсе октябрҙә

Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер.

Таң атҡанда болотло булып, ҡояш сыҡҡанда аяҙатһа, ул көндө ямғыр яумаҫ.

Борсаҡ бик уңһа, яңынан өс йыл уңмаҫ.

Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын килер

Сентябрҙең егерме һигеҙендә ҡыр ҡаҙҙары көньяҡҡа осһа, иҫкесә 1 октябрҙә ҡар ятыр.




57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 03.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров17
Номер материала ДБ-317393
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх